Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Май 2024, 08:39

Флүрәнең ғәйебе нимәлә?

— Апай, шуларҙы тиҙерәк барып әрләгеҙ. Икенсе тапҡыр кешегә исем таҡмаһындар. — Юҡ, уларға әйтергә һуңынан да өлгөрөрбөҙ. Тәүҙә эште һинән башлайыҡ. Бында үҙеңдең дә ғәйебең бар...

Флүрәнең ғәйебе нимәлә?Флүрәнең ғәйебе нимәлә?
Флүрәнең ғәйебе нимәлә?

Флүрә, иренен турһайтып, уҡытыусы апаһы янына килде:

 — Апай, миңә «Күркә Флүрә» тип исем таҡтылар.

— Кем таҡты һуң? — тине уҡытыусы.

— Анау ҡара сурнай Ғәлимйән! Хәҙер барыһы ла шуға эйәреп, «Күркә Флүрә» лә «Күркә Флүрә» тип күҙемде лә астырмайҙар...

— Ниңә улай итәләр икән һуң? — тип уҡытыусы һаман төпсөндө.

— Улар мине күрә алмайҙар. Мин бит иң шәп уҡыусы! Минең битем ап-аҡ, сәсем, ҡашым ҡап-ҡара! Минең күлдәктәрем матур! Портфелем өр-яңы! Минең атайым — бригадир! Улар минән көнләшәләр. Шуға исем таҡтылар. Мин... мин... мин... Уҡытыусы ҡолағын баҫты.

 — Ярар, етте! Исем тағыу — насар нәмә. Уны бөтөрөргә тырышырбыҙ. Флүрәнең йөҙө асылып китте.

— Апай, шуларҙы тиҙерәк барып әрләгеҙ. Икенсе тапҡыр кешегә исем таҡмаһындар. — Юҡ, уларға әйтергә һуңынан да өлгөрөрбөҙ. Тәүҙә эште һинән башлайыҡ. Бында үҙеңдең дә ғәйебең бар...

 

Фәрит Иҫәнғолов

Автор:Фагим Ахмеров
Читайте нас