Шоңҡар
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Апрель , 16:00

Ялғандың осо барыбер сыға (Хикәйә) Гөлнур ҠЫУАТОВА

Йоҡлаған урынын түгел, сискән кейемен дә йыя белмәй ине ир тигәнем. Эсергә яратыуын да бергә йәшәй башлағас белеп ҡалдым. “Телефонға аҡса һал әле, 2 – 3 мең һум аҡса биреп тор әле, тиҙ генә ҡалаға барып киләм, машинаңды алам”, – тигән үтенестәр тора-бара бойороҡҡа әйләнә башланы. Ҡыҫҡаһы, ысын альфонсты аҫраным. Ә бер көндө “ирем” миңә бик шәп эшлекле идея тәҡдим итте. “Туңдырылған” төҙөлөштәге фатирҙарҙы һатырға һәм шулай уҡ ауыл ерендәге емерек өйҙәрҙе “әсәлек капиталы”на һатып, аҡса сығарырға. Уның был эштә ярҙам итерлек дуҫтары, таныштары ла бар икән. Улар миңә һүҙ теймәйәсәген, закон алдында “таҙа” булып ҡаласағымды гарантиялай. Ә эш өсөн килемдең 25 проценты минең иҫәптә ҡаласаҡ. Күсемһеҙ милек менән эшләгәс, бындай эштәрҙең нисек бөтөрөн яҡшы беләм. Шулай уҡ алданған кешеләрҙең күпме күҙ йәше түккәнен, ниндәй һынауҙар аша үткәнен дә күргән бар. Тәҡдимдән ҡырҡа баш тарттым. Николай мине ипкә килтереү өсөн ғүмерҙә ҡыланмағанса ресторандарға саҡырырға, бүләктәр бирергә тотондо. Тик һәр һөйләшеү иреш-талаш менән тамамланды: кеше алдауҙан баш тарттым, ә ул мине ахмаҡтан һалдырып әрләне.    

Ялғандың осо барыбер сыға  (Хикәйә)   Гөлнур ҠЫУАТОВА
Ялғандың осо барыбер сыға (Хикәйә) Гөлнур ҠЫУАТОВА

Ялғандың осо барыбер сыға

(Хикәйә)

Гөлнур ҠЫУАТОВА

 

“Мин бөтөнләйгә Мәскәүгә китәм. Иртәгә кис “Мария” ресторанында хушлашыу табыны йыям. Саҡырам! Килә алмаһаң, Мәскәүҙә генә осрашабыҙ...” Нина исемле танышымдан был хәбәрҙе алғас, аптырап ҡалдым. Кейәүгә сыға, тиер инең, бер ир менән йәшәп ята, тигәйнеләр. Һәр хәлдә, тол ҡалғас, гел генә уның янында булырға, ярҙам итергә тырыша инек. Ә Николай исемле ир менән осраша башлағас, ул беҙҙән алыҫлашты. Осрашыуҙар һирәгәйҙе, ҡунаҡҡа саҡырманы, телефондан аралашыу ҙа күберәк балалар, уртаҡ таныштар тураһында булды.

Шулай ҙа ҙур ғына агентлыҡ, ҙур йорт, бер нисә фатир хужабикәһе булған Нинаның ошо байлығын ташлап, илдең баш ҡалаһына китергә йыйыныуы туҙға яҙмаған хәл кеүек тәьҫир итте. 50-гә етеп килгәндә, Мәскәүҙә нимә менән шөғөлләнмәксе? Китергә нимә сәбәп булған? Әллә яңы иренең теләге буйынса ситкә ҡуҙғалырға йыйынамы? Түҙмәнем, телефондан Нинаның номерын йыйҙым һәм сәләм биреү менән хәбәремде теҙҙем генә:

– Мин, әлбиттә, иртәгә һеҙҙең менән осрашам. Тик унға яҡын бисәнең барыһына ла китеү сәбәбен дөрөҫ кенә итеп әйтмәйәсәкһең. Шуға күрә, әйҙә, хәҙер үк һөйлә. Юғиһә ҡыҙыҡһыныуымдан йоҡлай алмаясаҡмын. Иң мөһиме – китеүеңә шатлыҡлы сәбәп булһын, тип теләйем...

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәбәбе һәйбәт түгел. Минең йәштә тормошто яңынан башлау бик ауыр. Туғандар, ҡыҙым Айһылыу, дуҫтар бында ҡала. Ә Мәскәүҙә ғаиләһе менән ике туған ағайым һәм бер нисә таныш ҡына бар. Тик Өфөлә лә ҡала алмайым, хәүефһеҙ түгел. Барыһына ла үҙемдең башһыҙлығым ғәйепле. 45 йәштә кем аңды-тоңдо белмәй ғашиҡ була инде? – тип Нина үҙенең тарихын бәйән итте. – Николай менән осраҡлы ғына урамда таныштыҡ. Хәйер, хәҙер инде икеләнеп тә ҡуям: бәлки, минең затлы машинала йөрөгәнемде, аҡсаны мул тотонғанымды ҡарап, күҙәтеп йөрөгәндер. Ундай кешеләрҙең тормошонда осраҡлылыҡ булмайҙыр тип уйлайым. Ҡорбанын эҙәрлекләгән һунарсы кеүек күрәм уны хәҙерге аҡылым менән. Ә ул саҡта йәш ҡыҙ бала кеүек ғашиҡ булдым. Мөһабәт кәүҙәле, киң яурынлы, үҙенең тотошонан ниндәйҙер маһайыу ҙа һиҙелә. Һаран йылмайыулы ҡырыҫ йөҙө лә матур күренде. Ҙур супермаркеттан сығып барғанда пакетым йыртылып, алған аҙыҡ-түлектең яртыһы иҙәнгә түгелде. Ҡыҙыл шарап шешәһе ватылып, тирә-яҡ ҡыҙыл шыйыҡсаға мансылды. Мин уның араһынан емеш-еләкте, икмәкте, эремсекте алырға маташтым. “Бер пакеттың биш килонан артыҡ йөк күтәрмәгәнен ошо ҡатын-ҡыҙҙар ниңә аңламай икән? Был тиклем тейәнгәнһең икән, ярҙамға иреңде булһа ла саҡырырға кәрәк! – яныма ят ир магазин арбаһы килтереп ҡуйҙы ла, ҡулъяулығын һуҙҙы. – Башҡа әйберҙәрең шарапҡа буялмаһын өсөн иҙәндән алғанын һөртә һал”.

Рәхмәт әйтеп өлгөрмәнем, ул юҡҡа сыҡты. Үҙемде башһыҙлығым өсөн әрләй-әрләй йыйынғансы бер аҙ ваҡыт үтте. Арбаны этеп тышҡа сыҡҡанда Николай мине ишек төбөндә көтөп тора ине. Ҡулында –шарап шешәһе.

– Ниндәйе кәрәк икәнен белмәгәс, үҙемдең ҡарамаҡҡа алдым инде. Моғайын, ҡунаҡ саҡыраһыңдыр, был сама тейәнмәҫ инең...

– Рәхмәт. Мәшәҡәтләнмәҫкә ине...

– Мәшәҡәт түгел бер ҙә. Сөнки бушлай бүләк итергә йыйынмайым. Моғайын, аҡсаһын түләрһең. Мәрхәмәтлек эше менән шөғөлләнмәйем әлегә.

– Әлбиттә! – көшөлөгөмдән сыҡҡан биш мең һумлыҡ уның кеҫәһенә инеп ятты, сдача бирергә уйламаны ла. Ә бит шараптың унан күпкә арзаныраҡ икәнен белә инем. Тик ярҙам ҡулы һуҙған ирҙе уңайһыҙ хәлгә ҡалдырғым килмәне. Тағы ла бер тапҡыр рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙем дә, машинама табан йүнәлдем.

– О-о-о, Range Rover! Бындай тәтәйҙәр ир-егеттәрҙең хыялы була торғайны, – ул минең арттан эйәреп килгән икән. Машинаның мәрхүм иремдән мираҫ булып ҡалыуын аңлатып торғом килмәне. – Бәлки, юл ыңғайы булһа,  үҙәк баҙарға тиклем ултыртып алырһың?

Шулай башланып киткән танышлыҡ ҡайнар мөхәббәткә әүерелде. Мин аңһыҙға һәм һуҡырға әйләндем. Ә Николай минең был торошом менән рәхәтләнеп файҙаланды. Илдар, мәрхүм ирем, миңә ғашиҡ булып, йәрәгемде яулау өсөн тау атҡарырға әҙер ине. 20 йәшемдән уның ышығында, хәстәрендә ғүмер иттем. Бер байрам да гөлләмәһеҙ һәм бүләкһеҙ үтмәй ине. Берҙән-бер ҡыҙыбыҙ Айһылыу өсөн дә йән атты. Беҙҙең һәр теләгебеҙ өнһөҙ үтәлә ине: йылына бер нисә тапҡыр диңгеҙ буйында ял итеү, ҡиммәтле кейем, ҡала ситендәге ике ҡатлы йорт һәм башҡалар. Бының өсөн ул үҙ-үҙен йәлләмәй эшләне. Бәлки, шуғалыр ҙа бик иртә, 45 йәше лә тулмайынса, йөрәк ауырыуынан вафат булды. Дөрөҫөн әйтәм, уның бындай иғтибарынан, һөйөүенән бер аҙ ялҡа башлағайным. Бары тик уның үлеменән һуң донъяның барлыҡ мәшәҡәте, ауырлығы минең елкәгә төштө. Быға тиклем аҡсаның нисек эшләнгәнен белмәгән ҡатынға (кеше араһында булыу өсөн генә китапханала эшләй инем) ысынбарлыҡҡа ҡайтыу бик ауыр булды. Илдар нигеҙ һалған күсемһеҙ милек агентлығы эшмәкәрлегенә төшөнгәнсе байтаҡ ваҡыт үтте. Минең көсһөҙ икәнемде күреп, байтаҡ риэлтор, юрист икенсе компанияларға күсте. Эш араһында институтта уҡыған ҡыҙымды, ауырыған ҡәйнәмде лә ҡарарға кәрәк ине. Ярай ысын дуҫтарҙың ярҙамы менән эштең асылын аңлап, ең һыҙғанып агентлыҡтың эшен юлға һалып алдым. Һуңғы ярты йылда ғына килем ала, яҡшы күрһәткестәргә ирешкән хеҙмәткәрҙәргә премия түләй башланыҡ.

Ә Николай баштан уҡ ҡырыҫ, үҙен генә яратҡан эгоист булды. Тик быны күрергә, аңларға аҡылым етмәне. Әллә күҙ быуа белде, әллә яратыуым көслө булды – белмәйем. Гөлләмә түгел, хатта сәйгә күстәнәс тә алып килмәй торғайны. Концерт, театр, ресторандарға йөрөүҙән ҡырҡа баш тартты. Был холҡон ул аҡсаһы юҡлыҡ менән аңлатты. Шул уҡ ваҡытта үҙе тураһында бер мәғлүмәт тә һөйләмәне: ҡайҙа эшләй, ғаиләһе бармы, ҡайҙа уҡыған? Бары тик Айһылыу дәүләт имтихандарына әҙерләнгән саҡта, тыныслығын боҙмаҫ өсөн ике тапҡыр Николайҙың фатирында осраштыҡ. Ундағы тәртипһеҙлекте күреп, иҫем китте. Сәй эсер өсөн торт та алмағайны һөйгәнем. Яратмауын, минең менән бары тик түшәк өсөн генә осрашыуын аңланым.

Тик хаталанғанмын икән. Ул миндә аҡса сығанағы, үҙенең ҡара эштәрен атҡарыу мөмкинлеген күргән икән. Айһылыу диплом алып, беҙҙең агентлыҡта эш башланы ла, күп тә үтмәй, үҙенә арзан фатир һатып алып, айырым йәшәй башланы. Шунда Николай бергә йәшәү тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Ризалаштым, әммә законлы никахҡа инергә тәҡдим булманы. Йоҡлаған урынын түгел, сискән кейемен дә йыя белмәй ине ир тигәнем. Эсергә яратыуын да бергә йәшәй башлағас белеп ҡалдым. “Телефонға аҡса һал әле, 2 – 3 мең һум аҡса биреп тор әле, тиҙ генә ҡалаға барып киләм, машинаңды алам”, – тигән үтенестәр тора-бара бойороҡҡа әйләнә башланы. Ҡыҫҡаһы, ысын альфонсты аҫраным. Ә бер көндө “ирем” миңә бик шәп эшлекле идея тәҡдим итте. “Туңдырылған” төҙөлөштәге фатирҙарҙы һатырға һәм шулай уҡ ауыл ерендәге емерек өйҙәрҙе “әсәлек капиталы”на һатып, аҡса сығарырға. Уның был эштә ярҙам итерлек дуҫтары, таныштары ла бар икән. Улар миңә һүҙ теймәйәсәген, закон алдында “таҙа” булып ҡаласағымды гарантиялай. Ә эш өсөн килемдең 25 проценты минең иҫәптә ҡаласаҡ.

Күсемһеҙ милек менән эшләгәс, бындай эштәрҙең нисек бөтөрөн яҡшы беләм. Шулай уҡ алданған кешеләрҙең күпме күҙ йәше түккәнен, ниндәй һынауҙар аша үткәнен дә күргән бар. Тәҡдимдән ҡырҡа баш тарттым. Николай мине ипкә килтереү өсөн ғүмерҙә ҡыланмағанса ресторандарға саҡырырға, бүләктәр бирергә тотондо. Тик һәр һөйләшеү иреш-талаш менән тамамланды: кеше алдауҙан баш тарттым, ә ул мине ахмаҡтан һалдырып әрләне.

Ә бер көндө ул минең телефонға видеояҙма ебәрҙе. Унда асыҡтан-асыҡ итеп беҙҙең мөхәббәт уйыныбыҙ төшөрөлгәйне. “Әгәр ярҙам итеүҙән баш тартһаң, был видео интернетҡа һалынасаҡ. 50 йәшкә етеп килгән ҡатындың ҡыланыштары күптәрҙе ҡыҙыҡтыра, тиҙ арала “йондоҙ”ға әүереләсәкһең. Икенсенән, ундай дан менән барлыҡ клиентыңды юғалтасаҡһың. Һәм һин киләсәктә бер генә урында ла эш тапмаясаҡһың, хатта иҙән йыуырға ла!”

– Ул яҙмала һин дә асыҡ күренәһең. Тимәк, икебеҙ ҙә “йондоҙ” буласаҡбыҙ, – тип ҡаршы әйтеп маташҡайным да, ауыҙымды тиҙ япты:

– Беренсенән, минең юғалтыр бизнесым да, яҡшы даным да, йөҙө ҡыҙарырлыҡ балам да юҡ. Икенсенән, мин – ир-егет, ә бындай осраҡта ҡатын-ҡыҙ ғәйепле булып ҡала. Буй-һыным, төҫ-ҡиәфәтем дә оялырлыҡ түгел. Минең өсөн реклама ғына буласаҡ. Ә һинең целлюлитлы аяҡтарың, һәлберәй башлаған эсең күренеп тора. Ха-ха-ха...

Нимә эшләргә белмәй, аптырап ҡалдым. Юлдарҙың икеһе лә агентлыҡты юғалтыуға килтерә: береһе – банкрот, икенсеһе – енәйәт. Аптырағандан, юрист булып эшләүсе элекке ғаилә дуҫыбыҙ Талип ағайға барҙым. Һәм артабан уның кәңәше менән эш иттем. Агентлыҡты тиҙ арала ҡыҙымдың исеменә күсерҙем дә (минең насар дан таралған хәлдә клиенттарға агентлыҡҡа ҡыҫылышым юҡлығын дәлилләр өсөн), полицияға барып, видеояҙма менән янауҙары тураһында ғариза яҙҙым. Артабан Николай шантажда ғәйепләнеп, ҡулға алынды. Шул саҡта ғына уның тәүге ҡатынын үлтереп, һигеҙ йыл төрмәлә ултырып сыҡҡанын белдем. Шунда танышҡан дуҫтары менән минең аша “ҡара риэлторлыҡ”тан килем алырға булғандар икән. Судҡа тиклем ул миңә йә ғәфү үтенеп, йә ҡарғап, йә янап хәбәр ебәреү мөмкинлеге табып торҙо. Уларҙың барыһын да адвокатым рәсми рәүештә теркәтеп, судта минең файҙаға ҡулланды. Николай өс йылға иркенән мәхрүм ителде. Тикшереү барышында телефонында тағы ла бер ҡатын менән төшкән видеоһын тапҡас, уны шантажлап, 500 мең һум аҡса алыуы ла асыҡланды. Тик ул сыҡҡас, мине тыныслыҡта ҡалдырмаясағы көн кеүек асыҡ. Шуға ла барлыҡ мөлкәтемде һатып, Мәскәүгә күсеп китергә булдым, – тип тарихын тамамланы Нина әхирәтем.

 

Фото Unsplash сайтынан алынды.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: