Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Марта 2024, 18:35

Көмөшбаевтарҙың алтын эше

Улар ойошторған "Йондоҙ" гәзите Әбйәлилдә генә түгел, күрше райондарҙала  танылыу яулап өлгөргән. 

Көмөшбаевтарҙың алтын эшеКөмөшбаевтарҙың алтын эше
Көмөшбаевтарҙың алтын эше

 

Әбйәлилдә генә түгел, күрше райондарҙа таны-лыу яулап өлгөргән «Йон-доҙ» гәзите сыға баш- лауға 10 йыл тулды.

Был гәзит Ҡушый ауылы егете Азат Көмөшбаев мөхәррирлегендә нәшер ителә һәм ул бөгөн Көмөшбаевтарҙың ғаилә эше. Азат Рафиҡ улы һәм уның ҡатыны Рәмзиә Зыя ҡыҙы халыҡ «Йондоҙ» гәзитен ваҡытында алһын өсөн ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә эшләй. Ул ғына ла түгел, ун йыл эсендә эшмәкәрлек төрҙәрен бермә-бер арттырып, башҡа төрлө йүнәлештәрҙе лә үҙләштерҙе. 
— Сауҙа итеү һәр ваҡыт тотороҡло түгел: килем йә төшә, йә күтәрелеп тороусан. Ә ике тармаҡлы эш менән шөғөлләнһәң, береһенән аҡса кәмегән саҡта, икенсеһенән барыбер килем була. Шуға беҙ өҫтәмә рәүештә футболка-бокалдарға һүрәт төшөрөү эше менән дә шөғөлләнә башланыҡ. Китаптар сығарыу эше менән дә булышабыҙ. Әгәр авторға ябайыраҡ вариант та барһа, үҙебеҙҙең офиста баҫып бирәбеҙ. Әгәр ҡаты тышлы кәрәкһә, Магнитогорск типографияһында баҫтырып алабыҙ, — тип һөйләй Азат Рафиҡ улы үҙенең эшмәкәрлеге хаҡында. Ҙур яуаплылыҡ, тәрән белем талап иткән  гәзит сығарыу эшенә Азат шунда уҡ тотоноп китмәгән, әлбиттә.
Дәүләт мәктәбен тамамлаған Азат Өфө китапхана техникумына уҡырға инә. Студент йылдарында үҙе менән бергә уҡыған Баймаҡ ҡыҙы Рәмзиә менән ғаилә ҡоралар. Бындай осраҡта билдәле ғаиләңде матди яҡтан тәьмин итеү мотлаҡ. Ошо маҡсатта аҡса эшләү ниәте менән Азат «Аҙна» нәшриәт йортона эшкә урынлаша. Уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алғас та, ошо гәзит редакцияһына эшкә саҡыралар. Бында инде Азат Рафиҡ улы гәзит эшенә башкөллө сума, гәзит биттәрен компьютерҙа версткаларға өйрәнә. 
Баҫма эшендә байтаҡ тәжрибә туплаған Азат Рафиҡ улы Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә эшкә килә. Тик ғаиләле булғандарға Өфөлә кеше фати-рында түләп йәшәү ҙур сығымдар талап итә. Шуға ла йәш ғаилә Ҡушыйға, Азаттың әсәһе янына күсеп ҡайтырға ҡарар итә.
Әбйәлилгә ҡайтыу менән Азат Көмөшбаев район гәзите редакцияһына эшкә килде. Ул осорҙа компьютерҙа гәзитте версткалау эшен белгәндәр юҡ кимәлендә ине һәм Азат гәзитселәр коллективы өсөн, һүҙҙең ысын мәғәнәһендә, табыш булды. Эште яҡшы белгән, уны ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған, тыныс холоҡло, һәр кемгә иғтибарлы булыуы менән тиҙ арала редакция хеҙмәткәрҙәре араһында ихтирам ҡаҙанды, үҙ кешегә әйләнде. 30 йәшкә лә етмәгән Азаттың иман юлында булыуын сәйерерәк ҡабул иткәндәр ҙә булды, әлбиттә. «Осҡон» гәзитендә эшләгән мәлдә Азат Көмөшбаев төп эшенән тыш, шиғыр-хикәйә ижад иткән урындағы автор-ҙарҙың текстарын йыйып, верст-каларын эшләп, китап төҙөү серҙәренә төшөндө. Һирәкләп булһа ла, гәзиткә мәҡәләләр ҙә яҙҙы.
Гүзәлиә һәм Камила исемле ҡыҙ тәрбиәләнгән ғаиләнең шатлығын арттырып улдары Юламан тыуҙы. Өсөнсө бала тыуыу уңайынан түләнгән әсә-лек капиталына йәш ғаиләләргә торлаҡ төҙөүгә бирелгән дәүләт ярҙамын ҡушып Көмөшбаевтар Ҡушыйҙа йорт һалыуға тотондо. Бөгөн улар йәшәгән иркен, бөтә уңайлыҡтар булдырылған өй күпселектә Азаттың оҫта ҡулдары менән эшләнгән. Хәҙер инде улдары Юламан Дәүләт мәктәбендә 10-сы класта белем ала, ә ҡыҙҙар үҫеп етеп, һөнәр алып, Гүзәлиә Магнитогорскиҙа, Камила Өфөлә эшләп йөрөйҙәр.
Маҡсатына ҡыйыу юл ярған Азат Көмөшбаев 2013 йылда яратып өлгөргән эшен дауам итеп, гәзит сығарыу буйынса үҙ эшен асырға ҡарар итә. Бөгөн инде «Йондоҙ» гәзите күптәр көтөп алған баҫмаға әйләнде. Бушлай таратылған был гәзитте Көмөшбаевтар үҙҙәре компьютерҙа йыйып, версткалай һәм баҫманы Магнитогорск типографияһында баҫтыра. Ҡаланан алып ҡайтып, район, шулай уҡ күрше Баймаҡ районы ауыл-дарына йөрөп тараталар. Бынан тыш, улар етештергән төрлө яҙыу-һүрәттәр менән биҙәлгән футболка-бокалдарына ихтыяж ҙур. Үҙ ижадын туплап, китап итеп күрергә теләүселәрҙән хатта сират хасил булған.
— Гәзиттең исеменә килгәндә, «Йондоҙ», «Һөйөнсө», «Күстәнәс» һәм башҡа варианттарҙы уйланыҡ. Ләкин ошо исемдә туҡталдыҡ. Карапты нисек атайһың — ул шулай йөҙәсәк, тиҙәр. Йәғни исемдең мәғәнәһе кешенең генә түгел, гәзиттәрҙең эшмәкәрлегендә лә ҙур роль уйнауына инандыҡ. Беҙҙең гәзит тә күктәге йондоҙ кеүек кемдәргәлер тормош һуҡмағында аҙашмаҫҡа, тура юл табырға ярҙам итһен, шулай уҡ гәзитебеҙ ҙә күк йөҙөндә һәр ваҡыт балҡыһын тип «Йондоҙ» исемендә туҡталдыҡ, — тип һөйләй Азат Рафиҡ улы гәзиткә атама биреүҙәре хаҡында.
«Йондоҙ»ҙоң тәүге һаны 2013 йылдың 3 авгусында А4 форматында төҫлө 8 битлек итеп нәшер ителә.
— Типографиянан әҙер гәзитте барып алғас, гәзит беҙ уйлағансараҡ булмауы асыҡланды, йәғни 8 битлек баҫмабыҙҙың өҫкө яҡтары ҡырҡылмаған ине. Шулай ҙа әҙер гәзитте район буйлап таратырға сыҡтыҡ. Беренсе һанды Байым магазинында ҡалдырып, Ташбулатҡа килеп етеүебеҙгә Айгиз Ғабдуллин шылтыратып, гәзиттең халыҡҡа ҙур файҙа килтерәсәген ышаныслы дәлилләп, дәртләндереп ебәрҙе, тик форматтың бер аҙ уңайһыҙыраҡ булыуын әйтте, – тип хәтерләй ун йыл элек булған ваҡиғаны Азат.
Көмөшбаевтар үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң, «Йондоҙ»ҙо А4 форматындағы 8 бит урынына А3 форматында 4 битлек итеп сығарырға хәл итәләр.
Һуңғараҡ гәзиттең түләүле 8 битлек вариантын да булдырып, уны Әбйәлилдә һәм өлөшләтә Баймаҡ районында ла таратып, һатыуға ҡуялар.
— Түләүле вариантында реклама ҡуймайынса, файҙалы кәңәштәр, хикәйәләр, сканвордтар баҫабыҙ. Аллаға шөкөр, күптәр шылтыратып, шулай уҡ осрашҡан ваҡыттарҙа гәзиттән үҙҙәренә ниндәйҙер файҙалы кәңәш алыуҙарын әйтәләр. Кешеләрҙән гәзитебеҙ тураһында шундай фекерҙәр ишетеп торғас, тырышлығыбыҙ бушҡа түгел, тип ҡыуанабыҙ, — ти Көмөшбаевтар. 
Гәзитте тулы төҫтә баҫтырыу ныҡ ҡыйбатҡа төшкәс, һуңғараҡ ҡара менән күктән торған ике төҫлөгә ҡалдыралар, был да үҙ-үҙен аҡламағас, ҡара төҫлө итеп кенә баҫтырыуға күсәләр.
— Баҫмабыҙ уҡымлы булһын өсөн гәзиткә урындағы авторҙарҙың хикәйәләрен ҡуйып, һынап ҡараныҡ. Иң беренсе хикәйә Хәлилдән Флүрә Низамованың «Тауыҡ һурпаһы» ине, — ти Азат.
Хикәйәләр гәзиткә иғтибарҙы бермә-бер арттырыуын күргәс, авторҙарҙы йәлеп итеү өсөн «Йондоҙ балҡышы» исемле хикәйәләр конкурсы иғлан итәләр. Ижади кешеләрҙе ижадҡа ылыҡтырыу, башҡорт теленә иғтибарҙы арттырыу маҡсатында ойошторолған был  бәйге быйыл дүртенсе тапҡыр уҙғарылған.
«Йондоҙ» гәзите сыға башлауға ун йыл тулыу уңайынан Ҡушый ауылы клубында сара ойошторолдо. Нәҡ ошо кисәлә хикәйәләр конкурсы еңеүселәре лә билдәләнде. Быйыл конкурсҡа бөтәһе 13 автор 15 әҫәр тәҡдим иткән. Хикәйәләрҙе Венер Исхаҡов, Гөлназ Ҡотоева һәм Тәнзилә Дәүләтбирҙинанан торған мәртәбәле жюри баһалаған.
Беренсе урынды «Урсула» хикәйәһе менән Нәсимә Ғайсина алды. Икенсе урын Гөлшат Әхмәтҡужина менән Ринат Шәйбәковҡа бирелде. Өсөнсө урынды Зөһрә Бәшәрова менән Сәфинә Хәкимова бүлеште. Фәрзәнә Хамматова, Сулпан Әҡсәнова һәм Баймаҡ районынан Рәйсә Иҫәнбаева менән Әнүзә Мәжитова лауреат исемен алды. Уларҙың барыһын да Көмөшбаевтар бүләктәр һәм дипломдар менән бүләкләне.
Гәзиттең юбилей кисәһендә ҡатнашыусылар — Азат Рафиҡ улының әсәһе Зәйтүнә апай Көмөшбаева, тәүге уҡытыусыһы Гөлсирә Ишбирҙина, алыҫ араларҙы яҡынайтып Өфөнән килгән «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәре, журналист Инсаф Хужабиргәнов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының штат-тан тыш хеҙмәткәре Ислам Ирғәлин, «Осҡон» гәзитенең элекке мөхәррире Самат Фәйзуллин ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр. Абруйлы сәсәниә Вәсилә апай Садиҡова, Баймаҡ районынан Әнүзә Мәжитова, Рәйсә Иҫәнбаева, Ә. Әхмәтҡужин исемендәге «Йәйғор» ойошмаһы ағзалары Фәнүзә Биктимерова, Нәсимә Ғайсина, Зөһрә Бәшәрова, Фәрзәнә Хамматова, Сулпан Әҡсәнова, Магнитогорскиҙың «Аҡ ҡауырһын» әҙәби берекмәһе етәксеһе Сәфинә Хәкимова, ауылдаштары һәм класташтары ҡотланы, изге теләктәрен һәм бүләктәрен тапшырҙы.
Ауылдаштары Рәмзиә һәм Азат Көмөшбаевтарға йәмәғәт эштәрендә әүҙемлектәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне. Белеүебеҙсә, Көмөшбаевтар Ҡушыйҙа мәсет төҙөүҙә әүҙем ҡатнаштылар. Азат Рафиҡ улы ошо иман йортонда имам вазифаһын да башҡара.
Һәр кемдең күңеленә хуш килгән юбилей һәм әҙәби конкурс сараһын ойоштороуға һәм юғары кимәлдә уҙғарыуға клуб мөдире Фәнүзә Дәүләтова күп көс һалған. Клуб янында эшләп килгән «Йондоҙ» вокаль ансамбленең, Ә. Һырлыбаева-ның һәм Н. Мирасбаеваның сығыштары байрамға сағыу йәм өҫтәне.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Автор:
Читайте нас