Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Май 2024, 03:50

Ҡарағат ҡара була Хикәйә (аҙағы) Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА

Их, ошо ейәндәренең ҙурайып, егет ҡорона әйләнгәнен ныҡ күргеһе килә Гөлсәсәктең. Булмаҫтыр инде. Һуңғы тапҡыр өлкә клиникаһына барғанда, яман шеш аҙған, бөтә тәнеңә таралған, тинеләр.

Ҡарағат ҡара була    Хикәйә (аҙағы)    Сәлиә ҒАТАУЛЛИНАҠарағат ҡара була    Хикәйә (аҙағы)    Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА
Ҡарағат ҡара була Хикәйә (аҙағы) Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА

Бер-бер артлы кисергән ауыр операцияларҙан һуң Гөлсәсәккә химия башларға тәҡдим иттеләр. “Ауырыуыңды туҡтатып торор. Тәүге мәлдә процедураларҙан һуң ауыр булһа ла, аҙаҡ хәлең еңеләйер”, – тинеләр. Ысынлап та, бер ике йыл шулай булды. Ул процедураларҙан һуң көс-хәл менән рәтләнеп китер ине. Тора-бара химия бөтөнләй ярҙам итмәй башланы. Һуңғы йылдарҙа Заһир уларға йыш килә. Ейәндәренә күстәнәстәр алып килеп, зыу килешеп уйнайҙар. Гөлсәсәк үҙ аяғында йөрөгәндә бергә ултырып сәй ҙә эсеп алырҙар ине. Шунан ул хушлашып ҡайтып китә. Эйе, ҡайтып китә, теге ҡатын янына... Ул килеп күренһә, мәңге уңалмаҫ яралары ҡуҙғала Гөлсәсәктең. Инде хәҙер уның ҡайтыуын көтмәй ҙә. Бындай хәлендә кәрәкмәйҙер ҙә. Хыянаты менән йөрәген ғүмерлеккә яралаған кешене яңынан ҡабул итә лә алмаҫ ине...
Теге саҡта, бынан бер-ике ай тирәһе элек, хәл белешергә ингәйне Заһир. Гөлсәсәккә уйсан ғына ҡарап торҙо ла:
– Кисер мине, Гөлсәсәк, булдыра алһаң... Теге саҡта мин улай ҡыланмаһам, бәлки, бөтөнләй икенсе хәлдәр булыр ине. Һин дә ул хәтлем ауырлыҡтар кисермәҫ инең..., – тип ҡуйҙы бошонҡо ғына. Гөлсәсәк ҡапыл ғына ни әйтергә белмәй, ике ҡулы менән йөҙөн ҡапланы. Бер аҙҙан ғына өндәшә алды:
– Юҡтыр, Заһир, минең күрәсәгем ошолор. Мин һине күптән ғәфү иткәнмен. Һәр кемдең үҙ яҙмышы, тиҙәр. Рәхмәт һиңә, үҙем тере саҡта ошо һүҙҙәреңде ишеттергәнең өсөн. Мин бит ғүмерем буйына, бик ныҡ яраттым һине, бел шуны. Хатта һиңә булған нәфрәтем дә ул тойғоно кәметә алманы. Көткәйнем ҡайтырыңды... Ышанып көттөм. Ә һин үҙең... икенсе ҡатын менән бик бәхетле булғанһыңдыр. Киреһенсә булһа, күптән ҡайтыр инең. Тик бына... мин бөтөнләйгә китеп барһам, балаларҙы ярҙамыңдан ташлама. Уларға, ай-һай, ауыр буласаҡ, мин дә китеп барһам. Бына шул минең һиңә үтенесем...
Заһир тын ғына тора бирҙе лә, ауыр атлап сығып китте. Үҙенә лә ҡыйын булғандыр күңелендәген сығарып, Гөлсәсәк менән аңлашыуы...
***
Ыһ, тип ыңғырашып ҡуйҙы Гөлсәсәк, бөтә тәненең үлтереп һыҙлауына түҙә алмай. Башына быяла ярсыҡтарын шығырым тултырып ҡуйғандармы ни? Уйҙарына бирелеп күпмелер онотолоп ятҡайны ла... “Ниндәй гонаһтары өсөн шул хәтлем ғазаптар яҙған икән һуң уға?!” Тиҙерәк дарыу төймәләрен үрелеп ҡапты ла, серем итеп булмаҫмы, тип күҙҙәрен йомдо.
...Ишек асылғаны ишетелде. Ейәндәре мәктәптән ҡайтҡандыр инде. Их, үҙ аяғында сағы булһа, тәмле-тәмле аш-һыу әҙерләп көткән булыр ине лә үҙҙәрен. Бигерәк тә, ҡоймаҡ ярата улар. Юҡ шул, бына ярты йыл инде бөтөнләй тормай ята. Икенсе синыфта уҡыған Наил ҡолонсағы ҡайтҡан икән. Иркәләнеп кенә өләсәһе янына килеп ятты, бер ҡулы менән бесәйен һыйпаштыра. Ошо бала һәр саҡ шулай иркә булды, ҙурайғансы тик өләсәһе янында йоҡланы. Әле лә шулай, иркәләнеп, мәктәптәге ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләй. “Һиңә нимә алып киләйем ашарға, әйт?” – тип һораған була. Әлегә кәрәкмәй, тигәс бесәйен алып, үҙ бүлмәһенә китте. Их, ошо ейәндәренең ҙурайып, егет ҡорона әйләнгәнен ныҡ күргеһе килә Гөлсәсәктең. Булмаҫтыр инде. Һуңғы тапҡыр өлкә клиникаһына барғанда, яман шеш аҙған, бөтә тәнеңә таралған, тинеләр. Бик көслө дарыуҙар яҙҙылар. Яҙмышыңа яҙғанды күрәһең инде, тип бошондо Гөлсәсәк. Ана, ейәне Айнур ҙа ҡайтып инде. Ул да тиҙерәк өләсәһе янына килеп баҫты. Хәлен һорашҡас, ашарына алып килде. Тик Гөлсәсәк һуңғы ваҡытта бөтөнләй ашамай тиерлек. Янына килтергәндәрен кире алып китәләр. Барыбер рәхмәтле балаларына Гөлсәсәк. Ҡыҙы эштән ҡайтып инеү менән әсәһен тәрбиәләргә тотона. Улы ла эштән ҡайтышлай инеп ҡайта. Бер үҙе булһа, нишләр ине? Тик бына... артыҡ оҙаҡ ятмаһын ине, балаларын ыҙалатып. Һуңғы ваҡытта тик шуны теләй, Хоҙайҙан ялбара бисара ҡатын. “Кеше көнлө булып ятырға яҙмаһын, ҡараған кешегә ауыр була”, – ти торғайны ололар. Бына ошо көндәр Гөлсәсәккә лә килде. Эйе, оҙаҡ ятырға ғына яҙмаһын... Көнөн ауыр уйҙар менән үткәргән ҡатын, көслө дарыуҙары ярҙам иттеме, ҡаты йоҡоға талды...
...Шундай яғымлы ла, үтә таныш та тауыш ишетелгәс, үҙ ҡолағына ышанмай, ята бирҙе. Эйе, был әсәһенең тауышы. Ә уның янында кем һуң? Көсләп күҙҙәрен асты. Ишек яғына күҙ һалды. Ә унда әсәһе менән атаһы тора. Үҙҙәре шундай шат. Әсәһе йылҡылдап ҡына торған асыҡ йәшел төҫтәге иҫ киткес матур күлдәк кейгән, атаһы ап-аҡ кейемдә. Ҡыҙының күҙҙәрен асҡанын күргәс, әсәһе йылмайып өндәште: “Уяндыңмы, ҡыҙым? Бына, атайың менән һине алып китергә килдек! Былай ҙа етерлек ыҙаланың инде!” Гөлсәсәк, телен көскә әйләндереп, саҡ һораша алды: “Ата-а-й... Әсә-ә-әй... Һеҙ килдегеҙме?! Мин бик оҙаҡ көттөм... Тик бына... балалары-ы-м?! Ыһ...”
“Борсолма, ҡыҙым. Беҙ уларға ярҙам итеп торорбоҙ, күмәкләп. Бөтә ауырыу-һыҙланыуҙарыңдан ҡотолоп алһаң, үҙең дә күрерһең. Барыһы ла яҡшы буласаҡ ейәндәребеҙҙең!” – тине атаһы. “Эйе, ҡыҙым, йыйын! Беҙ тиҙҙән артыңдан килеп етербеҙ!”– тине әсәһе. Бына улар, яйлап ҡына төҫһөҙләнә барып, быуға әйләнделәр ҙә, ҡапыл юҡҡа сыҡтылар. Ныҡлап уянған Гөлсәсәк, был күренеш ысын булдымы, әллә төш күрҙеме икәнен аңлай алмай, оҙаҡ ҡына ятты. “Бына... килделәр ҙә... Ваҡыттыр инде...” – тип күңеле тулышты. Теге күкрәгенә осоп төшкән һары япраҡ та иҫкәрткәндер инде шул турала...
Күршеләрҙә магнитола ҡабыҙҙылар. Тағы теге йырҙы...
Ҡарағат ҡара була,
Бөрлөгән ҡыҙыл була.
Һөйгәнеңде яттар алһа,
Йөрәккә яра була.
Һөйгәнеңде яттар алһа,
Йөрәккә яра була... 

Аҙағы. 

 

 

Автор:
Читайте нас