Иршат Теләүембәтов
Ҡаялар ҙа сер һаҡлай
Повесть
3
Айыуға һунар. Етем Ғарифулла
Илаҡ, үсексән, көйһөҙ көҙҙә быҫҡаҡлап ямғыр һибәләй башланы. Һуңғы өсөнсө “спас”тан һуң инәлтә-инәлтә “әбейҙәр сыуағы” етте. Тәбиғәт мыжыҡ булһа ла, ҡупшыланырға, һай, бик ярата: йәшел күлдәген систе лә йә һары, йә ҡыҙыл төҫкә кейенеп тә ҡуйҙы. Эргә-тирәлә үлән дә ҡыуарҙы. Һәрмәрлек нәмә булмағас, ауылдағы бер нисә баш мал-тыуар алыҫҡараҡ китә башланы.
Мырҙабулаттың кискә ҡарай һыйыры менән үгеҙе ҡурҡыныс мөңгөрәп ҡайтып инде. Күҙҙәре аҡайған, тояҡтары тертләп-тертләп ҡуя. Һиҙемләне: уларҙы айыу баҫтырған! Үгеҙ күҙен йомоп йәшкеҙәп тора. Уны “тайыш табан” сапсып ҡайтарған! Яраһы, нибус, уңалырлыҡ, юғиһә бысаҡларға тура килер ине. Тик тана юҡсы?!
Мырҙабулат ҡушкөбәген тотоп, уларҙың йөрөүен тоҫмалланы ла тиҙ генә тирә-йүнде байҡап сыҡты. Айыу тананы йыҡҡан урынды тапты тәки! Ул, мәлғүн, тирене оҫта ғына бөкләп һалған да итте ергә күмгән. Сейҙе түгел, һөрһөтөп ашай бит ул. Шуға ла уны аңдымайынса булмай. Бер килеп өйрәнгән нәмә тәҡәтте тамам ҡоротасаҡ! Ай-һай, күбәйеп китте бит улар! Мал-тыуарҙы аңдып ҡына торалар. Хатта көпә-көндөҙ ихатаңа килеп инмәҫтәр тимә!
Мырҙабулат Айсыуаҡҡа “айыуға барабыҙ” тигәс, улы мөкиббән китеп гильзаларға дары тултырҙы. Уға ир ҡорона етеүен раҫларға ваҡыт етте хәҙер! Өс көн үткәс, атаһы уға үҙенең “ун алтынсы” мылтығын тотторҙо. Кискә ҡарай айыу тананы йыҡҡан урынға барып ҡушкөбәккә өстаяу эшләгәндән һуң, Мырҙабулат аҫта ҡалды, улына ҡайын башына менергә ҡушты. Төнө буйы һағаланылар. Тик мәлғүн килмәне. Нисә көн йоҡоһоҙ үткәреүҙе әлегә бер кем дә белмәй ине. “Әгәр ҙә ойоп китеп атҡанда яҙлыҡтырһам, атайым айыу менән күҙмә-күҙ тороп ҡаласаҡ!” – тип әҙерәк шөрләп тә киткеләне Айсыуаҡ. Йоҡламаҫ өсөн сикәһенә сабып-сабып алды. Шулай ҙа таң беленгәс, ҙур айыу күренде бит тәки! Ҡыуаҡтарҙы һындыра-һындыра алпан-толпан килеп ит күмгән урынын сапсый башлағас, Мырҙабулат мәлендә шартлатып атып ебәрҙе. Ҡанһыраған йыртҡыс, аяныслы үкереп, аяғына тороп баҫты, тик Айсыуаҡ та тәтеһен ысҡындырғас, гөрһөлдәп ергә ауҙы. Пуля кәнде йөрәгенә тейгәйне!
Ҙур айыуҙы һуйып, тиреһен һыҙыра башланылар. Айсыуаҡ, мәргәнлек, сослоҡ күрһәтеп, үҙен ир булараҡ хис итте. Сөнки ошоға тиклем: “Атай, мине лә айыуға алып бар инде!” – тип күпме ялынды бит! Ә ул ҡырыҫ ҡына: ”Әлегә башың йәш! Ваҡыты етһә, өлгөрөрһөң әле!” – тип Рамазан ағаһы менән генә йөрөгәйне.
Тирене тунап бөткәс, атаһы әйтеп ҡуйҙы.
– Йә, улым, был һинең айыуға тәүге һунарың булды инде. Афарин, эшкинеп бөттөң хәҙер! Ҡалай төҙ сәптәгәнһең! Был тирене үҙең алып ҡайтып стенаға сөйҙәп ҡуй!
Эйе, Мырҙабулат балаларын маҡтап барманы, ҡырыҫыраҡ булды. Ул – малайҙарын, Мәбүрәһе ҡыҙҙарын эшкә өйрәткәндә аяу тигәнде белмәнеләр. Шуға ла ҡанатланып осоп, дәртләнеп йөрөгән Айсыуаҡты аңлап та була ине.
Ауыр айыу тиреһен йөкмәгән малай өйгә еткәс, самауырға тубырсыҡ һалып туҙҙан сыра төшөрҙө. Итек менән өрҙөрткәс, уныһы ҡуҙланып шыйылдап геүләй башланы. Ул көйләй-көйләй тирене сөйләмәксе булып китте. Әйҙә, әсәһе менән һеңлеһе аптыраһын, улар ҡайҙалыр сығып киткәйне.
– Әссәләмү-әғәләйкүм! Мөмкиндер бит? – Ҡапҡаны асып, ниндәйҙер таныш булмаған ир күренде. Бөксәйә биреп тә ҡуйҙы. – Был Мырҙабулат ағайҙың өйө тип өйрәтеп ебәргәйнеләр...
Утынлыҡ эргәһендә балта ҡайраҡлап торған атаһы яуап бирҙе.
– Вәғәләйкүм-әссәләм! Мин булам инде. Һине белмәйем. Ни йомош, ҡустым? – Теге килеп ҡул бирҙе. – Мин... ни... Ғарифулла. Ошо ауылда йәшәгән Шәһиҙулланың улы булам...
Мырҙабулат барыһын да иҫенә төшөрҙө. Келәүез яҙып уны төрмәгә ултыртырға тырышҡан, аҙаҡ үҙен ҡулға алғандарынан һуң Шәһиҙулланы, уның ғаиләһенең яҙмышын берәү ҙә белмәй ине. Бисәһе өс балаһын алып тыуған яғына ҡайтып киткәйне, шикелле. Улар түмәргә ултырҙы.
– Атайҙың нисек төрмәгә эләгеүен белмәйем, – тине юлсы. – Уны саҡ ҡына сырамыттым мин. Әсәй ҙә был хаҡта һүҙ ҡуйыртырға яратманы... Бер мәл атайым ҡайҙа тип һорашҡайным: “Һиңә уға оҡшарға Аллаһы Тәғәлә ҡушмаһын! Ана, кешеләрҙе нахаҡҡа рәнйетеп, үҙенең башы баструкта серей!” – тип сеңләп иланы ла ебәрҙе. Аҙаҡ олатай менән өләсәйҙең ауылына барыуыбыҙҙы хәтерҙәйем. Улар: ”Беҙ ҡартайҙыҡ! Һине лә, сәүектәреңде лә аҫрай алмайбыҙ! Ҡайҙа барһаң, шунда таш булып батырға тейеш инең! Беҙҙе рисауай иттең!” – тип өйгә лә индермәне. Әсәй үкереп иланы ла ниндәйҙер бау тотоп ҡайҙалыр китте. Сығып ҡараһалар, уның аҫылыныуын күргәндәр... – Ғарифулла ҡашҡылдай-ҡашҡылдай тәмәке тоҡандырып ебәрҙе. – Кемдер өсөбөҙҙө лә детдумға алып барып ырғытты. Бәләкәй һеңделәрем мандый алмай шунда үлде...
– Ә үҙең... Артабан? – тип ҡуйҙы ауыр һулап Мырҙабулат. Эйе, Шәһиҙулла арҡаһында бисәһе, өс бәләкәй балаһы аяныслы яҙмышҡа тарыған!
– Детдумдан һуң барыбер йүнле тормош булманы миңә! Бухгалтерҙар курсына ебәрҙеләр. Шунан бер колхозға. Ярай, шунда бер балаһы булған, олораҡ ҡына Мәстүрә өйгә индерҙе. Уның малайына быйыл алты йәш...
Ғарифулла һаман йомошон аңғарта алмай ыңһырҙай ине.
– Әллә тыуған ер тартамы? – тип кинәйә менән һорап ҡуйҙы уның им-йомон һиҙгәндәй Мырҙабулат.
– Эйе, ағый! Күсеп килергә тип уйҙағайныҡ...
– Бында элекке ферма өйө бар. Иҫәп-хисапты белгәс, һин миңә лә кәрәк булаһың, ҡустым! Йән биргәнгә – йүн бирер әле, Хоҙай!
Ғарифулла ҡанатланып ҡайтып китте. Ә Мәбүрә менән Мәрйенбикә иҫке өйҙөң иҙәнен ҡырып-йыуып, тәҙрәләрен һөрттө. Мейескә ут та яғып ебәргәс, ҡот-бәрәкәт ингәндәй булды. Мәрйенбикә хатта гөл дә килтереп ултыртты. Өс дуҫ урманға барып, бер ҡайынды бысып, ботағын үртәп, арба менән утын ташыны. Тиҙ генә ярып өйөп тә ҡуйҙылар.
Кискә ҡарай Ғарифулла йыуан бисәһе, “никтыума” малайы менән ауыр ғына арба һөйрәп килеп тә етте. Ҡашығаяҡ-ҡаралтылары ла бойтом етәһе ине. Улар ҡыуаныстарынан үрле-ҡырлы һикереп, “рәхмәт”тән башҡаны белмәне.
Малайҙар “барымта”һы
Ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ныҡ өшәнес. Ашау яғы ла ныҡ ҡойто була башланы. Мырҙабулат элек Кинйәкәү баҙарына барып, күнәкләп балын һатып, кәрәк-ярағын теүәлләп алып ҡайта торғайны. Иншалла, ғаиләһе ошоғаса аслыҡ тигәнде белмәне. Һуғыш йотатты шул, һуғыш! Хәҙер колхоз эшенән һис бушай алмай, ҡорттары ла быйыл бал йыйманы. Улар йүкәнең ҡасан сәскә атыуын, ҡасан шиңеүен алдан уҡ һиҙәләр, шуға ла әүәлге йылдарҙағы кеүек көнө буйы осҡан ҡорттар ыжламай ҙа башланы. Ҡапыл төшкән ҡырауҙарҙан йүкә тиҙ шиңде. Аслыҡтан умарталарҙағы күстәр ҡырылды. Кәрәҙҙәре бөтөнләй буш булғас, үҙҙәренә лә аҙыҡ йыя алманылар. Үле ҡорттар хатта һепереп түгерлек булды.
Мырҙабулат олоғайғас, солоҡҡа Айсыуағын мендерә. Иншалла, улы тиҙ эшкинде, бик таһыллы. Бәләкәй сағында уҡ уның артынан төтәткескә сөрөк һалып тоҡандырып ҡына йөрөгән улы ун ике йәше тулғас, битлек кейеп, билен быуып, табалдырыҡҡа баҫып етеҙ генә үҙе үрмәләй башланы. Арҡан менән бал тулы батман төшөрөп ҡыуанғанын белһәгеҙ икән?! Ул да быйыл йөрөп ураны, тик кәйефһеҙ генә ҡайтып инде.
Ағүҙәндең урыҫтары башҡорттар кеүек йән аҫрарлыҡ башҡа кәсептәре булмағас, әүәл-әүәлдән картуф сәсеп хуш итте. Быйыл уларҙың шул ризығы умырылып-ишелеп уңды бит. Хиләүәт үк йәшәмәһәләр ҙә, баҙар ойоштороп, осто-осҡа ялғаған булалар. Шуға күрә ауыл халҡының дебет шәле, йомғаҡлап майы, ҡорото, эшкә ашырлыҡ көллө әйбере шул урыҫтарға китә башланы.
Ағүҙән йылғаһында баяр Твердышев ҡорос иретеү заводын һалдырған мәлдән үк арттарына тибеп килтерелгән крәҫтиәндәр ана шул тамъяндар менән түңгәүерҙәр араһында урынлашҡан ерҙә урыҫ ауылына нигеҙ һалды. Рәсәй ғүмер-баҡый көллө халыҡтарҙың ерҙәрен талап алып, уларҙы ҡанға батырып, үлтереп, крепостнойлыҡты бөтөрөп, яңы ерҙәргә фәҡир урыҫтарҙы килтереп ултыртты. Тик уларҙы берәү ҙә көтөп ултырманы. Йән аҫрау өсөн осто-осҡа ялғау ғына түгел, батшалыҡтың талап алыу сәйәсәте арҡаһында урындағы халыҡтың һәр саҡ ҡон ҡайтарыу ҡурҡынысынан “сәп” кенә булып торҙолар. Шуға күрә улар башҡорттан ғына түгел, иң тәүҙә үҙҙәренең хакимдарынан нығыраҡ зыян күрҙе. Хатта беҙҙең дыуамал малайҙар ҙа, ай-бай, һуғышҡа китмәҫ борон янъял сығара яҙҙы түгелме? Мырҙабулат уларҙы үҙ мәлендә саҡ ауыҙлыҡларға өлгөрҙө!
Бындағы күршеләр тора-бара мал да баға башланы. Тик йыл һайын ауыл халҡының бесәнлегенә төшкәнгә һыбайлы малайҙарҙың Ағүҙәнгә барып урамда күренгән ир-аттарҙы сыбыртҡылап ҡайтыуҙары йышая башланы. Низағтарҙы тәрәнгә ебәрмәү өсөн Мырҙабулат ике яҡты яраштырыу яғын ҡарағас, уның урыҫтар араһында абруйы ҙур булды. Тегеләргә бер ситтәнерәк сабынлыҡ биләмәләрен бүлеп биргәйне. Тик иркен тын алып тыныс йәшәй башланыҡ тигәндә лә беҙҙең малайҙар “барымта”ға барыуын һаман туҡтатманы. Хатта бер ваҡыт төн уртаһында урыҫтарҙың ыҙалап әҙерләгән бесәненә ут төртөп киткәндәр. Һарыуы ҡайнаған Мырҙабулат сыбыртҡыһын тотоп малайҙарҙы өй беренсә йөрөп тикшереп сыҡты. Тегеләр ни, күрмәмеш-белмәмеш, яурындарын һикерткән булды. Шулай ҙә һиҙҙе Мырҙабулат: әлбиттә, шулар, тик һыбайлыларҙың атаманын бер нисек тә таба алманы. Тап шундай көндәрҙең береһендә ҡырандасына ултырып уның “ҡыҙыл” командиры, хәҙер инде Ағүҙән “силсәүите” Исаев ҡунаҡҡа килеп төштө. Улар икәүләп ғүмер-баҡый бер-береһенә ярҙам итеп, көс еткеһеҙ ауырлыҡтарҙы ла еңеп, хәҙер “шәп белеш”, “хороший знакум” булып бер-береһенең хәлен белешергә йөрөшәләр бит. Уны күреп, Рамазан менән Айсыуаҡ ниңәлер тиҙ генә һыпыртыу яғын ҡараны. Мырҙабулат ҡапыл шикләнеп ҡуйҙы ла икеһенә лә туҡтарға ҡушты. Ҡунаҡ менән күрешкәс, һорап ҡуйҙы:
– Иван Андреич, бер-бер ошо ике малайҙы танымайһыңмы?
Ҡарт тегеләрҙе ныҡ ҡына күҙ уңынан үткәрҙе лә шундуҡ Рамазанға төртөп күрһәтте.
– Башҡорт кавалерияһының атаманы бер бөҙрә баш ҡарасман, тип ағүҙәнтекеләр ҡурҡып, биҙрәп бөткәйне. Яңыраҡ сыбыртҡы менән туҡмалған ҡайһы бер мужиктар ҡуҙғала алмай бик оҙаҡ ятты. Һинең туғаның түгелме тиһәм, улың булған икән.
Мырҙабулат Рамазандың яғаһынан тотоп алып сәпәкләй ҙә башланы.
– Бына хәҙер һин төрмәгә китәсәкһең, белдеңме!? Лично үҙем алып барып биктәйем! Бөгөн үк төнө буйы йоҡтамай сухариҙар киптер инде, инәңдең генәһе!
– Урыҫтарҙы беҙ саҡырып килтермәнек бит? Ниңә бында өйҙәге кеүек йөрөйҙәр һуң әле?! Һаман сабынлыҡтарын киңәйткәндән-киңәйтәләр!
– Әтеү! Йәнәһе лә, кәрәкле кишер япраҡтары! – әсе тел Айсыуаҡ та ҡушылып киткән булды.
– Әллә һин дә барҙыңмы?!
– Бармай шунан! – Атаһының тос йоҙроғо Айсыуаҡтың башына төшкәс, уның күҙендә хатта йәшелле-күкле осҡондар бейеште.
– Һин дә хәҙер үҙеңә сухариҙар киптерә башта, инәңдең генәһе! Төрмәлә икегеҙгә күңелдерәк булыр, исмаһам! Теге һәүеректәрҙе лә алып барып һелтәһәм, как раз зингер компанияһы буласаҡ. Урыҫтарҙың “сербиянка”һын йырҙап, “калинка”һын бейергә өйрәнеп ҡайтырһығыҙ! Ҡара һин аны?! Телдәшеп маташҡан булалар! Ишшү бер тапҡыр атаң һүҙенән сыҡһағыҙ, үҙегеҙҙең сыбыртҡыларығыҙ менән ботоғоҙҙан аҫып ҡуям!
Ололар өйгә инде. Мәбүрә мул табын әҙерләп ҡуйғайны. Мырҙабулат “ҡыҙыл” командирҙы барынса ҡунаҡ итергә тырышты, һитә балынан тәмләнеләр. Исаев көлә биреберәк әйтеп ҡуйҙы:
– Мурзабулатка, һин бер үк малайҙарға ҡаты бәрелмә инде. Ҡыҙыу икәнеңде беләм инде мин! Ярай, ҙурая биргәс, аңларҙар әле...
Шулай ҙа Мырҙабулат урыҫтарҙың көлгә әйләнгән кәбәндәрен ҡаплау өсөн, көллө ун ике “кавалерист” малайҙы ла табып, киренән бесәнгә ҡушты. Өс кәбәнде эшләп бөткәнсе көн һайын үҙе барып тикшереп йөрөнө. Аҙаҡ шул замандан бирле “барымта” тигән нәмә лә бөттө.
“Йә, Хоҙа!.. Кисәге шул малайҙарҙы, ҡара тырыш Рамазанды егет ҡорона етмәҫ борон һуғыш көтөп торҙо бит! Имен-һау ғына йөрөгөҙ инде, уландар!” – тип йәне үртәлде Мырҙабулаттың, ниңәлер һау йөрәге лә тулап-тулап ҡуйҙы.
“Кәртүк”кә барыу. Мәрйә Мария
Ҡар ҡатыш ямғыр һибәләй. Өс малай бысраҡ юлдан бәләкәй тоҡ ҡыҫтырып, бер нисә баш ойоҡбаш, бейәләй алып Ағүҙәнгә юлланды. Тишек-тошоҡ итектән һыу инә, шуға аяҡты һөйрәүе лә ауыр. Әҙәм балаһын нужа тигән нәмә йөрөтә шул. Шыҡһыҙ ҡара көҙ айында ашау яғы һаман мөшкөләйҙе. Етмәһә, күҙ терәп торған һыйыр ҙа барыһында түгел бит әле! Ойотҡан-ҡатыҡҡа ла мөрхәтһенер инең, ҡара көҙгә ҡарай улары ла һыуалды. Ә колхоздыҡына тейергә ярамай! Май һалымын да түләһәң, үҙҙәренә лә ҡуҡыш имергә тура килә. Һыйырҙар ҙа быйыл хөртөрәк быҙауланы. Алдағыға тана-торпоһо ла бүстәк! Әлдә генә шул колхоздың өмөт бағлатҡан “Мостафа” тигән бер бөртөк үгеҙе йөрөй. Шуға Мырҙабулат барыһын да киҫәтеп ҡуйҙы: ”Килендәр, Мостафаны ныҡ һаҡлағыҙ! Көйшәүенән өҙмәгеҙ! Бер-бер ҡазаланып ҡуйһа, бөттө баш, ҡалыр муйын һерәйеп!” Уны айырым йылы урынға бикләнеләр. Сөнки Мырҙабулат ике тапҡыр әйтергә яратмай бит. Шуға күрә бесән-һыуын үҙенә генә алып барып биргәстәр, “Мостафа” ныҡ һимереп китте. Ул көнөнә бер тапҡыр һыйырҙары эргәһенә сығып эре генә ҡарап тора ла яй ғына атлап киренән инеп тә ята.
Алыҫтан сиркәү күренеп, һөҙәк тауҙан төшә башлағансы малайҙар арманһыҙ булды. Тәүҙә мәрйәләр картуф һатҡан баҙарға һуғылдылар. Улар мыш-мыш килеп илаған йәш кенә берәүһе эргәһендә туҡталды. Бик йәл ине шул! “Мәрйәнең дә бар йәне” тигәндәр бит әле!
– Иремдән “ҡара ҡағыҙ” килде! – тип нығыраҡ буҙланы мәрйә, хәлен тыңлаған малайҙарҙы күреп. – Ни доға уҡытырға поп та, сурт та юҡ! Вася окаянныйҙың ризалығын алайым тигәйнем. Ҡуй инде, бисәләргә йөрөргә яратып, тәҡәтте тамам ҡоротоп китте инде һуғышҡа, сволочь! Һеҙ башҡортса доға ҡылырға беләһегеҙме? Алла бит барыбер! Помогите, если можете? Картошку дала бы...
– Кәнишнә, можем инде! – тине Айсыуаҡ шундай ыңғай-ыратайҙы ысҡындырмаҫҡа тырышып. Ә ике малай бындай яуапҡа хатта ҡойолоп төштө.
Мәрйә, ураған һайын “душа болит”ын һамаҡлай-һамаҡлай, тиҙ генә әйберҙәрен яраштырҙы ла уларҙы өйөнә әйҙүкләне. Ул әллә ни алыҫ йәшәмәй икән дә! Тик тупһа аша үткәс, Мансур менән Кәрим аңшайып ҡатып ҡалды.
– Проходите, мальчики, не стесняйтесь...
Айсыуаҡ рәте-сиратына килтереп иҙәнгә бер таҫтамал түшәне. Шунан: “Бисмилләһи – иррахмәни - шайтани-ми!” – тип битен һыпырып ҡуйҙы. Оҙаҡ ҡына өнһөҙ ҡалып торғандан һуң ҡапыл тубыҡланды ла бер нисә мәртәбә сәждәгә китте. Артабан көйләп-көйләп уҡый башланы.
– Эй, һин алйот, урыҫ Вася! Бисәләргә һәптәндәп гонаһың да күп булған бит! Матур кәләшеңде өй һаҡтарға алдыңмы ни? Уның да әүрәткесе бар ҙа баһа? Мына тағы!
Ике малай түҙә алмай шым ғына көлә башланы. Мәрйә нимәгәлер шикләнеп ҡуйҙы. Шуға Айсыуаҡ тиҙ генә уларға ҡарап көйләй-көйләй ым-ишара яһаны.
– Көлмәгеҙ әле! Көлмәгеҙ әле! Кәртүктән бит яҙҙыраһығыҙ! Көлөү урыны тыш булыр: йәһәт кенә тайығыҙ! Мөбәрәки иррәхмәни шайтани-ми, инәңдең!
Тегеләр һыпыртҡас, Айсыуаҡ еңел тын алды ла “мына тағы”нан төшөрөп һабағын дауам итте. Аҙаҡ: ”Аллаһу әкбәр! Амин! Уже гатауай!” – тип әпәр итте лә тороп ултырҙы. Мәрйә ярты тоҡтай эреле-ваҡлы картуф һалды ла: “Мне хорошо стало, мальчик!” – тине ул ҡыуанып.
– Кәнишнә! Килешкәс, хараша инде! – тип Айсыуаҡ та уны йөпләп ҡуйған булды. Шунан кеҫәһенән сығарып бер ойоҡбаш һондо. – Мә, минән дә бүләк булһын инде, танауыңа сысайым! Йылы табаныңда туҙһын!
Мәрйә, күҙҙәре йәшләнеп, Айсыуаҡты ҡосаҡлап алды.
– Умница ты мой, мальчик! Спасибо тебе! Меня Мария зовут...
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.