Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Апреля 2024, 10:30

Иршат Теләүембәтов Повесть Ҡаялар ҙа сер һаҡлай (4)

– Ғәйебем булғас, үҙем яуап бирәм! Гонаһлы булып, ҡарғыш алғым килмәй минең!

Иршат Теләүембәтов Повесть Ҡаялар ҙа сер һаҡлай (4)Иршат Теләүембәтов Повесть Ҡаялар ҙа сер һаҡлай (4)
Иршат Теләүембәтов Повесть Ҡаялар ҙа сер һаҡлай (4)
Иршат Теләүембәтов
 
Ҡаялар ҙа сер һаҡлай
 
Повесть
 
4
 

Ҡыш бауыры оҙон булмаҡсы быйыл. Шөкөр, бесән хатта ике йылға эшкинерлек. Аҙау кәбәндәр ҙә тороп ҡаласаҡ. Ә башҡа ауылдарҙың хәле бик мөшкөл шул. Иншаллаһ, йән биргәнгә – йүн бирер әле Аллаһы Тәғәлә! Тик бына беҙҙекеләрҙең сигенеүе...
Мырҙабулат санаһына яңы һалабаш түшәне, тәртәләрен рәтләне. Быйыл ғына бөккән ҡамыты ла мейес башында кибеп өлгөргәйне. Дилбегә, ышлыя, ыңғырсағы ла әлегә эшкинерлек. Бесән ташырға сана әҙер, шөкөр.
Ҡапҡа алдына бер ат килеп туҡтаны. Таяҡҡа таянған, шинель кейгән берәү дилбегәһен индеккә бәйләне лә эскә ыңғайланы.
– Һаумыһығыҙ, Мырҙабулат бабай! – Егет ҡапылдан һүҙҙе ниҙән башларға белмәй ине. – Мин Мораҙым булам инде. Рамазан менән бергә хеҙмәт иткәйнек...
– Йә, һауғынамы, улым! – Тиген хәбәр булмаясағын һиҙгәйне Мырҙабулат, шулай ҙа һалдат менән күреште лә уны өйгә әйҙүкләне. Мейес өҫтөндә өйрә болғаған Мәбүрә, балта тотҡаһы юнған Айсыуаҡ, күлдәк ямаған Мәрйенбикә эштәренән туҡтап ҡалды. Мораҙым көрһөндө лә доға ҡылып алды. Тағы берәү һаҡ ҡына ишек ҡаҡты.
– Әйҙүк, инегеҙ! – тине Мырҙабулат. Оялышынан ҡып-ҡыҙыл булған, иллә-мәгәр хафаланыуы йөҙөнә сыҡҡан Сәлимә ине ул. – Әйҙә үт, ҡыҙым, үт...
...Һалдаттарҙы йә бер, йә икенсе эшелонға тейәп, ер аяғы-ер башына ҡәҙәр оҙаттылар. Ҡайҙа барыуҙы әлегә берәү ҙә белмәй. Ике-өс көн үткәс, яҡында ғына снарядтар шартлаған бер ауыл эргәһендә туҡтарға әмер бирҙеләр. Мораҙымдарҙы ашыҡ-бошоҡ бер взводҡа алып барып ҡуштылар. Ә ун кешенән торған отделениела ни бары бер мылтыҡ! Мәшхәр араһында кем өлгөрә, шуға була инде! Ҡарараҡ ҡына бер егет Мораҙымға һүҙ ҡушты:
– Һаумы, әллә һин башҡортмо?
– Эйе! Мораҙым булам.
– Мин – Рамазан!
Тиҙҙән дошман көслө һөжүм башланы. Эргә-тирәлә снарядтар сыйылдап осто, самолеттар көслө бомбаға тотоп үтте. Окоптарҙа үлектәр ҙә, ыңғырашып ятҡан яралылар ҙа күп ине. Оҙаҡ та үтмәй мотоциклға тейәлгән илбаҫарҙар ауылға килеп тулды. Улар йәйәүле, ҡоралһыҙ тырым-тырағай ҡасҡан һалдаттарҙы баҫтыра-баҫтыра ата башланы. Күптәрҙе әсир иттеләр.
Траншеяла ултырған Мораҙым ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡалды.
– Әйҙә, киттек минең арттан! Аңшайып ултырма! – Эргәһенә килеп еткән Рамазан, уны ҡултыҡлап, алға йүгерҙе.
Иңкәйә-иңкәйә эргәләге урманға еткәс, бышлыҡҡан егеттәр ергә тәгәрәне. Рамазандың тоҫмаллауы буйынса, был Украинаның Чернигов өлкәһе. Ротаның бер өлөшө көнбайышта булырға тейеш. Дошман уларҙы йырып үтеп ҡулсаға алған. Мотоциклдар колоннаһы һаман да үтеп китә. Егеттәрҙе бер генә ҡурҡыныс уй телгеләне: йә үлем, йә әсиргә төшөп, дошман лагеры! Барыбер бер ниндәй ҙә ҡотолоу әмәле юҡ. Һуғышҡа инмәҫ борон ҡоралһыҙ-ниһеҙ – ана шуныһы әсендерә ине.
Байтаҡ бара биргәс, алда емерек өйҙәр, һерәйешеп ултырған мейестәр күренде. Снарядтар-бомбаларҙан ер соҡор-саҡырға әйләнгән. Мәгәр ауылға инергә ярамай ине. Бында ла туп-тулы немецтар, полицайҙар күренә. Шуға ла егеттәр аҡлан аша түгел, күренмәй генә урман ситенәнерәк үтергә булды.
Эргә-тирәлә йә тегендә, йә бында ҡанһырап үлгән һалдаттар күренә. Рамазан менән Мораҙым уларҙың ҡоралдарын эҙләй башланы. Йәнде һаҡлау өсөн кәрәк бит! Буш ҡул менән бер нимә лә эшләп булмай! Байтаҡ ҡына эҙләнеләр. Төңөлдөк тигәндә генә, иншалла, автомат, мылтыҡ табып алдылар.
Тағы ун саҡрымдай ара үттеләр. Ныҡ һыуһағанлыҡтан тамаҡтары ла кипте. Ахыр сиктә алдағы ауыл осонда траншея ҡаҙған һалдаттар күренде. Улар беҙҙекеләр ине! Берәүһе тирләп-бешеп арыһа, көрәкте икенсеһенә бирә.
– Һеҙ кемдәр? – Ҡапыл уларҙың эргәһенә ниндәйҙер лейтенант килеп сыҡты. – Ҡайҙан килдегеҙ? Ну?!
– Рамазан взводтарының юҡҡа сығыуын, үҙебеҙҙекеләрҙе эҙләп ошонда килеп сығыуҙарын әйтеп бирҙе.
– Дизертирҙар, значить! Тикшермәйенсә булмай. Бәлки, һеҙ диверсанттарҙыр? НКВД, пускай, разбирается!
Рота командиры Брагин ине ул. Ул юҡ-барға бәйләнергә тотондо. Бер сәбәпһеҙ Мораҙымға киҙәнмәксе булғайны, мыҡты кәүҙәле Рамазан уның ҡулын тотто ла алды. Ҡапыл шунда кемдер ҡысҡырып ебәрҙе.
– Иптәш командир, һиңә полк командирының курьеры килгән! – Брагин Рамазанға һөмһөҙ ҡарап ҡуйҙы ла һүгенә-һүгенә траншея буйлап йүгерҙе. – Ә мин һине иҫтә тоттом, басурман! Тиҙҙән күрерһең: ҡәбереңдең өҫтөндә бейейәсәкмен!
Ауылға немецтарҙың бер төркөмө инеп килә – үткәрмәҫкә кәрәк! Әгәр ҙә килеп сыҡмаһа, Брагинды трибуналға тарттырып үҙен атасаҡтар! Мотоциклдағы дошмандар байтаҡ ине. Ағарынған командир пистолетын болғап әмер бирҙе:
– Урра, алға! Ватан өсөн! Сталин өсөн!
Һалдаттар алға ташланды. Тик дошман автомат-пулеметтарҙан көслө ут яуҙырҙы. Траншеянан сығып йүгергәндәр бер-бер артлы сабылған кеүек тәгәрәшеп бөттө. Иң алда барған етеҙ, йылғыр Рамазан бер ҡалҡыу урынға ятты ла автоматтан һиптерә башланы. Бәләкәй саҡтан уҡ һунарға йөрөп мәргән атҡанлыҡтан бер нисә мотоцикл ергә ҡапланды. Тик бер үҙе генә атыша ине Рамазан!
Мораҙым боҫоп-тәгәрәп дуҫы эргәһенә барып етеүен үҙе лә аңламай ҡалды. Тиҙҙән тағы өс егет килеп етте. Улар – Абдулла, Ибраһим, Әҙеһәм – Кавказ егеттәре ине. Бындай ҡаршылыҡты бөтөнләй көтмәгән дошман артҡа боролдо.
Утлы ҡурғаш эсенән имен-аман сыҡҡас, егеттәр бер-береһенә бик эҫенеп китте. Тиҙҙән өс кеше менән полк командиры килде. Ҡалдыҡ-боҫтоҡ ротаны теҙҙеләр. Ҡырыҫ полковник “бер ҡарыш та сигенмәү, приказды үтәмәгәнгә атыу” менән янап нотоҡ уҡыны һәм траншеяла ултырып ҡалған лейтенант Брагинға, тағы дүрт кешегә “Батырлыҡ миҙалы”ын таҡтылар. Егеттәрҙе телгә алыу ҙа булманы.
Таң беленгәнсе траншеяла арлы-бирле йоҡлаған һалдаттар ныҡ өшөнө. Мулынан ҡырау төштө. Ер өҫтө ап-аҡ булғайны. Йоҡаҡ ҡына кейемен дә ташҡа үлсәрлек – йыртыҡ-тишек тә ҡаҡашып бөткән бысраҡ. Берәй тәғәм икмәк кенә түгел, котелокта һыу ҙа ҡалманы. Асыҡҡан, һыуһаған ҡалтыранған һалдаттар йылыныу өсөн траншея ҡаҙырға керешеп китте. Фарманды ла үтәргә кәрәк! Тик көрәк самалы ғына ине шул.
Биш егет берәйһе арыһа тип сиратта тора ине. Шул саҡ көрәк тотоп Брагин күренде һәм уны Рамазандың алдына һелтәне.
– Мә, хәҙер егетлегеңде күрһәтеп ҡара инде, хреновый басурман! Был траншея һиңә ҡәбер булыр тип уйлайым. Ә мин ҡаҙғаныңды ҡарап торайым. Давай, давай! – Үҙе мыҫҡыллы йылмайып тәмәке тоҡандырҙы. Төтөнөн һурып-һурып өҫкә өрҙө. Ғорур Рамазан көрәкте алды ла тегенең алдына ҡаҙаны.
– Командир иптәш, үҙең ҡаҙ? Ҡәбер соҡоронда һиңә лә урын булыр!
Быны көтмәгән Брагиндың һөмһөрө ҡойолдо, бите тартышты, шунан бар көсөнә Рамазанға көрәк менән киҙәнмәксе булды. Тик ул “һә” тигәнсе ялтанып ҡалғас, лейтенант әллә ҡайҙа һөрлөгөп барып төштө. Ул кобураһына үрелмәксе булды, тик егеттәрҙең асыулы ҡарашын күреп пистолетына ҡағылырға баҙнат итмәне.
Брагин “басурмандар” яғына ерәнә-ерәнә төкөрөнөп, Рамазанға трибунал буласаҡ тип ыҫылдап, өҫ-башын ҡаҡты ла китеп барҙы. Дуҫтар ултырҙы ла уйға ҡалды: “Тап Рамазан улар менән ауылды бирмәне, командир ишаратын трибуналдан ҡотҡарыу ғына түгел, миҙаллы ла иттеләр бит?!”
Алғы һыҙыҡта дошман уты эсендә йөрөү еңел түгел. Улар фашистарҙан да ҡотолдо. Тик хәҙер командир булып йөрөгән йүнһеҙ ҙә, һауалы ла әтрәгәләмдәр менән бергә һуғышыу, ураған һайын мыҫҡыллы һүҙҙәр ишетеү тағы ла ҡыйыныраҡ ине. Бары тик ауыр саҡта яҡшы дуҫтар табыу, һуңға тиклем бергә ҡалыу – ана шуныһы ғына өмөт уята ине һалдаттарҙа.
Ошоноң икенсе көнөнә тағы ҡояш ҡалҡты. Һалдаттар һаман траншеяны нығытыу менән мәшғүл. Талағы ташып йөрөгән Брагин барыбер этлек эшләйәсәк, бөгөн уның ошағынса, НКВД килһә, Рамазанды командир приказын тыңламағанға трибуналға тарттырып, ошонда уҡ атырҙар йәки лагерға оҙатырҙар. Хыянатсы, дизертир, ҡурҡаҡ мөһөрө баҫыуҙың ғәрлеге ни тора. Ярай, ул үлеп тә китер, тик туғандары ғүмер-баҡый шуның ҡоһорон татыясаҡ! “Ҡара исемлек”кә ингәстәр, нәҫел-нәсәбен күрә алмау, мыҫҡыллау-кәмһетеү, ҡайҙа ғына барһалар ҙа кәртә ҡуясаҡтар!
Рамазан ана шундай күңелһеҙ уйҙарын Мораҙым менән уртаҡлашты ла әйтеп ҡуйҙы:
– Исмаһам, дошман пуляһынан батыр кеүек үлһәм, һәйбәтерәк булыр ине шул...
Шул саҡ траншея буйлап артынан ике кеше эйәрткән олораҡ йәштәге берәү күренде. Погонына ҡарағанда ҙур кеше! Ауыр уйҙарға тарып ҡайғырған, кисәнән бирле йүнләп дуҫтары менән дә һөйләшмәгән Рамазан ҡапыл йылмайып ҡуйҙы ла тура баҫты:
– Һаумыһығыҙ, Воронов иптәш! – Барыһы ла тертләп киткәндәй булды. Улар аңғармаҫтан кемдең килеп сығыуын һиҙмәгәндәр ҙә баһа!
– Йә, һаумы һалдат! – Дивизия командиры ла йылмайып ҡуйҙы. Әллә ҡайҙан һиҙенеп йүгереп килеп еткән Брагин, нисек кенә яҡшатланырға белмәй, пистолетын болғап һалдаттарға бәйләнергә, ҡатлы-ҡатлы оятһыҙ һүҙҙәр менән һүгенергә тотондо. Тик Воронов уның яғаһынан тотоп алды ла терәп кенә атты ла ҡуйҙы!
Комдив генерал Воронов алғы рәттәрҙе ҡарап сыҡҡас, ротаға яңы хәрби кейем, бер нисә көнгә етерлек консерва, икмәк бирҙеләр.
Яңы килгән рота командиры капитан Николай Елисеев күпте күргән хәрби етәксе ине. Репрессия йылдарында армияны башһыҙ ҡалдырып, офицер, генералдарҙың күп өлөшөн “халыҡ дошманы” булараҡ юҡ иткәйнеләр. Тотош Европаны баҫып алып, ҡурҡыныс дошман бәреп ингәс, оҫта, тәжрибәле командирҙар булмағанлыҡтан, Елисеевты ла йыл ярым лагерь туҙанын йотҡандан һуң иреккә сығарғандар. Тик полковниктан төшөрөп, капитан званиеһын биргәндәр ҙә алғы һыҙыҡҡа оҙатҡандар. Һалдаттар менән үҙен бер тиң тотҡанға уны хөрмәт иттеләр. Елисеев Рамазанды ла тиҙ аңғарҙы, отделение командиры итеп ҡуйҙы. Тик ауыр алыштарҙан һуң беҙҙең ғәскәр, Чернигов ауылдарын ҡалдыра-ҡалдыра, Сум өлкәһенә сигенде. Ә дуҫтарҙы юғалтыу... тағы ла ҡыйын ине. Тиҙҙән взвод командиры булып киткән өлкән сержант Рамазан Мораҙым менән бер-бер артлы авар Абдулланы, даргин Ибраһимды, балҡар Әҙеһәмде ерләне. Ә был егеттәр дуҫ ҡына түгел, хатта туғандарға әйләнгәйне!
Шулай бер нисә көн үтте. Рамазанға Елисеев тағы мөһим фарман бирҙе. “Взводың менән Червоное ауылына фашистарҙы үткәрмәҫкә, өҫтәмә көс килгәнсе тотоп торорға! Һиңә ышанам, туған!”
...Ә алыш бик ауыр барҙы. Взвод хатта бер тәүлек дошманды үткәрмәне. Ахыр сиктә, Елисеев, ротаға яңы һалдаттар туплап, өҫтәмә көс менән килеп етте. Кисә генә һуғышып йөрөгән, әле йәшәп тә өлгөрмәгән ҡорбан булған егеттәрҙе күреп ныҡ әсенде ул! Яраланған көйө атышҡан Рамазан да ... һәләк булғайны. Сал сәсле командир башҡорт егетенең ҡәбере эргәһендә пилоткаһын һалып бик оҙаҡ баш эйеп торҙо, взводтан тере ҡалған бер генә егет – ҡаты яраланған Мораҙымды тылға-госпиталгә оҙатты.
Йәш булһа ла күпте кисергән һалдат һөйләп бөтөрҙө лә ауыр тын алып ҡуйҙы. Өй эсендәгеләр ҙә өнһөҙ ҡалғайны.
– Минең улым ниндәйҙер орден-миҙал тип ҡалай өсөн йөрөмәгән. Намыҫ өсөн башын һалған! – тип ҡуйҙы Мырҙабулат. – Шуға беҙ ҙә тынысбыҙ, шөкөр... Оятҡа ҡалдырмаған минең улым!..
Мәбүрә башын терәп иренә һыйынғайны. Мораҙым түрбашта элеүле торған ҡурайҙарҙың береһен барып алды.
– Дуҫым һуғыш тынған мәлдә ошо йырҙы көйләй торғайны. “Эх, ҡурайым юҡ бит!” – тип көрһөнөр ине ул...
Шунан ҡапыл “Сәлимәкәй” көйө яңғыраны. Мырҙабулат та икенсе ҡурайҙы алып ҡушылып китте. Урғылған көслө моң өйҙән сығып тотош ауылды тетрәтте. Сәлимә оҙаҡ түҙеп ултыра алманы, сыҡты ла йүгерҙе! Айсыуаҡ та уның артынан тышҡа атылды. Ҡыҙ, һарай артына барып сүгәләп, быуылып-быуылып илай ине.
– Сәлимә! Сәлимә тим... – Айсыуаҡ уның эргәһенә барып ултырҙы.
– Эй, Алла! Ништәп тормош беҙҙе ыҙалата икән?! Ниндәй гонаһыбыҙ бар?! Рамазан ҡайтһа, бөтәһен дә эшләргә риза булыр ине-е-ем! – Әйтерһең дә, ҡыҙ үҙе түгел, ә йөрәге илай ине. Айсыуаҡтың да күҙ йәштәре төйөлдө, тик егет бит ул – ауыр булһа ла, бер тамсы ла сығарманы. Йөҙө ап-аҡ булған Сәлимә ыңғырашып ҡуйҙы ла яй ғына ҡайтып китте.
Мораҙымды ҡайтарманылар. Барыһы менән ҡунаҡ итергә тырыштылар. Мунса яҡтылар. Яралы һалдатҡа имәүләшергә Айсыуаҡ барҙы. Сабынғандан һуң улар хәл алырға соланға сығып ултырҙы.
...Мораҙым алты йәшендә үкһеҙ етем ҡалып, балалар йортонда үҫкән. Буй еткергәс, һорашып-белешеп, барыбер ауылына ҡайтып, бер ҡарт инәһен табып, шунда йәшәй башлаған. Ашау яғы ныҡ ҡойто булғас, ул йә тегендә, йә бында ялланып йөрөгән. Ауырыуға һабышҡан инәйе лә оҙаҡ та үтмәй мәрхүмә булып ҡалған. Аҙаҡ шул иҫке өйҙә йәшәп колхозға ингән. Һәүерек булып оҙаҡ та йөрөмәгән, үҙе һымаҡ етем Гөлгиҙәрен әйттереп тә ҡуйған. Тик башлы-күҙле булып рәхәтләнеп йәшәргә барыбер әмәл булмай, һуғыш сығыу менән Мораҙымға повестка килә. Кәләше ауырлы булып ҡала. Тракторҙа йөрөгән Гөлгиҙәр көн һайын ферманан ауыр феләктәр тейәп комбинатҡа һөт ташыған. Тейәп-бушатҡан саҡта береһе өҫтөнә төшөп иҫтән яҙған, ваҡытынан алда тулғаҡ тота башлаған. Сабыйҙы түгел, үҙен дә саҡ алып ҡалғандар. Яңғыҙ башына көн күргән сатанға әйләнгән кәләше өмөтөн өҙмәй ирен көткән. Иншалла, Мораҙым зәғифләнһә лә бәхетенә ҡайтҡан барыбер!
Икенсе көнөнә ҡунаҡ Матрайға ҡайтырға булды. Айсыуаҡ мәкегә барып атын эсереп килде, санаһына мул бесән түшәне. Мәбүрә әҙ булһа ла ҡоротон-майын күстәнәс итеп һалды, Мырҙабулат бер нисә ҡурай тотторҙо. Юл алдынан ултырып доға ҡылдылар.
– Ярай, улым, һин хәҙер беҙгә улыбыҙ кеүекһең. Килеп йөрө! Алла бирһә, бал да булыр. Тик беҙҙекеләр генә дошманды еңеп ҡайтһын! – тине Мырҙабулат.
– Ҙур рәхмәт һеҙгә! Һеҙ миңә атай-әсәйем, туғандарым һымаҡ булдығыҙ...
Мораҙымдың күҙенән, үҙе лә һиҙмәҫтән, йәштәр ағып төштө, илап ебәрмәһен өсөн сытырҙатып күҙен йомдо. Әсә наҙын, туғандарын бөтөнләй белмәй үҫкән, бары тик тормоштоң ҡаҡҡылау-һуҡҡылауына бешегеп, хатта үлем менән дә йөҙгә-йөҙ осрашып, барыбер бирешмәгән ун һигеҙ йәшлек егеттең йөрәге бер йылы һүҙҙән дә ирегәйне шул.

Маһинурҙың төрмәгә китеүе

Мырҙабулат иртәнән бирле малайҙар менән фермаға бесән ташый. Шөкөр, идара контораһына күҙ-ҡолаҡ булырға Ғарифулла тороп ҡала. Ул шылтыратыуҙарға яуап бирә, мейескә ут яғып йылы тота, ҡағыҙ-отчеттарҙы күҙҙән үткәрә. Сөнки бухгалтер һуғышҡа киткәс, барлыҡ эш бер үҙенә тороп ҡалғайны шул.
Мырҙабулат тирләгән атын туғарып бесән һалды ла арҡаһына септә япты. Тамағы кибеп сәй эсеп сығайым тигәндә генә йүгереп килгән Ғарифулла күренде.
– Ағый, һине райондан һорайҙар!
Иртәгә һалымға тигән майҙы алырға киләсәктәр икән. Шуға үлсәп, описын әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Һатыусы булып эшләгән Маһинурҙың магазинында майҙан башҡа бер нәмә лә юҡ. Шуға күрә Мырҙабулат уны башҡа килендәр менән бергә ферма эшенә ҡушҡайны.
Колхоз рәйесе, бухгалтер, һатыусы магазинға юлланды. Мырҙабулат йоҙаҡты асып инде. Тик майҙың ... яртыһы юҡ ине! Бөтәһе лә аптырашта ҡалды. “Кемдең эше икән был?! Юҡ, ауыл кешеһе бындай әшәкелеккә мәңге бармаясаҡ!”
Ауылға милиция килде. Күптәрҙең иҫенә төштө: бер аҙна самаһы элек Ғилмиязаның Айытбай ағаһы ҡунаҡҡа килгәйне. Ул һеңлеһенә хәленән килгәнсә утын ярған, өҫтәл-ултырғыстарын нығытып, балаларын ҡыуандырып, сана эшләп биргән икән. Барлыҡ шик уға төштө.
Айытбайҙы барып ҡулға алдылар. Һуғыш ветеранының ҡулына бығау кейҙереп, машинаға төрткөләй-төрткөләй индереп милиция бүлегенә әпкитмәксе булдылар.
– Эх, бурҙың кем икәнен белһәм, ошо сулаҡ ҡулым менән үңәсен һығыр инем! Сука-а-а! – тип ғәрләнде Айытбай. – Хәлем булһа, һаман һуғышып йөрөр инем әле? Яраланғас, комиссовать иттеләр мине! Үҙем теләп алманым бит был ғәриплекте!..
Ир ҡулын күптән танһыҡлаған, шуға ла Айытбай ҡайҙа барһа ла тағылып йөрөгән ике бәләкәй бала: ”Бабый, китмә, йәме?!” – тип уның аяғына һарылып ҡысҡырып илап ебәрҙе. Ултыра төшкән Ғилмияза ла быуылып-буҫыға ине.
– Юҡ! Әҙәм балаһын нахаҡҡа рәнйетергә Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡырға кәрәк! – тип иланы Маһинур. – Ғәйебем булғас, үҙем яуап бирәм! Гонаһлы булып, ҡарғыш алғым килмәй минең!
Ул йоҡлап ятҡан бәләкәй балаһын да үҙе менән бергә алырға ҡырталашты. Уятты ла шәленә төрөп алып сыҡты.
– Бәй, килен, балаңды ҡалдыр? Бына бурҙы табырбыҙ ҙа һин дә тиҙҙән ҡайтырһың! – тип ҡаршы торҙо Мырҙабулат.
– Юҡ, ҡайнаға! Һин былай ҙа етем-еһерҙәргә күп ярҙам итәһең! Хәҙер ауыҙыңды асһаң, үҙендең үпкәң күренеп тора. Балаһыҙ нимә эштәйем мин? Ни булһа ла бергә күрербеҙ әле. Әлегә минең ике тамағыма күҙ-ҡолаҡ булып тор инде, ҡайнағам? Бурҙы табыуҙарына өмөт итәм мин!
Маһинур Мансур менән Миләүшәне ҡосаҡлап хушлашты ла, ике йәшлек малайын санала һөйрәп, бер милиционер оҙатыуында эргәләге ҡатындар төрмәһенә китеп барҙы. Оҙатып ҡалған ауылдаштары ни әйтергә белмәй күҙҙәрен һөрткөләне. Ҡыҙҙар шым ғына илай башланы. Мансур сүгәләне лә, әлеге күренеште күрергә теләмәгәндәй, ҡулы менән битен ҡапланы.

 
Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.
Автор:
Читайте нас