Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Артыҡбикә Повесть (5) Рәйлә САБИТОВА

– Эйе, веселая вдова. – Ҡәйнәмдең, уға ҡушылып бөтә ауылдың ғәйепләгән һүҙҙәре иҫемә төшөп, шуларҙы ҡабатлайым. – Ир бысрағы йыумайым, бер кем ҡолаҡ итен сәйнәмәй. Ике улыма килгән пенсия аҡсаһына рәхәтләнеп типтереп йәшәйем. Ул льготалары ғына күпме!

Артыҡбикә Повесть (5) Рәйлә САБИТОВА
Артыҡбикә Повесть (5) Рәйлә САБИТОВА

Ҡайҙа ятам мин? Кипкән ауыҙымда телемде ҡутарып әйләндерергә маташам. Тәмһеҙ. Иҫтән яҙғанда гел ошолай ауыҙ тәмһеҙләнгән була. Шәкәрле сәй эсеп алам был саҡтарҙа. Әммә ул саҡта иҫтән яҙыуға ниндәйҙер сәбәп була торғайны, мәҫәлән, мунсала башҡа еҫ тейеү. Ә әлегеһе бит хатта бик шикле шарттарҙа. Театрҙа инем. Сашка – Искәндәр. Машина... Бер кем дә башҡа һуҡманы, тимәк, сәбәп – эсемлектә. Ахмаҡ һин, Тамара, полный ахмаҡ! Дошманыңдың йортонда ашамаҫҡа, эсмәҫкә, йоҡламаҫҡа тигән ябай ғына аҡылды оноттоңмо ни? Тормош томшоҡҡа тондороп тора, тәки аҡылға ултыртҡансы түгел, ә?!. Күҙемде асалаҡ-йомалаҡ килтереп ҡайҙалығымды аңларға маташҡанда, яҡында ғына бик тыныс, бер аҙ мыҫҡыллабыраҡ интонацияла тауыш яңғырай:
– Шунан, экс-Золушка, спящая красавица хәленән арындығыҙмы, әллә берәй батша малайының килеп үбеүен көтәбеҙме?
– О-о-о, тағы ла разочарование! Батша малайы үҙе осранымы тиһәң, әпәт сираттағы әрмәнде. Ярай әле быныһы үбешкәнгә тиклем асыҡланып өлгөрҙө! – ҡапыл боролоп әңгәмәсемә күҙ һалам һәм секундтың ундан бер өлөшө арағыуында ғына сағылып өлгөргән эмоцияны күреп өлгөрөп, эстән тантана итәм. Бөтөнләй үк таш булып ҡатмағанһың әле, Искәндәр әфәнде, “Ахиллес үксәһе” ерҙәреңә сәпкә тейҙергәнсе бәргәнмен бит. Ярай, Тамара, артыҡ маһайма, оппонент яуап-маҙар уйлағансы, үҙ хәлеңде хәл итеүҙе ҡайғырт. Рушаннанан кәңәш һорарға шылтыратһам да, үҙемде Сашкаға танытмаҫҡа тигән ҡәтғи ҡарарға килгәйнем инде. Ни тиһәң дә ваҡыт аяуһыҙ. Үҙ йәшемә хатта бик арыу күренһәм дә, ун һигеҙ йәшлек “мин” менән ярыша алмайым инде хәҙер. Ул саҡтағы ғәмһеҙ йәшлек матурлығын әлеге тормош тарафынан оролған утыҙ йәшлек ханымдың ваҡыт үтеү менән апаруҡ таушалған тәне менән ярыш ҡуйып булмай. Эс тирәһенә бер нисә тапҡыр бик һуҙылырға тура килде, эҙҙәрен йәшерерлек түгел инде, тән бөтөнләй бүтән һәм үҙгәрештәр матурлыҡ яғына түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Аһ, аяуһыҙ ваҡыт! Хәйер, ваҡыт аяуһыҙлығына түҙергә була ул...
Хәтер аяуһыҙлығына түҙеп булмай. Үҙемдең баштан үткәргәс, ныҡ төшөндөм. Бер осрашыу күңелемдең аҫтын өҫкә килтерҙе...
– Һаумы, Тамара.
– Һаумы, тик мин һеҙҙе танымайым.
– Зөлхизә.
Был исем миңә бер хаҡында ла һөйләмәй ине. Иғтибар менән йөҙөнә ҡарайым, әммә был кәм тигәндә ҡырҡ-ҡырҡ биш йәштәрҙәге ханым менән ниндәй шарттарҙа танышыу мөмкинлегемде һис күҙ алдына килтерә алмайым.
– Һуң, Зөлхизә, Өфөлә бергә уҡығайныҡ...
Шул саҡтағы шаңҡыуҙан телһеҙ ҡалыуҙарым! Ун йыл буйы күрешмәгән курсташымды, хатта бер аҙ ваҡыт серҙәшемде танымасы әле! Зөлхизә. Йөҙөнән нурҙар сәсеп торған ғәжәп һылыу ҡыҙ ине ул. Республикала һылыуҡайҙар конкурсы яңы ғына үткәрелә башлаған мәл. Шунда Гран-при алған ҡыҙға ныҡ оҡшаған ине ул. “Шуның һеңлекәше мәллә?” – тип мөрәжәғәт итә торғайнылар. Ләкин күҙҙәренән осҡон борҡолоп, керпектәренән нур һибелеп торған, бешкән сейәләй ымһындырғыс иренле гүзәлкәйҙең бынау ҡарайған сурыш битле, ялтыр металл тешле, ҡараштары һүнгән әбей менән ни уртаҡлығы бар? Һөйләшһәм дә һөйләштем, һөйләшмәһәм дә һөйләштем... Аҡылым менән шул Зөлхизә икәнен аңғарһам да, ҡабул итә алманым. Әйтерһең дә бөтөнләй ят кеше менән уртаҡ таныштарҙың хәл-әхүәлен белешәбеҙ. Мин ул осрашыуҙан бер нисә көн айный алманым. Рушаннаға шылтыратып хәбәр иттем, курсташыбыҙҙың аяныслы хәле хаҡында фекер алышып уфтаныштыҡ, ихлас ҡайғырҙыҡ, хатта балауыҙ һығып алынды... Хәҙер үҙемә Зөлхизә урынына ҡалырғамы? Алла һаҡлаһын. Сашканың күҙҙәрендә “о ваҡыт, һин ни тиклем аяуһыҙ!” тип миңә ҡарата йәлләү күрһәмме? Был кәмһенеүгә ҡарағанда әжәлең мең артыҡ. Үткәндәр үткәндә ҡалһын. Йәшлектәгенең ҡонон ҡайтарырға ҡыҙыҡмам тигән инем. Кем белһен инде Сашканың зәһәрләнгәнен. Ул, ана, һис уяулығын юғалтмаған. Нисегерәк һорау алырға тотондо. Имеш, кем тирмәненә һыу ҡоям, хәсрәт “Мата Хари”, етлекмәгән шпионка. Тамаша залында уҡ уға текләп, гипноз алымдары ҡулланып маташҡанмын. Барып сыҡмағас, махсус рәүештә аңдып тороп, баҫҡыста юрамал килеп бәрелгәнмен.
– Бәлки мин һеҙҙең хуш китерлек сибәрлеккә күҙем сағылып ҡолағанмындыр, әфәндем?
– Бында шаярыу тоны урынһыҙ, ханым, - һуңғы һүҙгә минең интонация менән баҫым яһап, боҙҙай һалҡын тауыш менән яуаплай Сашка-Искәндәр. – Яҡшылыҡ менән һорағанда яуап биргегеҙ килмәһә, насарлыҡ менән дә булдыра алабыҙ. Минең һаҡсы “бурҙай”ҙарҙы күрҙегеҙ, көс мөмкинлектәрен ҡатын-ҡыҙ һиҙгерлеге менән баһалап өлгөргәнһегеҙҙер. Бер тәүлеккә биреп ҡуйырмын үҙегеҙҙе унауһына бергә. Ете быуын олатағыҙҙың бөтә гонаһтарын да һөйләп бирерһегеҙ хатта. Әлбиттә, ауыҙ асып тел әйләндерерлек хәлегеҙ һәм мөмкинлегегеҙ ҡалған булһа... Һеҙ бая мине ит сабыусы менән сағыштырыуығыҙҙа ниндәйҙер хәҡиҡәт тә бар ине. Был һеҙҙең алдан күреүсәнлек һәләтенең сағылышы икән, зинһар, мин әйткәнде эшләгәндән һуң һеҙҙең нәфис, йәш һәм, дөрөҫөн әйткәндә, ымһындырғыс тәнегеҙ менән ниҙәр буласағын күҙаллағыҙ һәм был ҡыҙғаныс хәлде булдырмау юлдарын табығыҙ. Ышанығыҙ, мин бит бөтөнләй бәғерһеҙ түгел. Минең менән нисектер файҙаланырға тырышҡан һәр береһен язаға тарттыра башлаһам, исемем Гитлер менән бер рәттә торор ине. Аллаға шөкөр, әлегә улай түгел. Күрәһегеҙ, тәүҙә һүҙ менән генә тәьҫир итергә маташыуым.
Эҫеле-һыуыҡлы булып китәм. Мин аяуһыҙ тормоштоң һикәлтәләрен үтеп бөтмәнем ахрыһы. Һаман аҡыл кермәгән. Власть эргәһендә ҡасан мәрхәмәтлеккә урын табылғаны бар? Ниндәй аҫыл йөрәктәрҙе, яҡты күңелдәрҙе бөкмәгән ул? Кем уның аяуһыҙ көсөнә бирешмәгән дә, шәфҡәт һәм миһырбан тулы кеше булып ҡалған? Ул бик йыраҡ йәшлектә генә бит Сашка һинең өсөн әллә ни ҡурҡыныс тыуҙырмаҫлыҡ ине. (Дөрөҫөрәге, ул ваҡыттағы ҡурҡыныс нәмә, әле ҡурҡыныс түгел, шунда ғына айырма. Әлбиттә ҡурҡыныс кеше. Сашка һәр ваҡыт минең өсөн ҡурҡыныс тыуҙырҙы һәм тыуҙыра.) Әле ул айырыуса хәүефле кешегә әйләнгән. Сөнки ҡулында власть һәм буйһонорға тейешле әҙәмдәр бар. Бер ымлауы булыр, ҡулың – ҡулса, ботоң – ботса ботарлап та ташларҙар. Итеңде ырғытты ҡуйҙы берәҙәк эттәргә, йәки берәй котлованға... Әҙме ни әҙәм һөйәктәрен юҡ итер ерҙәр. Бер кем дә эҙләмәҫ тә, белмәҫ тә. Ике улың ике көсөктәй шыңшып алыр ҙа, үҫә-бара онотор. Яҡлар-ботлар кешең бер ҡасан да булманы һәм булмаҫ та. Һәр саҡ был донъяла артыҡбикә булғаныңды, үлгәс кәрәгең ҡалыр тип беләңме?
Ҡурҡышымдан таш һынға әйләнә башланым, ә Сашка торған һайын аяуһыҙыраҡ.
– Минең сибәрлегемә ҡағылышлы һүҙҙәрегеҙгә мин, әлбиттә, ышана ла алыр инем. Тәүҙә хәлдең шулай булыуында шикләнмәнем дә. Хатта шундай көйәҙ ханымдың иғтибары ирлек тәкәбберлегемә май булып яғылды. Әммә ярҙамсыларымдың береһе һеҙҙең телефондан ни һөйләгәнегеҙҙе ишетеп ҡалған. Абайһыҙлыҡ ҡылғанһығыҙ, кем, Мата Хари! Абайһыҙлыҡ! Шпион ул аҡыллы һәм сибәр генә т-гел, нығыраҡ иғтибарлы һәм түҙемле булырға тейеш. Ниңә инде танышыр-танышмаҫ отчет ебәрә башларға? Етмәһә, кем тип бит әле! “Сашка”, имеш. Кемгә Сашка, ә кемгә Искәндәр Сәғитович...
Кешене стенаға килтереп терәргә ярамай ул. Сөнки юғалырға бер нәмә лә ҡалмаһа, иң йыуаш кеше лә арыҫландай дошманға ташланырға һәләтле. Минең дә был абсурд хәлгә асыуым килә башланы. Нимә һуң был? Ниндәй шпионлыҡ, ниндәй разборка? Ниндәй гонаһым өсөн мин үлемгәме, зәғифлеккәме дусар ителергә тейеш? Яҡлаусыһы булмаһа ни... Яҡлаусыһыҙ кеше булыуҙан туҡтайһыңмы ни? Мин үҙем яҡлаусы – улдарыма. Улар йәтим ҡалып кеше күҙенә ҡарап ултырырмы, бынау чиношаның..... башына тай типкән тип?
Минең ҡарашым ҡапыл туфлиҙарыма төштө. Улар төҙ генә, ҡупшы ғына булып баҫып торалар. Келәм өҫтөндә, йыраҡ та түгелдәр. Ә кем уларҙы улайтып ҡуйған? Был бит тап Сашканың ғәҙәте. Ул минең алда өлтөрәп йөрөй торған холҡо бар ине. Кейемдәремде һыйпап-ҡағып урынлаштыра, хуш еҫле күбектәр менән ванна яһай, сәй артынан ҡуҙғалмайым да – ҡулға килтереп тоттора... Ботарлатырға һаҡсыларға ырғытырға торған фәхишәнең туфлиҙарын шулайтып ҡуялармы ни?
Уйҙарымдың был юҫыҡҡа тәгәрәүе ҡапыл ҡурҡыу бығауҙарымды ысҡындырып төшөрҙө. Минең баш күтәрелде, кәүҙә турайҙы, ирендәремә йылмайыу йүгерҙе.
Хәсрәт манипулятор! Был бит блеф, ҡоро һүҙ менән ҡурҡытыу! Кеше күберәк кеше һүҙенән түгел, үҙенең фантазияһы эшмәкәрлегенән ҡурҡыуға бирелә. Бына мин дә ахмаҡланып барам. Сашканың арлы-бирле кинәйәләренән әллә ниндәй уйҙарға бирелеп, ахмалға төшөп ҡурҡып, үҙемде табутҡа апарып һалдым хатта! Нисауа, ҡасандыр һине алдымда теҙләнергә мәжбүр итә алғанмын икән, моғайын төшөп ҡалғандарҙан булмағанмындыр. Тик ул ваҡытта үҙ файҙамды ҡайғырта белмәгәнмен. Искәндәр был ваҡытта үҙ-үҙе менән һоҡланыуға артыҡ бирелеп, миндәге үҙгәреште абайламай ҡалғайны. Бына ул эсемлек һалып алған бокалын тотоп, минең яҡҡа боролдо. Уның бер секундлыҡ аҙауынан файҙаланып, мин өҫтөмә ябылған пледты һирпеп ырғыттым.

– Искәндәр, әйт әле, мине бында һин үҙең күтәреп килтерҙеңме, әллә теге егеттәреңме? ― Үҙем көткән реакцияны күреп, эстән генә тантана итәм. ― әлбиттә, үҙең. Бына бит, тубыҡтар тубыҡҡа терәлгән, итәк таушалмаҫлыҡ итеп яҙылып ябып ҡуйылған. Ә был йомшаҡ плед? Унан һинең еҫең килеп тора. Ҡайҙа тәмләп ҡарайым әле, вермутмы? Әлбиттә, вермут, мотлаҡ ике кубик боҙ менән. Ҡайҙа ванна бүлмәһе? Болоттай күбек менән тулған ванна әҙер түгел икән, исемем Тамара булмаһын!
Бер туҡтауһыҙ һөйләнеп Искәндәргә айнырға ирек бирмәнем. Уның бер нәмә лә аңламай ҡалыуынан файҙаланып ванна бүлмәһенә кереп тә бикләндем. Уф-ф-ф! Күҙемде баянан бирле ҡырып этләткән линзыларҙы сисеп раковинаға бәрҙем. Хушығыҙ, минең ялған «күҙҙәрем»! Хуш, минең ялған битлегем һәм шаҡ ҡатырылған прическам! Тәнем ҡалтырауын ваннала йылыға күмелеп ятыу бер аҙ баҫты. Ох нервылар! Ярай әле бая, Искәндәр ҡаршыһында, «ысҡынманылар»! Ул инде бер нисә тапҡыр килеп ванна ишеген шаҡып китте. Иҫенә килгәндер инде, миңә яңы психик атака әҙерләне, буғай.
Шунан, Тамара, нишләйбеҙ? Үҙеңде танытмай ғына эш ҡыйратып булманы, былай булғас. Танытырға тура килә. Эх-х. Танытҡы килмәгәйне, юҡ! Яра, тыныслан. Һәр нәмәнең үҙ яҡшы яғы бар. Йәшлеген һәр кем яратып иҫкә ала. Йәшлек хәтергә төшһә, бәғер йомшай, йоҡоға талған яҡшы сифаттар уяна. Ваҡытлыса, әлбиттә, әммә уяна. Ә миңә тап шул бер нисә минут йомшаҡлыҡ менән урынлы файҙаланырға һәм кәрәкле ҡағыҙҙарҙы эшләтеп алырға ғына кәрәк. Эйе, ни бары бизнес, ни бары... Шундай уйҙар менән мин ваннанан сығам, яҡшылап ҡоротҡансы һөртөнәм һәм йомшаҡ халатҡа уранам. Ни булһа ― шул булыр...
– Ха-ха-ха! Мин шулай тинемме? Хатта теҙләндем?! Вәт иҫәр, ә? Шундай һүҙҙәр һөйләнем? «Я-ра-там»? Мин шулай тип әйттемме? Ха-ха-ха... Кемдән оттом икән бындай ахмаҡлыҡты? Берәй кинонан күргәнмендер...
Мин, битемә ахмаҡ йылмайыу йәбештерҙем дә, шаңҡып тик ултырҙым. Ғәрлегемдән өнөм тығылды, бер һүҙ әйтә алмайым. Ә Сашка көлә лә көлә. Ҡапыл уның көлөүен ниндәйҙер үкһеүгә оҡшатып, һиҫкәнеп китәм. Күҙҙәренә ҡарайым. Тап шул ваҡытта ул быялаларын һөртөргә була, ярайһы уҡ ныҡ ҡараңғылатылған күҙлеген систе. Ул миңә түгел, ҡайҙалыр бушлыҡҡа текәлде. Уның күҙҙәрендәге миңә ныҡ таныш оло һағышты күреп, тетрәнәм. Аһ, ошо ҡараштар. Шул ҡараштарҙан мин телһеҙ ҙә ҡалам, быуынһыҙ ҙа. Күпме шарҡылдап көлгән булды ул әле генә, күпме минең хистәрҙе мыҫҡыл итте! Ә үҙенең күҙе тулы бына-бына түгелергә торған мөлдөрәмә хәсрәт. Теге ваҡытта ла шулай ине. Шул ғәм тулы, зар тулы ҡараштарға арбалдым һәм сөңгөлөнә баттым. Белә ул үҙе тураһында. Ниндәйҙер уҡытыусыһы әйткән. Шунан бирле быялаһы ҡарайтылған күҙлек кейә. Минең менән икәүҙән-икәү ҡалғанда ғына сисеп ырғыта торғайны. «Һинең менән генә үҙем була алам», тип әйткән булды. Ә хәҙер иҫләмәй, миңә нимә һөйләгәнен түгел, хатта таныш булғанды ла. Ғәрлек. Илағы килә хатта. Үҙемде көс-хәл тыйып ултырам.
– Туҡта, һинең әле генә күҙҙәрең ҡуңыр ине түгелме ни? ― ҡысҡырып өндәшеүгә тертләп, күтәрелеп ҡарайым.
– Әлләсе, ғүмер буйы йөрөткән күҙҙәрем инде. Сәгер. Күҙҙәрең йәйғор һымаҡ тип тә әйтә торғайның әле, етмәһә, бөтә хистәр сағылып тора, хәйләләшә белмәйһең тип. Мин, бахыр, ышанған булдым.
Минең үпкә һүҙҙәремде тыңламай ине ул. Алдыма килеп теҙләнде лә үҙенең туп-тулы зар ҡараштары менән туп-тура миңә текләне.
– Был ― һин! Был һинең күҙҙәр!
Был юлы мин хахылдап көлдөм. Илағансы. Искандер Сагитович сәгер күҙҙәр яратмай тип, төҫлө линзалар кейергә тура килгәйне бит. Ҡырыуына түҙмәй сисеп ырғыттым да, оноттом да. Ә әле Искәндәрҙең тура ҡарашын күтәрә алмай, күҙҙәремде йомам. Йәнем аҡтарылып бара. Хыянатсы күҙҙәр! Йәшкә мансылып, мине оятҡа ҡалдыралар инде!
– Хәҙер иҫемә төштө. Ысынлап та алдай белмәй шул күҙҙәрең. Көҙгөгә ҡараған һымаҡ булдым. Әллә туп-тура йәшлегем күҙенә ҡараныммы? Иҫең китер ― мин шундай һүҙҙәр һөйләй алғанмын! Мин ғашиҡ була алғанмын! Күңелгә наҙлы хистәр тулған заман булған бит, әй?! Беләһеңме, беҙ байрам.... түгел, ни түгел, кистә лә фейерверк аттырып урам тултырып шаярып-көлөп йөрөй белә инек. Ниндәйҙер дыуамал ҡылыҡтарға һәләтле инек! Алйот йырҙар йырланыҡ, шашып бейенек, донъяны үҙгәртеп ҡора алыуыбыҙҙа шикләнмәнек... Ә хәҙер? Йылдар буйы хатта шылтыратышмайбыҙ ҙа дуҫтар менән. Йыр тыңлаған да юҡ, бейеү түгел, артыҡ аҙым баҫырға ла йыбанаһың. Олоғайған һайын донъя ҡыҙыҡһыҙ була икән. Йәшлек яныуҙары-ярһыуҙары ― бер мәғәнәгә лә эйә түгел икән. Донъя нисек ҡоролған, шулай тәгәрәп тик тора. Ә беҙ ― шул тәгәрмәс араһында иҙеләбеҙ, ваҡлашабыҙ һәм саңға әйләнәбеҙ...
– Ватылабыҙ, ваҡланабыҙ ул беҙ, ябай халыҡ. Һин беҙҙең исемдән һөйләшмә, килешмәй. Һин тап шул арбала дилбегә тотоп ултырыусылар рәтенән. Тик был темаға бәхәсләшә башламайыҡ, йәме. Беҙгә тиклем әллә нисә меңәр йылдар буйы иң яҡты аҡыллы алтын башлы философтар том-том трактаттар яҙып та, донъяның айышына төшөнә алмағанда, беҙҙең бәхәс кенә мәсьәләне хәл итмәҫ.
– Һәр ваҡыттағыса һин хаҡлы. Ысынлап та, теманы тарайтыу иң отошлоһо булыр. Һөйләп ебәр, ҡайҙаһың, кемһең. Йылдар һиңә килешкән. Быға шатмын. Күрәһең, яҙмышың насарҙарҙан түгел. Быныһы минең ирлек сәмемә ныҡ тейҙе, йәшермәйем. Һине мин генә бәхетле итә алырға тейеш инем. Ә һин минһеҙ ҙә бына тигән – сибәр, һауалы, көслө. Һин бер кемгә буйһонмайһың, бер нәмәнән ҡурҡмайһың. Мин һиңә йәш ҡыҙ сағыңда һоҡлана инем. Ләкин әле һинең тағы ла нығыраҡ һоҡланырлыҡ икәнеңде күрәм. Һөйлә әле, һөйлә, тауышың танһыҡ, тыңлағым килә.
О-о-о, башланды. Китте бит эреп, хыянатсыл күңел! Теле менән йыланды ла арбай инде ул! Ниндәй ҡатын-ҡыҙ түҙһен ти был һайрауға? Ул бит әле бөтә йөҙөнә, тауышына шул тиклем ихласлыҡтар һалып һөйләй белә. Ышанмаҫ ерҙән ышанырһың, был донъяла үҙеңдең берҙән-бер ҡабатланмаҫ тиңһеҙ фәрештә икәнеңә. Хәҙер һөйләгәнеңде мөкиббән китеп тыңлап ултырасаҡ әле, ауыҙыңа керерҙәй булып. Һәр бер ҡылығыңа һоҡланыуын белдерәсәк, әленән-әле комплименттар менән күмәсәк, ҡулдарыңды ҡәҙерләп үбәсәк. Һәм бөттө – еңеләһең, уның иркенә биреләһең һәм аҙағынан буйһондороусы ул булып ҡаласаҡ. Был сценарий миңә таныш. Ә таныш яу – билдәле, һуғышырға уңайлы.
– Тимәк, һин – веселая вдова?
Уның йәне көйөүен һиҙҙермәҫкә була юрамал айырата ғәмһеҙ интонация менән әйткәнен аңлап, көлөмһөрәйем.
– Эйе, тим үҙем дә айырата ғәмһеҙлек менән. Үҙемдең шул арала кинохроника кеүек тулылыҡта, әммә йәшен кеүек тиҙлектә бөтөн күргән кисергәндәр күҙ алдынан үтә. Иремдең ҡар өҫтөнә һуҙылған кәүҙәһе, ҡара ҡойолған туғандары, мине ҡарғай-ҡарғай бәргеләнеп илаған ҡәйнәм, баҫрауҙай кәүҙәһе бөрөшөп бәп-бәләкәй тороп ҡалған ҡайным. Ярҙырырға, юлына, кәфененә, хәйеренә, тағы әллә нимәләренә аҡса еткерә алмай, һорансылап ауыл буйлап йөрөүҙәр. Өсөн, етеһен үткәрер-үткәрмәҫ әллә ауырлыҡ төшөүҙән, әллә кисерелгәндән “ҡыҙ булырмы” тип көтөп йөрөгән ауырымдың эсемде үлтереп һыҙлатып төшөүө. Ҡанһырап бер дауаханала үҙемдең, икенсеһендә оло улымдың ауырып ятыуҙары. Унан ҡайтыуыма донъямдың аҫтын-өҫкә әйләндереп ҡәйнәмдең ат, һыйыр-башмаҡ, арба-сана, башҡа ваҡ-төйәк ҡош-ҡортто ҡыуып алып ҡайтыуы, өй ҙурайтырға тип буралған төкөтмәне ҡайынбикәнең һүтеп алып ҡайтҡаны, булған бензобысҡы, башҡа ир-ат ҡоралдарын үҙҙәренекеләй күреп һатып ебәреүҙәре, үҙ көсөбөҙ менән һалып ингән өйҙән дә ҡыуып сығарырға маташып судлашып йөрөүҙәре... Ҡыш уртаһында ике баламды ҡосаҡлап бер шырпы утынһыҙ һыуыҡ өйҙә тороп ҡалыуым, кеше яллап ҡушырға тиһәң, муйындан бурысҡа батып аҡсаһыҙ ултырыуҙарым. Бар халыҡтың ҡырын ҡарашынан, ҡәйнәм ҡәһәрләүҙәренән, артымдан да алдымда ла ғәйбәт сәйнәүҙәре, һаулашып ҡына киткән һәр мужикка ҡушып нахаҡ һөйләүҙәре. Бер ҡайнағам, бахыр, ситләтмәҫкә тырышты. Бер ул ғына минең ике баланың уларҙың фамилияһын йөрөткәнен, асылда өләсәләренең уларҙың өлөшөн тартып алыуҙарын аңлай ине. Тамам көрсөккә терәлгәндә ул бер ат йөгө (аты ла, әпсендәре лә беҙҙеке булһа ни эш бар) утын килтереп, бысып-ярып китте. Ауыл ғәйбәтселәренә шул етә ҡалды. Бер заман апһын, меҫкен, ярһып килеп мине “аҡылға ултырыу, намыҫҡа саҡырыу” сәхнәһе ойоштороп китте. Мин ни иларға, ни көлөргә белмәй аптырап тороп ҡалдым. Бинахаҡҡа йәберләнеүемә илағым килһә, күп эсеүҙән, ғүмер буйы ауыр эш башҡарыуҙан таушалып бөткән, тешһеҙ һәм һирәк сәсле иллегә етеп барған ҡайнағамды ир итеп күрә алыуым мөмкинлегенә ышанып көнләп маташҡанына аҡырып көлгөм килде. Бөтөн рәнйеүҙәрем йәшем бөткәнсе илауҙарым, улдарым өсөн һыҡрауҙарым... Барыһы ла күңелде һыҙлатып иҫемә төшөүенө албырғап баш сайҡаным:
– Эйе, веселая вдова. – Ҡәйнәмдең, уға ҡушылып бөтә ауылдың ғәйепләгән һүҙҙәре иҫемә төшөп, шуларҙы ҡабатлайым. – Ир бысрағы йыумайым, бер кем ҡолаҡ итен сәйнәмәй. Ике улыма килгән пенсия аҡсаһына рәхәтләнеп типтереп йәшәйем. Ул льготалары ғына күпме!
Искәндәрҙең ҡарашында йәшерен аптырау ғәләмәте сағылғанын күрәм. Ул минең ысынлап та елбәҙәк һәм циныкмы, әллә юрамал шулай булып күренергә тырышыуыммы икәнен һынарға, асыҡларға маташа. Ә минең нишләптер уның менән үҙемдең тәрән кисерештәремде, түгелеп китерлек һағыштарымды уртаҡлашҡым килмәй. Хәйер, уның менән генә түгел, башҡа бер кем менән дә. Сөнки улар тик минеке, минеке генә. Уй-ҡайғыларымдың бер тамсыһы менән уртаҡлашһам да ярлыланып ҡалырмын, үҙем булыуҙан туҡтармын һымаҡ. Кешеләр ни уйлаған булып эс-бауырыма керерҙәй итеп хәл һорашҡан була икән был донъяла? Ҡайғыңды күтәрешерҙәй, һәр күҙ йәшеңде бриллиантҡа тиңләп ҡәҙерләрҙәй булған ҡыланалар, ә ысынында иһә күптән билдәле ул хәҡиҡәт кешенеке кештәктә. Уртаҡлана икән, ул ни бары тыш күңелдән генә, яҡшы кеше булып күренергә тырышырға үлә-бата ынтылыуҙан ғына ни бары. Ни бары шул. Әлбиттә, был кешегә ышанмауым минең ғөмүмән, ышанмаусанлыҡ һыҙатым ғына булыуы мөмкин. Бәлки, кеше ҡайғыһын үҙенекеләй итеп ҡабул иткән ихлас һәм изге кешеләр ҙә барҙыр? Әллә инде. Булған осраҡта ла Искәндәр улар рәтендә бер ҡасан да торманы һәм тормаҫ. Ул минән былай циник. Миңә лә унан йоҡҡандыр был сир. Йоғошло ауырыу кеүек. Шундай йоғошло булмаһа, бөтә кешелек донъяһының күпселек өлөшөн ялмап ала алыр инеме ни ул? Уйҙар был темаға кереп китһә, бөттө, сыбыртҡы шартлатып ҡыуып та йыйып алып булмаҫ. Шуға бына нисәнсе тапҡыр инде, был бысраҡ донъяла йөрөп ятыуымдың маҡсатын көсләп иҫемә төшөрәм: эйе, нимә әле? Ә-ә-ә, имза, рөхсәт хаты. Мин тағы Искәндәрҙең күҙҙәренә туп-тура бағам һәм ихлас йылмаям. Беҙгә үткән ғәжәп матур сағыбыҙҙы уның иҫенә төшөрәм. Онотмам, тип үҙ-үҙемде алдап йәшәгәнмен икән. Ваҡ-төйәгенә тиклем иҫтә, ҡәһәрең. Һағынышыуға түҙә алмай маршруткала алты туҡталыш буйы үбешкән дә әле генә һымаҡ. Ҡайҙа унда халыҡтан оялыу! Кеше күҙгә лә күренмәй, барлыҡ йыһанда беҙ икәү генә... Үҙ-үҙемде, тирә-яҡты, ысынбарлыҡты, ваҡытты онотҡансы, онотолоп, ярһып мөхәббәт даръяһына башкөлләй сумыуым шунда... Башҡа бер кем менән дә ҡабатланманы шул кисерештәр: бер кемдең ҡарашында батманым, бер кемдең ҡосағында иремәнем, үҙ-үҙемде онотманым... Эй, Хоҙайым, шул тиклем дә... Шул тиклем дә йәшәмәгәнмен, үлек булғанмын нисә йылдар, ә? Тамырҙарың буйлап ҡайнар ҡандың урғылып-ярһып аҡҡанына түҙә алмай, хистәреңә тонсоғоп, йөрәгең шартларҙай булып алҡымыңа килеп тығылғансы яратыуым... Бер “ах” тиеүе менән Йософтоң ҡамсыһын көлгә ҡалдырған Зөләйханың хәлен нисек аңлайым мин! Ҡамсы түгел, әллә нимәң көйрәп янып китер был ялҡынға. Бәй, нисә йылдар “һүнгән” тип йөрөгән ҡуҙҙар әллә ҡабат терелергә маташалар әллә? Тәүбә-тәүбә. Йәш сағында бәхет килтермәгән был хискә хәҙер, ҡарыуым бөткәс бирешһәм, нишләрмен? Ауыҙ бешеү генә нисауа, бында бит...
Яҙмыштары өсөн яуап тотҡан ике балам барлығы иҫемә килтерә. Ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтен әсәлек инстинкты һәр ваҡыт еңә. аллаға шөкөр. Бына бит, мин тағы иҫемә килдем, аҡылыма ҡайттым. Ипләп кенә әңгәмәне үҙемә кәрәк юҫыҡҡа борам. Искәндәр менән икебеҙҙең оҡшашлыҡҡа йәнем һыҙыла. Һыҙыла ғынамы – һулҡылдап-һулҡылдап әрней. Беҙҙең яҙмыш бер нисек тә оҡшарға тейеш түгел ине бит. Ул – иркәлектә үҫкән яңғыҙ ул. Ни теләһә – шул алдында, бөтә тарафҡа таҡыр юл. Сибәр, аҡыллы. Бәхетле булырға бер кем ҡамасаулай алмай. Бер кем дә, бер ниндәй сәйәси-иҡтисади боролоштар ҙа, бер ни ҙә... Байлыҡ быуыныңа етерлек туплап ҡуйғандар. Елдер иң яҡшы машинала, биш булмағайы илле биш йондоҙло отелдәрҙә типтереп ял ит. Карьера баҫҡысынан үрмәләргә ялҡауың килһә – лифт менән мен! Барыһы ла алдыңа “мә!” тип килтереп ҡуйылған. Ҡатыны үҙе кеүек ҡатламдан, тәрбиәле, супермоделдәрҙән былайыраҡ, ҡайҙа ҡултыҡлап барһаң да оялырлыҡ түгел.

Дауамы бар.

 

Автор:
Читайте нас: