Иршат Теләүембәтов
Ҡаялар ҙа сер һаҡлай
Повесть
1
Ҡарт ҡайындың ҡолауы
Айсыуаҡ һаман әйләнә лә тулғана. Йә һөйләнә, йә ҡысҡырып та ебәрә. Һаташа ул, тик баҫлығыуҙан уяна алмай йонсой. Бына йылмайҙы ла көлә башланы, мәгәр был ҡапыл ыңғырашыуға әйләнде.
– Ҡустым, тор әйҙә! Ҡустым, тим...
Айсыуаҡ кемдер еңелсә генә һелкетеүенә уянып китте. Шулай ҙа, мин ҡайҙа ятам һуң әле, тигәндәй бергилке иҫенә килә алмай торҙо. Әл дә ағаһы булды, тик төш кенә түгел, өн дә йүнленән түгел ине шул! Малай ағаһын һуғышҡа оҙатам тип оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Таң беленә башлағас, үҙе лә һиҙмәҫтән әүен баҙарына киткәйне.
Тыштан ҡапыл өй хужаһы Мырҙабулат килеп инде. Колхоз хужаһы йөгөн тартҡан дыуамал да, ҡыҙыу ҙа булған ир баҫалҡы булып киткәйне.
– Йә, Мәбүрә, Рамазандың вис нәмәһе теүәлләнде, буғай! Әрмиәстәр етеп килә. Хуш алдынан әпәр итәйек тә ҡуҙғалайыҡ!
Барыһы ла доға ҡылдылар ҙа ишеккә ыңғайланы. Мәрйенбикә лә өндәшмәй арттан атланы. Урамда уларға ирҙәрен, улдарын оҙатҡан башҡалар ҙа ҡушылды. Кисә генә һәүетемсә гөрләп торған ауыл өнһөҙ ҡалғайны бөгөн. Мәбүрә менән йәнәш барған берәү көрһөнөп һүҙ ҡушты:
– Йә, Хоҙайым! Минекен, нибус, ун етеһе булғас әпкитеп баралар. Ә һинеке тиҙерәк камсамулға инәм тип бер йылын алдан яҙҙыртҡан бит! Ун алтыһында китеп бара инде мына! Тас Мырҙабулат ағай инде? Торғаны бер дыуамал – сыбыҡ осо!
Мәбүрә уны ҡырт киҫте:
– Ҡуйсы әле? Тәҡдире шул булғандыр инде, әхирәт!
Рамазан был мәлдә кемделер эҙләй ине. Ана, Сәлимә күренде! Уларҙың ҡараштары осрашты. Ҡыҙ йәһәт кенә уның эргәһенә килеп, сөмөрт ҡара күҙҙәрен тултырып ҡарап ҡуйҙы ла тиҙ генә ҡулъяулыҡ тотторҙо.
– Эй, Аллаҡайым?! Ярай, һау ғына йөрө инде!..
Егет уның усына көмөш йөҙөк һалды.
– Көт мине йәме, Сәмук? Мин бит барыбер ҡайтам!
Ҡапыл уның тамағына төйөр тығылды. Ә ҡыҙ битен ҡапланы ла халыҡ араһында ғәйеп тә булды. Тик уларҙың шыбырлашыуын бер Айсыуаҡ ҡына ишетте. Шуға ла ул ағаһы ҡайтҡансы Сәлимәгә күҙ-ҡаш булырға тейешлеген аңлағайны инде.
Алда бер төркөм ир-егеттәр төҫмөрләнде һәм улар ауыл осона килеп туҡтаны. Араларында саҡ мыйыҡтары һыҙыла башлап егет ҡорона етеп килгәндәр ҙә, тормош нужаһын татыған аҡ һаҡаллы ирҙәр ҙә байтаҡ ине. Кемдер фуфайка, кемдер пинжәк кейгән. Аяҡта йүнле нәмә юҡ. Уларҙы хәрби комиссариатта эшләгән олораҡ бер ағай һәр ауылда туҡтап йыйып, арба тәгәрмәстәре йырғылап бөткән тар юлдан килтерә ине. Ул киҫкен фарман бирҙе:
– Йә, егеттәр, ваҡыт! Теҙелегеҙ!
Тик атайҙар-ағайҙарының салғыйына йәбешкән бала-саға сыр-сыу килеп илай башланы. Тора-бара уларға ҡатындар ҙа ҡушылды. Хатта сафҡа баҫҡан фронтҡа китеүселәр ҙә, түҙеп тора алмай, күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Тыуған яҡҡа әллә ҡайтабыҙ, әллә юҡ тигәндәй бәхилләшә ине улар! Ҡапыл эргәлә генә донъяны яңғыратып ниндәйҙер көслө шартлау ишетелде! Барыһы ла илауҙан туҡтап һиҫкәнгәндәй булды – бер ҡарт ҡайын иңрәп-ыңғырашып гөрһөлдәп ергә ауғайны.
Мырҙабулат
Ҡояш аяуһыҙ нурҙарын һипкән июль дә етте. Ауылдағы көллө ауыр эш көсһөҙ бисә-сәсәнең, әле һөйәге лә ҡатмаған бала-сағаның иңенә барып төштө. Ир-егеттәрҙең ҡасан һәм күпмеһе ҡайтыуын, ай-бай, һис кенә лә әйтеп булмай! Мырҙабулаттың берҙән-бер телефоны булғас, беҙҙекеләрҙең һаман сигенеүен ни бары ул ғына белә. Бисәләр өмөт бағлап һорашҡан була ла ул, хәбәр-хәтерҙәре юҡмы тип. Уның йыуатҡан бер генә һүҙе бар – беҙҙекеләр бирешмәйҙәр, ниместәрҙе дөмбәҫләйҙәр инде!
Мырҙабулат, ирекһеҙҙән, үҙенең тормошон күҙ алдына килтерҙе. Ай-бай, кисәге кеүек булһа ла, байтаҡ ваҡыт үткән икән дә баһа?! Шулай ҙа, ни генә тимә, барыбер ҡартайҙы шул, ҡартайҙы-ы-ы! Бөҙрә сәстәре лә салланды, маңлайындағы һырҙар ҙа күбәйҙе. Ә элек, заманында, ут сәсрәткән егет булды бит! Йәштән үк атаһының кәсебен бик иртә үҙ итте, һеләүһен кеүек солоҡҡа менде, хатта өйҙәргә яҡтау һуғып, тәҙрә ҡапҡастарын семәрләп эшләй башланы. Герман һуғышы башланып киткәс, әрмелә йөрөп килде.
Ауылына ҡайтҡас, һәүерек булып оҙаҡ та йөрөгөһө килмәне. Бер көндө эңер төшкәс, атына менеп күрше ауылға сапты бит! Бай ҡыҙы – матур ҙа, уҫал да һарыҡай Мәбүрәне аңдып ҡына йөрөнө лә, башына тоҡ кейҙереп, урлап та ҡуйҙы! Өмөт итеп йөрөгән егеттәр һемәйеп тороп ҡалды. Бер нисәүһе һиҙеп ҡалып ҡаршы төшөп ҡарағайны ла, тегеләрҙе сыбыртҡылай-сыбыртҡылай ғәйеп тә булды.
Ғауға ҡупмаҫ борон тиҙ генә никах уҡытырға кәрәк ине! Ә эргә-тирәлә башҡорт муллалары юҡ. “Бунтарь” башҡорттоң нигеҙен тамам ҡоротоу өсөн мөғәллимдәр, муллалар ҙа сит бауырҙарҙан ғына булды бит. Мырҙабулат Мәбүрәне баҙға бикләп, дуҫ егеттәренә һаҡларға ҡушты ла ҡайҙалыр сапты. Ниндәйҙер мишәр муллаһын табып, уны ай-вайына ҡуймай күндереп, атына меңгәштереп алып та ҡайтты тәки! Ә никах уҡытҡас, әжеренә бер батман бал артмаҡлап теге ҡартты киренән алып барып ташланы.
Тик тыныс тормош оҙаҡ дауам итмәне – йәнә боларыш китте. Ауыр тормоштан ялҡып, Рәсәй хакимдарының ата-бабаларының күтәрелеүен аяуһыҙ баҫтырыуын ҡанына һеңдергән Мырҙабулат, кәләшен ҡалдырып, “Ҡыҙыл армия”ға китте. Олатаһының хикәйәттәре, батырҙарыбыҙ хаҡында һөйләгәндә дәртләнеп тә китеүе мейеһенә һеңде, ә ҡурайҙа уйнаған бер көйө ғүмер баҡый уның ҡолаҡ төбөндә сыңлап та, игәп тә торҙо.
Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам,
Ат ҡыуырҙай ҙа яңғыҙ талдарың!
Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта
Яуҙа ла ғына үлгән батыр ҙа ҡандары...
“Бәй, ошо ғына һүҙҙәр башҡорттоң тотош тәүарихын аҡтарып һалған да ҡуйған бит!” – тип уйлай торғайны Мырҙабулат.
Дыуамал егетте күҙ-ҡолаҡ булып алдан сапҡан бер төркөмгә башлыҡ итеп ҡуйҙылар. Бер саҡ Иҙелбаш яғында йөрөйҙәр ине. Кәнде шул мәлдә тыуған ауылының аҡтар баҫып алыуын ишетеп ҡалды бит. Сыҙаманы егет, егеттәренә шунда барырға фарман бирҙе. Өлкән командиры Исаевтан рөхсәт тә һорап торманы хатта! Юлды тиҙ генә елдереп үттеләр. Ауыл осонда егеттәренә туҡтарға ҡушты. Мәгәр Мәбүрәһен күреү, ауылдағы хәл-әхүәлде белеү өсөн тәүҙә бер үҙе сапты. Төркөмөндә күбеһе башҡорттар, уларҙы күрәләтә ҡан-ҡойошҡа ырғытырға башы ике түгел бит!
Аҡтар уны һиҙмәй ҙә ҡалды. Өйөнә барып етеп ҡапҡанан инеүе булды, кер элеп йөрөгән Мәбүрәһен күрҙе. Кәләшенең кәрзине төшөп китте.
– Бәй ... Мырҙабулат!
Егет кәләшен ныҡ һағынғайны. Ҡосағына алып өйрөлттө лә өйгә индереп урындыҡҡа һалды. Артабан улар бер нәмә лә белмәне. Мырҙабулат аҙаҡ тынысланды ла кәләшенең тығыҙ тәнен ҡосаҡлап күҙен йомдо. Мәбүрәһе лә шундай уҡ ҡәнәғәтлек кисереп бергилке оҙаҡ ятты.
– Үәт, дыуамал! Ҡайҙа йөрөнөң инде шулай?
– Эштән ҡасып типме әллә? – Мырҙабулат кәләшен шаяртмаҡсы булды.
– Уныһы минән ҡасмай ул! Һин алйотҡа берәй нәмә булмаһын тип көнө-төнө ут йотоп йөрөү анһат тиһеңме әллә?
– Урҙаған сағымда, һине күргем дә килмәй, тип вис тештәп бөткәйнең әле?
– Уныһы исем өсөн булды бит ул! – Мәбүрә рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе. – Һин бер тапҡыр ауылға килгәйнең. Бөҙрә ҡара сәс, үткер ҡараш – ут кеүек янып тораһың бит! Әллә нимә булды ла ҡуйҙы миңә, ултыра төшә яҙып, ҡып-ҡыҙыл булдым. Һоратыусылар ҙа күп булды, тик береһенә лә һыным теймәне! Атай үҙе кеүек байҙар менән ҡоҙалашырға теләгәйне лә, уға турһайып барыбер баш бирмәнем.
– Мин дә һине күргәс, күҙ төштө бит! Матур ғына атлап һыуҙан ҡайтып бара инең. Аңдып ҡына йөрөнөм дә урҙаным инде! Йәрәштерелгән ҡыҙым булып, атам туҙынһа ла, мулла килтереп никах уҡытҡас, разый булды тәки!
Мырҙабулат ҡапыл “аҡтар” араһында йөрөүен иҫкә төшөрҙө.
– Тегеләр халыҡты талап-үлтерәме, Мәбүрә?
– Аллаға шөкөр, “аҡтар” халыҡҡа теймәй! Һеҙҙең “ҡыҙылдар” күренһә, бөтәбеҙ ҙә малды урманға ҡыуабыҙ. Ә шул эттәр килһә, йыйын йолҡошҡа хөрриәт! Тик хәйерселәргә бер тин хәйер бирһәң, икенсегә йыртыҡ ыштанын ямарға туҡыма һорар, тиҙәр. Уларҙы мәңге бай итеп тә, ҡарасҡылар өсөн һәйбәт тормошто төҙөп тә булмай! – Ай-бай, тетмәкәйҙе тетә генә бит кәләше. – “Ҡыҙыл” булып йөрөмәһәң, бай тип һинең дә күптән башыңа етерҙәр ине әле. Үткәндә урыҫтар килгәйне, ҡәһәр һуҡҡырҙары!..
– Әҙәм балаһының көллөһө лә бар бит...
– Бындағы “аҡтар”ҙың камандиры ... башҡорт тинеләр!
Быны ишетеп, Мырҙабулат ҡапыл ырғып килеп торҙо ла ҡайҙалыр йыйына башланы.
– Бәй, бәй, һин ҡайҙа?
– Мин хәҙер! Самауырыңды ҡуя тор. Балыңды, ҡорот-ҡаймағыңды вис сығар. Мейес башында ултырған һитә балыңды ла һөҙ!
Мырҙабулат, атына һикереп менеп, “аҡтар”ҙың штабына елдерҙе. Бөтәһен дә ярып үтеп командир бүлмәһенә барып та инде. Тегенеһе аптырашта ҡалды.
– Бәй ... Әллә Мырҙабулат инде?
– Ғәлиулла! Бына һиңә мә, инәңдең...
Герман һуғышында яҡшы дуҫтарға әйләнгән, аҙаҡ бер-береһен юғалтҡан ике фронтовик ҡосаҡлашты ла ултырып доға ҡылды.
Ул көндө “аҡтар” ҙа, “ҡыҙылдар” ҙа Мырҙабулаттың өйөндә ҡурайҙа уйнап таң аттырҙы. Һитә балы баштарына сыҡҡан урыҫтар ҙа башҡорт көйҙәренә аяҡ-күкрәктәренә һуҡҡылап, сүгәләп-сүгәләп дәртләнеп бейергә төштө. Иртәгеһенә дуҫтарса хушлаштылар ҙа үҙ юлдарында булдылар.
Юҡ, барыбер тыныс тормошта йәшәргә форсат булманы шул Мырҙабулатҡа. Колхозлашыу, партия ойошмаһын төҙөү... Коммунистар күберәк булһын өсөн бай ҡыҙы Мәбүрәһен дә партияға алды. Тик ҡатыны барыбер биш намаҙын да ҡалдырманы.
Иманғол
Тылда эшләгән етәксе, белгестәрҙе “бронь” менән ҡалдырғас, Мырҙабулат һаман да колхоз рәйесе ҡамытын кейергә мәжбүр булды. Көндәрҙән бер көндө уға Иманғол ағаһының ҡыуаныслы сәләмдәрен еткерҙеләр. Ул НКВД-ға күренмәй генә ағас эшендә йөрөгән дә, илгә дошман ябырылғас, барыбер сыҙап ятмаған, Иҙелбаштың хәрби комиссариатына барып ғариза биргән дә һуғышҡа киткән! Элекке кеүек тикшереү-бәйләнеүҙән бушамаған, халыҡты ҡан илатҡан НКВД-ның да кикереге шиңә бирҙе шул! Иншалла, хәҙер ағаһы һуғышта булғас, йәне барыбер тыныстыр. Сөнки үҙ ереңдә ғүмер-баҡый ҡараҡ һымаҡ ҡасып-боҫоп йәшәүе, ай-бай, михнәттең дә михнәте бит! Раҫ, Мырҙабулат иң ауыр мәлдә ағаһына ярҙам итеп өлгөрҙө-өлгөрөүгә, мәгәр ошоно һиҙеп ҡалған бер көнсөл әҙәм репрессия мәлендә уның башына саҡ етмәне бит!
...Ҡара көҙ еткәйне. Тыш дөм-ҡараңғы. Бына нисә көн инде ҡар ҡатыш быҫҡаҡлап ямғыр яуа. Ажғырып көслө ел иҫеп ебәрһә, елегеңә үтеп өшәнес булып китә, шуға ла йылы урын эҙләп, өйгә тайыу яғын ҡарайһың. Аяҙ көҙ булманы бит шул йылды. “Исмаһам, ҡар ныҡ ҡына туңдырып ебәрһә, бысраҡ, шөҡәтһеҙ көндәр онотолор ине!” – тип уйлай ине йәне көйөп Мырҙабулат. Шул саҡ төн уртаһында кемдер һаҡ ҡына тәҙрә сиртте. Бәй, ошондай мәлдә кем булыуы бар?! Шуға ла аптырап соланға сыҡты.
– Кем йөрөй унда?
– Был мин әле, ҡустым...
Мырҙабулаттың Иманғол ағаһын күрмәүенә биш былтыр ине. Ағаһы ла, ай-бай, ҡыҙыу, дыуамал булды шул! Бер нисә йыл элгәре бер кемгә лә өндәшмәй атҡа атланып ҡайҙалыр ғәйеп булғайны. Оҙаҡ ҡына уның ҡайҙа булыуын белмәнеләр. Бары НКВД-нан ауылға килеп тикшереп йөрөгәстәр генә һиҙҙе Мырҙабулат. Ағаһы “милләтселәр” ғәскәрендә йөрөгән икән. Тик “ҡыҙылдар”ҙа булғас, партия төҙөү өсөн тырышып йөрөгәнгә уға ағаһы арҡаһында бәйләнергә бер ниндәй ҙә сәбәп тапманылар. Өсәүләп сәй эстеләр.
– Килен күрше ауылдағы һарыҡай түгелме?
– Шул инде! Ағүҙән мәрйәһе түгел...
– Ә нисек эләктерҙең?
– Ну ... булды инде шунда!
Иманғол ҡустыһына ҡарап көлөмһөрәп ҡуйҙы:
– Һинән бөтәһен дә көтөргә була инде, шилма! ...Ике ҡыҙың да хас килен-һарыҡайҙар. Ә бәләкәйең, Рамазан, һиңә һуйған да ҡаптаған! Бөҙрә сәсле ҡарасман. Ҡалай ҡашын төйөп, уҫал йоҡтап ятҡан була әле?!
Аңланы Мырҙабулат: ағаһы әллә нисә йыл өйҙә булмай эшкә һыуһаған, сөнки ваҡытында балтаһы ла уйнап торҙо, ҡорт күстәрен дә бикләне, һунар тигәндә лә уға еткән булманы. Рухлы, айбарлы егеттәр ҡойон кеүек килеп сығып, барлыҡ дошмандарын ҡурҡыуға һалған. Яңы, ғәҙел тормош төҙөйбөҙ, тип ураған һайын һайраған “ҡыҙылдар”ҙан да һис фәтүә булманы. Улар ҙа шул уҡ батша карателдәренән кәм ҡыланманы: ҡайһы бер башҡорт ауылдарында талап, үлтереп, бисәләрҙе мыҫҡыл итеп киттеләр. Шуға ла улар әле лә бер ниндәй ҙә хакимиәткә ышанмай. Ниндәйҙер мөстәҡиллек тураһында һүҙ ҡуҙғатып эстән һыҙланған ағаһының теңкәһенә тейергә ярамай, ә үҙенән бер һүҙ ҙә алып булмаясаҡ! Хәҙер ул тыныс ҡына йәшәп, атай булараҡ балаларын һөйөп ғаилә ҡорорға теләй, шикелле. Бәләкәстәргә ауыҙын йырып, һуштан яҙып ҡарап тороуы ла бала танһыҡлауылыр.
Оҙон тәбәрәккә төшөп Иманғолға оҙаҡ ҡалырға ярамай ине. Кәрәк урынға еткереүсе әҙәмдәр ҙә булыр. Мырҙабулат уны Иҙелбаштың бер бәләкәй ауылына алып барырға булды. Унда үҙенең ҡыҙыл төркөмөндәге башҡорт дуҫы бар. “Ярай, көн биргәнгә – йүн бирер әле! Ағайым ағас эшенә лә оҫта, ҡорт үрсетер. Алла бирһә, еңгәй ҙә табып алһа”, – тип өмөт итте ул. Атҡа менеп тиҙ генә сығып киттеләр. Ә кискә ҡарай күшегеп бөткән Мырҙабулат ҡайтып та инде. Иншалла, юлы уңды былай! Яҡын дуҫы уның уй-ниәтенә тиҙ төшөндө.
Эйе, Мырҙабулат өҫтөндә лә ҡылыс гел эленеп торҙо. Ағаһы арҡаһында бер мөртәте репрессия мәлендә шикәйәт тә яҙып маташты. Яҡшы көрәштәштәрен сүпләнеләр, бәғзеләре ауыҙҙарына һыу уртлап боҫто, ә ҡайҙа барырға белмәй эләгеп-һарҡып йөрөгәндәр шул ошаҡ сәйәсәте яғына ауышты. Ялҡау, көнсөл, ялағайҙар рәхәтләнеп тантана итте, ҡәберҙәр өҫтөндә бейене. Мырҙабулат ҡулға алыуҙарын алдан уҡ һиҙгәс, ни ҡылырға белмәй ҡурайын гөжләтте лә гөжләтте, көйләп тә алды.
Ашап эскән саҡта дуҫтар бик күп,
Башҡа бәлә төшһә берәү ҙә юҡ...
Эш күрһәтергә теләгән милиционерҙар килә һалып етте. Мәбүрә, ирен ебәрмәҫкә тырышып, көйәнтәһе менән ныҡ әтәсләнгән берәүһенең башына ҡундырҙы, тик уны һуғып осорҙолар. Ҡатынын үҙе бер ҡасан да тырнаҡ менән дә сиртмәгән Мырҙабулат түҙеп тора алманы, өсөһөн дә тәгәрәтә һуҡты. Тик ул, уйындан уҫмаҡ сығыуын аңлап, ҡатынын, балаларын уйлап башҡаса ҡарышманы. Алдан уҡ үҙе төштө.
Мырҙабулатты хан заманынан тороп ҡалған таш келәткә алып барып тыҡтылар. Унда халыҡ шығырым тулы. “Ғәйебемде таныйым” тип имза ҡуйырға мәжбүр итеп атылғандар урынына ҡулға алынған яңы ҡорбандар килде. Мырҙабулат туҙға яҙмаған һорау-маҙарҙарға өндәшмәй ғорур ғына ултырҙы. Уны ҡанға батырғансы туҡмап, тағы индереп һелтәнеләр. Ана шунда ҡыҙыл командиры – Ағүҙән урыҫы Исаев уны яҡлап имза йыйып ебәргән. Мырҙабулаттың һуғышта ҡаһарманлыҡ күрһәтеүен, партия ойошмаһын төҙөү өсөн көрәшеүен бәйнә-бәйнә ҡылыҡһырлаған.
Мырҙабулатты тиҙ генә азат иттеләр. Ә ғүмер-баҡый кешеләрҙе ошаҡлап, хөсөт ҡойоп, кеше араһын болғап бер ҡасан да мандып йәшәй алмаған йолҡоштоң үҙен төрмәгә алып барып тыҡтылар. Аҙаҡ Мырҙабулаттың солоҡтарынан бал урлаусы ла бөттө!
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.