Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Артыҡбикә Повесть (4) Рәйлә САБИТОВА

Яратамы мине Сашка, әллә алдаймы? Мин уны яратаммы, әллә күрә алмайыммы? Аҡыллымы мин, иҫәрме? Аҡыл мөһимме, тойғолармы? Бер туҡтауһыҙ шикләнеү. Һәр аҙымыңды үлсәп баҫыу дөрөҫмө, әллә үҙ мәлендә көслө хистәргә дөрләп янып та, иртәгәһе – мать яҡаһынамы, белмәйем. Бер нимә лә белмәйем дә, аңламайым да.

Артыҡбикә Повесть (4) Рәйлә САБИТОВА
Артыҡбикә Повесть (4) Рәйлә САБИТОВА

"...Шуға ла эшкинмәгән..." тип миңә күптән һуҡҡан мөһөрөн яңыртып мисәтләп кенә ҡуйҙы. шунан артығын көтмәгәйнем дә. Бер кемдән дә! аңлау, йәлләү, яратыу өмөт итеп үҫмәнем дә бит инде. Күңел генә алама – булмаҫтайҙы көҫәй. барыбер яратылып ҡарағы килә.

Рушаннаның туйына барманым. Ҡарасҡы булып ултырғым килмәне. туйға барырлыҡ кейем алырға ла мөмкинлегем юҡ ине, тәбиғи, бүләк тә, етмәһә, шул байрамды күрә алмай башлаған саҡтар ине. саҡырылыуыбыҙ хаҡында иргә әйтеп тә торманым. Уның холҡо билдәле – минең берәй ергә ныҡ барғым килә икән, ул мотлаҡ аяғында ла тормаҫлыҡ лаяҡыл булып ҡайта һәм, әлбиттә, байрам кәйефе бөткәс, уттар һүнгәс. Алдағы көнгә пландар ҡормаҫҡа, хыял йөрөтмәҫкә өйрәнергә мәжбүр булынды. Ҡайҙа ти ул унда "Тамшан"?! Бөткөһөҙ иҫкене ямау шул тиклем йәнгә тейҙе, түҙмәйенсә байтаҡ нәскиҙәрҙе ут тамағына ла ырғыттым бер заман. әле лә энәне бик һирәк тотам. ҡасандыр хыял иткән нәфис күлдәктәрҙе тегергә форсат булмағас, нимәгә кәрк ул миңә? Ҡыҙҙар тапҡан булһам – бер хәл. Ҡурсаҡтай итеп йөрөтөр инем. Малайҙарға нисек тә бара, әсәйем был шөғөлдән төңөлөүемә ҡаршы булды булыуын. "Шулайтһаң – эконом, былайтһаң – эконом", имеш. Ялҡытҡан инде, "эконом – класс". Бына бында – вип– ложала, шулай ҙа ни тиклем уңайлы. Тамаша ҡылырға сәбәп буйтым.
Үҙемде саҡ ҡулға алырлыҡ хәлгә килдем. Юҡһа, йөрәк тамаҡ төбөндә! тыпырсына, ҡолаҡ шаулай, ҡул-тубыҡтар буйлап үрле-ҡырлы ҡалтырауыҡ йүгерҙе байтаҡ. Ниһайәт, тын алышын да тигеҙләп бөтөп барам. Үҙемдең театрҙа ултырғанымды ла, ниндәй маҡсат менән килеүемде лә оноторолоҡ дәрәжәлә шаңҡығайным. Йөрәк тамаҡ төбөнән кире урынына төштө, әммә тыпырсыныуҙан туҡтарға уйламай. Күптән, бик күптән бындай ритмды тойған юҡ ине. Мин хатта ҡасандыр ир-егет менән ҡараш осрашыуҙан ғына былай тулҡынданып була икәнен онотҡан да инем инде. Ҡайҙа ти ул ҡараш! Килеп ҡағылғанға ла бер нервы ла һелкенмәй торғайны. Заманында битарафлығыма йәне көйөп, ирем дә миңә "бүрәнә" тип ысҡындырғыйны. Тейҙең ни, теймәнең ни, һап-һалҡын, бисәгә оҡшамаған, йәнәһе. Ул һүҙе өсөн, тәбиғи мин ҡапыл ҡоро утынға сәрпәкләнеп, сыра-шырпыға әйләнеп тоҡанманым, "ҡыҙыу ҡатын" булып янырға башламаным. Уны дөрләтеү түгел, йылытырға ла ыжламаным. Киреһенсә, үҙенә ҡарата күңелдә нимәлер бығаса әле быҫҡыған булһа, уныһы ла һүнеп ҡуйҙы. "Бүрәнә", имеш. Оҫта ҡулына эләкһә, ул ниндәй генә халәткә кермәй? Нәфис һынды ла ырып сығарып була, семәр-семәр биҙәкте лә... Теләгән-сәңгелдәк яһай, теләгән – табут... Кемдер иң бай йорттарҙа ғына торасаҡ сувенир эшләй, ә кемдер битарафлығы менән серетеп юҡ итә. Бына нимә ул бүрәнә! Йәлләмә, һин хәләл ҡатыныңдан йылы ҡарашыңды, иғтибарыңды, татлы һүҙеңде, һал наҙыңды, ваҡытыңды, көсөңдө! Һәм бер заман бүрәнә лә сәскә тажын асыр...
Бәлки ысындап та мин дә лә ғәйеп булғандыр? Улай тиһәң. тәнемдең бер ни ҙә тоймағанына мин ғәйеплеме ни? Ә икенсе яҡтан... Икенсе яҡтан ҡараһың, бәлки иремде артыҡ күп сағыштырғанмындыр Сашка менән? Сашка бит комплименттар менән "күмә" ине. Үҙ ғүмеремдә бер кемдән дә, хатта иң яҡын туғандарымдан да ишетмәгән иркәләү, наҙлау һүҙҙәрен бер-нисә ай ғына таныш булған егеттән ишеттем бит мин. Бәлки шуға яҙғы ҡояш наҙына илергән умырзая һымаҡ комплекстарымды тишеп ысын "миннем моронлап сыҡҡандыр? Бәлки шуға аҙаҡ бер кемдең дә иркә һүҙенә, арлы-бирле үпәс итеүенә бирешеп бармаған һауалы ханымға әйләнгәнмендер? Сашка минең булған матурлығым, аҡылым өсөн һоҡланмай ине. Ул да буласағын тоҫмаллап, киләсәктә ниндәй иҫ киткес, һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ була аласағым хаҡында аңлатып, минең үҙемә кем икәнемде тасуирлап, ышандырғыс итеп тасуирлап күңелемде иретте. Кеше ни тиклем шулай ҙа эгоист! Хатта мөхәбәттә лә кеше үҙ-үҙен яратыу менән мәшғүл. Мин Сашкаға уның матурлығы, аҡылы өсөн генә түгел, миңә булған һоҡланыуы, баһалауы өсөн ғашиҡ булманыммы икән? Ә уның мине яратыуы үҙ ижадына мөкиббән киткән Пигмалион ише яратыу булманымы? Уның һүҙҙәренән тәжрибәһеҙ, йәш кенә ҡыҙ сәскә атып балҡып китһен әле! Теләһә – утҡа һала, теләһә – һыуға, теләне – өҙҙө алды. Юҡ, өҙөп алманы. Уның теләге буйынса сәскә үҙе тамырынан өҙөлөп, ялтыр упаковкаға төрөнөп алдына, әй, юҡ, аяҡ аҫтына килеп ятты... Үҙ-үҙенән ни тиклем ҡәнәғәт булды буғай Сашка. Тәкәбберлеккә икенсе берәүҙең тәккәберлеге һыныуын күҙәтеү ни тиклем татлы, ләззәтле... Ә ул бының өсөн бер баш китерлек батырлыҡтар эшләмәне, тауҙар аҡтарманы, күктән йондоҙ ватып алманы, ҡояш бүләк итмәне...
Ул ни бары минең күңел ҡылдарын ҡайҙан, нисек сиртергә, математик мәсьәлә сискән һымаҡ һалҡын аҡыл менән иҫәпләп сығарҙы, һәм бойомға ашырҙы. Һәм иң мөһиме – уның бесәй сысҡанды уйнатҡан шикелле уйнатыуын, әүрәтеүен ҡорбан уйлап та бирмәй. Ул ғына ла түгел – алданыуы өсөн хатта рәхмәтле була! Мин дә бит ул саҡта Сашка өсөн "сысҡан" булғанымды аңламай инем. Тормош тәжрибәһе лә етмәй "мөхәббәт" тип күҙ томаланған, бер кемде лә ишетмәйем дә, күрмәйем дә. Бәләкәйҙән уҡыған фәһемле китаптарҙағы аяныслы тарихтар ҙа онотолдо. Әҙәби әҫәр, ысын тормош менән ярыша аламы ни инде әҙәби геройҙың кисерештәре хаҡында уҡыуы – бер, ә үҙең тойоу – ул бит бөтөнләй бүтән! әммә китап тигән нәмә минең яҙмышта роль уйнамай ҡалманы.
...Беҙ әле Сашка менән айырылышмаған инек. Психология менән мауыҡҡан бер курсташымдың тыуған көнөнә барғайным. Студенттарса баҫалҡы ғына табын. Беҙҙең һәр саҡ шулай – ололарҙыҡы кеүек байрамдарҙан һуң өс көн ашарлыҡ тороп ҡалмай, мәлендә тамам була. Байрам хужабикәһе һәр ваҡ-төйәк бүләк иткән өсөн дә шатланып рәхмәттәр әйтте, йөрөгән егете шундай уҡ ярлы студент ашауҙан өҙөп тигәндәй һыңар сәскә тотоп килгән булған, уға был батырлыҡ өсөн барыбыҙҙа ҡул саптыҡ. Ҡыҙҙар компанияһындағы икенсе егет, Игорек, ҙур ғына китап бүләк итте. Курсташ ҡыҙ бәхетенән үрле-ҡырлы һикергәнгә, мин дә был китапты асып, арлы-бирле күҙ һалмай түҙә алманым. Авторын иҫләмәйем, ә атамаһы "АнтиКарнеги" ине буғай. Һәр хәлдә миңә, ҡасандыр Д. Карнеги китаптарын мауығып уҡыусыға был атама бик сәйер ине. Тулыһынса уҡып өлгөрмәһәм дә төп мәғәнәһенә төшөндөм. Автор Д. Карнегиҙың кешеләр менән аралашыу методтарын тулыһынса инҡар итә. Ул уның китабын кеше, уның хистәре менән идара итеү буйынса методик ҡулланма тип атай. Автор фекеренсә, кешелек ике типҡа бүленә – манипуляторҙар һәм манипуляцияға бирешеүселәр. Һәм бына тап Карнеги кеүектәр, кешене маҡтап, осондороп үҙ маҡсататрына ирешәләр. Улар ихлас түгелдәр. Уларҙың ҡылыҡтары уйланған, иҫәпләнгән, хискә бирелмәйҙәр. Манипулятор үҙ маҡсатына ирешеү өсөн "ҡорбан" менән файҙалана. Ул "ҡорбан"ды маҡтап, юхалап ҡына үҙ яғына бармай, ә кәрәк икән үҙен йәлләтә, йә үсегеп еңә, йә еннәндереп көсһөҙләтә. бер ҡасан да үҙ теләген асыҡтан-асыҡ әйтмәй. үҙе лә башҡа кешенең ихласлығына ышанмай. Ихлас – уның өсөн ахмаҡ. Ахмаҡ, тимәк, ҡорбан. Әйттем бит инде. китапты тулыһынса уҡыманым. Әммә фантазиямдың бәләкәйҙән көслө булыуы, ғәҙәттәгесә, үҙ ролен уйнамай ҡалманы. Мин Сашканың ҡылыҡтарын манипулятор формулаһына "һалып" "иҫәпләп" ҡараным... Һәм ҡапыл барыһын да аңлап, шаңҡыным. Үҙемдең "мөхәббәт" тип алданғанымды аңлап, шаңҡыным. Быға Сашканың үҙенең абайһыҙлығы ла сәбәпсе. Минең кеүек хәтерле һәм анализлы фекерләүгә һәләтле ҡыҙ алдында ҡайһы бер нәмәләрҙе һөйләмәҫкә кәрәк ине. Мәҫәлән, ҡайҙалыр сәйәхәттә сағында, аҡсаһы бөтә. Ул өйҙәгеләргә һағыныу хистәре, хәтирәләр, тулы дүрт-биш битлек хат яҙып һала. Тегеләр хатты илай-илай уҡый һәм Сашкаға кәрәкле сумманан байтаҡҡа артығыраҡ аҡса ебәрәләр. "Ә бит мин, тиер ине Сашка маһайып, аҡса һорау түгел, кәрәклеге хаҡында ла бер һүҙ ҙә яҙманым. Ғөмүмән, матди яҡҡа ҡағылышлы һүҙ яҙманым, тик рух донъям, кисерештәрем хаҡында ғына". Бик кәйефле сағында тағы нығыраҡ асылып ташлай.
– Мин идеаль ир. Минең ҡатыныма ҡул күтәреү түгел, тупаҫ һүҙ ҙә әйтмәйәсәкмен. Мәҫәлән, ашты бик тәмле бешермәгән икән, ти. Мин бер нисек тә асыуланмаясаҡмын, ашамаһам да рәхмәт әйтеп тороп китәсәкмен. Әммә шундай һүҙҙәр табырмын, ҡатыным икенсе тапҡыр тәүлек буйы плита эргәһенән китмәһә-китмәҫ, ҡулын утҡа ҡуйып, усында булһа ла бешерер, әммә ашты мин яратҡанса бешерер...
"АнтиКарнеги"ға тиклем Сашканың был һүҙҙәре һиҫкәндермәгәйне. Ә был бит – типик манипуляция – типик! Манипулятор өсөн "ҡорбан"дың хистәре – тишектәге бушлыҡ, ноль. Уға үҙ теләге – теләк. Мәҫәлән, мин Сашканың ҡатыны урынында, ти. Ярай, аш ул теләгәнсә булды, ти. Йәки, ул теләгәнсә булманы һәм мин ҡулымда ла бешерҙем, ти. Минең һыҙланыуымды уйлап бирәсәкме ул? Бәлки кәйефем юҡ, бәлки арығанмын, бәлки бөтөнләй бешерергә теләмәйемдер? Ул минең хистәрҙе лә иҫәпкә һаласаҡмы? Бөтә күҙәтеүҙәрем буйынса, былай килеп сыға – юҡ, һанға һуҡмаясаҡ.
Бына шулай. Әллә ниндәй ҡапма-ҡаршылыҡтар йыйылмаһы булыуҙан туҡтап булмай. Мин йә Сашканы күккә күтәреп һоҡланам, аҡылды юйып хистәргә биреләм. Йә бер китап арҡаһында һөйгәнемдән ваз кисәм, нәфрәт утында көйәм... Әллә ул йәшлек тигәндәре шундай ауыр мәл, әллә шәхсән минеке генә ошолай? Бер сиктән икенсеһенә бәрелеп һуғылып шул тиклем арыным.
Яратамы мине Сашка, әллә алдаймы? Мин уны яратаммы, әллә күрә алмайыммы? Аҡыллымы мин, иҫәрме? Аҡыл мөһимме, тойғолармы? Бер туҡтауһыҙ шикләнеү. Һәр аҙымыңды үлсәп баҫыу дөрөҫмө, әллә үҙ мәлендә көслө хистәргә дөрләп янып та, иртәгәһе – мать яҡаһынамы, белмәйем. Бер нимә лә белмәйем дә, аңламайым да. Ә ул шиктәр шул тиклем йәнемде ҡыялар, бер туҡтауһыҙ йөрәгемде күкрәк ситлегендә баскетбол тубы урынына уйнаталар. Йөрәк үҙ урынында эленеп тормағас, ниндәй тыныслыҡ булһын инде? Йә түгелеп илайы, йә һынып ҡатып хәл бөткәнсе шашып көләм. Дәрестәрҙә нимә хаҡында һүҙ барғанын ишетмәйем, уҡытыусылар нимә әйткәнен аңламайым. Ап-айныҡмын, ә үҙемдең иҫерек кеүек тоям. Йәшәйем дә кеүек, юҡ һымаҡ та. Әллә бар мин, әллә юҡ... Бер яҡтан аҡылы камил еткән ҡыҙмын. Ә үҙемде үҙ аяғына үҙе эләгеп йығылған тарбайлап йөрөгән сабый бала һымаҡмын. Күп нәмә беләм, ә бер нәмә лә белмәйем, юҡ, йәшлек – ауыр мәл ул. Артыҡ ярһыулыҡ күп, сабырлыҡ юҡ. Бер сиктән икенсеһенә һуғылыуҙан, туҡтауһыҙ икеләнеүҙән, Сашкаға булған аңлайышһыҙ хистәрҙән, ғөмүмән, донъянан һәм үҙ-үҙемдән арып, ялҡып, тыуған йортҡа ҡайтып йығылыуҙан башҡа сара тапманым. Әле аңлайым – түҙергә аҡыл етмәгән. Иртәме-һуңмы Сашкаға ҡарата йөрәгемдә янып торған ялҡын һүрелер ине. Башым айныр ине. Ҡыҙыулыҡ менән күпме иҫәрлектәр эшләп ташламаҫ инем. Ә кем белә, бәлки мин ысынлап башҡа яҡтан яңлышҡанмындыр? Мәҫәлән, Сашка ысынлап яратҡан булһа? Уның һүҙҙәре ысын йөрәктән сыҡҡан булһа? «Һиңә тиклем бәхеттең етенсе ҡаты тигәндәрен ялтырауыҡ матур һүҙ генә икән, тип уйлай торғайным. Әхәҙер аңланым – бар икән ул. Һинең менән ожмахтың етенсе ҡатында булғандай тойғо кисерҙем. Һин – мөғжизә. Һин иң серле һәм ғәжәйеп ҡыҙһың. Бығаса донъялағы бер генә ҡатын-ҡыҙға минән һөйөү һүҙҙәрен ишеткәне булманы. Һин – берҙән-бер. Мин һине яратам. Я-ра-там. Беләһеңме, мөхәббәт ул ысынлап та бәхет икән..." Был һүҙҙәр һаман ҡолаҡта яңғырай. Ихлас әйтелгәнгә түгел микән? Хатта ихлас әйтелмәгән осраҡта ла уның һүҙҙәрен онотмаҫҡа ине. Ҡатын-ҡыҙ ғөмүмән, ҡасандыр шундай һүҙҙәр ишетеп торғанын оноторға тейеш түгелдер ул. Юҡһа, ул артыҡ ябайлана, артыҡ ғәҙәти, ҡәҙимге бисәгә әйләнә. Унан башлана инде тағы ла хәтәрерәк "әүерелеүҙәр". Кем аждаһа, кем – йылан, кем – һәүкәш, тәүбә-тәүбә. Эйе, эйе, кемдер әлеге лә баяғы "бүрәнә" лә булып китә. Ысынында иһә ул ваҡытта ҡасандыр үҙемдең мөғжизә һәм хыял булғанлығымды онотоп ебәргән сағы булған. Хатта дөрөҫөн әйтергә кәрәк – яңы иҫемә төшә башланы. Тағы ла дөрөҫөрәк әйткәндә, үҙ баһамды күтәреү маҡсатында Рушаннаның күрһәтмәләрен тыңлап, көсләп иҫемә төшөрҙөм. был уйынға хатта кейәү балаҡай ҙа ҡушылды. Ғәҙәттәгесә кухняла уның мөрәжәғәтенә теләр-телмәҫ кенә яуап бирһәм, ҡыҙып китеп әрләп ташланы.
– Һин ҡатын ҡыҙмы, әллә туң киҫкәме, ә? Ҡаршыңда баһадирҙайир-егет баҫып тора, ә һин исмаһам юрамал да күтәрелеп ҡарамайһың, йылмайып ҡуймайһың?
– Һин бит ир-егет түгел, Рушаннаның ире!
– Булһа һуң. Сибәр ҡатын-ҡыҙҙың матур йылмайғанын тамаша ҡылып зауыҡланыу гонаһ түгелдер бит. әммә һин миңә генә түгел, ғөмүмән, ир-атҡа ҡыҙыҡһынып булһа ла ҡарамайһың. Бына маршруткаға кергәс, кемдәр бар икәнен күҙ менән тикшереп алаһыңмы? Юҡ шул, һин шунда уҡ тәҙрәгә текләйһең. Урам буйында берәйһе ваҡыт күпмелеген һораһа яуап бирәһеңме? Эйе, секундына тиклем әйтһәң әйтәһең, ә һораусының күҙенә түгел, йөҙөнә лә һирпелеп ҡарамайһың. Ә уға ваҡыттың күпмелеге хәжәт ине тип уйлайһыңмы?
– Хәжәт булмаһа – һорамаҫ ине, моғайын.
– Ә хәҙер бөтә кеше лә сәғәтте күрһәтеп торған мобильник барлығы. бер ҙә булмаһа ҡалала һәр ерҙә тиерлек ваҡытты һәм температураны күрһәтеп торған йүгерек яҙыуҙар янып тороуы иҫеңә төшмәйме?
– Әллә... уйлағаным булманы.
– Уйланмайһың шул. Ысынында ваҡыт һорау универсаль танышыу ысулы. Ир-егет шул рәүешле ҡылыңды тартып ҡарай, ә һин күтәрелеп ҡарайһы, йылмайып әңгәмә күтәреп ебәрәһе урынға "дүртенсе ун биш минут" тип боҙҙай тауыш менән әйтәһең дә ҡарашыңды танау булап ергә текләп юлыңды дауам итәһең. Унан үҙеңдең һаман яңғыҙлығыңа аптырап. ирҙәрҙе һуҡырлығы өсөн һүгеп кинәнәһеңдер әле.
– Дөрөҫ әйтәһең, йәнекәйем, башлыһың да инде нисек минең үҙемдең башҡа килмәгән, – Рушаннаның күҙҙәре янып китте. Ирен һәр саҡтағыса суп иттереп үбә һалып миңә текләне. – Тамочка, баҡһаң, һин бөтөнләй ҡылансыҡлана белмәйһең икән!
– Хәжәт ине бик! – тип турһайҙым.
– Хәжәт, ишеү нисек әле! Беләһең килһә, ҡылансыҡлана белеү, сибәрлектән күпкә хәтәрерәк ҡорал! Әйҙә, иң ябай алымдан башлайбыҙ. күрерһең, үҙеңә лә оҡшап ҡалыр әле...
Кешенең аҡылы. бер уйлаһаң. күпмегә үҫешкән: ниндәй генә компьютерҙар юҡ. Ҡоштан бейек оса, нисә йөҙ "ат көсөн" ултырышы аҫтында йөрөтә, нисә меңәр саҡрымдар аша һөйләшә, күрә ала һ.б. һ.б. Ә күңеле йөрәге һаман шул уҡ – борон заманда нисек матур күҙҙәр ҡапҡанына эләккән, әле һаман эләгә тора. "Сиртте" был балыҡсы "ҡармаҡҡа". Ха-ха-ха. Антрактты минән былай көтә башланы. Уң яғындағы ханымды бөтөнләй онотто. Хәләл ҡатыны түгеллеген аңлағайным инде, әллә ялҡыта башлаған ҡарт һөйәркәһе микән тигәйнем. Хәлдәр күпкә ябайыраҡ – ҡәрҙәше икән. Ура, антракт. Яңылыш ҡына равновесие һаҡлай алмаған булып ҡағылыу, йән иреткес йылмайыу, иркә тауыш менән ғәфү үтенеү, кәүҙәнең бөтөн һомғоллоғон, баһалап өлгөрөрглөк кенә итеп баҫып тороу,ымһындырғыс һығылмалылыҡ менән сығыуға ыңғайлау... Уйлағанымдан өс аҙымды артығыраҡ яһарға тура килде, ҡәһәрең. "Ас" кимәленә етмәгәнмен ахрыһы. Уф-ф, ниһайәт, ҡыуып етте. Тәк, күрешергә беренсе ҡатын-ҡыҙ ҡул һона. Сәтәкәй бармаҡты күтәреберәк, Томочка, онотма. Артабан, дело техники – күҙҙәренә мөкиббән китеп ҡарайһың, һөйләгәнен иҫең китеп мауығып тыңлайһың, ауыҙыңды асаһың икән мотлаҡ уға ҡарата һоҡланыуыңды белдереү өсөн генә.
О-о-о, кәйеф бермә-бер күтәрелде, Театр музейында зауыҡланып йөрөүем етмәгән, «ҡапҡорһаҡ»тың шәбен эләктермәнмен. Ысынлап та һәйбәт әңгәмәсе генә түгел, ә Искәндәр Сәғитовичтың танышы ла булып сыҡты. Ул ғына ла түгел, ә Искәндәр Сәғитовичтың тангышы ла булып сыҡты. Ул ғына ла түгел! «Объект» бөгөн бында, хатта беҙҙән йыраҡ та түгел урында ултыра! Ура-ура-ура. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

– Был яҡҡа таныш ҡарышлауыҡ шыуыша. Янына барып һаулашып китмәй ярамай – минең «хужа»ның «бикә»һе, – юлдашымдың эргәмдән китеүенән файҙаланып, иркенләп һулыш алдым. Тимәк, Искәндәр Сәғитович менән осрашыуға әҙерлән. Аҫҡа, гардеробҡа «танауҙы пудраларға» төшөп килмәй ярамай. Баҫҡыс яғына үткән ыңғай яңы танышымдың ҡаршыһындағы һынға күҙ һалам. Һығып торған бәрхәт күлдәк аша хас тиреҫ ҡарышлауығыныҡы һымаҡ ҡатлы-ҡатлы май һырҙары ҡабарып тороуы күҙгә бәрелеп ҡала. О, ҡатын-ҡыҙ! Шыма, ялтырауыҡ тиреле, һығылмалы йыланға тиңләүҙәре, баҡтиһәң, комплимент була икән. Тәүбә-тәүбә, ҡарышлауыҡҡа тиңләүҙән Алла һаҡлаһын. Был эволюция тигән нәмә кеше мәсьәләһенә ҡағылғанда нишләп... китмә киреһенсә эшләй икән? Тәбиғәттә ҡарышлауыҡ гүзәл, нәфис күбәләккә әйләнә, йөнлө, сурышлы, маймыл – кешегә. Ә беҙҙең тормошто ҡараһаң... Күбәләктәй еңел кәүҙәле, ҡарап туйғыһыҙ гүзәл ҡыҙ тора-бара «ҡарышлауыҡ»ҡа әйләнә. Сибәр, баһадирҙай егеттәр иһә ҡартлыҡтарында һаҡал-мыйыҡ баҫып, йөҙө ҡарайып, йыйырсыҡ баҫҡан һәм кәкрәйгән маймыл төҫөнә керә. Ни тиклем ғәҙелһеҙлек!
Баҫҡыстан ҡабаланып төшөп барғанда уйланырға ярамай ул миңә. Бына бит, йылтырап торған шып-шыма мәрмәрҙә алабарманлығым арҡаһында тайып та киттем. Йә кеше араһында суҡынып барып төшөп оятҡа ҡалыу менән сикләнәм, йә булмаһа туфлиҙарымдың беҙ үксәһе аҡтарылып-фәлән ҡазаға тарыясаҡмын, тип уйлап та өлгөрмәнем, ҡаршыма баҫҡыстан менеп килгән бер ир-егеттең ҡосағына барып та керҙем.
Ханым, һеҙ Золушка роле өсөн олораҡ һәм ауырыраҡ түгелме.
Ысын ир-егеттең ышаныслы ҡулына юлыҡтыммы тиһәм, уныһы ла ит сабыусы икән. Кәүҙә матурлығын баһалау түгел, ә ғәҙәт буйынса, иттең йәше һәм ауырлығы менән генә ҡыҙыҡһына, – «ҡотҡарыусы»ма үҙе кеүек тупаҫ ҡына яуаплап туфлийымды алырға боролам.
Тәүгеһенә ҡарағанда байтаҡҡа йомшорған интонациялы тауыш яңғырай:
– Ҡара һин уны! Аяҡтан йыға яҙғансы килеп бәрелә, етмәһә ғәфү үтенеү урынына мыҫҡыл итеп маташа. Бының өсөн яуап бирергә лә тура килеүе мөмкин бит әле.
– Беренсенән, маташманым, ә иттем, – туфлийымды аяҡҡа эләктереп менән асыу-ярһыу кире боролам. – Икенсенән, нимә-нимә, ә яуап бирергә мин аптырамайым! Өсөнсөнән, һеҙ әллә мәмерйәнән яңы сыҡтығыҙмы, ҡатын-ҡыҙ хаҡлы булмаһа – унан ғәфү үтенергә кәрәк тигәнде лә белмәйһегеҙ!
Һуңғы һүҙемде таслатҡансы битенә бәргәс, аңыма барып етә. Ҡаршымда... Сашка тора. Был юлы аяҡ тайыуҙан түгел, ә ҡапыл күтәрелгән көслө тойғоларҙан күҙ алдарым ҡараңғыланып сайҡалып китәм. Ҡулым менән баҫҡыс таянғысын ҡапшарға маташҡанда, таныш ҡулдар тағы беләгемдән матҡып тотоп ала.
– Ниндәй темпераментлы ханым! Етмәһә, бигерәк хиссән. Мин шунда уҡ ғәфү үтенәме тип кенә әллә иҫтән яҙырға уйланығыҙ? Бер үк тынысланығыҙ, зинһар. Юҡһа, кешеләр миңә ен-бәрей күргән кеүек ҡарап үтә башланылар. Бәлки буфетҡа кереп тереһыу уртлап сығырбыҙ, төҫөгөҙ ҡасҡан.
Мин телемде әйләндерерлек хәлгә етеп тынысланам:
– Беренсенән, таныш түгел әҙәм менән тереһыу түгел... – һүҙемде әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәйенсә Сашка элеп ала.
Ябай һыу ҙа уртламайһығыҙ, аңланым. Икенсенән, һеҙгә, ғөмүмән, «беренсенән» тип һүҙ башлаттырырға, аслан ярмай – аргументтарығыҙҙы танк урынына ҡулланаһығыҙ, ҡаршы сығырлыҡ түгел. Өсөнсөнән, хаталарымды төҙәтергә һуң түгел – әйҙәгеҙ, мин ғәфү үтенәм һәм, ниһайәт, танышайыҡ!
Ризамын. Тамара.
– О-о-о, Тамара, ханбикәләр исеме һәм күреп тороуымса – есеме! Әммә мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Һеҙҙең ҡолоғоҙ – Искәндәр Зөлҡәрнәйен. Мөмкин ябай ғына – Искәндәр Сәғитович.
Секунд эсендә бер яндым, бер туңдым һәм телһеҙ ҡалдым. Сашка – Александр Македонский – Искәндәр Зөлҡәрнәев... Йә Хоҙай! Тик минең кеүек уңмаған менән генә бындай хәлдең булыуы мөмкин ине! Сашка һәм Искәндәр Сәғитович – бер кеше, ҡот осҡос! Был осраҡта мин үҙемде нисек тоторға тейеш һуң, ә? Танытырғамы-юҡмы, йә Хоҙай, кемдән кәңәш һорарға?
– Тамара ханым, өсөнсө ҡыңғырау яңғыраны бит инде, нимә уйлаштығыҙ? Концертты ҡарап бөтәбеҙме, әллә...
Тиҙ-тиҙ генә башымда төрлө варианттарҙы байҡайым. Ложаға кереп ултырһаң инде... Юҡ, унда, беренсенән, теге “ҡапҡорһаҡ” бар, уның кәйефен әҙәпле генә ҡырыуға ҡарағанда, серле монар булып юҡҡа сыҡҡан хәйерлерәк. Икенсенән, мин инде төп маҡсатҡа ирештем – кәрәкле кешемде таптым. Хәҙер иң мөһиме – уны ҡулдан ысҡындырмау һәм кәрәкле документтарға ҡул ҡуйҙырырға ирешеү!
– Өсөнсө ҡыңғырау менән буфет та ябылмай микән ни? Ысынлап та тереһыуһыҙ шиңергә уйлайым ахры.
– Зарар юҡ, минең машинала шыйыҡлыҡтарҙың төрлөһө лә йөрөй торған.
– Рөхсәт итһәгеҙ, бер шылтыратыу эшләп алыр инем...
– Әлбиттә, Тамара ханым, әлбиттә.
Ҡалтыранған ҡулдарым менән кескәй генә клатч эсенән мобильнигымды һәрмәп ала алмай йөҙәнем. Унан иҫәрләнеп тоҡандыра алмай бер булдым. Етмәһә, тота килеп пин-код хәтергә төшмәй ыҙалатты. Рушаннаға шылтыратып, өҙөк-тәтек Искәндәр Сәғитович менән танышыуымды хәбәр иттем. Ә бына уның ысынында Сашка икәнен бер нисек тә әхирәтемә аңлатып еткерә алманым. Ниндәйҙер кәңәш бирер тип өмөтләнһәм, телефондың аккумуляторы ла “ултырҙы”. Хет асыуыңдан шартла. Машинала беҙҙән башҡа кәүҙәле генә ике егет тә бар ине. Йән көйөүенә түҙмәй һалып бирелгән эсемлекте бер тынала түңкәрҙем һәм... аңымды юйҙым...

Дауамы бар. 

Автор:
Читайте нас: