Туғыҙынсы класты тамамлағас, оло апайым уҡыған Салауат педагогия колледжына уҡырға индем. Ошо уҡ уҡыу йортонда райондашым, бәләкәй саҡта бер нисә тапҡыр осрашып уйнаған ҡыҙ (өләсәйҙәребеҙ күрше йортта йәшәнеләр) - Ләйсән Әнүәр ҡыҙы менән осрашып, бер бүлмәгә урынлаштыҡ. Ошонан башланды ла инде беҙҙең дуҫлығыбыҙ.
Һүҙем Бурлы урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Хәлилова тураһында.
Ләйсән Әнүәр ҡыҙы 2000 йылда Салауат педагогия колледжын тамамлап, тыуған ауылында - Бурлы мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эш башлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Ҡормантау ауылы егете Фәнил Хәлилов менән өйләнешәләр. Йәш ғаиләне шатландырып, мөхәббәт емештәре - ҡыҙҙары тыуа. Үҙ эшенең оҫтаһы, аҡыллы, белемле, тәжрибәле уҡытыусыны 2012 йылда директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Әйтеп китергә кәрәк, Ләйсән Әнүәр ҡыҙының олатаһы ла, ҡартатаһы Тимерйән Фәтҡуллин да (Үзбәк мәктәбендә оҙаҡ йылдар директор булып эшләне), әсәһе Рәйлә Тимерйән ҡыҙы ла уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтағандар.
Бер нисә йылға Ләйсән менән аралашыу өҙөлөп торҙо. 2007 йылда яҙмыш елдәре беҙҙе йәнә лә осраштырҙы. Ләйсән менән Бурлы мәктәбенең ҙур, татыу коллективында бергә эшләй башланыҡ. Яңы коллективта эш башлау, әлбиттә, ҡыйыныраҡ. Тик таныш кешең булыуы шул тиклем ҡыуандыра ине. Ләйсән Әнүәр ҡыҙы әхирәт кенә түгел, ышаныслы коллега, ярҙамсыл кәңәшсе лә була белә. Ижади эҙләнеүҙә педагогика фәненең яңы ҡаҙаныштары менән даими таныша. Заманса педагогик технологияларҙы ҡулланып, уҡытыу системаһын уңышлы файҙалана, һәр баланың ижади һәләттәрен үҫтерә. Ике тапҡыр “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнаша. Беренсеһендә лауреат булһа, икенсеһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса еңеү яулай. Өфө ҡалаһында үткән бәйгелә лә яҡшы күрһәткестәр менән 3-сө турҙа ҡатнашып, дип-
лом менән бүләкләнә.
Емеш ағасынан йыраҡ китмәй, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Ләйсән менән Фәнилдең ҡыҙҙары Лилиә лә, әсәһе кеүек, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Өфө дәүләт педагогия университетын тамамлап, Бурлы мәктәбендә инглиз һәм башҡорт телдәренән уҡыта. Бөгөнгө көндә Лилиә декрет ялында. Атай-әсәһен ҡыуандырып, уларға Ислам исемле ейән бүләк иттеләр.
Ләйсән Әнүәр ҡыҙының сабыр холоҡло, ныҡышмал, тырыш булыуына ғәжәпләнергә генә ҡала. Сөнки уға мөрәжәғәт иткән һәр кеше өсөн уның яҡшы һүҙе, эшлекле, фәһемле кәңәше бар. Янымда Ләйсән кеүек ышаныслы, ярҙамсыл әхирәттәрем булыуына сикһеҙ рәхмәтлемен.
Гөлфирә ҒӘЛИНА.
Ғафури районы.