Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Артыҡбикә Повесть (3) Рәйлә САБИТОВА

Вот башты юғалттым тик юғалттым. Шул тиклем дә "егет" тип аҡылды юйып була икән. Мөхәббәт тураһындағы эреле-ваҡлы китап-фәләндәрҙек бәләкәйҙән күп уҡыным. Сибәрлеккә, татлы һүҙгә ышанып, егетенән алдашып ҡалған ҡыҙҙар хаҡында тарихтар күп ине араларында. миңә ул бер нисек тә ҡағылмаҫ һымаҡ ине.

Артыҡбикә Повесть (3) Рәйлә САБИТОВА
Артыҡбикә Повесть (3) Рәйлә САБИТОВА

...Баштан-аяҡ күрһәткән ҙур көҙгөгә сағылыш шикләнеүҙәргә урын ҡалдырманы. Стилист үҙ аҡсаһын тулыһынса аҡлаған тыңлауһыҙ сәстәрен ыҫпай, килешле. Телевизорҙан ғына арлы-бирле күреп-белгән бер-нисә "таныш" та күренә. Ҡыҙыҡһыныусан ҡараштар төбәлгәнен дә тоям. Концерттан һуңғы фуршетҡа эләгергә мотлаҡ шундай ҡараштарҙың береһен атҡан ир-ат затын эләктереү әлегә төп бурыс. Театр концерт тирәһенә яңғыҙ килеүҙе яратмайым мин. Сөнки тамашаны барған ваҡытында уҡ тегеһе былай, быныһы тегеләй түгел, тип тикшереп, "сәйнәп" фекер уртаҡлашып ултырырға яратам. Сәхнәләген ауыҙ асып ҡарап, һәр сығышҡа һоҡланып, бер туҡтауһыҙ ҡул сабып ултырған тамашасылар араһында ултырыу – яза. Ҡайһы берҙә яратмағаныраҡ әртис, йыр-фәлән булһа, телгә килгән үткер-үткер мыҫҡыллы комментарийҙарҙы һөйләй алмай тонсоғоп үлә яҙам. Кешеһенә тура килһәм – хөриәт. шыш-быш һөйләшеп, шырҡ-шыҡ көлөп, тамашанан кәйеф күтәрелеп сығам. Әлеге яңғыҙлығым ваҡытлыса ғына, тип, өмөт итәйек. Минең юлда осраясаҡ кешеләрҙең күңеленә мәрхәмәт һал, Хоҙайым.
Минең яңғыҙлыҡ, ысынлап та көтөлгәндән дә ҡыҫҡараҡ булмаҡсы. Концерт башланмаҫ элек үк эргәләге урта йәштәрҙәге уртаса размерҙағы "ҡорһаҡ" зауығыбыҙҙың һәм урыныбыҙҙың тап килеүен осраҡлы ғына түгеллек икәнлеген билдәләп, һөйөнөү билдәләре һиҙҙерҙе. бының шулай икәнлегенә ризалыҡ белдереп, мин дә керпектәремде елбәҙәк кенә елпелдәтеп алдым. "Тояҡ"тарым буйлап ҡарашының тегеләй-былай йөрөүенә һарыуым ҡайнаһа ла түҙәм. "Тома, тыныслан, был ни бары – бизнес" тип эмоцуияларымды тәртәгә типкеләп индереп ҡуям. Әммә күпмелер ваҡыттан минең тырышып-тырышып барлыҡҡа килгән тыныслыҡ стенаһы Берлиндыҡы һымаҡ ыуалып төшөрөлөк хәл булды. ике метр самаһы ғына алыҫлыҡта үлтергес таныш профиль күреп ҡалдым. Тәүҙә мейеләге сканер уны идентифицировать итмәй маташты. таныш? эйе таныш. Бик ныҡ? Хата ныҡ. Ә ҡасан? Мейеләге иҫәпһеҙ-һанһыҙ кәштәләрҙә "саңланып" ятҡан меңдәрсә осраҡтар, хәл-ваҡиғалар, сәйәхәттәр, тамаша-тапшырыуҙар, байрам-һабантуйҙар барланып сығылды. Күҙ алдына килгән «интерактив таҡта"лағы информацияны барлай торғас, ниндәйҙер шым ғына тауыш шыпырт ҡына "Вот ты и стала женщиной" тип шыбырланы. Мин аптырап ян-яғыма ҡарап алдым. Ҡолаҡҡа ғына шыбырҙарлыҡ бер кем юҡ. "Бына ғәжәп" тип эстән әйтеп тә өлгөрмәнем, башыма күҫәк төшкәндәй шаңҡытып хәтерем асылып китте. Бына кем ул! Минең яҙмышымды пыран-заран килтергән иң ҙур хаталарымды яһарға этәргән кеше бит был! Был донъялағы иң ҙур хатам – иң көслө, дыуамал хистәр дауылына бирелеүсәнлегем. Ә ул – шул хистәр дауылын ҡуҙғыта, дөрләтеп ебәрә белеү оҫтаһы. Минең ғүмерлек нәфрәтем һәм ҡәһәрем Минең әлеге уңышһыҙлыҡтарымдың барыһында ла шул ғына ғәйепле. Теләгән һөнәремә уҡып, теләгән эшемдә эшләмәүемә, баласаҡ хыялдарымдың тормошҡа ашмауына, ғүмер буйы үҙ-үҙемде "ашап" йәшәүемә, ғөмүмән, ысын мәғәнәһендә йәшәмәүемә... Һәм бына ултыра Ул – бәләләрем сығанағы. Сашка Красавчик Сашка. Был аяуһыҙ Ваҡыт уны һәр ваҡыттағыса иркәләп һыйпап ҡына алған. Ул һаман күҙ ҡамаштырғыс сибәр. шул умырып бирелгән сибәрлек баһаһын әле өҫтәлгән сикә көмөштәре тағы ла арттырған. Ниңә инде уның бер үҙенә шул тиклем? Ирекһеҙҙән күҙҙәремде йоморға, башымды борорға тырышам, килеп сыҡмай. Эсемдә ҡайнаған хистәр дауылы шул тиклем көслө – уны хатта күреп, тотоп, ипкенен тойоп ҡарарға ла була. бына улар бер йоҙроҡ булып уҡмаштылар ҙа Сашкаға табан сойорғоно. Улай ғына ла түгел, яңағына барып тейеүен Сашка үҙе лә һиҙҙе, хатта бәүелеп китеп, битен һыйпап алды. Һәм...Һәм аптырап туп-тура миңә ҡарашын күтәрҙе. ҡараштар осрашыуынан ток һуҡҡандағылай тертләп, мин күҙҙәремде ҡабаланып сәхнәгә төбәнем. Һиҙеп торам – ул да боролдо. шунан файҙаланып. мин тағы уның камилдарҙан-камил профиленә текләйем. Минең ҡараш көйҙөрәме икән әллә? Тағы күҙҙәр осраша. Дежавю. Был хәл ҡасандыр, ун-нисә йыл элек булғайны бит инде. Бына ул бер аҙ халыҡ массаһы таралыбыраҡ, йөрөрлөк мөмкинлек тыуғас. миңә ҡасырлыҡ урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп ҡамап килеп баҫа һәм бындайыраҡ фраза менән һүҙ башлай:
– Танышыуҙың бындай формаһын өнәмәйем һәм ҡулланмайым. ғүмеремдә тәүге тапҡыр әйтергә мәжбүрмен: таныш булайыҡ, мин Сашка. Стоп! Ул бит инде Сашка түгел. Хәйер, ул ваҡытта ла ысын исеме хаҡ мосолман ине лә инде. башҡорт егете бит ул. Уның йөҙө-төҫө хандар, мырҙалар заманынан уҡ һайланып ҡына ҡушылған ҡан һөҙөмтәһе икәнен "ҡысҡырып" тора ине. Иҫ киткес нәфис, төҫөн йөҙ һыҙаттары, аристократ һәм интеллектуал. Ысын арий. Мин милләтсе түгел-түгелен. Әммә бергә уҡыған татар ҡыҙҙарының тәьҫире һөҙөмтәһендә матур, сибәрҙе "башҡортҡа оҡшаған" тип әйтергә өйрәнеп киттем. Тегеләр һылыу ҡыҙҙарҙы гел "татарға оҡшаған" тип ҡылыҡһырлай торғайны. Тәүҙә ишетеүгә сәйер һымаҡ ине, аҙаҡ уларҙың үҙаңы кимәле юғары булғанлыҡтан шулай тиеүҙәрен аңланым. Үҙ милләтең матур булып күренеүе ғәйепме ни?

Мин хәҙер Дженифер Лопесты ла "сибәр актриса" тип түгел, "башҡортҡа оҡшаған" тип маҡтауымды белдерәм.
Шулай итеп, тәү ҡараштан күҙем төшкән был егет тә башҡортҡа оҡшаған ине. Аҙаҡ уйым дөрөҫләнде. Юҡ, һораманым, нишләптер үҙе танышлыҡтың өсөнсө минутында уҡ "башҡортса беләһегеҙме?" тип һораны. Ниңә улай тине? Белмәйем. Вот башты юғалттым тик юғалттым. Шул тиклем дә "егет" тип аҡылды юйып була икән. Мөхәббәт тураһындағы эреле-ваҡлы китап-фәләндәрҙек бәләкәйҙән күп уҡыным. Сибәрлеккә, татлы һүҙгә ышанып, егетенән алдашып ҡалған ҡыҙҙар хаҡында тарихтар күп ине араларында. миңә ул бер нисек тә ҡағылмаҫ һымаҡ ине. Сөнки нишләптер бөтә классс ҡыҙҙары ғашиҡ булған сибәр егеттәр минең йөрәк ҡылдарына ҡағылмай ҙа ине. Минән күберәк күргән, күберәк белгәндәр генә ҡыҙыҡ ине. шулай тура килде бит, ҡәһәрең, Сашка сибәр генә түгел, иҫ киткес аҡыллы ла, күп ерҙәр күргән дә, мауыҡтырғыс хикәйәләү оҫтаһы ла, көслө характерлы ине. Уның үҙенә буйһондора торған сихырлы бер көсө бар ине. Мин. тәккәберлек сире менән апаруҡ сирле ун һигеҙ йәшлек туташ, күҙе асылмаған көтөй кеүек уға эйәрҙем. "Эйәрҙем" тип әйтеүем күсмә мәғәнәлә, әлбиттә. Аяҡтарым менән түгел, күңелем менән эйәрҙем. Уның фекерҙәрен, баһаламаларын, мөнәсәбәтен, күҙаллауҙарын – барыһын да бәхәсһеҙ хәҡиҡәт итеп. уның үҙен – идеал итеп ҡабул итем. Беҙ сәғәттәр буйы һөйләшеп ултыра ала инек. Бөтөнләй үҙемдән яҙмағанмын, күрәһең, мине ҡыҙыҡһынып тыңлай һәм үҙенә тиң әңгәмәсе итеп һанай ине. Әйткәне лә булды: дуҫтарына һөйләшеп ултырабыҙ тиһә, тегелә!ре бот сапҡан. Нисек инде? Ҡыҙҙар менән нимә хаҡындалыр һөйләшеп була тиме ни? Улар бит – ярымкешеләр һоро матдә урынында – алһыу кеҫәл... Һәм башҡалар, һәм башҡалар. Мине шунда нимәләр сәнсеп алды. "Уның дуҫтары, тимәк мине бер ҡасан да ҡабул итмәйәсәк", тип аңланым. был тойғо көсәйә генә барҙы. Ул – аҡыллы, сибәр, юғары ҡатламдан. Ә мин? Ни бары ябай колхозник балаһы. Быуаттар уйына тик зәңгәр ҡан аша ғына күсә килгән ҡайһы бер холоҡ һыҙаттарына, айырым мәҙәнилеккә сәсрәп киткәнсе тырышһаң да, тәрбиә менән генә өлгәшеп булмай. Тимәк. мин уға тиң түгел. Йәшлек үҙенекен итә – аралағы упҡынды бөтөнләй күрге килмәй ине. Шул тиклем уға оҡшағым, уны үҙемә ғашиҡ иткем килә, шул тиклем! Ә ул яҡтан үҙен ағай, күпбелмеш итеп тоя, аҡыл һата. Ул бит миңә киләсәк тормошомдо ла һүрәтләп бирҙе, бер заман. Сираттағы бер сәкәләшеү ине. Ул инде байтаҡтан гармондары уйнаҡлауының танһығын ҡандыра алмай талағы ташҡан, ә мин нисәнсе ҡабат юғалтырға теләмәгән ҡыҙлыҡты араға кәртә итеп ҡуям. Физик көс ҡулланыу хатта стенаға ҡаҙаҡ ҡағырға кәрәк булһа ла – уның өсөн түбәнлек булғас, татлы һүҙҙәргә генә иреп төшмәгәс, ул бөтөнләй икенсе тактикаға күскән.
– Һаҡлаған булаһың инде, туйға тиклем. Ә буласаҡ ирең быны һанға һуғыр микән? Мин иркәләгән кеүек наҙларға белерме? Ҡыйыулыҡ өсөн берәй яртыны кәгеп, көсләп төшөр ҙә хырлап йоҡап та китер. Иртәгәһенә хатта һинең ҡыҙ булғаның-булмағаныңды иҫләй ҙә алмаҫ. Ул ғына латүгел, "ҡыҙ инем" тиһәң, нимә. минән башҡа бер кем дә ҡараманымы ҙи, тип кәмһетер. Шуны теләйһеңме? Һиндә, әлбиттә, ханжеское воспитание. Ул ярамай, был – гонаһ тип һеңдереп үҫтергәндәр. Һиңә ярамай тип тыҡыйҙар, ә үҙҙәре эшләйҙәр. шулай түгелме ни– Ә был гонаһ түгел, был ни бары тормош, ни бары ысынбарлыҡ!
Хәҙер аңлайым – был ни бары сираттағы атака тактикаһы булған. Уның яратыу һүҙҙәренә бирешмәгәс, ул иң көслө ҡоралды ҡулланған – үҙ-үҙеңә мөнәсәбәтте. Мин уйланып ҡалдым, ҡайҙалыр киләсәктәге "мин"де, йәғни үҙ-үҙемде йәлләнем. Ә үҙ-үҙеңде йәлләү шул тиклем көслө нәмәкәй – шунда уҡ көрәшергә, еңергә, үтеп сығырға тигән ниәттәреңде, көстәреңде, мөмкинлектәреңде ҡыра һуға ла ҡуя. Үҙ-үҙемде яҡларға минең ихтыярым бөттө, һәм...
"Вот ты и стала женщиной" – тине ул. Үҙенсә наҙлап, шыбырҙап ҡына әйтте. Ә ысынында иһә үҙ-үҙенән ҡәнәғәтләнеп әйтте ул, үҙ-үҙенән! Мин дә шәп инде, һәтәү! Уның әйткәненә башкөллө ышан да ҡуй ҙа, үҙ яҙмышыңдың бәхетле булырынан төңөл да ҡуй, имеш. Ниңә, эш туйға тиклем барып еткәс, нишләп ирем мине яратмаҫҡа тейеш? Ниңә мине хөрмәт итмәҫкә тейеш? Ә ниңә, ғөмүмән, ул туйҙа лаяҡыл эсергә тейеш? Аҡты ҡаранан айыра ла белмәгән сәпсим алйот кеше түгел бит мин, моғайын, үҙемә лайыҡлы арыу егет һайлаған булыр инем?! Бындай уйҙар үҙен хөрмәт иткән ҡыҙ башына ғына киләлер. Минең кәмһенеүем көслөрәк булып сыҡты – айыҡ баш түгел, эмоциялар иркенә бирелдем. уйлап ҡараһаң, шул уҡ Сашка, ниңә миңә өйләнмәҫкә тейеш ине һуң? Үҙемде аҡыллыраҡ тотһам, эмоцияларға ирек ҡуймаһам, уны үҙемә өйләндерә алған булыр инем мин. Ул бит бәлиғ булмаған бала түгел ине. Үҙ тормошон ҡорорлоҡ йәшкә еткән, миңә ҡарата йылы хистәре лә бар. Ә иң мөһиме – ул иҫәп-хисап, ике йөҙлөлөк, алдаҡ мал-монаят өҫтөнлөк алған, ялған ҡиммәттәр менән тулған үҙ донъяһынан ялҡҡан ине. Ихлас мөнәсәбәткә, мөхәббәткә, ябай аңлашыуҙарға һыуһаған сағы ине. Ул төн уның хистәрен һыуындырмағайны әле. Эште мин үҙем боҙҙом – кәмһетеүенә кереп бикләндем, ихласлығымды юғалттым, яҡты киләсәгемдән төңөлдөм. Барыбер Сашка мине ташлаясаҡ. Мин уға тиң түгел, тинем үҙемә. Шулай килеп сыҡты ла.
Ҡара ҡайғыларға ҡалып ҡайтып төштөм әсәй йортона. иң ныҡ ҡурҡҡаным – ауырға ҡалыу ине. әгәр шулай була ҡалһа – донъяла йәшәүең артыҡ. Ғәрлеге ни тора бит уның! Ҡыҫҡаһы, бер айым әжәл көтөп уҙҙы. Йоҡола ғына әҙерәк онотолоп алдам да, иптәш ҡыҙҙар менә дискотекаға сығып минең ҡайтыуҙы, йәки тағы берәй сәбәпте табып "йыуғанда" ғына. Уянып китһәң, әсәй ҡарсыҡ йәнде ашап бара. Саҡ ҡына ла ҡыҙыҡһынманы, иғтибар итмәне микән ни ул ҡыҙының кисерештәренә? Көн оҙоно минең эшкинмәгәнлегемде, йүнһеҙ, изгелекһеҙ бала булыуымды тәҡрарлап итемде ашай. Йәнәһе, ул ашарын ашамай, кейерен кеймәй мин тип йәшәгән, мине табырға һуңғы һаулығын биргән, уҡытам тип күпме расход түккән. Мне аҫрағансы, берәй быҙау аҫраһа. лутсы изгелек күрер ине. Ғөмүмән, мал аҫырау – бала аҫырауҙан артыҡ. Мал ҡарашып һүҙ әйтмәй. Кеше алдында йөҙөң ҡыҙарырлыҡ эш эшләмәй. Һуйып ашаһаң да файҙа, сығарып һатһаң да... Бына шулай. Хәмер менән бер аҙ йөрәкте баҫмаһам, ул хәл иткес айҙы үткәрә лә алмаҫ инем. Берәй аҡыллы кеше булһа, үҙен ҡулға алған булыр ине. Йөккә ҡалмағанмын – һәйбәт, тимәк, артабан йәшәүҙе уйларға кәрәк, тип, тормошон яйға һалыуҙы уйлар ине. Ә мин барыһы ла асыҡланғас та, кире ҡалаға китеп уҡыуымды яңынан дауам иттереүҙе уйламаным. Тауыҡ та ваҡыты еткәс, үҙ себешен янынан суҡып-суҡып ҡыуа башлай. Әмин ғаиләмдә һәр саҡ артыҡ «суҡыш» булдым. Әммә ниндәйҙер сит оянан килеп эләккәнмен? Белмәйем. Суҡыу ғынамы – бәғереңде телә. теле менән бысаҡһыҙ һуя. Бер яҡтан мин уны аңлайым. Әлеге аҡылымдан сығып, әлбитә. Илдә бер сибәр булған аҡыллы ҡыҙҙың тик-томалдан, дипломға ла йыраҡ ҡалмағас, уҡыуын ташлап ҡайтһын да керһен. Ана, алкаш тип даны сыҡҡан йыбытҡы Нәзиләнең дә никтыуҙы ғына ҡыҙы уҡып йөрөһөң. Һәр бер таныш хәлгә кергән булып, йәлләү тулы ҡараш ташлап, кәмһеткес һорау бирә: "Нимә. ҡыуғандармы?", йәнәһе... Ә ысынында иһә минең «баҙар» юғароы ғына ине ул. Үҙ ауылында, үҙ ғаиләмдә һанламаһалар ҙа, мәркәз дә баһаимды белдем.Башым да эшләй, конкурентлылыҡты ла бирешмәй, йырып сығам икән. Шулай булмаһа төркөмдәштәр араһында һынау үтеп, үҙ коллекция менән конкурста ҡатнашырға хоҡуҡ яулар инемме? Республиканың төрлө ерҙәренәнт йыйылған һәләтле кешеләр араһында бит ул. Төштәремдә күреп һаташа инем шул коллекциям... Инде фасон һүрәттәре лә эшләнгән, кәрәкле туҡымалар һайланған, өлгөләр киҫелеү өҫтөндә. Теге йәки был моделде подиумға кейеп сығырға һайлап алған төркөмдәш ҡыҙҙарым ҡанатланып йөрөй... Осраны бит шул мәлдә теге ҡәһәр һуҡҡан бәндә! Башымды әйләндерҙе, йөрәгемде урланы, бөтөн яҙмышымды пыран-заран килтерҙе лә... Әле һаман ярсыҡтарын йыйып бөтәштерә алмай яфаланам. Шул мәлдә тормошом кирегә китмәгән булһасы! Конкурста призлы урын алып, берәй ательела эшкә барып, аҙаҡ, уҡыуымды ҡыҙыл дипломға тамалағандан һуң, үҙ эшемде асып ебәргән булыр инем инде. Нимә-нимә, һәләтем дә, эшкә һерелегем дә бар ине. Иң мөһиме ул саҡта ниндәйҙер амбицияларым, эсемдә утым бар ине. Ә хәҙер? Ә хәҙер эсем тулы үкенес шул ғына. Һәм бер нәмәне лә үҙем теләгәнсә бороп ебәрә алмауыма, көсһөҙлөгөмә асыуым ғына килә. Шулай. Мин бер заман күңелсәк һәм өмөттәр тулы, яҡты ҡарашлы, яҡшы кәйефле кеше инем. Ә әле шул асыу, үс. кәмһенеүҙәр тулы бер әҙәм. Мин хатта туйҙарҙа матур итеп ҡотлау әйтә, яҡшы теләктәр теләй белмәйем. бына шундай туң күңел.
Туйҙар инде минең өсөн мөхәббәт байрамы түгел. Барыһына ла шул Сашканың күрәҙәлеге ғәйепле. барыһы ла ул әйткәнсә килеп сыҡты, сөнки. Әммә бер нәмә лә! ул яңылышты – туй төнөндә тотоп көсләйәсәк ир генә түгел, мин үҙем дә иҫерек инем. бер кемгә лә кәрәкмәгән артыҡбаш тормошон шулай итеп тамамланыуын "туйланым". Ни тиклем алйот булынған икән шул йәш саҡта! Ғүмер саҡ башланған саҡта, "бөтө барыһы ла" тип, төңөлсәле! Мин ул ваҡытта ныҡ бер ҡатлы уйлағанмын.
Мин үҙемде артыҡ кеше итеп тойған бер ғаиләнән ҡотолдом. Ә икtнсеһенә шундай уҡ, мине артыҡбаш тип һанағанына, барып ҡаптым. Нимә эшләһәм дә килешмәй, оҡшамай. Әйткән һәр һүҙең – урынлы түгел. Нимәнелер урынынан шылдырҙыңмы – ҡулайһыҙ. Таҙартырға уйлаһаң – әрпеш. Ул тиклем үк йүнһеҙ бала түгел инем, килен булғас, ҡарышҡан кеүек бит ул – һауыт-һаба йыуам тиһәң. тап шул ҡәйнәнең ҡәҙерле генә шәшкеһе мотлаҡ ҡулдан ысҡынып төшөп китә. Һә!р ҡатын-ҡыҙ үҙ ғүмерендә берәй быяла-фарфор нәмә ватмай тормай, билдәле. Бер нәмәнге лә ватмаҫ өсөн бер нәмә лә эшләмәҫкә кәрәк. Нишләп шундай яңылыш ҡына осраҡты миңә булһа: "ҡоротҡос, донъямды пыран-заран итергә килгән" тип, ә ейәнсәренә "и-и, балам үҫкән, кәсә тоторға эшкингән" тип баһалағандыр инде ҡәйнә тигән есемдәр? Үҙ-үҙемде уның ҡаршыһында яҡларға, һҙемде һүҙ итергә минең хатта башыма ла килмәй ине. "күрә алмайым ошо өйҙө, мәңге кермәҫ инем", тип берәй мөйөштә һығылып илайым да. барып төртөлөр башҡа ерең булмағас, баҫылам. Әйләнгән һайын иренән айырылып ҡайтҡан-киткән килендәрҙе әсәйем һәр саҡ хөкөм итте, беләм. бер оронсоҡтан ҡотолоп тын алып ҡалғас ҡына, ике оронсоҡ булып ҡайтып керә алмайым бит инде атай йортона. Ул балама, шөкөр, оронсоҡ булап йәшәргә тура килмәгән икән. Өҫтәл өҫтөнә ултырғыс ҡуйып менеп баҫҡан инем, йығылып төшөп харап иттем сабыйымды. "Угроза выкидыша" тип дауаханаға һалырға тип хәл итеп, әйберҙәрҙе йыйып, мунса инеп килергә генә ҡайтарғайнылар шунан бер көн алда. барып өлгөрмәнем. әлеге лә баяғы шул ҡәйнәнең ҡыш уртаһында нимә типтер былай аҡ стеналарын ағартырға ҡушып еннәнеүенә түҙмәнем. Менеп киттем. Хәйер, үҙем дә ғәйепле инде. Ул өҫтәлдең кәлтәннәп торғанын күрмәйемме лә, башымдың юғарыла әйләнеүсән икәнен белмәйемме? Нисә ай буйы уларҙың туҡтауһыҙ миңә төрттөрөүен, кәмһетеүен, һанламауҙарын үткәреп ебәрә алғанды, әле ниңә түҙмәҫкә ине? Инде етлегеп бөткән тиерлек баламды йылы ҡосаҡҡа түгел, һалҡын ер ҡуйынына тығыуы ныҡ йәл булды. Башҡа балаларымдың ғүмерен ҡыл өҫтөнә ҡуймаҫмын, нимә кисерһәм дә түҙермен тип, һүҙ бирҙем эстән генә.
Рушанна менән йыл ярым самаһы күрешмәй торғайныҡ. Хат та яҙышырға форсат булманы. Ата-әсәһе аша ғына сәләм күндереп торҙоҡ. Ул ҡалала студент тормошонда ҡайнай, оҫталыҡ буйынса конкурстарҙа ҡатнаша, эш урыны эҙләй, егеттәрҙе бирсәткә урынына алыштыра... Ә мин ситлектә һайрарға дәрте булмаған турғай шикелле һирәк-мирәк эләккән шатлыҡ валсыҡтарына ла рәхмәт әйтеп көн итәм. Үҙ туйына саҡырырға эҙләп килде Рушанна. Килде лә миңә ҡарап бер талай өнһөҙ ҡалды. "Таныманым", тине аңлаты аҙаҡ. Ҡолаҡтарын локаторҙай тоҫҡап эргәлә уралған ҡәйнә алдында һөйләшә алмағас, һыу буйына "өйрәктәрҙе ҡарап алып ҡайтырға төшкән инек. Һәр өндәшкәнгә тертләп ябай ғына һорауға ла оҙаҡ итеп уйланып яуап биргәнде күҙәтеп ултырҙы ла, Рушанна "Һин ҡайҙа?" тип кенә әйтте.
– Нисек инде ҡайҙа? бына. алдыңда.
– Юҡ. мин белгән ысын тамара ҡайҙа тип һорайым мин һинән. Сибәр, аҡыллы, үкер, шаян ҡыҙыҡай ҡайҙа булды? Иҫләйһеңме, беҙ бит ошонда ағын һыуға ҡарап хыялланып ултыра торғайныҡ. киләсәктә кем булабыҙ, нимә эшләйбеҙ... Ә "Тамшан" салоны? Онттоңмо ни?
...Мин ысынлап та онотҡан инем. 12-13 йәштәрҙә уйлап сығарғайныҡ беҙ уны. Атамала беҙҙең исемдәр ҙә булһын, шул уҡ ваҡытта башҡортса ла булһын, тип "Тамшан"ды уйлап сығарҙым. Йәғни кешене ымһындырып, тамшандырып торорлоҡ исеме лә, есеме лә. Исеме булды, ә есемен Рушанна менән беҙ икәү киләсәктә булдырырға тейеш инек. Мин иҫ киткес матур-матур киске күлдәктәр, костюмдар тегәм, ә әхирәтем моделдәрҙе биҙәндерә, ҡупшы прическалар яһай. Һәм беҙҙең был күҙ ҡамаштырғыс ижадты "Тамшан" салонының күрһәтеү залына йыйылған тамашасы һушы китеп тьамшанып, ләззәтләнеп ҡарай. Ялт-йолт фотоаппарат вспышкалары, камералар, ялтыр-йолтор журналдарҙан интевью алырға килгән ялбыр-йылғыр репортерҙар...
Хыял тигәс тә хыял инде. Рушанна әйткәнсе мин уның барлығын да онотҡан инем. Иҫең китер – мин ҡасандыр хыял итә белгәнмен! Әле иһә минең тормошта хыялға урын да, ваҡыт та юҡ.
– Һуңғы тапҡыр нимә тектең?
Рушаннаның һорауы албырғатып ебәрҙе. Байтаҡ ҡына иҫкә төшөрә алмай ултырҙым.
– Ирҙең курткаһының яғаһын, еңен тегеп бирҙем, кем менәндер эсеп һуғышҡан да, айырып төшөргәндәр ине.
– Шунан?
– Ҡәйенбикәнең ит!ген ҡыҫҡартып бирҙем.
– Шунан тағы?
– Шунан тип ни... Берәй йөҙләгән носкиға ямау һалғанмындыр ул.
– Аңлашылды. Тимәк бер нәмә лә текмәгәнһең.
– Нисек инде текмәгәнһең? Белгең килһә, имн ул энәне тота-тота бармағым биҙрәгән, күргем дә килмәй, ғөмүмән, теләмәйем дә!
– Беләһеңме нниңә шулай? Иҫкене ҡормау, ямау – ижад итеү түгел. минең аңлауымса, һин студент саҡтан бирле бер нәмә лә текмәгәнһең, хыялыңа хыянат иткәнһең, белдеңме! Шуға күрә мин һине танымайым да. Эсеңдәге утың һүнгән һинең. эйе, тормошоңдо күрҙем. Ҡәйнәңде лә күрҙем, аһ-зарыңды ла тыңланым, бүлдермәнем. Әммә Тамара, мин шуны аңламаным, һин ниңә ҡәйнә донъяһына йәбешеп ятаһың? үҙ донъяңды ҡороп ҡара. башҡалар нисектер булдыра бит, ниңә һинең ҡулдан килмәҫкә тейеш? Үҙеңдең өйөңдә һине бер кем дә кәпкәкләй алмаҫ. Берәйһе башлаһа – ҡыуҙың сығарҙың да, ишекте шартлатып бикләнең – ҡуйҙың.
Шаҡ ҡатҡыс. Шул көнгә тиклем үҙ донъямды ҡороу тигән уйың үҙ башыма килмәүе – шаҡ ҡатҡыс. Иҫ кергәне бирле тирә яҡтағылар "һинән була тиме ни инде, шуны ғына ла белмәйһең" тип тыҡып торһа, ысынлап нимәлер өйрәнергә, булдырырға ихтыяр һына икән ул. Ошо йәшкә етеп тә бер әсәйемдең мине хуплап, башҡаларҙан яҡлап ниндәйҙер йылы һүҙ әйткәнен иҫләмәйем. Тәүге балам төшкәс тә йәләмәне.

Дауамы бар. 

Автор:
Читайте нас: