Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Булмаған кешене ҡайҙан алайым

Көндөҙ – һатыуҙа, кис янғын һүндереү часында иҙән йыуам. Бер көндө кис бара алмағас, иртә менән йүгерҙем «пожарка»ға. Йүгереп йөрөп иҙән йыуам тиһәм, телефон шылтырай.

Булмаған кешене ҡайҙан алайым
Булмаған кешене ҡайҙан алайым

Йәш саҡ. Ике урында эшләп йөрөйөм. Көндөҙ – һатыуҙа, кис янғын һүндереү часында иҙән йыуам. Бер көндө кис бара алмағас, иртә менән йүгерҙем «пожарка»ға. Йүгереп йөрөп иҙән йыуам тиһәм, телефон шылтырай.Тауыш хужаны таптыра. «Килмәгән әле. Юҡ шул, юҡ!» – тигәндән башҡа һүҙем юҡ. Тағы шылтырата был: «Галин әле был – Вадим Ғилманович кәрәк!» – ти бойороңҡорап. Мин дә юғалып ҡалманым. Йәнем тамам көйгәйне. «Галин булһаң, ҡалайтайым. Юҡты бар итә алмайым бит инде!» – тип ҡысҡырып, шапылдатып трубканы һалып та ҡуйҙым. Иртәгәһенә хужабыҙ уттай баҙлап аҡырып йөрөй: «Кисә кем трубканы алып, мине һораусы хужа менән тупаҫ һөйләшкән – выговор бирәм!» – ти. Ул хужа кем булған икән һуң, тип уйлап та өлгөрмәнем: «Юнысовна, һеҙҙән башҡа кеше улай һөйләшмәҫ, һеҙҙең эштер ул!» – ти, яман ҡарашын миңә төбәп. Мин яйлап ҡына уға: «Мин булһам да шулай тип яуап бирер инем. Юҡты ҡайҙан алаһың? Теңкәһенә тейгәндер шул...» – тинем дә, сығып һыҙҙым.

Автор:
Читайте нас: