Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Март 2024, 14:55

Гран-При - Рәзилә Ҡотлогилдинала!

Яҙҙың тәүге көнөндә Тәтешле районында Башҡортостандың  халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың ижадына арналған ҙур байрам - «Күрҙем шишмәләре» тип аталған шиғриәт фестивале үтте.

Гран-При - Рәзилә Ҡотлогилдинала!Гран-При - Рәзилә Ҡотлогилдинала!
Гран-При - Рәзилә Ҡотлогилдинала!

 

Яҙҙың тәүге көнөндә Тәтешле районында башҡорт халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың ижадына арналған ҙур байрам - «Күрҙем шишмәләре» тип аталған шиғриәт фестивале үтте.
Шиғри бәйгелә ҡалабыҙҙың Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапханаһының әйҙәүсе белгесе Рәзилә Ҡотлогилдина ҡатнашты. Ул үҙе ижад иткән шиғыры менән сығыш яһаны. Республиканың билдәле шәхестәре ингән жюри Рәзилә Фәтиховнаның сығышын юғары баһаланы, һөҙөмтәлә яҡташыбыҙ мәртәбәле конкурстың еңеүсеһе тип танылды, гран-при яуланы һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды.
Рәзилә Фәтиховна әйтеүенсә, быйыл конкурста 113 кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 68-е икенсе турға үткән. Әйткәндәй, фестивалдә иң йәш ҡатнашыусыға ете генә йәш булһа, иң олоһона - 85 йәш. Тимәк, Ә. Атнабаевтың ижады өлкәндәргә лә, йәш быуынға ла яҡын.
«Күрҙем шишмәләре» шиғриәт фестивале 2007 йылдан уҙғарыла, ә 2017 йылдан асыҡ район фестивале статусын ала, шуға күрә йыл һайын был сараның географияһы киңәйә. 2023 йылда БР мәҙәниәт министрлығы ҡарары менән фестиваль республиканың төп саралары исемлегенә индерелде.
Үрге Тәтешле ауылында конкурс-фестиваль барышында Әнғәм Атнабаев һәйкәлен асыу тантанаһы ла үтте.
Рәзилә Фәтих ҡыҙын ижади ярышта еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ, яңы бейеклектәрҙе яулау өсөн илһам, һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ!
Лия ҒӘЛИНА.
Фото Р.Ҡотлогилдина архивынан.

"Көнгәк" гәзитенән.

Гран-При - Рәзилә Ҡотлогилдинала!
Гран-При - Рәзилә Ҡотлогилдинала!
Гран-При - Рәзилә Ҡотлогилдинала!
Гран-При - Рәзилә Ҡотлогилдинала!
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас