Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Апрель , 09:10

Ҡалтырауыҡ Хикәйә Гөлшат Әхмәтҡужина

Исеме Зәхмәт түгел уның, башҡорт теле дәресендә, аҫтына энә ҡаҙағандай, орсоҡ кеүек борғаланып – һырғаланып ултырғаны өсөн, инде тамам түҙеме бөткән уҡытыусы: «Шәүҡәт түгел һин, ә зәхмәт!» – тип ысҡындырғайны, китте шунан зәхмәт тә зәхмәт.

Ҡалтырауыҡ  Хикәйә Гөлшат Әхмәтҡужина
Ҡалтырауыҡ Хикәйә Гөлшат Әхмәтҡужина

Исеме Зәхмәт түгел уның, башҡорт теле дәресендә, аҫтына энә ҡаҙағандай, орсоҡ кеүек борғаланып – һырғаланып ултырғаны өсөн, инде тамам түҙеме бөткән уҡытыусы: «Шәүҡәт түгел һин, ә зәхмәт!» – тип ысҡындырғайны, китте шунан зәхмәт тә зәхмәт. Малайҙың үҙенә был ҡушамат һәләк оҡшап ҡалды, исемен һораһалар уйлап та тормай: “Мин Зәхмәт булам”, - тип кенә ебәрә. Әле бына йәнә ниндәйҙер хикмәт уйлап сығарғаны күренеп тора, күҙҙәре уттай яна, үҙе сабырһыҙланып һикерәңләй.

-          Йә, кемдең ҡыҙыҡ бер нәмә күргеһе килә? Әйҙә, күрһәтәм!

Бер нисә малай уға эйәреп сығып та китте. Дәрескә ҡыңғырау шылтырағас та күренмәне тегеләр.

-          Кемдәр юҡ бөгөн? – тип старостанан һораны ботаника уҡытыусыһы.

-          Ринат, Рауил, Мәжит, Зәхмәткә эйәреп, ҡыҙыҡ нәмә ҡарарға киттеләр.

-          Ул ниндәй Зәхмәт?! Исеме барҙыр бит! – уҡытыусы ҡыҙып китте. – Әҙәм рәтле һөйләшә лә белмәйһегеҙ. Йә, ултыр! Бөтәһенә лә “не был” ҡуям! Ул арала бүлмә ишеге шар асылып китте, унан шарҡылдашып көлгән малайҙарҙың ялбыр баштары күренде.

-          Ха-ха-ха! Үәт кәмит тигәс тә кәмит!

-          Беҙҙең Ҡалтырауыҡ өҫтәл аҫтына инеп боҫҡан, әй!

-          Ә атаһы-ы-ы! Йоҙороғон төйнәп, аждаһа һымаҡ ажғырып тора!

-          Үәт, исмаһам, ҡыҙыҡ!

Берәү бер ни аңламаны. Бары тик сибек кенә, көслөрәк ел иҫһә лә ауып китергә торған нескә кәүҙәле Нәзилә кескәй генә ҡулдары менән йөҙөн ҡапланы ла дер ҡалтыранырға тотондо. Аңлауға ул да аңламаны малайҙарҙың ни өсөн көлөшкәнен, бары тик, «Ҡалтырауыҡ» ҡушаматын ишетеп, бөтә был хәлдең үҙенә ҡағылышлы булыуына төшөндө. Уҡытыусы бөтәһенә лә шым ултырырға, дәрестәрен ҡарай торорға ҡушты ла, Зәхмәттең елкәһенән тотоп, бүлмәнән алып сығып китеп.

-          Хи-хи-хи! Уҡытыусы ла Ҡалтырауыҡты ҡарарға китте!

-          Ха-ха-ха! Эй көлөр әле күрһә!

Тағы күпме хихылдашырҙар ине, уҡытыусы һаман шул Зәхмәтте пинжәк яғаһынан эләктергән килеш кире инде, малайҙы мөйөшкә баҫтырҙы һәм тауышын сығармаҫҡа, дәрес бөткәнсе шунда торорға ҡушты. Теше-тешкә теймәй дерелдәгән Нәзиләнең эргәһенә килеп:

-          Һин ҡайтһаң да була, - тип өндәште.

Ни ҡылырға белмәй, сараһыҙҙан рөхсәт итте ул уҡыусыһына дәрестән китергә. Ҡыҙыҡай дәфтәрҙәрен, китабын сумкаһына тултыра алмай ыҙаланды. Ҡалтыранған кәүҙәһе партаға һығылып төштө, үҙе ҙур күҙҙәрен асып, мөғәллимәгә мөлдөрәп ҡараны:

-          Апай, ниңә кө-көләләр?

-          Юҡҡа көләләр. Бүтән эштәре юҡ, ә һин иғтибар итмә!

-          Һа! Бер ҙә юҡҡа түгел! – тип тауыш бирҙе артына боролоп Зәхмәт.

-          Ҡалтырауыҡты, әсәһе менән атаһын «молния»ға төшөргәндәр ҙә! Ҡыҙыҡ бит әле! Ҡалтырауыҡ өҫтәл аҫтында ҡалтырап ултыра, әсәһе мөйөшкә боҫҡан, ә атаһы-ы-ы!

-          Етте, Зәхмәт! – уҡытыусы малайға ҡушаматы менән ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. – Ысынлап Зәхмәт булып сыҡтың һин, гонаһ шомлоғо!

Нәзиләнең бүлмәнән йүгереп сығып киткәнен аңғармай ҙа ҡалдылар.

«Эй, әсәкәйем! Ул ғына күреп ҡалмаһа ярай ине! Ҡайһылай ҙа ҡыйын булыр инде уға! Эшендә белһәләр...» Был минутта Нәзилә бары тик әсәһе хаҡында уйлай, уның өсөн хафалана ине. Өйгә лә ҡайтып тормай, ыңғай фермаға юлланды. Был ваҡытта быҙауҙарҙы ашаталар, әсәһе шунда булырға тейеш.

Дер-дер ҡалтыранып, нишләрен белмәй торған ҡыҙын күреп ҡалған Хәтирә йүгерә-атлай Нәзилә эргәһенә ашыҡты:

-          Балам! Дәрестәрең бөттөмө ни? Ниңә илайһың? Йә, нимә булды? – үҙе ҡыҙының сикәләре буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен устары менән һыпырҙы. – Берәйһе рәнйеттеме әллә?

Ҡыҙ тотлоға-тотлоға хәлде аңлатып биргәс, уны күкрәгенә ҡыҫты ла:

-          Тыныслан. Һиңә оялырлыҡ бер нәмә лә юҡ, атайың оялһын, - тине.

-          Мин... Мин... мәк-мәктәпкә бар-бармайым. Уҡымайым...Кәрәкмәй... – Бығаса тауышһыҙ ғына илаған ҡыҙ һулҡылдауға күсте, бөтә кәүҙәһе менән ҡалтыранырға тотондо.

-          Әйҙә, миңә ярҙам ит быҙауҙарға һөт эсерергә. Ана, беҙгә ҡарап торалар, асыҡҡандар... Өйгә бергәләп ҡайтырбыҙ.

Утыҙлаған безәүкәйгә һөт имеҙеп, ҡайтырға сыҡҡанда ҡышҡы ҡояш офоҡ артына йәшеренгән, ер өҫтөнә эңер ҡара ҡанатын йәйә башлаған ине инде. Эш араһында яңы һауған йылы һөт эсеп алһа ла, Нәзилә үҙенең асыҡҡанын тойҙо. Безәүкәйҙәргә әүрәп йөрөп, хәсрәтен дә онота төшкәйне, аяҡ аҫтында яңы яуған ҡар шығырлауы уға тағы синыфташтарының шыҡырлығы сығып көлөшөүен хәтерләтте. Ҡайҙалыр, күкрәге аҫтында, тағы дерелдәү тойҙо, ул дерелдәү, яңаҡ һөйәктәрен һыҙлатып, тештәренә күсте, улары бер-береһенә тейеп, шаҡылдарға кереште. Шунан ҡалтыраныуы бөтә кәүҙәһенә таралып, аяҡтарын атлай алмаҫлыҡ хәлгә килтерҙе.

-          Әә-әс-әс-әй... Мине эш-эш-кә ал, эргәңә. Уҡыуға бар-бар-майым.

Хәтирә ҡыҙы алдына сүгәләне, башынан һыйпап, арҡаһынан ипләп кенә ҡаҡты:

-          Йә, йә, бөттө, тыныслан. Һин бындай хәлдә нисек бәләкәс кенә быҙауҙарҙы ҡарай алаһың? Бына атайың өйҙән сығып китер, эсеп ҡаңғыртыусы булмаҫ, һин дә ҡалтыраныуыңдан туҡтарһың.Бөтәһе лә һәйбәт булыр, балам. Тик һин генә һау-сәләмәт бул.

-          Ат-атайым ҡа-ҡайҙа барһын, туңып үлер бит те-теге Фи-Фитрат ағай һымаҡ.

-          Үлмәҫ. Үҙе генә йәшәһә, бәлки, эсеп-боларыуын да ташлар.

-          Ю-у-уҡ! Мин ат-атайымды йәлләйем! Китмәһен!

Бына шулай ике ут араһында ине Хәтирә. Аңы менән һиҙә, тоя иренән айырылырға кәрәк икәнлеген, элегерәк иҫерһә ята ла йоҡлай ине уныһы, хәҙер иһә ни ҡылһа ла ярай һымаҡ тота үҙен, сөнки Хәтирә, ҡыҙының йөрәген һаҡлап, уға бер ни өндәшә алмай, ғауға сығыуҙан һаҡлана, ә үҙен ғаиләлә хужа итеп күргән ире уның һайын ҡоторона, аҙарына бара. Хәҙер айныҡ мәле лә юҡ инде уның, бер ҡайҙа ла эшләмәгәс, ваҡыты күп, тик бына эсергә ҡайҙан алалыр. Хәйер, өйҙән аҙыҡ-түлек кенә түгел, һауыт-һаба ла юғалғылай хәҙер, күрәһең, һатып эсә торғандыр.  Колхоз эшенән бушамаған ҡатын өйҙә тормай, ҡайтһа, ире бола сығара, Хәтирә ҡыҙы менән әллә ҡасандан бирле апай тейешле Зөбәйҙә ҡарсыҡта ҡунып йөрөй. Ҡәҙерлерәк кейем-һалымдарын, Нәзиләнең дәреслектәрен дә шунда алып барып ҡуйғандар. Артабан да былай йәшәргә ярамағанлығын белеү менәнме ни. Һирәк-мирәк айныған саҡтарында тубыҡланып, күҙ йәштәре аша ғәфү үтенгәнен күрә лә ҡыҙы: «Әсәй, бер юлға ғәфү итәйек, ана бит, һүҙ бирә», - тип атаһын йәлләп илай башлай. Ҡыҙы хаҡына айырылырға ҡурҡа ҡарар ҡылған әсә, шул йүңһеҙ менән йәшәүен дауам итә. Әйтерһең, бер шайтан ҡуласаһы уны үҙенә ҡыҫмаға алған да ысҡындырмай: өйөрөлтә лә өйөрөлтә. «Онотор әле ҡыҙың, өҙә һуҡ», - ти әхирәттәре Хәтирәгә. Ә ҡатын ҡыҙының төҙәлмәҫлек сиргә дусар булыуынан ҡурҡа. «Бер ауыр стресс арҡаһында ғүмергә бала ғәрип булып ҡалырға мөмкин», - тип табип та иҫкәртә, ҡыҫҡаһы, нишләргә лә белмәй хәҙер әсә кеше.

 Бына бөгөн дә, өйҙәренә ҡайтып, ашарға ла өлгөрмәнеләр,ҡапка яғындағы тәҙрә селпәрәмә килде. Хәҙер ишектән түгел, тәҙрә аша ғына йөрөй Зәбихе. Тәүҙә ишекте тыштан терәтеп ҡуя, ҡатыны менән ҡыҙы сығып ҡасмаһын, йәнәһе. Тәҙрәнең урам яғындағына теймәй, берәйһенең күреп ҡалыуынан шикләнә. Ишек алдына керә лә ҡапҡа эсенә ҡарап торғанын ватып-емерә башлай. Хәтирә ҡыҙы менән урам яҡ тәҙрәнән сығып ҡасалар. Ҡасып өлгөрмәһәләр, йортта оло ғауға сыға, араҡынан күҙҙәре тонған, мейеһе ағыуланған ир һәр мөйөштә ҡатынының һөйәрен «күрә», уларҙы бысаҡ менән сәнсә, балта менән сапҡылай, хатта бер ваҡыт Нәзиләгә төбәп, мылтыҡ менән дә атып ебәрҙе. Ярай, Хәтирә ҡыҙын иҙәнгә йығып өлгөрҙө. Үҙ ҡыҙы ҡатынының һөйәре булып күренгән, йәнәһе, имәнес абышҡаға. Шунан бирле әсә менән ҡыҙ кистәрен өйҙә торорға ҡурҡа, Зөбәйҙә ҡарсыҡтарға алданыраҡ сығып китергә тырышалар. Бөгөн иһә китеп өлгөрмәнеләр. Тик һуңғы минутта Хәтирә ҡыҙын гел тиерлек асыҡ торған тәҙрә өлгөһө аша урамға ырғытып, үҙе уның артынан һикереп өлгөрҙө. Алай ҙа ергә имен-аман килеп төштөләр. Тик шунда ғына әсә ҡыҙының ойоҡсан ғына икәнлеген шәйләп алды. Арттарынан ажғырып килгән иренән ҡотолоу өсөн ҡыҙын етәкләгән ҡатын юлдан ситкә сығып, кемдеке икәнлеген дә ҡарап тормай, бер йортҡа боролдо. Ишектәре элеүле булмаған икән, шаҡып тороу ҡайғыһымы, бәреп барып инделәр. Инделәр ҙә мөйөшкә боҫтолар. Хужа кеше, тунын эләктереп, тышҡа атылып сыҡты. Унда иһә берәү ҙә юҡ ине, иҫерек булһа ла ир кире боролған, кеше күрһә, шаһит булыуҙарынан өркә икән барыбер.

Хужабикә йәһәт кенә ҡыҙҙың ойоҡбаштарын алмаштырып кейҙерҙе.

«Ҡайһылай ҙа рәхәт бында, - тигән уй йүгерҙе Нәзиләнең башынан. – Сәлимәнең атаһы эсмәй, һуғышмай. Өйҙәре лә йылы. Сәлимә бәхетле-е-е...»

Өйҙә тәмле булып мейестә бешкән печенье еҫе таралған ине. Нәзиләнең әсәһе лә тәмле бешеренә, тик күп ваҡыт кешелә ҡунып йөрөгәс, өйҙә ни ҙә булһа әҙерләп өлгөрмәй хәҙер.

-          Тағын ҡоторонамы? – тип һораны Сәлимәнең әсәһе.

-          Эйе. Теге ай һайын сыға торған «молния»ға төшөргәндәр бит. Хәҙер теше төшкәнсе ҡуймаҫ инде.

-          Мин аптырайым һиңә, Хәтирә, - тип һүҙ ҡыҫтырҙы йорт хужаһы. -Нимәгә өмөтләнәһең һин? Ҡыҙынды уйлаһаң ни була. Йәшәрлек, донъя көтөрлөк әҙәм түгеллеге көн кеүек асыҡ бит инде. Һиңә тиклем нисәмә ҡатынды бәхетһеҙ итте, күрә-тора уға нишләп сыҡҡанһыңдыр.

-          Аңғарманым шул ундай икәнен. Ҡатын айырғанын белеүгә белдем, бөтөнләй эсмәйем, тип ышандырҙы. Айныҡ саҡта һин дә мин, ә эсһә... Хәҙер эсмәгән көнө лә юҡ. Ярай, беҙ китәйек инде, - Хәтирә рәхмәт әйтеп, сынаяғын түңкәрҙе.

-          Ҡайҙа бараһығыҙ хәҙер? Нәзилә ялан аяҡ, – хужабикә ҡаршы төштө.

-          Шул Зөбәйҙә апайға инде.

-          Нәзилә ҡалһын беҙҙә, - тине хужабикә. Үҙең ҡалһаң да була инде. Иртәгә ял, Сәлимә менән көн үткәрерҙәр, улар дуҫ бит.

Әсә һораулы ҡарашын ҡыҙына төбәне.

-          Нәзилә, ҡал, ҡал! – тип сәпәкәйләне Сәлимә. – Һәпәләк уйнарбыҙ, йәме?

Нәзилә өндәшмәй генә баш ҡаҡты. Был йортта уға рәхәт, бик рәхәт ине. Уның да һис бер ҡурҡыуһыҙ ҡысҡырып һөйләшкеһе, уйнағыһы, өй печеньеһы менән сәй эскеһе, әсәһенең күкрәгенә һыйынып, уның матур, моңло итеп йырлағанын тыңлағыһы, атаһына рәсемдәрен күрһәтеп, маҡтау һүҙҙәрен ишеткеһе килде. Тик атаһының эсмәгән көнө юҡ. Юҡ, ул булмаһын эргәһендә. Сәлимәнең тыныс холоҡло, ғаилә тип өҙөлөп торған айыҡ атаһын яҡындан күргәс, ул үҙенең бәхетһеҙлеген бөтә тулылығында тойҙо. «Молния»ла дөрөҫ яҙғандар: әрәмтамаҡ, эскесе, боласы, тип. Ул булмаһа , Нәзилә менән әсәһе бәхетлерәк йәшәйәсәк. Үҙ өйөңдә, үҙ түшәгеңдә ятып йоҡлау, үҙ өҫтәлең артында тыныс ҡына ултырып дәресеңде әҙерләү, көн һайын әсәйең бешергән тәмлекәстәрҙе ашау... Ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме?! Класташ малайҙар ҙа ҡабат уны «ҡалтырауыҡ» тип үсекләмәҫ, атаһынан айырылһалар, уның ҡурҡыуы бөтөр, ҡурҡмаһа – дерелдәүе лә... Ул бит рәссам булырға хыяллана, ҡулдары гел ҡалтыранып торһа, нисек рәсем төшөрһөн? Ниңә был хаҡта элегерәк уйламаны икән? Әсәһе күпме уҡталды атаһынан айырым йәшәргә, ә ул, иҫәр ҡыҙыҡай, гел ҡаршы торҙо.

... Ҡаршыһына таушалып бөткән плащ кейгән, йөҙөн арҡыры-буйға яра эҙҙәре йырғыслаған ҡотһоҙ бер бәндә килеп баҫҡас,танылған рәссам Нәзилә Санъярованың күҙ алдынан йәшен тиҙлегендә ошо ваҡиғалар уҙҙы. Бөгөн баш ҡалала уның сираттағы күргәҙмәһе ойошторолғайны. Халыҡ күп булды. Журналистар, рәссамды уратып алып, һорау артынан һорау яуҙырҙы. Интервью биреп өйрәнеп бөткән инде ул хәҙер, яуапты һүҙ ыңғайы ғына ҡайтара, ул арала ниндәй картина алдына кешенең күберәк туҡталғанын, ҡайһыһына битараф ҡалғанын да аңғарып өлгөрә. Әле бөгөн әсәһенең портреты эргәһенән халыҡ өҙөлмәй. Йәш кенә бер журналист быға бәйле һорауын да биреп өлгөрҙө: әсәйегеҙҙең портреты уның һылыу, алсаҡ кеше булғанын күрһәтә, тик ни өсөн күҙҙәре шул тиклем һағышлы, әйтерһең, ул йөрәгендә көс еткеһеҙ ауыр йөк йөрөтә кеүек? Был тормош дөрөҫлөгөнә тап киләме, йәнәһе. «Эйе, тап килә. Ул, ысынлап та, һоҡланғыс кеше булды, әммә йөрәге тулы һағыш-хәсрәт ине», - тип яуап бирҙе Нәзилә. Һәм ҡапыл күҙенә сағылған һоро шәүләне аңғарып тертләп китте: был уның донъяла иң ныҡ күрә алмаған, йөрәгендәге әсе нәфрәтте йылдар ҙа юя алмаҫ дәрәжәлә яратмаған кешеһе ине.

-          Һаумы, ҡыҙым, – тип меҫкен генә ҡиәфәттә өндәште тегеһе. – Ҡайттым бына... Танымайһыңмы әллә? Был мин, атайың!

Нәзилә уға бер көйҙөрөп ҡараны ла яҡында ғына торған һаҡсыға өндәште:

-          Был әҙәмде залдан сығарығыҙ!

-          Мин уның атаһы! Бына дүкәминтем! Нимә, үҙ атайынды танымайһыңмы?! Теймәгеҙ миңә! – шулай яр һалыуына ҡарамаҫтан, тегене алып сығып киттеләр.

Журналистар рәссамға яҡыныраҡ шылышты:

-          Әйтегеҙсе, ысынлап был атайығыҙ инеме?

-          Һеҙ аралашмайһығыҙмы ни?

-          Кем булды ул?

Һорау артынан һорау яуҙы. Ни ҙә булһа әйтергә кәрәк ине. Нәзилә Санъярова үҙен ҡулға алды:

-          Юҡ, атайым түгел, аҡылға зәғиф берәү. Тота ла кемгә булһа ла бәйләнә...

Ҡапыл ул ҡулдарының дерелдәүен тойҙо. Әсәһе күҙ алдына баҫты. Теге көндә, Нәзилә Сәлимәнең әсәһе бешергән печенье менән тәмләп сәй эскәндә, әсәһен Зөбәйҙә әбейҙәрҙең ишек алдында һағалап тороп, йөрәгенә бысаҡ ҡаҙаған әҙәм, Нәзиләне иң ғәзиз, иң ҡәҙерле кешеһенән айырған әҙәм нисек уның атаһы булһын?!.

 

Гөлшат Әхмәтҡужина.

 

 

Автор:
Читайте нас: