Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәт үтә ул...

Тимәк, барыһын өр-яңынан төҙөй башларға тура киләсәк. Тағы тинләп фатирға тип аҡса йыйырға, ипотека алырға... Етмәһә, балам бар. Ул атаһы менән айырылыуҙы нисек ҡабул итер?!

Мөхәббәт үтә ул...
Мөхәббәт үтә ул...

Ирем менән бик яратышып өйләнештек. Яратыу, мөхәббәт, шул булғандыр инде ул. Күҙгә башҡа бер нимә лә күренмәне. Ҡайҙа йәшәйбеҙ, нисек йәшәйбеҙ тигән уй ҙа кермәне башҡа. Юғиһә, кисәге студенттар, эш урындарыбыҙ ҙа юҡ. Әммә ҙурлап туй үткәрҙек. Беҙҙе мөхәббәт тулы бер ҡайғыһыҙ рәхәт тормош көтә кеүек тойолдо.

Йәшәү урынын ҡайҙан табайыҡ  тип борсолманыҡ. Ике яҡ атай-әсәй бергә ҡушылып, беҙгә фатир алып бирҙе. Ремонт яһарға ла яоҙам иттеләр. Эшкә кергәс, үҙебеҙ өсөн йәшәргә тырыштыҡ. Диңгеҙгә барып ял иттек, дуҫтарыбыҙ менән походҡа сыҡтыҡ. Бер ялды ла өйҙә ултырманыҡ. Ике йылдан һуң улыбыҙ тыуҙы.

Бала тыуғас, донъя бөтөнләй үҙгәрә икән. Беҙ бала мәшәҡәттәренә сумдыҡ. Кейем-һалым ҡарап сыға алманым, ирем йөрөнө, өҫтәмә эштәр алып эшләне. Ишәйгән ғаиләһен туйҙырырға кәрәклеген бик яҡшы аңлай ине ул. Эштән  арып һуң ғына ҡайта башланы. Бала ла ваҡытында йоҡламай төндә илап уяна. Икебеҙ ҙә һикереп торабыҙ. Шәхси тормош тигән төшөнсә бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Походтар ғына түгел, дуҫтар ҙа онотолдо. Беҙҙең дөньяны бала биләп алды. Хистәребеҙ ҙә төрлө төҫтәр менән уйнамай башланы. Бының өсөн ваҡытыбыҙ ҙа, теләгебеҙ ҙә ҡалманы. Әммә бала үҫкәс, үткән тормошобыҙ кире ҡайтасағына өмөтләнеп йәшәнем. Балаға өс йәш тулғас, уны балалар баҡсаһына биреп, эшкә сыҡтым. Ул ваҡытта үҙемде һулый башлаған кеүек хис иттем. Ялдарҙа баланы әсәйҙәргә ҡалдырып икәү генә ҡала башланыҡ.

Шулай ҙа ирем менән  ялҡын элеккесә түгел ине. Яҡынлатмай ине. Беҙҙең аралашыу ҙа көндәлек мәшәҡәтләр тураһында булды. Элек бер-беребеҙгә ҡарауга хистәр таша башлай ине, хәҙер ул ҡараштар икенсе төрлө булдымы, беҙ бер-беребеҙгә бик тыныс инек. Әкренләп элекке дуҫтарыбыҙ менән аралаша башланыҡ. Уларҙың да күбеһе йәш балалы ине. Балалар менән бергә ял иттек. Беҙҙең компанияға яңы пар килеп ҡушылды. Ул иремдең элекке дуҫы ине. Бына шул дуҫ бөтөн тормошомдо аҫтын-өҫкә килтерҙе.

Мансурҙы күреүгә үк башта һалҡын һыу, унан ҡайнар һыу менән ҡойонған кеүек булдым. Тәнемдәге бөтә күҙәнәктәрем уянды. Ул бик матур, ирендәре генә түгел, күҙҙәре лә көлөп тора. Өҫтәүенә, ауыр атлетика менән шөғөлләнә ине. Футболка аҫтындағы мускулдары уйнаҡлай. Мин уның яғына ҡарамаҫҡа, уның менән аралашмаҫҡа тырыштым. Сөнки уға ҡарауға ике битем яна башлай, миндәге үҙгәреште бөтә кеше һиҙәлер кеүек тойолдо.

Берһендә дустар менән тәбиғәткә барҙыҡ. Машиналарҙы ситтәрәк ҡалдырып урман аҡланына ял итергә уйланыҡ. Ай-һай өҫтәл әҙерләй башлағас, әйберҙәрҙең машинала ҡалғанын аңланым. Тиҙ генә урман ситенә машина янына йүгереп сыҡтым. Һәм уны күрҙем. Мансур машинаһы тирәһендә ниҙер эшләй ине. Мин уның яғына ҡарамаҫҡа тырышып, машинаны асып пакеттарҙы алдым. Тиҙ генә машинаны яптым да, ике ҡулыма ике сумка тотып, аҡланға табан атланым.

Шунда ул артымдан ҡыуып тотто ла: «Ауырҙыр, әйҙә, ярҙам итәм», – тип пакеттарҙы алды. Бер генә һүҙ ҙә әйтә алманым. Уның ҡулы тейгән ерҙәрем яна башланы, хатта һулыш алыу ауырлашты. Ә ул бер ни тиклем барғас, алдыма сыҡты ла, киҫәк кенә ирендәренән үбеп алды. «Һин ерҙәге иң матур ҡатын-ҡыҙ», – тине. Бер-ике секундҡа ғына һуҙылған ул үбеү әллә мине ҡайҙарға алып китте. 

Ул көндө беҙ телефон номерҙарын алыштыҡ. Һуңынан Мансур менән ҡасып ҡына осраша башланыҡ. Был осрашыуҙар оҙаҡҡа һуҙылды, сөнки ике арала ысын хистәр ине. Беҙ бер-беребеҙҙе яраттыҡ. Мәңге бергә булырға теләүебеҙҙе аңланыҡ. Бер йылдан һуң хәләл ефеттәребеҙ менән ултырып һөйләшергә һәм улар менән айырылышырға уйланыҡ. Тиҙерәк уртаҡ тормошобоҙҙо башлайһы килде.

Мансур кәләше менән шул уҡ көндө һөйләшеп, өйҙән сығып китте. Ә мин ирем менән һөйләшеүҙе һуҙҙым да һуҙҙым. Был аҙымды яһарға, иремә барыһы тураһында ла һөйләп бирергә ҡурыҡтым. Уның балабыҙҙы ҡарауын, кистәрен уның менән уйнауын беренсе тапҡыр күргәндәй ҡарап торҙом, ул минең менән дә бик наҙлы ине. Мин бәхетле булһын өсөн барыһын да эшләне, бер ниндәй сиктәр ҙә ҡуйманы. Бер йыл буйы уға хыянат итһәм дә, ул һиҙмәне, мөнәсәбәте үҙгәрмәне. Бәлки, һиҙгәндер, мине юғалтырға теләмәгәндер. Иремде ҡыҙғандым. Эстән генә үҙемде һүгеп йөрөнөм. «Мына тигән ирең булғанда  ни етмәй һуң һиңә?» – тип бөтөрөндөм.

Әгәр ирем менән айырылһам, йәшәгән фатирҙы бүлешергә тура киләсәк. Ә Мансур фатирын ҡатынына ҡалдырған. Уның да торор ҡыуышы юҡ. Тимәк, барыһы ла өр-яңынан төҙөй башларға тура киләсәк. Тағы тинләп фатирга тип аҡса йыйырға, ипотека алырға... Етмәһә, балам бар. Ул атаһы менән айырылыуҙы нисек ҡабул итер?! Балабыҙ булғас, элекке ирем менән гел осрашып торорға тура киләсәк.

Шулай итеп, айырылам тип йөрөү теләгем әкренләп һүнә башланы. Иремә ҡарағас,ниңәлер ышаныс тойҙом. Уның менән иртәнге көн ҡурҡыныс булмағанын аңланым. Ә мөхәббәт?! Мөхәббәт үтә ул...

Ғаиләмде ташламауым тураһында әйткәс, Мансур аптырап ҡалды. Билдәле, быны көтмәгән ине. Мине генә яратыуын, минһеҙ йәшәй алмауын ҡат-ҡат һөйләне, әммә фекерем үҙгәрмәне. Уны яратып китеп барҙым...

Беҙҙең тормош дауам итте. Ул ғаилә дуҫтарыбыҙ беҙҙең компаниянан юғалды. Һуңынан ғына таныштар аша Мансурҙың эсеүгә һалышҡанын ишеттем. Бына ниндәй көсһөҙ кеше булып сыҡҡан. Ярай әле уның янына китмәнем тип уйланым. Хистәргә бирелеп яҡшы тормышты билдәһеҙлеккә алыштырырға кәрәк түгел икән ул...

Автор:
Читайте нас: