Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ямаулы мөхәббәт Хикәйә Гөлшат Сәйетбатталова-Вәлиева

Һуңғы һүҙен ишеткәс, Гөлдәр түҙә алмайынса пырх итеп көлөп ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡыҙҙарҙың уңайһыҙланып киткәнен күргәс: - Ҡыҙын ташлағас, әйҙә, Йөҙөм, үҙеңә ҡаратып ал әле, бүләктәргә генә күмер һине лә, - тине шаяртып.

Ямаулы мөхәббәт  Хикәйә Гөлшат Сәйетбатталова-Вәлиева
Ямаулы мөхәббәт Хикәйә Гөлшат Сәйетбатталова-Вәлиева

Их, был ғүмер тигәнең!.. Әле генә аҡ биләүҙәге сабыйҙар иртәгәһенә аумаҡлап тәпәй китә, балалар баҡсаһынан һуң мәктәп буҫағаһы аша атлағас бигерәк тә күҙ асып йомған арала буйға ла етә. Буйға етә, тип ни... Гөлдәрҙең ҡыҙҙары ул тиклем ҙур түгел әле, береһе башланғыс класта ғына, икенсеһе яңы бишенсегә күсте. Әсә күҙҙәренә улар һаман бәпес кенә. Һис юғында Гөлдәр шулай уйлай ине. Тик бына бөгөн ҡыҙҙарының күрше әхирәттәре менән серләшкәнен ишетеп, хайран ҡалды.

- Беҙгә яңы уҡыусы килде, Сергей. Мөһабәт кәүҙәле, әммә артығы менән тыйнаҡ. Класташтарҙың танауына сиртте – иң шәп йүгергән егетте лә үтеп китте.

- Ә-ә-ә, һеҙгә күстеме ни, ул бит минең класташым ине, - тине икенсе мәктәптә уҡыған Йөҙөмдөң әхирәте. - Былтыр иҫе китеп Алиса артынан йөрөнө ул, сәскәләр, ҡиммәтле бүләктәр бүләк итә торғайны, йыл аҙағына ташлаштылар.

Һуңғы һүҙен ишеткәс, Гөлдәр түҙә алмайынса пырх итеп көлөп ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡыҙҙарҙың уңайһыҙланып киткәнен күргәс:

- Ҡыҙын ташлағас, әйҙә, Йөҙөм, үҙеңә ҡаратып ал әле, бүләктәргә генә күмер һине лә, - тине шаяртып.

Ҡыҙынан алда әхирәте яуап бирә һалды:

- Ундайҙар Йөҙөмгә оҡшамай.

- Эйе, бигерәк шым ул, өндәшмәҫтәр миңә оҡшамай.

... И-и, Хоҙайым! Бына бит! Кисә генә ниндәй “мультик” геройҙарының оҡшай – оҡшамағанлығы тураһында бәхәс ҡоралар ине, бөгөн телдәрендә егеттәр. Бигерәк шым булғанға оҡшамай тиеүен әйт! Ана шул шым йөрөгәндәрҙең артабан тормошта ниндәй шыма баҫып күкрәк киреп йөрөйәсәктәрен белһә икән! Әммә аҡыл тигән нәмә бала саҡта, ярһыу йәшлектә түгел, сәстәрҙе көмөш ялай башлағас ҡына килә шул.

“Мөхәббәт хаҡында уйларға башығыҙ йәш әле” тигән фекер әсәнең мейеһен телеп үтһә лә, үҙе икенсе класта уҡ бер малайға үлеп ғашиҡ булып йөрөгәнен иҫләп, шымып ҡалды.

Гөлдәр генә түгел, башҡа әхирәттәре лә ғашиҡ ине уға. Һәр саҡ бөхтә, һуңғы мода менән кейенә. Ул заманда кейем һайланыу ғәҙәте юҡ, район үҙәгендәге, йәиһә ауыл лавкаһына нимә ҡайтарып тултыралар, әсәйҙәр шуны алып кейҙерә. Мәҫәлән, башланғыс кластарҙа дүрт әхирәт 3-4 йыл рәттән дүртәүләп зәп-зәңгәр пальтола йөрөнө, ә 10-11-се кластарға “пуховик” һәм төҫлө “шуба”лар модаға инде. Ә Илдарыбыҙ килештергән була инде. “Әсәйем миңә кейемде ҡаланан ала”, - тип кенә ебәрә. Уның иғтибарын һәр ҡыҙ яуларға тырыша, был сибәр малайға өйөнән күстәнәс ташый. Лилиәнең әсәһе һатыусы, шуға күрә “барбарис”ын, “кис-кис”ын тығып алып килә, ә Миләштең әсәһе үтә хәстәрлекле, ашханала ризыҡ тәмһеҙ булһа үҙеңдекен ашарһың, тип ҡыҙына картуф менән кәбеҫтә бәлешен һалып ебәрә. Теге принц һайланған була бит әле. “Кәбеҫтәне кәзәләр генә ашай, миңә картуфтыҡын бир”, - ти. Гөлдәр ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Уның атаһы колхоз эше менән алы-ы-ыҫ ҡалаларға командировкаға сыға, һөйөклө ҡыҙҙары-улдарына ауылда булмаған емеш-еләген, ҡышҡыһын туңдырмаһын йәшникләп кенә алып ҡайта. Ғаиләлә дүрт бала, атай алып ҡайтҡан ҡала күстәнәстәрен рәхәтләнеп туйғансы аша ла бит! Юҡ инде! Ҡып-ҡыҙыл булып янып торған алмалар берәм-берәм мәктәп портфеленә инеп оялай, йәнәһе, класташтарҙың ундай алма күргәндәре юҡ, мотлаҡ һыйларға кәрәк. Ағай-апайҙарынан ҡалышмай Гөлдәр ҙә әсәләренән йәшереп кенә ике-өс алманы сумкаһына һала. Билдәле инде, мәктәпкә барғас, и-и-иң ҙурыһы, иң йомшағы теге күҙе төшөп йөрөгән матур малайҙы эҙләп таба. Уныһы тәнәфестә парта өҫтөнә ултырып алып, башҡаларҙы ҡыҙыҡтырып-ымһындырып шартын килтереп ашай, әйтерһең дә, класташтарының ауыҙ һыуын ағыҙыуынан айырым бер ләззәт ала. Артабан белдекле ҡиәфәттә: “Алмала витаминдар күп. Гөлдәр, маладис, атайың тағы алып ҡайтһа мине онотма”, - ти. Ҡоро ғына әйтелгән шул һүҙҙәренән Гөлдәр үҙен бер башҡа үҫеп киткәндәй тоя, әхирәттәренә маһайып ҡарап алған була. Танауығыҙға сирттемме, йәнәһе!

Әммә был маһайыуҙар, беренсе мөхәббәттәр оҙаҡҡа һуҙылманы. Өсөнсө класҡа күскәс, принц тигәндәре һуғыш суҡмарына әүерелә башламаһынмы! Иң беренсе өлөш Миләшкә эләкте, беренсе мөхәббәтем бит әле тип уйлап та торманы әхирәттәре, ағаһына илап ҡайтып ошаҡланы. Батшалай йөрөгән һабаҡташтары үҙе генә түгел, уның вәзирҙәре лә өлкән класс уҡыусыһынан өшкөрөлөп, аҙна тирәһе биттәре күм-күк булып йөрөнө. Лилиә менән Айһылыуҙың башына китаптар осто. Лилиә тигәне бирешә торғандарҙан түгел, ә бына Айһылыуҙың маңлайында ҙу-у-ур шишка хасил булды. Уҡытыусы апайға әйтеүҙә файҙа булманы. “Һеҙ бит ҡыҙҙар, телегеҙҙе тыйһағыҙ, бер ҙә улайтмаҫ ине”, - тине класс етәксеһе. Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай инде, принцтың әсәһе өлкән кластарҙа физика уҡыта.

Ниһайәт, Гөлдәргә лә сират етте. Әхирәттәрҙең береһенең өйө юл ыңғай, ҡалғандары икенсе тыҡрыҡҡа боролоп ҡайтыр юлды дауам итә. Гөлдәрҙең өйө мәктәпкә иң алыҫы. Үҙәк урамдан төшәһең, йәнә лә тыҡрыҡты үткәс кенә ул йәшәгән урам. Артта ҡалып һөйрәлеп ҡайтырға яратҡан ике класташ малай нишләптер был юлы алға төшөп алды. Береһе шул ашаған табағына төкөрөп күрһәткән сибәркәй, икенсеһе ҡолға кеүек оҙон Динар инде.

Бәй, күҙе төшөп йөрөгән һабаҡташ үҙ йортон уҙып китте. Ары атлап, Динар менән икәүләп Гөлдәрҙе һағалап торорға булдылар, буғай. Етмәһә эҙләнеп тирә-яҡтан әллә нимә йыйғандай итәләр. Оло урамда бер яңғыҙы атлаған Гөлдәрҙең күңеленә шом төштө, әммә сигенер әмәл юҡ. Шул тиклем дә тәмлекәс алмалар менән һыйлаған дуҫы йомарт ҡыҙға насарлыҡ эшләргә баҙнат итмәҫ әле. Өҫтәүенә бер парта артында ултыралар, һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын белмәгән класташына урыҫ теленән дә гел күсерергә рөхсәт итә. “Пока”тип һабаҡташтары тураһынан үтеп китеүе генә булды, артынан “бомбежка” башланды. Юл эттергәндән һуң ҡатҡан ҙур ҡар киҫәктәре берәм-берәм Гөлдәрҙең арҡаһына тупылдап килеп тейҙе. Тот та йүгер бит инде! Юҡ. Ғәрлегенән биттәренән тыпылдап тамған ҡайнар йәштәрен дә һөртмәйенсә, аҡрын ғына атланы ул. Йөрәге әрней ине. Әммә ағаһына ошаҡлашып, һабаҡташтарының кәрәген бирҙереү тигән нимә ике ятып бер төшөнә инмәне.

Партизандарса ныҡ торғаны өсөн принц тигәне бөтә класс алдында Гөлдәрҙе маҡтап алды.

- Бына, өлгө алығыҙ. Ниндәй көслө ағалары булһа ла, беҙҙе һатманы, - тине.

Башҡа ваҡытта һәр һүҙенән осоп-талпынып киткән Гөлдәр генә хәҙер ҡыуанманы. Мөхәббәт тигән изге, саф тойғолары һабаҡташ дуҫының әҙәпһеҙлегенән сирҡанып булһа кәрәк бер төн эсендә ямалғайны инде.

Унан һуң да байтаҡ булды ундай ямаулы мөхәббәттәр. Бары тик тиҫтәләгән йылдар үтеп ярайһы тормош тәжрибәһе туплағас ҡына, Гөлдәр төшөндө. Тыштан матур ялтырағандар, матур һайрағандар күпселек ваҡытта эстән ҡалтырап, эстән зәғиферәк тә булып ҡуя. Һис шикһеҙ, яҡты күңелле Йөҙөмөнә быны аңлатырға тырышыр Гөлдәр, ҡыҙы бер аҙ үҫә төшһөн әле. Хәҙерге заман балалары икенсерәк бит – аңлыраҡ, аҡыллыраҡ кеүек. Һис юғында Әсә йөрәге быға ныҡ инана, өмөтләнә.

 

 

Автор:
Читайте нас: