Шулай итеп, мин йәнә мәркәздә. Юҡ, әлбиттә, ауылдан сыға белмәгән "ҡырағай" башҡорт бисәһе түгелмен инде, түгелен. Килгеләп торҙом, хатта бер-ике төн ҡунып ҡалырға ла тура килгеләне. Әммә минең әлеге килеүем ул саҡтағы ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән йөрөү ише түгел. Әлеге сәйәхәтте минең бында тәүге тапҡыр килеүем менән генә сағыштырырға мөмкин. Мәркәз үҙе бер ҡарағай джунгли һымаҡ ҡаршыланы мине. Ул саҡтағы мин – 16 йәшлек сабый үҫмер ҡыҙыҡай инем. Максимализм сире саманан тыш бәреп торған амбициялар менән бер рәттән, биләүҙән үк тыҡып-тыҡыптәрбиә ҡылынған баҫалҡылыҡ кеүек бер-береһе менән ярашмаған төшөнсәләрҙең ниндәйҙер бер шикле йыйылмаһы. Сәнғәткә уҡырға килгән берәү, йәнәһе. Әсәй бахыр, мәркәздең аппетиты хаҡында ғүмерҙә лә, хәбәрҙар булмаған ябай ауыл ҡарсығы, 50 мең аҡса биргән булды. Барып-ҡайтыу хаҡы ул саҡ 30 мең ине. Ҡалғанына мин ҡайҙалыр, нисектер йәшәргә нимәлер ашарға тейешмен. Бесәй балаһы һауытынан да бәләкәйерәк бер шәшке сәй менән бер плюшка 1 мең ярым тора ине ул саҡта. шулай булғас, уйлап ҡарағыҙ, оло бесәйҙән дә апаруҡ дәү 16 йәшлек үҫә торған организм нимә эшләй ала ине? Юҡ, әлбиттә, ниндәйҙер мөғжизә менән ятаҡ хаҡы тәүлегенә 5 мең булмаһа, консультация һәм экзамендарға йөрөүгә киткән 1 аҙнаны уйламай ҙа йәшәргә мөмкин ине. Әммә... Әммә мин бахыр ғүмер буйы ниндәйҙер уңышһыҙ юлдарҙа йөрөр кеше булдым, буғай. Мәркәздә башҡа күпме уҡыу йорто бар, һәм һәр береһендә абитурҙарға йәшәү бушлай булғанда бер миңә нишләп шулай тура килгән? Бүлмәләш ҡыҙҙар һөйләшә: "Әсәйгә шылтыраттым, асыҡмайһыңмы тип һорай, мин шунда уҡ прибедняться иткән булам, ашханала ашаған булам да ул, тип." Ә үҙенең кеҫәһендә 250 мең аҡсаһы бар, минең әсәй ҡарсыҡтың бер айлыҡ пенсияһы! Улар, әлбиттә, миңә бик йәлләп ҡарайҙар ине, инде аслыҡҡа түҙмәй имтихандар бөтөүен дә көтмәйенсә ҡайтырға йыйынғас, береһе юлға дүрт перәник бирҙе. Юлға, әлбиттә, аҡса юҡ ине. Ятаҡта йәшәүгә түләгәндән һуң, кошелек төбөндә 1 мең 800 һум аҡса ҡалды. Район үҙәгенән ауылға тиклем дә билет та 3 мең тора...
Автовокзалға тиклем бер туҡталыш ҡалғас, арып эскәмйәгә ултырҙым. Автобусҡа тиклем ике сәғәт самаһы ла барҙыр, ашығаһы юҡ. Тормоштоң тәүге һынауында уҡ юғалып ҡалыуым йөҙөмдә сағыла ине микән? Таяҡҡа таянып йөрөгән ҡотһоҙ бер ҡарт хәлем менән ҡыҙыҡһынды. Һөйлә лә бир беренсе осраған бәндәгә хәлемдең бөтә аяныслығын. Тиктомалдан киң күңеленә сыҙаша алмай аҡса бирер тип өмөтләндем микән? Иҫәр ҡыҙыҡай. Теге ҡартлас паспортымды ҡараны. "Хәҙер нишләйһең инде? ти. – Попуткаға сыҡһаң хәҙер үҙеңде берәй ерҙә көсләп, урман буйына ырғытып китәсәктәр бит инде". Мин әлбиттә, кеше тигән хайуандың ни дәрәжәлә түбән була алыуы менән осрашҡаным юҡ, әммә телевизор ҡарап, гәзит уҡып бындай хәлдәрҙең булып тороуон бик яҡшы беләм. Асығыуҙан, арыуҙан шул тиклем миңрәүләнгәнмен үҙем, әлеге хәлемдән тағы ла ҡот осҡосораҡ, тағы ла ҡурҡынысыраҡ хәл-ваҡиғалар була алыу мөмкинлеген мейем бөтөнләй ҡабул итә алмай. Аңра кеше кеүек ҡартты йөпләйем. "Эйе шул". "Әйҙә миңә, – ти "яңы таныш", – мин әлбиттә инде булдыра алырлыҡ йәштә түгел, тотоп ҡына ҡарай алам, ҡурҡма", һүҙҙәрен дәлилләптер инде, тубығыма тотона. Минең миңрәүләнгән эмоцияларға шулай ҙа бөтөнләй үлеп бөтмәгән булғандыр инде, ғәжәпләнеп күҙҙәрем ҙурайҙы, ахыры. "Мин һиңә сәй эсерермен, – ти теге ҡомо ҡойолған ҡарт. Минең ихтыярҙы сәпсим һындыра алырлыҡтыр инде, үҙенсә «көслө» дәлил килтерә: – Колбасалап". Шулай. Минең мәркәзгә тәүге сәйәхәтем бик уңышлы булды. Был донъяла кеше кешегә дуҫ һәм иптәш тигән өлкәндәр тарфынан аңға һеңдерелгән бер алдаҡсы фекер һабын ҡыуығы булып шартланы. Эйе, иллюзиялар ул теш кеүек ҡойола – ҡойола һәм яңыһы үҫеп сыҡмай. Яһалманы ғына ҡуйырға мөмкин. Бер ҡасан да ирҙәр күҙенә һәм һүңҙенә ышанмау, һәр саҡ уяу, һиҙгер булыу шул көндән ҡалды, ахыры. Мин тороп киттем, әйләнеп тә ҡараманым, вокзалға атланым. Теге бабай артынан эйәреп китеп кешелек ғорурлығын юғалтмауҙан мине бер өмөт араланы: миһырбанлы шофер осрап район үҙәгенә тиклем алмаҫ микән тип уйлағайным. Бәлки бөтөнләй өлөшһөҙ бала түгелмендер: шофер ысынлап та миһырбанлы буды. Аҡсам юҡлығына ышанманы-ышаныуын, әммә алды. Тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте, мин уға рәхмәт уҡыйым. "Башҡа улай алдашып йөрөмә" тип мине алдаҡсыға тиңләп кәмһетте-кәмһетеүен, әммә был бәләкәй кәмһетеү менән ул мине оло түбәнлектәрҙән араланы. Район үҙәгендә ике туған апайға барып ҡундым, аҡса һорап торҙом, ауылға ҡайтырлыҡ, бирмәне. Шулай уҡ ышанманы, шикелле. Һуңғы меңемде түләп попуткаға боролошҡа сыҡтым. Машиналарға ҡул да күтәрмәйем, тик торам. Ә ниңә улар мине ултыртырға тейеш, барыбер аҡсам юҡ бит?! Шул тиклем был яҡты донъяға, тормошҡа, саҡ башланып торған йәш ғүмеремә битараф инем мин... Тағы ла бәхет йылмайҙы: ауылдаш агроном ағай танып, туҡтап, саҡырып алды. "Ниңә ҡул күтәрмәйһең?", – тип аптырай. Бығаса теплица шарттарында ғына үҫкән нәфис гөлдө ҡырыҫ, асыҡ тәбиғәткә күсереп ултырт әле, ерегер микән? Ерекһә лә апаруҡ ваҡыт шиңеп. хәлһеҙләнеп ҡалыр. Мин инем шул гөл. Ҡаланың ҡырыҫ, ауяһыҙ тәбиғәте ҡырау урынына бөгөп һалды. Ай самаһы уйнаманым-көлмәнем, ниҙәр кисергәнемде бер әҙәм затына һөйләмәнем. Күңелемдең бер өлөшө туңып ҡалды. Һәм ул өлөш әсәйгә ҡарата ере ине, шикелле. Ул бит аҡсаны күберәк тә бирә ала ине. Күпме кәмһенеүҙәрҙән азат була инем мин? Йәнәһе, донъя күрмәгән йәш ҡыҙыҡай, аҡса тота белмәй, берәүҙең хәләл аҡсаһын жвачка сәйнәп, газировка эсеп юҡ-барға туҙҙырып бөтөр, тип уйлағандыр инде әсәй. Һәм үҙенсә ул да хаҡлы.
Ваҡыт үтеп, күңел тынысланғас, мин мәркәзгә ҡабат юлландым. Уҡырға кереп, ваҡытлыса булһа ла пропискалы, йәшәр урыны булған үҙ-үҙенә ышанған туташ булып еткәс, теге ҡартты тағы шул уҡ туҡталышта осраттым. Был юлы мин уның күҙенә тәккәбер һәм кәмһетеүле баҡтым: күрҙеңме, ҡарт хайуан, һин мине кешелек намыҫымдан яҙҙырырға, ҡыҙ ғорурлығымды аяҡ аҫтына һалып тапарға теләгәйнең, нисауа, бирешмәне әле был апайың! Ул таяғына таянып шәп-шәп атлап китеп барҙы. Кейем-фәләнендә бер генә үҙгәреш бар ине – кепкаһын сисеп сигеүле түбәтәй кейеп алған. Ҡайҙан табылған хәсрәт мосолман. Ике ҡуллап битен һыпырып, ауыҙ ҡыймылдатҡан булып кемдәрҙелер алдап йөрөйҙөр инде. Уның ҡарауы мин уның ысын йөҙөн күрҙем. Ул шунан ҡасты – үҙенең ысын йөҙөн күреүсенән. Ә мин тантана итеп тороп ҡалдым. Ғәжәп, аҙаҡ был һөнәрҙән мин тәм таба башланым. Йәғни, кеше алдында төкөрөк сәсеп хаҡ тоғролоҡ, рухи һиммәттәр тип боғаҙ йыртҡан булып сибәр ҡатын-ҡыҙ менән аулаҡта ябай ғына бер хайуани теләктең мәхлүк ҡолона әүерелеп, кеше тигән субъекттың иң түбән яғын йылан тәпәйен күрһәткән кеүек сығарып күрһәтеүен тамаша ҡылыуҙан тәм таба башланым. Тиҫтәгә яҡын йылдар элек шулай бер ижади конкурста ҡатнашырға дәрт иткәйнем. Нимәгә кәрәк булды ул? Миңә унда ҡатнашыуҙың ғына түгел, еңеүҙең дә бер ниндәй ҙә профессиональ уңыш килтерәсәк башы юҡ ине бит инде! Тәүге турҙан уҡ үтмәнем. Торам фойела ҡатып, аптырап. Тәккәберлегем көслө булғандыр инде, үтмәҫемә ышанмағайным, юғалып ҡалдым. Килде яныма сал сәсле бер уҙаман, ҡыҙыҡһынды, сәбәбен әйттем. Ярҙам итер, тип уйланыммы?"Бәлки, киләһе йыл килеп, тура миңә мөрәжәғәт итерһең. әҙерләрбеҙ", – ти. Төҫкә танымағас, исем-шәрифен һорайым, улары таныш, билдәле генә бер режиссер имеш. Машинаһына саҡырҙы, ултырҙым. Ниндәйҙер дуҫына квартира һорап шылтырата башланы, юлда берәй магазиндан вино алырға булып китте. Мин алйотҡа шунда саҡ барып етте был бейәҡаҙанған бәндәнең бушлай сыр һатып йөрөүе. Көлдөм һәм тәүге туҡталышта уҡ төшөрөп ҡалдырыуын һораным. Абзыйым мине баҫалҡыауыл ҡыҙы булғанға инәлтәтип уйланы, күрәһең. Тотодо минең "комплекстарым менән көрәшергә". "Раскрепощайся", – ти. – Нимәһе бар уның это нормально. Киләһе йыл лауреат итербеҙ. Күпме перспективалар асыласаҡ, раскрепощайся!" Һәм үҙенең боҙҙай һалҡын һәм еүеш устары менән ҡулымды ҡармай. Ерәнгес һыуыҡ тәлмәрйен тип тертләгән ҡулымды саҡ тартып алманым. Ағайҙың буйтым талантына, оло йәшенә һәм сал сәстәренә ихтирамым хаҡына түҙҙем. Әммә хахылдап көлөүҙән тыйыла алманым. "Абзыйым, – тинем. Әгәр мин һеҙҙең уйығыҙса закрепощенный булһам эйәреп китер инем. Әммә мин тап комплекстарҙан азат. Азат кеше ул – тимәк һайлау мөмкинлегенә эйә кеше. Иремә хыянат итергә теләһәм, мин, пардон, һеҙҙең һымаҡты түгел, ә бер 17-18 йәшлек боҙолмаған егетте һайлайым. Миңә тоже йәш тән оҡшай, һеҙҙе аңлайым, – тинем. Битенә сәпәгәндән дә көслөрәк тейҙе, әлбиттә, һүҙҙәрем. Но что поделаешь – тормош ул үҙе лә апаруҡ бәғерһеҙ нәмәкәй. Аҙаҡ, күпмелер ваҡыттан был абруйлы абзыйҙың ниндәйҙер төҫлө металлюбилейы булды. Уның ижадына ах-та ух килеп дан йырланылар, портреттарын гәзит һайын баҫтылар. Берәүһендә ҡатыны менән әңгәмә ойошторғандар. Ирен иҫ киткес яҡшы ир, гениаль атай итеп һүрәтләгән. Бөтә ғәм алдына "өҫтөмдән йәш, сибәр актрисулькалар менән йөрөүен һаман дауам итә" тимәҫ инде, билдәле. Уҡып, хихылдап көлдөм дә, тирә яҡтағыларға сәбәбен аңлатып торманым. Ниңә кәрәк ул? Кешенең йөҙөн йыртыу ҡәнәғәтлек килтермәй. Миңә бөтә халыҡ такүрмәгәнде-белмәгәнде, тар ғына йәмәғәт белгән информацияны белеүем ҡәнәғәтлек килтерә. Үҙенә күрә тәккәберлек инде. Булһа һуң. Минең кеүек сибәр, аҡыллы ханымдың ниндәйҙер етешһеҙлеге булырға тейеш инде. Ә тәккәберлек ул кәкре аяҡ, йәки икенсе эйәк түгел – тәүге ҡараштан уҡ күренмәй. Шулай булғас, ҡалһын әйҙә.
Шулай ҙа ситкә киттем шикелле. Был юлы мәркәзгә шәхси мәнфәғәттәрем түгел, оло бурыс алып килде. Әммә ул "оло бурыс" минең шәхси ҡиәфәтемдән турана-тура тора, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Бер миңә түгел, туранан-тура ауыл яҙмышына ҡағылышлы төҙөлөштө туҡтатып торған бер имза хаҡына ҡорбан итеп һайландым мин. Сөнки ниндәйҙер бер чиноша ниндәйҙер сәбәп менән беҙҙең төбәкте бик яратмай. Былай ҙа арыу ғына йәшәмәгән халыҡҡа йәлсеп китергә бөтөнләй мөмкинлек юҡ. Ниндәйҙер оҙон ҡолаҡтар аша минең начальство ул бәндәнең йөрәгенә юлдың тәпән-тәпән балдар, шаҡтай буралар аша үтмәгәнен белеп ҡалған. Төргәк-төргәк банкноттарға ла битараф ти ул бәндә, ни ғәләмәт. Абруйлы ағайҙар, таныш-тоноштар аша ла эш сыҡмағас, һуңғы сара ҡалды, – көсһөҙ зат ярҙамында абордаж. Сибәрҙәр күп беҙҙә, белемлеләр ҙә бар. Әммә йәрәбә миңә төштө. Сөнки мин бер нисә йыл инде ирһеҙ бисә статусында йәшәп ятам. Ҡаса-боҫа күңел күреүсем дә юҡ. Тимәк, мин күптәрҙең аңлауынса иргә "һыуһаған" булырға тейеш. Тейеш һәм, вәссәләм. Ә минең үҙ ғүмеремдә ниндәй генә оятһыҙ тәҡдимдәр ишетеп тә иремдән башҡа берәү менән хатта үбешеп ҡарамаған юғары әхлаҡлы ҡатын булыуым бар икәне бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай. Сибәр, тимәк – кәнтәй. Әле бер кемде лә яҡын юллатмай, тимәк һайлана, ҡиммәтен арттырмаҡсы. Әммә утыҙҙы уҙҙы, ике балаһы бар, тимәк. үтмәҫ тауар. Үҙе лә шуны аңларға һәм һайланыуҙан туҡтарға тейеш. Ә ниңә әле шул барыбер тик ятҡан "тауар"ҙы ҡулланып ҡарамаҫҡа? Килеп сыҡмаһа ла үкенес түгел, килеп сыҡһа – йәмғиәткә файҙа. Улар шулай уйланы һәм тиҙ генә миңә рәсми делегатмы, депутатмы тағы әллә ниндәй "гад"мы мандаты әҙерләп, кәрәкле макулатураны күн папкаға тығып,бер аҙ "командировочный" тамыҙып сығарып та ебәрҙеләр. Ә отпуск, әлбиттә, ҡаҙнанан түгел, үҙемдең елкәнән. Улар нимә уйлаһалар ҙа, минең ваще-то мораль принциптарым барлығы хаҡында ауыҙ асып телемде арытып торманым. Сусҡаға мәрйен мунсаҡ кейҙермәйҙәр улар быны аңларлыҡ түгел, тип үҙ-үҙемде йыуаттым да сығып олаҡтым.
Вокзалда арлы-бирле ҡаранып, тапанып торҙом да, әхирәтемә барырға булдым. Серҙәшем менән сер бүлешеүгә өҫтәп тағы файҙаһы тейерҙәй өлкә бар. Ул – косметолог. Ә миңә профессиональ белгес кәңәше ай-һай ҙа ныҡ кәрәк. Мәрмәр иҙәндәрҙән генә тәпәйләп оҙон тырнаҡлы, төҫө-башы күркәм ханым вә туташтар араһында ғүмере үткән чиношаны һыйыр һауып, бәрәңге ҡаҙып тупаҫланып бөткән ҡулдар, косметиканы, ғөмүмән, от случая к случаю ғына ҡуклланған йөҙ менән шаҡ ҡатырып булмаҫын аңламайыммы ни мин? Гардероб та моданан бер-ике саҡрым артта тороп ҡалған. Ауыл еренә самай раз булған "галуштың яҡшыртылған варианты" туфлиҙар ҙа офистың көҙгөләй ялтыраған иҙәндәренең "битенән" көлөү булыр һымаҡ.
Әхирәт ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Әл дә ҡала бисәһе булып танау сөймәй, торған холҡо бар. Даланын күтәрә белгәне өсөн тағы ла нығыраҡ хөрмәт итәм үҙен. Республикала билдәле билдәле әллә күпме шәхестәр ятаҡта йәшәп пенсияға сыҡҡанда ул инде утыҙ йәшен ҡала уртаһындағы квартираһында билдәләне. Кейәү балаҡай бик уңған егет булып сыҡты. Сибәр ҙә, буйсан да, эшсән дә булыу өҫтөнә эсмәй ҙә, тартмай ҙа. Бер-нисә эштә бер юлы эшләй. Ҡағыу-һуғыу түгел, ҡатыны яғына ҡырыныраҡ ҡараш ташлағаны юҡ. Бергә үҫкән яҡын серҙәшемдең бәхетенә шатланып бөтә алмайым. Ул был бәхеткә лайыҡ та бит инде. Өйләнешкәндәренә тиҫтә йылдан артыҡ ваҡыт үтһә лә, ирен иркәләп үбеп кенә уята, кеше алдында ғына түгел, былай ҙа кәпкәкләп-битәрләп тормай. Үҙ ваҡытында береһенән-береһе матур, аҡыллы, һөйкөмлө ике ҡыҙ бала табып бирҙе. Улары ла ата-әсәһенә мөхәббәтле, етмәһә бик талантлы балалар булып үҫеп килә. Үҙемдең ҡыҙҙарым булмағас, көһнләшеп тә ҡуям. Рушаннаның, йәғни әхирәтемдең үҙ-үҙен тәрбиәләүе һуң? Ванна бүлмәһенә керһәм әйләнеп сыға алмайым. Ниндәй генә таҙартҡыс, йәшәрткес, ағартҡыс, дауалағыс крем-майҙар юҡ. Биҙәнгестәренең ҡиммәтлелеге иҫ киткес. Минең косметичкамдың эсендә ятҡан йылдар буйы яҙҙыртылмаған косметикамдың хаҡын бергә ҡушһаң да Рушаннаның помадаһының хаҡына етмәҫ. "Нисек итеп арзанлы нәмәне битең хәтле ҡәҙере ереңә оялмай һөртәһең? Йәшлекте йәш саҡтан уҡ һаҡлайҙар, аңлайһыңмы? Арзанға риза булырға арзан ҡатын-ҡыҙмы ни һин!" – тип әрләп бөтә ул мине. Үҙе сетевой маркетинг менән дә шөғөлләнә. Йәғни төп эшенән тыш арыу ғына тамып торған өҫтәлмә килеме лә бар. бай һәм эшлекле ханымдарға ҡыйбатлы косметика һата ул. Косметолог белгес тә булғас, етмәһә дизайнер белеме лә булғас, мас инде. Яҡшы-яҡшы фирмаларҙың сығарған пробник помада, хушбуй майҙарын миңә лә көсләп бүләк итеп өлгөрә. Маҡсатлы оҙайлы хеҙмәт үҙ емешен бирмәй ҡалмай икән ул әй! Үҫмер саҡта уртаса ғына ҡыҙҙар рәтендә йөрөгән Рушанна әле класташ ҡыҙҙар араһында иң сибәре. 5-10 йылға бер йыйылышып осрашыуҙан ул һәр саҡ һушы китеп ҡайта. Кластың иң сибәр ҡыҙҙарының ҡот осҡос ҡартайған, йәмһеҙләнгәнен күреп шаңҡый инде.Талсыбыҡтай билдәр күптән инде ҡыяр тоҙлау мискәһе размерына еткән, ебәктәй сәстәр төҫө уңып йылтыры бөтөп, быҙау сәйнәп ташлаған ҡәҙерһеҙ сепрәк ише һалынып-һалынып тора. Алма биттәр янып ҡарайып, кибеп бөткән емеш ише йыйырсыҡлана башалаған... Ә иң мөһиме – күҙҙҙәр инде йондоҙҙай балҡып-баҙрап тормай. Һүнгән улар, баштар түбән эйелгән. Рушанна менән бер өҫтәл артында ултырғанда күбеһе ҡулдарын өҫтәл аҫтынан да сығармай. Ауыр эштән, сифатһыҙ көнкүреш химияһын йыш ҡуланыуҙан шағирҙарҙың аҡҡош ҡанаты менән сағыштырған нәфис бармаҡтар ҡармаҡтар булып ҡарайып ҡатҡандар. Рушанна был осрашыуҙарҙан һуң ныҡ әсенеп йөрөй. Үҙеңдең йәш, сибәр ҡалыуың ғына етмәй шул күңелгә. Әле генә бергә дискотекаларҙа күңел асҡан, егеттәр күҙләгән, тормошҡа ғәмһеҙ һәм шаталаҡ ҡараш менән баҡҡан тиҫтерҙәреңдең туҙып-таушалып әбейгә әйләнә башлауын тыныс ҡына күҙәтеп буламы... Замандаштарың шундай икә!н, тимәк йәшлек һинән дә киткән, киткән... Был әсенеүле тойғо беҙҙең икебеҙҙе тағы нығыраҡ яҡынайта буғай ул. беҙ төҫ ташламаныҡ бит әле. Йәшлектең һуңғы йылдарына йәбешеп ятҡан булабыҙ. Рушаннаның үҫмер саҡтан уҡ бит тиреһе бик наҙлы булды. Һыҡы-фәлән сығырға ла әҙер тора. Ҡояш нурына ла тигеҙ генә түгел мотлаҡ ала-йола булып янып бара. шуға кремдары ла әллә нисә төрлө. Битенең бер еренә майлай торғаны, икенсе ергә киптерә, өсөнсөһөнә дымлай, дүртенсеһенә ағарта, һәсм башҡа әллә ниндәй төрлөһөн һөртөп сыға. Крандан аҡҡан һыуҙы йөҙөнә тейҙергәне юҡ. Тоник-лосьондар, махсус таҙартҡыстан үткән саф һыу ғына. Иртәнгеһе айырым, төнгөһө айырым. Ҡышҡа бер төрлө, йәйгә – икенсе. Бина эсендә буласаҡ сараға бер төрлө, асыҡ һауалағыһына икенсе... Сит телдә генә яҙылған һауыттарҙы яңылышмай айырыуын әйт! Донъя көтөү араһында бер-нисә йылға бер генә килеп киткән сағында уның кәңәшен теүәл генә үтәп шул иҫәпһеҙ һауыттарҙан минең дә буянып сыҡҡаным бар. Ғәжәп тәьҫораттар! Үҙемде ҡатын-ҡыҙ итеп, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙ итеп тоя башлайым. Йөҙгә нур ҡунып ҡала. Бер-нисә крем һатыр алырға теләк тә тыуып китә хатта. Әммә хаҡтарын самалау менән үк кикерек шиңә. Ярамағанмы миңә шунда ҡатыҡ-ҡаймаҡтан, бҫәрәңге-ҡыярҙан маска? Мәркәзгә килеп ялтыр витриналарын театр урынына тамаша ҡылып йөрөү ҙә минең өсөн ҡыйбатлы күңел асыу сараһы ине ул саҡта.
Билет хаҡына ауылда ғаиләмде аҙна буйы тәм-том менән һыйлай ала инем бит. Әммә шул ваҡытта яңғыҙыма шундай сәйәхәттәр ойоштормаһам, аҡылдан яҙыр инем, моғайын. Күрәһең, үҙемде өй тауығы тормошо менән йәшәргә мәжбүр итһәм дә күңел кәлбем башҡа булғандыр инде. Тәнем өй-йорт эсендә йөрөй, ә күңел әллә нимәне һағынып көтә. Ул һағышҡа түҙә алмай тамаҡ йыртып ҡысҡырғы, олоғо килә. Нимәлер етмәй, тынғыһыҙлай, йәшәргә ирек бирмәй. Әйтерһең дә йөрәгем ситлектәге турғай. Бәреләм-һуғылам, үрһәләнәм, ә ҡайҙан килеп сыҡҡан был тойғо, аңлай алмайым. Тәүҙә мауығып ултыртҡан сәскләремдең шау гөлгә күмелеп ултырғаны ла һөйөндөрмәй. Бәрәңгем уңып тәңкәйешеп ятһа ла шатланмайым. Сереп бөтһә лә ҡайғырмаҫ инем, моғайын. Үҙем ҡорған донъяға шул тиклем битарафлыҡ тыуҙы бер заман. Өйөмдө йыйыштырғым да килмәй хатта, сәсемде лә тарағым килмәй, иремдең эшен-хәлен һорашырға, һөйләшергә лә хәлем юҡ. Бөтә күңелемде бер үлтергес тойғо биләй – үҙ тормошом түгел был. Мин – мин түгел. Мин тормош урманында тәки аҙаштым. Аҙаштым. Аҙаштым. Ҡайҙа күрмәй ҡалдым икән, ҡасан? Шулай уҡ ғүмер буйы ошо һыҙланыуҙарға түҙергә тейешменме икән? Нимә икән ул күңел тыныслығы? Был һорауҙарҙан шаңҡып башым эшләмәй башлай. Ғаиләмдә лә тыныслыҡ ҡалмай, сыҙап торғоһоҙ холҡом боҙола. Шул ваҡытта сығып китәм мин мәркәзгә. Ҡомһоҙланып һаҫыҡ һауаһын еҫкәйем, асфальты арып йығылғансы тапайым, алдаҡсы ялтыр-йолтор нурҙарына иркәләп танһығымды ҡандырам. Күргәҙмә-театр тирәһенә барып эләкһәм, күңелем урына ултыра. Әхирәтемдең палантинына уранып, ялтыр клатчын ҡыҫып тотоп яй ғына ялтыр мәрмәр иҙәндәрҙән уҙам, белгес кешеләй стеналарҙағы төҫлө таптарҙы тикшерәм. Күптәренең исем-шәрифен белмәгән, әммә һәр береһенең төҫөнән үк интеллигентлыҡ, юғары зауыҡ бөркөлөп торған матур кешеләр менән фекер алышҡан булам. Ауылға ҡайтҡас та әле ниндәйҙер бәхет тойғоһо мине буйтым оҙатып йөрөй. Уйнай-көлә башлайым, бәғерем йомшаҡлана. Ғаиләмә наҙ бирерлек хәлгә киләм, ниһайәт. Ләкин күпмелер ваҡытан үҙ-үҙемде тағы эстән кисмерә башлайым, тағы көн бөтә. Эргәмдәгеләргә лә әммә беренсе сиратта, әлбиттә, үҙемә... Шуға әлеге мәжбүри командировкама бер яҡтан асыуым килһә лә, төптәге "мин"ем бәхеттән үрле-ҡырлы һикерә ине. Бығаса үҙ-үҙемде ғаиләмдән, мәшәҡәттән "урлап" алып ҡына киткәнемә ниндәйҙер ғәйеп тойғоһо ла тыуып, тулы бәхеткә ҡамасаулай килде. Ә әле ул тойғо юҡ. Үҙ-үҙемде нимәнәндер азат итеп тояһың, ғәжәп.
***
Дауамы бар.