Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
29 Февраль 2024, 03:28

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (14) Аҙағы

– Һин тәүәккәллек күрһәтә алманың, Әғләм. Әгәр “киттек, Әлиә, ерҙең ситенә, Йыһанға!” тиһәң, биллаһи, китер инем. 

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (14) АҙағыЗакир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (14) Аҙағы
Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (14) Аҙағы

Закир ӘҠБӘРОВ

Повесть

Сөңгөлдөң сиге юҡ

14

Әғләм камерала тағы бер йоҡоһоҙ төн үткәрҙе. Иртән ул протоколға ҡул ҡуя. Үҙенең “ғәйебен” таный. Һөйгәне менән, бәлки, һуңғы осрашыуы өсөн ошондай хаҡ түләй. Хаҡ?.. Мөхәббәттә “хаҡ” тигән төшөнсә булырға мөмкинме һуң? Хәҙерге заманда булырға мөмкин икән шул. Әғләмгә быны төшөндөрәләр бит. Ярлылар – байҙар, ябай кешеләр – түрәләр, наҙандар – аҡыллы баштар… Юридик мөхиттә мөхәббәт, яратыу тигән төшөнсәләр юҡ, тип әйтте бит тикшереүсе майор ҙа. Ә кешеләр мөхитендә? Шулай уҡ ул төшөнсәләр юҡҡа сығып барамы икән ни? Әллә француздарҙың шаяртыуы, ысынлап та, дөрөҫкә сығамы? Имеш, “мөхәббәтте урыҫ илендә генә уйлап сығарғандар, түләмәҫ өсөн”. Социализм ҡоролошонда түләмәй йәшәгәнбеҙ ҙә хәҙер, капитализмға күскәс, мөхәббәт түгел, алыш-биреш кенәме? Мең-мең һорауҙар… Әғләм башһыҙ егет түгел. Техника мәсьәләһендә лә тәрән йөҙә, социаль үҙгәрештәргә лә, сәйәсәткә лә айыҡ күҙ менән ҡарай. Украина менән Рәсәй араһындағы хәлдәрҙе лә төрмәгә ултырғансы күҙәтеп барҙы. Хәҙер инде эш ҡораллы бәрелешкә саҡлы барып еткәс, башында план тыуа биреп ҡуйғайны. Иҫән-һау ҡотолоп сыҡһа, махсус хәрби операция барған төбәккә үҙ теләге менән китәсәк. Танкист бит ул. Унда артиллеристар һәм танкистар бик тә кәрәк, тип һөйләйҙәр. Камералағы радио һөйләй. Хәҙер инде сыға алмауы көн кеүек асыҡ. Ултыртып ҡуйһалар ҙа, һорар. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында төрлө енәйәтселәрҙән ойошторолған штрафной батальондар булған бит. Штрафбатҡа ебәрегеҙ тип ғариз яҙыр. Бер ҡатлы уйҙар! Кем кеше үлтереүсенең ҡулына ҡорал тоттороп һуғышҡа ебәрһен?
Ә Әлиә? Иртәнге осрашыуҙа ул үҙен нисек тотор. Ул да ирен Әғләм үлтереүенә ышандымы икән? Малайы хәҙер ике айлыҡ булды бит инде. Атаһы Әғләм булыуын танырмы? Яратамы, юҡмы?.. Әғләм әгәр ошо һорауға яуап ала алһа, ҡалған уйҙары, икеләнеүҙәре, пландары ситтә ҡаласаҡ. Алда уйланырға әле ваҡыт күп буласаҡ. Нисә йыл бирерҙәр икән?..
