Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Февраль 2024, 04:29

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (11)

Үлтергәндәр!.. Күкрәгенә бысаҡ ҡаҙағандар! Ана, ситтәрәк бысағы ла ята.

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (11)Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (11)
Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (11)

Закир ӘҠБӘРОВ

Повесть

Сөңгөлдөң сиге юҡ

 
11
 
Әғләм тамағы кибеп, башы ауыртып уянды. Уянды ла ҡайҙа ятҡанын самаларға тырышты. Иркен йоҡо бүлмәһе, ҙур карауат. Ул кейемен дә сисмәйенсә шул карауатта арҡыры ята. Янында кес кенә бала карауаты…. Буш… Егеттең аңы яйлап асыла башланы. Кисәге ваҡиғалар өҙөк-өҙөк кенә күҙ алдынан йүгереп үттеләр. Балаһы тыуыу тураһында хәбәр… Ресторан… Көндәше компанияһы… Ҡотлауҙар… Бер-бер артлы күтәрелгән бокалдар… Ҡараңғылыҡ….
Тимәк, ул Фердинанд йортонда, Әлиә түшәгендә йоҡлаған. Был тиклем итеп уның бер ваҡытта ла эскәне юҡ ине әле. Бар яратыуын, һағыныуын, үкенеүен, кәмһенеүен шулай хәмер менән йыуып төшөрөргә уйланымы икән ни һуң?.. Тормош сөңгөлөнөң бер ҡулсаһы ошо буламы?
Туҡта, ә хужа ҡайҙа? Уны күрмәҫ, мәғәнәһеҙ йөҙөнә ҡарамаҫ өсөн шым ғына сығып китергә уйлаған ине ул. Йәнәһе лә, инглиздәрсә. Ул өҫкө ҡаттан аҫҡа төштө. Ҙур өҫтәл арты һуғыш яланын хәтерләтә ине. Хужа өҫтәл аҫтына йығылып төшөп йоҡлаған. “Малай йыуыусы” ирҙәрҙең шулай йоҡлаған осраҡтары ла булғылай, күрәһең. Әғләм сығып китергә ҡыйманы. Хет уятып, диванға ятҡырып  китергә кәрәк. Ул эйелде, ирҙең күкрәгенә ҡағылғандай итте, ҡулы еүешкә сыланды. Ниҙер һиҙеп, егет ҡулын тартып алды, уныһы ҡанға мансылған булып сыҡты. Башта иғтибар итмәгән икән, өҫтәл аҫтынан һарҡып ҡан сығып ятҡан. Күҙ алдары ҡараңғыланып, башы “жыу” итеп китте. Үлтергәндәр!.. Күкрәгенә бысаҡ ҡаҙағандар! Ана, ситтәрәк бысағы ла ята. Бандиттар бысағы түгел, ғәҙәти ашхана бысағы. Ҡанға буялған…
Үлтергәндәр?! Туҡта, бәлки, үлмәгәндер? Яраланғандыр? “Ашығыс ярҙам” менән полицияға хәбәр итергә! Ә полиция был енәйәтте уға япһа? Өйҙә унан башҡа кеше лә юҡ бит. Теге адвокаты ла ҡайҙалыр киткән. Барыбер шылтыратырға кәрәк! 
“Ашығыс ярҙам” менән полиция хеҙмәткәрҙәре бер юлы тиерлек килеп еттеләр. Табиптар шунда уҡ ирҙең үлтерелгәнлеген раҫланы. Бысаҡты үлтереүсе бик оҫта, туп-тура ирҙең йөрәгенә сәнскән.
– Явная бытовуха, – тине полиция майоры битараф ҡына тауыш менән. Күрәһең, бының ише енәйәттәргә күнегеп бөткәндер. – Ә һин, гражданин, ентекләп һөйлә, нисек таныштығыҙ, нисек “дуҫлаштығыҙ”, нисек бысаҡҡа-бысаҡ килдегеҙ… тәк-тәк… – Ул мәйеттең кеҫәһенән алынған паспортты ентекләп ҡарап сыҡты.  – Үлтерелгән гражданин Басиров Фердинанд Талип улы, 1993 йылғы, Басирова Әлиә Ғәббәс ҡыҙы менән никахта… Йә, һин документтарыңды күрһәт…
– Документтарым үҙем менән түгел, ип… гражданин майор.
– Быныһы насар. Улайһа, һөйлә, документтарыңды таптырырбыҙ…
– Әғләмдең майорға үҙе тураһында мәғлүмәт еткереүҙән башҡа сара ҡалманы.
– Бәхтиев Әғләм Мәһәҙи улы, 1997 йылда Гөрләһен районының Итәк ауылында тыуғанмын, урта мәктәпте тамамлағандан һуң бер йыл армия сафтарында хеҙмәт иттем, аграр университеттың мехфагын тамамланым, Байтирәк районының Уҫаҡлы ауылында инженер булып эшләнем… өс ай, әлеге көндә “Вечный двигатель”  автосервисында эшләйем. Өйләнмәгәнмен, балам… юҡ.
– Ярар, етеп торор биографияң. Үлтерелгән әҙәм менән ҡасан һәм ҡайҙа таныштығыҙ?
– Кисә, “Юпитер” ресторанында.
– Был өйгә нисек килеп сыҡтығыҙ?
Майор иптәше өлкән лейтенант яғына боролдо.
–  Ясно. Случайное знакомство, пьяная драка, поножовщина, бытовуха… Похоже мы с тобой по горячим следам раскрыли преступление, старлей.
– А это чем пахнет, майор? Не премией ли?
Майор Әғләм яғына боролдо.
– Киттек, гражданин Бәхтиев, полиция бүлегенә.
– Басировты үлтереүҙә һеҙ мине ғәйепләйһегеҙме ни? Мине ҡулға алыуығыҙ ошо буламы?
– Ҡулға алыу түгел, задержание, –  тине майор ҡоро ғына.
Өлкән лейтенанты:
– На 48 часов, – тип тә өҫтәне. – Пока в качестве подозреваемого…
– Белгән доғаларыңды уҡый-уҡый бар, Бәхтиев, бысаҡтағы бармаҡ эҙҙәре һинеке була күрмәһен…
Әғләмде “маймыл бүлмәһенә” килтереп яптылар.

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас