Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Март 2024, 06:04

Ике ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ (1)

Янына барып танышырғамы? Кем итеп үҙен танытырға тейеш? Ҡатынлы ир менән нимәгә уға бындай танышыу?

Ике ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ  (1)Ике ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ  (1)
Ике ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ (1)

Фәиз ХАРРАСОВ

Ике ғүмер

Повесть

1

Осраҡлы осратыу

Илдар уны көтмәгәндә генә рәттәр араһында аңғарып ҡалды. Айдинә баҙарҙа балалар кейем-һалымы ҡараштырып тора ине. Тап ул икәненә бер тамсы ла шикләнмәй ир. Байтаҡ йылдар уҙыуы үҙ эҙен ҡалдырған, әлбиттә, шулай ҙа Илдар Айдинәне меңдәр араһынан таныясаҡ. Хатта үҙен фотонан ғына бер нисә тапҡыр күргәне булһа ла. Илдар ҡаушап ҡалды, йөрәге ярһып тибә башланы. Уның дөп-дөп тибеүе хатта эргә-тирәләге шау-шыуҙы тулыһынса ҡаплап алды. Бер ни ишетмәҫ булды. Аяҡтары ергә һеңеп ҡалдымы ни, аҙым да эшләй алманы. Күҙҙәре Айдинәнән башҡаларҙы күрмәне лә. Ләкин шунда уҡ ҡатынға барып һүҙ ҡушырға баҙнат итмәне. Ситтән генә шымсылай күҙәтеп ҡалды.
Айдинә үҙенең иғтибар аҫтында ҡалыуын һиҙмәне. Хәйер, нисек белһен, ул Илдар менән таныш та түгел бит. Илдар иһә үҙ йомоштарын онотоп, бер ни тиклем ара ҡалдырып, һиҙҙермәй генә уның артынан бара бирҙе. Ҡатын күпмелер ваҡыт ул-был нәмәләр алыштырып йөрөнө лә, ҡорһағын апаруҡ тултырып өлгөргән моҡсайын бер ҡулынан икенсеһенә күсерештереп, һил аҙымдар менән баҙарҙан сығып, урам буйлап китте. Туҡталышта ул туҡтаманы, ары атланы. Артыҡ хафалы уйҙар борсомағанлығы йөҙөнә яҙылған, тыныс. Үҙенең гармониялы эске кисерештәре менән килешеп йәшәйҙер, тигән һығымта яһап ҡуйҙы Илдар. Ҡабаланмағаны күренеп тора. Саф һауа һулап, иркә елгә сәстәрен тирбәлдереп бара бирҙе.
Тәбиғәттең йәйҙән көҙгә күскән мәле. Сыуаҡ көндәр тора. Ҡояш, эҫелеген бер аҙ һүлпәнәйтеп, оҙонайып киткән нурҙарын мул һибә. Ағастарҙа япраҡтар төрлө төҫтәргә мансыла ла башлаған.
Айдинә оҙон ғына күп ҡатлы йорттоң асыҡ торған ишегенән подъезға инеп китте. Дөйөм ятаҡтыр, күрәһең. Илдар эргәләге ағас төбөндә күпмелер ваҡыт тапанып торҙо әле. Ҡабат сыҡмаҫмы ҡатынҡай? Үҙе йәшәйме бында, әллә берәйһенә ҡунаҡҡа килдеме? Тормоштамы, балаһы бармы? Юғиһә, кем өсөн бәләкәстәр өсөн әйберҙәр алды? Ҡасандан бирле ҡалаға күсенеп килгән? Илдарҙың мейеһен меңләгән һорауҙар телгеләне. Ҡайһылай итеп уларға яуаптар табырға? Инеп, ятаҡтағыларҙан белештереп ҡарарғамы? Нисәнсе бүлмәлә йәшәгәнен белмәй. Хәйер, күрше күршенең кем икәнлеген дә белмәгән заманда йәшәйбеҙ. Икенсенән, иҫәргә йә иһә, тәүбә, маньякка һанаясаҡтар. Үҙенә лә еткереүҙәре ихтимал. Әлегә үҙен танытҡыһы ла килмәй Илдарҙың. Ниндәй ҡиәфәттә килеп баҫасаҡ ул Айдинәнең алдына? Был осраҡта ҡатын уны урап ҡына үтәсәк.
Күпме торғандыр аңдып Илдар, ваҡыт иҫәбен юғалтҡан ине ул. Айдинә бүтән күренмәне. Яйлап айыҡ аҡыл менән фекерләү ҡеүәте ҡайтты. Башын ярып барған һорауҙарына яуап таба алмай, башын эйеп ҡабаттан баҙар яғына ыңғайланы. Йомоштарын теүәлләйһе бар ҙа баһа. Өйгә нисек буш ҡул менән ҡайтып инмәк кәрәк? Нургизәгә ни тип әйтәсәк?
Осраҡлыҡтар осраҡлы булмай, тиҙәр. Был осрашыу уға яҙмыш тарафынан тиккә бирелмәгәнен аңлай Илдар. Әммә бынан һуң тормошо ҡырҡа үҙгәререн бар булмышы менән белеп тора ине ул.

Бер булғас, икенсегә лә буласаҡ

– Илдар Әғзәмович, кабелде тоташтырып ҡуйҙым. Сымды тоҡандырһаң да була, – тине Вил, ҡулдарын ыуғылап.
Ләкин мастерҙың уны ишетмәй, бер нөктәгә төбәлеп ултырыуҙы дауам итеүен күреп, һүҙен ҡабатланы. Илдар һаман ҡыбырламағас, Вил үҙе барып нөктәгә баҫырға мәжбүр булды. Бер килке етәксеһенә ҡарап торҙо ла өндәшмәй булдыра алманы.
– Илдар Әғзәмович, һуңғы арала ни булды ул һиңә? Уйҙарыңа сумып, борсолоп тик йөрөйһөң? Әйткәнде лә ишетмәйһең. Эштә лә тарҡау булып киттең. Өйҙә бер-бер хәл булдымы әллә? – тип эргәһенә килеп ултырҙы ла тәмәке ҡабыҙҙы.
Илдар ҡарашын ситкә борҙо.
– Бер нәмә лә булманы.
– Бер нәмә лә булмаһа, кеше улай ҡыланмай. Үткән юлы сымдарҙы бутап тоташтырып, тотош станцияны утһыҙ ҡалдыра яҙҙың. Ярай, ваҡытында күреп ҡалдыҡ. Был һиңә бөтөнләй оҡшамаған. – Вил үҙенекен тылҡыны.
– Юҡ, барыһы ла яҡшы. – Илдар хеҙмәткәренең төпсөнөүенән ҡотолорға теләп, тороп ниндәйҙер эшкә тотондо.
– Нәҡ проблемаға юлыҡҡанда, ғәҙәттә, шулай тиҙәр. Кемде алдарға уйлайһың? – Вил иһә уның артынан эйәрҙе.
Илдар, әллә әйтергә лә ҡуйырғамы, тип икеләнеп ҡалды.
– Әлегә әйтә алмайым, – тип эше менән булышыуын белде.
Вилдең йөҙөн ҡара болот ҡапланы. Ҡабаланып Илдар эргәһенә килеп баҫты.
– Нимә, әллә берәй финанс ҡыйынлыҡтарға юлыҡтығыҙмы? Бандиттар янаймы? Интернеттан уҡыған бар, ҙур бурыстарың булһа, коллекторҙар нимә генә тип ҡурҡытмайҙар, тип яҙалар. Улар алдында бер ниндәй ҙә закон юҡ был осраҡта. – Вилде инде туҡтатып булмай ине.
Илдар эшенән арынып, уға ҡараны.
– Нимә һөйләйһең һин?! Бөтөнләй улай түгел! Бөтөнләй...
– Улайһа, ниңә әйтмәйһең? – Вил тамам аптырап ҡалды.
– Әлегә ваҡыт түгел. – Илдар киренән инструментын ҡулына алды. – Ярай, эш күп. Эш менән булайыҡ.
Вилгә, йыраҡтараҡ йөрөп торһон тип, башҡа эш ҡушты. Уға буйһоноуҙан башҡа әмәл ҡалманы. Етәксе етәксе инде, уның һүҙен үтәмәйенсә булмай.
Өйөндә лә Илдарҙы ошоға оҡшаш һөйләшеү көтә ине.
– Илдар, эштә ҡатмарлыҡтармы? Ни өсөндөр һуңғы көндәрҙә өндәшмәҫ, уйсанға әйләндең әле ул. Балтаң һыуға төшкәндәй йөрөйһөң, – Нургизә өҫтәлгә аш-һыу ултыртҡан ыңғайға өндәште.
“Булһа, була бит ул бер ыңғайға бер көндә”, – тип уфтанып ҡуйҙы Илдар, эштән ҡайтҡандан һуң кейемен алыштырып торғанында. Атаһы шулай тип әйтә торған ине. Тормош быны бер тапҡыр ғына иҫбатламаны.
Тимер юлда эшләй Илдар. Быға тиклем Яңы Абҙаҡ станцияһында элемтәсе ине. Үҙ эшен яҡшы белгәнен, хеҙмәтен намыҫлы, урын-еренә еткереп башҡарғанын еткселәр күрмәй ҡалманы, әлбиттә. Һәм күп тә көттөрмәй карьера буйлап үрләтеү тәҡдимен алды. Тик был вазифа Белорет ҡалаһында ине. Эштән фатир ҙа бирәләр. Көн дә йөрөп эшләгәнсе тип, Нургизә менән кәңәшләшкәс, ата-әсәләре лә ҡаршы килмәгәс, оҙаҡ уйлап тормай, ҡалаға күсенеп килделәр. Тиҙ арала кәләше лә өй янындағы мәктәпкә уҡытыусы булып урынлашты. Шулай итеп, бер йыл инде Белоретта торалар.
– Әй, бар инде шунда, – тигән булды Илдар, ҡулын һелтәп.
– Ниңә минең хәлдәрҙе һорашмайһың? – Нургизә, сәй яһап, ҡаршыһына килеп ултырҙы.
– Ниндәйҙер яңылығың бармы? – Илдар һағайып ҡалды.
– Юҡ та... Быға тиклем бит пар күгәрсендәр ише гөрләшә инек. Хәҙер һинән бер ауыҙ һүҙ тартып алып булмай.
– Иғтибар итмә. Үтеп китә ул, – тиеү менән сикләнде Илдар.
Нургизә, ысынлап та, был юлға эште ҙурға алманы, шикелле, көндәге хәл-ваҡиғаларын һөйләп китте. Илдар еңел һулап ҡуйҙы, бөгөнгә ҡотолоп ҡалды. Әммә былай дауам итһә, аңлатыуҙы талап итәсәк. Шиге юҡ, мотлаҡ рәүештә. Тик әлегә мәсьәләне нисек хәл итергә икәнен күҙ алдына килтерә алмай ул. Йомғаҡтың осо күренмәй. Төндәрен уйланып, йоҡлай алмай ятҡанында башы тубалдай була. Әйләнеп-тулғанып ятҡаны өсөн бер нисә тапҡыр Нургизәнән шелтә алып та өлгөрҙө.
Айдинә ҡалала, теге юлы инеп киткән йортта йәшәйме икән? Яңғыҙмы? Ҡайҙа эшләй? Ҡайһылай итеп тормошо тураһында белергә? Хәйер, белергә кәрәкме? Әллә бөтөнләй осратмағандай ҡалдырырғамы хәлде, оноторғамы? Тормошона ҡыҫылмаҫҡамы? Нисек булған, барыһын шул килеш ҡалдырырғамы? Үҙе ғаиләле кеше, ә башҡаның тормошона инергә тора. Килешә торған эш түгел һис тә. Әммә выждан ғазабы тигән тойғо күңелен эй өйкәй. Үҙеңде ғәйепле һанағанда гелән шулай булалыр... Илдар үҙен әллә күпме сатлы юл алдында торғандай хис итте. Ҡайһыһынан атлаһаң, дөрөҫ булыр? Әллә боролоп, кире китергәме? Кемдән кәңәш һорап ҡарарға?
Был эштә үҙенең яңғыҙ икәнлеген аңлай Илдар. Яуапты – дөрөҫмө ул, юҡмы – үҙе генә табырға тейеш.

Юлынан киткән боролмаҫ

Күҙәтеүҙәрен дауам итергә булды. Эштә тотҡарланырға тура килер, тигән һылтау менән кистәрен барып торҙо таныш ағас төбөнә. Быға тиклем Нургизәгә алдашҡаны юҡ ине. Аҫтыртын ҡылыҡтар яһағанын аңлап, үҙен ҡатыны алдында ғәйепле һанаһа ла, бүтән сара күрмәне әлегә. Ләкин бер нисә тапҡыр йорт мөйөшөндә тапанып тороуҙары һөҙөмтә бирмәне. Ямғырға эләгеп, тотошлай һыуланып та ҡайтҡаны булды.
– Абау, был ни хәл? – тип ғәжәпләнеп ҡаршы алды Нургизә.
Илдар яуап әҙерләп ҡуйғайны.
– Эш кейемен алыштырып, инде ҡайтырға торғанда саҡырып ебәрҙеләр. Сисенеп торорға ваҡыт юҡ ине. Ямғыр аҫтында эшләргә тура килде, – тине күҙҙәрен йәшереп.
Сираттағы ял көнөндә, дуҫҡа күсенергә ярҙам итешергә кәрәк, тигән булып өйөнән сығып тайҙы. Көҙ, йәйбикәне эткеләп сығарып, тәбиғәткә тамам хужа булып алған саҡ. Илдар уйҙарына бирелеп йөрөп, япраҡтарҙың һарғайышып өлгөргәнен дә күрмәгән. Тиктормаҫ ел рәхәтләнеп улар менән шаяра, ана. Йәйгеһен күктән төшмәгән ҡоштар ағас ботаҡтарында моңайышып ултыра. Берәүҙәре, тиҙҙән тыуған яҡтар менән хушлашырға тура килә, тип бойоҡһа, икенселәре түҙеп торғоһоҙ һыуыҡтар яҡынлашыуын аңлайҙыр. Ҡояштың да йылмайыуы көндән-көн һүлпәнәйә бара. Тоноҡланып ҡалған һауала үрмәксе ауҙары осҡолай. Күҙҙәрҙе ҡамаштырыр хозур ҙа, күңелдең нескә ҡылдарын тирбәлдерер моңһоу ҙа мәл.
Нимә тип, ниндәй маҡсат менән йөрөй ул шымсы рәүешендә? Айдинә ысынлап та йәшәй икән, ти, был йортта, артабан ни эшләргә тейеш Илдар? Янына барып танышырғамы? Кем итеп үҙен танытырға тейеш? Ҡатынлы ир менән нимәгә уға бындай танышыу?
Тағы яуапһыҙ һорауҙар... Әммә күңеле барыбер шул яҡҡа әйҙәй, аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре шул яҡҡа атлай бит.
Тиккә килмәгән икән был юлы. Оҙаҡ та торманы, подъездан Айдинә күренде. Телефондан кем менәндер һөйләшә-һөйләшә ҡаршылағы магазинға ыңғайланы. Тимәк, йә йәшәйҙер был йортта, йә ҡунаҡҡа йыш киләлер. Ҡайтырмы бында, тип Илдар урынынан ҡуҙғалманы. Минуттар сәғәттәй һуҙылды. Артынан йүгерерҙәй булып, ағасҡа бәйләнгән аттай, тыпырсынып тора бирҙе. Айдинә бер аҙҙан пакет тотоп, бер ни һиҙенмәй, киткән юлынан кире ҡайтты. Фаразы дөрөҫкә сыға, тимәк, Илдарҙың. Тик бөгөн дә оялсан малайҙай янына барырға баҙнат итмәйсә, урынында тороп ҡалды. Юҡ, былай ҡалдырырға ярамай. Ниндәйҙер ҡарарға килергә кәрәк. Үҙеңде билдәһеҙлектә ыҙалатып, был эште оҙаҡҡа һуҙыу яҙыҡ булыр ул.
Ләкин тормош үҙенсә хәл итә. Ул һинең уй-ниәттәрең менән иҫәпләшмәй. Уйламаған яҡтан килтереп һуға йә көтмәгәндә иркәләтеп һыйпап ала. Бындай хәл ете ятып, бер төшөңә инмәгәнгә күрә шаңҡып ҡалаһың. Мин шулайтам, мин былайтам тип йөрөгәнеңдә юлыңды, күрер офоҡтарыңды бутай, йүнәлеште ҡырҡа үҙгәртә. Һәм, үкенескәме-юҡмы, уға буйһонмай хәлең юҡ.
Илдар сираттағы тапҡыр Айдинәне көтөп тора ине. Был юлы мотлаҡ барып күрешәм, тигән һүҙ менән килгәйне. Ул-был яҡҡа йөрөштөргөләгәнендә телефоны тауыш бирҙе.
– Тыңлайым.
– Ә мин һөйләйем, – тип шаяртты класташы Ғәзим.
– Ни булды? – Туплаған иғтибарын юғалтмаҫҡа тырышты Илдар.
– Нимәләр булғанын Хоҙайҙан һора, – тип мәрәкәләне күп һөйләргә яратҡан Ғәзим, – ә мин һиңә бына нимә әйтергә йыйынам. Беләһеңме...
– Йә, әйтә һал йомошоңдо, – Илдар һүҙҙе ҡыҫҡа тоторға теләп, әңгәмәсеһен бүлдерҙе.
– Тр-р-р, малҡай! Мин һиңә онотҡанда бер шылтыратам, ә һин үрәпсеп маташаһың.
– Ҡабалан эш бар.
Һүҙгә әүрәп Айдинәне аңғармай ҙа ҡалған Илдар. Йәнәшәһенән үтеп бара. Дүрт-биш йәштәрҙәге ҡыҙҙы етәкләп алған. Үҙ-ара ниҙер һөйләшәләр. Тапҡырына уҡ килеп еткәстәр, тауыштары ап-асыҡ ишетелде.
– Әсәй, ә беҙ бөгөн гербарий эшләргә өйрәндек.
– Шулаймы ни?! – Әсәй кеше аптырағандай итте.
– Мин саған япраҡтарынан яһаным. – Ҡыҙыҡай тәтелдәне. – Миңә саған япраҡтары бик оҡшай.
– Эй, уңғанымды минең. Белгәс, миңә лә эшләп бирерһең, йәме, ҡыҙым?
Ҡыҙ менән әсә етәкләшеп Илдарҙың эргәһенән үтеп киттеләр. Ирҙең ҡулынан телефоны төшөп китә яҙҙы. Ток һуҡтымы ни. «Әсәй», ти ҙә баһа бала. Ысынлап та, ҡыҙыҡай Айдинәнең кескәй күсермәһе бит. Хатта атлап йөрөшөнә тиклем – һуйған да ҡаплаған.
– Илдар, Илдар, тим, ҡайҙа булдың? Ниңә өндәшмәйһең? – Бәйләнештең икенсе осонан уны саҡырған тауыш ишетелде. – Телеңде йоттоңмо әллә?
Илдар һушына килде.
– Ә, нимә тиһең? – Һөйләшеүҙәре иҫенән юйылып сыҡҡайны.
– Һорау бирҙем дәһә. – Ғәзимдең асыулы тауышы ишетелә башланы.
– Ярай, аҙаҡ һөйләшербеҙ.
Илдар телефонын һүндерҙе лә тротуар буйындағы ҡоймаға сүгеп ултырҙы. Бына һиңә мә... Тәүҙә Айдинә, унан һуң ҡыҙы... Һыйлағанда һыу булһа ла эс, тигәндәй, һуңғы арала яҙмыш уйламаған нәмәләр менән һыйлай уны.

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас