– “Мөхәммәдиә” был. Яҙыуы ғәрәпсә түгел, иҫке төркисә. Түркенемдән алып киткән берҙән-бер “мал”. Төҫөм итеп һин һаҡларһың. Бына быныһы – ул китап араһынан аҡтарып кескәй генә бер төргәкме-нимәне килтереп сығарҙы. – Быныһы һинең йөҙлөгөң. Бетеү итеп эшләгән инем, ғүмерем буйы ошо китап араһында һаҡланым. Бәләкәй сағыңда аңламайынса юғалтып ҡуйырһың, тип ҡурҡҡайным. Ҙурайғас, ышанмаҫһың, һанламаҫһың, тип бирмәнем. Әле биреп ҡуям. Тағып йөрөр булһаң, көмөш сылбырға таҡ. Беҙгә, башҡорт ҡатындарына, көмөш килешә.
Ул тағы ла кисәге әйткән һүҙҙәрен ҡабатланы: “үҙең бәхет бул”. Сығырға ишек бауын тотҡас икәс, исемен һораным.
– Миңлекәй, – тине. – Мин дә һинеке һымаҡ миң менән тыуғанмын. Йөрәк турлығында.
Ниндәй үкенестәр тулы донъя был? Мин ғүмерем буйы Мөнөй әбей кеүек кешелә мохтаж инем. Көнләшкәнем өләсәйле балалар булды. Миңә өләсәйҙе алыштырырлыҡ, миңә кәрәк аҡылдар бирерлек, аңларлыҡ, яратырға өйрәтерлек кешем баҡтиһәң, эргәмдә булған. Ул да миңә мохтаж булған! Ул үҙен был донъяла артыҡ итеп иҫәпләгән, ә миңә, минең донъяма ул ныҡ кәрәк ине бит... Ул күптәргә кәрәкле була ала ине, күптәргә! Мөнөй әбейҙең ғүмер юлы үҙе минең сираттағы һабағым түгелме ни? Ул үҙе лә бит асыҡ әйтте, фәһем ал, минең хаталарымды ҡабатлама, тине. Һин кәрәк кешеләр күп, шуларҙы эҙләп тап, тине. Эйе, эйе, үткәнгә үкенеп ултыр, тимәне.
Мөнөй әбей таңға үткәйне. Нәҫел-ырыуы булмаған, ерләү мәшәҡәттәре “силсәүит”кә төшөргә тейеш ине. Беренсе тапҡыр әсәйем һүҙемде кире ҡаҡманы, өсөһөн-етеһен үҙебеҙ уҡыттыҡ. Кәфенлек-хәйерлектәрен әбей үҙе әҙерләп һалып ҡуйған булған. Хәйер, беҙҙә бөтә оло кешеләрҙең ундай нәмәләре әҙерләнгән була ул. Йәштәр генә, йүнһеҙ, үҙҙәре әле шундай сығымдарҙы уйламаған-хәстәрләмәгән, ә боғалаҡҡа тығылырға башы еткән...
Кешеләр таралғас, әсәйемә кендек инәйемдең Мөнөй әбей булғанын һөйләнем. Бот сабып аптыраны, байтаҡ ҡына башҡайҡан ултырҙы.
– Ниңә әйтмәне, иҫемә төшөрмәне икән шуны иҫән сағында. Иннәкә бүләге лә бирелмәй ҡалғандыр инде, эй Хоҙайым. Бурыслы булып ҡалдыммы икән ни? Ҡырҡын, йыллығын да уҡытһам бәхилләр микән әруахы...
Әсәйемдең был мөнәсәбәтенә аптыраным да, һөйөндөм дә. “Булһа ни булған, башты ҡатырмале, былай ҙа эш муйындан”, - тип илтифат итмәҫ, тип ҡурҡҡайным. Юҡ, әсәй кеше балаһын белә-күрә өлөшһөҙ ҡалдырырға тырышмаҫ.
Дөрөҫөн әйткәндә, Мөнөй әбейҙең һөйләгәндәрен ауыр кисерҙем мин. Атай-әсәйҙең әле тыуып ҡына килгән балаға, йәғни миңә шундай ҡаты бәғерле булыуҙарын белеү рәхәт тиһеңме. Үпкәләнем дә, рәнйенем дә тиһәң дә була. Үҙ ҡанынан яралған сабый өсөн бер ҡулъяулыҡ та йәлләп торһон сәле... Баланың киләсәге, бәхете, был донъяла яулаясаҡ урыны менән шаярғандарын аңламанылар микән ни? Нисек үҙ сабыйыңдың бәхетен киҫмәк кәрәк? Шул үпкәләремә тонсоғоп бер аҙ һөйләшә алмай йонсоном. Әле әсәйемдең ихласлап хафаланыуы, хатаһын төҙәтергә тырышып ятыуы күңелемде бөтәйтте. Ысынында иһә мин уларға насар бала булманым, буғай. Имгәк-фәлән түгелмен, саҡырғандарын көтмәй беренсе килеп эшкә йәбешәм, ҡаршы һүҙ әйткән юҡ. Эйе, серҙәш булманым булыуын. Күңелемдәген асманым, уларҙың бикле йөрәк ишектәрен ҡаҡманым. Ә үҙем ғүмер буйы уларҙан хуплау, яҡлау, саҡ ҡына булһа ла атай-әсәй мөхәббәте көттөм. Әле лә көтәм. Тик был турала әйткәнем генә юҡ.
Баҡсалағы балан да сәскәһен ҡойҙо. Яҙҙың һуңғы аҡ сәскәләре... Тимәк минең йәйге депрессия башлана. Ап-аҡ ҡышты яратып еткермәһәм дә, яҙҙың ап-аҡ сәскәгә күмелгән мәлен иҫем китеп яратам мин. Шул сәскәләрҙең ҡойолоуын ауыр кисерәм. Ҡайҙа ҡарама – йәм-йәшел. Ҡыҫҡаһы – “тоска зеленая”. Бызырлап торған шеш-мәҙәрҙе йәм-йәшел итеп буяп ҡуялар бит әле, хәс шул...
Атайым да заманында “етте шул хәсрәт айы” тип көйөп йөрөр ине. Хәҙер үҙем шуны уҡ ҡабатлайым: хәсрәт айы етте. Ҡаланыҡыларға рәхәт – уларға ял, отпуск. Байыраҡтары өсөн диңгеҙ буйы, яхта, пляж... Ярлыраҡтарына – тәбиғәт, һыу буйы, шашлыҡ-машлыҡ... Ауыл кешеһенә иһә ал да юҡ, ял да юҡ. Таңдан төнгәсә аяҡтан йығылырҙай булып мал аҙығы хәстәрләү. Ирлеләргә, ишле ғаиләләргә еңелерәк, әлбиттә. Гөр килешеп салғы менән ҡолас ташлап сабалар, тәбиғәттә ҡаҙан аҫып күмәкләшеп аралашалар ҙа, эш тә тиҙ бөтә. Ә мин бер йөрөйөм сапҡыслы трактор эҙләп. Икенсегә йыйғыслыһын артынан сығып китәм. Алып ҡайтырға тағы бер бәлә – был юлы арбалы трактор ғына түгел, тейәшергә көнлөксөләрен дә эҙләргә тура килә. мәшәҡәт әҙ саҡта эшселәр табыуы ныҡ ҡыйын түгел, аҡсаң булһын да, асыҡ йөҙөң менән һыйыңды йәлләмә. Ә бесән ваҡытында, һәр береһе үҙ хәстәре менән янғанда ауыр тура килә. Ҡайһы саҡта берәй тракторсының һөйәркәһе генә булырға микән әллә тигән алйот уйҙар ҙа килеп керә башҡа, валлаһи...
Бигерәк арытты йөҙ һыуҙары түгеп һәр береһенә инәлеү. Һөйәркә итеү түгел, өйләнергә теләгәне лә табылыр ине, әлбиттә. Тәҡдим менән килгәндәре лә бар. Элек нимә ҡамасаулағанын аңламай торғайным, хәҙер беләм: яҡшымы-насармы Сашка-Искәндәр образы күңелемде бикләгән. Башҡа бер кемгә лә күңелем төшмәй, ә донъя көтөү өсөн генә сығырға... Күрәһең, әле тормошом тамам көрсөккә терәлмәгән – яңғыҙым да йырып сыға алам бит әлегә, шөкөр. Һәр йылдағыса быйыл да алда торған сығымдарҙы барлайым, керемдәрҙе самалайым. Бер гектар бесәнде сабыу хаҡы тағы артҡан, тиҙәр. Йөк килтереү ҡышын уҡ ҡиммәтләнгән ине – утын килтергәс, беләм. Көнлөксөләрҙең дә эсмәгәнерәк, уңғанырағы хаҡты ҙурыраҡ һорай торған. Көтөүлеккә, бесәнлеккә түләйһе бар, малға һалым да бар, көтөүсегә ай һайын эш хаҡын да биреп бараһы... Был ир тигәндәре үлгәс-үлгәс, өйөн һалып, донъяһын нығытып үлһә ни булған?! Күрше-тирә йорттарын заманса материалдар менән көпләп, кем таш, кем профнастил кеүек нәмәләр менән ихаталарын уратып бөттө. Ә минең ун йыл торған штакетниктарым ҡойолорға тора инде. Нисек яңыртырға? Белгән юҡ. Төкөтмә-фәлән менән өйҙө ҙурайтыу хаҡында хатта хыял да итмәйем. Йәй пенсияһын шулай итеп “һыйыр ялап” бөтөрә. Барлы-юҡлы һөт һатҡан аҡса көндәлек кәрәк-яраҡҡа һәм тамаҡҡа китәсәк. Уҡыу башланыр алдынан тағы бер проблема – балаларҙы мәктәпкә әҙерләү. Кесеһенә ағаһыныҡы ҡалһа ла, олоһона костюмын-башҡаһын алырға кәрәк буласаҡ. Енем һөймәгән эш булһа ла, зарплатаһы ярап тора ине әле. Былай булғас, теләйһеңме-юҡмы эшкә кереү хаҡында уйларға тура килә. хәҡиҡәтте танырға тура килә – хәҙер миңә ундай “йылы” урын тәтемәйәсәк тә. Бюджет өлкәһендәге ниндәй эшкә лә ауыл башлығы хужа. Ә мин уның ирлек ғорурлығын етерлек мыҫҡыл иттем. Нәҫелдәре менән эскерле, тәкәббер зат бит улар. Рәхәтләнеп үс аласағын белә инем, әлбиттә. Үкендермәксе, теге сүктермәксе була инде. Ниндәй эшкә керергә ғариза яҙһам да: “Мораль яҡтан тотанаҡлығы шикле, махсус белеме юҡ”, тип, кире ҡағып ҡына тора. Әйтерһең, ул үҙе хакимиәт башлығы профессияһына уҡыған! Юғары белемле белгес, имеш... Эйе, белгес, тик кешеләр менән идара итеү буйынса түгел, ә зоотехния буйынса. Беренсе ҡулдарын йүгерткеләгәндә: “Һыйырҙы яһалма ҡасырыу методын тормошта ҡулланып ҡарамаҡсы булғайнығыҙ мәллә? Яҡшыраҡ уҡырға булған: минең бит мөгөҙөм юҡ. Туҡал һыйыр менән бутарға ҡойроғом юҡ”, – тип ныҡ ҡына ирештергән инем. Юҡ, түбән тәгәрәмәгәнем өсөн ниңә үкенергә тейешмен мин? Үкенмәйем. Ундай буҡҡорһаҡтарға кәнтәй булғансы, ошолай бар нәмәне яңғыҙ һөйрәүсе йөк аты булыуың хәйерлерәк. Нисауа, әле хәлем йәшәрлек. Ә бына эш шулай ҙа табырға кәрәк. Шәхси эшҡыуарҙарҙы күңелемдән барлап сығам. Ауылдағы киоскыға һатыусы булып урынлашырға була-булыуын. Әммә бер нисә йыл элек эшләп киткәнемдә ныҡ ялҡып сыҡҡан инем. Төшкө ял сәғәте лә, ял көнө лә булыуы етмәгән, йома-шәмбе-йәкшәмбе төн уртаһынаса эшләтә. Йәш-елкенсәктең аҡсаһын һыра менән алдап, һура. Ҡарт-ҡоро бахыр пенсияһын ашап-эсеп бөтә лә, сәғәттәр буйы бурысҡа биреүемде һорап инәлеп йәнемде көйҙөрә. Туҡтауһыҙ эсеүҙән һаҫып бөткән була ҡайһыһы. Янында торорлоҡ түгел, күңел болғандырырғыс еҫтәр һаңҡытып, меҫкенләнеп теңкәмде ҡоротоп тора. Аҡһаҡал булып, йәштәргә аҡыллы кәңәш-төңәш биреп түр башында намаҙҙан тормай ултырырға тейеш ҡарттар бит ул! Ейән-ейәнсәрҙәренә ҡарыһүҙҙәр һөйләп, гонаһ эштәрҙән тыйып, ҡурсалап торорға тейеш инәй булаһы әбейҙәр бит ул! Ер емертеп эшләп, донъя тотҡаһы булырға тейеш ирҙәр, ҡарт инәһе кеүек түл йәйеп матур-матур балалар табаһы ҡатындар бит ул! Кешелектәрен, үҙ-үҙҙәрен юғалтҡан бисараға әйләнеп бер көтөүгә әйләнеп юҡҡа сыҡҡан улар. Алкаштар көтөүе. Ә магазин хужаһы өсөн – килем килтереүселәр. Көн оҙоно эшләүгә рәхмәт әйтеүсе юҡ. Ул ғына ла түгел, ҡаныңды эсә. Хеҙмәт кенәгәһе менән договор төҙөҙөп эшкә ҡушҡанмы – барлы-юҡлы аҡсаны “подоходный налог” алып ултыра! Ауыр-ауыр һыра йәшниктәре, тағы әллә нәмәләр ташыта әле, йөк ташыусы берәйһен ялларға йөҙ тәңкәһен йәлләп. Юҡ, ул тормошҡа үҙем теләп ҡабат барып инәһем юҡ! Күргәнем еткән.
Шулай уйлашып ҡайтып килһәм, ни күрәм. Ике сабыйым абына-һөрөнә тигәндәй гәрбил һөрәтеп маташалар. Күршенең һәндерәп бөткән атаһы дәртләндереп һай-һайтлап торған була, ҡулында сүкеш-ҡаҙаҡ. Бәрәңге баҡсаһы яғынан кәртәнең өлөшө емерелеп төшкән ине шул. Шуны ямап булашалар. Бер нисә көн эргәһенән теште ҡыҫып үтеп йөрөйөм. Көсһөҙлөктән күҙгә йәштәр тығылды. Тиҫтерҙәренең балта тотоу төшөнә лә инмәйҙер, ә минең оло малай утын ярырға өйрәнде. Әҙ булһа ла аҡса ситкә китмәҫ, тип тырыша. “Эшсе”ләремдең күңеле булһын тип, һый әҙерләгән булдым. Маҡтарға ла аптырайым инде. Көсө етмәҫтәйҙе күтәреп биртенеп ҡуйыуынан ҡурҡтым. Ыуыҙ ғына бит әле уның һөйәктәре, быуыны ҡатмаған. Уға үҫергә лә үҫергә, уйнарға, хыял итергә кәрәк. Ваҡытынан алда өлкәнәйергә түгел...
– Йонсомаҫҡа ине, бәлки бабайың килгән сағында йүнәтеп китер ине, – тиеүемә , ҡолонсағым:
– Әҙерәк донъяны нығытырға кәрәк, яңғыҙың ҡалғас ауыр булыр, – тип ололарса һүҙ ҡушып һушымды алды.
Яңғыҙың ҡалғас ти?
– Беҙ, әсәй, кадет корпусына уҡырға китәбеҙ. Бабайым әйтә, әсәй ҡуйынында ғына үҫкән малайҙар мәмәй була, ти. Армияла тиҙ һына, ти. Атайымды ла армияла “һынып” ҡайтты, шуға йәшәй алманы, ти. Минең һынғым килмәй. Алкаш та булғым килмәй. Минең летчик булғым килә. Ә унда әҙерәк үҫкәс парашюттан да һикертәләр, ти. Йәй көнө һиңә утын әҙерләшәбеҙ ҙә, көҙгә итербеҙ, йәме.
Мин шаңҡыуҙан улыма ни тип тә яуап бирә белмәнем. Бына һиңә мә! Мин нисә йылдар буйы үҙ ҡайғымды ғына уйлап, үҙ кисерештәремә батып, балаларымды иҫкә лә алмағанмын. Миңә ир кәрәкмәһә лә, уларға атай кәрәк, имеш. Үҙемдең ашмаған хыялдарымды уйлап, үҙемде йәлләп һыҡтағанда, эргәмдә генә үҙ улымдың хыялдары яралып, минән айырым шәхес үҫеп килеүен күрмәй ҙә торам түгелме? Шаҡҡатҡыс. Балаларҙы ситкә ебәреү ҙә ҡыйын. Сабый ғыналар бит әле! Етмәһә, аҡса еткерергә кәрәк. Ҡала һиңә ауыл түгел, урам буйына алам-һалам кейеп сығып булмай. Аҡсаһыҙ ҙа туҡ йәшәргә баҙ тулы бәрәңге, итең-һөтөң юҡ. Ни эшләргә? Юҡ, бер ҡайҙа ла сығып китмәйһегеҙ, тип ҡырт киҫһәм?ителәгебеҙгә ҡаршы төштөң, бәхетебеҙгә ҡамасауланың тип ғүмер буйы үпкәләмәҫтәрме? Уф, бигерәк ҡыйын йәш булыуҙары!!! Ҡалай эшләһәм дөрөҫ була, ҡайһылай юҡ – нисек белергә һуң? Етем бала булараҡ, ниндәйҙер льготалары барҙыр, әлбиттә. Дисциплина ла яҡшы тип яҙалар. Бәлки улым хаҡлылыр? “Летчик” ти бит әле ул! Осорға, һауаға күтәрелергә тигән теләк минән уға ҡан менән күсте микән әллә? Ҡыҙыҡ... Мөнөй әбей тағы иҫкә төштө. Минең ҡанаттарым үҫмәйәсәкте белеп бәғере өҙөлөүен һөйләгәндә йөрәгем ҡыҫып-ҡыҫып ҡуя. Әммә әле улым өсөн йөрәгем өҙөлә. Уның хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итергә маташып та ҡарамаһам, ғүмер буйы үкенәсәкмен.
Эй ялҡтым да инде ошо фәҡирлектән. Ялҡтым ошо “эконом-кластан”! Уйланып арығас, бер көндө мәтрүшкә йыйырға сығып киттем. “Төпкөл-төпкөл” тип кәмһетеп һөйләһәләр ҙә төпкөлдә йәшәүҙең үҙенең яҡшы яҡтары бар. Нисәмә-нисә тиҫтә сығымдарға тиклем бер завод-фабрика һымаҡ экология боҙоусы сәнәғәт предприятиеһы юҡ. Тәбиғәт тап-таҙа, үлән-емешкә бай. Оҙаҡ та йөрөмәнем, бер ҡосаҡ йыйҙым. Ҡайтышлай зыяратҡа һуғылдым, Рәсим янына. Ҡәйнәмдәр онотмай уны, ҡәбере тәрбиәле. Арзанлы ғына булһа ла памятник эшләткәндәр фотолап. Өйләнмәгән сағындағы фотоһүрәтен ҡуйғандар. Тора йылмайып, йәш кенә, ихлас ҡына. Былай матур ғына булған икән төҫкә. Әле тыныс һәм ситтән, бер мөнәсәбәтһеҙ ҡарағас, күренде. Бергә йәшәгәндә ул миңә һылыу, күркәм булып түгел, минең әҙмышыма аҙашып килеп кергән оронсоҡ булып күренә ине. Вафаты алдынан бигерәк тә. Эргәһендә сыҙағыһыҙ ине. Ниндәйҙер бөтә донъяға үсегеү бар ине унда. Бөтә яҡшылыҡ та уға яһалма булып күренә. Йәғни, изгелек битлегенә төрөлгән яуызлыҡ булып. Улымдың һүҙенә тиклем был турала уйлаған юҡ ине. Ысынлап һынып ҡайтҡандыр Рәсим “ҡайнар нөктә”ләрҙән. Миңә уның уйҙары ла, хистәре лә, кисергәне лә ҡыҙыҡ түгел ине. Ҡыҙыҡһынырға башыма ла килмәне. Аңларға ла. Теләгем дә юҡ ине. Мин тик үҙемә бикләнеп, үҙ ҡайғым менән генә йәшәнем. Үкенәм, әммә үкенәм тип әйтә алмайым. Уның күңелендәге менән ҡыҙыҡһыныуымдан нимә үҙгәрер ине? Мин нимә, уны ярата башлар инемме? Юҡ. Әммә әлеге аҡылым булһа, мин уға кейәүгә сыҡмаҫ инем. Үҙемдең бәхетте генә уйлаған өсөн түгел, юҡ. Мин инде уның да бәхетен уйлар инем. Рәсим йәш, матур егет ине, ике бала табып бирерлек булғас, ул тикле насар бәндә лә булмағандыр. Уның һөйөп-һөйөлөп йәшәргә хоҡуғы юҡ инеме ни? Бар ине. Мин уның тәҡдимен ҡабул итеп, бәхетенә кәртә булып яттым. Ул үҙенең яртыһын, мөхәббәтен эҙләүҙән туҡтаны. Ә бәлки тапҡан булыр ине. Яралы йәненә дауа булған булыр ине ул мөхәббәт, йәшәргә көс бирер ине. Ә мин Рәсимгә бер ниндәй йылы ла бирә алманым. Сөнки ул ваҡытта үҙем буп-буш инем. Ниндәй йылы ти ул? Иргә бирә торған йәнемде һурып бөткән ине Сашка. Математикала ғына минусты минусҡа ҡабатлаһаң плюс була. Ә тормошта киреһенсә. Ике бәхетһеҙҙе бергә ҡушһаң, бәхетһеҙлек нығыраҡ көсәйә...
Мөнөй әбейемдең баш осонда торланым. Уның кәртәһе лә юҡ, памятнигы ла, фотоһы ла... Талғын ғына һыйпап уйланып торҙом. Ҡалдырҙың һин миңә йомаҡтар, ҡалдырҙың. “Үҙең бәхет бул” тинең. Ҡырҡың да етеп килә бит әле. Уҡытыр микән әсәйем? Үкенеүе ихлас инеме икән? Әллә “бесән ваҡытында нимәгә был өҫтәлмә мәшәҡәт” тиерме? Исемем юҡлығын әйтмәнем дә бит әле мин уға. Бетеү хаҡында ла ләм-мим. Рушаннаға ғына әйттем. Ире гранат ҡашлы алтын алҡалар бүләк иткән икән. Хаҡы апаруҡ ҡына. Ниһайәт, скидка карточкаһын “платиновый”ға алыштырғандар. “Бетеүеңә күндән матур ғына тышлыҡ тек тә, минең карточка менән алтынмы, көмөшмө сылбыр алып тағып ҡуйырһың. Исем ҡушыу айҡанлы бүләгем булыр”, тине. Мәркәз иҫкә төшкәс, йөрәк леперҙәп китте. Барһаң ине! Теге ваҡыттан бирле барған юҡ. Сашка-Искәндәр менән кабинетында һуңғы осрашыу сәйер генә булды. Документ әҙерләп ҡуйған, имза ҡылды. “Ошо ғына инеме теләгең” тип күрәләтә битараф тон менән өндәште. Мин уның күрһәтмә ғәмһеҙ тауышында үпкә һәм рәнйеү ишеткән һымаҡ булдым. Тик тойғома ышанманым. Ә әле шул ваҡ-төйәк деталдәрҙе бергә “йәбештереп” уйлана ҡалдым. Ул “ныҡ ҡыйын ваҡытта көн тимәй, төн тимәй, шылтырат” тип телефон номерын бирҙе. Ишеккә тиклем оҙатып килде. Хушлашып һонғанында ҡулы еңелсә ҡалтыранған һымаҡ тойолдо. Әммә мин шул тиклем ныҡ тулҡынланған инем. Ҡулым дерелдәгәнен баҫырға маташып, хистәремә әүрәп уға иғтибар итмәнем. Әле шуларҙы иҫләп-иҫләп ҡуям да... Бәлки алданмағанмындыр әле мин? Бәлки уның тарафынан да хистәр ихлас булғандыр? Бәлки һуңғы осрашыуҙа ул минән нимәлер көткәндер? Башлап аҙым яһауымды, мәҫәлән. Башлап был темаға һүҙ бороуымды. Юҡһа беҙ әллә ҡайҙағы Американың һауа торошо һәм Австралия урынлашҡан мередиан градусын асыҡлап бөттөк, ә иң кәрәклеһенә ҡағылманыҡ. Кем булдыҡ беҙ бер-беребеҙ өсөн? Кем кемде ташланы? Һәм ни өсөн? Һорауҙар, һорауҙар. Бөтә тормошом һорауҙарҙан торасы йәнде көйҙөрөп. Хет бер яуап булһасы. Мәҫәлән, фәлән-фәлән көндә был мәсьәләләр сиселәсәк, тигән.
Мәтрүшкәһен ауыл янынданыраҡ йыйып алдым алыуға. Тик бына бесәнлегем ер аяғы ер башы тигәндәй яҡтан. Әлеге лә баяғы – яҡлаусы юҡлыҡ. Байҙарҙың, хәллеләрҙең сабыны ла ауылға терәлеп торған яландарҙан. Ни тиһәң дә, уларҙың был эште яйларға яйы, майларға майы бар. Сабынлыҡҡа ла бит әлеге лә баяғы теге шайтан таяғы хужа. “Силсәүит”те әйтәм. Көсһөҙөрәктәргә, минең һымаҡ, иң йыраҡ, иң уңдырышы әҙерәк яландарға ғына күҙ терәп тороға тора килә. Тракторсыһы ла алыҫҡа техника ҡыуғыһы килмәй инәлтеүсән, алһа хаҡын да ҡутара ала. Юҡ, бөтә яңғыҙаҡ, тол ҡатындар минең һымаҡ йонсомай, һүҙ юҡ. Хатта, донъяның артына тибеп йәшәй ҡайһылары. Иренең ҡырҡын уҡытыр-уҡытмаҫ йәш егет керетә ҡайһыһы. Кемдер йортло-ерле уңған ғына яңғыҙ буйҙаҡҡа барып керә. Ауылда бит ир-ат заттары күберәк, ҡатын-ҡыҙ әҙерәк икәне билдәле. Кемдер йортҡа ла керетмәй, кейәүгә лә сыҡмай, ғаиләле арыу ғына ирҙе һыйындыра. Аҡмаһа ла тама, тигән шикелле, тәүҙә ҡатынынан ҡаса-боҫа, аҙаҡ асыҡтан-асыҡ ярҙам итә уныһы. Кемдер иң анһат юл менән китә: көмөшкә ҡыуырға тотона. Даими аҡса ла килеп тора, ваҡ-төйәк мәшәҡәтеңде атҡарышырға һәр ваҡыт сәрхүш батрактарың бар, шулай уҡ батрачкаларың да. Ҡәйнә яҡтары инде нисә йыл минең ниндәй “юл һайлағанымды” белә алмай яфалана. Ә минең бер ниндәй ҙә юл һайламағанымды аңларға әллә баштары етмәй, әллә теләктәре. Хәйер, һуңғы йыл-йыл ярым ниндәйҙер үҙгәреш һиҙә башланым. Элек урам буйындағы һәр ғәйбәт һайын мине һүгеп китеүҙән тәм табалар ине. Әле нисә тапҡырында ул-был һүҙ әйтмәй, ҡушҡан һаулығымды алып үттеләр. Ишетмәй ҡалғандарҙыр тиһәң, ауылда бер ниҙе лә йәшереп булмай. Күрәһең, тыныслана башлағандарҙыр. Оло кешеләр ҙә инде, бәлки кемдең кем икәнен ниһайәт, айырғандарҙыр. Әле ҡәйенбикәнең оло малайы хәбәр килтергән. Бесәнемде һаман саптыра алмағас, “күрше”ләр байтаҡ ҡына өлөшөмә кереп һелтәп ташлағандар, ти. Асыу-ярһыу сығып киттем сабынымды ҡарарға. Бер-ике саҡрым йәйәү, бер нисәһен бесәнселәр техникаһына эләгеп барып еттем. Апаруҡ ҡына йәмһеҙләшеп, һүҙләшеп алыуға, ҡотто осороп кеҫә телефоным шылтыраны. Кем икәнен аңғармай ҙа ҡалдым, “Өйөң яна, пожар!” тип ҡысҡырыуға быуынһыҙланып төштөм. Иң беренсе уйым “Улдарым!” ине. Шаңҡыуҙан телефонымдың ҡулдан һыпырылып төшкәнен дә аңғармай, ауыл яғына йүгергәнмен. Әле генә минең менән изгәләшкән ирҙәр хәлде һорап-белеп, артымдан еңел машина менән ҡыуып еткәндәр. Юл буйы нимәлер һөйләп тынысландырырға маташалар. Ҡайҙа ти ул! Бер ни ҙә ишетмәйем дә, аңламайым да. Эсемдән генә тик Хоҙайға ялбарам. “Ниндәй ауырлыҡ бирһәң дә түҙермен, балаларым ғына иҫән-һау булһын!” Эҫе көндә ҡоп-ҡоро бәләкәй генә ағас өйгә күп кәрәкме ни? Етмәһә, бесән өҫтө, йүнле әҙәм яланда. Йортта шул ҡарт-ҡоро ла, бала-саға. Ярай әле, ваҡытында пожарниктарға хәбәр иткәндәр. Ҡура-ҡаралтылар ҡалған, күршеләргә күсеп буйлап китмәгән. Ярай әле улдарымды фәрештәләре һыу инергә алып киткән булған. Барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт, әммә яланғас, документтарһыҙ һәм аҡсаһыҙ килеш урамда тороп ҡалдыҡ. Хәлемдең аяныслығы тәүҙә башыма барып та етмәне. Уттан ҡалған “мөлкәт”те барлап, милиция менән аңлашып, балаларға ятыр-торор урын хәстәрләп мәж килдем. Булдыра алған кеше үҙенән артҡан кейем-маҙарын килтергән була, ҡайғымды уртаҡлашып уфтанған, баш сайҡаған була. Әбейҙәр “Инде ни хәл генә итерһең инде” тип бот сабып аптырашалар. Уларҙың аптырағанынан миңә ни файҙа инде? Былай ҙа эсем яна. Ах өйкәйем! Ҡәлғәм булғанһың икән һин миңә, ҡәлғәм! Тәнем генә түгел, йәнем өшөгәндә лә һиңә ышыҡландым. Кешеләргә рәнйегәнемдә лә һиңә кереп бикләнә лә йыуана торған инем. Бәләкәй генә булһаң да минең өсөн азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡтоң үҙе булғанһың икән!
Дауамы бар.