Ни эшләргә һуң, ни эшләргә? Атай йортонда оҙаҡҡа ҡалып булмай, уныһы көн кеүек асыҡ. Тәүҙә “боролорға ла урын ҡалманы” тип уфтана башларҙар. Унан китә кәпкәнләү. Унан китә һәр бер телем икмәк менән дә битәрләү... Мин ярай, өйрәнгән баш. Ә улдарым? Мин бит уларға артыҡ тыңлаусан, йыуаш булмаһындар тип, үҙ көйөмә бейегәнде талап итмәй үҫтерҙем. Әле иһә аптырап ҡалдылар: улар, имеш, дөрөҫ ултырмайҙар, ашай белмәйҙәр, ни эшләһәләр ҙә еренә еткермәй, боҙалар... Минән яҡлау көтөп мөлдөрәп ҡарағандарында әллә ҡалай булып китә. Ни эшләй беләм инде? Ошо кешене үҙ-үҙен үҙгәртергә маташып саҡырыу – файҙаһыҙ. Бөкрөнө ҡәбер генә төҙәтә, тиҙәр. Үҙең аҡылға ултырмаһаң, яныңдағы яныңдағы бер кемдең дә тәьҫире ярҙам итмәйәсәк.
Ауылда буш тоған өйҙәр бар-барын. Ҡайһыһына күсһәң дә, хәтһеҙ генә ремонт кәрәк буласаҡ. Кеше тупһаһы – кеше тупһаһы инде, үҙеңдеке түгел. Бер ҡайҙан килем дә, ярҙам да юҡ икән, үҙ өйөңдө нисек һалырға? Хатта ҡаза күреүселәргә ярҙам йөҙөнән делянканы льготалы шарттарҙа бирһәләр ҙә , мин –ҡатын кеше нисек урман эшен йырып сыға алам? Күпме ир-атты тыңлатырға кәрәк уның өсөн! Ә минең “тыңлатҡысым” тамаҡ аҫрарға саҡ-саҡ. Күпме документ юллайһы бар. Уның өсөн аҡса кәрәк. Ә аҡсамды алыр өсөн... документтарҙы тергеҙергә кәрәк! Минең әле уның артынан район үҙәгенә йөрөр өсөн хатта өҫтөмә, аяғыма кейерлек әҙәмсә кейемем дә юҡ...
Был – тупик. Вәт терәлдем тек терәлдем. Проблемаларымдың осо-ҡырыйы күренмәй. “Юҡтырһың да Алла, булһаң әгәр...” тип, айға ҡарап олорға ғына ҡалды.
Хәйер, Алла бар ул, бар! “Мөхәммәдиә”мде муллалыҡҡа уҡып йөрөгән бер шәкерт алып торған ине. Бетеүем, көмөш сылбырым булмау сәбәпле, телефонда брелок булып йөрөй. Шулай итеп, ике ғәзиз балам менән ике ҡәҙерле ҡомартҡым үҙем менән ҡалды. Шуға шөкөр ҡылмай, ни тип әйтәһең?
“Тупик” тип алдараҡ “шатланғанмын”, имеш. Баҡтиһәң, әсәй үҙенең иң яҡын әхирәттәре менән минең яҙмышты үҙенсә яҡшы итеп ойоштормаҡсы икән.
– Инде йәшең дә апаруҡ. Етмәһә, ике малайың бар. Яңғыҙың барыбер өй һалып булаша алмаҫһың. Бында ла урын тар. Хәшиә әхирәттең күрше ауылда арыу ғына ҡоҙаһы бар икән. Өйө ҙур, ти, хужалығы ла ҡараулы. Йәше ҡырҡтан уҙған-уҙыуға. Зато бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән, хәләк уңған, ипле, ти. Әсәһе менән генә йәшәй. Оҙаҡламай һоратырға килерҙәр. Йәш ҡыҙ кеүек ҡуҡырайып, инәлтеп тормаҫһың. Үҙегеҙҙе үҫтергәнмен, хәҙер, ҡартайған көндә, балаларыңды ҡарап ултыра алмайым бит инде. Мин Хәшиәгә ризалыҡ бирҙем. Танышып, килешеп китергә тырыш, ҡыш бауыры оҙон, һалҡындарға тиклем урынлашып ҡалғаның хәйерле.
Әсәйгә текләнем дә, шаҡ ҡаттым. Ни эшләйһең һин? Бер тапҡыр кейәүгә ҡыуып сығарып яҙмышымды боҙҙоң бит инде! Инде тағы шул “тырма”ға баҫтырырға тырышаһыңмы? – тип асырғанып ҡысҡырғым килде. Ҡысҡырманым. Сыҡтым да, киттем. Ҡайҙа киттем? Үҙем дә белмәйем. Уй-һағыштарымды елгә осорайыммы икән, һыуға ағыҙайыммы? Тормош – ормош. Ошолайтып оролғансы, торна булып берәй яҡҡа ғына олаҡһамсы!
Күңелле генә итеп телефон зыңланы. Рушанна икән.
– Минең хәлдәр йырҙағыса. Срочно ғына кил, срочно! Осрашҡас, һөйләшербеҙ барыһын да. Автобусҡа аҡса тапһаң, ҡалғаны һинең проблема түгел. Көтәм, кил!
Ялҡауым килеп кенә уйлана ҡуйҙым. Ҡайҙан аҡса таба алам мин? Баҡсамдағы булған еләк-емеште һыпырып йыйып алдым да, бер күршегә бер силәк сейә, икенсеһенә ҡурай еләген һатып, юллыҡ аҡса таптым. Аҡса таптым, тимәк яҙмышым мәркәзгә барырға ҡуша. Иртәгәһенә Рушаннаның квартираһында бер-бер артлы матур-матур кейемдәр ҡарай инем инде. Ул үҙенең буй-һынды ҡыҫып торған иң затлы юбка-салбарҙарын, күн куртка, бейек үксәле туфли-ботильондарын килтереп сығарҙы. Ахырҙа түҙмәнем:
– Ниңә улай ҡыланаһың, былар бит үҙеңә кәрәкле әйберҙәр! – тинем.
– Ҡалдыҡ-боҫтоҡто бирергә, һин мине кем тип уйлайһың?
– Юҡ, Рушанна, бигерәк ҡиммәтлерәр, үҙең генә кей.
– Мин бит һиңә хәлдәрем йырҙағыса тинем.
– Йыр кеүек булғас, һәйбәт инде.
– Ниңә “ниндәй йыр” тип һорамайһың?
– Ну... Ниндәй йыр?
– “А я беременна, и это временно” тигәнен ишеткәнең бармы?
– Бар... Ой, Рушанна, ҡотлайым. Малаймы?
– Шулайҙыр тип өмөтләнәбеҙ. Шуға күрә был кейемдәр миңә байтаҡ ярамаясаҡ. Ә ярай башлағас модаһы үткән була. Яҡшы булды әле, гардероб яңыртырға бер сәбәп, исмаһам.
Әлдә яҙмышымда Рушанна бар. Йәнемде ҡыйып миңә ҡушылып уфтанмай. Юҡ-бар нәмә һөйләп көлдөрөп эске көсөргәнешемде йомшартырға, хәсрәтемде таратырға тырыша.
Бының өсөн уға шул тиклем рәхмәтлемен. Арығанмын уйланыуҙарҙан. Тағы саҡ ҡына – аҡылдан да яҙырмын тип, ҡурҡам. Нисек һиҙә шуны Рушанна? Ҡасан нимә менән мине “уятырға”мы, йыуатырғамы, һәр саҡ белә.
– Теге “көйә күбәләге”... әй, “торна ҡаурыйы” күлдәгеңде миңә онотоп ҡалдырғанһың бит. Алып ҡайтаһыңмы?
– Нимәгә, никахымамы ни?
– О-о-о, һинең әле минән йәшерер кавалерың да бармы ни? Ғәфү итмәм бит, малай!
Ҡыҫҡаса ғына хәлде аңлаттым. Рушанна күҙҙәрен шаҡмаҡ итеп башын сайҡай. Байтаҡ ҡына өндәшмәй тик ултырабыҙ. Әхирәтемде көсөргәнешле уйҙарға һалыуыма оят та булып китә. Уға бит хәҙер нервыларын һаҡларға кәрәк.
– Ҡайҙа, бир әле, үҙ күлдәгемде лә кейеп ҡарайым, бер «дефиле» менән «шөғөлләнгәндә».
Көҙгөләге үҙ-үҙемә, танымаған кеүек бер аҙ бағып торам. Был күлдәктә бик бәхетле лә булдым бит әле мин. Оҙаҡламай бер йыл да була. Прическа, макияжһыҙ ябай ғына йәйге күлдәк һымаҡ күренә икән. Рушанна тағы “уйҙарымды уҡый”:
– Бигерәк килешә. Һин уны никахҡа түгел, туйға кей.
– Ярама тоҙ һалм, исмаһам һин.
– Исем туйыңа тим бит. Әйҙә иртәгә мәсеттәрҙең иң матур, күңелеңә оҡшағанын һайлайбыҙ ҙа...
– Мәсеткә кейергә уңайһыҙыраҡтыр ул.
– Бер ҙә уңайһыҙ түгел. Кергәндә жакет кейеп, яулыҡ ябынаһың да – эше лә бөттө. Давай-давай, ҡушабыҙ тигәс, ҡушабыҙ. Ике балама ла ауылда атай-әсәй ҡуштырғайны. Өсөнсөһөнә бәлки үҙебеҙ исем туйы уҙғарырбыҙ. Һин – “эксперимент ҡуяны” булып тор, беҙгә лә киләсәккә тәжрибә кәрәк. Һинең әле бер документың да юҡ түгелме ни әле? Бына, исмаһам, беренсеһе булыр – хәҙер мәсеттә исем ҡағыҙы бирәләр.
Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә Рушанна менән бәхәсләшеү файҙаһыҙ. Хәйер, ҡаршылашҡым да килмәй...
– Исемең Миңлеғәйшә булһын! – йөҙөнән нисектер шәфҡәт, миһырбанлыҡ бөркөлөп торған мулла исемемде әйтеп ҡолағыма өргәндә, күңелемә һиллек килеүен тойҙом. Мәсет ихатаһынан сыҡҡанда, үҙемдең был ауырлыҡтарҙы ла үткәреп ебәрә алыуымда шикләнмәй инем инде. Бығаса булмағанса ниндәйҙер үҙ көсөмә ышаныс барлыҡҡа килде. Автобусҡа тиклем байтаҡ ваҡыт бар ине әле. Килгәс-килгәс күренеп китәйем, тип, галерея яғына боролдом. Шәрифә Ҡәҙимовна, ғәҙәтенсә, бик ихлас ҡаршыланы.
– О-о-о, бик матур күренәһең, аҡыллым, маладис. Ә был ниндәй ҡупшы кулон?
– Иҫке-моҫҡо күн киҫәктәренән әтмәлләп алған булғайным шунда...
– Кулон бик матур, һинең зауығың барлығында шикләнгәнем дә юҡ. Әммә мөнәсәбәтең дөрөҫ түгел. Хәҙер исемле-аҡсалы байҙар ҙа һендмейдерҙар ижадын хуп күрә. Ҡулың эш белгәндән оялырға ярамай. “Әтмәлләгәйнем шунда, иҫке-моҫҡо”, имеш. Үҙ хеҙмәтең менән ғорурланып, башыңды юғары тотоп тантаналы интонация менән әйтергә кәрәк был турала. Аңланыңмы?
– Мотлаҡ шулай итәсәкмен, Шәрифә ханым!
– Әйткәндәй, гел һорарға уйлайым да, форсаты сыҡмай. Һинең һынлы сәнғәт-фәлән буйынса махсус белемең бармы әлеү?
– Ике йыл модельер һөнәренә уҡып маташҡайным. Сәнғәт тарихын өйрәнә торғайныҡ... – Кәримә апайҙың ҡарашында шелтә тойоп, айнып китәм. – Ой, ғәфү, хәҙер төҙәтәм. Маташманым, ә уҡыным. Төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаша торғайным. Үҙ алдыма ла күп уҡыным, әле лә төрлө баҫмаларҙы даими күҙәтеп барам. Тик хәҙер ҡулға энә генә тотҡом килмәй. Бөтөнләй.
– Нишләп улай?
– Әллә.. Нисектер үҙемде алданған һымаҡ тоям. Әллә ниндәй ялған хыялдар булып сыҡты. Алданылар... Ашманылар...
– Нишләп ашманы? Һин иң беренсеһенән башла. Кем булырға теләгәйнең?
Әйтеүе лә көлкө... – Икеләнһәм дә, һөйләргә булдым. Ысынында иһә йәндәй күргән Рушаннам да белмәй был хаҡта. – Балерина булғым килә ине... Бер заман “Сыңрау торна” фильм-балетын күрҙем. Күрҙем дә, һушым китте. Минең дә шулай ҡанатһыҙ ҙа осҡом килде. Үҙ алдыма аяҡ остарында бейеп маташам... Был хыялым баштан уҡ өмөтһөҙ ине, әлбиттә. Беренсенән, мин унда балет өсөн “ҡарт” та инем. Икенсенән, балет түгел, ябай бейеү түңәрәге генә лә эшләмәгән төпкөл ауылда тыуғанмын. Шунан, әҙерәк ябайыраҡ хыял тыуҙы. Сәхнәлә осоп йөрөһәм илаһи заттар өсөн болоттай, күбәләктәй затлы-нәфис күлдәктәр теккем килде. Шул серле донъяға нисек тә яҡынлашҡы килә ине, нисек тә... Аҙаҡ әхирәтем менән уртаҡ хыял барлыҡҡа килде. Үҙебеҙҙең театр-студия тип әйтәйемме... Ҡыҫҡаһы, костюмдар уйлап сығарып, хәрәкәттәр ҡуйып показдар ойоштороу ине уйҙар. Йәнәһе, ул прическа-макияжға яуап бирә, ә мин костюмдар һәм хореографияға... Әммә яҙмыш әллә нисек боролоп китте...
Ә ниндәй мауығыуҙарың бар ине?
Мауығыуҙар ни... Төрлөһө лә булып алды. Бер шулай георгиндар үҫтереүгә бирелеп киттем. Кешеләрҙән дә йыйҙым, почта аша ла алдырҙым. Ниндәйе генә юҡ ине. Бер егермеләпкә еткергәнмендер. Өйөм күмелеп тиерлек ултыра ине инде. Тәүге сәскәләрен атҡан ғына инеләр... Август урталарында ҡырау килтереп һуҡты. Өйөмдөң ҡап-ҡара үле сатыр-соторҙар араһында ултырыуын күреп күңелем өшөнө. Шунан бирле сәскә үҫтереүгә ҡул һелтәнем.
Ул бүлбеләрҙе ҡаҙып алып икенсе йылына ла үҫтерһәң булмай инеме? Ҡайҙа һиндә сәм тигән нәмә?
Ул уй башҡа ла инмәне. Теләмәйһегеҙ икән, мин дә һеҙҙе теләмәйем, тинем дә ҡуйҙым.
Артыҡ көслө «теләйем» һәр саҡ «теләмәйем»гә әйләнә, ивет. Нимәнелер көсәнеп-көсәнеп үҙеңдеке итергә теләйһең, ә ул шул тиклем нығыраҡ килеп сыҡмай. Етә бер көн – һин инде иң көслө хыялыңды күрә алмаҫ дәрәжәгә етәһең...
Шулай шул, Шәрифә апай... Нишләп улай һуң? Нәфсем артыҡ ҙур ҙа түгел кеүек, ә барыбер... Бер теләгем дә ашмай. Уның ҡарауы бәхетһеҙлектәр... Улары инде башыма биҙрәләп ҡоя...
Ой, Тамараҡай... Минең йәшкә еткәс, һин әлеге миҙгелеңде һағынып, яратып иҫкә аалсаҡһың. Сөнки әле һин сәләмәт, матур, көслө һәм иң мөһиме – йәшһең.
Мин иҫәр кеше кеүек йылмаям. Шәрифә ханымдың һүҙҙәренә, әлбиттә, тамсы ла ышанмайым. Ул да был турала белеп тора. Ололар барыһы ла бер иш: йәшлекте ышанмаусылыҡта һәм аҡылһыҙлыҡта ғәйепләй. Шулай уҡ йәштәр ҙә бер иш: һәр ваҡыт ололарҙы бер нимә лә аңламауҙа ғәйепләй.
Әйткәндәй, һин теге былтырғы миссияңды үтәнеңме? Таныштыңмы Сагитович иптәш менән?
Иптәш түгел, әфәнде. Үтәмәй ни... Әле ауылда төҙөлөштөң ҡыҙған мәле. Тағы ярты йылдан цех үҙ эшен башлар тип көтөлә. Тимәк, ярты «силсәүит» халыҡҡа эш урындары буласаҡ...
О-о-о ниндәй официоз... Күрәһең, һин тағы ярыҡ ялғаш янында. Тағы эшһеҙ ҡалдыңмы?
Маңлайға яҙылғанмы әллә? Бәлки ҡалған яҙыуҙарын да уҡып бирерһең мин томанаға?
Уныһын аҙағыраҡ. Ә Сагитовичты нисек «һындырҙың» һуң ул? Нисек “зацепила”?
Ул бит минең тәүге мөхәббәт булып сыҡты! Һөйләмәнемме ни?
Яратам ошо әртистәрҙең эмоциональ йөҙҙәрен. Шәрифә апайҙың ҡаштары матур һикереп китә, күҙҙәре түңәрәкләнеү түгел, хатта «шаҡмаҡлана» ала... – Туй, өйләнешеү, ғаилә кеүек темаларҙы беренсе ул башланымы – һинме?
– Ул.
– Тимәк, ул һине ҡатыны итеп күҙ алдына килтерә алған. Ир-егет ваҡыт уҙғарырға ғына йөрөгән ҡатын-ҡыҙ менән бер ваҡытта ла был темаға һөйләшмәй.
– Ысынмы? Бына ғәжәп.
– Ысын. Ә һиңә уны ҡойроғонан шаҡара тотоп эләктерергә нимә ҡамасауланы?
– Ҡурҡыу. Йәшлек дыуамаллығы менән миңә өйләнер ҙә, бөтә яҡындары, туғандары кәмһетә “суҡый” башлағас, һыуыныр, тинем.
– Ә улар һине кәмһетә инеме?
– Этем белһен. Мин бит улар менән танышып өлгөрмәнем. Әммә яҙмышым шундай булғас, ҡайҙа ҡасаһың? Мин бит үҙемде белә-белгәне кәмһенеп үҫтем. Аҙаҡ, кейәүгә сыҡҡас та, шул уҡ хәл ҡабатланды. Сагитович ғаиләһе менән дә барыбер шулай булыр ине.
– Һинең кәмһенгәнеңде электән һиҙә торғайным, тик сәбәбен аңлай алмайым. Һин бит бына тигән кешеһең. Булдыҡлыһың, һәләтле, намыҫлыһың... Төҫөңдө әйтеп тә тормайым, бар яҡтан килгән икәнде үҙең дә белә-күрәһеңдер...
– Күрәм, беләм, әммә тоймайым. Мин бөгөнгө көнгә тиклем үҙемде тик Артыҡбикә исеме аҫтында ғына тойҙом. Ни бары Артыҡбкә итеп... Быйыл килеп ул исемде миңә ата-әсәйем биргән икәнен белдем. Ныҡ ауыр булды кисереүе...
Кисерҙеңме?
Әлләсе... Кисерҙем, ғәфү иттем һымаҡ. Тик барыбер асыу килә. ярай, исем – исем инде. Әллә ниндәй холоҡ, әллә ниндәй темперамент биргәндәр бит. Ваҡытында аҡыллы кәңәш бирә белмәгәндәр. Шунда уҡыуыма артыма тибеп булһа ла ҡабат ебәргән булһаларсы...
– Һаман шул уйҙар менән йәшәгәс, тимәк кисермәгәнһең. Шулай ҙа һинең уларға бер үпкәләрлек урының юҡ. Хәҙер дәлилләйем. Һине иң беренсе күргәс тә тәүҙә бик ҡупшы һомғол буй-һыныңа иғтибар иттем. Аҙаҡ камил, нәзәкәтле йөҙөң иғтибарҙы тартты. Был бит һиңә атай-әсәйең бүләге. Үҙ-ара әллә күпме ризаһыҙлыҡтары булһа ла, һине донъяға яралтҡанда улар һөйөү йәлләмәгән. Ә һинең кәмһенеүең сәбәбе – тирә-яҡ мөхиттә, әйтергә яраһа, провинция холҡонда. Юҡ, бүлдермә, һинең ауылың иң матур, кешеләре һәйбәт икәнен яҡламаһаң да аңлап торам. Һинең кеүек бер һоҡланғыс затты биргәндәр икән, әлбиттә, ул иҫ киткес төбәк, бәхәсһеҙ. Әммә мин мәҙәни кимәл хаҡында һүҙ йөрөткөм килә. мин һинең телмәр ҡеүәңә ҡарап, кәм тигәндә аспирантура тамамлаған тигән фекергә килгәйнем. Һин һәр өлкәлә лә мәғлүмәтле, фекер даирәһе киң. Һин колоратуралы меццо-сопрано тауышты колоратураһыҙынан да айыраһың, һөт тө:ҫөн ҡар батшабикәһе төҫөнән айырмаһын күрәһең. Линотипия менән линогравюраны бутамай?ың. вольтер менән Вальтерҙы ла, Стендаль менән Сталь айырмаһын да... Һин үҙ мөхитеңдә йәшәһәң, эргәңдәге барыһын да интеллектуаль кимәлең, эрудицияң менән генә түгел, фекер оригиналлеге менән дә һоҡландырыр инең. Ә ауыл, провинцияла аҡыл башҡа үлсәмдәрҙә үлсәнә. Һинең “Онегин”ды ятҡа һөйләүең уларҙа тик көлкө генә тыуҙыра. Сөнки унда һыйыр тотоу-тотмауың, бесән әҙерләү-әҙерләмәүең, көҙөн ит йыйыусыларға булдыра алған тиклем юғарыраҡ хаҡ менән һата алыуың мөһимерәк. Донъя көтөү, етеш йәшәү кимәлеңә ҡарап, һинең аҡыл ҡеүәң хаҡында фекер йөрөтәләр. Әгәр һин нәфис буй-һының сәбәпле салғы, һәнәк-тырма тотмайһың икән, боҙло һыуҙа малдың эсәк-ҡарынын сайҡап йыумайһың икән, һин – йыбытҡы, бер нәмәгә лә эшкинмәйһең, шулай түгелме ни? Һин, әлбиттә, ауыл ҡатындары өлөшөнә төшкән бар эште лә эшләйһең, шикләнмәйем. Тик һин уға ғына риза түгел. Башҡа бисә-сәсә менән кем нимәне, ни хаҡҡа алған, кем кем менән талашҡан, кем туҡмасты нисә йомортҡаға баҫа, кемдең ҡоймағы йоҡараҡ, кемдең самогоны ҡатыраҡ һ.б. шуның һымаҡ тормоштоң ваҡ-төйәге хаҡында мөһим мәсьәләләр хәл иткәндәй ҡиәфәт менән гәпләшеп ултыра алмайһың. Әлбиттә, улар ҙа быны тоя. Тимәк, һин үҙеңде уларҙан өҫтөн тояһың, тәкәбберһең! Һәм барыһы ла һине мөрхәтһенләүен йәшермәй. Эргәләгеләр ситкә типкәс, әлбиттә, һин аҡыллы кеше булараҡ сәбәпте үҙеңдән эҙләйһең. Һәм күпселектең фекере өҫтөнлөккә сыға – үҙең дә улар күҙлегенән сығып үҙеңде эшкинмәгән һәм етешмәгән тип уйлай башлайһың. Уй ул шундай көслө нәмә – һинең үҙ-үҙеңде тотошоң барыһы ла уйға буйһона. Һәм башҡалар инде һинең тап шундай йүнһеҙ булыуыңа шикләнмәй. Быны беләһеңме, нимә менән сағыштырып була? Күҙ алдыңа килтер мәҫәлән, торнаны. Улар үҙ мөхитендә, тәбиғәттә бейеһен – иҫ киткес гүзәл, һоҡланғыс күренеш! Ә ауылға, һарайға килтереп япһаң, нимә була? Ни ашарға ите юҡ, ни мендәргә йөнө юҡ! Көн һайын йомортҡа һалған тауыҡ ул ғорур ҡоштан мең артыҡ, һәм файҙалы! Бына һин дә шулай – үҙ мөхитеңдә булмағас, үҙеңдең ысын баһаңды аңламайһың. Ябай кешегә көмөш менән алюминийҙың бер айырмаһы ла күренмәй. Ҡиммәтле металдың һиммәтен – оҫта ювелир ғына айыра. Ауыл кешеһенә ҡара аҡыл, хәйләкәрлек килешә. Ә һиңә үҙ мәнфәғәтеңде яҡлау хас түгел. Сәғитович менән булған хәлде генә ал. Һин бит уның менән осрашыуҙан үҙеңә әллә күпме файҙа “һыға” алыр инең. Уның бер шылтыратыуы етер ине – һине эштән сығарыу түгел, хужаның йомшаҡ креслоһына ҡәҙерләп ултыртып ҡуйырҙар ине. Ә һин бөтә ауылдың киләсәген уйланың, ә үҙеңде оноттоң. Әгәр һеҙҙе көслө хистәр бәйләгән булған икән, һин ике лә уйламай унан бағымсы яһар инең. Тик был уй ҙа һинең башыңа инеп сыҡмай. Юҡ, алйот булғаның өсөн түгел. Һин ныҡ бөтөн шәхес. Берҙән-бер мөхәббәтеңдең һөйәркәһенә әйләнеү – үҙеңде, үҙ хистәреңде ваҡлау, китекләү булыр ине. Уның тормош юлдашы булып, кисерәсәк шатлыҡтарын ғына түгел, бәлә-ҡазаларын да уртаҡлаша алмағас, һирәк-мирәк түшәк кенә бүлешеүгә һин бер ҡасан да риза булмаясаҡһың. Ризалашыр булһаң, иреңдең вафатына биш йыл тулғанын көтөп тормаҫ инең, күптән инде донъя көтөргә аҙ-маҙ файҙаһы тейерҙәй ир-егетте йортҡа керетер инең. Эсеү яғына йомшаҡ тип берәүһен ҡыуып сығарыр ҙа, икенсеһенә, өсөнсөһөнә барыр инең һ.б., һ.б. Ә һин “по рукам” китмәгәнһең һәм китмәйәсәкһең дә. Сөнки һәр шәхескә хас булғанса һин кеше фекеренә түгел, үҙ намыҫың тауышына ғына ҡолаҡ һалаһың. Һиңә Хоҙай Тәғәлә ысынлап та күп һынау биргән. Алда тағы ла зәһәрерәктәре лә булыр әле. Әммә мин һинең намыҫыңа хыянат итмәҫеңә ышанам. Ул һынауҙы ла үтһәң, мотлаҡ бәхетең асыласаҡ! Шәрифә апайың күпте күргән, ышан. Һинең өйөң яныуына, ҡайғырыу түгел, хатта шатланам да. Белгең килһә, ул һинең ситлегең ине. Өйөм, донъям тип тирә-яҡҡа күҙ ҙә һалмай башлағайның. Ә хәҙер һин ирекле, бер ни ҙә бәйләп тормай – ос та кит ҡанаттарыңды йәйеп. Үҙ юлыңды тапҡас, аяҡҡа баҫҡас, ҡайтырһың төйәгеңә. Башыңды ғорур тотоп ҡайтырһың!
Автобустағы ике сәғәт башта ҡайнаған уйҙарҙы рәткә һалырға маташып үтте. “Ирекле”, имеш... Әсәй унда сираттағы тәпе әҙерләп ҡуйҙы бит инде. Тыңламаһаң, дошман булаһың, барыр ер ҙә юҡ. Сығып китһәм, тик мәркәзде генә һайлар инем, ә ул бик ҡиммәтле ҡала. Эш, торлаҡ табыу... Был проблемаларҙы хәл итеү өсөн күпме аҡса кәрәк! Ә минең бит әле тамаҡтарын туйҙырырға, өҫтәрен бөтәйтергә ике улым бар. Уларҙы кемгә ышанып ғалдырайым? Ҡалаға уҡырға биреү хаҡында уйлайһы ла түгел. Исмаһам, фатирлы туғандар булһасы... Шулай ҙа Шәрифә апай бер нәмәлә хаҡлы – тыуған яҡтан, халҡымдан бөтөнләйгә күңелем ҡайтмаҫ элек, китергә кәрәк. Беҙҙә талантлы кешеләр күп тыуа. Әммә уларға кәмһетеүле ҡараш йәшәп килә. ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: берәү бөтә тапҡан таянғанын хәмер табып эсеүгә бөтөрә икән, был нормаль хәл итеп ҡабул ителә. Ауылда ундайҙар аҙым һайын, иҫ тә китмәй.
Ә кемдер бөтә тапҡан аҡсаһын үҙе уйлап тапҡан вертолет өсөн запчастар табыуға бөтөрә икән, уға бөтә ғаләм аптырай, һәм “иҫәрҙән” һалдыра... Ҡайҙа ул ғәҙеллек? Бөтә ғүмереңде үҙ-үҙеңде юҡ итеүгә, түбән тәгәрәүгә йүнәлтһәң – ғәҙәти хәл. Ә үҙеңде камиллаштырырға, һәләттәреңде асырға тырышаһың икән, хыялдарыңа хыянат итмәйһең икән – һин ахмаҡ һәм кәмһетелеүгә дусарһың! Минең бер апайым бар. Тауыш мөмкинлектәре иҫ киткес, дүрт октава. Йырсы юлынан китһә, бығаса опера примадоннаһы булып, сит илдәрҙә балҡып йөрөр ине. Ҡатлы-ҡатлы регалиялары, исемдәре булыр ине. Әммә уны ла патриотизм харап иткән. Ул ябай ғына балалар баҡсаһы йыйыштырыусыһы булып эшләп йөрөй. Ситтә уҙған конкурстарҙа дипломдар яулап ҡайта. Ә үҙебеҙҙә... Ни өсөндөр сәхнәне “һайт-туйт тәритә, тас-биҙрә-кәритә” көйөнә арлы-бирле һупалаған уртаҡул ғына һәләтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре биләп ала... Бына шулай. Апайым хәҙер ҡайҙалыр ҡатнашырға үҙе лә ынтылмай. Уның ҡанаттарын семтей-семтей, ҡаурыйҙарын берәмләп йолҡоп, осмаҫҡа мәжбүр иттеләр. Ул хәҙер ағас башында һандуғас булып һайраша, моңһоҙ тауыҡтар төнәгенән юғарыраҡ күтәрелмәҫкә дусар. Кемгә файҙа? Тик зыян ғына, минеңсә. Кеше барыбер ҡаты бәғерле йән эйәһе. Минең ҡәйнәне генә ал. Әллә ҡайҙағы ҡыш булмаған йылы илдә йәшәгән, оло-ҡара йорт хужабикәһенең берәй йәп-йәш егеткә булған мөхәббәтенең башҡалар тарафынан аңлап ҡабул ителмәүенә, “бахыр”ҙың кисергән “ауырлыҡтарына” ах та ух килеп ҡайғырып, бөтөнләй таныш түгел билдәләрҙе йәлләп бөткөһөҙ сериалдарға текләп илап ултыра. Ә эргәһендә генә үҙ ейәндәре атайһыҙ, йортһоҙ, әйтһәм әйтәйем инде, хатта баласаҡһыҙ (!) тороп ҡалһын, иҫе лә китмәй. Ярҙам итеү түгел, етемдәрҙең ауыҙынан йолҡоп тигәндәй алыуын белә. Күпме йорт өсөн судлашырға тура килде, малды әйтәһе түгел – улының етеһен уҡытыр-уҡытмаҫ ҡыуып алып ҡайтты. Һәм ауылда бер кем дә уның битенән алмай, оялтырға маташмай. Сөнки “килен кеше – кәм кеше, алабайға тиң кеше”. Бөгөн ире үлгән икән, ҡырҡы ла үтмәй икенсегә барасаҡ һәм теттереп йәшәүен дауам итәсәк. Рәсим йыйған донъяны икенсе берәү итектәре менән тапаясаҡ, мөлкәтенән файҙаланасаҡ. Әсә улын юғалтҡанда килендең рәхәт йәшәргә ни хаҡы бар? Балаһының донъяһының бер өлөшөн генә булһа ла кире ҡайтарырға маташа икән, кем әсәне хөкөм итә ала? Әсәйҙең улын юғалтыу ҡайғыһы менән бер ни ҙә ярыша алмай! Барыһы ла шул позицияла тора һәм ҡәйнәнең ҡылығын аҡлай һәм яҡлай. Мин гел отошһоҙ яҡта, гел! Ҡайҙа ул ғәҙеллек?
Дауамы бар