Закир ӘҠБӘРОВ
Повесть
Сөңгөлдөң сиге юҡ
Басировтың Яхинды кабинетына саҡыртып алырға ла абруйы етерлек. Әммә ул полковникка үҙе килде. Йәнәһе, эске эштәр органдарына баҫым яһай тип уйламаһын.
– Вәкил Тураевич, минең нимәгә борсолоуымды аңлайһығыҙ инде?
– Эйе, Талип Хатмуллович, борсолоу ғына түгелдер инде, ауыр ҡайғылыр. Ҡайғығыҙҙы үҙемдең исемдән һәм бар идара исеменән уртаҡлашам.
– Уртаҡлашһағыҙ, енәйәтсене тотоп ситлеккә ябыр инегеҙ әле. Ике ай үтте, ә ул һаман иректә…
– Төп шикле изоляторҙа ултыра.
– Ә нишләп ул һаман да шикле? Нишләп енәйәтсе түгел? Мәсьәлә һеҙгә генә түгел, хатта миңә лә ап-асыҡ бит инде. Ҡыҙҙы алам тип йөрөгән, ҡолаҡ ҡаҡҡан. Үс һаҡлаған – бына результат.
– Был фараздың осо-осҡа ялғанып бөтмәй бит әле, Талип Хатмуллович…
– Ялғағыҙ, полковник Яхин. Яҡын көндәрҙә ул мөртәткә ғәйепләү эше асып, судҡа тапшырығыҙ. Иң ҡаты язаға тарттырылырға тейеш ул! Пожизненное заключение! Әгәр шуны эшләмәһәгеҙ, генералығыҙға мөрәжәғәт итәсәкмен!..
Басиров һаубуллашмай ҙа сығып китте. Яхин күңелендә күтәрелгән дауылға сумып ултырып ҡалды. Ул хәҙер органдарҙа утыҙ йыл эшләй. Постовой милиционер булып башлағайны, бына әлеге дәрәжәһенә тиклем күтәрелде. Ниндәй генә енәйәттәрҙе асырға тура килмәне. Бик күп осраҡта ана шул “ап-асыҡ”тар тикшереүсене хата юлдан ебәрә лә инде. Ентекләп йыйған дәлилдәре, факттары, йоҡоһоҙ төндәре басировтарға күренмәй бит ул. “Бер ғәйепһеҙҙе язалағансы, ун ғәйеплене ултыртмай ҡалдырыу хәйерлерәк”, тигән бөйөктәрҙең береһе. Әллә нисә кешенең башына еткән “Чикатило”ны тотоп язаға тарттырғанға тиклем, алты ғәйепһеҙҙе үлем язаһына хөкөм итеп өлгөрәләр. Был бар хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн тетрәндергес миҫал түгелме?!. Юҡ, был енәйәтте асырға тейеш улар. Был – намыҫ эше. Тик кемдеңдер, хатта ул “кемдер” ҙур түрә, үлтерелгәндең атаһы булһа ла, уның баҫымы аҫтында түгел.
Яхин Сәлиховты саҡыртты. Уныһының йөҙө шатлыҡлы ине. Полковник ҡул аҫтындағыһының хисләнеүен аңлап етмәне.
– Йә, майор, нимә әле айҙың ун дүртенсе көнө кеүек балҡыйһың? Ниндәй шатлығың бар?
– Бар шул, иптәш полковник. Ниһайәт, әлеге сетерекле енәйәт эшенең осона сығып киләбеҙ.
– Тимәк, дәлилдәрҙең осон-осҡа ялғайбыҙ, тиһең инде. Шик аҫтындағының туғандары, дуҫтары, таныштары менән аралашып бөттөгөҙмө һуң?
– Бөттөк тип әйтергә була, Вәкил Тураевич. Ауылына барҙыҡ, әсәһе, үгәй атаһы менән осраштыҡ. Эшләп киткән ауылында хужалыҡ директоры Дәрзаманов менән әңгәмәләштек, фатирҙа йәшәгән Сәйфуллин, дуҫлашып йөрөгән Мәжит исемле егет, бында бергә эшләгән дуҫы Таһир Харисовтар менән дә осраштыҡ. Үлтерелгәндең атаһы Басиров менән дә һөйләштек.
– Ә ҡатыны менән?
– Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙе ҡыуандырырлыҡ түгел. Барыһы ла бер тауыштан шиклене маҡтай, ул кеше үлтерергә һәләтле түгел, тиҙәр. Ну, уларҙың фекерҙәре наивныйраҡ инде, беҙҙең эш ҡалыптарына һыйып бөтмәй.
– Дәрзаманов тамы? Кейәүен үлтергәндәр ҙә баһа!
–Эйе, Дәрзаманов та.
Яхин бер нисә минут уйланып ултырҙы.
– Тимәк, егеттән үлтереүсе яһарға беҙ йыйынабыҙ?
– Һуң, иптәш полковник, факттар бит, факттар… дәлилдәр ҙә етерлек.
– Ә бысаҡ? Ул мәрхүмдең күкрәгенә үҙе ҡаҙалдымы ни?
– Шул ғына инде, иптәш полковник. Уның ҡарауы, иртәгә беҙҙең ҡулыбыҙҙа иң ҙур козырь буласаҡ. Признательное показание подозреваемого!
– Нимә, ныҡ баҫым яһанығыҙмы?
– Юҡ, үҙе ҡул ҡуйырға вәғәҙә итте.
– Миңә бер нәмә оҡшап етмәй, Тәлғәт Әсғәтович. Бер генә фаразды алға һөрөүегеҙ. Имеш, уның ғына мотивы бар. Ә башҡа фараздар? Әйтәйек, ресторанда бит биш кеше булған. Енәйәт урынында – өсәү. Енәйәт Басировтың профессиональ эшмәкәрлегенә бәйле түгелме? Теге шешәләш адвокат менән ныҡлап ҡыҙыҡһындығыҙмы?
– Уның менән әңгәмәләштек тә ул, Вәкил Тураевич.
– Ныҡлап төпсөнөгөҙ. Минеңсә, ул һеҙгә һөйләгәнгә ҡарағанда күберәк белергә тейеш… Мин ул әҙәм менән йәш саҡтан таныш.
Эйе, байтаҡ йылдар элек бер ирҙе икәүләп ете йылға ултыртҡан ине улар. Капитан Яхин ул “эш”те осон-осҡа тартып һуҙып ялғаны. Адвокат Хәйрушин өлгөрлөк күрһәтеп, яҡлап ҡала алманы. Теге ир үҙенең ғәйепһеҙлеген иҫбатлап иреккә сыҡҡансы, өс йыл үтеп тә китте. Йәшлектә ебәргән хатаһы полковник Яхиндың һаман да йыш иҫенә төшөп, күңелен тырнап тора.
***
Әғләм камерала тағы бер йоҡоһоҙ төн үткәрҙе. Иртән ул протоколға ҡул ҡуя. Үҙенең “ғәйебен” таный. Һөйгәне менән, бәлки, һуңғы осрашыуы өсөн ошондай хаҡ түләй. Хаҡ?.. Мөхәббәттә “хаҡ” тигән төшөнсә булырға мөмкинме һуң? Хәҙерге заманда булырға мөмкин икән шул. Әғләмгә быны төшөндөрәләр бит. Ярлылар – байҙар, ябай кешеләр – түрәләр, наҙандар – аҡыллы баштар… Юридик мөхиттә мөхәббәт, яратыу тигән төшөнсәләр юҡ, тип әйтте бит тикшереүсе майор ҙа. Ә кешеләр мөхитендә? Шулай уҡ ул төшөнсәләр юҡҡа сығып барамы икән ни? Әллә француздарҙың шаяртыуы, ысынлап та, дөрөҫкә сығамы? Имеш, “мөхәббәтте урыҫ илендә генә уйлап сығарғандар, түләмәҫ өсөн”. Социализм ҡоролошонда түләмәй йәшәгәнбеҙ ҙә хәҙер, капитализмға күскәс, мөхәббәт түгел, алыш-биреш кенәме? Мең-мең һорауҙар… Әғләм башһыҙ егет түгел. Техника мәсьәләһендә лә тәрән йөҙә, социаль үҙгәрештәргә лә, сәйәсәткә лә айыҡ күҙ менән ҡарай. Украина менән Рәсәй араһындағы хәлдәрҙе лә төрмәгә ултырғансы күҙәтеп барҙы. Хәҙер инде эш ҡораллы бәрелешкә саҡлы барып еткәс, башында план тыуа биреп ҡуйғайны. Иҫән-һау ҡотолоп сыҡһа, махсус хәрби операция барған төбәккә үҙ теләге менән китәсәк. Танкист бит ул. Унда артиллеристар һәм танкистар бик тә кәрәк, тип һөйләйҙәр. Камералағы радио һөйләй. Хәҙер инде сыға алмауы көн кеүек асыҡ. Ултыртып ҡуйһалар ҙа, һорар. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында төрлө енәйәтселәрҙән ойошторолған штрафной батальондар булған бит. Штрафбатҡа ебәрегеҙ тип ғариз яҙыр. Бер ҡатлы уйҙар! Кем кеше үлтереүсенең ҡулына ҡорал тоттороп һуғышҡа ебәрһен?
Ә Әлиә? Иртәнге осрашыуҙа ул үҙен нисек тотор. Ул да ирен Әғләм үлтереүенә ышандымы икән? Малайы хәҙер ике айлыҡ булды бит инде. Атаһы Әғләм булыуын танырмы? Яратамы, юҡмы?.. Әғләм әгәр ошо һорауға яуап ала алһа, ҡалған уйҙары, икеләнеүҙәре, пландары ситтә ҡаласаҡ. Алда уйланырға әле ваҡыт күп буласаҡ. Нисә йыл бирерҙәр икән?..
Иртән Әғләмде следственный изоляторҙың һорау алыу бүлмәһенә алып керҙеләр. Майор Сәлихов унда ине.
– Нисек йоҡланығыҙ, Бәхтиев? – тип ҡаршы алды ул уны.
Йөҙөндә мыҫҡыллы сырай һиҙелмәй ине. Егет уның күҙҙәренә тура ҡараны.
– Минең урында һеҙ булһағыҙ, нисек йоҡлар инегеҙ, гражданин майор?
– Ярай, аңлашыла, – тине тикшереүсе тыныс ҡына. Ул папкаһынан ҡағыҙ сығарҙы, Әғләмдең ҡулына ручка тотторҙо. – Мә, яҙ, ғәйепләнеүсе.
– Мин ғәйепләнеүсе түгел, гражданин майор, шик аҫтында ғына.
– Разница небольшая. Һөйләштек бит инде, биш минуттан ғәйепләнеүсе буласаҡһың. Яҙ.
– Әлегә яҙмайым. Тәүҙә минең шартымды үтәгеҙ. “Иртән – аҡса, кис – ултырғыстар, кис – аҡса, иртән – ултырғыстар”...
– Ә-ә-ә, Ильф менән Петровты беләһең икән… Ярай, Бәхтиев, офицер һүҙе. Һеҙгә пострадавшая Басирова менән ун минут.
– Мин дә һүҙемде елгә осора торғандарҙан түгел, майор.
Тикшереүсе сыҡты. Үтһә биш минут ваҡыт үткәндер, Әғләмгә биш йылдай тойолдо. Бына яй ғына ишек асылды, бүлмәгә Әлиә килеп инде. Шундай уҡ сибәр, тик йөҙө бер аҙ һурылып киткән кеүек. Бер-береһенә ҡарашып, һүҙ әйтешә алмай торҙолар. Башлап Әғләм был халәтенән сыҡты.
– Әлиә!
Ҡатын егеттең ҡосағына һыйынды. Керпектәре йәшкә сыланған ине.
– Әғләм!
Ҡалтырап торған тәндәр бер-береһенә һыйынды, ирендәр ирендәргә ҡушылды.
– Мин һине шундай һағындым, Әлиәм!
– Мин дә!..
– Бала кемдеке, Әлиә?
– Һинеке булмаһа, Әғзәм исемен ҡушыр инемме ни?
– Һин минең енәйәт ҡылыуыма ышанаһыңмы?
– Юҡ, һин ундай түгел.
– Ә нишләп һуң бергә булманыҡ?
– Мин атай-әсәйемдең һүҙенә ҡаршы килә алманым, ә һин...
– Нимә мин? Ысынлап ярата инем, әле лә һөйөүемдең сиге юҡ.
– Һин тәүәккәллек күрһәтә алманың, Әғләм. Әгәр “киттек, Әлиә, ерҙең ситенә, Йыһанға!” тиһәң, биллаһи, китер инем. Китмәгәс, һине алдарға тура килде. Һин әйт әле, ниңә ул эскесегә… мәрхүмгә эйәреп беҙгә барҙың?
– Осрашырға башҡа сарам ҡалмағанға, Әлиә. Һине, улымды күргем килде. Беҙ бергә булырға тейеш, һөйөклөм.
– Эйе, беҙ барыбер бергә буласаҡбыҙ, Әғләмем.
Тәүҙә егеттең йөҙөндә шатлыҡ сатҡылары балҡыны, аҙаҡ уларҙы моңһоулыҡ алыштырҙы.
– Бик күп йылдарҙан һуң булһа ламы, Әлиә?
– Быуаттар үтеп китһә лә, Әғләм. Бер-береһен яратҡандар бергә булырға тейеш!
Майорҙың ун минуты үтеп тә китте. Ә икәүҙең күпме һүҙҙәре әйтелмәй ҡалды. Шулай булһа ла, Әғләм бәхетле ине.
– Офицер һүҙендә торҙо, Бәхтиев.
– Инженерҙың һүҙе лә үҙе эш иткән металдарҙан ныҡ, гражданин майор.
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.