Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Март 2024, 04:24

Ике ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ (4)

Бергә булыр булһаҡ, бер-беребеҙҙән бер ни ҙә йәшерергә тейеш түгелбеҙ. Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бер-беребеҙ менән бүлешергә тейешбеҙ.

Ике ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ (4)Ике ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ (4)
Ике ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ (4)

Фәиз ХАРРАСОВ

Ике ғүмер

Повесть

4

Берәүҙәргә – кәмит

Гараждар артынан Айдинәнең килеп сығыуы Илдарҙың уйҙарын таратып ебәрҙе. Ҡыҙы менән гәпләшә-гәпләшә ҡайтып киләләр. Моғайын, магазиндандыр, ҡулына пакет тотоп алған. Ҡыҙы алда йөрөгән күгәрсендәрҙе ҡыуып йүгерҙе. Ҡоштар пыр туҙып осоп китте, әммә ошо саҡ ҡайһы мөйөштәндер йүгерешеп килеп сыҡҡан эттәр ырылдашып ҡыҙыҡайҙы уратып алды. Ҡобараһы осҡан бала һушын йыйып өлгөргәнсе әсә кеше бер-ике һикереүҙә өйөр эсенә инеп, ҡулындағы тоҡсай менән һелтәнеп, уҫал маъмайҙарҙы ҡыуырға кереште. Пакет йыртылып, эсендәге аҙыҡ-түлек асфальтҡа һибелде. Илдар бер секунд та уйлап тормай, әсә менән ҡыҙ янына ашыҡты. Лауылдап торған бер-ике этте тибеп осорҙо. Көтөлмәгән яҡтан һөжүм килгәнгәме, эттәр тәгәрәшкән икмәк, бүтән тәғәмдәрҙе тешләп алып, төрлөһө төрлө яҡҡа ҡасып китте. Ҡыҙын ҡосағына ҡыҫып сүгеп ултырған Айдинә янына килде Илдар.
– Һеҙ нисек? Тешләп өлгөрмәнеләрме?
– Рәхмәт һеҙгә. Һеҙ булмаһағыҙ, нисек ҡотолор инек был йыртҡыстарҙан? – Айдинә ҡыҙын ебәреп, торорға итте лә шундуҡ кире сүкте. – Ныҡ ҡурҡтыңмы, бәләкәсем?
– Әсәй, әсәй, ни булды? – Ҡыҙыҡай күҙҙәренә йәш алып, әсәһенә һырылды.
– Тешләп өлгөргәндәр, ахыры. Ҡалай һиҙмәгәнмен дә үҙем, – Айдинә аҡланғандай итте.
Илдар уға торорға ярҙамлашты. Шул мәл ситтә торған малайҙарға иғтибар итте. Бөтөн был күренеште смартфондарына видеоға төшөрөп торалар ине улар.
– Ә һеҙ нимә ҡарап тораһығыҙ? Егет булһағыҙ, эттәрҙе ҡыуыр, ярҙам итешер инегеҙ. Күңелһеҙ бөтөүе лә бар ине бит был хәл, – Илдар уларға шелтә яһаны.
Тегеләр һаман смартфондарын йәшерергә ашыҡманы. Оятһыҙ рәүештә төшөрөп тороуҙарын белделәр. Урындарынан да ҡымшанманылар.
– Бөгөнгө быуын... Һәр нәмәне видеоға төшөрөп, интернетҡа, социаль селтәрҙәргә һалырға ғына. Тапҡанһығыҙ кәмит. Юғалығыҙ тиҙерәк күҙемдән. – Илдар малайҙарға йоҙроҡ күрһәтте.
– Ярай, көймәгеҙ инде. Бала-саға бит, ни хәл итәһең? – Айдинә уларҙы яҡлап маташты.
Тегеләргә ни, тамаша бөттө, бында тороуҙың ҡыҙығы ҡалманы. Вайымһыҙ рәүештә ҡулдарын кеҫәгә тығып, бер ни булмағандай, ары киттеләр.
– Ныҡ тешләгәнме? Ауыртамы, әсәй? – Ҡыҙы әсәһен ҡайғыртты.
– Атлай алаһығыҙмы?
Айдинә һылтаҡлап бер-ике аҙым эшләне лә туҡтаны. Һыҙланыуы йөҙөнә сыҡҡан.
– Һеҙгә дауаханаға барырға, врачҡа күренергә кәрәк.
– Әсәй, ауырыма инде. – Ҡыҙыҡай килеп әсәһенең аяҡтарынан ҡосаҡлап алды.
– Юҡ-юҡ, хәҙер бер аҙ ултырып алһам, үтер әле. – Айдинә тротуарҙа ятҡан алмаларҙы йыйырға эйелде.
– Нимә эшләйһегеҙ һеҙ? – Илдар унан алдараҡ йөрөп йыйып бирҙе әйберҙәрен. – Юҡты һөйләмәгеҙ. Хәҙер үк врачҡа барабыҙ. Ҡоторған йә бүтән берәй сирле эт тешләгән булһа. Һаулыҡ менән шаярмайҙар. Минең машина, ана, яҡында тора.
– Мәшәҡәтләнмәгеҙ. Беҙ үҙебеҙ. Һеҙҙең үҙ эшегеҙ барҙыр, – Айдинә баҫалҡы ғына өндәште. – Тағы берҙе беҙҙе ҡотҡарғанығыҙ өсөн рәхмәт.
– Бер ҙә мәшәҡәт түгел. Ә эштәр ни көтөп торор. – Илдар Айдинәне ҡултыҡлап, ҡыҙын етәкләп алды. – Әйткәндәй, минең исемем Илдар.
– Мин – Айдинә, ҡыҙымдың исеме Гөлсөм. – уңайһыҙланыу кисерһә лә, ҡатынға ҡотҡарыусыһы артынан эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы.
– Ә һеҙ маладис, Айдинә, хәүефле мәлдә ҡаушап ҡалманығыҙ. – Илдар, машинаға ултырғас, өндәшмәй барыуҙы килештермәне. Икенсенән, яңы таныштарын дәртләндерергә теләне.
– Балаһына ҡурҡыныс янағанда ниндәй ата-әсә ситтә тороп ҡалһын?! – тип яуапланы Айдинә.
Травмотология пунктында бер аҙ сират етеүен көтөргә тура килде. Табип Айдинәгә укол яһап, яраһын эшкәртеп алды ла бәйләп ҡуйҙы.
– Ике-өс көн мөмкин тиклем атламаҫҡа, бик булмаһа, ауыртҡан аяғығыҙға баҫмаҫҡа тырышығыҙ, – тигән күрһәтмә, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын яҙып бирҙе.
– Нисек инде, өйҙән дә сыҡмаҫҡамы ни? – Айдинә ҡаушап ҡалды, ахыры.
– Барлыҡ күрһәтмәләр һеҙҙең мәнфәғәткә әйтелә, һеңлекәш. – Табип, минең һүҙем бер була, тигәндәй, пациентына ҡәтғи ҡарап ҡуйҙы.
– Ярай, үҙем өйҙә ултырып торормон да, ти. Бала сыҙармы һуң? Етмәһә, көндәр йылынған осорҙа. – Борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан әсә ҡыҙын ҡайғыртты.
– Ирегеҙ эштә булған саҡта туғандарығыҙҙан йә иһә күршеләрегеҙҙән бала менән йөрөп килеүҙәрен һорарға мөмкин, – тип кәңәш бирҙе табип.
Айдинә уңайһыҙланып Илдарға күҙ ташланы.
– Һеҙҙең ваҡытығыҙҙы алдыҡ инде, – тине ҡатын, поликлиниканан сыҡҡас, ғәфү үтенгәндәй. – Ары беҙ такси менән, эйе бит, ҡыҙым?
– Такси, такси! – Гөлсөм сәпәкәй итте. – Ә ҡайҙа ул?
– Хәҙер саҡыртабыҙ. – Айдинә сумкаһында аҡтарынды.
Илдар йүгереп барып машинаһының ишектәрен асты.
– Юҡты һөйләмәгеҙ. Бындай хәлдә һеҙҙе нисек ташлап китәйем? Бер ялымда яҡшылыҡ эшләйем, исмаһам, – тип Айдинәне этеп тигәндәй машинаға килтереп ултыртты.
– Һеҙҙе беҙгә фәрештәләр ебәргәндер, моғайын. Изгелегегеҙ йөҙләтә артып үҙегеҙгә ҡайтһын. – Әсә кеше хушлашҡанында рәхмәт әйтеп бөтә алманы.
– Изгелек ҡыл да һыуға һал... – тине Илдар, әйтемгә үҙенсә мәғәнә һалып. Оҙаҡ ваҡыт ишек төбөндә аяҡтарын ҡуҙғата алмай торҙо ла, сәстәрен ҡулы менән туҙғытып алғас, урамға атланы.

Арба менән ҡуян ҡыумайҙар

Иртәгеһенә көндәлек аҙыҡ-түлек алып, гөлләмә тотоп Илдар яңы таныштарының ишеген шаҡыны.
– Бәй, был һеҙме? – Көтмәгәндә тупһаһында Илдарҙы күреп, Айдинә аптырап ҡалды.
– Йүнәлеп буламы? – Ҡунаҡ ихлас йылмайҙы ла гөлләмәһен һуҙҙы. – Был һеҙгә.
– Кәрәкмәҫ ине. – Айдинәнең биттәре ҡыҙарып сыҡты. – Уңайһыҙландырып тик йөрөйһөгөҙ.
– Бындай һүҙҙәр менән бына һеҙ мине уңайһыҙ хәлгә ҡуяһығыҙ. – Илдар “икеле” алған беренсе класс уҡыусыһылай башын эйҙе.
– Бәй, ҡунаҡты ишек төбөндә тотоп торам даһа. Әйҙә, үтегеҙ. – Хужабикә түргә әйҙәне. – Мин бындай иғтибарға күнекмәгәнмен.
Илдар уның һуңғы һүҙҙәрен ишетмәмешкә һалышты.
– Гөлсөм, күренмәй ҙәһә?
– Зөмәрә, күрше ҡатын, балаһын йөрөтөргә сыҡҡанында Гөлсөмдө лә эйәртеп алды.
– Бөгөнгө көндә ҡалала ла күршеләр менән аралашалар икән? – Илдар ирен сите менән йылмайҙы.
– Ниңә аралашмаҫҡа, ти? – Айдинә сәйнүк ҡуйған арала боролоп ҡарап ҡуйҙы. – Замананың бында ни ҡыҫылышы? Тәү сиратта кешенең үҙенән тора. Ятаҡта, билдәле, күптәр бер-береһе менән таныш, дуҫтарса мөнәсәбәт тоталар.
Сәй эсергә ултырҙылар. Теле ҡысытып торһа ла, Илдар Айдинәнән ни өсөн яңғыҙ йәшәүе, Гөлсөмдөң атаһы тураһында һорарға баҙнат итмәне. Ашығырға кәрәкмәй был осраҡта, бигерәк тә үҙеңә яҡын тип һанаған кешеңдән алда ҡыуырға ярамай. Мәле етһә, барыһы үҙенән-үҙе асыҡланыр.
– Кем булып эшләйһегеҙ һеҙ, Илдар? – Айдинә беренсе булып һорау бирҙе.
– Тимер юлсы мин. Элемтәсе. Юғиһә, тимер юлсы, тиһәң, күптәр путеецты ғына күҙ алдына баҫтыра. Ысынында иһә тимер юлда күп төрлө һөнәр эйәләре эшләй. – Илдар аңлатып биреүҙе кәрәк тип тапты. – Ә һеҙ?
– Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Ҡыҙыма яҡыныраҡ булайым тип, эргәләгенә күстем. Тәүҙә башҡа баҡсаға урынлашҡайным.
– Ҡыйындыр инде?
– Хәҙер ҡыйын түгел. Һин – балаларға, балалар һиңә өйрәнеп алырға тейеш. Һәр баланың холҡон белеп алырға ғына кәрәк, – Айдинәнең үҙ эшен яратып башҡарыуын уның был турала мөкиббән китеп һөйләүенән күренеп тора ине.
Шул арала Зөмәрә Гөлсөмдө килтереп индерҙе.
– О, торт! – Инеү менән ҡыҙыҡай тәмлекәсте күреп тә ҡалды. – Тәмлелер бит, әсәй?
– Әлбиттә, ҡыҙым. Таныш булығыҙ, Илдар. – Айдинә күршеһен сәйгә ҡыҫтаны. – Әйҙә, балаларыңды ла саҡыр. Илдар торт алып килгән.
– Ваҡыт яғы ҡыҫынҡы бөгөн, Айдинә. Документ эштәре менән йөрөйһө бар. – Зөмәрә ишек тотҡаһына үрелде. – Икенсе юлы, йәме?
– Мотлаҡ рәүештә.
– Мин дә яйлап ҡуҙғалайымдыр. – Илдар сынаяғын өҫтәлгә ултыртты.
Айдинә уны оҙатырға тип урынынан ҡалҡынды.
– Ултырығыҙ, ҡыҙығыҙҙы ҡарағыҙ. – Ҡунаҡ кеше хужабикәне туҡтатты.
– Рәхмәт һеҙгә! – Айдинә шулай ҙа тороп баҫты. – Гөлсөм, һин дә рәхмәт әйт.
– Кәрәкмәй. – Илдар ишеккә ыңғайлаған еренән ҡатындың алдына килеп баҫты. – Дөрөҫөн әйткәндә, осраҡ сыҡҡан һайын еткән әле рәхмәт әйтергә, зинһар. Мин улай өйрәнмәгәнмен. Шул тиклем мин нимә эшләгәнмен?
– Дөрөҫ түгел, Илдар. Рәхмәтле була белергә кәрәк. Ғөмүмән, һәр кеше рәхмәт әйтеү көндәлеге булдырһын ине ул. – Айдинә кире урынына ултырҙы. Үҙ алдына һөйләгәндәй дауам итте. – Был ғәҙәт бик кәрәк. Булғанына шөкөр итеп, яҡшыраҡҡа ынтылыу ул. Тормоштағы маҡсатты аныҡлағас, мөмкинлектәреңде ҡапшап ҡарарға була. Рәхмәт әйтә белеү үҙеңдең дә, эргә-тирәләгеләреңдең дә тормошон яҡшыртыр. Юҡҡа ғына, бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр, тимәгәндәр бит.
Киреһенсә, йәлләтергә ярата ла инде бәғзе берәүҙәр. Үҙҙәренең булдыҡһыҙлығын кемгә генә япһармайҙар. Барыр, йөрөр юлдары урау йә ябыҡ булһа ла кемдер ғәйепле, уңмаһа ла кеше ғәйепле. Кемдер уның үтәһе юлын үткән, уға тейешле йәрҙе һөйгән. Ҡорбан позицияһы иң отошло икәнен яҡшы аңлайҙар ундайҙар. Ҡыйырһытылғандарҙы йәмғиәт яҡлай, бына был ғәйепле, тип төртөп күрһәткәнде талау, бысратыу башлана. Ҡорбан итеп танытыу ғына көс, йәнәһе, гонаһтар аҡлана, күңелдәр паклана, тип уйлайҙар, күрәһең. Гүргә керер ваҡыт етһә, мин ятаһы ергә кереп ятты, тип бер ҙә әйтмәҫтәр...
Ғөмүмән, хәҡиҡәттән ҡасырға маташҡан, бар йөрәге менән ошо донъяға бәйләнгән, ялған идеялар ҡорған, йәшәү мәғәнәһен аңлай алмаған кешеләр бары тик бушлыҡҡа, мәғәнәһеҙлеккә барып терәлә. Ундайҙар был донъяла ла, ахирәттә лә – бәхетһеҙ.
– Хәтә-әр, – тип һуҙҙы Илдар. – Бындай фекерҙе ишеткәнем юҡ ине әле.
– Ғәфү итегеҙ, дөрөҫтө ярып һала торған ғәҙәтем бар шул минең, – Айдинә күҙҙәрен күтәрмәй генә өндәште. – Шуғалыр күп туғандарым, дуҫтарым минән йыраҡтараҡ йөрөүҙе хуп күрә.
– Ярҙам кәрәк булһа, икеләнмәй шылтыратығыҙ, шат булырмын, – хушлашҡанында Илдар тағы берҙе иҫкәртеп ҡуйырға онотманы.
Айдинә менән танышыуына айҙан ашыу ваҡыт үтеп китте. Көн дә тиерлек килеп йөрөнө Илдар. Бушамаған арала шылтыратып булһа ла хәлдәрен белешеп торҙо. Гөлсөм дә уға өйрәнеп китте, килеүен көтөп ала. Ишектән таныш йөҙҙө күреү менән: “Илдар ағай килде! Илдар ағай!” – тип һөрәнләп ебәрә. Әсәһе уны тыйып маташа ла, балаға нимә: тойғоларын йәшерә беләме ни ул?!
– Шаштыраһың икән беҙҙе, Илдар. – Айдинә бер кис йөрөргә сыҡҡас, уйындағыһын әйтеп һалды. – Өйрәнеп китмәгәйе. Кеше рәхәткә тиҙ өйрәнә бит.
– Нимә бар һуң? Көн дә эшләнә торған эштәр. – Илдар ирәйеп йылмайып ҡуйҙы.
– Дөрөҫ түгел. Беҙҙең бүлмәне алып ҡара: ошо ғына ваҡыт эсендә күпме әйберҙәр алып килдең һин. Гөлсөмгә нисәмә уйынсыҡ бүләк итеп өлгөрҙөң. Быларҙың барыһын “шулай булырға тейеш” тип кенә ҡабул итә алмайым мин.
Аяҙ, йылы яҙғы кис. Тәбиғәтте бер ни борсомай, тыныс. Һәр саҡ туҙынып йөрөгән ел дә, гүйә, онотолоп, ялға туҡтағандай. Бындай саҡта күңелгә лә еңел уйҙар килә. Иңдәр бушанып ҡалғандай тойола. Ә юҡ, Айдинә, ана, көндәге халәтенән ҡайтмай, етди һөйләшеүгә күсте.
– Ҡыҙыҡ әйтеп ҡуяһың, Айдинә. Әйтерһең, нимәләлер ғәйепле кеүек тоя башлайым үҙемде.
– Ни өсөн был һүҙҙе башлағанмын тиһең? Бер кем бер нәмәне лә бушҡа эшләмәй. Шул уҡ ваҡытта барыһы өсөн дә түләргә кәрәк. – Айдинә Илдарға ҡырыҫ ҡараш ташлап ҡуйҙы. – Ай ярым элек беҙ ете ят кешеләр инек.
– Ә мин һине ғүмерем буйы белгән кеүекмен, – тине Илдар мәғәнәле итеп.
Айдинә оҙаҡ ваҡыт аяҡ аҫтына төбәлеп барҙы. Ниҙер әйтергә, бәлки, ниҙер хаҡында һорарға ҡыймағанлығы күренеп тора. Шунан, ни булһа ла булыр тигәндәй, тәрән итеп тын алып, башын күтәрҙе.
– Илдар дөрөҫөн ген әйтеп бир әле. Беҙ һинең өсөн кем?
Был һорауҙан Илдарҙың башы бер мәлгә әйләнеп ҡуйҙы. Айдинә уның тураһында барыһын да белгән кеүек. Бына, күҙҙәренә ҡарап, уйҙарын уҡый, әйтерһең дә.
– Ә... ниңә ундай һорау бирәһең миңә? – Илдар тотлоҡто.
– Был тормоштоң нисек ҡоролғанын белмәй, тип уйлайһыңмы мине? Миңә күптән ун биш йәш түгел. Әсеһен-сөсөһөн дә күп татығанмын. Кешеләр менән асыҡ, ихлас булһам да, алдашҡандары, хатта хыянат иткәндәре булды. Ә бер үк тырмаға ике тапҡыр баҫырға мин иҫәр түгел.
– Айдинә, ышан, һеҙ миңә бик ҡәҙерлеһегеҙ, – Илдар бер секундҡа ла уйланып тормай яуап ҡайтарҙы. Үҙ һүҙен нығытырға теләгәндәй, өҫтәне: – Һин ышанырға тейешһең миңә.
– Ә нимәгә мин һиңә? Былай көйө – арбалы ҡатын, тип нарыҡлайҙармы әле бөгөнгө заманда? Ана, күпме ҡыҙҙар йөрөй, урамға сыҡ ҡына.
– Мин үҙемде перәме һорау алыуҙа ултырғандай хис итә башланым, – тип шаяртыуға борорға теләне Илдар.
Айдинә уның күҙҙәренә текләгән дә яуап көтә.
– Сөнки һинһеҙ, Гөлсөмһөҙ киләсәк тормошомдо күҙ алдына килтерә лә алмайым. Һеҙҙең менән бергә булаһым, алдағы юлды һеҙҙең менән уҙаһым килә.
Айдинә сәсәп ебәрҙе. Йүгереп барып, Илдар тиҙ генә уға яҡындағы киоскынан һыу алып килтереп тотторҙо.
– Һин ғәфү ит һорауҙарым өсөн, – ҡатынҡай һыу уртланы. – Алдан уҡ барыһына асыҡлыҡ, аныҡлыҡ индерәйем тигәйнем.
– Нишауа, – Илдар ҡул һелтәне. – Улай булғас, миңә лә һорау бирергә мөмкинме?
Айдинә баш һелкте. Гөлсөм парктағы балалар майҙансығында иптәштәре менән рәхәтләнеп уйнап йөрөй. Илдар шул мәл менән файҙаланырға ниәт итте. Әсәһенең бер күҙе – бында, икенсеһе ҡыҙында булды.
– Әйт әле, Гөлсөмдөң атаһы ҡайҙа?
Айдинә шып итеп туҡтап, Илдарға ҡарап ҡуйҙы ла башын кире борҙо.
– Ҡасан да булһа ошо һорауҙы бирерһең тип ҡурҡып йөрөгәйнем. Гөлсөмдөң атаһын бер ҡасан да күргәне булманы.
– Нисек инде улай? – Илдар ысынлап ғәжәпкә ҡалды.
– Бына шулай. Аныҡлап әйткәндә, атаһы Гөлсөмдөң тыуғанын белмәне лә.
“Хәсән бер ҡасан да ҡыҙы барын һөйләмәне шул”, – тигән уй йәшен тиҙлеге менән йүгереп үтте Илдарҙың мейеһенән.
– Бер һорағас, һорайым әле. – Уңайһыҙланһа ла, ҡыҙыҡһыныуы еңде Илдарҙы. – Нисек таныштығыҙ уның менән? Нисек улай килеп сыҡты һуң? Ни өсөн ташлаштығыҙ?
– Арба менән ҡуян ҡыума. Һөйләрмен барыһын. Бергә булыр булһаҡ, бер-беребеҙҙән бер ни ҙә йәшерергә тейеш түгелбеҙ. Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бер-беребеҙ менән бүлешергә тейешбеҙ. Юғиһә, береһе икенсеһенән нәмәлер йәшергән парҙар, бигерәк тә ғаиләләр ныҡ булмай ул. Быны, үкенескә, үҙемдән алып әйтә алам.
Был һүҙҙәрҙән Илдар иренен тешләп ҡуйҙы. Шулай ҙа кисерештәрен Айдинәгә күрһәтмәҫкә тырышып, тыңларға әҙер булыуын күрһәтергә теләгәндәй, эскәмйәгә ултырырға ҡулы менән ишара яһаны.
– Класташымдың ағаһы ине ул. Сығарылыш кисәһендә бер фекергә килеп, иҫтәлекле датаны уларҙың ауылында билдәләргә булдыҡ. Байрамыбыҙҙы һиҙенгәндәй, көн дә шундай аяҙ торғанлыҡтан, тәбиғәт ҡосағына сығырға ҡарар иттек. Йәшлеккә аяҡ баҫҡан саҡ бит, аңлайһыңдыр, Фәхреғәләм үҙәгендә ярты төн ауғансы ултырҙыҡ. Йырланыҡ, бейенек, шау-гөр килеп уйындар үткәрҙек. Был ҡыланыштарыбыҙ ауыл егеттәренә оҡшамаған, күрәһең, бер мәл, килмешәктәргә бында урын юҡ, тип аңлатырға килеп еткәндәр. Йөҙҙәре уҫал, һүҙҙәрендә тик һүгенеү. Был яҡшы тамамланмаясаҡ тип, арабыҙҙан кемдер өйгә шылтыратып өлгөргән. Класташтың ағаһына, дуҫтарына беҙгә күҙ-ҡолаҡ булып торорға тигән талап ҡуйылған ине ата-әсәләр тарафынан. Йоҙроҡтар һелтәнә башлауға улар килеп тә еткән ине. Егеттәрҙең араларына кереп, ҡаршы яҡтарҙы айырырға керештеләр. Ләкин ауылдыҡылар тынысланырға теләмәне. Ғауға ҡупты. Мин, клубҡа-дискотекаларға ла сыҡмаған сибек ҡыҙыҡай, бындайҙы күреп өйрәнмәгәйнем. Ҡурҡышымдан күҙҙәрҙе сырт йомоп, ҡайҙалыр барып һыйынғайным. Тауыштар тынғас, ҡарашымды күтәрһәм, уның ҡосағында торам икән. Йылы, көслө ҡулдар. “Ҡурҡма, ҡалтыранма”, тип яғымлы итеп өндәшеүе... Быға тиклем бер кем менән дә йөрөмәгәнгә, бер кемдең ҡосағында булмағанға иренем дә төштөм. Бына минең батырым, тип уйланым мин шул саҡта.
Тормош үҙ яйы менән дауам итте. Ул бик иғтибарлы булды. Ауылдарыбыҙ араһы яҡын уҡ булмаһа ла, көн дә тигәндәй килеп йөрөнө. Хатта үҙҙәренә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына ла саҡырҙы мине. Бөтә туғандары менән таныштырҙы. Барыһы ла: “Матурһығыҙ, бәхеттәр һеҙгә!” – тип кенә торҙолар. Күҙ теймәһен, тип ҡабатлап йөрөмәгәнмен, ахыры. Унан алыҫлашмайым тип, колледжға урынлашып, Белоретта уҡыуымды дауам иттем.
Көҙгөһөн ул сессияһына китте. Һәм... юғалды. Күпме тапҡырҙар шылтыраттым мин уға, смс-тар яҙҙым, юҡ, бәйләнешкә сыҡманы. Ҡапыл да шул рәүешле аралар һыуыныуы мөмкинме ни? Ни ғәйебем булды уның алдында? Сәбәбен белмәйенсә яңғыҙ ҡалыуы икеләтә ҡыйын. Уттарҙа янып йөрөгәнемдә ауырлы икәнемде белдем. Атай-әсәйемә рәхмәт, әрләмәнеләр, һүкмәнеләр, был хәлде нисек бар, шулай ҡабул иттеләр. Ә бына ағайҙарым барып уның кәрәген бирергә лә лә йыйынып бөткәйнеләр. Саҡ тыйып ҡалдым. Ярты йыл да тормай уның өйләнгәнен ишеттем. Бынан ары уның тураһында бер ни белергә, үҙем тураһында уға бер ни белгертергә теләмәнем.
Гөлсөмөм бар хәҙер. Уның өсөн генә йәшәйем. – Айдинә, һүҙем бөттө тигәндәй, көрһөнөп ҡуйҙы.
– Һин бер тапҡыр ҙа уның исемен атаманың, – Илдар шулай ҙа фаразын нығытып ҡуйырға теләне.
– Ә һин ныҡышһың, – Айдинә был ваҡиғаларҙы йөрәгенән ысҡындырған, ахыры, йөҙөндә ғазап билдәләре артыҡ сағылманы. – Ярты юлда туҡтап ҡалмайһың.
Айдинә ҡарашын ситкә алды, шул килеш бер ни тиклем ултырҙы ла һикереп торҙо.
– Хәсән ҡыҙы минең Гөлсөмөм, – тине һәм бәләкәсе янына атлап китте.

 

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас