Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Апрель , 19:00

Класташтар осрашыуынан һуң әсәй булдым

Ә туғандарыбыҙ мине, диңгеҙгә барғандан һуң ауырға ҡалды, тип уйланы... Хәҙер инде ике йәшлек ул тәрбиәләйбеҙ. Ирем бер ҡасан да  мине битәрләмәне.

Класташтар осрашыуынан һуң әсәй булдым
Класташтар осрашыуынан һуң әсәй булдым

Ирем менән яратышып өйләнештек. Насар кеше түгел ул. Сабыр, миңә лә хөрмәт менән ҡарай. Һәр ғаилә үҙенсә бәхетһеҙ, тигәндәй, беҙҙең дә күңелдән  бер генә көнгә лә сыҡмаған проблемабыҙ бар ине. Балабыҙ булманы. 15 йылда ниндәй генә табибтарға мөрәжәғәт итһәк тә, хатта сит илдәргә барып дауаланып ҡараһаҡ та, файҙаһы булманы. Уның ҡарауы, һәр дауаханала икебеҙҙең дә сәләмәт булыуыбыҙҙы әйттеләр. Шулай итеп, инде 40 йәшкә яҡынайғанда беҙ айырылыштыҡ. Моның сәбәбен балаһыҙлыҡ ҡына тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгелдер, бәлки. Һәр көн бер-береһенә бик оҡшаш. Беҙ  бит бер-беребеҙҙе күҙ ҡарашынан уҡ аңлайбыҙ. Йәшәүҙең ҡыҙығы бөттө, тип әйтһәң ҙә дөрөҫ булалыр. Билдәле, балабыҙ булһа, ғаиләне һаҡлап ҡалыу мөмкин дә булыр, беҙ ҙә күңеллерәк йәшәр инек.

Айырылышыуҙы икебеҙ лә тыныс кисерҙек. Ултырып һөйләштек тә ирем сығып китте. Иламаным, тормоштан зарланманым. Шулай булырға тейеш, тимәк. Әлеге хәлдәрҙән һуң күп тә үтмәне, класташтар осрашыуына саҡырҙылар. Әлбиттә, барҙым. Бик күңелле үтте. Шунда уҡ беренсе мөхәббәтемде лә  осраттым. Уның ғаиләһе, ике балаһы бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул төндө беҙ уның менән бергә үткәрҙек. Уның ғаиләһен боҙоп күрһәтеү йә иһә ниндәйҙер осрашыуҙар өмөт итеү тураһында уйлағаным да булманы.

Был хәлдәрҙән һуң бер ни тиклем ваҡыт уҙғас, үҙемдең йөклө икәнлегемде белдем. Билдәле инде, класташымдан... Һәм мин быға бик шат инем! Әсә булыу бәхетенән лә ҙурырак шатлыҡ бармы?!

Әлеге яңылыҡты белгәндән һуң бер нисә көн үтеүгә, сәскәләр күтәреп, ирем килеп керҙе. Беҙ бит уның менән талашып айырылышманыҡ. Дуҫтар Күптәнге кеүек, уны түргә саҡырҙым. Ул кире ҡайтҡыһы килеүен әйтте. Мин бит уны юғалтыуыма күнгән инем дә кеүек, әммә осрашҡас, тағы бер ҡат күңелдә йәш саҡтағы ялҡын ҡабынды. Әммә уны алдарға хаҡым юҡ ине. Нисек бар, барыһын да  һөйләнем. Ирем тыныс ҡына сығып китте.

Бер нисә көн үткәс, хәлемде белеп шылтыратты һәм килергә рөхсәт һораны. Һис шикһеҙ, уға ҡаршы килә алманым. Был август айы ине. Йәйге эҫелек  бер ни тиклем һүрелеп, көндәр көҙгә ауышып барған саҡ. "Әйҙә, көндәр һыуынғас, ял итеп ҡайтыйыҡ, һиңә лә  диңгеҙ һауаһы файҙалы булыр”, - тине ул шул килеүендә.

Ирем дә шул тиклем бала һөйәһе килә ине.  Ошо бала беҙҙе ҡауыштырҙы. Ә туғандарыбыҙ мине, диңгеҙгә барғандан һуң ауырға ҡалды, тип уйланы... Хәҙер инде ике йәшлек ул тәрбиәләйбеҙ. Ирем бер ҡасан да  мине битәрләмәне. Әгәр ошо класташтар осрашыуы булмаһа, икебеҙ лә атай-әсәй булыу бәхетен тоймаҫ идек. Ә класташыма был хәл тураһында һөйләмәҫкә булдыҡ.

 

Гөлзифа.

 

Фото: layfxaki.ru

Автор:
Читайте нас: