9
Аңлап бөтмәй Дилбәр Динисте. Ҡыҙҙарҙыҡы менән бер холҡо: бер ҡарағанда, йөҙөнән нур китмәй, өҙлөкһөҙ шаяра-көлә, мәғәнәһеҙ көләмәстәрен һөйләргә тотонһа, туҡтатып алырмын тимә, икенсе ҡарағанда, башына хәсрәт төшкән әҙәмдәй, көндәр буйы һөмһөрө ҡойолоп йөрөй. Бындай сағында һүҙ ҡушмауың яҡшыраҡ, ишетмәгәнеңде ишетерһең. Эшкә барымы юҡ. Быныһы аңлашыла, ҡалала тыуып үҫкәндәрҙең күбеһе шундай: эш ҡуша башлаһаң, сәстәре үрә тора. Дилбәрҙе йәнә шуныһы аптырата: сыға ла юғала Динис. Урамда йөрөүҙең ни йәмен табалыр? Ҡалалағы ғәҙәтен ҡыуа, унда эш юҡ, көндө нисек тә үткәрергә кәрәк тә баһа.
Төртөнөп тағы ҡайҙа сығып олаҡҡандыр, универмагтан ҡайтыуын да көтмәгән. Йөрөй бирһен дә, асыҡҡас, ҡайтыр әле. Дилбәр әхирәте Нурзилә алдында үҙен ғәйепле тоя. Әллә нимәһенә килешә алманылар. Ҡыҙҙы ымһындырып, Динис бер мәртәбә оҙатты ла эҙен һыуытты. Етмәһә, һуңғы арала Нурзиләһенә әллә нимә булды, турһайып йөрөй. Һирәк килә. Элек гел Динис эргәһендә уралған ҡыҙ хәҙер уның күҙенә салынмаҫҡа тырыша. Һораштырып та ҡараны, ни булғанын йәшерә. Әхирәтенең хәленә инеп, Дилбәр ситләтеп тә аңғартып ҡараны, туранан-тура әйтеп тә ҡараны, әммә Динис һүҙҙе ғәҙәттәгесә уйын-көлкөгә һабыштырҙы ла ҡуйҙы, ашҡынып торғанын һиҙҙермәне.
Динис төш ауышҡас та, ҡараңғы төшкәс тә ҡайтманы. Ни уйларға ла, ҡайҙан эҙләргә лә белмәнеләр. Мөбәрәк ағай үҙәккә барып әйләнергә кәңәш итте. Шунда буталып йөрөмәйме икән? Дилбәр менән Нурзиләгә Раян да эйәрҙе. Нурзилә, Динистең юғалыуын ишеткәс, үпкәһен онотоп, күҙ йәштәренә төйөлөп килеп еткәйне. Динисте белгән бер кешенән һораштылар. Береһенең дә күҙенә салынмаған. Аптырап, төнгө барға, хатта ояла-ояла казиноға инеп сыҡтылар. Бер ерҙә лә юҡ ине.
Динистең тикмәгә сығып юғалмауын һиҙенгән Вәсилә апай өтәләнеп йоҡо бүлмәһенә инеп китте.
— Дилбәр, бөгөн һин күпме аҡса тотондоң? — тип һораны ҡыҙынан. Шиге раҫҡа сыҡты, Дилбәр алғанын иҫәпләмәгәндә лә, байтаҡ аҡса етмәй ине.
— Себергә ҡайтып киттеме икән ни? — Мөбәрәк ағай үҙ алдына һөйләнде. — Поезға ултырғанмы, самолет менән осҡанмы?
Быныһын иртәгә асыҡларға булдылар. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума тигәндәй, Мөбәрәк ағай Динистең бөгөн генә ҡайтып етмәҫен белһә лә, үҙен тынысландырыу өсөн Себергә шылтыратты. Телефондары яуап бирмәне.
— Һин ҡайтып киткәндер тиһең дә ул, әйберҙәрен алмаған бит. — Вәсилә апай Динистең сумкаһын аҡтарырға тотондо. — Паспорты ла бында. Паспортһыҙ поезға ла, самолетҡа ла билет бирмәйҙәр. Үҙең беләһең…
Мөбәрәк ағай йәнә телефонға йәбеште. Һуғышып тотолһа, милиция бүлегенә килтерерҙәр ине, унда юҡ. Дауаханаға ла һалмағандар. Ҡайҙа йөрөүе ихтимал? Берәй бәләгә тарымаһа ярай ҙа. Аяҡлы ҡаза! Таңғаса ҡайтып инмәһә, юғалыуы тураһында милицияға хәбәр итеүҙән башҡа юл ҡалмай. Өсөһөнөң дә күңелендә, бына-бына ишекте асып, ғәйепле төҫ менән килеп инер тигән өмөт һүнмәгәйне әле.
Милицияға барырға өлгөрмәнеләр, иртүк телефон шылтыраны. Трубканы Мөбәрәк ағай алды.
— Әллә Динисме?..
Мөбәрәк ағай, ҡатынына ымлап, көтөп торорға ҡушты. Әсәле-ҡыҙлы уның һөйләшеп бөткәнен сабыр ғына көттөләр.
— Наркотик менән тотолған, — тине Мөбәрәк ағай, трубканы асыу менән урынына һалғас. — Ябып ҡуйғандар.
— Ябып ҡуйғандар тисе… Ниңә? — Вәсилә апай иренә ҡарап ҡатты.
— Наркотик менән тотолған! — Мөбәрәк ағай ҡатынының Динис менән ни булғанын әле булһа аңлап етмәгәненә йәне көйҙө. — Өфөлә.
— Ул Өфөгә ни эшләп барып сыҡты икән? Берәйһенә эйәреп кенә китмәһә?..
— Уныһын үҙенән белешерһең.
Вәсилә апай диванға сүгәләне.
— Ата-әсәһенә ни тип яуап бирербеҙ инде? — Уның күҙҙәренә йәш эркелде. — Битәрләрҙәр инде. Күҙ-ҡолаҡ була алманығыҙ тип.
— Илашып ултырыуҙан фәтүә сыҡмаҫ. — Мөбәрәк ағай урынынан ҡуҙғалды. — Мин Өфөгә барып әйләнәм. Һис юғы ни булғанын асыҡлармын.
* * *
— Килдегеҙме, атай кеше, — тип ҡаршыланы Мөбәрәк ағайҙы тәфтишсе, уның ниндәй йомош менән йөрөүен белешкәс.
— Ғәфү итегеҙ, мин уның атаһы түгелмен.
— Нимә, үгәй улығыҙмы әллә?
Яңылыш юлға баҫыусы үҫмерҙәр, нигеҙҙә, тулы булмаған ғаиләнән сыға. Тәфтишсенең ниңә бындай һорау биреүен Мөбәрәк ағай аңламаны. Юҡ-барҙы һораша тип асыуы килһә лә, телен тешләне. Бындай урында ауыҙҙы самалабыраҡ асыу фарыз.
— Бажаның улы.
— Ата-әсәһе ҡайҙа?
— Америкаға ҡыҙҙары янына киткәйнеләр. Һаман ҡайтып етмәйҙәр.
— Аңлашыла… — Тәфтишсе ҡабаланмай ғына күҙлеген таҙартып яңынан кейҙе. Әйтерһең дә, әлеге мәлдә уның өсөн ошонан да мөһимерәк эш юҡ ине. — Ата-әсәһе сит илдә күңел аса, ә малайҙары аҙып-туҙып йөрөй. Беҙгә эш арттырып…
— Мөмкин булһа, аңлатып һөйләгеҙ әле. Ултыртып ҡуйырлыҡ ниндәй эш ҡылған һуң ул? — тип һорарға баҙнатсылыҡ итте Мөбәрәк ағай. — Ҡарап тороуға малай ғына бит әле.
— Әйтеп торам да баһа: кеҫәһенән наркотик тапҡандар. Ышанмаһағыҙ, бына протокол менән танышығыҙ. — Тәфтишсе ҡағыҙ һуҙҙы. — Бының өсөн закон менән яза ҡаралған: штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу.
Мөбәрәк ағайҙың башы түбән эйелгәндән-эйелде. Кеше балаһы өсөн ҡыҙарып ултыр инде бына олоғайған көнөңдә.
— Әйтегеҙ әле, шунсама аҡсаны ҡайҙан алған һуң ул? Наркотиктар бик ҡиммәт тора бит.
— Өйҙән беҙҙең аҡсаны урлаған. — Йәшереп тороуҙың мәғәнәһен тапманы Мөбәрәк ағай, барыһын да һөйләп бирҙе.
— Аңлашыла.
Күңеле тартмаһа ла, Мөбәрәк ағай штраф түләргә ризалашты. Башта асыуынан әллә каталажкала тотоп тәүбәһен әйттерергәме икән был малай аҡтығының, тип ҡырсынғайны ла, аҙаҡ һүрелә төштө. Йә әллә нимә эшләтеп ҡуйырҙар. Бик аҫтында кемдәрҙе тотҡандарын ҡайҙан белеп бөтәһең. Милицияға ла өмөт юҡ, кеше туҡмауҙан да тартынмайҙар. Һуңынан ата-әсәһе алдында ла яуап тоторға тура килер. Унан Вәсилә лә өҙмәҫ тә ҡуймаҫ, ниңә үҙең менән алып ҡайтманың тип, теңкәһенә тейер. Кәзәнең — маллығы, бажаның — туғанлығы, тип өҫтәп ҡуйырға ла онотмаҫ.
Тәүлеккә яҡын ваҡыт үтһә лә, Динистең ҡурҡыуы үтмәгәйне, ирендәре ҡалтырай, күҙҙәрен сылт-сылт йома. Мөбәрәк ағайҙы күргәс, иланы ла ебәрҙе.
— Яңылыштым… ғәфү итегеҙ… — тине, һүҙҙәрен йота-йота. — Атайым менән әсәйемә әйтә күрмәгеҙ, белеп ҡалһалар, үлтерерҙәр…
«Үҙенең ни ҡылғанын һаман төшөнөп етмәгән икән әле», — тип баш сайҡаны Мөбәрәк ағай. Үҙе өгөт бирергә лә өлгөрҙө:
— Шуны онотма, яҙмыш фалы — йәшлектә. Бәхетле киләсәгеңә йәки батаһы һаҙлыҡҡа юл үҫмер саҡтан башлана. Шуға йүнле юлдан йөрөргә тырыш. Яңылышыуың һуңғыһы булһын!
2005