Иртән Әғләмде следственный изоляторҙың һорау алыу бүлмәһенә алып керҙеләр. Майор Сәлихов унда ине.
– Нисек йоҡланығыҙ, Бәхтиев? – тип ҡаршы алды ул уны.
Йөҙөндә мыҫҡыллы сырай һиҙелмәй ине. Егет уның күҙҙәренә тура ҡараны.
– Минең урында һеҙ булһағыҙ, нисек йоҡлар инегеҙ, гражданин майор?
– Ярай, аңлашыла, – тине тикшереүсе тыныс ҡына. Ул папкаһынан ҡағыҙ сығарҙы, Әғләмдең ҡулына ручка тотторҙо. – Мә, яҙ, ғәйепләнеүсе.
– Мин ғәйепләнеүсе түгел, гражданин майор, шик аҫтында ғына.
– Разница небольшая. Һөйләштек бит инде, биш минуттан ғәйепләнеүсе буласаҡһың. Яҙ.
– Әлегә яҙмайым. Тәүҙә минең шартымды үтәгеҙ. “Иртән – аҡса, кис – ултырғыстар, кис – аҡса, иртән – ултырғыстар”...
– Ә-ә-ә, Ильф менән Петровты беләһең икән… Ярай, Бәхтиев, офицер һүҙе. Һеҙгә пострадавшая Басирова менән ун минут.
– Мин дә һүҙемде елгә осора торғандарҙан түгел, майор.
Тикшереүсе сыҡты. Үтһә биш минут ваҡыт үткәндер, Әғләмгә биш йылдай тойолдо. Бына яй ғына ишек асылды, бүлмәгә Әлиә килеп инде. Шундай уҡ сибәр, тик йөҙө бер аҙ һурылып киткән кеүек. Бер-береһенә ҡарашып, һүҙ әйтешә алмай торҙолар. Башлап Әғләм был халәтенән сыҡты.
– Әлиә!
Ҡатын егеттең ҡосағына һыйынды. Керпектәре йәшкә сыланған ине.
– Әғләм!
Ҡалтырап торған тәндәр бер-береһенә һыйынды, ирендәр ирендәргә ҡушылды.
– Мин һине шундай һағындым, Әлиәм!
– Мин дә!..
– Бала кемдеке, Әлиә?
– Һинеке булмаһа, Әғзәм исемен ҡушыр инемме ни?
– Һин минең енәйәт ҡылыуыма ышанаһыңмы?
– Юҡ, һин ундай түгел.
– Ә нишләп һуң бергә булманыҡ?
– Мин атай-әсәйемдең һүҙенә ҡаршы килә алманым, ә һин...
– Нимә мин? Ысынлап ярата инем, әле лә һөйөүемдең сиге юҡ.
– Һин тәүәккәллек күрһәтә алманың, Әғләм. Әгәр “киттек, Әлиә, ерҙең ситенә, Йыһанға!” тиһәң, биллаһи, китер инем. Китмәгәс, һине алдарға тура килде. Һин әйт әле, ниңә ул эскесегә… мәрхүмгә эйәреп беҙгә барҙың?
– Осрашырға башҡа сарам ҡалмағанға, Әлиә. Һине, улымды күргем килде. Беҙ бергә булырға тейеш, һөйөклөм.
– Эйе, беҙ барыбер бергә буласаҡбыҙ, Әғләмем.
Тәүҙә егеттең йөҙөндә шатлыҡ сатҡылары балҡыны, аҙаҡ уларҙы моңһоулыҡ алыштырҙы.
– Бик күп йылдарҙан һуң булһа ламы, Әлиә?
– Быуаттар үтеп китһә лә, Әғләм. Бер-береһен яратҡандар бергә булырға тейеш!
Майорҙың ун минуты үтеп тә китте. Ә икәүҙең күпме һүҙҙәре әйтелмәй ҡалды. Шулай булһа ла, Әғләм бәхетле ине.
– Офицер һүҙендә торҙо, Бәхтиев.
– Инженерҙың һүҙе лә үҙе эш иткән металдарҙан ныҡ, гражданин майор.

***

Полковник Яхин таң менән эш бүлмәһендә бөгөн башҡарыласаҡ сараларын барлап ултыра ине. Секретарь ҡыҙ инеп уның уйҙарын бүлдерҙе.
– Мөмкинме, Вәкил Тураевич?
– Индең бит инде. Тағы ни булды, Резеда? – Полковниктың тауышы ризаһыҙлыҡ белдергәндәй булды.
– Бер ханым ҡабул итеүегеҙҙе һорай.
– Минең шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул итеү көндәремде беләһең бит: вторник, четверг, с пятнадцати до семнадцати.
– Ә ул, шәхси мәсьәлә түгел, ти. “Бәхтиев эше” буйынса, ти.
– Ул ханымдың исеме лә барҙыр бит?
– Басирова Әлиә Ғәббәс ҡыҙы.
– Басирова?.. Керһен.
Полковник, инде илленән үтһә лә, сибәр ҡыҙҙарға, ханымдарға битараф түгел ине әле. Әлиәне баҫып ҡаршы алды, урын тәҡдим итте. Хатта күңелендә бик үк полиция полковнигына хас булмаған уй ҙа йүгереп үтте: ”Эйе, бындай сибәр өсөн үлтерерһең дә, Себер ҙә китерһең...”
– Тыңлайым, иптәш Басирова.
Әлиә үҙе менән таныштырып торманы. Ҙур түрәгә һорауын ҡабырғаһы менән ҡуйҙы.
– Был нисек була инде, иптәш начальник? иремде кем үлтергәнен һаман белмәйһегеҙ, Әғләмде… Бәхтиевте төрмәгә ябып тотаһығыҙ, ҙур срокка колонияға ебәрергә йыйынаһығыҙ. Дөрөҫ түгел! Бәхтиев кеше үлтерергә һәләтле түгел!..
Яхин ауыҙ сите менән генә йылмаяһы итте. Үҙ-үҙенә һөйләнгәндәй булды: “Атаһы килә “ғәйепле, ултыртығыҙ” тип. Ҡатыны килә “ғәйепһеҙ, сығарығыҙ” тип…”
– Әлиә Ғәббәсовна, ебәрергә йыйынмайбыҙ. Әле следствие тамамланмаған. Әммә Бәхтиевте ғәйепләрлек факттар күп. Һеҙҙең борсолоуығыҙ аңлашыла. “Эш”кә нөктә ҡуйыр алдынан һеҙҙең фекрегеҙ ҙә иҫәпкә алынасаҡ.
Әлиәнең ҡараңғы йөҙө яҡтыра төштө.
– Сығарығыҙ, зинһар, Әғләмде, мин уны бик яратам! Ул да мине ярата!..
Яхин тағы йылмая бирҙе.
– Яратыуығыҙ яҡшы, Әлиә Ғәббәсовна. Тик был признаниеғыҙ Бәхтиев файҙаһына түгел. Мин уны ишетмәнем тип иҫәпләгеҙ. Хәҙергә хушығыҙ. Үҙгәреш булһа, шылтыратырмын.
Полковник буталсыҡ уйҙарына бирелеп ултырып ҡалды. Бер Бәхтиев булманы был егет, йөҙ Бәхтиев булды… Ысынлап та, уны ғәйепле яһаһалар, судья ун йылдан да кәм бирмәйәсәк. Басиров та ҡыҫылырға маташһа…
Юҡ, ҡабаланырға ярамай. Отставкаһына ваҡыт етеп килә. Ғәйепһеҙҙе ултыртһа, ғүмеренең аҙағына саҡлы намыҫы өйкәйәсәк. Ул был “эш”кә ҡыҫылырға ваҡыт етеүен аңланы. Майор Сәлиховты саҡыртты.
– Йә, Тәлғәт Әсғәтович, ”Бәхтиев эше” ни хәлдә?
– Все окей, Вәкил Тураевич. Признательное показание в кармане… дөрөҫөрәге, в “деле”.
– Әйтегеҙ әле, майор, Бәхтиевтең ғәйеплелегенә үҙегеҙ ышанаһығыҙмы?
– Ышаныу, ышанмау юридик категориялар түгел, иптәш полковник. Главное – факты налицо!
– Һин миңә юриспруденциянан дәрес бирергә самалайһың, ахыры, Тәлғәт Әсғәтович? Ә мин ышанмайым. Бәхтиевтең Басировты үлтереүенә ышанмайым. Әйҙә ҡабаланмайыҡ. Теге собутыльник адвокаты кем һуң әле?..
– Хәйрушин, иптәш полковник, Хәйрушин Револь Сәмиевич…
– Мин уны йәш саҡтараҡ белә инем, күптән күҙемә салынғаны юҡ. Саҡырт уны миңә. Хәҙер үк саҡырт…
– Була ул, иптәш полковник. Тик ул алкаштан йүнле хәбәр ишетә алырһығыҙмы икән? Уның айныған сағы һирәк була, тиҙәр.

***

…Адвокат Хәйрушиндың, ысынлап та, әҙерәк һалмыш икәнлеге йөҙөнә сыҡҡайны. Полковник быға иғтибар итмәҫкә тырышты.
– Уҙығыҙ, ултырығыҙ, иптәш Хәйрушин.
– О, сколько лет, сколько зим, Вәкил Тураевич, – адвокат полковниктың һуҙылмаған ҡулын ике ҡуллап ҡыҫты. – Бер ҡалала йәшәйбеҙ, йөҙ йыл бер-беребеҙҙе күргәнебеҙ юҡ. Хотя, һин… һеҙ – птица высокого полета…
– Ярар, Хәйрушин, мин дә осрашыуыбыҙға шатмын, ләкин лириканы ҡалдырып торайыҡ. Һеҙ үлтерелгән адвокат Басиров менән таныш инегеҙме?
– Адвокат адвоката видит издалека, иптәш полковник. Таныш ҡына түгел, дуҫтар, вернее собутыльниктар инек…
– Шул эсеүеңде һаман ташламаныңмы ни әле?
– Нисек ташлайһың уны, иптәш полковник? Ғәйеплене ғәйепһеҙ итәбеҙ, йә булмаһа, срогын кәметәбеҙ тип тотонабыҙ ҙа, аҡсаны ҡайырабыҙ ҙа, вәғәҙәләгәнде үтәй алмайбыҙ. Ә күңелде кимерә бит… Күңелгә ултырған юшҡынды хәмер менән йыумай, нимә менән йыуаһың. Һеҙгә рәхәт ул: тоттоғоҙ, ултырттығыҙ… Беҙҙең эштә бик ҡомһоҙ булырға ярамай. Көсөңдө самалап ҡына эш итергә. Басировҡа бер эләгерһең, малай, тип әйтә килдем. Аҡсаһына ҡыҙығып бик хәтәр “эш”тәргә тотонма, тип, ҙур вәғәҙәләр бирмә, тип. Бына – результат!
– Һин, Револь Сәмиевич, Басировтың үлтерелеүе уның адвокат практикаһы менән бәйле тип уйлайһыңмы?
– Шулай булмай, нисек булһын, Вәкил Тураевич. “Кувалда” атлы бандиттың енәйәте тураһында хәбәрҙарбыҙ бит инде?
– Эйе, ҡорал ҡулланып, ювелир магазинын талауы, охранникты ҡаты йәрәхәтләүе тураһында ишеттем.
– Бандит есть бандит, хәҙер өсөнсө мәртәбә ҙур срокка отправлен в места не столь отдаленные. Горе адвокат, ауыр тупрағы еңел булһын, үҙенең бәйләнештәре аша уны ҡотҡарырға вәғәҙә иткән, бик ҙур аҡса ҡайырған. Судья хөкөм ҡарарын уҡығас та, асыҡтан-асыҡ янаған бит ул уға. Ә ул алдын-артын ҡарамай, ун көн буйы айнымай, теләһә кемдәр менән малайының “тәпәйен йыуа”. Аҡсаһы күп бит. Мин иҫәр ҙә шул эскегә ҡушылып китәм…
– Мәжлестең ахырына саҡлы ултырмай ҡайтып киткәнһең…
– Үҙем сәрхүш булһам да, бер яҡшы ғәҙәтем бар минең, иптәш полковник. Бер самаға етәм дә үҙемә үҙем: “Револь, ҡайт!” – тип әмер бирәм. Ошо сифатым булмаһа, давно валялся бы под забором. Ә был осраҡта теге үлтереүсе, бәлки, мине лә йәһәннәмгә олаҡтырған булыр ине.
– Ә һеҙҙең бит ресторанда тағы бер шешәләшегеҙ булған. Шикленең һүҙҙәренә ҡарағанда, “ялтыр башлы” компанияғыҙға эйәрмәй тороп ҡалған.
– Эйе, аҙаҡтан ҡайҙа күрҙем икән тип уйлап йөрөнөм… Иҫемә кисә тигәндәй генә төштө. Кувыкин, йәғни “Кувалда”, компанияһында икән. “Болт” тип өндәшәләр ине, булһа кәрәк. Ултыртылған бандиттың ҡуштандарының береһе булалыр инде.
– Һуң, был хәбәреңде ниңә майор Сәлиховтан йәшереп ҡалдырҙың, Револь Сәмиевич?
– Сәрхүштең аңы яйлап ҡына асыла шул, Вәкил Тураевич. Әле иҫемә тағы бер факт төштө. Басиров йортонан сыҡҡас, мин оҙаҡ ҡына такси көттөм. Ниһайәт, килде, беҙ ҡуҙғалып ҡына киткәндә, йорт ҡаршыһына тағы бер такси килеп туҡтаны, уның тәҙәрәһендә ялтыр баш сағылып ҡалғандай булды…
– Эх һин, Хәйрушин! Был фактты беҙгә алдараҡ еткергән булһаң!..
– Әйттем бит инде, ипт…
Яхин уны тыңлап бөтмәне, ҡул ғына һелтәне. Бүлмәһенә Сәлиховты саҡыртты. Йөҙө асыулы ине.
– Бына, майор, бик ҡиммәтле свидетель.
– Беләм, иптәш полковник, адвокат Хәйрушин Револь Сәмиевич. Беҙ уның менән енәйәт булғандың икенсе көнөндә үк әңгәмәләштек.
– Эйе “әңгәмәләшкәнһегеҙ” шул. Ентекләп һорау алмағанһығыҙ. Хәҙер үк кабинетығыҙҙа яңынан әңгәмәләшегеҙ, һәр һүҙен протоколға теркәгеҙ. – Ул Хәйрушин яғына боролдо. – Нисек уйлайһығыҙ, иптәш Хәйрушин, ул “Болт” ҡушаматлы әҙәмде ҡайҙан табырға мөмкин?
– Ул компания күберәк “Юпитер” рестораны тирәһендә сыуала ине, иптәш Яхин. Тик, кеше үлтергән булһа, мине килеп ҡулға алһындар тип көтөп ултырмаҫ.
– Ишеттеңме, майор, адвокат полицейскийҙан күберәк белә. Үҙеңдекеләргә бойороҡ бир: оҙаҡҡа һуҙмай эҙләһендәр, тапһындар, килтереп япһындар!
Заманында СССР атлы ҙур мәмләкәттең башлығы Никита Сергеевич Хрущев 1980 йылға тиклем илдә коммунизм төҙөргә вәғәҙә иткәйне. Имеш, ил байлыҡҡа күмеләсәк, кибеттәр бикләнмәйәсәк, халыҡ унан аҙыҡ-түлекте, кәрәк-яраҡты бушҡа күпме теләй, шул саҡлы аласаҡ, енәйәтселек бөтөнләй юҡҡа сығып, милиция, прокуратура, судтың кәрәге ҡалмаясаҡ… Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, СССР үҙе лә тарҡалды, уның дауамы Рәсәй ҙә байлыҡҡа сумғаны юҡ, кибеттәр хатта шырпы менән тоҙҙо ла бушҡа бирмәй. Енәйәтселек тә кәмергә уйламай, арта ғына бара. Шулай булғас, хоҡуҡ һаҡлау органдарын нишләтәһең инде?!. Улар ҡол биләүселек осоронда булған, феодализм менән капитализм ҡоролоштарында булған, илебеҙ социализм төҙөгәндә булды, әле лә бар, киләсәктә лә юҡҡа сыҡмаҫтыр. Уларҙы бер туҡтауһыҙ әйләнеп торған хәтәр ҙур тәгәрмәс-маховик менән генә сағыштырырға мөмкиндер. Ул ил киңлектәренә һибелгән йөҙәрләгән кесерәк тәгәрмәстәрҙе хәрәкәткә килтерә. Был осраҡта ҙур ҡаланың бер районы полицияһы эшмәкәрлеген. Эйе, ул әйләнә, ҡайһы саҡта һүлпәнләнә төшә лә артабан яңынан ҡыҙып китә. Әле уны ҡыҙҙырып ебәреүсе полковник Яхин булды.
Шул көндө үк “Болт” ҡушаматлы, Балтаев фамилиялы уғрыны эҙләп табып, район полиция бүлегенең “обезьяннигына” яптылар. Оҙаҡ һушына килергә бирмәнеләр. Майор Сәлихов кабинетына мендереп һорау алырға тотондолар. Полковник Яхин да унда ине. Ҡарышып маташҡан булды. Тик ҡанлы бысаҡта ҡалған бармаҡ эҙҙәре уныҡы икәнлеге асыҡланғас, әллә ҡайҙа бара алманы. Ундай ваҡ-төйәк шпана ҡурҡаҡ була бит ул. Протоколға ҡул ҡуйҙы. Имеш, енәйәтте “Кувалда” төрмәнән ебәргән фарманды үтәп эшләгән.

***

Әғләм көттө, ни эшләргә белмәй көттө. Хәҙер инде һорау алырға саҡырмаҫтар. Алынаһы алынып бөткән. Ғәйепләү һөҙөмтәһе ҡағыҙына ҡул ҡуйырға саҡырырҙар ҙа “эш”ен прокуратураға тапшырырҙар. Унан һуң – суд… Полицияла булып ятҡан үҙгәрештәрҙе, тәбиғи, ул белмәй ине әле.
Ниһайәт, өсөнсө көн китте тигәндә уны изоляторҙан полиция бүлегенә килтерҙеләр. Майор Сәлихов кабинетында полковник Яхин да бар ине. Йөҙҙәре көләс, әйтерһең дә, ҙур эш башҡарғандар, сыуалған йомғаҡты сискәндәр.
– Ултырығыҙ, иптәш Бәхтиев, – тине полковник, уға ултырғыс күрһәтеп.
“Иптәш”?.. Ҡолағы яңылыш ишеттеме? Шикләнеүсе түгел, ғәйепле түгел, иптәш! Ниндәй матур һүҙ! Күңеленә йылы булып китте.
– Йә, хәлдәр нисек, Әғләм Мәһәҙиевич? – тип ҡушылды түрәһе һүҙенә майор.
– Шәп тип әйтә алмайым, гражданин майор. Билдәһеҙлек йәнде өшөтә…
– “Иптәш” тип мөрәжәғәт итегеҙ беҙгә, – тине полковник, тағы ла йылмайып. – Үлтереүсене таптыҡ. Һеҙ тулыһынса аҡландығыҙ!
Әғләмдең тулҡынланыуҙан күҙ алдары ҡараңғыланып китте.
– Таптығыҙ? Тимәк…
– Тимәк, һеҙ иреклеһегеҙ, иптәш Бәхтиев.
– Кем ул?
– Уныһы һеҙҙең хәсрәт түгел. Китергә мөмкин. – Полковник, әңгәмә бөткәнен белдереп, урынынан торҙо. – Башҡаса юҡ-бар компанияларға эйәреп хәмер һемереп йөрөмәгеҙ. Һеҙгә әле йәшәргә лә йәшәргә.
Полиция бүлегенән нисек сыҡҡанын Әғләм аңғарманы ла. Йәшәргә лә йәшәргә…
Башта күҙе бер аҙ ситтәрәк торған ҡыҙыл төҫтәге таныш “Форд”ҡа төштө, эргәһендә йылмайышып Таһир менән Фроза-Фәйрүзә баҫып торалар ине. Ҙур сәскә гөлләмәһе тотҡан Әлиәһе ишек төбөнә үк килеп баҫҡан икән.
– Әлиә!
– Әғләм!
Ҡыҙ егеттең ҡосағына сумды…

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас