Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Март 2024, 03:48

Ике ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ (5) Аҙағы

Башҡаның, ғәйепһеҙ йәндең башын бутама, буш өмөттәр бирмә. – Әсәнең тауышы ҡалтыранғаны ишетелде.

Ике ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ (5) АҙағыИке ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ (5) Аҙағы
Ике ғүмер Повесть Фәиз ХАРРАСОВ (5) Аҙағы

Фәиз ХАРРАСОВ

Ике ғүмер

Повесть

 

Шулай кәрәктер

Бер кис эштән һуң Илдар Айдинә менән Гөлсөмдө кафеға алып килде. Әллә нисәмә тапҡырҙар театрға, кинотеатрға йә иһә уйын комплекстарына барып килергә саҡырһа ла, әсә кеше тәҡдимдәрҙе кире ҡаға килде. ”Бала бер урында ултырып сыҙай торғаны бармы? Саф һауала йөрөү күпкә яҡшыраҡ, файҙалыраҡ та инде”, – тип баш тарта ла ҡуя ине. Бындай һүҙҙәрҙең сәбәбен аңлай ине, булһа кәрәк, Илдар: әҙәм балаһын үҙе күнеккән комфортлы зонанан алып сығыр өсөн байтаҡ ваҡыт һәм көс сарыф итергә тура килә. Бындай мәҙәни урындарға йөрөп, балаһын йөрөтөп өйрәнмәгән ине Айдинә. Икенсенән, барыһын үҙе хәл итеп ғәҙәтләнгән. Ят кешегә үҙенең мәшәҡәттәрен тағыуҙы, кемдер тарафынан бурысҡа инеүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай. Был юлы ла саҡ күндерҙе.
Инеп ултырҙылар, заказ бирҙеләр. Бында ла Айдинә икеләнеп ҡалды, ыҡ-мыҡ килде.
– Хаҡына ҡарама бөтөнләй. Йәнегеҙ ни теләй, шуны алығыҙ, тартынмағыҙ. – Илдар иркәләп Гөлсөмгә ҡараны. – Ә һинең нимә тәмләп ҡарағың килә?
– Туңдырма, – тине бындай урында тәү тапҡыр булған ҡыҙыҡай, залды байҡап.
– Туңдырма һуңынан. Беҙ әле кискелеккә ашамағанбыҙ ҙа бит. Аппетитыңды боҙма. Тәүҙә – аш.
– Ә һуңынан мотлаҡ – туңдырма. – Ирендәрен турһайтһа ла, Гөлсөм үҙ һүҙен бирмәне.
Ашыҡмай тыныс әңгәмә ҡороп ултырғандарында Илдарҙың арҡаһынан ҡаҡтылар.
– Бына һиңә мә! Сәләм, шеф! Һин дә бында икәнһең.
Боролоп ҡараһа, бригадаһынан Вил менән Йәлил икән. Ауыҙ йырып торалар.
– Хәйерле кис, егеттәр! Һеҙҙе бында осратырмын тип уйламағайным, – Илдар тороп баҫты ла ҡул биреп күреште.
Тегеләр бер-береһенә ҡарашып алдылар.
– Бына һине бында осратырбыҙ тип уйламағайныҡ. Егеттәр менән ултырып алырға аҙна элек килешкәйнек бит. – Тауышын тигеҙ тоторға тырышһа ла, теле көрмәлеп, Вил һүҙҙәрҙе бутаны йә тотлоғоп ыҙаланы. – Һине лә саҡырғайныҡ бит. Бушамайым, тигәйнең.
– Бына ниҙән бушамайһың икән, – йәтеш мәлде эләктереп, төрттөрөп ҡуйҙы Йәлил.
– Ярай, кисте күңелле үткәреүегеҙҙе теләйем, – Илдар уңайһыҙланып ҡалды. – Башҡаларға сәләм күндерегеҙ.
Күңелләнеп алған ирҙәр Гөлсөмгә ҡарап ҡул болғанылар ҙа китеп барҙылар. Арттарынан: “Ҡара, беҙҙең менән ултырып алыуҙы нәмәгә алыштырған”, – тигән һүҙҙәр һауала эленеп ҡалды.
Бөгөн ауыҙын ябып та булмаған Илдар шымып ҡалды. Сәбәбен аңлаған Айдинәнең уны дәртләндергеһе килде.
– Иғтибарға алма. Күңелгә уҡ булып ҡаҙалған һәр һүҙгә көйәләнеп барһаң, ғүмерең буйы танауыңды төшөрөп йөрөргә генә ҡала.
Айдинә ҡыҙын ҡабаландырҙы. Һиҙеп тора бит, Илдарҙың бында ары ҡалғыһы килмәй. Эшселәренең иғтибары үҙәгендә булыуын да күрә. Илдарһыҙ ғына уның хаҡында ғәйбәт сәйнәһендәр. Үҙе әйтмешләй, саф һауала йөрөү күпкә яҡшыраҡ.
Кафенан сыҡҡас, Илдар, ниһайәт, һүҙ ҡушты.
– Һин ғәфү ит, Айдинә. Үҙемдең иғтибарһыҙлығым арҡаһында күптән әҙерләнгән, күптән көткән кистең йәмен ебәрҙем.
– Ғәфү үтенеү кәрәкмәй. Был осраҡта һин бит ғәйепле түгел. Һәр кем үҙе өсөн мөһим, әһәмиәтле нәмәне һайлай. Тимәк, һин беҙҙе һайлағанһың. Беҙ рәхмәт әйтергә тейешбеҙ һиңә.
– Тик коллегалар алдында ғәйеплемен һымаҡ. Бер ғаилә кеүек ойошҡан коллективтан айырылыу килешмәгән эш тәһә. – Ир ҡабат башын эйҙе
– Һиңә шуны әйтәйем, Илдар. Үҙемдең тормоштан был. Шундай туғандар бар, таныштар араһында ла осрай ундай кешеләр: һиндә ғәйеп тойғоһо уятырға яраталар. Мәҫәлән, оҙаҡ ҡына ваҡыт аралашмай йөрөгәндән һуң осрашһаң: “Һин беҙҙе оноттоң, шылтыратмайһың да, хәлде лә белмәйһең – эреләнгәнһең”, – тиҙәр. Икенсерәк әйткәндә, мин – үпкәләтеүсе, улар ҡорбан ролен уйнай. Эсеңдә шып итеп ғәйеп тойғоһо килеп тә тыуа.
Быға өс төрлө әҙер яуабым була торғайны минең. “Ә нишләп һин үҙең миңә шылтыратманың? Хәлең нисек, барыһы ла яҡшымы, тип ҡыҙыҡһынманың?” – ошондайыраҡ кире һорау. “Ярар инде, ғәфү ит, бына килдем бит”, – тип аҡланыу. Өсөнсө вариант: йылмайырға, башты алйотҡа һалырға һәм артыҡ иғтибар итмәҫкә.
Ундай кешеләрҙән ҡырҙараҡ йөрөргә, осрашыуҙарҙан ҡасыу яғын ҡарай инем. Хәҙер инде барыһы ла үҙ урынында. Был теманы үтәнән-үтә аңлағанмын. Бер кем башҡа берәүгә бер нәмә тейеш түгел. Шылтыратып хәлеңде беләләр икән, рәхмәт, бик шатмын. Оноттолар икән, ярар, ни булһа ла, иҫән-һау йөрөһөндәр, бәхетле булһындар. Бик һағынып китһәм, үҙем киләм, шылтыратам. Ҡунаҡҡа саҡыралар икән, рәхмәт, мотлаҡ киләм йәки, килә алмайым, тип тура әйтәм. Саҡырмағандар икән, ярар, шулай кәрәктер. Саҡырған ҡунаҡтарымдың һәр яуабы менән ризамын, бер ни талап итмәйем.
Бер кем бер ниҙә ғәйепле түгел. Ысынбарлыҡ нисек бар, ул шулай. Ҡалғаны иллюзия йәки ҡаты факттарҙы уйҙар ярҙамында үҙгәртергә тырышыу. Икенселәрҙе ирекле итә белеү, асыҡ булыу, ниндәй генә булмаһындар, барыһын да ҡабул итә белеү бик күп ғазаптарҙан ҡурсалай. Һәм үҙеңде лә ирекле итә.
Нимә әйтергә теләгәнемде аңлаһаң, бик шатмын. Аңламаһаң йә килешмәһәң, ярар, иғтибарыңа рәхмәт, ваҡыты еткәс, үҙең төшөнөрһөң.
Аңлау етмәгәндә

– Илдар, һинме был?
Тауышты танып, Илдар шыпырт турайып баҫты. Үҙен яҙыҡ эш өҫтөндә тотолғандай тойоп, ашығып өндәшә һалды.
– Ә, әсәй, һаумы! Ҡалаға килдеңме ни? Әйтмәй инең дәһә.
– Һинме-түгелме тип, байтаҡ ҡарап торҙом әле. – Әсәһе ғәжәпләнеп бер улына, бер Айдинәгә ҡараны.
Гөлсөмгә кейем һайлап тора инеләр. Илдар: “Магазинға ғына инәйек тә ҡуяйыҡ”, – тиһә лә, Айдинә үҙ һүҙен һүҙ итеп баҙарға алып килде. Ғөмүмән, барыһын үҙ өҫтөнә алып өйрәнгән ҡатынды нәмәгәлер өгөтләп күндереү еңел эш түгел икәнлеген күптән аңлағайны Илдар. Кемгәлер бурыслы булып йөрөүҙе, күрәһең, күҙ алдына килтерә лә алмай ине ул.
“Бер булғас, икенсегә була инде”, – тип уйлап өлгөрҙө Илдар, теге юлы кафела бригадалағы егеттәр менән тап булышыуын иҫенә төшөрөп.
– Әйткәндәй, таныш булығыҙ, Айдинә, әсәйем – Көнһылыу... – Нисек атарға белмәйсә туҡтап ҡалды, – Көнһылыу апай.
– Бик шатмын. – Айдинәнең йөҙөнә еңелсә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. – Был – Гөлсөм ҡыҙым.
– Һаумыһығыҙ! – Яңы күлдәгенә ифрат ҡыуанған бала ихлас һаулашты. – Ә һеҙ баҙарға нимә алырға килдегеҙ?
Ҡыҙыҡайҙың эскерһеҙ һорауы бындағы көсөргәнешле хәлде бер аҙ таратып ебәрҙе.
– Бына һиңә күстәнәс алып килдем, – тип көлөмһөрәне лә Көнһылыу апай, кеҫәһенән сығарып, Гөлсөмгә кәнфит тотторҙо.
– Нимә әйтергә кәрәк? – Әсәһе ҡыҙын иҫкәртеп ҡуйырға онотманы.
– Рәхмәт! Кәнфит яратам мин, тик әсәйем туйғансы ашатмай. – Ят кеше тип ҡарап тормай, кәйефе күтәренке ҡыҙ бер туҡтауһыҙ бытылданы.
– Һине ауылға илтеп ҡуйырғамы, әсәй? – Баҙарҙан сығыу яғына боролғас, Илдар һорап ҡуйыуҙы кәрәк тип тапты.
Көнһылыу апай башын сайҡаны.
– Борсолма. Үҙем генә өйрәнгәнмен мин. Атайың элек-электән баҙарға йөрөүҙе яратманы бит. Һеҙҙең үҙегеҙҙең эштәр ҙә барҙыр.
– Килер булһаң, икенсе юлы әйт. Ваҡыт табырмын. – Илдар әсәһенең тоҡсайын ҡулына тотторҙо.
– Бәлки, сәй эсеп ҡайтырһығыҙ? – Шымтайып килгән Айдинә лә һүҙ ҡушты.
– Юҡ-юҡ! Ҡалаға килгән ауыл кешеһен беләһегеҙҙер бит, ҡайтырға ашҡынып ҡына тора. – Һаубуллашып, Көнһылыу апай үҙ яғына атланы. – Үҙегеҙ ҡунаҡҡа килегеҙ!
Осраҡлыҡтар осраҡлы булмай. Айдинәне ата-әсәй, туғандар менән таныштырыр ваҡыт еткәндер, тип һығымта яһап ҡуйҙы Илдар машинаһын тоҡандырған сағында.
Кискеһен телефоны шылтыраны. Экранда – әсәһенең исеме. Етди һөйләшеү булыр, ахыры.
– Нургизәне, тимәк, ошо, кем тинең әле, Айдинәгә алыштырҙың инде? – Ваҡ-төйәк әйберҙәр хаҡында һорашҡас, ниһайәт, әсәһе һөжүмен башланы.
– Мин бер кемгә лә бер ниндәй ҙә алмаш тапманым, – Илдар ҙа етди тонға күсте.
– Улайһа, күңел өсөн, ваҡыт үткәреү өсөн мауығыу таптыңмы? – Көнһылыу апай тынысланырға уйламаны.
– Ниндәй уйҙар килә ул һинең башыңа, әсәй? Шул тиклем дә шикләнерлек кешеменме әллә?
– Ә нимә уйларға тейешмен һуң? Бер нәмә лә һөйләмәйһең, аңлатмайһың бит, улым!
Нимә әйтергә белмәй, Илдар туҡтап ҡалды. Секунд эсендә мейеһен бер-бер артлы мең төрлө уй быраулап үтте. Был һөйләшеүҙе кисектереп торорға, тамамларға йәтеш булырмы? Әллә барыһын да ярып әйтеп һалырғамы? Эх, ошо шиктәр! Уларҙы еңергә өйрәнһәң, күпме эштәрҙе йәһәтерәк эшләп булыр ине!
– Тормошоңдо, улым, ҡапыл да үҙгәртә, тотошлай ҙа аҫтын-өҫкә әйләндерә, ахыр килеп, юҡҡа сығара алаһың. Үҙең әйтмешләй, һинең тормошоң. Ләкин үҙеңде генә уйлама. Башҡаның, ғәйепһеҙ йәндең башын бутама, буш өмөттәр бирмә. – Әсәнең тауышы ҡалтыранғаны ишетелде.
– Киләһе ял көндәрендә ҡунаҡҡа килербеҙ. Көтөгөҙ, – тип ҡырт киҫеп әйтте лә Илдар бәйләнеште өҙҙө.
Уттарҙы һүндереп ятҡас, күҙҙәренә семтем дә йоҡо эленмәне. Уйҙар, уйҙар... Тормоштан күпте көтөргә ғәҙәтләнәһең бер мәл. Кешеләргә лә ҙур талаптар, киләсәккә лә көс еткеһеҙ өмөттәр менән бағаһың. Йәнәһе, барыһы ла һин уйлағанса килеп сыға. Сыҡмай. Ваҡыты-ваҡыты менән нимәлер яңылыш китә, нимәлер етмәй. Аҙаҡ арыу ғына эстә нимәлер ауырта, ышанысың иҙән аҫтына төшә, үпкә тотаһың барыһына, енең ҡуба. Иң һуңғы сик – депрессия. Нәфсене туйҙырырға ынтылыу – ҡапҡанға эләгеү. Ябай ғына сер бар: булғанына рәхмәтле булыу. Һинең бит барыһы ла бар, тик үҙең күрә белмәйһең генә, һанға һуҡмайһың. Барыһын “тейеш” итеп ҡабул итәһең. Үҙеңдең ни тиклем бай икәнеңде аңларға ла теләмәйһең. Ғазапланаһың, ҡайғыраһың, ымһынаһың. Ысынында иһә уйҙарыңдың яңылыш юҫыҡта барыуын аңлау ҙа етә.

Асҡыс ярамаҫ йоҙаҡ юҡ

– Иртәгә ауылға саҡырам. Әсәйем менән танышһың, атай менән танышырһың.
Айдинәнең йөҙөнән йылмайыуы юҡҡа сыҡты. Алдында ултырған Гөлсөмгә:
– Бар, ҡыҙым, тәтәйҙәрең менән уйнап тор – тип төшөрөп ебәрҙе лә, ҡарлуғас ҡанатылай ҡаштарын йыйырып, тынып ҡалды.
– Йә, ниңә өндәшмәҫ булдың? – Илдар түҙемһеҙләнде.
– Бәлки... – Айдинә, үҙенең ҡаушауынан ни тип әйтергә аптырап, тотлоғоп һөйләште, – кәрәкмәҫ?
Шундайыраҡ реакция көткән Илдар яуап әҙерләп ҡуйған ине.
– Нисек инде – кәрәкмәҫ? Әсәй беҙҙе ҡунаҡҡа үҙе саҡырҙы. Мин үҫкән өйҙө күрерһең, – тине мөмкин тиклем мөләйем булырға тырышып.
Айдинә бик оҙаҡ ситкә ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла, көрһөнөп алғандан һуң, еңел генә итеп тороп өҫтәл янына килде. Стаканға ҡойоп, һыу уртланы.
– Минең һиңә бүтәнсәрәк һүҙем булыр, улайһа, – тине арты менән торған килеш. – Әгәр ҙә беҙҙең мөнәсәбәтебеҙ киләһе баҫҡысҡа күтәрелергә тора икән, тәүҙә минең атай-әсәйҙәргә барырға тәҡдим итәм.
Быны көтмәгән Илдар ҡаушап ҡалды был юлы. Әммә тиҙ үк үҙен ҡулға алды һәм фекерҙәрен төйнәне.
– Айдинә, рәхмәт саҡырыуыңа, – тине эскерһеҙ йылмайып. – Һуң элек-электән бит тәүҙә егет ҡыҙын ата-әсәһе менән таныштырған. Йолаларҙы ихтирам итергә кәрәк. Юғиһә...
Һүҙен дауам итеп өлгөрмәне, Айдинә боролоп баҫты.
– Ҡара һин уны, – тип Рауил Камиловичтың яратҡан һүҙен ҡабатланы. – Нисек итеп еңергә белә берәү.
– Шулай түгелме ни? – Илдар ысынлап ғәжәпләнде.
– Егерме беренсе быуатта йәшәйбеҙ түгелме? – Айдинә һорауға һорау менән яуап ҡайтарҙы. – Беҙҙең заманда йолаларға, иҫкереп бөткән стереотиптарға урын бармы һуң?
– Егерменсе быуатта бөтә донъяла әхлаҡтарҙың ҡапыл түбәнәйеүе ап-асыҡ күҙәтелде, бөгөн был яман процесс тағы ла йылдамыраҡ дауам итә шул, үкенескә күрә, – тип үҙ алдына һөйләнгәндәй итте Илдар.
– Кемгә һәм нимәгә кәрәк йолалар, ғөмүмән?
– Тәк, беҙ төп теманан ситкә киттек шикелле. – Ир һиҫкәнеп, тороп баҫты ла Айдинә янына килде. – Тырышмайыҡсы. Һәр нәмәнең үҙ сираты, моғайын. Беренсе булып мин саҡырҙым, йәме?
Юл буйы Айдинә өндәшмәй, тәҙрәгә текәлеп килде. Тулҡынланалыр, ахыры, тип уйлап, Илдар уны юҡ-бар хәбәр менән йонсотманы. Үҙенә лә уйҙарын бер епкә теҙер кәрәк, алдағы һөйләшеүҙе ҡат-ҡат күҙ алдынан үткәрҙе. Ләкин барыһын да алдан һиҙемләп, күрәҙәләп буламы ни?
Көнһылыу апай ҡунаҡтарын йылы ҡаршы алһа ла, мәле-мәле менән улар яғына ҡырын ҡараш ташлап ҡуйғыланы. Төпкә уҙып, бер ни тиклем ваҡыт ултырып торғас, мул табындан һығылып торған өҫтәл артына ултырырға саҡырҙы.
Көндәлек хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшеп киттеләр.
– Айдинә, туранан-тура һорай, тип үпкәләмә, баштан уҡ асыҡлыҡ индереп ҡуяйым әле. – Ата-әсәһе тураһында һорашҡас, Көнһылыу апай етдиләнде. – Ҡыҙығыҙҙың атаһы әле ҡайҙа? Уның тураһында ла аҙ ғына булһа ла беләһе килә.
Айдинә Илдарға һөйләгәндәрен һөйләп бирҙе.
– Ары-тирә уның тураһында хәбәрҙәр ишетелеп торҙо. Абҙаҡ станцияһында эшләп йөрөй Хәсән тигәнде еткергәйнеләр.
Был исемде ишеткәс, әсәһе Илдарға ҡырт итеп боролоп ҡарап ҡуйҙы. Шулай ҙа өндәшмәҫкә үҙендә көс тапты.
– Бөгөн ҡайҙалыр, белмәйем. Уның хаҡында бер ни белгем, бер һүҙ ишеткем килмәгәнгә һүҙ еткергән кешеләр менән бәйләнештәрҙе өҙҙөм мин. Бөтөнләйгә.
– Әсәй, мин ашымды ашап, сәйемде эсеп бөттөм. Хәҙер йәнһүрәт ҡарарға мөмкинме? – ололарҙың өйөндә уйынсыҡтар аңғармаған Гөлсөмдө телевизор ҡыҙыҡһындырҙы, буғай.
Айдинә хужаларға ҡараны.
– Әлбиттә, рөхсәт, һылыуҡай. – Илдарҙың атаһы Ғаяз ағай ҡалҡынды. – Әйҙәгеҙ, ҡуйып бирәйем.
Айдинә ҡыҙы менән залға уҙғас, Көнһылыу апай урынынан шылып, Илдарҙың ҡаршыһына килеп ултырҙы.
– Улым, һин ныҡлап уйланыңмы?
– Әсәй, ниңә һуңғы арала һәр аҙымымдан шикләнәһең ул?
– Сөнки бик сәйер ҡарарҙар ҡабул итәһең. Бәлки, үҙем аңлап етмәйемдер. Ләкин быларҙың артында ниндәйҙер бер сер йәшеренгәнлеген бөтә күңелем менән тоям. Ҡасан дөрөҫөн әйтергә уйлайһың?
Илдар яуап бирмәне. Бәлки, ысынлап та һөйләп бирергә ваҡыттыр? Әммә тамағына килеп тығылған төйөр һүҙ әйтергә ирек бирмәне.
– Ни өсөн кәрәк ул һиңә балалы ҡатын? Үҙеңдең балаң булмаҫ тип ҡурҡаһыңмы? Һин йәш бит әле, өлгөрөрһөң. – Әсәһе эргәләренә килеп ултырған Ғаяз ағайға ҡараны: – Атаһы, һин ниңә өндәшмәйһең?
– Ни тип өндәшәйем? – Ғаяз ағай тыныс ҡалды. – Минеңсә, Илдар бер ниндәй насарлыҡ, яҙыҡ эш ҡылмай.
– Һиңә әйткән мин иҫәр. – Көнһылыу апай иренә ҡарап ҡул һелтәне.
Ауыр тынлыҡ урынлашты. Иртәме-һуңмы был һөйләшеү булырға тейеш ине. Айдинәне таныштырған тәүге көндә үк бер-берең менән аңлашып ҡуйыу яҡшыраҡтыр ҙа. Ә Көнһылыу апай һаман төпсөндө.
– Хәсәндең ҡыҙы, тине бит. – Улының күҙенә тишә яҙып ҡараны. – Был нисектер Айдинәгә иғтибар итеүең менән бәйлеме?
Илдар әсәһенән ҡарашын алды.
– Эйе, һүҙ бергә эшләгән Хәсән тураһында бара, – тип тауышын баҫып һөйләп китте. – Иҫләйһеңме, ҡалай эшкә шәп, сос ине. Атлап түгел, йүгереп йөрөр ине һәр саҡ. Етәкселәрҙең бойороҡтарын “һә” тигәнсе үтәп ҡуйыр ине. Бер ҡарауҙан әйберҙең нилектән ватылғанын билдәләр ине. Ярҙам һораһаң, бер ҡасан да “юҡ” тимәҫ ине.
Ине... Ҡалай ауыр һүҙ. Зифаға өйләнеп кенә хаталанды. Артабанғы барлыҡ тормошто хәл итерлек хата. Хәсән бер йылда тыуған ауылында йорт һалып сыҡты. Ә ҡалала үҫкән Зифа ауылда ҡалырға теләмәне. Ғаилә усағына һыу һирпкән тәүге һалҡын тулҡын. Артабан хәлдәр тик ҡырҡыулаша ғына барҙы. Беренсе балаларының төшөүе, икенсеһенең үле тыуыуы... Йәштәрҙең киләсәге юҡ икәнлеге күренеп тора ине, әммә тәртиптә үҫкән Хәсән нисек тә булһа ғаиләһен һаҡлап ҡалырға тырышты. Зифаның даими ҡырын ҡараштары, бер-бер артлы юғалтыуҙар һындырҙы Хәсәнде. Шешә төбөнә ҡарауҙары, ә иң ҡурҡытҡаны – улының ҡәберҙәренә барыуҙары йышайғандан-йышайҙы. «Зифаны кәләш итеп алып яңылыштым инде әллә мин, Илдар?» – тип Хәсәндең бер ултырғанында башын баҫып һуҡранып ҡуйыуы хәтерҙә уйылып ҡалған. Шул сағында Айдинә тураһында һөйләп, фотоһын да күрһәткән ине. Тик алдан йөрөгән Зифа уны ҡабаттан үҙенә ҡаратып алғайны.
Һуңғы көндәрендә бөтөнләй үҙенә йомолдо. Отпуск ал, тигән һүҙемә, эштә еңелерәк, тип яуаплар ине. Ә теге ҡәһәрле көндә, киреһенсә, килмәне эшкә. Ярай, ял итеп алһын егет, етәкселәр алдында йәшереп ҡалдырырмын, тип шылтыратып борсоп торманым. Бер сәғәт үтеүгә, перегонға сығырға торғанымда үҙе шылтыратты.
– Һин генә, зинһар, һүҙемде кире ҡаҡма инде, Илдар, – тине ҡалтыранған тауыш менән. – Кил әле һин, дуҫ. Һөйләшеп алырға ине.
Минең дә һүҙем ҡыҫҡа булды.
– Хәсән, етди сәбәпһеҙ эшкә килмәүең өсөн бер ни өндәшмәйем. Бөгөн шул арҡала икебеҙ өсөн эшләйем. Урынымды ҡалдырып китә алмайым даһа.
– Аңлайым. Шулай ҙа... – тип ныҡышып ҡараны.
– Булмай, Хәсән. Икенсе юлы. Перегонға сығырға кәрәк, – тип телефонды һалдым.
Белһәм икән шул сағында уны яңғыҙ ҡалдырырға ярамағанлығын, белһәм икән! – Илдар ике ҡулы менән сәсенә йәбешеп, башын эйҙе. – Кем уйлаған уның шундай ҡылыҡ ҡылырын?!
Ата-әсәһе бер-береһенә ҡарап ҡуйҙы. Көнһылыу апай иренә ым менән Илдар яғына ишараланы.
– Тиккә үҙеңде ашама, улым, – Ғаяз ағай улының арҡаһынан ҡаҡты. – Һин ғәйепле түгел бит.
– Һин аңлайһыңмы, атай, иң һуңғы булып Хәсән миңә шылтыратҡан! Миндә һуңғы өмөтө булған! Ә мин уны тыңламаным... – Илдарҙың күҙендә йәш тамсылары күренде, йөҙөндә төпһөҙ үкенес билдәһе сағылды. – Шул сағында эшкә, бар эштәргә ҡул һелтәп, берәй ярты алып янына килһәм икән. Ирҙәрсә ултырып бер һөйләшер инек. Дыуамал уйҙарын ҡыуыр, дөрөҫ, яҡты уйҙар һеңдерер инем башына. Яңылыш аҙымдан аралап ҡалыр инем.
– Белеп булмай бит алдан, – әсәһе лә, танауын мыш-мыш тартып, улын йыуатты. – Ярып асып, кешенең уйҙарын уҡымаҫһың.
– Бына йылдан ашыу инде ут эсендә йәшәйем. Шул саҡ эргәһендә булһам, әле иҫән йөрөр ине Хәсән. Үҙҙәренән алыҫта уҡ булмаған бер ауылда ҡыҙы үҫеп килгәнен дә белһә, тормошто һайлар ине Хәсән. Шуның өсөн үҙемде Айдинә-Гөлсөм менән бәйле тип һанайым. Бурыслымын мин улар алдында. Хәсән алдында бурыслымын, уның өсөн дә йәшәргә тейешмен. Ике ғүмер йәшәргә тейешмен... – Илдар, тыны ҡыҫылып, йыш-йыш һуланы.
Бүлмәгә Айдинә килеп инде.
– Һинең өсөн беҙ бурыс ҡына инде, тимәк?! Выждан ғазабы күңелеңде кимереүе сәбәпле беҙҙең, бигерәк тә баланың ышанысына кереүең өсөн оят түгелме һиңә? – Ҡатындың тауышында асыу ишетелде. Ғаяз ағай менән Көнһылыу апай яғына ҡарап: – Ишек артында тыңлап торғаным өсөн ғәфү үтенәм. Аҫтыртынлыҡты үҙемдең енем һөймәй. Тик бая уҡ күренһәм, Илдар ярты һүҙендә туҡтап ҡалыр тип, үтергә ҡыйманым.
– Тәүҙә, бәлки, бурыс тигән хистәр кисергәнмендер. Әммә үҙеңде белә килгән һайын йөрәктә ихтирам тойғолары яралды, һуңынан һөйөү ҙә тыуҙы. – Был һүҙҙәрҙе Илдар Айдинәнең күҙҙәренә тура ҡарап әйтте. – Беҙгә яҙмыш тарафынан булырға яҙған тигән ышаныс менән йәшәйем мин хәҙер
Ҡунаҡ ҡатын уға байтаҡ ҡарап торҙо ла ҡыҙы янына сығып китте. Илдар уның артынан эйәрҙе. Йорт хужалары ниҙер хаҡында шыбырлашҡас, ҡамасауламайыҡ, йәштәр үҙҙәре аңлашһын типтерме, юҡ йомошто бар итеп, кәртәгә ашыҡтылар.
Бер һүҙ ҡатмай Илдар – диванда, Айдинә креслола ултырҙылар. Гөлсөм иҙән уртаһына ҡунаҡлап, йәнһүрәткә әүрәгәйне. Мәле менән ололарға сәйерһенеп ҡарап-ҡарап алды, шулай ҙа тынлыҡты боҙорға баҙнат итмәне. Күпме ваҡыт уҙғандыр, бер саҡ Айдинә Илдарҙың янына килеп ултырҙы, ҡулдарын ҡулдарына һалды.
– Беләһеңме, мин бит Хәсәндең үлеме тураһында белмәгәйнем дә. Иртәгә ҡәберенә барып килербеҙ, йыйыштырырбыҙ. Оҙаҡҡа ҡалдырмай уның исеменә ҡорбан салырбыҙ, аят уҡытырбыҙ, йәме?
– Йә, аҡыллым минең, – тип Илдар Айдинәне үҙенә ҡыҫты.

 

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас