Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауырлыҡтан дарыу — сабырлыҡ

Трамвай юлынан өйгә ҡайтып барғаным хәтерҙә. Йәшәгем килмәй. Бына ошонда, трамвайҙар боролошонда, кинәт ҡолайһы ла мәңгелеккә күҙҙәрҙе йомаһы ине.

Ауырлыҡтан дарыу — сабырлыҡ
Ауырлыҡтан дарыу — сабырлыҡ

Кемгәлер минең тормош тәжрибәмдең кәрәге тейеп ҡуйыр тигән маҡсатта яҙам был юлдарҙы. Ҡот осҡос диагнозды ишеткәндән һуң оҙаҡ ваҡыт сир менән яғалашыу түбәндәге һығымталарға килтерҙе. Кемгәлер минең тормош тәжрибәмдең кәрәге тейеп ҡуйыр тигән маҡсатта яҙам был юлдарҙы. Ҡот осҡос диагнозды ишеткәндән һуң оҙаҡ ваҡыт сир менән яғалашыу түбәндәге һығымталарға килтерҙе.

Сирҙең йәшәүҙән төңөлдөрөргә хаҡы юҡ.

Беренсенән, хәүефле диагнозды ишеткәндән һуң ҡатып ҡалыу, аң томаланыу һәр кемгә лә хас. Ысын мәғәнәһендә шаңҡыйһың. Ҡабул итмәҫкә маташыу — көлкө, ауыр хәлде бар тип иҫәпләгеҙ һәм артабан да ғәҙәти донъя мәшәҡәттәренә сумығыҙ.
Икенсенән, "Ни өсөн был яман сир тап минең өлөшкә төштө? Ниндәй ҙур ғәҙелһеҙлек! Ни өсөн — мин?" — тип үрһәләнеүҙән файҙа юҡ. Барыбер яуап биреүсе булмаҫ, шуға күрә нервыларығыҙҙы һаҡлауығыҙ күпкә яҡшыраҡ.
Өсөнсөнән, уйлап ҡарағыҙ: һауығыу өсөн ниндәй аҙымға барыр инегеҙ? Мин, мәҫәлән, йәшәргә теләп, әллә күпме рецепт аҡтарҙым, кәңәштәрҙе уҡып сыҡтым, әммә һис ҡасан да авиация кәрәсинен һәм араҡыға май ҡушып эсә алмаясағымды аңланым.
Дүртенсенән, мөғжизә көтмәгеҙ. Үҙегеҙҙе дауалаған табиптарға ышанығыҙ. "Күпме ғүмерем ҡалған? Нисә көн, ай йәшәйәсәкмен?" — тип һорап йөҙәтмәгеҙ. Улар Аллаһы Тәғәлә түгел.
Бишенсенән, туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы ҡайғыртмаҫҡа тырышығыҙ. Улар алдында күҙ йәштәрен ағыҙып, хәлегеҙҙең үтә лә киҫкенлеген күрһәтмәгеҙ. Яфаланыуығыҙҙы күреп, уларҙың да йәне өҙөлә торғандыр. Тиҙ генә һеҙҙе һауыҡтырып аяҡҡа баҫтырырҙар ине лә бит, тик... нисек?
Алтынсынан, күңелле нәмәләр хаҡында уйларға кәрәк! Үҙегеҙҙе яңы кейем-һалым, файҙалы ваҡ-төйәк менән ҡыуандырығыҙ. "Миңә бер ни ҙә кәрәкмәй, ҡасан был күлдәкте кейермен..." тигән уйҙарҙан ҡотолоғоҙ.
Етенсенән, тормошоғоҙҙо сиргә ҡаршы көрәшкә түгел, ә матур йәшәүгә әүерелдерегеҙ!

Яҙмышыма төшкән өлөш


Хәҙер һеҙҙе үҙемдең ғибрәтле тормош тарихы менән таныштырайым. 28 ноябрь — минең өсөн бик тә иҫтәлекле, ҡыуаныслы дата, сөнки ул көндә тәүге мөхәббәтем, һөйөклө кешем донъяға килгән. Ғәжәп хәл, шул уҡ көндә уң яҡ күкрәгемдә шеш барлығын тойҙом.
Иртәгәһенә үк поликлиникаға йүгерҙем. Тейешле анализдарҙы йыйып, табиптан йүнәлтмә алып, республика онкология диспансерына киттем. Ялҡытҡыс, ауыр һынауҙар тәүге көндән үк башланды. Иртән иртүк килеп, көндөҙгө сәғәт өскә тиклем көтөп ултырып та, табипҡа күренеп булманы. Ҡара-һоро төҫлө кейемдәге кешеләр менән коридор тулды. Арып-талсығып, өйгә ҡайтып индем. Иртәгәһенә диспансерға ҡарауылсы уянмаҫ элек үк килдем һәм тәүгеләрҙән булып ҡабул итеүгә эләктем.
Диагностика технологияһын күптәр беләлер: пункция, биопсия алыу мотлаҡ. Һөҙөмтә үтә ҡурҡыныс түгел, яман шеш күҙәнәктәре юҡ, тинеләр. Әммә операция яһатыу мотлаҡ. "Хәҙер ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?" — тип һорағас: "Ҡайҙа таныш-тоношоғоҙ бар, шунда", — тигән яуап алдым.
— Бәй, онкологияла бер танышым да юҡ...
— Уныһы — һеҙҙең эш.
Аҙаҡтан был дауаханала ла операция яһауҙарын белдем, тик ни өсөн табиптың миңә медицина һығымтаһын тоттороп, билдәһеҙлеккә дусар итеүен аңламаным.
Декабрь аҙағында операция яһаттым. Ә 4 ғинуарҙа "яман шеш" тигән диагнозды ишеттерҙеләр. Ошо һүҙҙе шул тиклем яратмайым, хатта әйтергә тел әйләнмәй. Хатта врач та диагнозды хәбәр иткәндә бик ҡыйынһынды, хөкөм ҡарарындай яңғыраған һүҙҙе "насар күҙәнәктәр" тигәнгә алмаштырырға мәжбүр булды. Тәүҙә миңә, медицина өлкәһенән алыҫ торған кешегә, уның нимә хаҡында әйтеүе аңлашылманы. Баш тубалдай, хөкөм ҡарарының бик тиҙ тормошҡа ашыу ихтималлығы аҡылға һыймай...
Трамвай юлынан өйгә ҡайтып барғаным хәтерҙә. Йәшәгем килмәй. Бына ошонда, трамвайҙар боролошонда, кинәт ҡолайһы ла мәңгелеккә күҙҙәрҙе йомаһы ине...

Нисек бар, шулай ҡабул ит


Һәр өйҙә, урамда Яңы йыл байрамы хакимлыҡ итә. Бөтә кеше рәхәтләнеп ял итә, күңел аса. Ә мин йоҡо бүлмәһендә карауатта ятам, тере мәйетмен. Көн дә берәр килограмға ябығам. 11 ғинуарҙа (тәүге эш көнө) телефон аша һеңлемдең күтәренке тауышын ишетәм. "Ҡайҙа һинең диспансерҙан алған карточкаң?" — тип һорай. Туғаныңдың булыуы ниндәй ҙур бәхет! Ул бөтә бүлексәне, табиптарҙы аяҡҡа баҫтырҙы. Шулай итеп, 13 ғинуарҙа миңә ҡабаттан операция яһанылар. Наркоздан һуң ҡабырсаҡ кеүек ялтырап торған иҫ киткес ҙур ҡапҡалар төшөмә инде. Их, нисек шуларҙы асып инергә?! Юҡ, көс етеңкерәмәй, һис асырлыҡ түгел. Шулай ҙа ҡапҡаның әкиәттәгеләй мөһабәтлеге, матурлығы күңелдә уйылып ҡалды.
Хирургтың әйтеүенсә, күкрәктәге шеш һигеҙ-туғыҙ йыл буйы тулышҡан. Мин был хәлде 1989 йыл аҙағында Өфөлә булған экология фажиғәһе менән бәйләнем. Хәтерләйһегеҙҙер, Көньяҡ һыу алғыстың фенол менән бысраныуы һөҙөмтәһендә ағыулы матдәләр нормативы 100 тапҡырға артты. "Туғыҙ-ун йылдан һуң онкология сирлеләр бермә-бер күбәйәсәк" тигән күҙаллауҙар дөрөҫкә сыҡты, ахыры.
...Иҙән һеперергә хәл юҡ. Нур ярҙамында дауаланылар. Халыҡ табибының кәңәштәрен тыңлап, үлән төнәтмәләре эсәм. Йыл ярым эсендә баланы уҡытыуға тип йыйған аҡсаны тотоноп бөттөм. Кәбеҫтә менән бәрәңге генә ашап үткәргән көндәр ҙә булды. Аш-һыу бүлмәһе өҫтәлендә төрлө үлән ҡайнатмаһы, төнәтмәһе менән 18-гә яҡын шешәнең теҙелеп тороуына ла күнектек. Һәр үләнде эсеүҙең үҙ ваҡыты бар. Ҡайһыһын — тамсылап, ҡайһыһын — ҡалаҡлап. Дәфтәрҙәге таблицаны көн дә ҡарап, билдәләп барам. Йәкшәмбе — минең өсөн дә ял көнө, иртәнге дарыуҙы эсмәйем. Аяҡта баҫып торорлоҡ хәлем булмаһа ла, халыҡ табибына билдәләнгән көндә барам, йәнә шешәләр алып ҡайтам.
Нурланыу алғанда үпкәгә зыян килгән. Бер йылдан яңы шеш үҫеп сыҡҡан. Йәнә операцияға яттым. Йәй аҙағында лимфа төйөндәре ҙурайғанлығы беленде. Пункция алдылар. Мин тағы ла онкология диспансерына эләктем. Ашығыс рәүештә операция яһанылар, быныһы — дүртенсеһе. Наркоздан һуң күҙ алдымда шундай күренеш хасил булды: әйтерһең дә, эсемдә негрҙар вагондан өҙлөкһөҙ күмер бушатыу менән мәшғүл. Арбаларҙан ергә ырғытылған ауыр таштар осло мөйөшө менән тәнде яралаған төҫлө. Тирә-яҡ күңелде өшөтөрлөк ҡараңғылыҡҡа сумған.

Көрәш


Тәүге химия терапияһын йома көнө үткәрҙеләр. Аҙ ғына ятҡандан һуң өйгә ҡайтарып ебәрҙеләр. Ҡаршыма осраған радиология бүлексәһе врачының: "Хәлдәрегеҙ нисек?" — тип һорауына баш бармағымды күрһәтеп яуаплайым: "Яҡшы!" Ниндәй асыҡ ауыҙлыҡ, аңғыралыҡ! Алда нимә көткәнен күҙ алдына ла килтермәгәйнем шул.
Кискеһен хәлдән тайғанымды тойҙом. Бер тәүлектән һуң ҡоҫтора башланы. Кискеһен был хәл 10-15 минут һайын ҡабатланды. Ашағы килмәй, һыу тәмен дә хәтерләмәйем. Ятам. Йорт эсе ҡәбер тынлығына сумды. Бер кемдең дә иғтибарын үҙемә йәлеп иткем килмәй, ғаиләм дә борсомаҫҡа тырыша. Улар миңә нисек ярҙам итергә белмәй аптырай. Иртәгәһенә тороп булмауын аңланым. Ауыртмаған бер ер ҙә юҡ, хатта сәс бөртөктәренең төбөнә ҡәҙәр һыҙлай. Һөйләшерлек тә түгелмен, бары үлге килә. Бер нәмә лә, бер кем дә мине ҡыҙыҡһындырмай, башта нисек тә алҡымдан алған ауыртыуҙан ҡотолоу уйы ғына.
Көс-хәл менән врач кабинетына барып ингәс, "химия" курстарынан баш тартыуымды белдерҙем. — Ярар, һинеңсә булһын, — тине табип. –— Теләйһеңме, был донъянан нисек китәсәгеңде һөйләп бирәм?
Бер нәмәне лә йәшермәй, нисек бар, шулай теҙеп һөйләне лә сыҡты. Тетрәндергес хәл, ҡурҡыта.
— Ә химия терапияһын үтергә кәрәк. Дауаның башы ғына был, — тип дауам итте ул. — Аҙаҡ сәстәрең, керпектәрең, ҡаштарың ҡойолоп төшәсәк. Тәнеңдә, ауыҙ ҡыуышлығыңда шешектәр барлыҡҡа киләсәк. Бөтә тәнең ауыртасаҡ.
Бындай дөрөҫлөктән дә рәхәт түгел. Билдәһеҙлек күңелде өшөтә. Шулай ҙа табип мине: "Барыһы ла яҡшы буласаҡ", — тип тынысландырҙы. "Һин үҙеңде ҡулға алғанһың, дөрөҫ йүнәлештә бараһың", — тип дәртләндерергә лә онотманы.
Бөгөн, химия терапияһынан һуң ете йыл үткәс, тәүге һынауҙың бөтә организмды шаҡ ҡатырып, ҡеүәтле "һөжүм"гә дусар итеүе, моғайын да, хәл иткес көс булғандыр, тип уйлайым. Химия курстары араһында өс аҙналыҡ тәнәфес яһаным. Бер аҙна ятам, икенсеһендә аяғыма баҫам, йөрөйөм, ашайым. Өсөнсө аҙнаһында эшкә сығам, ҡәләмдәштәр араһында үҙемде еңелерәк тоям.
Тәүге химия терапияһынан, ысынлап та, сәс ныҡ ҡойолдо. Бер аҙ яулыҡ ябынып йөрөнөм дә аҙаҡ башты яп-ялтыр итеп ҡырҙырҙым. "Пеләшлек һиңә бик килешә, башыңдың формаһы идеаль!" — тип барыһы ла йыуатырға тырышты. Дауалау курсынан һуң 16 килограмға ябыҡтым. Эшкә сыҡтым һәм... йоҡонан яҙҙым. Яман диагноз бөтә тормошомдоң аҫтын-өҫкә әйләндерҙе.
Мин — ауырыу, нимә ярай, нимә ярамай тигән һорауҙар мейене даими сүкеп торҙо. Ятһам да, торһам да "яман шеш" диагнозы тынғы бирмәне. Һигеҙ ай буйы йоҡоһоҙлоҡ үҙенекен итте, ҡуҙғыусанға әйләндем, тиҙ арыйым, хәл юҡ. Ятыр алдынан "Йә Хоҙай, тағы ла яфаланырғамы икән?" тигән уй баштан сыҡмай.
Йоҡоһоҙлоҡто нисек еңдем? Ысулы ябай: уйымда хыялымдағы йортто төҙөй башланым. Бүлмәләрҙе планлаштырам, тәҙрә ҡорғандарын һайлайым, йыһаздар һатып алам. Аҙаҡ йорт ихатаһын тәртипкә килтерә башланым. Ниндәй сәскә ултыртырға, ниндәй беседка яһарға? Уйым менән һәр бүлмәләге сүп-сарҙы һепереп сығарып түгәм. Эштең осо-ҡырыйы юҡ... Арып йоҡоға талғанымды һиҙмәй ҙә ҡалам. Шулай итеп, көнө-төнө маҙаһыҙлаған "саҡырылмаған ҡунаҡ"тан — яман шеш хаҡындағы уйҙарҙан — арындым.

Мин дә үҙгәрҙем


Ҡаты сирҙең дә файҙалы яҡтары барлығына ышандым. Тормошҡа, кешеләр араһындағы мөнәсәбәткә ҡарашым тамырынан үҙгәрҙе. Нәфрәт, күрә алмаусанлыҡ тойғоһо юғалды, мине бер кемдә ярһығансы үпкәләтә алмай. Үлем хаҡында бөтөнләй уйламайым. Ваҡ-төйәктән дә шатлыҡ табам. "Йәй нисек килер икән? Ямғырлы булмаҫмы?" — тип һағайып көткәндәргә: "Иң мөһиме — йәй буласаҡ! Ҡалғаны — ваҡ мәсьәлә", — тип яуаплайым.
Ҡайҙа саҡырһалар ҙа, баш тартмайым, командировкаларҙа йөрөүҙе эшкә һанамайым, халыҡ менән аралашыуҙан ҡәнәғәтлек кисерәм. Ғаиләбеҙ менән йәйге ялды тәбиғәт ҡосағында үткәргән көндәр — тормошомдоң иң бәхетле мәлдәре.
Тәүге һынауҙан һуң бер нисә йыл үткәс, ашҡаҙанға операция яһаттым. Бишенсеһе. Яман шештең мине һис тә тырнағынан ысҡындырғыһы килмәй, күрәһең. Әммә мин уның хаҡында иҫкә төшөрмәҫкә тырышам. Ике айҙан йәнә ашҡынып эшкә сыҡтым, сөнки унан да яҡшыраҡ дарыу юҡ. Башҡалар кеүек ғәҙәти тормошта йәшәйем. Театрға, киноға йөрөйөм, бассейнда йөҙәм, концерттарға барам, балыҡ тоторға яратам. Әхирәтем: "Һинең менән кәйеф һәр саҡ күтәрелә. Дауаң бик шифалы", — тип шаяртырға әүәҫ. Яҡын кешеңдең йылы һүҙҙәренән үҙеңдә ҡанаттар үҫкәнен тояһың.
Әле ҡаланан ситтә йәшәргә хыялланам. Маврикий утрауында ла булғым килә, Аллаһы Тәғәлә уны ожмахҡа оҡшатып булдырған, тиҙәр.

Рушана Кәримова.
Автор:
Читайте нас: