Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Апрель , 16:35

Юлдарыма сыҡ ҡаршы, ҡаршы сыҡ...

-Илүзә апай, китмә зинһар! Беҙ хәҙер һинһеҙ нисек йәшәрбеҙ?! Миңә әсәй бул да ҡуй! Был тәҡдимгә албырғап ҡалды Илүзә, сөнки ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә был илгәҙәк кенә ҡараҡай малайҙы бөтә күңеле менән яратып өлгөргәйне.

Юлдарыма сыҡ ҡаршы, ҡаршы сыҡ...
Юлдарыма сыҡ ҡаршы, ҡаршы сыҡ...

Юлдарыма сыҡ ҡаршы, ҡаршы сыҡ,

Хәлдәремде һин елдән һорашсы.

Һөйөүҙәремде илтер,

Сәләмдәрем барып етер,

Һағыштарҙа һин зинһар янмасы...

Ҡарлы юлдан шәп тиҙлектә елгән асыҡ ҡыҙыл төҫтәге еңел сит ил машинаһында Ғәзим Ильясов башҡарыуында тап ошо йыр яңғырай ине. Илүзә йырҙың өҙөк-өҙөк һүҙҙәрен генә ишетә. “Һағыштарҙа янмасы”, тиме? Эх, янмаҫ инем дә! Бәхеткәйҙәрең булмаһа, булмай икән шул...

Автомобилдең руленә ныҡ итеп  тотонған ҡулдарҙың быуындары ағарып күренеп тора, саҡ ҡына нығыраҡ ҡыҫһа, әйтерһең дә, рулдең ҡуласаһы шартлап һынып китер төҫлө. Йәш ҡатын сикәләрен ҡайнар күҙ йәштәре яндырыуға ла, шешмәкләнгән, йәшле күҙҙәре юлды ла насар күреүенә ҡарамаҫтан газ педаленә баҫыуын дауам итте.

“Ҡыҫыр килен”, “түлһеҙ”, “анауы”... Тағы ниндәй исемдәр менән генә атаманылар. Ире менән йәшәгән туғыҙ йыл дауамында бындай әсе һүҙҙәрҙе нисә тапҡыр ишетергә тура килде икән уға? Иҫәбе-һаны ла юҡтыр.

Килен булып төшкәс тә бейеме көн дә тиерлек бала тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Тәүҙә “Алла бирһә, булыр, бейем. Йәшбеҙ бит әле”, тип яуап бирҙе. Бер-ике йылдан был һүҙҙәр дежур фраза кеүек кенә яңғырай башланы.

Ҡалала йөрөмәгән дауаханаһы, күренмәгән табибы ҡалмағандыр Илүзәнең. Береһе лә аныҡ ҡына яуап бирмәне, “түлһеҙ” тигән диагноз ҡуйыусы ла булманы. Ә Мансур бер ҙә тикшерелмәне. Хәйер, ҙур төҙөлөш компанияһында эшләүсе иренең дауаханалар буйлап йөрөргә ваҡыты ла юҡ ине. Өйләнешкәндән һуң карьера төҙөү менән мәшғүл булған ире аҙаҡҡы ярты йылда эшендә тотҡарлана башланы.

Иренең һөйәркәһе барлығын аңлаған Илүзә үҙ эсенә тағы ла нығыраҡ йомолдо. Өй – эш, эш – өй. Уның көндәлек маршруты шулай ине. Кистәрен китап уҡып, йә телевизорҙан мелодрама ҡарап, геройҙар менән бергә илап-көлөп үткәрер булып китте. Ҙур өс бүлмәле фатирҙың бер бүлмәһендә бейеме, икенсеһендә Илүзә оҙон төндәрҙе йоҡоһоҙ үткәреп йәшәне. Ә Мансур кейем алыштырырға ғына ҡайтып китә ине.

Ә бөгөн бейеме күрше подъезда йәшәгән әхирәтенә ҡунаҡҡа китте. Ял булғас һуңға ғына тороп, йорт эштәре менән булған Илүзә көндөң үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Арып, телевизорҙан яратҡан сериалын ҡуйып ебәреүе булды, бүлмәһенә ярһыған бейеме килеп инде. Әхирәтенең килене Илүзә кеүек түлһеҙ түгел, ә бер йыл тигәндә улына малай табасағы хаҡында ҡысҡырына башланы:

-Һинең кеүек иҫәпкә бар, һанға юҡ килен менән ейән дә ярата алмай йәшәйем инде. Әйттем Мансурыма, тиң түгел һиңә, алма, тип. Юҡ, тыңламаны. Йәшә инде хәҙер ошо түлһеҙ килен менән! Күҙемә күренмә! Мансур үҙенә йәштән кәләш тапҡан, ә һин беҙгә кәрәкмәйһең! Сығып кит! Һинең бында бер нимәң дә юҡ!

Йылдар дауамында игәлеп йәшәгән Илүзәгә бөгөн килеп бейеме өйҙән ҡыуғас, күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Кейемдәрен дә йыйып тормай, тунын һәм сумкаһын ғына эләктереп сығып китте. Машинаһына ултырҙы ла, меңәрләгән уттар менән балҡыған ҡала урамынан, ҡайҙа барғанын да уйламай, елдерҙе.

Балабыҙ булһа ирем икенсегә әүерәмәҫ инеме... Ейәне булһа бейемем мине яратыр ине... Әгәр Хоҙай әсәй булыу бәхетен бирһә, был тиклем бәхетһеҙ булмаҫ инем, бәлки... Башындағы уйҙарҙың осона сыға алмай, ҡаланы сығып, һырынтылар һалына башлаған ҡышҡы юлдан юғары тиҙлектә елеүен дауам итте. Ваҡыт тигән төшөнсәне юғалтты Илүзә. Ауыр уйҙарына сумып барыуын белде.

Ҡапыл юл ҡырында асыҡ һары нәмә елпелдәне лә, шәп барған автомобилдең еленәнме, әллә көҙгө тейҙеме, кеше юл ситенә ҡоланы. Көҙгөнән ҡарағанда ул юл ҡырында ята ине инде. Ҡатын тиҙ генә туҡтап, шул яҡҡа атлауға 7-8 йәштәр тирәһендәге малай ҡарҙан ҡағына-ҡағына тороп, ҡаршы йүгерә ине.

-Апай, ярҙам итегеҙ! Машинабыҙ түңкәрелде. Атайыма ярҙам кәрәк! Зинһар, ярҙам итегеҙ! – тип Илүзәне ҡулынан юл аҫына һөйрәне.

Үҙ ҡайғыһына башкөллө сумған Илүзә юл аҫтында ятҡан еңел машинаны абайламай ҙа үтеп киткән икән. Көрттә бата-бата, барып етеп, көс-хәл менән водитель ишеген асҡанда, руль артындағы ир иҫһеҙ ине. Ҡайҙан көс килгәндер, хәҙер әйтеп аңлата алмай Илүзә, малай менән икәүләп атаһын машинанан сығарҙылар. Артабан тунына һалып, юлға тиклем һөйрәп алып сыҡтылар.

Нисек итеп тиҙ ярҙам машинаһы саҡырыуҙарын, малай менән атаһы артынан дауаханаға барыуҙарын төш кеүек кенә хәтерләй ҡатын. Хирургтар операция эшләгәнсе икәүләшеп йоҡоһоҙ төн үткәреүҙәре лә инде күптән артта ҡалды.

Атаһын юғалтыуҙан ҡурҡып илаған баланы төрлөсә әүрәтеп ҡараны Илүзә. Ахыры ҡосаҡлап, уның менән бергә иланы. Тынысланғас, малай атаһы менән икәүһе генә йәшәүҙәре, атаһы – Алмаз, үҙе Айназ булыуын, уның атаһынан башҡа бер кеме лә юҡлығы тураһында һөйләне. Шулай һөйләшә-һөйләшә икәүләп ойоп киткәндәр.

Ҡулбашына һаҡ ҡына ҡағылғанға күҙен асһа, ҡаршыһында операция яһаған табип тора.

-Ваҡытында “Тиҙ ярҙам” саҡырып өлгөргәнһегеҙ, инде ирегеҙҙең ғүмеренә хәүеф янамай. Шулай ҙа ике-өс аҙна дауаханала ҡалырға тура килер, – тине табип һәм боролоп китеп барҙы. “Ул минең ирем түгел”, тине Илүзә алдында йоҡлап ятҡан Айназды уятыуҙан ҡурҡып бышылдап.

Өс аҙнанан Алмаз дауаханан сыҡты. Айназ менән Илүзә уны байрам табыны әҙерләп ҡаршы алды. Дауаханала ятҡанында көн дә икәүләп Алмаз янына килделәр.

Алмаз иҫенә килгәс тә улы хәлде һөйләп бирҙе. Атай кеше Илүзәгә уларҙа йәшәп, Айназды ҡарап тороуын үтенгәс, башҡа барыр ере булмаған Илүзә уларҙа ҡалды. Айназдың әсәһе дүрт йыл элек яман сирҙән вафат булған, балалар йортонда тәрбиәләнгән Алмаздың башҡа туғандары юҡ ине.

Айназ мәктәптән ҡайтҡас, бергәләп тәмлекәстәр бешереп, көн һайын дауахана юлын тапанылар. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә малай менән ҡатын бер-береһенә шул тиклем өйрәнеп китте. Алмаз да Илүзәне үҙ итте. Балаһының шат йөҙөн күреү уның өсөн ҙур ҡыуаныс ине.

– Айназды һин дауахананан ҡайтҡансы ҡарап торорға вәғәҙә иткәйнем, һүҙемдә торҙом. Алмаз, китәйем инде, хәҙер миңә үҙ тормошомдо яйға һалырға кәрәк. Айназ, аҡыллым, кил әле ҡосаҡлап яратайым үҙеңде, – тип Илүзә ҡосаҡтарын йәйҙе. Был һүҙҙәрҙе ишеткән Айназ тиҙ генә уның ҡосағына сумды ла, ҡыҫып ҡосаҡлап оҙаҡ ҡына торҙо. Ә бер аҙҙан йәшле күҙҙәрен тултырып ҡарап:

-Илүзә апай, китмә зинһар! Беҙ хәҙер һинһеҙ нисек йәшәрбеҙ?! Миңә әсәй бул да ҡуй!

Был тәҡдимгә албырғап ҡалды Илүзә, сөнки ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә был илгәҙәк кенә ҡараҡай малайҙы бөтә күңеле менән яратып өлгөргәйне. Әле күңел яраларынан арынып етмәгән Илүзә, Алмазға ҡарата ла күңелендә йылы хистәр барлыҡҡа килә башлағанын һиҙеп, был йорттан тиҙерәк ҡасырға кәрәк, тигән ҡарарға килгәйне.

Күҙ йәштәрен йәшерергә була кейем шкафындағы тунына үрелгән ҡулдарын Алмаздың йылы һәм көслө ҡулдарында тойоп, башы әйләнеп киткән ҡатын нимә әйтергә лә белмәне. Һаҡ ҡына ҡосаҡлап алған ирҙең йылы күкрәгенә йомолдо ла, үҙенең был ҡылығына аптырап ҡалды. Айназ икенсе яҡтан килеп ҡосаҡлағас, шатлыҡ йәштәренә ирек бирҙе.

Ә бына бөгөн, тап шул ваҡиғаларға бер йыл үткәс, Илүзә бала табыу йортоноң икенсе ҡатындағы палата тәҙрәһенән урам ҡапҡаһын күҙләй. Ана килә уның ғәзиздәре – Алмазы һәм Айназы. Айназ ҡулдарына ҙур шар бәйләме, ә йылмайыуын йәшерә алмаған Алмаз Илүзәнең яратҡан аҡ раузалары менән ҙур торт тотоп, дауаханаға яҡынланылар. Тормошоноң ауыр ваҡытында, күңелһеҙ уйҙарға сумып, ҡайҙа йүнәлгәнен дә аңламай китеп барғанда, юлына тап ошо кешеләрҙең килеп сығыуына ҡыуанып бөтә алмай бөгөн Илүзә. Юлына килеп сыҡҡан бәхеткәйҙәренән генә айырмаһын инде, тип теләй.

Беренсе ҡаттағы фойела Айназ әсәһе сығырға тейеш ишектән күҙҙәрен дә алмай көтә. Был туғыҙ йәшлек бала өсөн ике аҙна тирәһе әсәйһеҙ йәшәү бик ауырға тура килде. Тик шуныһы ҡыуандыра, ул хәҙер ғаиләлә үҙе генә түгел, уның бәләкәс кенә туғаны бар. Айназ хәҙер бәләкәй түгел, ул – ағай. Әсәһенә бәләкәсте ҡарашырға ярҙам итергә кәрәк. Шуға ла ул түҙемле генә көтөп ултырыуын дауам итә. Ниһайәт, ишек асылып китте һәм унан, ал таҫма менән биҙәлгән,  күпереп торған аҡ төргәк тотҡан әсәһе күренде. Аталы-уллы сабый менән Илүзә янына ашыҡты.

Илүзә менән палатала бергә ятҡан ике ҡатын тәҙрәнән, ауыр яҙмыш һынауҙарын үтеп, бер-береһен тапҡан Илүзә менән Алмазға, эргәләрендә һикерәңләп барған Айназға ҡарап ҡул болғап, йылмайып оҙатып ҡалды.

Зәлиә БАЙҒУСҠАРОВА.

Фото:

runews24.ru

 

Автор:
Читайте нас: