Был ай миңә һынау айы булды, буғай. Ике баланы мәктәпкә әҙерләп ебәрәм, ике дауаханаға передача, дарыу-фәлән ташыйым. Төшкә лә кермәгән ҙур-ҙур сумкалар менән эш итәм. Коллектив эсендәге конфликттарҙы ла, клиенттарҙың дәғүәләрен дә хәл итәм. Юриспруденция, психология, мода буйынса ла даими уҡып барыуым бына ҡасан кәрәк булып сыҡты. Былар миңә нәмәгә кәрәк инде. Тип үҙемде битәрләй торғайным заманында. Баҡтиһәң, алған ғилем бер ҡасан да ҡамасауламай икән. Ашарға һорамай, иҫкермәй, күгәрмәй тигәндәй… Тормоштоң был темпынан сәсәп йығылырға тейеш инем һымаҡ. Юҡ бит әй, йоҡларға ғына йығылам. Бер ниндәй төш күрмәй, баҫлыҡмай рәхәтләнеп йоҡлайым да, ял итеп уянам. Нисектер, Искәндәр тип тә, улдарым тип тә һыҙланмайым һымаҡ.Үҙ әрнеүҙәрем менән йәшәргә ваҡыт юҡ.
… Рушаннаны ай тигәндә сығарҙылар. Өлкәрҙең шәбәйеүе оҙаҡҡа һуҙылды. Эскән-тартҡан кеше түгел, йәш, сәләмәт организм. Нишләп улай ҡатмарлылыр хәлдәре, аптыраҡ. Дилбегәне Рушанна ҡулына тапшырғас, бер-ике көн ял алдым. Улдарыма ла барып әйләнергә кәрәк, ауылды күргәндә лә артыҡ булмаҫ. Килеүемә Рушаннаның ике күҙе дүрт булған:
– Тамара, мин ғәйбәткә ышанмай торған кеше, үҙең беләһең. Ләкин эштәрҙең торошо шуға мәжбүр итә…
- Ниндәй ғәйбәт, ниндәй торош?
- Коллектив бит һинең алда ниңә өлтөрәп тора, тиһең?
- Өлтөрәйҙәрме ни әле? Бәлки профессионаллегем өсөндөр?
- Шаярыуға борма. Ирония ла урынһыҙ. Улар бит тәүҙә һине провинциалка, томана тип бик мөрхәтһенмәнеләр. Әле ни ишетәм? “Всемогущая” тип ҡушамат биргәндәр. Бик үрҙә, ныҡ йөнтәҫ ҡуллы “папигы” бар, тиҙәр. Килгәс тә. ишетеп, көлгән инем. Әммә бөтә эштәрҙең яйға һалыныуын, бурыстарҙың бөткәнен күреп, иҫем-аҡылым китте. Тамара, һин минән әллә йәшерҙеңме? Әллә Искәндәрең менән аралар яйлымы? Юҡ, насар тип әйтмәйем, алла һаҡлаһын, юҡ! Киреһенсә, конкуренттарҙың ниңә алда ҡойроҡ болғай башлауҙары ла аңлашыла. Бығаса ашап баралар ине барыһы ла, бөтә яҡтан да… Әммә… Мин һинең ышанысыңдан сыҡтыммы ни инде? Ни өсөн сер йәшерә башланың?
Рушаннаны артабан да ҡайғыртмаҫҡа була, мираҫ тарихын ҡыҫҡаса һөйләп бирҙем.
- Ох Тамараҡай… Һин бит Минең намыҫыма ышанып, үҙеңдең хәсрәтһеҙ киләсәгеңде минең киләсәгем өсөн ҡорбан иткәнһең…
Мин яурын ғына һелктем… Башҡа төрлө була алмайым инде, ни хәл итәһең. Ярым-йорто түгелмен. Яратһам – бар йөрәктән, тамсыһына тиклем һығып бирәм. Яратмаһам, тағы шулай…
Икенсе кереүемә, Рушанна тынысланған. Бер ҡарарға килгәндер. Нимә хәл итһә лә, ул насар нимә булмаҫ.
Артабан эштәр һәүетемсә тәгәрәне. “Снимать” итергә фатир ҙа таптым. Ҡыйбатын-ҡыйбат, уның ҡарауы эшкә йәйәү йөрөйөм, төшкөлөккә лә ҡайтып ашарға мөмкинлек бар. Ул мөмкинлек менән һирәк ҡулланам – аралашырға кеше күп. Йә эштәге коллегалар менән сәй эсәбеҙ, йә берәй үҙ иткән клиентка менән кафеға кереп сығабыҙ. Ниңәлер күптәр мине үҙҙәренең аһ-зарҙарын “һыйҙырыусы” итеп һайлай. Ҡайһы саҡ йүнле кәңәш тә бирә алмаһам да, рәхмәтле булып китәләр. Ниндәй генә тарихтар ишетелмәне! Хет китап яҙ. Ҡыҙыҡ инде ул, кеше тигән зат. Үҙҙәренең эстәрен бушаталар-бушаталар… Ә минең нимә кисергәнемде исмаһам, берәйһе һораһа, ҡыҙыҡһынһа?! Ә бит күптәренең проблемалары минеке менән сағыштырғанда уйын ғына… Ярай, тамара, кешеләргә артыҡ талапсан булма. Әгәр һәр береһе фәрештә булһа, улар ерҙә лә йәшәмәҫ ине.
Ямғырҙар менән башланһа ла, ҡыш-ҡыш инде. Яңы йылға яҡынлашҡан һайын, донъя ағара башланы.
Яны йыл. Бөтә кешеләрҙең дә яратҡан байрамылыр был. Ниңә икән? Миңә ҡалһа кеше Яңы йылды түгел, үҙенең уға булған өмөттәрен ярата. Кешегә үҙ хистәрен, үҙ кисерештәрен яратыу хас нәмә. Байрамға ҡаршы беҙҙең салондың эше икеләтә, өсләтә артты. Оҫталарыбыҙ алһыҙ-ялһыҙ эшләй. һәр береһенең минутына тиклем клиенттары билдәле. Ҡайһы ҡатын-ҡыҙҙың байрамға матурланғыһы, йәшәргеһе килмәһен? Һис һүҙһеҙ – яңы йылға – яңыса! Мәркәз был ваҡытта тағы ла гүзәлерәк халәткә керә. Ҡайҙа ҡарама – байрамса күтәренке кәйеф, матурлыҡ, йәнлелек һәм сағыу ялтыр донъя.
Рушанна хужа булараҡ, декрет ялында түгел. Тулғаҡ башланғансы эшләргә иҫәбе. Өлкәренең хәлендә алға китеш бар. Яңы йылды тулы ғаилә менән ҡаршыларға кәрәк, тип ныҡлы инанғандар. Ваҡыттың ныҡ тығыҙлығына ҡарамаҫтан, барыһы ла корпоратив кисәне уҙғарыу яҡлы. Йола-йола инде. Быға тиклем билдәләгәс, власть алмашынды тип кенә байрамдан баш тартып булмай бит инде. Ғүмеремдә икенсе тапҡыр киске күлдәк һатып алдым. Был юлы кемделер әүрәтер, оҡшар өсөн түгел.үҙем өсөн. Ниһәйәт, ҡупшы туфлиҙар ҙа үҙемдеке, үтескә алынмаған. Яңы йылды кем менән, ҡайҙа ҡаршылау тураһында уйланмайым. Хоҙай яҙғаны булыр.
Ҡабалан ғына Шәрифә апай шылтыратты.
- Матурлыҡ индустрияһында һин минең иң хөрмәтле “блатым”, - тигән була. – Ҡауырһындарҙың ҡалған-боҫҡанын булһа ла рәткә килтерергә ине.
- Һеҙҙең өсөн иң оҫталарҙың оҫтаһын да бушатырбыҙ инде, - тим.
- Какая деловая, ой маладис. Шулай, сублимация энергии – великая вещь. Элек булһа ултырыр инең шыңшып. Үҙеңде йәлләп. яҙмышыңды әрләп. Әле, ана, деловая дама. Энергияң шыңшыуға түгел, эшкә китә. Гел шулай бул.
Ғәҙәтемсә, мәсеткә хәйер һалырға киттем. Йыш уҡ булмаһа ла, керергә тырышам. Бында бит Хоҙай ҡаршыһында исемле иттеләр. Миңә насип бәхет өлөшөмдө татый башланым да буғай инде. Бәлки берәй заман ишем дә осрар. Яңғыҙлыҡ Хоҙайҙың үҙенә генә килешә, моғайын, миңә кеше яҙмышы яҙылғандыр. Ултырған һындар яғына ҡарамай ғына иҫәнләштем дә, хәйеремде һалырға йәшниккә боролдом.
- Эй-й, бынау баланан нурҙар һирпелеп тора ла инде, - тигән тауышҡа һиҫкәнеп, нурлы баланы күрергә була тирә-яғымды байҡайым. Бала-сағалы әҙәм заты күренмәй инесе. Ғөмүмән, бындағы кеше араһында иң йәштәре мин дә, хәйергә доға ҡылып ултырыусы шәкерт.
- Ҡана, яҡынданыраҡ күрәйем әле үҙен, - тарамыш ҡына ҡулдар ап-аҡ ҡына (Рушаннаның зауығы!) дубленкам еңенән тотоп ала. Бәй-бәй “нурлы бала” мин булдыммы ни ул? Әбейгә, ниһәйәт, боролоп ҡарайым һәм саҡ һуштан яҙмайым.
- Мөнөй әбейем!
- И-и-и балаҡайым-бәбекәйем, әллә минең ауылданмы һин? – ул бөтөнләй мин булмаған районды атай. – Ҡушаматымды беләһең. Миңә бит бында мулла ҡушҡан исемем менән генә Миңниә инәй тип өндәшәләр…
Шулай итеп, үҙемә өләсәй таптым. Миңниә инәй Мөнөй әбейҙән апаруҡ йәш. Холҡо ла башҡасараҡ – бик ихлас, һүҙсән, кеше ярата. Өлкәнәйгәнсе ауылда йәшәгән. Балалары күп. Барыһын да уҡытҡан. Ҡартайған көндә балалары мәркәздә фатир алып биреп күсереп алғандар. Эстән уйлап ултырам: улай фатир алырлыҡ булғас, бик ҙур урындаларҙыр инде. Әбекәй үҙе лә йонсоп йәшәүсегә оҡшамай - өҫтөндә кәттә генә кейем, ҡулдарында алтын да көмөш… “Алтын” һүҙен былай ғына ҡушам инде, балдаҡ-беләҙектәре ҡатлы-ҡатлы күп булғанға. Былай барыһы ла буталлы көмөш биҙәүестәр. Яңы танышҡан кешеһен алып ҡайтып сәй эсерергә лә ҡурҡмай икән. Ваҡытым самалы булһа ла, ҡыҙыҡһыныуым көслөрәк булып сыҡты – киттем артынан. Ысынлап, яҡын йәшәй. Сүп-сар, төкөрөк-төпсөк аунап ятҡан подъезд түгел – тап-таҙа, көҙгө кеүек ялтырап ята. Мәркәздә лә бындай йорттар бар икән, тип ғәжәп иттем. Консьержка тигән әҙәмде кинола ғына күргән бар ине. Дә-ә, әбейең ысынлап ябай әбей түгел, былай булғас. Ана бит, хатта прихожка бүлмәһе Рушаннаның фатиры ҙурлыҡ, ай-бай. Балалары нисек ҡурҡмай был әбейҙе яңғыҙын йәшәтәләр икән? Улай һәр бер танышын да сәйгә саҡыра башлаһа…
- Ошо йәшкә етеп яман уйлы бәндәне изге күңеллеһенән айыра алмаһаң, оҙаҡ йәшәүең, күпте күреүең ни һан?!
Һорауымды ҡысҡырып әйтмәгән инемсе
- Балаларҙан айырым йәшәһәм дә, улар тарафынан ташланған түгел бит. Теге ишек төбөндә ултырған әҙәм дә ейәнемә ошаҡлап тора. Әле лә хәбәр иткәндер, оҙаҡламай ейәнем йә үҙе килеп сығыр. Йә шылтыратыр. Уныһы мине ныҡ ҡурсып тора. Йәшерәк сағында “һин - минең идеал” ти торғайны, эй-й…
- Идеал эҙләп өйләнмәне лә ҡуйҙымы?
- Юҡ, өйләнде. Килен бик сибәр, белемле. Яҡшы нәҫелдән. Барыһы ла уҡымышлылар, урында ултыралар. Миңә лә мөнәсәбәте әйбәт булды. Һүҙем юҡ. Тик… Тик артыҡ тиң булып сыҡтылар, ахыры…
- Бәй, нисек инде артыҡ тиң? Тиң түгелдәр тигәнде ишеткән бар, тигәндәй…
- Нисек аңлатайым инде… Ейәнем ныҡ ҡатмарлы кеше. Ҡылыҡтарын да төшөнөп етеп булмай. Нимә теләгәнен дә аңламаҫһың. Башҡаларҙан күпте талап итә, ә үҙе тойғоға һаран. Ҡыҫҡаһы, ейәнемде аңламайым, әммә ныҡ яратам. Ә киленгә килгәндә… Уның улыҡайымды яратып, уның тормошо менән генә йәшәргә, уны ғына көйләргә, уны ҡояш итеп күрергә теләге лә, хәле лә юҡ ине. Яратырға, ә бигерәк тә минең ейән кеүекте яратырға, бер нимәгә ҡарамай унан күңелең ҡайтмаҫҡа бик күп көс кәрәк, бик күп. Ә килен эште һайланы. Эш менән анһатыраҡ.
- Айырылыштылармы?
- Минең ҡарашҡа улар ысын мәғәнәһендә ҡауышманылар ҙа… Нимә инде ул паспортҡа мисәт баҫтырып, туй эшләү? Ҡыҙҙары бар, шуныһы йәл. Килен эше буйынса сит илгә йәшәргә китте. Бала ейәнемдә ҡалды. Ир кеше – ил кешеһе, эшенән ҡайтып кермәй. Ҡыҙы шул өй ҡараусылар ҡулында. Берәй 15-20 йәшкә йәшерәк булһамсы, тип йәнем үртәлә. Үҙем бағыр инем.
– Ә үҙенең өләсәй-олатайҙары?
– Э-эй-й уларҙы… Улары ла эшкә туймай. Әллә нисәндәй исемдәр, дәрәжәләр алып бөттөләр, тағы ни кәрәктер… Фән кешеһенә һүҙ әйтеп булмай. Быуын-быуын уҡыусылар, өйрәнсектәр үҫтерҙеләр, ә бер бәләкәс кенә ейәнсәргә ваҡыттары йәл… Әлләсе, беҙ күмәк бала инек Береһенән-береһе ыуаҡ. Ата-әсәй эштә, шул өләсәй ҡулында үҫтек инде. Итәктән төштөк тә, эшкә йәбештек. Уйланып, буҙлап ултырырға ваҡыт та булманы.
Был ниңә ейәнен артыҡ күп һөйләй әле ул? Кәләш эҙләй, тимәк. Мине лә юҡҡа ғына алып ҡайтмаған инде, үҙенсә һынамаҡтыр. Артыҡ ҡабаланмайһыңмы, әбекәй? Мин бит ейәнең кеүек ҡалын нәҫел балаһы түгел, тыштан оҡшаһам да. Затлы кейемде ошо йәшкә етеп саҡ кейгәнмен, унда ла әхирәтем яуырынан һыпырылып төшкәнен генә… Кеше психологияһы минең өсөн билдәһеҙ нәмә түгел ул. Тәүҙә, улың буйҙаҡ булғанда, ниндәй булһа ла килен теләйһең. Аҙаҡ киленең булғас, күҙ асыла – сибәр булһа, уңған түгел, егәрле булһа – төҫө юҡ. Нәҫеле затлы түгел, йә туйҙа ҡоҙалар бүләкте бәләкәсерәк һалған, быныһы ҡәйнә йортона ҡорған элмәгән, таҫтамал ҡуймаған. Бик булмаһа ашҡа һуғанды ваҡлап турамай, һаламлап турай… һ.б. һ.б. Баштан үткән инде. Әле ауыҙымды йомоп йылмайып ҡына сәй эскәндә минән дә ҡулайлыһы юҡ һымаҡ күренер ҙә ул… Юҡ инде, әбекәй, үҙеңде өләсәй итергә ризамын. әммә ейәнең менән танышыу – юҡ. Кемдеңдер ҡыҙын үҫтерәм тип кенә үҙ улдарымды үгәй атайҙан ҡаҡтырайыммы һуң? Димләп-фәлән ауыҙ асһа, шунда уҡ кире ҡағасаҡмын, танышмаясаҡмын. Ирһеҙ йәшәп өйрәнелде. Быны бөгөн үк әйтеп ҡуйырға кәрәк, әле үк. Аслан, килен итергә ине ошоно тип ымһынып, өмөтләнеп ҡуймаһын. Кешенең өмөтөн ҡырыуҙан да ҙурыраҡ гонаһ юҡтыр. Минең өмөттәремде күп киҫтеләр, ауырлығын кисереп беләм. Үҙем ундай юлға бармам, тип үҙ-үҙемә биргән һүҙем дә бар.
Ҡабат килергә һүҙ биреп, сығып ысҡындым. Рәхмәтлемен тәҡдиремә. Тигән уй килде ҡапыл. Һуңғы айҙарҙа күпме этелергә-төртөлөргә, һүҙ ишетергә, көсһөҙлөгөмдән ғажиз булырға тура килгән мәлдәр булды. Мөнөй әбей рухына һығындым, уйҙарымда кәңәш һорап ялбарҙым… Бирҙе бит! Ҡайтарҙы ла бирҙе әбейемде. Миңлекәй, Миңниә… Моғайын, күп һанлы туғандарының береһе булғандыр. Үҙенең быуыны ла нығынмаған, кимерсәк кенә кәүҙәһенә ошо Миңниәне лә йөкмәп йөрөгәндер… Ипләп кенә һорашырмын әле, белермен. Теләге булһа, Мөнөй әбейҙең яҙмышын бәйән итермен…
Берәй ярты сәғәткә генә иртәрәк сығаһым булған – тығын. Һүҙ ишетермен тип ҡурҡҡан юҡ та… Берәй клиент менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыр булһа, шунда булғаның яҡшы. Рушаннаға артыҡ борсолоу кәрәкмәй. Ярай, тығындар шуныһы менән яҡшы: уйланырға форсат тыуа. Шулай ҙа шикселлегем артҡан. Бынау инәй ейәнен һөйләй тип, әллә ниндәй уйҙар уйлап бөттөм. Уның бәлки димләү уйында ла юҡтыр. Былай ғына, эсен бушатыр өсөн генә әйтәлер. Ә мин эстән генә әллә нимәләргә барып еттем. Ә ҡыҙыҡай өсөн үҙәгем өҙөлдө - уныһы хаҡ. Уның нимә кисергәнен күрәм, тоям һымаҡ. Ул хатта мин үҙем һымаҡ. Ата-әсәһенә кәрәкмәгән бер оронсоҡ. Артыҡбикә. Иҫәпкә бар - һанға юҡ. Бала тип һаналаһың, ә ғәмәлдә барыһы өсөн дә һин – бушлыҡ. Ул өй йыйыштырыусыһы өсөн иһә өҫтөн алыштырырға, тамағын туйҙырырға мәжбүр итеүсе өҫтәлмә эш. Артыҡ мәшәҡәт. Биш йәшлек тинеме? Ә бит минең ҡыҙым шул хәтлем булған булыр ине… Йөрәгем һыҙып китте. Ҡуй, тыныслан, Тамара, әйтте бит Мөнөй әбейем, эргәңдә ҡыҙ бала күрәм, тине. Ниндәй әле? Аҡһыл сәсле, ҡап-ҡара күҙле тигәйнеме? Мин дә уны күрәм һымаҡ. Бигерәк матур, нурлы, һөйкөмлө ҡыҙсыҡ итеп күрәм. Ул миңә оҡшамаған. Кемгә оҡшаған һуң? Бик таныш йөҙ бит! Эйе, ул… Искәндәргә оҡшаған… Ирекһеҙҙән күҙҙәремдән йәш ҡойолдо. Ах, был күңел! Ниңә һаман булмаҫтайҙы көҫәй? Ниңә бер ҡасан да тормошҡа ашмаҫ хыялдар барлыҡҡа килә икән был йөрәктә?! Нимә-нимә, ә Искәндәр бисә айыра торған кеше түгел. Ул бит айырым бер ҡатын-ҡыҙға ғына түгел, ә уның бөтә нәҫеленә, был никах килтергән престижға, карьераһына өҫтәләсәк таяуҙарына, тағы әллә ниндәй өҫтөнлөктәренә бергә ҡушып өйләнә! Кәм тигәндә ике “вуз” бөткән, күркәм холоҡло, үҙ баһаһының юғарылығын бик яҡшы белгән ыҫпай ханым итеп күҙ алдыма килтерәм мин уны. Искәндәр яңылыш помадаға буялып ҡайтһа, тыныс ҡына:
– Ҡәҙерлем, был затлы кейемдән помада эҙен бөтөрөүө ауыр, шуға күрә ҡыйын булһа ла сисенгәнсе түҙһен инде, аңлат, - тип кенә ҡуялыр. Ә минең тәрбиә кимәлем түбән – Искәндәргә берәйһе ҡағылып китһә лә, боғаҙын сәйнәрҙәй булып енләнер инем. Бына шулай. Бүлешә алмайым. Аҡсаны, ана, йөҙәр меңләп тә сығарып “һиптем”, ә Искәндәрҙе – юҡ. Бәлки тап шуның өсөн дә, ул минеке түгелдер… Килһен ине бер заман шундай көн! “Һин – бәхетем”, - тип ҡабатлаһын ине! Унда мин үҙемдең бәхет икәнемде аңлар инем. Ә былай… Әйтте, Мөнөй әбей, әйтте… “Һин үҙең – бәхет”, тине, ә мин барыбер аңламайым шуны. Минең уйымса, Рушанна барыбер мең тапҡыр бәхетлерәк. Сөнки ул яратҡан кешеһенән балалар таба. Ҡатын- ҡыҙлыҡ бурысыңды һөйөклө кешеңә бағышлауы – иң ҙур бәхеттер. Балаңды үҙ балаң булған өсөн генә түгел, һөйгәнеңдең ҡаны, уның бер киҫәге булған өсөн тағы ла нығыраҡ яратаһыңдыр… Әллә Искәндәрҙән балаға уҙырға? Иҫәр уйҙарыма көлкө килде. Ҡасандыр тап шунан ҡурҡып, муйынды боғалаҡҡа тыға яҙҙым түгелме ни? Ә әле тот та, яҙмышты кирегә борорға тызырай, имеш… Юҡ инде, никахһыҙ баланың бәхете булмай, тиҙәр бит, ә кемде-кемде. Искәндәрҙән булыр сабыйының бәхетенә ҡул һуҙмаҫ инем, барыбер. Үҙ ярама ниңә тоҙ өҫтәйем икән мин? Бығаса бер Искәндәр тип кенә һары һағыштарға бата инем. Ә әле… Ә әле унан тыумаған балаларым өсөн дә йәнем һыҙлай… Нимә ти әле Шәрифә апай: “Уж климакс близится, а Германа все нет”… Ҡатын-ҡыҙ булмышымды онотоп йәшәүемә алты йыл булып килә. Һаулыҡҡа зыян, тиҙәр, ысын булһа. Тол-тойоҡтан балауыҙ һығып ултырыуым шул психика ҡаҡшауҙан микән әллә?
Ҡуйсы әле, Тамара, үҙ-үҙеңде алдауҙан тыйыл! Башҡалар бер ни белмәһә лә, үҙең бит бик яҡшы беләһең хәҡиҡәтте! Булмай һинең башҡаса үҙ сабыйың, булмай. Ҡыҙ ҙа тыумай, ул да тыумай! Һыу буйына барып та теләктәр теләнем, хәйерҙәр бирҙем йөккә ҡалғас. Барыбер файҙаһы теймәне. Йән кермәҫ элек үк буйымда сереп йөрөгән. Аптырайым да шул – эсем ерле ҙураймай, тип. Ул акушеркаһын әйтәйем инде… Ҡаралырға барып торам, тикшереләм. баланың йөрәк тибешен тыңлай. “Тибә” тип яҙып ҡуя картаға. Аҙаҡ беленде – бер айлыҡта уҡ үлгән булған… Мин өс ай буйы ҡыҫыр өмөттәр йөкмәп йөрөгәнмен. Ҡурсаҡтай матур, һөйкөмлө ҡыҙ балам булырға тейешле мәйет киҫәктәрен минән һалҡын, аяуһыҙ тимер-томорҙар менән ҡырып сығарҙылар… Шунда артыҡ тырышып ташлағандарҙырмы, балам менән бергә аналығым да серей башлаған булғандырмы, белмәйем. Әммә врвчтарҙың хөкөмө бер булды – башҡаса әсә булыу яҙмаясаҡ… Ул ваҡытта, миңә был мөһим түгел ине. Үҙемдең нимәнән мәхрүм ҡалғанымды уйлап, ҡайғы бәпләп ултыра алмай инем. Өрлөгө һынған нигеҙемде бөтәйтергә, улдарыма ҡалҡан булырға, иҫәпһеҙ-һанһыҙ бурыстарҙан ҡотолорға, яҙмыштың һынауынан бөгөлөп алғанда ла һынмаҫҡа кәрәк ине. Минең яҙмыш китабымдың иң ауыр, иң ҡара биттәре ине ул көндәр. Шөкөр, үтте. Хәҙер бына, ниһәйәт, иларға ла мөмкинлек булды. Һәм мин илайым. Йәш кенә башым менән тамуҡ ғазаптары аша үткәнем өсөн дә, тыумаған бәләкәсемде һағынып та, әсәй наҙынан мәғрүм ҡалған теге биш йәшлек ҡыҙыҡайҙы ла йәлләп тә, тағы әллә нимәләр өсөн дә…
Ә Мөнөй әбей юраған ҡыҙ бала? Ул ҡайҙа? Үлем төҫө кергәс, яңылыша башлауы ла бик мөмкин. Юҡ, юҡ… Уның тәне генә бәлйегән ине, ә иҫе ап-асыҡ, яҡты зиһенле ине. Минең уның яңылышыу мөмкинлегенә шикләнергә хаҡым юҡ хатта! Ул миңә үҙ-үҙемде эҙләргә мәжбүр итте, хатта арттан этеп тә ебәрҙе. Нәфсем кескәйерәк булһа, ул ҡалдырған аҡсаға өй күтәреп, ауылда тыныс ҡына йәшәп ятыуымды дауам итә ала инем. Ә Мөнөй әбейем минән күберәкте талап итә ине, ул ныҡ көсөм барлығына инанды. Уның рухы алдында яуаплылыҡ миңә күтәрелергә мәжбүр итте. Һәм әбейем хаҡлы булып сыҡты бит! Кемгәлер йылдар, тиҫтәләрсә йылдар өйрәнергә талап ителгән эшкә төшөнөргә миңә нисәлер ай ғына кәрәк булды. Документаль рәүештә салон минеке булмаһа ла, барыһы ла миңә хужа, етәксе итеп ҡарай. Хатта Рушанна үҙе лә. Ә күпме файҙалы танышлыҡтар булдырҙым, күпме яҡлаусы – таяуҙар? Хәҙерге тәжрибәм, мөмкинлектәрем менән мин юғалмаясаҡмын. Заманында бысраҡҡа төшөрөп тапарға маташҡандар алдымда ҡойроҡ болғарға рөхсәт һорап инәләсәк әле. Ауылыма ла еңеүсе булып ҡайтасаҡмын. Эш урыны эҙләп түгел, башҡаларға хеҙмәт итергә һәм эш хаҡы алырға мөмкинлек биргән берәй фирма асырлыҡ булғас. Улдарым да берәҙәк булып йөрөмәйәсәк. Аталарының нигеҙен улар өсөн һаҡлаясаҡмын. Нисә йыл үтер былар өсөн белмәйем, әммә барыһы ла минеңсә буласаҡ. Хәҙер инде мин үҙемде әһәмиәтһеҙ генә бер нәмә, Артыҡбикә итеп тоймайым. Бар көсөм, бар, һиҙәм мин уны. Бының өсөн Мөнөй әбейемә бурыслымын. Тик бына ҡыҙ бала… Юҡ, яҙмышыма Мөнөй әбейгә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш кеше юҡҡа ғына килеп кермәгәндер. Барырға, асыҡларға кәрәк – туғанмы улар? Әгәр туған икән, тимәк Миңниә әбейҙең бүләсәре, Мөнөй әбейемдең дә нәҫеле, ҡаны. “Үҙең бәхет бул!” тине бит ул ҡат-ҡат. Юҡҡа түгел бит ул. Минең өсөн биш йәштә иң ҙур бәхет - әсәй үҙе ине. Шул тиклем уны юғалтыуҙан ҡурҡа инем, шул тиклем! Ҡайһы берҙә ул серем итеп алырға уйлаһа ла, минең ҡотом оса ине. Эргәһенән китә алмайым. Саҡ ҡына тын алмай торһа, үлде тигән ҡурҡыштан, уға килеп йәбешәм. Керпектәренән тартып күҙҙәрен астырам. Ул уяна ла, туҙҙырып мине әрләй, сәпәп тә ебәрә. Таң атыр-атмаҫ аяҡ өҫтө бер туҡтауһыҙ эш менән йөрөп арый, саҡ ҡына ял итәм тип ятһа, мин маҙаһыҙлайым. “Ниндәй бала булды был!” – тип йәне көйә. – Бер ял бирмәй йонсотоп үлтерергә әйтәгеҙ мәллә,” – тип ғәйепләргә тотона. Мин бахыр, әсәйемә әйтергә теләгән бер йылы һүҙемде лә әйтә алмай, ҡатып ҡалам. Һүҙем етмәгәнен ҡосаҡлап булһа ла аңлатмаҡ булам, унда ла сирҡанған кеүек мине үҙенән ситкә этеп ебәрә. Бына шулай. Ә хәҙер үҙе улдарымдың мине ҡосаҡлап үбеүҙәренә күҙе ҡыҙа. “Мине яратмайһығыҙ,” – тип барыбыҙҙы ла ғәйепләп, тағы йөрәкте яралай. Һөйөүөмде үҙе ҡабул итмәгәс, ни эшләйем? Улым уллы булмайынса, ҡыҙым ҡыҙлы булмайынса аңламаҫ, ти халыҡ мәҡәле. Ҡыҙлы булырға яҙманы, бәлки шуға әсәйҙе аңларға ла яҙмағандыр?
Әгәр Яңы йылға тиклем Миңниә инәй мине онотмаһа, ҡыҙсыҡ менән танышам. Тип юрап ҡуям. Әгәр ул Мөнөй әбейҙең нәҫеле булып сыға ҡалһа, уға әсәй наҙы бирергә тырышасаҡмын. Бының өсөн кем булырға тура килһә лә. Өй йыйыштырыусымы, бала ҡараусымы, тәрбиәсеме… Ниндәй сифатта ҡыҙсыҡ янында була алам, шул вазифаға риза буласаҡмын. Әлбиттә, әгәр тап шул ҡыҙыҡайҙы Мөнөй әбей минең янда итеп күргән икән… Етен сәсле, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле матурҡай. Уны таныр өсөн был билдәләр етерме? Етмәһә, тағы берәй билдә булыр. Тик бына үҙем һүҙемдә тора алырмынмы?
Бөтөнләй ят бауырҙы ҡабул итерменме? Ярай, ул тиклем уйламай торайым. Тәүҙә бер шарт тормошҡа ашһын: Миңниә әбейһүҙендә торһон. Шылтыратам тине бит. Ҡөрьән ашы уҙҙырырға ярҙамлашырһың, тине. Балаларҙың үҙ мәшәҡәттәре баштан ашҡан, борсоғом килмәй, тине. Эш минең дә муйындан, әммә осрашыу тетрәнешенән айнымаған инем, шундуҡ ризалаштым. Ә хәҙер ултырам пландарымды барлап. Бер-ике осрашыуҙы күсерергә кәрәк була икән. Зыян юҡ, күсерербеҙ. Йөрәгем ҡапыл сыҙай алмай ярһый башланы. Былтыр Искәндәр менән осрашыр алдынан кеүек. Унда, әлбиттә, уның менән күрешерҙе белмәй инем, миңә һалынған яуаплылыҡты аңлауҙан күңел ярһый ине. Хәйер, әле лә үҙемә бик ҙур йөкләмә алдым түгелме ни? Тулҡынланмаҫ ерҙән тулҡынланырһың.
Егерме бише етте. Көнө буйы шылтыратыу көтөп йөрөнөм. Кисенә көсөргәнештән ятып иланым. Шылтыратманы әбейем! Әллә ниндәй пландар ҡороп бөткәнемә үҙемә асыуым килә. Кем инде һин ул тиклем? Ул әбей һинһеҙ әллә күпме йәшәгән, һинһеҙ ҙә бына тигән йәшәр! Ул биш йәшлек ҡыҙыҡай ҙа, дөрөҫөн әйткәндә, балда-майҙа ғына йөҙә! Өшөмәй ҙә, асыҡмай ҙа, бысраҡ-туҙандың хатта ни икәнен дә белмәй. Һинең уларға кәрәккенәң юҡ, бушҡа күңелеңде ярһытма!
Әл дә корпоратив кисә үткәреүҙе үҙ иңемә алғанмын. Сценарий уйлау, ролдәр бүлеү, көлкөлө бейеүҙәр ҡуйыу, залды биҙәү эштәренә күмелеп, ҡайғымды онотоп торҙом. Байрам барыһына ла оҡшаны. Коллектив, ғөмүмән, башлыса ижади, креатив кешеләрҙән торғас, күңел асыуҙы ойоштороу әллә ни ҡыйын булманы. Бүләктәрҙе Рушанна үҙе генә әҙерләгән ине. Ҡулыма ҡалын ғына ҙур конверт тотторғас, аңланым. Минең тулы хоҡуҡлы компаньон икәнем хаҡында документтар. Шәп сюрприз. Хәйер, бөтөнләй көтөлмәгән, тип әйтеп булмай. Дөрөҫ эшләй, Рушанна, киләсәген ҡайғыртып. Салондың яртыһы минеке икән, тимәк мин бер ҡайҙа ла китә алмайым. Киреһенсә, бизнестың киңәйеүенә, тотороҡлоғона бар көсөмдө һаласаҡмын. Эш ышаныслы кеше ҡулында булғас, Рушанна ла рәхәтләнеп бәпесен табып, ялда ята аласаҡ. Сөнки йөктө икебеҙ өсөн дә мин тарта торасаҡмын.
Байрамдан ҡайтҡас, эсемдән генә йылға йомғаҡ яһап ултырҙым. Быйыл нимәгә өлгәштем, нимә тороп ҡалды? Ғөмүмән, бәхетле йыл булдымы, уңышһыҙмы? Был һорауҙы хәл итеү бик ҡатмарлы булып сыҡты.
Йортһоҙ тороп ҡалдым, балаҡайҙарым үҙемдән йыраҡ. Үҙем иһә тыуған төбөгемдән алыҫайҙым. Ә ҡасандыр унан башҡа ерҙә тормош юҡ һымаҡ ине. Һаман яңғыҙмын. Ишем юҡҡа ҡаңғырам. Кеше тупһаларына морон төрткән булдым. Ғүмерлек булмаһа ярар ине. Бына шулай.
Ә ыңғай яҡтары? Үҙем дә, балалар ҙа, әсәйем дә иҫән-һау. Ниһәйәт, эш бәхетен дә татып ҡарарға насип булды. Ул ғынамы – ҙур бизнес хужаһымын. Тыуған ерем кеүек ҡәҙерле булған башҡалала йәшәп ятҡан булам. Мөнөй әбейҙәр кеүек кешеләргә осрауым өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Ҡәйнә яҡтарынан фатиха алдым, улдарымдың яҡындары ике тапҡыр күбәйҙе, ярҙам итә башланылар. Ғөмүмән, фатихалы йыл булды. Атай йортона ҡайтып киткән арала, мөнәсәбәттәрҙең элеккесә түгел, нисектер, байтаҡ йылыраҡ икәнен тоям. Әсәйем менән күберәк һөйләшә, серләшә башланыҡ, ул минең менән ғорурлана, буғай. Был хәл минең һуңғы ун йыл кисергән ғазаптарымдың барыһын да ҡапланы. Үткәндәргә рәнйемәй башланым. Үҙемде хаталарым өсөн ҡәһәрләүҙән туҡтаным. Ғөмүмән, тыуғаныма үкенмәй башлауымды йылдың иң төп ваҡиғаһы тип атарға кәрәктер. Миңниә инәйҙең ҡөрьән мәжлесенә саҡырмауына ныҡ көйгәнемде иҫәпкә алмаһаң, стакан яртылаш тулы!