Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк шағирға һәйкәл асылды

Һеҙ Рәшит Назаровтың ниндәй шиғырын яттан беләһегеҙ? 

Бөйөк шағирға һәйкәл асылды
Бөйөк шағирға һәйкәл асылды

Бөгөн, 15 майҙа Ауырғазы районы үҙәгендә, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы алдында бөйөк шағир Рәшит Назаровҡа бюст (скульпторы - Илдус Закиров) асылды. Сарала БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева,  «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина, "Ағиҙел" журналы хеҙмәткәре, ғалимә Луиза Кирәева, бюст скульпторы Илдус Закиров, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценттары Ләйлә Хөсәйенова, Раушания Солтаҡаева, райондың почетлы гражданины Миҙхәт Вәлитов, шағирҙың туғаны Зөлфиә Назарова, шағир Вәрис Аҡбашев, райондың күренекле кешеләре, журналистар, уҡытыусылар, уҡыусылар, район халҡы ҡатнашты.
Был ҙур эштәр "Мәктәп башланғысын бюджетлау" проекты грантына башҡарылған.

"Ағиҙел" журналынан.

 

Бөйөк шағирға һәйкәл асылды
Бөйөк шағирға һәйкәл асылды
Бөйөк шағирға һәйкәл асылды
Бөйөк шағирға һәйкәл асылды
Бөйөк шағирға һәйкәл асылды
Бөйөк шағирға һәйкәл асылды
Автор:
Читайте нас: