“Һөйгәнеңде яттар алһа,
Йөрәккә яра була...” (йыр)
“Бына көҙ ҙә етте. Алтын көҙ. Һары һағыштарға һалыр көҙ... Үҙәктәрҙе өҙөп һағындырыр, һарғайтыр көҙ...” Карауатында ятҡан Гөлсәсәк үҙ алдына ошо һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Ҡасандыр, кемдәндер ишеткән һүҙҙәр ҡапыл мейеһен телеп үткәндәй булды: “Яман ауырыуҙан көҙөн китәләр икән...”
“Эй, алла, һары көҙҙә генә торһа икән эш...”
Көҙгө әсе елдәр өҙлөкһөҙ тартҡылағанға ботаҡтарынан ысҡынған япраҡтар ҡайһы саҡта асыҡ форточка аша бүлмәгә осоп инә. Бер аҙ осҡандан һуң ҡайҙалыр төшөп яталар. Бына береһе Гөлсәсәктең күкрәгенә килеп төштө. Эс бошорғос уйҙарына сумып ятҡан ҡатын ҡыуанысынан япраҡты усына алып, наҙлап һыйпап ҡуйҙы. Һары ғына ҡайын япрағы икән. Көҙ еттеме, ошо төрлө төҫтәге сағыу япраҡтарҙы, эй, йыйырға яратыр ине Гөлсәсәк. Береһенән-береһе матур бит улар, бигерәк тә саған, имән, тирәк, уҫаҡ япраҡтары. Алып ҡайтҡас, үтек менән киптереп алып, китап биттәре араһына һалып ҡуйыр ине. Ҡышҡыһын бик ярап ҡуя торған шулар, тәүҙә улы менән ҡыҙына төрлө-төрлө гербарийҙар, картиналар эшләһәләр, һуңынан ейәндәре өсөн йыйҙы. Йыя торғайны... Бына икенсе йыл рәттән көҙҙө тик өйөндә генә ҡаршылай шул Гөлсәсәк. Хәленән килһә, йүгереп кенә яҡындағы урманды әйләнеп килер ине лә... Ана, тағы көҙҙәр килеп етте... Их, йәшәргә ине тағы бер аҙ ғына... Гөлсәсәк көсәнеп кенә тороп ултырырға маташты. Юҡ шул, булмай. Ошо ятып китеүе лә оҙаҡҡалыр шул, бәлки, бөтөнләйгәлер...
Үҙенең яҙмыш һынауҙары алдында көсһөҙлөгөнән, уларҙы үҙгәртер өсөн хәҙер инде бер ниндәй ҙә сара юҡлығын аңлаған ҡатын төшөнкөлөккә бирелде. Өй эсе тып-тын. Улы, ҡыҙы эштә, ейәндәре мәктәптә. Янына йәлләткес кенә мыяулап бесәйе килеп ятты. Һыуһағандыр инде Мусиғы. Крандан сөбөрҙәп кенә ағып торған һыуҙы эсергә өйрәнгән бесәй, ана шулай кемдер ҡайтып инеп, йыуыныу бүлмәһендәге кранды асып биреүен көтә лә йөрөй торған. Юғиһә, һауытына ла һыу тултырып китәләр ҙә бит. Юҡ шул, бесәйҙең үҙ законы. “Түҙ, инде, түҙ, Мусик. Тиҙҙән ҡайтып етерҙәр!” – Гөлсәсәк бесәйҙең арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы. Әле ярай ҙа, оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған көндәрҙе ҡыҫҡартырға ошо бесәйе бар. Хужабикәһенең хәлен аңлағандай үҙе. Әллә ни ҡаңғыртмаҫҡа тырыша. Аяҡтары тартышып, үлтереп һыҙларға тотондо. Эй, алла, онотолоп дарыуҙарын эсмәгән икән дә! Тиҙерәк ҡабыр кәрәк, тағы түҙер хәле ҡалмай, ызғырыр инде. Гөлсәсәк янында ғына ятҡан дарыу төймәләрен бер-бер артлы йота һалды ла, күҙҙәрен йомдо. Бәлки, әҙ-мәҙ серем итеп булыр. Төндә һыҙланып, бөтөнләй йоҡламаған ине... Ҡайҙалыр музыка тауышы ишетелеп ҡалды. Әһә, күршеләрҙән икән. Әле яңыраҡ ҡына яңы күршеләр күсеп килде, тигәйне шул ҡыҙы. Башҡорт йә татарҙарҙыр, тине. Гөлсәсәк үҙ аяғында йөрөп ятһа, күптән танышып алыр ине лә үҙҙәре менән. Туҡта, таныш ҡына йыр яңғырай түгелме? Тауышын нығыраҡ асҡандар икән:
...Ҡарағат ашамайым,
Бөрлөгән ашамайым.
Өҙөлөп һөйгән йәркәйемде,
Мәңгегә ташламайым.
Ҡарағатым һин минең,
Бөрлөгәнем, һин минең.
Ҡарағатым, үҙәгемде,
Өҙҙөрәһең, һин минең...
Уф, ошо йыр... Үҙәктәрҙе генә өҙә шул... Йоҡлап алырмын, бәлки, тип уйлаған Гөлсәсәктең йоҡоһо ҡасты. Күрше фатирҙа йырсы өҙгөләнһә, бында Гөлсәсәктең йәне телгеләнде...
***
Бынан күп йылдар элек ауылға ҡайтҡанында Хәлиҙә һеңлеһе менән кәрт һалған ҡатынға барып сыҡҡайнылар. “Ныҡ дөрөҫ әйтә, тиҙәр, әйҙә әле, күренеп ҡара шуға!” Һеңлеһе апаһының ай-вайына ҡарамай, Гөлсәсәкте күрше ҡаласыҡта йәшәгән Таисияға алып барҙы. Юғиһә, ул үҙҙәрендә лә ҡайҙа ғына, кемгә генә йөрөмәне. Мәсеткә лә, күрәҙәсегә лә барҙы. Барыһы ла ҡайтасаҡ, тип көтөргә ҡуша ла... Ҡайҙа һуң! Өс йыл инде ире икенсе ҡатынға сығып киткәненә. Бәлки, тынысланырғалыр һиңә, өҙгөләнмә, етер, тиеүселәр ҙә бар. Үҙ хәлен үҙе генә белә шул Гөлсәсәк. Ир бирмәк, йән бирмәк. Ысынлап та, кәрт һалыусы ҡатын уның яҙмышын үтә лә дөрөҫ итеп һөйләп бирҙе. “Ике балаңа таян, бигерәк тә улың һинең терәгең, бер ҡасан да ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ. Ирең бер мәл барыбер ҡайтасаҡ, тиҙ арала түгел. Бик күп айҙар, хатта йылдар үтер. Тик ул мәлдә үҙе таяҡҡа таянған булыр”, - тигәйне. Гөлсәсәк көттө Заһирын, йылдар дауамында көттө. Ҡайтып инер бер көн, тигәйне лә...
***
... Заһир менән улар студент саҡтарында таныштылар. Һөнәрселек училищеһын тамамлаған йылда уларҙың группаһын Сибай ҡалаһына практикаға ебәрҙеләр. Йәш саҡ, дәртле саҡ. Ауыр төҙөлөш эшендә арыуҙы һис белмәгән йәштәр киске уйынға сығырға ла иренмәйҙәр. Гөлсәсәктең группаһы буяусы-штукатурҙар. Тағы бер бригада улар менән бергә эшләй, улары инде төрлө һөнәр эйәләре. Иретеп йәбештереүсе, балта оҫтаһы, ташсы һөнәрен үҙләштереүселәр. Бергәләп рәхәтләнеп күңел асалар ҙа, иртәгәһенә арыуҙары ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығып, дәртләнеп төҙөлөшкә эшкә баралар. Ана шул мәлдә осратты ла инде Гөлсәсәк ғүмерлек мөхәббәтен. Ҡайһы мәлдә иғтибар иткәндер Гөлсәсәккә балта оҫтаһы Заһир, бер мәл артынан да ҡалмай йөрөй башланы. Эш урынында янынан китмәҫкә тырыша. Нисек шулай килеп сығалыр инде, эшен дә уға тик ҡыҙ янында бирәләр. Ишек ҡуйһынмы, тәҙрә яңаҡтарынмы, иҙән түшәһенме, тик яҡын тирәлә генә эшләй. Үҙе бер туҡтауһыҙ йырлап йөрөй. Әллә шул егеттең йырлауына ғашиҡ булды инде Гөлсәсәк? Ысынлап та, бик матур йырлай шул Заһир. Йырҙары һуң! Бигерәк тә бер йыры үҙәккә үтә, янына килдеме, шул йырын йырлай:
Бергә-бергә булырбыҙ, тип ғүмергә,
Бағышланым һиңә йырымды.
Өҙөлөп һөйҙөм, мин бит һине,
Хәҙер инде, онот, тиһеңме?
Оноторға мөмкин түгел һис ҡасан,
Ут һалдың минең йөрәгемә.
Һайрамағас, бәхет ҡошом,
Ник ҡундың минең тирәгемә?...
Эйе, Заһир шул йыры менән генә ғашиҡ иткәндер үҙенә Гөлсәсәкте. Бик матур итеп дуҫлашып йөрөй башланылар. Бына практикалары ла тамамланды. Заһир менән таңға тиклем етәкләшеп йөрөнөләр. Йәй көнө ауылыңа киләсәкмен, тип вәғәҙәләне егет. “Бәхет ҡошом”ды йырланы хушлашҡанда:
Өҙгөләнә йөрәгемдең пәрҙәһе,
Телгеләнә йөрәк яраһы.
Китмә, китмә, бәхет ҡошом,
Һиңә төбәлгән күҙ ҡарашым...
"Ошо йырын ул саҡта йырламаған булһасы!"
Экзамендарҙан һуң Өфөгә эшкә тәғәйенләнеләр. Ауылына ҡайтып, бер айҙан һуң ғына юлға йыйынды. Ауылда саҡта Заһирҙан бер нисә хат килеп өлгөрҙө. “Ауылыңа килеп етәм”, – тигән. Әсәһе менән бүлешкәс, уныһы рөхсәт итмәне:
– Ҡуй, әрмелә лә хеҙмәт итмәгән егетте өйгә саҡырып ятырға, исемеңде һатып. Китер ҙә, онотор! – тине. Өфөгә килгәс кенә күрештеләр. Бик ныҡ һағынышҡайнылар бер-береһен. Шулай Сибай-Өфө араһында аҙна һайын йөрөй торғас, егеткә повестка килде. Вәғәҙәләр биреп хушлаштылар. Көтөргә һүҙ бирҙе Гөлсәсәк. Заһир хаттарҙы шундай матур итеп яҙа, наҙлы һүҙҙәрен йәлләмәй. Аҙна һайын килеп торған хаттарҙан ғына торған көндәлек яҙа башланы Гөлсәсәк. Заһирҙың һәр хатын, үҙенең хистәренә ҡушып, көндәлеккә яҙып бара. Ысынлап та, ул үҙе лә егетте ныҡ яратып өлгөрҙө. Тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын һағынып көтә. Бик сибәр, оҙон сәсле, гел йылмайып ҡына йөрөгән Гөлсәсәккә күҙ һалыусылар Өфөлә лә булды. Бер егет, Хәниф исемлеһе, ысынлап ғашиҡ ине:
– Минең менән һин бик бәхетле булырһың, Гөлсәсәк! Сыҡ миңә кейәүгә! – тине.
– Егетем бар минең, вәғәҙә бирҙем, көтәсәкмен!
Нисек тә төңөлдөрҙө уны ҡыҙ. Ике йыл ваҡыт үтеп тә китте. Бер мәл эштән ҡайтыуҙарына бер ҡосаҡ сәскә тотҡан Заһир ятаҡ ишеге янында ҡаршы алып тора ине. Тапҡыр ятаҡтарына килгән икән. Ауылға бергә ҡайтып китербеҙ, ти. Гөлсәсәк егетте яңғыҙ ҡайтырға көскә күндерҙе. Тәүҙә ҡайтып ет һин ауылыңа, туғандарың менән ҡәңәшләш, эшкә урынлаш, шунан ғына бергә булырбыҙ, тине. Үҙен көтөргә һүҙ бирҙе. Тағы бер йылдан һуң улар өйләнештеләр. Туйҙары тәбиғәттең иң ҡырыҫ мәленә тура килде. Илле градусҡа тиклем һыуытып, Яңы йыл алдынан шаҡырайтып һыуытҡайны. Ҡырҡ бәлә менән яҙылышып ҡайттылар. Үкенескә ҡаршы, Гөлсәсәктең туғандары береһе лә туйға килә алманы. Туйҙан һуң уға төҙөлөштән китергә тура килде...
(Дауамы бар)