Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Апрель , 11:10

Нимес күлдәге

Ниһайәт, посылка килде! Өйҙә ни бул­ғанын күрһәгеҙ ине! Унда өс ҡыҙға – ебәк шарф, апайҙарыма – яулыҡтар; әсәйемә – тауар, ағайыма – күлдәк, кемгәлер – алъяп­ҡыс, оҙон буйлы юбка, күрше ҡыҙҙар­ға таҫмалар... Ошо әйберҙәр араһында – күлдәк. Исемләп яҙылған ебәк күлдәк. “Шәрғиә ҡыҙыма, моғайын, ярар”. Күлдәктең матурлығы! Үҙе сәскәле, шыуып ҡына тора!

Нимес күлдәге
Нимес күлдәге

Атайым Исмәғил Мөхәмәтхажи улы Хажинды фронтҡа саҡырғандарында миңә 11 ай булған. Фин һуғышынан һуң таралған ҡыҙылса, сәсәк ауырыуҙары ауылыбыҙға ла килеп еткән. Беҙҙә башлыса Инйәр леспромхозы эшселәре йәшәгән. Урман хужалығы бинаһын яҡыныраҡ күсереп ултыртып, дауахана иткәндәр. Тиҙ генә ағастан балалар өсөн йыйылмалы карауаттар, ултырғыс, өҫтәл, эскәмйәләр эшләп, түшәк кәрәк-ярағы тегеп, һауыт-һаба, ҡашығаяҡ һатып алып, балалар баҡсаһы төҙөгәндәр.

Атайымды һуғышҡа саҡырғанда, ике оло апайым менән мин дауаханала ятҡанбыҙ. Уның менән хушлашырға беҙҙе өйгә алып ҡайтҡандар. Был февраль баштары булған. Атайым, мине ҡулына алып: “Яҙын торналар үҙеңә тояҡтар килтерһен!” – тигән.

...Атайымдың фронттан яҙған хатта­рының мәғәнәһен аңлай башлағанда, миңә өс-дүрт йәш тирәһе булғандыр. Бер саҡ шулай кис күрше-күлән, йыйылышып, өҫтәл тирәләй ултырышып, хат тыңлай. Мәрйәм апайым уҡый. Ғаиләбеҙҙәге һәр кемде исемләп әйтеп сыға. Минең исем генә ишетелмәй. “Атайым мине белмәй!” тип үпкәләп, урындыҡ өҫтөнә өйөлгән юрған-мендәрҙәр артына ултырып, илай башлайым. Шул саҡ апайымдың: “Шәрғиә ҡыҙым үҫәме? Хәҙер һөйләшәлер инде?” тиеүенә, “Минең турала һораған!” тип, йәшенеп ултырған еремдән ҡысҡырып килеп сығам... Апайым хатты уҡыуын дауам итә: “Бер-ике көндән немец еренә сығабыҙ. Шунда беҙгә берәр посылка һалырға рөхсәт итәләр, көтөгөҙ...”.

Посылканың нимә икәнен аңламаһам да, яҡшы нәмә булырын төҫмөрләп, көтә башланым. Әхирәттәремә лә әйттем, хәҙер инде күмәкләп көтәбеҙ. Посылка ҡайһы яҡтан килерен белмәһәк тә, бүленешеп, төрлөбөҙ төрлө яҡты күҙәтәбеҙ. Берәү “Көҙйылғаның почтаһы алып киләлер”, икенсеһе “Телмәйҙең йөк ташыған ағайылыр”, ә өсөнсөһө “Моғайын, самолет төшөрөп китәлер” тип фаразлай. Бер самолеттың артынан йүгерәбеҙ: ”Самолет, самолет, атайым ебәргән посылканы төшөрөп кит!”

Ниһайәт, посылка килде! Өйҙә ни бул­ғанын күрһәгеҙ ине! Унда өс ҡыҙға – ебәк шарф, апайҙарыма – яулыҡтар; әсәйемә – тауар, ағайыма – күлдәк, кемгәлер – алъяп­ҡыс, оҙон буйлы юбка, күрше ҡыҙҙар­ға таҫмалар... Ошо әйберҙәр араһында – күлдәк. Исемләп яҙылған ебәк күлдәк. “Шәрғиә ҡыҙыма, моғайын, ярар”. Күлдәктең матурлығы! Үҙе сәскәле, шыуып ҡына тора!

– Үлсәп үҙеңә генә тип теккәндәрме ни!

Күлдәкте шунда уҡ кейҙерҙеләр. Ауылыбыҙҙың өс урамын да йүгереп йөрөп сыҡтым! Көн буйы сисмәнем, әхирәттәрем дә кейеп ҡараны.

Бер көн әсәйем өлкән апайымдар менән бесәнгә китте. Хәтижә, Әҡлимә апайҙарым менән мин өйҙә ҡалдыҡ. Көн аяҙ, эҫе. Өйҙө йыйыштырып бөттөк тә, урамды һепереп, һыу ташып, таҙа кейемдәребеҙҙе кейеп, һыу инергә киттек. Инйәр йылғаһы яҡын, әммә ауыл уртаһынан аҡҡан, эсәр һыу ала торған йылғабыҙға етеп кенә килә инек, ҡаршыбыҙға бер атлы, бер йәйәүле килә. Йәйәүлеһе шинель кейгән. Тапҡырыбыҙға еткәйнеләр, Хәтижә апайым: “Атайым ҡайтып килә! – тип шинеллегә ҡаршы йүгерҙе. Атайым уны: “Ҡыҙым!” – тип ҡосаҡлап алды. Шул ваҡыт уны үҙем ауылда иң ҡурҡҡан бабайға оҡшаттым. Яйлап ҡына алға атланым. Әҡлимә лә: “Атайым!” – тип ҡысҡырып уға ташланды. Ә мин: ”Теге мине тотоп алмаһын”, – тип яй ғына алға атлауымды беләм. Шинелле кеше шәйләп ҡалды ла миңә табан килә башланы. Ҡурҡышымдан әсәйемдәр килер яҡҡа ҡастым.

– Ауһар, ҡасма, атай һуғыштан ҡайтты бит! – Хәтижә апайым ҡысҡыра.

Кемдер шул арала сабынлыҡҡа бара һалып, әсәйемдән һөйөнсө һораған, ул да ҡайтырға ашыға. Эргәмә ышаныслы кешеләрем килгәс кенә өйгә йүнәлдем.

Ул көнө атайым янына барманым. Уның да миндә ҡайғыһы булмағандыр, сөнки үҙен күрергә тип бөтә ауыл халҡы килгән. Матур күлдәгемде өҫтөмдән төшөрмәй йөрөйөм. Атайыма ла эйәләштем. Бер ҙә теге мин ҡурҡҡан бабайға оҡшамаған!

Көндәр үтә торҙо. Бесән дә әҙерләп бөттөк. Атайыма ла эш табылып тора. Көҙ ҙә яҡынлаша инде. Атайым Мәрйәм апайымды ҡайҙалыр Темәс тигән яҡҡа уҡырға алып барырға тейеш. Уҡытыусы буласаҡ ул! Мин дә мәктәптә уҡытасаҡмын!

Көндәр матур торғанда әсәйемдәр урманға йөрөп еләк йыя, муйыл алып ҡайта. Ҡыҙыл көртмәле лә, бөрлөгән дә бешә. Ә мин әхирәттәрем Рәшиҙә, Хәмиҙә менән беҙҙең һарай башында уйнайбыҙ, бер-беребеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырышабыҙ. Әҡлимә менән Хәтижә апайҙарым өй эштәре менән булыша, малдарҙы һарайға индерә.

Бер көн әсәйем беҙ уйнаған һарайға һыйыр һауырға инеүе булды, ҡысҡырып та ебәрҙе:

– Шәрғиә, кил әле бында, был нимә? – тип ишекте асты ла аяҡ аҫтыма бер нәмә ташланы. Йүгереп барып, сепрәкте алып ҡараһам – минең нимес күлдәгем. Таушалып, бысранып, сәйнәлеп бөткән!

– Уф, аллаҡайым! Кем улай итте? – тип илай башланым.

– Кем булһын, үҙең инде! Быҙау сәйнәгән бит!

– Әхирәттәрем алып сыҡҡан шул! Ярыҡтан шылып ҡына эскә төшкән.

– Йә, ярай, илама! Баш китерлек әллә ни түгел әле. Сепрәк кенә! Күлдәк нимә! Ана, әхирәттәреңдең атайҙары ҡайтманы, ҡороғор фашистар! Ярай, илама! Күлдәк табылыр, үҙебеҙ иҫән-һау булайыҡ. Бәлки, бүтән сабыйҙарҙың атайҙары ла ҡайтып төшөр әле, – ти әсәйем.

Эйе, зарығып көттө улар аталарын, ләкин ғәзиздәре яуҙан ҡайтманы. Мин дә, әхирәттәремдең эсен бошормаҫ өсөн, күлдәк тураһында һүҙ ҡуҙғатманым...

Шәрғиә ЯҠШЫДӘҮЛӘТОВА
Белорет районы, Инйәр ҡасабаһы

 

Автор:
Читайте нас: