Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Март 2024, 02:58

Ике ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ (2)

– Ярҙам итерен белһәм, ут өҫтөнән булһа ла йүгереп барыр инем, ҡәҙерлем.

Ике ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ (2)Ике ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ (2)
Ике ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ (2)

Фәиз ХАРРАСОВ

Ике ғүмер

Повесть

2

“Ҡара уны”

Эш көнө башланыу менән Илдарҙы етәксеһе саҡырҙы. Бригадала уны “Ҡара уны” тип йөрөтәләр. Ошо һүҙҙәрҙе ҡабатларға яратҡанға шундай ҡушамат таҡҡандар үҙенә. Кабинетҡа инеү менән йөҙөнә ҡараны, йыйырылған ҡаштарын күреп, һөйләшеүҙең етди буласағына төшөндө мастер.
– Илдар, бына нәмә әле ул, киләһе аҙнала комиссия килеүе көтөлә. Үҙең беләһең, көнөн аныҡ әйтмәйҙәр. Уларҙың килеүенә станцияның тотороҡло эшләүен тәьмин итергә тейешбеҙ. – Күрешкәс тә төп темаға күсте Рауил Камилович.
– Аңлашылды. Борсолмағыҙ. Эшләрбеҙ. Булыр, – тине лә Илдар кире ишеккә табан боролдо.
– Ҡайҙа ашығаһың? Китергә рөхсәт бирмәнем дәһә. Ҡара һин уны, – Рауил Камилович ҡәтғи өндәште.
Илдарға тәҡдим ителгән ултырғысҡа ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы.
– Ә ни өсөн ниҙәр эшләргә кәрәклеген һорашмайһың? Инструмент-техниканан бер нәмә лә кәрәкмәйме? Әллә участкаңда барыһы ла ялтырап торамы? – Етәксе ҡырыҫ ҡарашын хеҙмәткәренә төбәне.
– Юҡ та... – Илдар ҡапылғара ыҡ-мыҡ итте. – Шул кәрәк, быныһы талап ителә, тиеп һорашһаң да, башҡа участкала әле, юҡ, булмай, тигән яуап ишетергә тура килә бит барыбер.
– Ҡара һин уны, ниндәй әҙәпһеҙ табылған. Ҡайһы арала ҡыйыуланып өлгөрҙөң әле? – Рауил Камилович бындай яуап көтмәгәйне, ахыры, йөҙөн баянан да ҡарараҡ һөрөм баҫты.
– Бары тик дөрөҫөн әйттем, – Илдар, ни булһа ла булыр тип, бер башлағас, шул юҫыҡта дауам итте.
– Уныһы шулай ҙа... – Етәксе көтмәгәндә килешеп ҡуйҙы ла, өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙҙарға ҡараған булып, ҡарашын ситкә йәшерҙе.
Илдар нимәләргә мохтажлыҡ кисергәндәрен һанап ишеттерҙе.
– Ярҙам итербеҙ. Тик һеҙ ҙә уңайһыҙ хәлгә ҡуймағыҙ. Бер һерәйеп торған болт, бер өҙөлөп бәлкелдәп торған сым булырға тейеш түгел. Комиссия алдында “икеле”гә уҡыған уҡыусы ишеләй ҡыҙарып, аҡланып торорға ҡушмаһын, ҡара һин уны.
– Борсолмағыҙ, Рауил Камилович, – тине Илдар ышаныслы итеп.
– Борсолорға тура килә шул. Һуңғы ваҡытта һынатаһың. Эшкә ҡарата илке-һалҡы ҡалғаныңды күрше участкала ла күреп өлгөргәндәр. – Етәксе, артабан һүҙҙе ни рәүешле дауам итергә типме, өндәшмәй ултырҙы.
Илдар башын эйҙе. Был да бер үк балыҡ башын сәйнәй, тип уйлап ҡуйҙы.
– Әйҙә кешеләрсә, ирҙәрсә туранан-тура һөйләшеп алайыҡ, булмаһа. Күреп торам бит, шәхси тормошта проблемаларың. Сәбәбе бала таба алмауығыҙҙалыр. – Бүлдереп ҡуймаһын, тигәндәй, Рауил Камилович ҡабаланып һөйләй башланы. – Бындай хәл минең өсөн таныш. Үҙем юлыҡмаһам да, һеңлем Әсмәгә бирелде был яҙмыш һынауы. Йәш саҡтарында ниҙәр генә эшләп ҡараманылар, ҡайҙа ғына барманылар, өшкөрөүсе-күрәҙәселәре лә ҡалманы. Бына ул һуңғы күрешкәнебеҙҙә, иҫтәлектәргә бирелеп, ошо теманы ҡабат теленә алды.
“Хәҙер йәштәргә өмөт бар. Бала таба алмаһа, эко, йә булмаһа, яһалма аталандырыуҙы эшләтә алалар. Ә беҙҙең ваҡытта ундай нәмәләр булманы, һәм, беҙ теләһәк тә, әллә күпме дауаланһаҡ та, ауырға ҡала алманыҡ. Ошо эко тигәндәре ниңә беҙ йәш саҡта булманы икән? Ирҙең туғандары, нишләп берәй малай табып бирмәйһең, үҙеңә иптәш булыр ине, тип әллә күпме ҡаңғырттылар. Аналыҡтан тыш йөклөлөктән һуң ауырға ҡала алманым. Ир ҙә әҙерәк ҡаҡҡылап алды, бала табырға ла эшкинмәйһең, тип һөйләнде. Эй шул саҡтағы илауҙарым... Хәҙер, олоғайғас ҡына, өндәшмәй. Тәүге никахтан ҡыҙым бар әлдә. Хәҙер кейәүҙә, ейәндәрҙе ҡарашабыҙ. “Олатай” тип тегеләре эргәһендә йүгереп йөрөй. Ярата үҙҙәрен. Бына шул ваҡытта эко булһа, донъяһын һатып булһа ла берәй бала таптырыр ине. Айырылышайыҡ, башҡаны алһаң, бала табып бирер, тигәндәремдә үҙе теләмәне, мин һине айырыр өсөн алманым, тип яуапланы. Ҡайһы саҡ, һуңғараҡ тыумағанмын шул, тип уйлап ҡуям. Хоҙай теләгәнгә бирмәй, эскесе, уйнаш, кәкүк әҙәмдәргә “мә” тип килтереп биреп кенә тора. Донъяның тигеҙһеҙлеге...”
Һүҙмә-һүҙ еткермәһәм дә, ошо мәғәнәлә һөйләне Әсмә. Ә һеҙ – йәштәр. Әйҙә, тикшерелегеҙ, дауаланығыҙ, төрлөһөн ҡыландырып ҡарағыҙ. Бик булмаһа, балалар йортона барырға була.
Башҡаһын ишетмәне Илдар. Баш ҡағып ҡына ултырҙы. Илдарҙың ниндәй утта янғанын белмәй тороп, ниңә бөтәһе лә, етмәһә, дөрөҫ булмаған үҙ уйҙарын тағалар ул уға? Үҙҙәре өлгө булмайса тороп, ниңә башҡаларға аҡыл ултыртып, өйрәтеп маташалар икән? Етмәһә, шул рәүешле үҙҙәрен кәңәшсе, хатта ҡотҡарыусы тип иҫәпләп йөрөйҙәр.
– Һөйләп бөттөгөҙмө? Китергә мөмкинме? – урынынан ҡуҙғалды Илдар.
– Ҡара һин уны, ыштубы комиссияның беҙҙең эшкә бер шелтәһе булмаһын, – тип иҫкәртеп ҡуйырға онотманы Рауил Камилович һүҙ һуңында.

Оҙонораҡ юл

Нургизә менән сығарылыш класта уҡығандарында танышты Илдар. Берҙәм дәүләт имтиханының тәүгеһен тапшырырға барғанда уҡ аңғарып ҡуйғайны ҡыҙҙы. Кабинет төбөндә саҡырғандарын көтөп торғанда уның ваҡ ҡағыҙ киҫәктәрен ҡараштырғылағанын ҡыҙыҡ күргәйне: “Бөгөнгө заманда ла, тикшереүҙәр видеокүҙәтеү аҫтында уҙғанда, шпаргалка әҙерләүселәр бар икән?” – тигәнерәк булды беренсе уйы. Етмәһә, шпаргалка ҡулланғанда тотолһаң, имтихандан сығарып ебәрәләр бит.
Икенсе имтиханға килгәндә лә шул уҡ картинаны күҙәткәндә түҙмәне Илдар, ҡыҙҙың үҙенән һорарға булды.
– Ә шпаргалкаларҙы ҡулланып буламы һуң?
Үҙенә һүҙ ҡушыуҙы көтмәгән Нургизә Илдарҙың һорауына аптырап ҡалды, шикелле, өндәшмәй торҙо. Ҡағыҙҙы йомарлап усына йомғас:
– Ә мин уларҙы имтиханда ҡулланыр өсөн эшләмәйем, – тине. – Ғөмүмән, мин имтихандарҙы намыҫлы, үҙем тапшырырға өйрәнгәнмен, – тип өҫтәне, ирендәрен турһайтып.
Илдарға был яуап икеләтә ҡыҙыҡ тойолдо.
– Улайһа, нимәгә кәрәк улар?
– Имтиханға уҡып ҡына түгел, яҙып әҙерләнһәң, мейегә тиҙерәк һеңә, хәтерҙә яҡшыраҡ һаҡлана. – Ҡыҙ егеткә, шуны ла белмәйһеңме ни, тигәндәй ҡараны. – Өҫтәүенә, былай шпаргалка рәүешендә яҙып алһаң, кәрәкле мәғлүмәт системалы булып, тәртипле рәүештә иҫтә ҡала.
– Ҡыҙыҡ икән... – тигән булды Илдар. – Мәктәптән һуң ҡайҙа барырға йыйынаһың? – һөйләшеүҙе өҙмәҫ өсөн артынса уҡ икенсе һорау бирҙе.
Әммә ҡыҙ яуап биреп өлгөрмәне, кабинетҡа саҡырҙылар. “Иҫәр, исемен дә һорарға онотҡанмын”, – тип уйлап, Илдар эскә уҙҙы.
Әллә ҡыҙҙың ҡыҙыҡ фекерләүе әсир иттеме егеттең йөрәген, әллә яҙмыш ҡушыуы шул булдымы, башҡаса айырылмаҫ булдылар улар.
Бер-береһенә яҡыныраҡ булыр өсөн юғары уҡыу йорттарын да бер ҡалала ла һайланылар. Илдар – тимер юлсыға, Нургизә уҡытыусыға уҡыған күңелле студент йылдары “һә” тигәнсе үтеп тә китте. Һуңғы курстарҙа Илдар өйләнешеү тәҡдимен эшләһә лә, ҡыҙ ҡабаланмаҫҡа ҡушты. “Эшкә төшөп, атай-әсәйҙәрҙән ирекле, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡансы көтөп торайыҡ”, – тип кенә ҡуйҙы. Әҙәм балаһына ҡамыт бауын кейҙереп булмай, Илдарға килешмәйенсә башҡа сара ҡалманы.
Өйләнешеп, йылдан ашыу бергә йәшәгәс, бала тураһында ниәтләнә башланылар. Тик яҙмыш был юлы йәштәргә күңелһеҙ бүләк әҙерләп ҡуйғайны. Нисә тапҡыр маташып ҡараһалар ҙа, Нургизә балаға уҙа алманы. Тәүҙә һис кемгә был хаҡта өндәшмәнеләр, былай ҙа һәр осрашҡан һайын: “Йәшәүегеҙгә күпме булып китте? Ҡасан атай-әсәй булырға йыйынаһығыҙ?” – тип күҙгә инеп баралар. Сәбәбен белер өсөн башланды йәш ғаиләнең дауахана юлдарын тапау. Ҡайҙарға ғына мөрәжәғәт итмәнеләр, ниндәй генә клиникаларҙа булманылар, ниндәй генә тикшереүҙәр үтмәнеләр. Илдар ҙа баштан-аяҡ тикшерелде, икеһе лә иҫән-һау. Түлһеҙлеккә бер ниндәй физик сәбәп юҡ, тине белгестәр. Бер ни ҙә ярҙам итмәгәс, хатта муллаларға барып өшкөрөлөп тә ҡаранылар. Эко ярҙамына мөрәжәғәт итеү ҙә һөҙөмтә бирмәне... Ахыр сиктә генетик тап килмәү тигән мөһөр ҡуйҙы табиптар Нургизә менән Илдарға. Шаҡ ҡатты йәштәр. Мәғлүмәт быуатында был хаҡта ишеткәндәре бар ине, әлбиттә, әммә үҙҙәренә был ҡот осҡос хәл менән йөҙгә-йөҙ осрашырға тура килер тигән уй баштарына һис килгәне юҡ ине.
Был яңылыҡ ысын мөхәббәткә ҡаршы килә алманы, шулай ҙа Илдар менән Нургизәнең араһынан ҡара бесәй йүгереп үтте. Элекке эҫелек, элекке яҡынлыҡ артта ҡала барҙы.
Ял көнөнөң бер кисендә Нургизә:
– Өфөгә Питерҙан көслө генә экстрасенс килә, тигән хәбәр күреп ҡалғайным. Ҡыҙыҡһынып, интернеттан уҡыштырғылағайным кисә. Яҡшы ғына баһаламалар байтаҡ. Беҙҙең ише проблеманы ла хәл итә. Ярҙам иткән ғаиләләре аҙ түгел, тип яҙалар. Ике аҙнаға килә, тигәндәр. Әллә барып ҡарайыҡмы? – тип әйтеп һалды.
­– Бер ҡатлылар ише тапҡанһың һөйләр хәбәр. – Илдар ҡатынының һүҙенә әһәмиәт бирмәне. – Интернеттағы хәбәрҙәргә ышанһаң, ыштанһыҙ ҡалырһың. Күбеһе ялған булғанлығын үҙең беләһең. Ахмаҡ түгелһең.
Нургизә иренең ҡаршыһына килеп ултырҙы.
– Юҡ, ышаныслы, тигәндәр бит. Үҙ күҙҙәрем менән күргәнде һөйләйем дәһә.
– Һин башың менән уйлайһыңмы ул?! – Илдар тоҡанды ла китте. – Йә, нисек быны күҙ алдына килтерәһең? Барҙың, ти, ул күрәҙәсегә? Шунан уның алдашҡанын тыңлап ултырырғамы? Мотлаҡ йүнәлтәм, тип ышандырып алыр. Тик бының өсөн миңә тағы-тағы килегеҙ, һеҙҙең сирегеҙ көслө, тиер. Был хеҙмәттәре өсөн көрәп алырлыҡ аҡса һорар. Һөҙөмтәлә тишек кәмәлә ултырып ҡалғаныңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың.
– Тимәк, һин ҡырт киҫәһең?
– Әйттем-бөттөм.
– Артабан һин бер сара ла күрергә тырышмайһыңмы? Көрәшергә уйламайһыңмы?! Ҡул ҡаушырып ултырып ҡалаһыңмы? Һинең улай тиҙ бирешә торған кеше икәнеңде белмәй инем, Илдар! Ә минең бала һөйәһем килә!
Икеһе өсөн дә аяныслы хәл булһа ла, был юлы Илдар дөрөҫөн әйтмәйенсә ҡалдыра алманы.
– Ярҙам итерен белһәм, ут өҫтөнән булһа ла йүгереп барыр инем, ҡәҙерлем. Ул интернеттағы экстрасенс-күрәҙәселәр баһаламаларҙы махсус рәүештә йыйып ала бит, әлбиттә, бушҡа түгел. Бер уйлаһаң, экстрасенс – ул яҡшы психолог. Уларҙың, ғөмүмән, кешегә кәрәге юҡ. Эшмәкәрлектәренең схемалары тураһында ишеткәнең юҡмы ни? Мәҫәлән, мин – экстрасенс, ти. Һин миңә проблемаларың менән килдең. Илап һөйләйһең. Һәм икәүләп бөтә ауырыу-проблемаларыңдың эсеңә йыйылған үпкә-рәнйеш һөҙөмтәһе икәнен аңлайбыҙ. Уны ғына һин, экстрасенс әйтмәһә лә, үҙең дә белеп тораһың. Ярай, теманы ябайыҡ. – Ир тороп китте.
Нургизәнең өмөтлө күҙҙәре, һүрелеп, иҙәнгә төбәлде.
– Аптырағандан әйткәйнем, – тиеп ултырып ҡалды.
Ниңә Хоҙай Илдар менән Нургизәгә бала бирмәне икән? Хәсән менән шундай ҡот осҡос хәл булырын, Илдарҙың Айдинәне осратырын белдеме икән? Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр. Улайһа, ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итеү, уйҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн көс түгеү, ғөмүмән, алдағыңды ҡайғыртыу, планлаштырыуҙан ни мәғәнә? Барыһы нисек бар, шулай үҙ яйы менән ағыуын ҡалдырыу дөрөҫөрәк булмаҫмы? Һынау өсөн биреләме? Улай булғанда, юғалтыуҙар талап ителеп, хатта ғүмерҙәр хәл ителгәндә, бындай эштәр менән килешергә теләмәй Илдар. Был – уның тормош позицияһы. Һәм ул һис ҡасан да үҙгәрмәйәсәк.
Белә Илдар: тормошона ҡырҡа үҙгәреш индерергә теләй икән, бынан да ҡулайыраҡ мөмкинселек икенсе тапҡыр бирелмәҫ. Нургизәгә айырылышыу тураһында өндәшер өсөн ауыҙ асып һүҙ ҙә әйтә алмаясаҡ. Ул саҡта ҡатын ғаилә тарҡалыуында ирен түгел, бөтә нәмә лә, киреһенсә, бары тик үҙен ғәйепләйәсәк. Һуңғы һүҙе лә, моғайын да, кисер, бала табып бирә алманым һиңә, булыр. Был гонаһты Илдар үҙенә алырға тейеш. Әммә нисек итеп тормошҡа ашырырға ниәтләгәнен? Ниндәйҙер ғәмәлдә уйҙарың менән бүлешер кешең булмауы нисек ғазаплы икәнен быға тиклем белмәй ине ул. Бына әле лә үҙен ҡара урманда телһеҙ, ҡолаҡһыҙ, күҙһеҙ ҡалғандай хис итте.
Һөҙөмтәлә Нургизә үҙе айырылышыу хаҡында һүҙ башларға, кәрәк икән, Илдарҙы өйҙән ҡыуып сығарырға тейеш, тигән һығымтаға килде хәтһеҙ уйланыуҙарҙан һуң. Мәжбүр итә алмай, тимәк, тормош хәл-ваҡиғаларының ағышы ҡатыны күңелендә шундай уйҙарҙы тыуҙырырға, Нургизәнең Илдар менән айырылышырға кәрәклеге теләген барлыҡҡа килтерергә тейеш. Мыҫҡыллау, рәнйетеү, хыянат итеү һымаҡ ҡылыҡтар тураһында уйлап та бирә алмай ир. Ғөмүмән, ни өсөн тарҡала ғаиләләр? Байҡап-иҫәпләп ҡараһаң, йылғалай һуҙылыр бындай исемлек. Иҫең китер! Улайһа, оҙонораҡ юл менән барырға тура килер Илдарға.

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас