Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Апрель , 10:00

Уҫал булырға кәрәк

Тыйнаҡтарға көн юҡ беҙҙә, Әрһеҙ булырга кәрәк… Суҡынып китһен донъяһы , Ғәмһеҙ булырға кәрәк!

Уҫал булырға кәрәк
Уҫал булырға кәрәк

Инде беләм: был тормошта
Уҫал булырға кәрәк .
Хатта иң уҫалдарға ла
Миҫал булырға кәрәк!

Тыйнаҡтарға көн юҡ беҙҙә,
Әрһеҙ булырга кәрәк…
Суҡынып китһен донъяһы ,
Ғәмһеҙ булырға кәрәк!

Мөләйемлек кәрәк түгел,
Ҡырыҫ булырға кәрәк.
Нескә күңел менән ауыр,
Ҡорос булырға кәрәк.

Моңлоларға йәшәү ҡыйын,
Моңһоҙ булырға кәрәк.
Тиҙерәк байып ҡалыр өсөн
Ҡомһоҙ булырға кәрәк.

Баҡыр булһаң да, мөнбәрдә
Алтын булырға кәрәк.
Беҙҙең халык ышана ул
Болтун булырға кәрәк.

Кеше төҫлө йәшәйем , тиһәң,
Ҡараҡ булырға кәрәк...
Кәрәк , ләкин аҙыраҡ ҡына
Һағыраҡ булырға кәрәк.

Ғөмүмән, шәп кешеләрҙән
Йыраҡ булырға кәрәк.
Иң һәйбәте был донъяла-
Дурак булырға кәрәк!

Ә мин дурак булалманым,
Бик аңлайым, бик тә кәрәк!
Ләкин дурак булыр өсөн
баш етмәй - аҡыл кәмерәк …

Фото:

Инде беләм: был тормошта
Уҫал булырға кәрәк .
Хатта иң уҫалдарға ла
Миҫал булырға кәрәк!

Тыйнаҡтарға көн юҡ беҙҙә,
Әрһеҙ булырга кәрәк…
Суҡынып китһен донъяһы ,
Ғәмһеҙ булырға кәрәк!

Мөләйемлек кәрәк түгел,
Ҡырыҫ булырға кәрәк.
Нескә күңел менән ауыр,
Ҡорос булырға кәрәк.

Моңлоларға йәшәү ҡыйын,
Моңһоҙ булырға кәрәк.
Тиҙерәк байып ҡалыр өсөн
Ҡомһоҙ булырға кәрәк.

Баҡыр булһаң да, мөнбәрдә
Алтын булырға кәрәк.
Беҙҙең халык ышана ул
Болтун булырға кәрәк.

Кеше төҫлө йәшәйем , тиһәң,
Ҡараҡ булырға кәрәк...
Кәрәк , ләкин аҙыраҡ ҡына
Һағыраҡ булырға кәрәк.

Ғөмүмән, шәп кешеләрҙән
Йыраҡ булырға кәрәк.
Иң һәйбәте был донъяла-
Дурак булырға кәрәк!

Ә мин дурак булалманым,
Бик аңлайым, бик тә кәрәк!
Ләкин дурак булыр өсөн
баш етмәй - аҡыл кәмерәк …

  Фото: idel-tat.ru

Роберт Миңнуллин



Роберт Миңнуллин

Автор:
Читайте нас: