Шоңҡар
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Апрель , 09:25

Иршат Теләүембәтов Повесть Ҡаялар ҙа сер һаҡлай (5) Аҙағы

Инәң менән Мәрйенбикә ҡарындашым баҡыйлыҡҡа күскәс, яңғыҙым ғына ҡалдым инде хәҙер...

Иршат Теләүембәтов Повесть Ҡаялар ҙа сер һаҡлай (5) Аҙағы
Иршат Теләүембәтов Повесть Ҡаялар ҙа сер һаҡлай (5) Аҙағы
Иршат Теләүембәтов
 
Ҡаялар ҙа сер һаҡлай
 
Повесть
 
5

 

Бәләкәс “тотҡондар”

Сатлама һыуыҡтар хөкөм һөргән, хатта төкөрөк ергә лә барып төшмәгән ғинуар артта ҡалды. “Әгәр ҙә мин ғинуар булһам, һыйыр мөгөҙөн дә һындырыр инем әле!” тигәндәй, уны еле елегеңә үтеп өтөп-ҡурып барған әсе февраль алмаштырҙы.
Ана шундай бер көндә контора эргәһенә “Хлеб” тигән яҙыулы көплө машина килеп туҡтаны. Кабинанан хәрбиҙәрҙең бәлтә-бүркен кейгән ҡатынҡай йүгереп килеп инде. Мырҙабулат ниҙер яҙа, Ғарифулла төймәһен тартып ултыра ине әле.
– Һаумыһығыҙ, ағай! – тине ул рәйескә, илай яҙып. – Пленный бисәләрҙән балаларын айырырға ҡуштылар. Әле Иҙелбашҡа китеп барабыҙ. Бәләкәстәрҙе индереп йылытып алырға ине, ағай! – Үҙе, башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алмай, түгелеп-түгелеп илай башланы. – Бахыр бисәләр урманда ... ағас ҡырҡа. Үҙҙәре ныҡ ауырый. Ә ҡайһы бер балалар ... үлде! Күмергә лә кеше юҡ!
Мырҙабулат Ғарифуллаға өндәште:
– Бар, тиҙ генә апайыңа барып әйт! Эҫе генә йылы сәй килтерһен! Һуҙылма, тим!
Ул сығып машина ишеген асып ебәрҙе. Балалар ҡысҡырып илай. Үҙҙәренең кейемдәре лә юҡ. Боҙға әйләнгән тимер кузовҡа арлы-бирле бесән түшәлгән. Ыштандарына ярау итеп бөткән сабыйҙарҙың икешәрен эскә ташый башланы. Уғарса булмай, өс дуҫ та килеп етеп, ярҙамлашырға тотондо. Сәй тотоп йүгерә-йүгерә Мәбүрә лә күренде.
Һигеҙ бәләкәй “тотҡон”до оҙаҡ тымыҙа алманылар. Мейес эргәһендә өрә-өрә ҡайнар сәй эсереп, әҙерәк ашатҡас, ипкә-һапҡа килделәр, шикелле. “Әсәй” һүҙенән башҡаны белмәгән бахырҙарҙың һыуһауы ла, асығыуы ла үҙәктәренә үткәйне. Үҙҙәре ныҡ өшөгәнлектән дер-дер киләләр, ҡашҡылдайҙар. Малайҙар тиҙ генә һәнәк менән бесән килтереп, машина иҙәненә түшәне.
Юлсыларға ҡараңғы төшмәҫ борон Иҙелбашҡа барып етергә кәрәк ине. Һаҡсы ҡатынҡай бер нисә айлыҡ ике бәләкәсен үҙе менән эскә алды. Башҡалары, бейек тауҙар араһынан ырғып-һикереп килгән һыуыҡ машинаға инергә теләмәй, күҙ йәштәренә төйөлөп, бәләкәс ҡулдары менән оҙатыусыларға сат йәбеште. Йыйылып китеүселәр был күренеште ҡарай алмай ситкә боролдо, бәғзеләре бәләкәстәр менән бергә илай ине! Шофер бабай уларҙы кузовҡа индерҙе лә, ауыр көрһөнөп, боҙло ишекте япты. Ахыр сиктә ... ураған һайын боҙолоп килгән машина бер һелкенеп ҡуйҙы ла хәсрәтле юлын дауам итте. Сабыйҙарҙың тере килеш барып етеүе, ай-һай, бик икеле ине шул! Үҙәк өҙгөс тауыштары һаман да ҡолаҡ төбөндә яңғырап торған кеүек.
Өс малай башын тотоп ауыр уйға батты. Һуғыш арҡаһында Айсыуаҡ – ағаһын, ә Кәрим айыу әхәзләгән ҡустыһын юғалтты. Мансур ҙа бәләкәс тотҡондар араһында туғанын эҙләп ҡарағайны, тик... Әсәһенең дә хәбәр-хәтере юҡ!
– Э-эх! Ҡайһы сволочы майға ҡағылды икән? Ахырғыһын ғына ашаһындар инде! – тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы Мырҙабулат. – Баш етмәй бит ә! Иҫ-аҡылың китмәле! Ғәйеп­һеҙ­ҙәрҙе күрәләтә язаға тарттырып, уғрыларҙың типтереп йәшәүҙәре аптырамалы ине шул.
Айсыуаҡ, ниҙер иҫенә төшөргәндәй, ҡапыл ырғып килеп торҙо, алан-йолан ҡаранып та алды.
– Атай! ... Мин теге ваҡыт Ағүҙән баҙарында ... анауы “никтыума” малайҙы аңғарып ҡалғайным да ул...
– Туҡта әле! – Мырҙабулат малайҙарға текәлде. – Ә һеҙҙең күҙегеҙгә таныш-маҙар бәндә салынманымы?
Тегеләр, бер-береһенә ҡарап, яурындарын һикерткән булды.
– Ну, мин алыҫтан тинем дә баһа! Күренеп ҡалды ла ҡапыл ғәйеп булды.
– Әллә һаташа баштаныңмы? Йомаң яңылышмаһын! Ҡатыраһың инде һин дә башты! Ул бит пацан! Бер үҙе бара алмай ҙа баһа?
– Анауы теге утыҡҡан өйрәк кеүек йыуан бисәкәй... Кем әле? Әсәһе менәндер тим инде, атай!
– Ғарифуллаға тоһҡайһың инде, ызначит! – Мырҙабулат өҫтәлен туҡылдата–туҡылдата уйға ҡалды. – Ә ул йоҙаҡты нисек асһын, ти? Асҡыс тик миндә, Маһинурҙа ғына бар. Шайтан түгел дә баһа?!
– Ул һинең хисапсың бер әүәлерәк лавкаға инеп сыҡты бит! Өсөбөҙ ҙә күрҙек тә баһа, малайҙар? Маһинур еңгәй күрмәгәндә ... тәҙрәнең эстәге кеҙәһен асып ҡалдырыу бүстәк бит ул!
– Кәнишнә! – Кәрим менән Мансур, бер ауыҙҙан Айсыуаҡтың әйткәндәрен йөпләп, ырғып килеп торҙо.
– Бына һиңә мә! ... Тәк, малайҙар, әлегә шыҡырыҡтамай тороғоҙ! – Мырҙабулат телефондан “зыйлатып” бора башланы. Яңыраҡ ҡына һуғыштан ҡайтҡан Йомағолов милиция начальнигы булып тәғәйенләнгәйне. Заманында улар икәүләп урындағы партия ойошмаһын төҙөгәндә ныҡ дуҫлашып киткәйнеләр.
– Һаумы, ҡорҙаш! Срочно эш бар! Тиҙ генә кил әле бында...
Йомағолов һыбай елдереп килеп тә етте. Мырҙабулат менән ҡосаҡлашып күрештеләр. Тәүҙә бер-береһен бүлдергән малайҙарҙы тыңланылар.
– Шул икәүҙән башҡа кем булһын, ти? Былай ҙа билдәле, ҡулға ал! – тип ҡырт киҫте Мырҙабулат. – Ғарифулла үҙ һүҙен әйтә белмәй – һыйыр буғы! Бисәһенең артын ялауҙан башҡаға эшкинмәй! Ә Мәстүрәһе һейә лә, ҡорота ла белергә хәтәр шәп!
– Туҡта әле, Мәстүрә тинең түгелме?! Уны бит кейәүгә сыҡмай, һатыусы булып эштәп, миңә тиклем булған нәшәлник менән типтергән бисә тиҙәр! Өндәшмәһәләр ҙә шунан бала тапҡан. Бәйеле аҙмайынса бәндә ҡаза күрмәй, тиҙәр бит. Закондан ҡурҡмаһаң да, Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡыу лазымдыр. Шул әҙәм аҡтығы яҙ көнө балыҡ ҡармаҡтағанда кәмәһе түңкәрелеп китеп һыу төбөнә киткән. Эҙҙәп тә ҡарағандар, тик таба алмағандар. Аҙна самаһы үткәс, күрше районға барып сығып бер ботаҡҡа эләгеп ятҡан. Мәйете шешенеп бөткәс, саҡ танығандар. Халыҡтың ҡарғышы барыбер ҡара башына төшкән! Был кәнтәй ҡурсалаусыһы ла булмағас, яманаты ла сыҡҡас, бында тайған инде. Асыҡҡан түгел – ҡаныҡҡан яман, тиҙәр бит! Тик, ҡорҙаш, танасаҡтар! Шуға ла шаһит йәки төртөп күрһәтергә дәлил кәрәк!
Айсыуаҡ уйлап торҙо ла, киттек тигәндәй, дуҫтарына ишараланы. Байтаҡ ҡына юғалып торҙолар ҙа ауыҙына сепрәк тығып теге “никтыума”ны килтереп тә индерҙеләр. Уныһы мыжый-илай, ултырғыстарға тибә.
– Улым, әсәң менән Ағүҙәнгә барғаныңды әйтһәң, кәнфит бирәбеҙ! Шунан тәтәй санаға ултыртып елдертеп алып барып таштарбыҙ, йәме? – Мырҙабулат уны йыуатырға тырышты.
– Юҡ! Беҙ бей ҡайҙа ла йөйөмәнек! – Тик ул йыуатыу-өгөтләүҙәргә бер нисек тә ыҡҡа килмәне. Мәғлүм, өйҙәгеләре ныҡ тыйып ҡуйған!
– Ҡуй, был малай төптө алдай! Ана, хатта күҙе әйтеп тора! – Мырҙабулат Йомағоловҡа күҙ ҡыҫты. – Ҡайҙа, ҡорҙаш, пистолетыңды бир әле? Төрмәгә ултыртҡансы ошонда ғына сығарып атам да ҡуям! Әтеү тамам тәҡәтте ҡоротто бит!
Айсыуаҡ та “никтыума”ның яғаһына барып йәбеште.
– Атай, ятып ҡалғансы – атып ҡал! Малайҙар, әйҙә, беҙ ҙә һыпырттыҡ! Дөмөккәс, быны көрткә быраҡтырабыҙ ҙа вәссәләм!
– Дуҫтар тегене һөйрәкләп алып сыға башланы.
– Юҡ! Әйтәм, әйтәм! Әсәм менән бей ауылға байҙыҡ!
– Ә нимәгә?
– Май һатыйға...
– Ә уны ҡайҙан алдығыҙ?
– Әсәй менән Ғарифулла ағай ... ҡайҙалый төндә килтейҙе!..
Йомағолов тиҙ генә телефонды борғослай башланы. Икенсе яҡтан тауыш ишетелгәс, ҡаты әмер бирҙе:
– Мин – Йомағолов! Маһинур Зәйнетдинованы немедленно төрмәнән сығарырға! Әйткәнемде үтәгеҙ! Ә мин ике бурҙы ҡулға алам!

Һуңғы шаһит

Республика гәзитендә хәбәрсе булып эшләгән Искәндәр отпуск мәлендә әллә ҡайҙа барып сәйәхәт ҡылып йөрөмәй. Йыл һайын әүәл-әүәлдән йәй көндәрендә ауылға ҡайта. Ярата ул бесән еҫен! Бәләкәйҙән өйрәнгән танһыҡ эш! Исмаһам, туғандарға ла фәтүә, ҡала кешеһенә лә фатирында һеләгәйен ағыҙып ултырғансы, тыуған йорттоң балы, ите-майы ярап ҡала тигәндәй.
Ул ҡустылары менән иртәнән-кискә ҡәҙәр бесән ташый. Хәҙер колхоз бөткәс, халыҡ ҙур яландарҙы ҡуртымға алып мөрхәтһенде. Машина менән бесәнде сабалар, йыялар, эҫе көндә анһат ҡына кипһә, кемдер төргәкләп, кемдер өйгә алып ҡайтып йә кәбән, йә эҫкерт итеп ослайҙар.
Элек бит шулай булды: салғы менән сабып, бакуйҙарҙы тырматып-йыйып, эйеремдәрҙән күбә яһап, шуларҙы ат менән тарттырып, урманда уҡ кәбән ҡоя торғайнылар. Аҙаҡ кәртәләүең лазымдыр ине. Сөнки эргә-тирәлә һәрмәнергә үлән бөтөп, колхоз малы килеп сыҡһа, туҙҙырып китергә һәләк шәптәр ине! Хәҙер рәхәт, аҙна-ун көн самаһында бесәнең өйгә килеп тә ята. Бер уйлаһаң, һәйбәт тә, бер уйлаһаң, күңелһеҙ ҙә һымаҡ. Элекке кеүек салғы сүкеү-яныу, балаларҙың шат тауыштары, кемдеңдер йырлап ебәреүе, усаҡта сәй ҡайнауы аш бешеүе онотолдо. “Эйе, һәр заман матур, иҫтәлекле ваҡиғалары менән ғибәрәт!” – тип уйлай Искәндәр, шуға ла һәр нәмәнең бары насар яғын ғына хурлаған әҙәмдәрҙе өнәп етмәй. “Ялҡауҙарға һыныҡҡа – һынтау шул!”
Иртәгә Өфөгә китергә лә ваҡыт етте инде. Улар төнгө сәғәт берҙә электр яҡтыһында һуңғы йөктө бушатты. Нисауа, бесәндең яртыһынан күбеһен ташып бөттөләр. Көндәр ҙә аяҙ тора, шуға ололар: “Бирҙе Хоҙай! Ҡалғанын кәк-­­нибут инде”, – тиһә, ҡустылары әйтмешләй, “бүстәк эш” тороп ҡалды!
Искәндәр отпуск мәлендә иртәнән-кискә ҡәҙәр бесәндә йөрөгәс, бәғзе бер туғандарын күрмәй ҙә китә. Телефондан хәлдәрен ураған һайын белеп тора ла ул, тик күрешеп осрашыуы-ы-ы... Быйыл ҡыш көнө генә әсәһен ерләшергә ҡайтып урағайны. Шуға имселәгән “уфимский” сәй-кәнфитен алды ла Айсыуаҡ бабайына юлланды. Оло туғандарынан ул бер үҙе генә ҡалды шул. Ниңәлер элек килә һала торғайны, быйыл юҡсы – тойолманы. Сәлимә инәһе баҡыйлыҡҡа күскәс, хәҙер ике йыл инде япа-яңғыҙ көн итмеше.
Бабайы һуғыштан һуң олатаһынан колхозды ҡабул итеп малсылыҡ буйынса өлгөгә сығарған. Йүнәлтмә буйынса Куйбышевта партия мәктәбен бөткәс, алыҫтағы бер район советына рәйес итеп эшкә ебәргәндәр. Һуңғараҡ инәһе менән ауылға ҡайтып төпләнделәр.
Һикһәнен ашаҡлап үткән бабайы умарта рамдарына балауыҙ йәбештереп ултыра ине.
– Йә, һаумы, бабый!
– Вәғәләйкүм–әссәләм, улым! Мына тағы?! – Ул йылмайып Искәндәр менән ике ҡуллап килеп күреште. Арҡаһынан яратып та алды.
– Иртәнән һуң эшкә инде, бабый! Хәл-әхүәлеңде белеп китәйем тигәйнем дә. Мин ни шул бесән...
– Белеп торам инде, улым! Быйыл матур йәйҙе бойтом бирҙе Аллаһы Тәғәлә! Килеүеңде ишеткәйнем дә. Эш мәлендә элмәндәп хәрәпселәп йөрөүҙе упсым да яратмайым. Хәҙер бесәнгә бара алмай өйҙә ятҡанға эс боша, сыҙамай ҙа китәм. Беләңме, улым, әҙәм балаһын эш кәмегән һайын нәҫ баҫа, арҡырыны буйға һалыу ҙа ауыр булып тойола. Ә аҡыл өйрәтергә, шикәйәт яҙырға тиһәң, өйҙә ятҡан шул ялҡауҙарҙы ҡуш инде, инәңдең!
Бабайын, үҙе әйтмешләй, “дастуйын” тип тә әйтергә булалыр: ана, баҡсаһындағы кесерткәнде сапҡан, өйө лә, ҡашығаяғы ла тап-таҙа! Ҡорттары кәмеһә лә, шөкөр, ун ике умартаһын ҡарай. Самауыр ҡайнап сыҡҡас, ул Искәндәрҙе сәйгә әйҙәне.
– Һөйҙәмәй генә йөрөйһөң, улым! Кисә кәнде бал өйрөлтөп алғайным. Пай тигәнде әйтәм әле! Халыҡ, әйҙә, үҙ еренең мәнфәғәтен күрһен. Тик хөкүмәткә лә бик ышанып булмай. Ул нимәлер биргән була ла халыҡтан барыбер умырып ала! Ҡуртым йә кредит хаҡы барыбер арта бит! Шуға халыҡ, ярлы көнө – ялыныс тигәндәй, күндәмгә, тыңтаусанға әйҙәнә, әле һаман тура баҫа алмай, биле бөгөлгәндән-бөгөлә түгелме?
– Ә ниңә һеҙ яулап алған тормош, компартия юҡҡа сыҡты һуң, бабый? – Бабайы көлөмһөрәп ҡуйҙы.
– Вәт, шилма! Интервью алаһың инде, ә? Әҙәм балаһын бит бер ҡасан да, бер нисек тә тигеҙҙәп булмай, улым! Шундайыраҡ фармандар килде: утыҙ йәшкә тиклем фәлән-төгән комсомолканы, иллеһен үткән фәлән эшсе, колхозсыны депутат итеп үткәрергә – көлкө! Партияның күрһәтмәһенә тап килгән белемһеҙ-ниһеҙ кешеләрҙе әбизәтелнә табырға кәрәк! Улар ниндәй закон сығарһын инде? Имеш, юлбашсыбыҙ әйткәнсә, кухарканы ла дәүләт менән идара итергә өйрәтәбеҙ! Ул бисуралар аҙаҡ аш бешереүҙе, һыйыр һауыуҙы ла сәпсим онотто! Өҫтән нимә ҡушһалар, шуны “Хуплайбыҙ!” тип ҡул күтәреүҙән башҡаһына эшкинмәнеләр. Тик шулай аталған “берҙән-бер халыҡ партияһына” көллөһөн дә ҡыуып индереп булмай бит! Партбилет алған бурҙар, карьеристар ошо тоҡтоң тишек-тошоғон табып килеп сыҡты ла власҡа менде. Аҙаҡ ғәҙел, урҙашмаған тоғро коммунистар әҙселектә тороп ҡалды. Ана шуға кәмит булып оҙаҡ йөрөгөм килмәне! Тәнҡитте яратмай, райкомдың беренсе сәркәтибе менән һыйышмағанға партиянан сығарғастар, ауылға ҡайтып, умарталарҙы ишәйтеп йән аҫрай баштаным. Бал ҡорттары минән партбилетымды һорап та торманы! Партия үҙен эстән бөтөрҙө! Хәҙер түрә-ғара булып киткән әҙәмдәр әле һаман ярамһаҡтанып үҙҙәренең урынына йәбешеп ята. Сөнки эшкинмәгән, әҙерҙе ашап-эскән әҙәмдәрҙе урамға сығарып ырғытһалар, улар бер кемгә лә кәрәкмәй бит! Эшсән бал ҡорттары әреләрҙән ҡотолоу яғын ҡараһа, әҙәмдәрҙә улар мыжғышып тотош донъяны баҫып алды!
– Бабый, һуғыш ваҡытындағы теге бурҙар менән нисек барып бөттө? Маһинур инәй төрмәнән ҡайттымы? Бәләкәй малайы?.. – Искәндәрҙең башына ҡапыл “ҡылт” итеп шул иҫенә төштө бит! – Әсәм бәғзе бер саҡтарында әрнеп-әрнеп әйтеп һала биргәйне. Тик артыҡ бер нәмә лә өндәшмәне...
– Эй, улым! Мәрйенбикә ҡарындашым нимә тиһен инде?! Уны бит һөйҙәрҙек тә түгел!..
Айсыуаҡ бабай ауыр көрһөндө лә ошо иҫтәлектәрҙе бәйнә-бәйнә тағатып ебәрҙе. Ул бәғзе бер саҡта йә көлөп тә, йә күҙе йәшләнеп туҡтап та ҡалды. Ғибрәтле тарихты һөйләп бөткәс, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй әйтеп ҡуйҙы:
Теге мөртәт Ғарифулла милиция нәшәлниге Йомағоловтың килеүен күреп бөтәһен дә һиҙгән. Беҙ уның аҫылынған мәйетен күрҙек. Өйҙә “никтыума” ла үлеп ята ине. Әсәһе башына бәргән дә сығып тайған. Аҙаҡ кемдер ул һәпрәне Өфө вокзалында күреп ҡайтҡан. Кейеме аламаланып ябыҡҡан, хәйер һорашып йөрөгән, тиҙәр. Уны тыуған ер ҡабул итмәгән!
Айсыуаҡ бабай ауыр көрһөнөп алды, уға еңел түгел ине.
– Ә Маһинур еңгәм ҡайтты, улым! Ауырыны, ураған һайын йүтәлләне. Тик сабыйы ... юҡ ине. Үлгәс, бисәләр менән ... тәрән көрттө ҡаҙып туң ергә күмгәндәр. Бер нәмә лә һөйҙәмәне, иламаны, зарҙанманы. Башҡорт бит ул ғорур ҡая кеүек! Көслө ел иҫкән саҡта ғына уның иңрәүе, шаңдауы ишетелеп ҡала, ә асылын берәү ҙә белмәй! Уның үҙе генә йотҡан, һеңдергән, бер кемгә лә сисмәгән сере бар! – Айсыуаҡ бабай туҡтап ҡалды.
– Бабый, инәмдәр, бабайымдар?
– Еңгәйҙәр ҙә берәм-һәрәмләп баҡыйлыҡҡа күсте. Төрмәнән һуң ярты йыл самаһы үткәс, иң матур Маһинур еңгәмде ерҙәнек. Башҡалары йә бер, йә ике-өс йыл ғына Еңеү көнөн ҡаршыларға өлгөрҙө, бахырҙар!
...Ә беҙ заманында Кәрим, Мансур өсәүҙәп Башҡортостан ҡурайсылары менән Мәскәүҙәрҙе байтаҡ һелкетеп ҡайттыҡ! Дуҫтарым да ауыр эштән миктәп мәрхүм булды. Инәң менән Мәрйенбикә ҡарындашым баҡыйлыҡҡа күскәс, яңғыҙым ғына ҡалдым инде хәҙер...
Айсыуаҡ бабайға ауыр ине, һүҙҙе икенсегә борорға теләне.
– Һин тыуғас атам ныҡ ҡыуанды бит, улым! Сәбилә, Сәкинә апайымдарҙың балдары йәйҙәрендә өй тулып китә торғайны. Өйҙө осороп алып барһалар, атай сыбыҡ тотоп килеп инһә, шып-шым була торғайнылар. “Олатай!” тиһәләр, бөтәһе лә шөрләй ине! Ә һине яратып күтәреп йөрөттө! Белмәйем, бөҙрә сәсле, ҡарасман булғасһың микән? Бәләкәй булһаң да, һин малайҙарға бирешмәй торғайның. Биш йәшеңдә әйҙәнеп-тулғанып, тәкмәс атып әллә ҡайҙа барып сыҡтың бит! Бер ваҡыт күрше шутник ағай: ”Мә, балерин!” – тип һиңә кәнфит бирмәксе булғайны, тик алманың – күҙ төбөнә тондорҙоң да ҡуйҙың! Атай: ”Йәтеш булды!” – тип рәхәттәнеп көлдө.
– Әсәм быны һөйҙәмәне лә...
– Ҡарындашым һеҙҙе ҡупайтып үҫтермәне. Эшкә өйрәтте! Силсәүит йомоштары менән һыбайлап сапҡанда һине гел беҙгә ҡалдырҙы. Инәң һыуыҡ үтеп ... балдарыбыҙ булманы бит. Шуға шым ғына һыҡтап та ала торғайны. Бер мәл килеп инһәм, һин быны аңдаған кеүек башынан һыйпап тораһың! – Айсыуаҡ бабай көрһөнөп ҡуйҙы. – Көллөһө лә шул ҡәһәр һуҡҡыр һуғыш касафаты! Ә ил тарҡалғандан һуң тағы күпме һуғыш булды?! Ана, һин дә мәҡәлә яҙам тип ут эсендә йөрөп алдың! Инәң һине уйҙап ҡайғыра ине. Ә ҡарындашым әсәм кеүек уҫал булды бит – өндәшмәне. Беҙҙе фашизмды бергә еңгән халыҡтар менән дошмандаштырып күпме ҡустылар, уландар башын һалды! Бер ни ҙә һиҙмәй уйнап йөрөгән ейәндәрҙе күрһәм: “Уларҙы һуғыш көтөп тормаһын!” – тип тертләп тә китәм. Бөтә китаптарҙа өҫтән ҡушыуы буйынса әкиәт яҙылып, йәштәрҙе наҙан иттеләр. Һуғышты яҙыу түгел, һөйҙәүе лә ҡурҡыныс! Ә дөрөҫөн әйтеп ҡара: ҡуштандар көтөүе менән ябырыласаҡ!
Йәйҙәрендә ҡояш байый ҙа, әҙәм балаларын өтәләндерә-өтәләндерә, икенсе яҡтан ҡыҙарып килеп тә сыға. Ҡышҡа тиклем көллө эштәрҙе теүәлләп ҡалыу өсөн көнө генә түгел, сәғәте лә ҡәҙерле бит! Оҙон тәбәрәккә төшкәс, иртәнге алты ла булып киткән. Ҡуйы томан яйлап ҡына өҫкә ҡалҡа. Ысыҡта һулауы ла еңел, еләҫ! Ара-тирәлә әтәстәр күңелле көй һуҙа, урманда ятып йоҡлаған моңһоҙ һыйырҙар ҙа, быҙауҙары иҫтәренә төшөп, мөңрәй-мөңрәй ашығып ҡайтып бара. Улар ҡосаҡлашып хушлашты.
– Һиңә һөйҙәй торған тарихтарым бар әле, улым! – Айсыуаҡ бабайҙың саҡ ҡына йәштәре емелдәп ҡуйҙы. – Бер-бер Хоҙай насип итһә...

Һарғайып бөткән дәфтәр

Армыт-армыт оҙон һәм текә тауҙарҙы артыла-артыла “Ҡәйнә тауы”нан төшкәс, Искәндәр тигеҙ юлда Өфөгә тиҙ барып етте. Ә икенсе көнөнә әүәлгесә эшкә сумды. Мөһим осрашыуҙарға йүгерҙе, матбуғат конференция­һында булды, гәзиткә тиҙ генә мәҡәлә яҙып тапшырҙы. Хатта кискә ҡарай Һарытауҙағы ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең хәл-әхүәлен белешергә командировкаға сығып та китте. Аҙна аҙағына тиклем булды ул. Дәртләнеп-ҡанатланып та ҡайтты хатта! Ни тиһәң дә, тамырҙарын онотмай һәүетемсә йәшәп ятҡан көн итмештәре икән! Шуға ла ҡайтҡас, ял көнө булһа ла, тәьҫораттары менән тиҙерәк уртаҡлашырға мәҡәләһен дә яҙҙы.
Ул төнгө ун икелә ауылына шылтыратырға булып китте. Өйҙәгеләр әле был мәлдә йоҡламай. Шөкөр, бесәнде ташып бөтөп, ялан баҡсаһында тағы өс елле кәбән ҡойғандар, тик күңелһеҙ хәбәр еткерҙеләр – Айсыуаҡ бабай мәрхүм булып ҡалған...
Бабайы баҡсала ҡорттары араһында йөрөгән. Ҡапыл ғына ултырған да ҡуйған, мәгәр йығылмаған. Мәлендә күреп ҡалғандар. Аңын юғалтҡас, район үҙәгенә дауаханаға алып барғандар. Икенсе көнөнә ул килеп тә торған. Район башлығы ла барып хәлен белгән.
– Бабый, нимә кәрәк – ярҙам итербеҙ! – тигән ул.
– Ҡуй, ыҙалап йөрөмә! – тигән бабайы. – Мин, Аллаға шөкөр, ошо йәшемә тиклем бер кемдән дә һоранып йөрөмәнем. Һин ауылдарҙа эш булмағас, халыҡ кәнсирт булһа ла ҡараһын тип кәмиткә әйләнеп бөттөң инде! Бар белгәнең: көн дә байрам, көн дә туй! Йә өҫтәгеләргә, йә халыҡ яғына ҡарап нимә эштәргә белмәйһең бит һин! Ә мәшәҡәттәрең һаман күбәйгәндән-күбәйеп, бата ла баштаның!
Бер әйтһә лә берәгәй әйткән, ятып сыҙай алмаған бабай тәпешкә менән ҡайтҡан да киткән. Өйөнә ҡайтып йығылған. Һуңғы һүҙе шул булған. “Ошо дәфтәрҙе улыма аманат итеп бирегеҙ! Бында әҙ булһа ла минең иҫтәлектәрем, атайым, һуғышта булған ағайым тураһында хәтеремдә ҡалғандар, әсәһе-ҡарындашымдың шиғырҙары, таҡмаҡтары бар. Тик бер үк эш кешеһен күмешергә бимазалап саҡыртмағыҙ!”
Искәндәр башын тотоп уйға ҡалды. “Халҡым –урғылып сыҡҡан тау шишмәһе кеүек! Уны туҡтатырлыҡ бер ниндәй ҙә көс юҡ: тәүҙә бәләкәй генә инеш булып аҡһа ла, ҙур, ауыр таштарҙы ла емереп-онтап, көслө тулҡынға әүерелә. Кәрәк саҡта юлын быуған юшҡындарҙы ла ҡағып алғас, саф күңеленә мәңге кер йоҡмай, ә йөрәге һаман алға ашҡына! Тормош тигәнең ғүмер-баҡый әҙәм балаһын ауыр һынауҙар алдына ҡуйып та иҫ киткес, хатта башҡа ла килмәгән ауырлыҡтар алдында бирешмәгән, бөгөлһә лә, үлемһеҙ рух көсө арҡаһында һынмаған, киреһенсә, бешегеп сыныҡҡан, үҙенең быуындарын ҡурсалап ҡәлғә булып баҫҡан ҡәҙерлеләрем – туғандарымдың, яҡташтарымдың әруахтарына баш эйәм!..”

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас: