Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Март 2024, 05:45

3 март – Бөтә донъя яҙыусылар көнө

Һеҙ китаптар уҡырға яратаһығыҙмы? Һуңғы араларҙа кемдәрҙең әҫәрҙәрен яратып уҡынығыҙ? 

3 март – Бөтә донъя яҙыусылар көнө3 март – Бөтә донъя яҙыусылар көнө
3 март – Бөтә донъя яҙыусылар көнө

Был дата 1986 йылда Халыҡ-ара яҙыусылар клубының 12 – 18 ғинуарында уҙғарылған 48-се конгресы ҡарары менән ойошторола. Яҙыусылыҡ эшенең мөһимлеген, йәмғиәттә тотҡан урынын күрһәтеү маҡсаты менән тәҡдим ителгән был көн әҙәбиәттәрҙе, мәҙәниәттәрҙе берләштерә.
Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы, шулай уҡ райондарҙа эшләп килгән урындағы әҙәби ойошмалар ҙа был көндө байрам итеп ҡабул итә.
Әҙәбиәт һәм йәмғиәт үҫеше айырылғыһыҙ. Һүҙ көсө һәр заманда мөһим.

Башҡорт әҙәбиәтенең сәсәндәр-йырауҙар ижадынан алып бөгөнгө заман әҙәбиәтенә тиклемге тарихы бик бай. Һәр ижадсы үҙ заманының вәкиле булараҡ үҙ һүҙен әйтә.
Башҡортостанда яҙыусыларҙың ижади хеҙмәтен баһалау маҡсатында дәүләт наградалары, әҙәби премиялар булдырылған, фестивалдәр, юбилей даталары үткәрелә. Башҡортостан Республикаһың Милли әҙәбиәт музейы, Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана милли әҙәбиәттең фондын һаҡлау, үҫтереү буйынса ҙур эш алып бара.
Йәш өмөтлө ҡәләм тибрәтеүселәрҙе табыу, үҫтереү йәһәтенән дә конкурстар, әҙәби осрашыуҙар ойошторола. З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Йәш тауыштар» серияһы менән йәштәрҙең тәүге китаптары баҫтырыла.

Автор:
Читайте нас