Фәиз ХАРРАСОВ
Ике ғүмер
Повесть
3
Ярамаймы?
Нургизә, Илдар ишектән уҙыу менән, төпкө яҡтан:
– Яҙып ебәргән дарыуҙарҙы алып ҡайттыңмы? – тип ҡысҡырып һорау бирҙе.
Өндәшмәгәс, ҡаршыһына сыҡты.
– Һинән һорайҙар. Алдыңмы? Ҡана, бирә һал. – Нургизә ҡулын һондо.
Илдар аяҡ кейемдәрен сисеп булашып тора бирҙе.
– Өйгә кемдер инһә, тәүҙә һаулыҡ бирәләр – тип ауыҙ эсенән мығырланы.
– Һаумы-һаумы. Хәлдәрең нисек? Эштәр барамы? – Нургизә йылмайғандай итте.
– Һиңә ни барыбер түгелме? – Ир баяғы ҡарлыҡҡан тауышы менән яуап бирҙе.
Бындай ҡырыҫ мөғәмәләне көтмәгәндән Нургизә бер арауыҡ ваҡытҡа ҡаушап ҡалһа ла, ишеткәндәренә артыҡ әһәмиәт бирмәҫкә тырышып, аш-һыу бүлмәһенә инде.
– Табип дарыуҙарҙы ваҡытында ғына эсергә ҡушҡайны, инде ярты сәғәттәй ваҡыт үтеп китте. Һуңлап ҡайтырыңды кем белгән? – тине аҡланғандай.
– Һы, һиңә кәрәк икән, үҙең сыҡ та ал. – Илдар һаман ҡатынының йөҙөнә ҡарамаҫҡа тырышты.
Был юлы Нургизәнең ғәжәпләнеүе сиккә барып етте, булһа кәрәк, күҙҙәрен шар асып иренә ҡарап торҙо ла бер һүҙ өндәшмәй шкаф янына үтте. Артыҡ ҡабаланмай өҫтөнә кейенде лә ҡулына сумкаһын эләктереп сығып китте.
Сырхаулап тора Нургизә. Бөгөн эш көнө һуңына: “Дарыуҙарым бөттө, яңыларын алып ҡайтсы, йәме”, – тип яҙып ебәргән ине.
Ошонда тауыш күтәрһә, ыҙғыш сығарһа, ғауға ҡуптарһа, күпкә еңелерәк булыр ине, моғайын. Былай өндәшмәүе йәнде нығыраҡ кимерә. Илдар башын баҫып ултырып ҡалды.
Икенсе көндө Вил барыһы ла өйгә йыйынғанында Илдарҙың бер мөйөштә ни менәндер булышып тороуын күреп:
– Нимә, Илдар Әғзәмович, ҡайтыу яғын ҡарамайһыңмы? – тип һүҙ ҡушты.
Тик етәксеһе күҙ сите менән генә ҡарап алып, һиҙелер-һиҙелмәҫ баш һелкеү менән сикләнде, эшенән туҡтаманы ла.
– Берәй эш ҡалғанмы әллә? – Вил борсоулы тауыш менән өндәште.
Илдар һаман хеҙмәткәренә ҡарамайса:
– Бер ни ҙә түгел. Үҙем эшләйем. Бар, юлыңда бул, – тип ҡулын һелтәне.
Вил кәрәкле һүҙ эҙләне, ахырыһы, туҡтап ҡалды. Был һүҙҙе әйберҙәрҙән табырға тырышҡандай, бүлмәләге йыһазды ҡарашы менән ҡапшап байҡап сыҡты. Ошо килеш күпмелер торғас:
– Эштән һуң бәхетле кеше өйөнә ашыға, бәхетһеҙе ҡайтмаҫ өсөн сәбәп таба, – тип эстән әйтеп ҡуйҙы ла, яурындарын һелкеп, сығып китте.
“Ә бит дөрөҫ әйтә, ҡәһәрең”, – тип уйланы Илдар Вилдең һүҙҙәре тураһында. Көн дә үҙен насар яҡтан күрһәтер өсөн ниндәйҙер сценарийҙар төҙөп өйөнә ҡайтыуы шул тиклем ғазаплы үҙенә. Күҙҙәре Нургизәнең ҡарашы менән осрашһа, ер тишегенә инеп китерҙәй була. Әммә барыр юлда бер йүнәлеш алған икән, унан тайпылмаҫ ир кеше.
Ишектән сатай-ботай атлап килеп инде лә Илдар, аяҡ кейемдәрен дә һалмайса, балаҫ өҫтөнән төпкә уҙҙы.
– Ни эшләүең был, Илдар? Ашығыс берәй нәмә кәрәк булдымы? – Нургизә аш-һыу бүлмәһенән ҡулдарын алъяпҡыс итәгенә һөртә-һөртә килеп сыҡты. – Абау, әллә эскәнһең инде?
Илдар булдыра алғанынса вайымһыҙ сырай менән башын күтәреп ҡатынына ҡараны.
– Ниңә, ярамаймы? Ир түгелменме әллә? – тип тамаҡ төбө менән өндәште. Шкафтың кәштәһендә ятҡан конвертты алды ла эсенән йыйып килгән аҡсаның бер аҙ өлөшөн тартып сығарҙы.
– Был аҡса һиңә нимәгә? – Нургизәнең күҙҙәре маңлайына менде.
– Үҙем тапҡан аҡса. Нимә эшләгем килә, шуға тотонам. – Илдар сығыу яғына ыңғайланы. Бер ыңғайы машина асҡысын эләктереп, кеҫәһенә тыҡты.
Нургизә уның ҡаршыһына сыҡты.
– Етмәһә, руль артына ултырырға йыйынайһыңмы? Эскең килә икән, бик булмаһа, өйҙә ултырып эс, – тигән булды сараһыҙлыҡтан.
Илдарҙы инде уйлағанынан кире ҡайтарырға мөмкин түгел ине. Боролоп, өҫтәлдәге ҡағыҙҙарҙы ырғытып туҙҙырып ебәрҙе.
– Ялҡытты бындай көндәлек тормош: өй ҙә эш, эш тә өй. Көн дә бер үк нәмә, бер үк хәбәрҙәр, бер үк зарҙар, бер үк зарҙар, – Илдар ауыҙ эсенән мығырланы. – Уның араһында табиптарҙың ишек төптәрендә тапаныуҙар... Булмаҫына өмөт итеүҙәр. Барыһы бына ҡайҙа килеп тығылған. – Һуҡ бармағын тамағы төбөнә терәп күрһәтте.
Нургизә танауын мыш-мыш тарта сүгеп, иҙән буйлап һибелгән дәфтәрҙәрҙе йыйырға кереште.
– Беҙҙең тормош менән шул тиклем ҡәнәғәт түгел икәнеңде белмәгәйнем. Беҙҙән был таҙҙы инде бөтөнләй таҙартып булмай, тимәк, һинеңсә. – Ыҡ-мыҡ килде лә, аныҡ бер ҡарарға килгәндәй, ҡоро тауыш менән әйтеп ҡуйҙы: – Бар, аҡ юл һиңә!
Илдар ауыр аҙымдар менән сығып машинаға ултырҙы. Һыны тораташтай ҡатып ҡалды. Юҡ, былай тәҙрә төбөндә күренеп ултырырға ярамаҫ. Машинаны йорт мөйөшөнә ҡуйып, тышҡа сыҡты. Бер аҙ икеләнеп торғандан һуң кире инеп ултырҙы. Яратмай ул урам буйлап бушты юҡҡа ауҙарып йөрөүҙәрҙе. Йөрөйһөң икән, барыр йә ҡайтыр урының булһын ул. Ә былай... ул хәҙер күптән малай-шалай түгел.
Уйҙар... уйҙар... Уларҙың осона сығып буламы шул берәй ҡасан? Уйлай биргән һайын һорауҙар ҙа күберәк тыуа. Берәйһенә яуап тапһаң, уның урынына тиҫтәләгән яңыһы ҡалҡып сыға ҡаршыңа.
Ни өсөн шул тиклем ҡатлы-ҡатмарлы икән фани тормош? Уйлап ҡараһаң, ниндәй генә кешеләр юҡ та, ниндәй генә хәл-ваҡиғалар булып тормай был донъяла! Иҫ-аҡылың китер!
Иғтибар иткәнегеҙ бармы? Мәңге бер ҡайҙа эшләмәгән кешеләр эш юҡлыҡҡа, тормош ауырлығына зарлана һалып бара. Уларға хатта берәйһе эш табып урынлаштырһа ла, оҙаҡ эшләмәйҙәр. Аҙаҡ иҫәр етәкселәренә зарланып йөрөйҙәр. Эскеселәрҙе ҡарағыҙ, уларҙың берәйһе үҙен эскесе тип һанаймы? Киреһенсә, нишләп эсеп йөрөйһөң, тигән һорауға көлгән булып: “Кем эскән??? Эсерҙеңме ни?” – тигән яуап ҡайтара. Бурҙар иһә: “Мәңге кеше әйберенә тейгәнем юҡ”, – тип һөйләргә ярата. Хатта уларҙан бер кем һорамаһа ла. Аҡыл яғы самалы кеше ҡайҙандыр ишеткән, ләкин үҙе аңламаған һүҙҙәр ҡулланырға ярата. Һәм ошондай миҫалдарҙы, аҙым һайын булмаһа ла, йыш ҡына осратырға тура килә.
Бына был юлы ла, Нургизәне рәнйеткәнен белә тороп та, Илдар үҙен, дөрөҫ эшләйем, тимәһә лә, бүтәнсә булдыра алмайым, тип йыуата. Шундай уйҙар менән машинаһында дүрт-биш сәғәт, дер ҡалтыранғансы ултырҙы ла өйгә инде. Һаҡ ҡына баҫып йөрөп залдағы диванға урын һалды һәм тиҙерәк йылы юрған аҫтына сумды.
Икенсе юлы ысынлап та ҡыҙмаса килеш ҡайтты Илдар. Эш көнө үткәс, контораға инһә, төпкө бүлмәнән ирҙәр тауышы ишетелде. Ни булғанын белер өсөн шунда йүнәлде. Өс эшсеһе табын ҡороп ултыра, баҡһаң. Илдарҙы күреү менән барыһы ла тороп баҫты.
– Беҙ ни, Илдар Әғзәмович... эш көнө бөттө бит, – тип аҡланырға керештеләр. – Бына Рөстәмдең тыуған көнө.
Илдарҙың бригадала дисциплинаны ҡаты тотоуын беләләр. Шуға кәйеф-сафа ҡороуҙы уның күҙенә салынмай ғына башҡара торған инеләр. Был юлы ла уны, күренмәгәс, ҡайтып киткәндер тип уйлағайнылар.
– Шула-ай икән, – тип һуҙҙы Илдар, коллегаларына берауыҡ ваҡыт ҡарап торғас. – Йә, улайһа, ҡойоғоҙ.
– Ә, эйе, хәҙер, Илдар Әғзәмович. – Ирҙәр стакан ултыртты, өҫтәлдәге һыйҙы уның алдынараҡ шылдырҙы.
– Һине тыуған көнөң менән, Рөстәм. Иҫәнлек-һаулыҡ һиңә, ғаиләң усағы дөрләп торһон, эшең гелән уң барһын. Яҡындарың һәр саҡ үҙеңә терәк булһын, – тине лә Илдар үҙенә ҡойолғанды бер тында түңкәреп ҡуйҙы.
Әлбиттә, Нургизә бындай мөнәсәбәткә оҙаҡ түҙмәне. Күпме шымып йөрөргә мөмкин? Ҡатын-ҡыҙға тәғәйен төп бурысын үтәй алмағас та, сепрәк ише иҙәнгә ташлап, уға аяҡ һөртөргә тимәгәндәр ҙәһә! Бөтә кешеләрҙеке кеүек, уның да күңеле бар, тимер түгел. Илдарҙы ғәфү итерлек үҙендә көс таба алһа ла, йөрәкте телгеләп үткән һүҙҙәрен, әшәке ҡыланыштарын хәтеренән оҙаҡ юя алмай аҙапланыр инде. Ә Нургизәнең кемгәлер ҡарата юшҡыны күңелендә, үкенескәме-юҡмы, байтаҡ ваҡыт һаҡлана.
Шуға ла иренең сираттағы ҡылығынан һуң һорамайса ҡалдыра алманы.
– Һинең кемеңдер бармы әллә, Илдар?
Тегеһе ҡарашын ситкә йәшерҙе.
– Бар. Һәм был осраҡта барыһы ла етди.
Нургизә өндәшмәй икенсе бүлмәгә сығып китте.
Көндөҙ Илдар “Ҡара уны” кабинетына килеп инде һәм туранан-тура йомошон әйтеп һалды.
– Рауил Камилович, теге, Ямал округына эшкә берәйһе табылманымы әле?
Етәксеһе яҙыуынан туҡтап, Илдарға ҡарап алды ла кире журналға эйелде.
– Табылманы әле. Тәҡдим итер кешең бармы әллә?
– Мине яҙ.
Был һүҙҙән һуң “Ҡара уны” ручкаһын һалды, Илдарға текләп ултырҙы.
– Нисек инде, һине?! Ә һинең урынға кем ҡалыр?
– Алмаштырғыһыҙ кеше булмай. Минең бригадала бөтә егеттәр ҙә бына тигән белгестәр. Кемен булһа ла хәҙер үк минең урынға ҡуя алаһығыҙ, – тип яуап бирҙе Илдар ҡәтғи итеп.
Рауил Камилович ҡаушап ҡалғандай ары-бире ҡаранып алды, унан һуң өҫтәлендәге ҡағыҙҙар араһынан ниҙер эҙләй башланы.
– Ҡара һин уны, был командировка кәм тигәндә ярты йылға, – тип иҫкәртеп алырға онотманы.
– Беләм-беләм. Әйҙә, документтарҙы әҙерлә.
Ысынлап та, алмаштырғыһыҙ кеше булмай. Ни тиклем шәп кеше булма, ни тиклем үҙ эшеңдең оҫтаһы булма, һине алмаштырыр берәү барыбер табыласаҡ. Әлбиттә, башҡалар бер аҙ бошонорҙар, иҫләп-һағынып алырҙар, шулай ҙа иртәме-һуңмы урыныңа берәйһен килтереп ҡуйырҙар. Ер шарында миллиардлап кеше йәшәй, улар араһында һинән башҡа ла бынамын тигән белгестәр ҙә, шәхестәр ҙә быуа быумалы. Тормош, эш, йәмғиәт шулай ҡоролған: берәүҙе алмаштырырға икенсеһе көтөп кенә тора.
Башы һуҡҡан яҡҡа сығып киткән, тигәндәрен ишеткәне бар ине Илдарҙың. әммә быға тиклем ниңә улай ҡыланғандарына, ниндәй хәл-ваҡиғалар бындай аҙымға этәргәненә төшөнә алмай ине. Бөгөн быны үҙе эшләне. Ас хәлен туҡ белмәй, ти. Тормош серҙәрен белеп бөтөр өсөн бар нәмәне мотлаҡ үҙ башыңдан үткәрергә кәрәкме ни, эй, Раббым?
Ваҡыт ағышы
Бәхетле саҡтарыңда, яратҡан шөғөлөң менән булышҡанда ваҡыт ағышы һиҙелмәй. Ғазап кисергәнеңдә, ут йотҡандарыңда тик киреһенсә тойола. Ваҡыт аҡҡан һыу кеүек. Бала саҡта ғүмер сикһеҙ күренә, беҙ эштәребеҙҙе һуңғыға ҡалдырабыҙ. Ә аҙаҡ, бер заман ғүмерҙең ҙур өлөшө үтеп киткәнен аңлап ҡалаһың. Буштан-буш ваҡыт үткәргән килеп сыға. Кемдер икенсе кешене йәки тормош хәл-ваҡиғаларын ғәйепләй. Ә ваҡытты һинән башҡа бер кем дә тотонмай, үҙ ваҡытыңа үҙең хужаһың.
Ҡайтып барышлай ошондай уйҙар биләп алды күңелен Илдарҙың. Ярты йыл күҙ асып йомған арала үтеп китте, тип әйтә алмай ул. Йылға-йылдарға торошлай булды ситтә эшләп йөрөүҙәре. Әллә быға тиклем өйҙән йыраҡта эшләмәгәнгә, әллә ҡайтып күрешеү мөмкинлеге булмағанға, әллә уй-тойғолары йәнендә таш булып ятҡанға шулай тойолдо? Ваҡыт дауалай, тиһәләр ҙә, ауыр уйҙары һис тынғы бирмәне. Ҡайһылыр мәлгә онотолоп ҡалғандай булһа ла, тыуған яҡтарға аяҡ баҫыу менән ҡамыр ише тағы ла ҡабарыңҡырап ҡалҡып сыҡты.
Өйгә инеү менән әсәһе ҡосаҡлап алды.
– Эй, Илдарым, ҡайттың, ниһайәт, – тип арҡаһынан һөйөп туя алманы.
– Нисек хәлдәрегеҙ, әсәй? – Илдар ауыр сумкаларын иҙәнгә ҡуйҙы.
– Беҙҙең ни бер көйө. Һин үҙең хаҡында һөйләсе. Юғиһә, телефондан һинән бер ауыҙ хәбәр тартып алып булмай. Ярты йыл буйы, хәлдәрем һәйбәт, әсәй, эштәр бара, тип бер балыҡ башын сәйнәйһең.
– Һуң ысынлап шулай булғас. Көндәр ҙә бер үк үтә: эш тә ятаҡ, ятаҡ та эш.
– Билмән дә колбаса, колбаса ла билмәндер.
– Йә, башлама инде, әсәй. Һәйбәт туҡланып йөрөнөм. Әйткәндәй, һеҙгә күстәнәстәр ҙә алып ҡайттым. Бына. – Илдар төргәктәр сығарып, өҫтәлгә теҙә башланы.
Өҫтәл артына ултырғас, әсәһе теле осондағын әйтмәй ҡалдыра алманы.
– Үткән аҙналамы киленде осратҡайным...
Илдар ауыҙына килтергән ҡалағын кире һалды.
– Һәм нисек ул? – тине ҡарашын күтәрмәй.
– Йөҙөнә күләгә ятҡан, күҙҙәре эскә батҡан... Үҙе ябығып та киткәндәй.
– Ниңә быларҙы һөйләйһең миңә, әсәй?
– Осрашыр кәрәк һеҙгә, улым. Аңлашыр кәрәк. Бер-берегеҙгә ят кешеләр түгелһегеҙ ҙәһә.
– Әсәй, мин һиңә аныҡ итеп аңлатҡайным шикелле. Инде беҙҙе бер-беребеҙгә бер ни ҙә бәйләмәй. Нургизәнең үҙенең тормошо, минең – үҙемдеке. Минһеҙ ул бәхетлерәк булыр. – Илдар тороп бүлмә буйлап йөрөргә кереште.
– Шулай ҙа...
– Нургизәнең үҙ яҙмышы, минең – үҙемдеке. Тормош шулай хәл итте. Бүтән уның тураһында һүҙ ҡуҙғатмауыңды үтенеп һорайым.
– Ҡапыл да ни булып китте һуң арағыҙҙа? Шуны аңлай алмайым. Пар күгәрсендәр һымаҡ гөрләшеп кенә йәшәй инегеҙ... – Әсәй кеше шулай шул: һәр ҡылыҡтың сәбәбен белмәйенсә тыныслана алмай.
– Нургизәнең бында бер ғәйебе лә юҡ, ә минең бурысым бар. – Илдар туҡтап ҡалды.
Әсәһенең ҡобараһы осто.
– Әллә ситтә балаң бармы?! – Башына килгән тәүге уйҙы әйтә һалды.
– Нимә?! Улыңды әллә хыянатсы тип беләһеңме, әсәй? – Илдар, аптырап ҡарап, әсәһе янына килеп баҫты.
– Нимә уйларға тейешмен һуң? Асыҡ итеп әйтмәйһең. Фараз ҡылырға ғына ҡала. Кем алдында ниндәй бурысың һуң ул, Илдар?
– Ваҡыты еткәс, әйтермен, әсәй. – Улы әсәһенең ҡулдарынан тотто. – Әлегә был теманы ябайыҡ. Һәм бер үтенесем бар: эштәремә ҡыҫылма әле. Был минең тормош, уны мин үҙем төҙөйөм. Уңыш-ҡыуаныстарым менән бүлешермен, ҡайғы-хаталарымды үҙем күтәрермен.
– Көсләп һиңә фекеремде таға алмайым, улым. Ләкин беләһең бит: бер ата-әсә лә балаһына бер нимәне лә насарға әйтмәй. – Һаман билдәһеҙлектә ҡалған әсә башҡа һүҙ таба алманы.
Машинаһына ултырғас, Илдарҙы тағы икеләнеүҙәр солғап алды. Ә бит ҡайтыр юлға ул аныҡ ҡарар менән сыҡҡан ине. Был юлдан уны бер кем дә тайпылта алмаҫ һымаҡ ине. Бына хәҙер үҙ хистәре тағы уйланырға мәжбүр итә. Ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар сылбыры. Әйтерһең, зиһендең икегә бүленгәне. Был ғүмерҙә тәү сиратта үҙең менән килешеп йәшәргә кәрәк. Бүтән осраҡта башҡа кешегә әйткән һүҙең сүп урынына ла тормай.
Ҡурҡыу арҡаһында күпме хыялдар тормошҡа ашмай ҡала, күпме мөмкинселектәр ҡулдан ысҡына! Яратҡан кешеләребеҙгә “яратам” тип әйтергә ҡурҡабыҙ. Һөймәгән йәрҙәрҙе рәнйетеүҙән ҡурҡып, улар янында ҡала бирәбеҙ. Ә тормош бер генә бирелә бит ул, ҡурҡыу тигән нәмәне ситкә ҡуйып, үҙ маҡсаттарыбыҙға табан барһаҡ ине. Икенсе яҡтан ҡарағанда, эске тауыш икеләнеүҙәр бирмәһә, әҙәм балаһы күпме уйланылмаған аҙымдар яһар, ахмаҡлыҡтар ҡылып бөтөр ине. Шул рәүешле үкенестәр солғанышында ғына йәшәр ине, моғайын.
Ваҡыты-ваҡыты менән яңғыҙ ҡалыу мөмкинлеген табырға тырышыр кәрәк. Тормошто һөйгән, яҡындарын, эшен яратҡандарға ла ҡағыла был. Мәле-мәле менән тәбиғәткә сығыпмы, йәшәгән урынды ҡалдырыпмы, ҡыҫҡа ғына осорға булһа ла үҙең өйрәнгән “комфортлы зона”ны ҡалдырып тороу зарурҙыр. Ни өсөнмө? Үҙеңде яҡшыраҡ аңлар өсөн...
Шулай иткәйне лә бит Илдар. Ярты йыл буйы ситтә йөрөп килде. Инде ҡыш та тәхетен мөләйем яҙға бирергә өлгөргән. Аяҡ аҫты кибеп бөткән тиерлек. Ҡояш та ҡышҡы йоҡоһонан уянып, һелкенеп-кирелеп алғандай, нурҙарын мул һибә башлаған. Ағастарҙа турғайҙар күңелле итеп сырҡылдаша, юлдарҙа күгәрсендәр гөр килеп йөрөй. Берәүҙәр уларға ем һипһә, бала-саға ҡоштарҙы баҫтырып бер була. Яҙҙы кем яратмай? Тормош был миҙгелдә яңынан башланғандай бит.
Илдар таныш йорт алдына килеп туҡтаны. Машина эсенән күҙәтеп ултырырға булды. Тойғолар диңгеҙе уйҙар тулҡынын бәреп индереп кенә тора. Тормошҡа ябайыраҡ ҡарарға ине лә бит, Илдар улай өйрәнмәгән шул. Ошо һығымтаға күпме килгәне бар. Ябайлаштырыу – кәрәкмәгән әйберҙән ҡотолоу, мөһимде ваҡ-төйәктән айыра белеү булыр. Файҙаһыҙ, кәрәкмәгән мәғлүмәттән, әйберҙән ҡотолоу хәтерҙе һәм хистәрҙе таҙарталыр, шулай уҡ көсөргәнешлекте һәм көйәләнеүҙе кәметәлер.
Ғөмүмән, хәҙерге йәшәү тиҙлеге, шау-шыу, көсөргәнеш тормошҡа һоҡланырға мөмкинлек бирмәй. Үҙең өсөн тыныс бер мәл табырға кәрәк. Аҙға ғына булһа ла эске тауышҡа ҡолаҡ һалыу мотлаҡ. Шул ваҡытта үҙеңә мөһим нәмәләрҙе тойомларға була. Әйтәйек, өйҙәгеләр уянмаҫ борон тороп өйрәнһәң, ошо ваҡытты үҙең өсөн файҙаланырға мөмкин. Уйланыу, ижад итеү өсөн ваҡыт бүлһәң, мәҫәлән, нимә теләйһең, шул үҙе үк һине килеп табыр.
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.