Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Февраль 2024, 04:16

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (12)

Ебәртәм мин ул ҡәбәхәтте оҙаҡ срокка, мәңге ҡайта алмаҫлыҡ итеп ебәртәм! Әйҙә һөйәктәре шунда сереһен…

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (12)Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (12)
Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (12)

Закир ӘҠБӘРОВ

Повесть

Сөңгөлдөң сиге юҡ

 
12
 

Майор Сәлиховты полковник Яхин саҡырҙы. Идара башлығының йөҙө ҡараңғы ине.
– Резонансное преступление. Үлтерелгәндең кем икәнен асыҡлынығыҙмы, майор?
– Уныһы билдәле, иптәш полковник. Фердинанд Басиров, 29 йәштә, адвокат…
– Адвокатлығына төкөрәйем мин. Атаһы кем икәнен белдегеҙме?
– Талип Басиров, ҙур компанияның генераль директоры.
Полковник түшәмгә уң ҡулының баш бармағын төбәне.
– Вот именно! Генеральный директор известной компании! Әле миңә яңы ғына генерал шылтыратты. “На раскрытие – все силы!” тине.
Ике-өс көн эсендә уголовный розыск хеҙмәткәрҙәре Әғләмдең бар биографияһын соҡоп сығарҙылар, бәйләнештәрен барланылар. Берәүҙәре Гөрләһен районының Итәк ауылына барып килде. Икенселәре Байтирәк районы Уҫаҡлы ауылындағы хеҙмәттәштәре менән осрашты.
Хужалыҡ етәксеһе Дәрзаманов егеткә асыулы ине. Ләкин башына тай типмәгән бит. Уның тырышып эшләүен, хужалыҡ хеҙмәтсәндәре менән эшлекле мөнәсәбәтен күрҙе. Ҡыҙына моронон һуҙмаһа эшләр ҙә эшләр ине әле. Полиция хеҙмәткәренең “Бындай енәйәткә барырға һәләтлеме?” тигән һорауына, “Юҡ” тип яуап бирҙе.
– Кейәүегеҙҙе үлтергәндәр, ә һеҙ енәйәтсене табырға ярҙамлашырға теләмәйһегеҙ, ахырыһы, иптәш Дәрзаманов?
– Минең эшем – икмәк үҫтереү, иптәш полицейский, һеҙҙеке – енәйәт асыу.
– Хатта енәйәт сәбәбе ярылып ятһа ла? Подозреваемый ҡулға алынһаламы? Һеҙҙең арала конфликт булғанын беләбеҙ. Ҡыҙығыҙ менән…
– Минең ҡыҙға ҡағылмауығыҙҙы үтенәм, иптәш полицейский. Был хәтәр енәйәттән зыян күреүсе ул. Ул – ирһеҙ, яңы тыуған бала атайһыҙ ҡалды.
Эйе, атай кешегә ҡыҙы йәл ине. Тик кейәүенең рәтһеҙ-сиратһыҙ йәшәүе, криминал менән бәйләнеп китеүе лә билдәле. Полиция хеҙмәткәрҙәрен аңлай ул. Етәкселәре өҫтәренән төшмәй. Тиҙерәк енәйәтсене фашларға ла эште судҡа тапшырырға. Унан инде ҙур түрә улын үлтереүсене иң ҡаты язаға тарттырырға…
Кейәүе үлтерелгәндең тәүге көнөндә үк ҡоҙаһы менән осрашты. Бик ҡаты һөйләшеү булды.
– Улымдың һәләк булыуында һинең ҡыҙың ғына ғәйепле, Дәрзаманов әфәнде, – тине Басиров ҡаршы өндәшергә һүҙ ҙә ҡалдырмайынса.
Дәрзамановтың мейеһе шаулап китте.
– Нимә, байлыҡ үҙенә ҡалһын өсөн үлтереүсене ул яллаған, тип әйтергә теләйһеңме?
– Минең малай байлығын өйләнгәнсе туплаған. Тегеләй ҙә, былай ҙа һинең ҡыҙыңа шиш!
– Инде бүлешә башланыҡмы? Минең ҡыҙҙың хәрәм байлыҡҡа ҡалған көнө юҡ!
– Ике ҡуяндың ҡойроғон тотоп маташмаһа, был фажиғә булмаҫ та ине. Имеш, инженерың менән дә типтергән, минең улды ла ситкә типмәгән. Тегеһе төндә баҫып кереп минең улымдың йәнен ҡыйған. Ә уйнашсы ҡыҙың был ваҡытта, үҙенә алиби тәьмин итеп, атаһы йортонда ятҡан. Ебәртәм мин ул ҡәбәхәтте оҙаҡ срокка, мәңге ҡайта алмаҫлыҡ итеп ебәртәм! Әйҙә һөйәктәре шунда сереһен…
“Уйнашсы ҡыҙ”... Дәрзамановтың үлтереп сәменә тейгән һүҙ ошо булды. Имеш, кейәүгә бары Басировтың байлығына ҡыҙығып сыҡҡан. Ике һүҙҙең берендә өйләндерәбеҙ тип йөрөүсе ул булманымы ни? Ғәрлек!
– Үлгәндәр тураһында насар һөйләү ғәйеп эш, әммә Фердинандтың тәртибенә иғтибар итһәң, атайҙарса кәңәш бирһәң, бәлки, был фажиғә булмаҫ та ине.
Хәҙер инде ҡоҙалар ҙа түгел, бер-береһенә күнегелгән исемдәре менән дә өндәшмәнеләр, “Дәрзаманов әфәнде”, “Басиров әфәнде”... Был уларҙың аралары тамам өҙөлөү ине.
Мәрхүмде Байтирәктә ерләнеләр. Унда Ғәббәс Зарифович Әлиә менән барҙы. Өләсәй кеше өйҙә ейәне менән ҡалды. Зыяратта элекке дуҫтар бер-береһенә баш ҡына ҡағышҡандай иттеләр ҙә бер ни һөйләшмәнеләр…
Ғәббәс Зарифовичтың Әғләмгә асыуы бөтмәгән ине әле. Тик дөрөҫлөккә ҡарай белергә кәрәк бит. Матур егет, ҡулынан эш килә. Ярата белә. Уның ҡыҙын ярта белә. Ярата белгәндәр – улар ышаныслы ирҙәр. Һәр хәлдә, кеше үлтереүгә бара торған егет түгел. Дәрзаманов быға ышанмай. Тик майор Сәлихов бит бер генә фараз тирәһендә сыуала. Имеш, енәйәтсенең мотивы асыҡ – көнләшеү. Бөтә факттар өйрәнелгән, дәлилдәр асыҡланған. Шаһиттарҙан һорауҙар алынған, протоколдарға ҡулдар ҡуйылған. Бер генә нәмә етмәй – енәйәтсенең үҙ ғәйебен таныуы. Ә үлтереү ҡоралы – бысаҡҡа килгәндә инде, эксперт, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда шикленең бармаҡ эҙҙәрен таба алманы. Өҫтәлдә, бокалда ярылып ята, бысаҡта – юҡ.
– Бысаҡтың һабын ентекләп һөрткәндер, – тип ныҡышып ҡараны Сәлихов аптырағас.
– Үлтергән дә һөрткән, башҡа кешенең ҡулына тотторғанмы? – тине эксперт, мыҫҡыллы йылмайып. – Эҙҙәр бар, тик уларҙың өлгөләре беҙҙең картотекала юҡ. Эҙләгеҙ, иптәш майор, эҙләгеҙ…
Ә Әғләм ултыра ла ултыра. Камерала улар дүртәүҙәр. Башта берәүһе уға бәйләнеп маташҡайны, егеттең дзюдо секцияһында алған оҫталығы тегенең дәртен тиҙ һыуытты. Хәйер, ысынлап бәйләнмәгәндер ҙә, сөнки һуңғы көндәрҙә уның серҙәше булырға самалай.
– Мин “Ҡомаҡ” булам, – тине ул, әлеге хәлдән һуң ныҡлап танышырға иҫәп тотоп. Кликухам шундай, фамилиям Крысанов булғас, атамам ниндәй булһын инде.
– Улай булғас, мин “Бесәй” буламмы инде? – тине Әғләм шаяртып.
– Серьезно что ли?
– Юҡ, әле атамаға уҡ лайыҡ булғаным юҡ.
– Беренсегә ултыраһыңмы? Ни өсөн?
– Кеше үлтереүҙә ғәйепләргә маташалар.
– Оһо! Серьезная статья! Зонала һинең абруйың буласаҡ…
– Ә мин ғәйепле түгел.
– Ул әкиәтеңде, брат, миңә һөйләмә. Следственный изоляторҙа ятҡандар барыһы ла “ғәйепһеҙҙәр”. Тик үҙ-ара алдашып маташмайыҡ инде. Мин өс тапҡыр ултырып сыҡтым. Уғрымын. Быныһы дүртенсеһе. Йә, һөйләһәң, һөйлә…
Әғләм һөйләмәне. Етди енәйәттә ғәйепләнеү­селәр янына бына шундай шымсылар ултыртып ҡуйыуҙары тураһында ишеткәне бар ине.
Уның төндәре йоҡоһоҙ тиерлек үтә. Нисек был хәлгә төштө һуң ул? Тормошо сөңгөлдөң ҡайһы ҡулсаһына эләкте? Һөнәре буйынса ең һыҙғанып эшләргә, тулы ҡанлы тормошта йәшәргә бөтөн мөмкинлектәре бар ине. Бар бәләләр башы Әлиәләме икән ни? Дәрзамановтарҙың тыныс ҡына, планлы ғына аҡҡан тормошона ҡыҫылмаған булһа? “Аяҡ аҫтында буталып йөрөмәһә”? Хәйер, ҡыҫылыуы ла инде… Бары Әлиәне яратты ғына. Әле лә ярата. Бер генә тапҡыр күреп һөйләшә алһа, йәһәннәмгә китмәйҙәрме уны төрмәгә ябып тотҡан, оҙаҡ йылдарға ҡаты режимлы колонияға оҙатырға ынтылыусылар. Бәлки, сираттағы һорау алыуҙа мин үлтерҙем тип әйтергә лә ҡуйырғалыр? Уны упҡынға һөйрәп алып барған көскә ҡаршы килмәй, башы менән сөңгөлдөң төбөнә сумырғалыр? Зонала ла кеше йәшәй… Ғәйепһеҙгә ултырғандар ҙа байтаҡтыр. Фердинандты ысынлап ул үлтергән булһа? Бер ни иҫләмәй йоҡлай ине бит…
Сираттағы һорау алыуҙа Сәлихов башлап бер ни өндәшмәй, егеткә оҙаҡ ҡына текләп ултырҙы. Әле һаман да шикләнеүсе генә, ғәйепләнеүсе түгел. Йомшаҡ ҡына итеп әңгәмә башланы. Ә бит екергән, хатта янаған саҡтары ла булды.
– Йә, Бәхтиев, уйланыңмы инде?
– Нимә хаҡында, гражданин майор?
– Әлеге хәлең, киләсәк яҙмышың тураһында.
– Уйламаным.
– Ни өсөн?
– Өҫтә уйлаусылар булғанда, беҙгә ни ҡала?
– Шаяртырға маташаһыңмы, Бәхтиев? Хәлең шаяртырлыҡ түгел. Үлтерелгәндең ҡатыны менән интим бәйләнештә булдығыҙмы?
– Беҙ бер-беребеҙҙе яраттыҡ. Әле лә яратам!
– Ярай, ул терминдарҙы ҡалдырып торайыҡ. Ул кейәүгә сыҡмай, Фердинанд Басировҡа сыҡтымы? Сыҡты. Һеҙ көндәшегеҙгә үс тотоп йөрөнөгөҙмө? Йөрөнөгөҙ. Ресторанда осрашыуығыҙ осраҡлы булдымы? Юҡ, һеҙ уны йыл буйы уйлап йөрөнөгөҙ. Фердинанд Басировҡа эйәреп, йәнәһе лә, улы тыуыуын отмечать итергә йортона барҙығыҙмы? Барҙығыҙ.
– Эйәреп барыуым үс алырға түгел, тикшереүсе әфәнде, һөйгәнемде күреп, улы… улым тыуыу менән генә ҡотларға ине ниәтем. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылына ҡайтып киткән ине.
– Уныһы неважно, юриспруденцияла “яратыу”, “мөхәббәт” тигән терминдар юҡ. Короче, барҙығыҙ. Лаяҡыл булғансы эстегеҙме? Эстегеҙ. Һуғышып киттегеҙме? Киттегеҙ. Дошманыңдың күкрәгенә бысаҡ ҡаҙаныңмы? Ҡаҙаның.
– Уны үлтергәс, сығып ҡасмағанмын бит, майор әфәнде. Үҙем полицияға шылтыратҡанмын. Логика юҡ. Һуң бит, беҙ унда икәү генә булманыҡ, өсөнсө шешәләшебеҙ ҙә бар ине.
– Таптыҡ беҙ Басировтың коллегаһын. “Ике-өс кенә рюмка эстем дә такси саҡыртып ҡайтып киттем”, – ти. Уның шикләнерлек мотивы юҡ. Так что, Бәхтиев, енәйәтсе – һин. Признавайся, протоколға ҡулыңды ҡуй, шуның менән эш тә бөттө. Смягчающие обстоятельства: вызов скорой помощи и полиции, первая судимость, сотрудничество со следствием. Әгәр ҙә инде адвокатың “ убийство в состоянии аффекта” тип тә иҫбатлай алһа… бының нигеҙе бар: алдан планлаштырып, үлтереү ҡоралын үҙең менән алып килмәгәнһең бит, өҫтәлдәге бысаҡты ғына файҙаланғанһың. Адвокатың тырышыбыраҡ эшләһә, “самооборона”ға ла ҡайтарып ҡалдырырға мөмкин… Ул ваҡытта статья “превышение самообороны”ға ғына әйләнәсәк тә, срок бөтөнләй ҡыҫҡа ғына буласаҡ. Аңланыңмы инде, туған, мин әлеге мәлдә үҙ өҫтөмә адвокат функцияһын алып, ауыр язанан ҡотолоу юлдарын өйрәтеп ултырам. Йә, признательное показание яҙаһыңмы инде?
– Яҙам, – тине Әғләм, үҙе лә көтмәгәндә.
Сәлихов шатланып киткәндәй булды.
– Вәт, бына, исмаһам, егеттәрсә буласаҡ. – Шатлығы аңлашыла ине. Ике ай буйы дауам иткән тикшереү эше аҙағына яҡынлаша, ниһайәт. Өҫтән ҡабаландыралар, теңкәһенә тейеүҙәре юҡҡа сығасаҡ. Майор Сәлиховтың сираттағы еңеүе…
– Яҙам, тикшереүсе әфәнде. Тик бер шартым бар.
– Беҙҙең практикала подозреваемыйҙың шарт ҡуйыуы ҡаралмаған, Бәхтиев.
– Улайһа, яҙмайым.
– Ярай, әйт шартыңды.
– Мине Әлиә Ғәббәсовна менән осраштырығыҙ, Фердинанд Басировты үлтереүемде таныйым.
– Следствие барғанда свидание бирелмәй, Бәхтиев.
– Улайһа, танымайым.
Сәлихов ручкһы менән маңлайын тырнап, уйланыбыраҡ ултырғандай итте.
– Ярай, Бәхтиев, яҡшылыҡ менән булһын. Закондан тайпылып булһа ла берәй нәмә уйлап ҡарармын.

 
 

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас