7
Иртән өйҙән сығып китә алмай бер булды. Башта Мөбәрәк ағай менән Вәсилә апайҙың тейәнеп баҙарға юлланғанын көттө. Бигерәк оҙаҡ мыштырҙанылар, машинаға һалмаған нәмәләре ҡалманы. Шунан Дилбәрҙән ҡотола алмай яфаланды. Бер бөгөн күргәндәй, артынан ҡалмай һөйләнә лә һөйләнә. Хас яңы теле асылған бала. Әйтеп бөтөрмәһә лә, тел төбөнән шуны аңланы: әхирәте Нурзиләне көсләп таҡмаҡсы. Ҡыҙҙар ҡасмаҫ, өлгөрөр, әле үҙ хәле — хәл.
Дилбәрҙең өйгә инеп китеүе булды, артынан ишек ябылыр-ябылмаҫтан, сығып һыҙҙы егет. Хәтһеҙ генә атлағас, боролоп ҡараны: артынан ҡыуа сыҡмағанмы? Бер кем дә күренмәне.
Өйҙән бик ваҡытлы сыҡҡан икән, саҡ ҡына һуңлаһа, сираттағы электричканы көтөп сәғәт ярым вокзалда буталып йөрөр ине. Уңай тура килде, билет алыуға поезд да килеп етте.
У. урамы Өфөнөң ҡайһы төшөндә икән? Юл буйы шул хаҡта уйланып барҙы. Вагонда ҡаршыһында ултырған ҡыҙҙарҙан һораштырып ҡарағайны ла, тегеләр төплө генә яуап бирә алманы. Вокзалда, автобус туҡталышында белеш, тип кәңәш иттеләр.
Поездан төшөп, халыҡ ағымына эйәреп, вокзал алдына сығып баҫҡас, баҙап ҡалды. Кемгә генә мөрәжәғәт итһә лә, унда ни өсөн барғанын һиҙеп ҡалып, юлынан кире борорҙар һымаҡ. Автобустар килә торҙо, пассажирҙарҙы алып китә торҙо. Ваҡыт үтә, ә ул һаман ҡайҙа барырға икәнлеген дә белмәй. Тәүәккәлләп, бала етәкләгән ҡатынға өндәште:
— У. урамына ҡайһы автобус барғанын әйтмәҫһегеҙме икән? — Юҡ-бар һорау менән маҙаһыҙламағанын белдереү өсөн: — Апайымдар шунда йәшәй, — тип өҫтәне.
— Анау һары автобусҡа ултыр, — тип ихлас юл өйрәтте ҡатын. — Һуңғы туҡталышта төшөрһөң.
Бара-бара ялҡып бөттө. Әллә тотош ҡала аша үтте инде, кәрәкле урамы бигерәк алыҫта булып сыҡты.
Урамдың ике яғы буйлап бер-береһенән бер нимәһе менән дә айырылмаған бер иш йорттар теҙелеп киткән. Уларҙың ҡайһыһында наркотик һатыуҙары ихтимал? Кемдән һорарға? Урам бөтөнләй буш түгел, кешеләр ҙә, машиналар ҙа үтеп-һүтеп тора. Ҡаҡҡан ҡаҙыҡ һымаҡ һерәйеп тороу ҙа килешмәй, берәйһе күҙәтеп торһа, һорашып теңкәһенә тейә башлар. «Мин — юбиляр1, абдрахман алырға килдем», — тип әйтә алмай ҙа баһа, ә апайымды эҙләйем тигәненә ышанмаясаҡтар, ҡулында тулы адресы юҡ. Алаһы әйбере булмаһа ла, киоск витриналарын күҙҙән үткәрҙе. Урамдан ары үтте, бире үтте, артабан ни эшләргә белмәй, киоск янына барып баҫты. Кемдер яурынына ҡулын һалғанға әйләнеп ҡараһа, алдында — үҙе менән бер йәштәр самаһындағы һары сәсле егет. Өҫтөндә — көнгә уңып, төҫөн юғалтҡан еңһеҙ майка, ылбырап бөткән джинсы салбарынан тубыҡтары күренеп тора, аяғындағы кроссовкаһының башы моронлаған. Ымлап ҡына ситкәрәк алып китте. Эйәрҙе. Ярҙам итеп ебәрер, бәлки.
— Баянан бирле күҙәтәм, — тине таныш булмаған егет. — Һин был тирәлә юҡҡа ғына уралмайһың.
Ауыҙ асып һүҙ әйтергә өлгөрмәне, теге:
— Ширакеша?2 — тип яурынынан матҡып тотоп алды.
Динис баш ҡаҡты, шунан шатлығынан көлөп ебәрҙе.
--------
1Ҡыҙыҡһынып беренсе тапҡыр наркотик ҡулланған кеше.
2Ширакеша — наркоман.
— Абдрахман? Дима?1 Батыр?2
— Ҡайһы булһа ла ярай.
— Бир аҡсаңды!
Егет аҡсаны һанап мәшәҡәтләнмәне, йомарлап кеҫәһенә тыҡты. Юл аша сыҡҡас, Динис яғына боролоп ҡарап ҡулын болғаны. Динис тә яуапһыҙ ҡалманы, уның һымаҡ ҡулын болғаны. Борсолма, мин бында, йәнәһе.
Артабан ваҡиғалар һис уйламаған юҫыҡҡа төштө. Егет, ҡаршылағы йортҡа еткәс, беренсе ҡаттағы яртылаш асыҡ тәҙрәләрҙең береһен ҡаҡты. Унда ҡатын-ҡыҙ башы күренеп ҡалды ла шунда уҡ юғалды. Динис тын алырға ла ҡурҡып йортто күҙәтте: «Әһә, наркотиктарҙы ошонда һаталар икән! Былай булғас, эш бешә! Бешә!..» Шул уҡ ваҡытта күңеленә шик тә төштө: «Бирһә генә ярар ине!..» Егеттең үрелеп тәҙрәнән нимәлер алғанын күргәс, сырайы яҡтырҙы. «Рәхәтләнәм икән бөгөн!» — тип өтәләнде. Ләкин ул был яҡҡа киләһе урынға кирегә атланы: «Алданымы икән ни?!..» Күңеле һиҙенгән икән, шик-шөбһәһе дөрөҫләнде: егет шәп-шәп атлап йорттар араһына инеп юғалды. Артына ла боролоп ҡараманы хатта. Һинең кәрәгең ҡалманы хәҙер, тигәндер инде. Ҡапыл иҫенә килгән Динис уның артынан тороп сапты. Ах та ух килеп ул инеп киткән йорттар янына барып еткәндә, елдәр иҫкәйне егеттән. Ҡайһы яҡҡа киткәнен һорашырға ла кеше юҡ, исмаһам, күҙенә бер кем салынманы.
Аяҡтары талғансы яҡын-тирәләге урамдарҙы тапаны, ләкин үҙен алдап ҡасҡан егет осраманы. Хәлдән тайғайны, ултырыр урын эҙләне. Беренсе осраған кешегә аҡсаһын тоттороп ебәргән өсөн үҙендә үҙ-үҙен ғәйепләрлек тә көс тапманы.
---------
1Дима — димедрол.
2Батыр — далала үҫеүсе ҡырағай киндер.
8
Алданһа ла, Динис уйынан төңөлмәне. Үҙенә килеп өндәшкән егеттән ҡалмаҫҡа кәрәк булған да бит, уның кәкре ҡайынға терәтеп китерен кем белгән. «Ломка»нан сыға алмай интеккән наркоман йә Динис кеүек асыҡ ауыҙҙарҙы төп башына ултыртып, аҡса һуғыусы бер жулик булды, ахыры, ул яуыз егет. Киләсәктә һағыраҡ эш итер.
Ҡайҙан аҡса табырға? Ҡасабаға ҡайтҡас, был уй ятһа ла, торһа ла башынан сыҡманы. Төрлөсә план ҡорҙо, бер магазин баҫмаҡ булды, бер кеше таларға яҫҡынды. Тегеһен дә, быныһын да эшләргә ҡулынан килмәҫен төшөнгәс, үҙ-үҙенән көлөп ҡуйҙы. Әллә күп уйлауҙан башына зыян килдеме? Мөбәрәк ағай менән Вәсилә апайҙан һорап ҡарағанда? Берәй нәмә алам тип. Әйтәйек, джинсы салбар. Бирмәҫтәр. Бер түгел, ике салбары бар. Икеһе лә өр-яңы. Салбарҙың береһен һатҡанда? Алыусы булырмы икән? Динис үҙенең баҙарҙа салбар һатып торғанын бер нисек тә күҙ алдына килтерә алманы. Уның кейелгән әйберенә кем ҡыҙыҡһын, баҙарҙа йәнең теләгәнен һайлап алырға була. Мөбәрәк ағайҙарҙың аҡсаһын тотоноп тороу — иң ҡулайлы юл ошо. Аҡсалары тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, баҙар юлына туҙан төшөрмәйҙәр, күпме икәнлеген дә белмәйҙәрҙер әле. Белеп ҡалһалар, башынан һыйпамаясаҡтар, әлбиттә. Бүренән ҡурҡҡан урманға йөрөмәй. Бындай мөмкинлек ҡасан сыға әле тағы. Форсаттан файҙаланып ҡалырға кәрәк. Әсәһенән аҡса алыр ҙа, һиҙҙермәй генә кире урынына һалып ҡуйыр. Ата-әсәһе иҫенә төшкәс, яманһыуланы. Ни үҙҙәре, ни хәбәрҙәре юҡ. Ҡасан ҡайтырҙар икән?
Өйҙә аҡсаны ҡайҙа һаҡлағандарын белә Динис. Мөбәрәк ағайҙар йоҡлап йөрөгән бүлмәлә ҙур карауат бар, уның янында тумбочка тора. Шунда. Мөбәрәк ағай ҙа, Вәсилә апай ҙа, Дилбәр ҙә — өсөһө лә аҡсаны шунан ала. Ялға ҡайтҡан һайын, Өфөгә китер алдынан, Әкрәм дә шул бүлмәгә инеп сыға. Ә Динистең әсәһе аҡсаны йәшереп тота, уға ла, апаһына ла, атаһына ла үҙе белеп, әҙләп кенә бирә. Бында иһә аҡса таптырып, бер-береһенең маҙаһына теймәйҙәр. Дөрөҫ, Вәсилә апай ваҡыт-ваҡыт күпме аҡса кергәнен, күпме тотонғандарын ҡалын бер дәфтәргә теркәп бара. Ул дәфтәр ҙә тумбочкала. Динистең башына ҡыҙыҡ ҡына бер уй килде. Фәлән тәңкә аҡсағыҙҙы алдым, тип яҙып ҡуйһам, ни эшләрҙәр ине икән? Юҡ инде, яҙып тормаҫ, былай ғына алыр. Уңайлы мәле генә сыҡһын!
Көтөп йөрөй торғас, уңайлы мәле лә сыҡты. Мөбәрәк ағай менән Вәсилә апай, ғәҙәттәгесә, баҙарҙа ине. Өйҙәге эштәрен бөтөргәс, Дилбәр универмагҡа йыйынды. Нимә алырға йыйынғанын йәшерҙе.
— Ҡайтҡас күрерһең, — тине.
Дилбәр йоҡо бүлмәһенә инеп сыҡты. «Әһә, был аҡса алды», — тип уйлап ҡуйҙы Динис. Ҡыҙ артынан ишек ябылыу менән, бүлмәгә атылды. Йөҙлөктәрҙе, биш йөҙлөктәрҙе, меңлектәрҙе күреп, күҙҙәре янып китте. Ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сыҡҡайны: «Ниһәйәт, аҡсалы булды! Хәҙер — юлға!»
Дилбәр универмагтан урап ҡайтҡанда, Динис юлда ине инде. Ҡала яны поезы булғанлыҡтан, электричка аҙым һайын туҡтай. Берәүҙәр инә, икенселәре төшөп ҡала. Ҡаршылағы эскәмйәлә барған ҡатындар сығып киткәс, уларҙың урынын ике үҫмер алды. Береһе бейсболкаһының козырегын артҡа әйләндереп кейгән, икенсеһе — яланбаш, сәсе еткән, елкәһенә төшөп тора.
— Ныҡ әрләнеләрме?
— Борис Федорович1 менән тағы ла шаярһаң, колонияға
ебәрәбеҙ, тинеләр.
— Мине лә маҡтаманылар. — Етеү сәсле үҫмер кет-кет көлдө.
— Ошоно уҡырға ҡуштылар. — Бейсболкалы үҫмер ҡуйынынан брошюра сығарҙы. Етеү сәсле үҫмер иптәше биргән брошюраның биттәрен асҡылап ҡараны ла эскәмйәгә ташланы:
-------
1Токсикомандар ҡулланған «БФ» елеме.
— Ерунда!
Уларҙың үҙ-ара һөйләшкәненән Динис шуны аңланы: токсикомандар. Ниндәйҙер комиссияға саҡыртып бешкәндәр. Шунан ҡайтып килештәре.
Тиҙҙән тегеләр вагондан сыҡты. Брошюраларын әллә онотоп ҡалдырҙылар, әллә алырға теләмәнеләр, эскәмйәлә ятып ҡалды. Динис ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы, брошюраға үрелде: «Нимә уҡырға ҡуштылар икән быларға?» Ҡулға алған нәмәһе тәмәке тартыу, эскелек, токсикомания, наркоманияның зыяны тураһында мәктәп уҡыусылары өсөн сығарылған әсбап ине. «Ҡарайыҡ әле, ни яҙған булдылар икән?» Динис иренеп кенә брошюраны аҡтарырға тотондо.
«…Наркотик йәки теләһә ниндәй башҡа ағыулы матдә һатып алып ҡулланыр алдынан уйла: ул һиңә ниңә кәрәк? Өҫтәмә проблемаларҙан тыш, бер нәмәгә лә эйә булмаясаҡһың».
«Ә ләззәт? — тип уйланы Динис. — Юрамал кеше башын ҡатыралар, үҙҙәренә етмәгән аҡылды өйрәтәләр». Ул брошюраны урынына һалғас, кире алды. Йәнә биттәрен аҡтарырға кереште: ваҡыт үткәрергә ярар. Кемдер әсбапты бик ентекләп уҡыған, ҡайһы бер һөйләмдәрҙең аҫтына ҡыҙыл ҡәләм менән һыҙып сыҡҡандар. Ана шул өҙөктәргә иғтибар итте Динис.
«…Бер тапҡыр наркотик тәмләп ҡарағандан һуң тағы ла ҡулланырға теләйһең икән, бел, һин үҙеңдең ваҡытынан алда киләсәк үлемеңдең юл башында тораһың. Әммә үлемең килгәнсе һин шундай ғазаптарға һәм яфаларға дусар буласаҡһың, һин уны иң яуыз дошманыңа ла теләмәйәсәкһең».
«…Наркоман ғазаплы үлем менән үҙен генә түгел, шулай уҡ туғандарын һәм яҡындарын да үлтерә, ғаиләһенә бәлә һәм хәсрәт, ҡайғы һәм үлем килтерә».
«…Үҫмерҙәрҙең ҡурҡыу тойғоһо булмай. Улар, башҡаларға килгән бәлә мине ситләтеп үтәсәк, тип уйлай».
«…Наркотик тыуҙырған ләззәт бер нисә минутҡа һуҙыла, ә битарафлыҡ, күңел төшөнкөлөгө, бәлйерәгәнлек, йоҡомһорау һәм һаташыу ғүмер буйы дауам итә».
«…Наркотиктар ҡуллана башлап, һин азатлыҡтан файҙаланам икән, тип уйлама. Киреһенсә, һин уны юғалтаһың, үҙеңде ҡолға әйләндерәһең».
«…Һин наркомания тәүге уколдан башлана тип уйлайһыңмы? Юҡ! Наркомания тәүге тартҡан сигареттан башлана».
«…Наркотиктың беренсе дозаһын ҡулланғанда ҡурҡыу сиге юҡҡа сыға, наркотик ҡулланған кеше бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ һәм булмаясаҡ, тип уйлай».
— Ерунда!
Динис үҫмерҙәрҙең һүҙен ҡабатланы. Ана, үҙҙәре, күптәр: «Тормошта барыһын да татып ҡарарға кәрәк», «Бер генә тапҡырҙан бер нәмә лә булмаҫ әле», «Мин көслө, үҙемде ҡулда тотасаҡмын», «Мин башҡаларҙан кәмме ни?» — тигән фекерҙә, тип яҙған бит брошюраға. Уның фекере уларҙыҡынан айырылмай.
Электричка станцияға етеп килә ине. Динис тамбурға сығып баҫты. Алданыраҡ төшкәнең хәйерле. Артта ҡалһаң, туҡталышҡа барып еткәнсе, һиңә кәрәкле автобус йә китеп бара, йә тулы була, ишегенән инермен тимә.
Көн эҫе булғанлыҡтан, салонда бөркөү ине. Өҫтәүенә, кеше күп. Ултырыу түгел, баҫып барырлыҡ та урын юҡ. Бер-береһенең өҫтөнә менеп киләләр. Кеҫә ҡараҡтары ошондай мәлде генә көтөп йөрөй. Динис юл буйы һул ҡулын салбар кеҫәһенән сығарманы, аҡсаһын һаҡланы. Шөкөр, төбәп килгән еренә имен-аман аяҡ баҫты.
Автобустан төшөп, таныш киоск янына еткәс, туҡтап, йәһәт кенә тирә-яҡҡа күҙ йүгертте. Үҙен алдаған теге һары сәсле егет күренмәйме? Бында булһа, күҙенә салынмауың хәйерле. Барыһы ла элек килгәндәге һымаҡ. Бер йорт алдында ғына өс ир-ат күренә. «Жигули» автомобиленең капотын асып ҡуйғандар ҙа, ваҡыт-ваҡыт эйелеп, ни-ҙер эшләйҙәр. Күмәкләшеп йүнәтәләрҙер, күрәһең. Үҙенә кәрәкле йорт янында шик тыуҙырырлыҡ нәмә тойолманы. Тәҙрәһе яртылаш асыҡ. Тимәк, хужалар өйҙә.
Елкенеп урам аша сыҡты. Тәҙрәгә ҡарап, туп-тура атланы. Ҡыйыу ғына бара торғас, күңелен ҡырҡыу баҫты. Шул арала дыуамалланып юлға сыҡҡаны өсөн үкенеп тә өлгөрҙө. Теҙ быуындары йомшарҙы, барып еткәнсе йығылмаһам ярар ине, тип ҡурҡты. Туҙан ултырған быяланы ҡағыуға, тәҙрәлә күренгән ҡатынға йомошон әйтә алмай аҙапланды.
— Абдрахман, — тине, телен саҡ әйләндереп.
— Аҡса! — тине ҡатын ҡырыҫ ҡына.
Ҡатын биргән нәмәне кеҫәһенә тығып ике-өс аҙым атларға өлгөрмәне, кемдәрҙер өҫтөнә ташланды. Ергә йөҙ түбән һуҙып һалып, ҡулдарын шаҡарып, бығау кейҙерҙеләр. Аяғына баҫтырып, осаһына типтеләр. Саҡ йығылып китмәне, тотоп ҡалдылар.
— Атла!
Шунда ғына Динис үҙенең менттар ҡулына эләгеүен аңланы. Машина йүнәткән булып, аңдып торғандар. Хәйләкәрҙәр! Ғәрлегенән ни эшләргә лә белмәне, ситкә тартылып ҡараны. Ҡасып ҡотола алыр, бәлки? Ҡайҙа ул! Шунда уҡ елкәһенә йоҙроҡ менән тондорҙолар. Кү-ҙенән йәштәр атылып сыҡты. Һөртөр ине, ҡулдары шаҡарыулы. Мыш-мыш танауын тартты. Машина эргәһенә баҫтырып, тентенеләр, ҡапшамаған ерен ҡалдырманылар. Пүнәтәйҙәр алдында протокол төҙөнөләр. Динис капот өҫтөндә ятҡан героинды күрмәҫ өсөн башын ситкә борҙо.
9