Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Апрель , 09:05

Радмир Туйсиндың атаһы кем?

Бөгөн яратҡан йырсыбыҙ Радмир Туйсин ғүмер байрамын билдәләй. Йырсыны тыуған көнө менән ҡотлап, ныҡлы таҙалыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Радмир Туйсиндың атаһы кем?
Радмир Туйсиндың атаһы кем?

Йылдар үткән һайын, йышыраҡ артҡа боролоп ҡарайһың икән ул…Бала саҡ ҡысҡырып, әйләнгән һайын ҡул болғап тик тора бит. Юҡ, булмай, кирегә барып булмай шул…Һағындырып ҡына артта ҡалды инде…

Ауылыбыҙҙың бер яҡ осонда йәшәнек. Алыҫыраҡ йәшәгәндәрҙе “аръяҡтар” тип йөрөттөк, йылғаның теге яғында йәшәгәстәр ни. Аҙаҡ ҡына, үҫә төшкәс кенә уларҙың беҙҙе “аръяҡтар” тип йөрөтөүен белдем…Хәйер, кемдең аръяҡ, кемдең биръяҡ булыуы мөһим дә түгел…

Үҙебеҙҙең урамдан мин бер үҙем беренсе класҡа барҙым. Аҙаҡ ике ҡыҙ килгәйне лә, улары ла кире күсеп китте. Яңғыҙыма “аръяҡтар” менән уҡырға тура килде. Бергә урамда уйнағандарым йә минән ҙур, йә кесе…Класымдағы ҡыҙҙар, малайҙар менән яйлап ҡына таныша барҙым, уҡытыусы апай дәрес һайын ҡабатлауынан исем-фамилияларын да иҫтә ҡалдырҙым. Яйлап үҙемдән өлкән “аръяҡтар”ҙы белә башланым…Беҙҙән ике класҡа юғары Радмир уҡый. Уны беҙҙең мәктәптә белмәгән кеше юҡ! Ул бит матур йырлай, хатта халыҡ йырҙарын башҡара! Бөтә мәҙәни сараларҙың уртаһында ул! Бөтә йыр-моң конкурстарында ул тәүге урынды ала. Фамилияһын да беләм: Туйсин. Белмәҫ инем, бер туған ҡустыһы минең класташ, шуға тиҙ генә отоп алдым. Тик бына аталарының исемен хәтерҙә ҡалдырып булмай ҙа ҡуя инде…
Шулай бер мәл беҙгә клубҡа барырға рөхсәт иттеләр (ғәҙәттә, уҡыусыларҙы, бәләкәстәрҙе концерт-фәләнгә индермәйҙәр ине). Дәртләнеп киттек. Беҙҙе, беренсе класс уҡыусыларын, алғы рәткә ултырттылар. Алып барыусылар сыҡты, концерт номерҙарын иғлан итәләр. Береһенән-береһе сағыу номерҙар. Кемдер өҙә баҫып бейей, Вилүрә тигән апай (күрше ине, өлкән класта уҡый ине ул саҡта) залда ултырған инәйҙәрҙе илатҡансы шиғыр һөйләй…Һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелә…Бына, мут йылмайып Радмир ҙа сыҡты. Өсөнсөлә уҡый ул. Беҙ, башланғыс кластар, мәктәптең тәүге ҡатында бит. Шуға беләм инде, кем нисәлә уҡый, уҡытыусыһы кем икәнен дә... Радмир дәртле йыр һуҙҙы. Инәйҙәр ҡанатланып осорҙай булып ҡул саба.
Тал араһы, тал араһы,
Талда кәкүк балаһы.
Тыуған илем-гөл баҡсаһы,
Үҙем Сәүит балаһы.

Был таҡмаҡтан һуң, көслө алҡыштар оҙаҡ тынманы, Радмирҙы ҡат-ҡат һорап йырлаттылар.

Концерт бөткәс, ошо йырҙы онотмаҫ өсөн өйөмә ҡайтҡансы эстән генә мөңгөрләп йырлап барҙым. Клубтан беҙгә ҡәҙәр арыуыҡ атларға кәрәк. Ҡайтыу менән өйҙө яңғыратып йырлап ебәрҙем:
Тал араһы, тал араһы,
Талда кәкүк балаһы.
Тыуған илем-гөл баҡсаһы,
Үҙем Фәйзрахман балаһы.

Атай менән әсәй һындары ҡатып көлә башланы. Мин бахыр шым ҡалдым, унан ауыҙым бәлшәйҙе, үсектем.

--Кем улайтып өйрәтте?—тип һорай атай, оҙаҡ көлөүҙән йәшләнгән күҙҙәрен һөртә-һөртә.

--Берәү ҙә өйрәтмәне. Үҙем отоп алдым!

--Шулайтып йырлайҙармы ни?

--Атыу. Радмир шулайтып йырлай.

--Фәйзрахман балаһы тип йырлаймы?

--Юҡ, Совет балаһы тип.

--Ә нишләп һин дә Совет балаһы тимәйһең һуң?

--Минең атайым Совет түгел дә баһа!

Атай менән әсәй тағы көлә. Мин бер ни аңламайым. Радмир йырлаһа, халыҡ геү килеп ҡул саба. Ә бында?...Көләләр…

--Радмирҙың да атаһы Совет түгел,--тине атайым көлө-көлә.

Бөтөнләй аптыраным. Нисек инде Совет түгел?! Шулай һымаҡ ине лә баһа…

--Уның атаһының исеме Париж. Ә Совет –ул ил, беҙ йәшәгән ил,--тип атайым асыҡлыҡ индерҙе.

Шулай итеп, йылғанан ары сығып, мәктәпкә барып, аръяҡтарҙы белә башлаған мин ауылдың икенсе осонда Париж исемле олатай йәшәүен белдем. Әле килеп уның балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен беҙ генә, ауылдың был яҡ осонда йәшәүселәр генә түгел, бөтә республика белә. Халыҡ Париж олатайҙың ҡыҙ-улдарының моңона ғашиҡ…

Сығанаҡ: "Атайсал" гәзите.

Автор:
Читайте нас: