Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Май 2024, 06:37

Артыҡбикә Повесть Рәйлә САБИТОВА (12) Аҙағы

- Ә беҙ осрашмаған булһаҡ? Ярты йыл элек минең мәркәзгә килерем дә билдәһеҙ ине. Унда нимә булыр ине?

Артыҡбикә Повесть Рәйлә САБИТОВА (12) АҙағыАртыҡбикә Повесть Рәйлә САБИТОВА (12) Аҙағы
Артыҡбикә Повесть Рәйлә САБИТОВА (12) Аҙағы

Утыҙ беренсе декабрҙә Яңы йылды үҙ-үҙем менән генә ҡаршыларға тигән ҡарарға килеп, барыһының да саҡырыуҙарын кире ҡаҡтым. Теләгәнде кейеп, үҙеңә оҡшаған ниғмәтте генә әҙерләп, яратҡан көйҙәреңде генә тыңлап, башҡалар түгел, үҙ ыңғайыңа ғына тороуҙан да яҡшыраҡ нимә булыр, тиһең?
Пландарҙы телефон боҙҙо. Миңниә инәйем! Ул саҡырғас, барыһын да оноттом. Такси ҡиммәтлеге лә һыуындырманы, төнгә ҡарай сыҡ та кит.
– Онотманым, ҡыҙым, онотманым. Балалар үпкәләнеләр ҙә киттеләр. Беҙ бар саҡта нишләп ете ят кешенән ярҙам һорайһың, тип ғәрләнгән булалар. Бөгөн оҙон көн буйы барыһын да тиерлек урап сыҡтым да, кискә ҡайттым. Ҡал да, ҡал, тиҙәр ине, юҡ, минәйтәм. Көн буйы һеҙҙең күңелде күрҙем, хәҙер үҙемдең күңелде күрәйем, тинем. Бына, бүләсәремде генә алып ҡайттым.
Ул шулай һөйләнә-һөйләнә миңә фотоһүрәт һуҙа. Ҡараным да, шаҡ ҡаттым. Принцесса кейемендә биш йәштәрҙәге ҡыҙ бала. Сәстәре һарыҡай бөҙрә. Йөҙө аҡ ҡына. Ә ҡаштары ҡыйылып торған ҡап-ҡара. Ә күҙҙәре… Ә ҡап-ҡара күҙҙәренә мөлдөрәмә һағыш тулған. Үҙе бигерәк һөйкөмлө, бигерәк бәләкәй! Йөрәгемде ниҙер телеп үткән кеүек булды. Шундай сабый ғынаға шул хәтле моңһоулыҡ, шул хәтле һағыш нисек һыймаҡ кәрәк? Ҡыҫып-ҡыҫып яратҡы, наҙҙарым менән бөтә ҡайғыларын иретеп таратҡым килде шул баланың!
- Исеме Әйшә, - тип яуапланы әбейем һорауыма. Тетрәнеп киттем. Был нимә, тағы бер билдәме? Үҙемдең Аллаһ ҡаршыһындағы исемем Миңлеғәйшә бит. Әйшә-Миңлеғәйшә… Ҡыҙҙарға исемде әсәһенә оҡшатып ҡушыу бар инде. Яйлап һүҙҙе Мөнөй әбейгә борам. Миңниә инәй башын сайҡап уйланып тора.
- Төшөмә өләсәйем керҙе. Төҫөн дә онотоп бөткәйнем инде, бер кергәне юҡ ине. Анауы аҡ торна апайыңдан хәбәр килтергән, тот шуны, ысҡындырма, - ти. Уянып киттем дә, хәйерлегә булһын, тип уйланып ятам. Бынауы ҡалала аҡ торна түгел, һоро торна ла булмай ҙаһа, тим. Өләсәйем минән хәйер теләйҙер, тип мәсеткә киттем. Бәй бер заман ҡараһам, артымдан ап-аҡ торна килеп керҙе. Өләсәйем ҡушҡас ни, барҙым да тоттом инде, - тип кеткелдәп көлә. Уға ҡушылып мин дә көләм. Ҡыҙыҡ инде был донъя. Берәүҙәр һине ғүмер буйы “торна муйын”, “торна бот” тип үсекләй, кәмһетә. Ә кем өсөндөр һин – изге ҡош, тотем, көтөлгән, көҫәлгән… Кеше шул тиклем һуҡыр зат. Ул йыш ҡына үҙ-үҙенең ысын йөҙөн дә күрмәй-танымай.
Ә һин һуң, Тамара-Миңлеғәйшә, үҙ-үҙеңде таныйһыңмы? Үҙ-үҙеңә баһаны нимәгә ҡарап ҡуяһың? Был донъяла тотҡан урыныңа ҡарапмы, әллә алда өлгәшәсәк мөмкинлектәреңә, көсөңә ҡарапмы? Ниңә берәүҙәр һине әйләнгән һайын суҡырға, кәмһетергә, рәнйетергә генә тора, икенселәр тәү ҡараштан үҙ итә, баш әйләнерлек һүҙҙәр менән бүләкләй, йылыта, өмөт бағлай?
Был минең һуңғы тиҫтә йылдағы иң бәхетле Яңы йылым. Ир тигәндәре, ауыр тупрағы еңел булһын, бөтә байрамдарҙан ваз кистереп бөткәйне инде. Көнө буйы арманһыҙ булып бешереп-төшөрөп әҙерләнәһең дә, бөтөн хеҙмәттәрең өсөн “бүләк” бер – иҫереп, лаяҡыл булып хәшәрәт ҡиәфәткә кергән “хәләл ефет”, йәки хәләл афәт, кем әйтмешләй. Шәм яҡтыһында табын ҡороп, моңло көйгә талғын ғына парлап бейеп, сөкөрҙәшеп кенә байрам итке килмәгән тиһеңме ни, минең дә? Бәхетеңә яҙмағас, киноларға ғына ҡарап булһа ла йыуанаһың инде.
Төнгө ҡала уттарын йылы, нурлы йортта хөрмәт иткән, яҡын күргән аҡыллы, сабыр, матур инәй менән серләшеп күҙәтеп ултырыуы ниндәй күңелле!
Үҙемдең тормошто ҡыҫҡаса ғына һөйләп ташланым. Искәндәрҙе ҡыҫтырманым. Уны кем тип аңлатайым? Мөхәббәтем типме? Мөхәббәт ул уртаҡ була. Ә мин Искәндәрҙең миңә ҡарата нимә тойғанын белмәнем һәм әле лә белмәйем. Яҙмышыммы? Улай икән, ниңә ул янымда түгел? Ҡәһәремме? Ә ниңә уның менән бергә булған мәлдәр хаҡында хәтирәләрҙе иң ҡәҙерле нәмәләй кеүек барлайым, һаҡлайым?..
- Зарлана торған кеше түгел, тип уйлағайным да мин һине, - әбейемдең тауышында ҡәнәғәтлек ишетәм. Һин, кем әйтмешләй, “халява” көтмәйһең тормоштан. Халява ул бушҡа килгән була. Бушҡа килгән, тимәк, осһоҙло. Ә һиңә арзан нәмә кәрәкмәй, һин иң яҡшыһына лайыҡ. Ябай ғына алмазды иң затлы аҫылташҡа әйләндерер өсөн түҙемле, осҡор оҫта, оҙайлы хеҙмәт кәрәк. Ә һине бриллиантҡа әйләндерергә оҫта кәрәкмәй – һин үҙеңде-үҙең шымартаһың, үҙеңде-үҙең камиллаштыраһың. Бер заман мең-мең нурҙар сәсеп ялтырап асылырға һиңә бер генә нәмә етмәй – лайыҡлы тирәс. Көмөш, алтын – барыһы ла арзан. Һиңә тик платина – аҡ алтын ғына бара. Аҡ алтын ул бик ҡиммәтле нәмә һәм бик ҡаты ла. Уны үҙең теләгәнсә бөгөргә ныҡ ҡайнар йөрәк кәрәк. Ҡайҙа бора тип аптырайһыңдыр инде. Бәлки аптырамайһыңдыр ҙа, һиҙәһеңдер. Эйе, ейәнемде һөйләйем. Холҡо ауыр тигәйнем инде. Ул үҙ-үҙенә, башҡаларға, хатта тормошҡа ла көс еткеһеҙ талаптар ҡуя. Ул буй етмәҫлек камиллыҡҡа ынтыла. Һәм ынтылышының фәтеүәһе булмауын аңлауҙан, һыҙлана. Ул һиңә күңелен тиҙ генә асмаясаҡ. Хатта яратҡан осраҡта ла, һине ете ҡат боҙло мәкегә сумырып, ете ҡат утҡа ташлап һынаясаҡ. Ул аяуһыҙ. Һинең ғазаптарың, кисерештәрең уға барыбер. Әммә уның һынауҙарын үтһәң, һинең һәр ғазап сиккән секундың йөҙләтә бәхет булып кире ҡайтасаҡ. Ул һине алтын тәхеттәргә күтәрәсәк, ел-ямғыр түгел, башҡаларҙың ҡырын күҙенән дә һаҡлаясаҡ. Кәрәк икән, хатта ғүмерен дә һинең аяҡ аҫтыңа ырғытасаҡ. Бына шундай кеше ул. Уның һынауҙарын үтеү миңә нимәгә кәрәк инде, тиһеңме… Яңғыҙ башың – тыныс ҡолағың. Улдарың бар, эш-шөғөлөң бар. Уныһы шулай, эйе, ауыртмаған башына кем үҙе теләп тимер таяҡ алғыһы килһен. Әммә был һынауҙарға һин күнәсәкһең һәм үтеп сығасаҡһың. Беҙ был турала икебеҙ ҙә беләбеҙ, шулай бит. Мин бит бая юҡҡа ғына ҡулыңа фото тотторманым. Ул баланы күреү менән төҫөң дә үҙгәреп китте бит һинең. Шул ҡыҙсыҡтың күҙендәге һағышты юҡ итер өсөн һин минең ейәнем һынауҙарын түгел, тамуҡ ғазаптарын да йырып сығасаҡһың. Һиндә көс бар. Рух көсө. Һинең әле бер-нисә айҙа өлгәшкәндәрең һинең мөмкинлектәрең менән сағыштырғанда, бер ни ҙә тормай. Һиңә улар уйын ғына булды, шулай түгелме ни? Һине алда күпкә юғарыраҡ үрҙәр, ауырыраҡ йөктәр, олораҡ яуаплылыҡтар көтә.
Сәғәт ун икене һуҡты. Тышта бер-бер артлы фейерверктар аттыра башланылар. Миңниә инәйҙең телефоны “шартлай” яҙҙы. Һәр балаһы ҡотлап шылтырата.
- Әйттем инде, төн уртаһында шылтыратып йонсотмағыҙ, йоҡларға ятам, тип, юҡ, тыңламайҙар, - тип әбейем балаларын ҡәнәғәт тауыш менән орошоп алды, һәр береһенә Аллаһы Тәғәләнең рәхиме төшөүен теләне. Мин үҙ уйҙарыма “баттым”. Бер аҙна элек Миңниә инәй ейәненә димләп ауыҙ асһа, бында башҡа аяҡ та баҫмаҫ инем. Ә әле… Ә әле тормошома өр-яңы мәғәнә өҫтәлергә тора. Күҙ алдыма ҡыҙҙарының ебәктәй сәстәрен төрлөсә үреп, наҙлыҡайҙарын яратып, иркәләп ултырған Рушанна килә. Матур әсәй, һөйкөмлө, балалар, көнләшерлек татыулыҡ һәм аңлау… Уларға һоҡланып ултырғанда нимәлер йөрәгемде сәнсеп-сәнсеп ала ине. Ул “нимәлер” – һуңғы балам шәүләһе булғандыр. Иң үкенеслеһе. Ни тиһәң дә, иң беренсеһе төшкәндә миндә әле әсәлек хистәре уянып та өлгөрмәгәйне, үҙем дә бала ғына инем. Ә быныһында бәпес танһыҡлауҙың ни икәнен яҡшы белә инем. Көтә инем. Һәм мә һиңә - минең иң күп өмөттәр менән көткән йән эйәһе үҙе менән ҡабат әсәй булырға мөмкинлектәремде лә алып китте.
Аллаһы Тәғәләнең рәхиме төшһөн бәләкәсемә. Нишләп һиңә, гонаһһыҙ фәрештәгә, рәнйеп ҡалғанмын икән? Әле ысҡындырҙы. Иҫләгәндә беренсе тапҡыр һыҙланыу тоймайым. Уйҙарым тағы Миңниә инәй тауышына өҙөлә.
- Өләсәйем бахыр әйткән булыр ине. Яҡуп пәйғәмбәребеҙҙең улы Ибне Әмин кеүек ҡыландым, балаларыма Көс, Мал, Төҫ,Сәм, Хис тип исем ҡушып ҡабул иттем, тип. Көс тигәненең көсө күп тә, тик тормошта ауырлыҡ еңергә генә белә, еңеллек килгәндә нишләргә белмәй. Мал тигәне гел маллы-түлле булды, әммә мал кеүек әрпеш, таҙаны бысраҡтан айырмаҫ булды. Төҫ тигәнем аяуһыҙ һылыу, ҡарап туйғыһыҙ ҙа, ташҡурсаҡ кеүек йәнһеҙ. Сәм тигәнем тынғы белмәй донъя артынан ҡыуалай, арттағына ҡарап шөкөр итмәй. Хис тигәнем бигерәк кеше йәнле. Башҡаларҙың зарын тыңлап, донъя көтөүҙән артта ҡала.
Был тарихты тыңлап, өнһөҙ ҡалдым. Байтаҡ шым ултырғас ҡына, Миңниә инәйҙән һорай ҡуйҙым:
- Ә ниңә өләсәйегеҙ һәр балаһына бәхет кенә теләмәне икән?
- Һәр кеше лә балаға бәхет теләй. Тик бәхетте һәр кем үҙенсә аңлай. Өләсәй ҙә һәр балаһы тыуғанда үҙенә бәхет өсөн нимә етмәй торған, шуны балаға һораған. Йәғни хәле етмәҫтәй, тормош ауырлығын күтәрә алмаҫтай йонсоғанда үҙенә ярҙамға Көс теләгән. Тапҡан-таянғаны тамаҡ аҫырарға етмәгәндә булғанын ишәйтергә Мал һораған. Төҫкә матурҙарға йәшәүе еңелерәк икән тип сибәрҙәргә көнләшкәндә, балаһына төҫ теләгән. Кешенән кәм булмаҫҡа серәшкән сағында, үҙенән-үҙе сәм тыуған. Башҡалар үҫеп, үҙ юлы менән киткәс, үҙенең әрнеүҙәрен, һағыштарын аңларға, сер бүлешергә Хис кәрәк булған. Миңлекәй апайым өсөн ғүмер буйы үртәлде өләсәйем. “Бөтә көсөм шунда киткән” – тиер ине. Башҡаса кеше дауалау менән шөғөлләнмәне. Көсөм юҡ, тине лә ҡуйҙы. Ә күрәҙәлеге ҡалды. “Һәләтемде Миңлекәйгә ҡалдырыр инем, бәғере ҡаты булып сыҡты. Миңниәгә ҡалдырыр инем, артыҡ йомшаҡ бәғерле, тип ҡайғырҙы ла ултырҙы. Инде апайымдың бер ҡайтып күренеренә өмөт өҙгәс, әйтте. “Былай булғас, беҙ көтөп ала алманыҡ. Хоҙай Тәғәләнән Миңлекәйемә оҙон ғүмер теләнем. Оҙаҡ йәшәһә, аҡылына килер, әжәл алдында булһа ла хатаһын таныр, тинем. Шул саҡта һиңә хәбәр ебәрергә илсе табыр. Тере саҡта күрешә алмаһағыҙ, фатихам – Миңлекәйгә. Өлгөрмәһәгеҙ, бар рәхмәт – сәләм килтерәсәк балаға төшөр. Һин, Миңниә уны яныңдан ебәрмәҫһең, ул нәҫелебеҙгә төҫ бирәсәк,” тине.
- Ә беҙ осрашмаған булһаҡ? Ярты йыл элек минең мәркәзгә килерем дә билдәһеҙ ине. Унда нимә булыр ине?
- Тәҡдиргә яҙылғас, барыбер килер ине был көн. Әллә минең бөтә йәшлегем, көсөм ҡалған ауылымдан киткем килгән тиһеңме? Һәр ташына тирем тамған үҙем ҡорған нигеҙемдән айырылғым килгәнме? Тәүҙә ҡарыштым балаларға, китмәйем, ошонда үләм, тинем. Улар һаман ныҡышҡас, уйлана төштөм. Хоҙай Тәғәләнең әмере микән әллә был күсеү, тип икеләндем. Яҙмышымды яҙлыҡтырмайым, тип риза булдым. Бына бит, ҡылған доғаларым бушҡа китмәне. Апайымдың хәбәрен алдым. Өләсәйемдең дә рухы тынысланғандыр, шәт. Әгәр шунда тәки серәшеп, ауылымда ҡалһам, бығаса бәлки әхирәткә лә күскән булыр инем, ә бурысым үтәлмәй берәй балама йөк булып тороп ҡалыр ине. Ә йөк ул – сир. Тәҡдир ҡушҡанын үтәмәү һәр ваҡыт ауыр сиргә һабыштыра. Сирләгән сағымда гел Аллаһы Тәғәләнән хаҡ юл күрһәтеүен һораным һәм һәр ваҡыт терелдем. Әйшә ҡыҙымдың яҙмышын ышаныслы кешегә тапшырһам, башҡа ғүмер һорамам. Күп йәшәнем, матур йәшәнем, үкенерлек түгел. Балаларым минән бигерәк илгә хеҙмәт итте. Ейәндәрем дә ил яҙмышын үҙенәкенән өҫтөн ҡуя. Ир кеше шулай булырға тейеш. Ә беҙгә - ҡатын-ҡыҙға ир яҙмышы тапшырылған. Эйе, иргә бәхет булырға тейеш беҙ. Ирҙәрҙең йүнлеһе самаһыҙ ғорур була. Мин дим-яр иткәне бигерәк тә. Быны нимәгә әйтәм, әгәр әле берәй үкенесең булһа, асыҡлап, хәл итеп ҡуй. Аҙаҡ, ейәнем “тырнағына” эләккәс, башҡаны уйлап йөрөүеңде һиҙһә, ғәфү итмәҫ. Әйшә ҡыҙым һине үҙ итер, шикләнмәйем. Әммә атаһы ҡыҙына әсәй кәрәк тип, туҡтап ҡалмаҫ. Үҙенең һинең өсөн донъяла берәү генә түгел икәнен белеү менән, арағыҙҙы өҙәсәк. Иртәгә, тиһәм, бөгөн инде, төштөн һуң, улар икәүләп бында киләсәк. Шуға әйтәм, һүҙ әйтәһе кешең бар икән, әле шылтырат һәм аңлаш. Яңы йыл төнөндә нимә ҡыланһаң да, нимә һөйләһәң дә килешә ул, таБуйһондом. Кейендем дә төн уртаһында уттары балҡып торған ҡалаға сығып киттем. Бер-нисә тапҡыр телефонда Искәндәрҙең номерын яттан йыйҙым. Әммә сигналға баҫырға йөрәк етмәне. Нимә тота мине? Ҡурҡыу. Мин ныҡ итеп ҡурҡам. Искәндәрҙәнме? Юҡ, унан түгел. Мин… үҙ-үҙемдән ҡурҡам. Уның тауышын ишетеү менән, йөҙөн күреү менән һушһыҙ йығылырмын һымаҡ. Ун йылдан артыҡ ваҡыт буйына Искәндәргә ҡарата булған хисем, һыҙланыуым тәнемә, йөрәгемә, ҡан тамырҙарыма ҡушылып үҫкән бит инде. Уны нисек әрнеүһеҙ генә йолҡоп алырға? Ул бит инде минең бер өлөшөм, итем… Ул бит тәндәге шешек ҙурлыҡ ҡына нәмә түгел хәҙер, наркоз менәнме-юҡмы ҡырҡып ырғытырлыҡ. Ул минең йөрәгем, бауырым, үпкәм… Иртәгәнән башлап Искәндәрҙе тормошомдан һыҙып ташлау… Ул бит минең үҙемде һыҙып ташлау менән бер иш була түгелме ни?! Ни эшләргә миңә, Хоҙайым?! Ни ҡылырға, Мөнөй әбейем?!
Тороп тор, Тамара. Һин хәҙер бизнес кешеһе булараҡ, рациональ аҡыл менән уйлап ҡара, хискә бирелмәй генә. Киләсәк тормошҡа маҡсаттарҙы билдәләп, үткәндәргә йомғаҡ яһап уйланып ултырғанда ниндәй өлкәләрҙе өҫтөнлөклө йүнәлеш тип билдәләгәйнең әле? Эйе, дөрөҫ – ғаилә ҡороу, ҡыҙ бала бағыу.Эш бер ҡайҙа ла китмәй, уны йырып сыға алаһың. Ә бына әле, йәш ҡатын сағыңда, теләгең һәм мөмкинлегең барында ғаилә усағын тоҡандырыу – фарыз ғәмәл. Яңғыҙ ҡалыу – ул тәбиғәтеңә һәм хатта дингә лә ҡаршы төшөү буласаҡ. Һин бер тапҡыр ҡурҡаҡлығың арҡаһында Искәндәрһеҙ ҡалған инең. Ә әле шул уҡ ҡурҡыу арҡаһында үҙ маҡсаттарыңдан баш тартырға уйлайһыңмы? Әгәр Искәндәр һиңә кәрәккәнде бирә алмай икән, ниңә уның үҙенән баш тартмаҫҡа? Ниңә маҡсатыңдан баш тартырға? Миңниә инәй “үткәндә үкенесең булһа,” тине… Нимә ул минең үкенесем? Искәндәрме? Дөрөҫөн әйткәндә - юҡ. Ул мине ярата инеме шул ваҡытта, әллә уйнай инеме? Бына шуны асыҡламауым үкенес. Әгәр яратҡан булһа, “минең тәүге мөхәббәтем” тип хәтерләр инем һәм үкенес ҡалмаҫ ине. Әгәр уйнаған ғына булһа, “минең алданыуым” тип баһалар инем дә, шулай уҡ үкенес ҡалмаҫ ине. Үкенесте ниндәй хәтирәгә әйләндерергә? Был яуапты тик Искәндәр генә бирә ала. Тимәк, Миңниә инәйем тағы хаҡлы. Мин ысынлап та шылтыратырға, асыҡларға тейеш. Таң атыуға мин “ниһәйәт, Искәндәрҙе ғәфү итергә һәм үҙемдән “ысҡындырырға” тейеш. Ун йылдан артыҡ ғазапланыуыма сик ҡуйырға тейешме мин, юҡмы? Асыу менән телефон төймәһенә баҫам. Төнгө сәғәт дүрт, бишенсе киткән. Искәндәрҙең йоҡлаған булыуы ла мөмкин, телефонын да һүндереп ҡуя ала. Юҡ, һүндермәгән гудок китте. Тимәк, аңлашыу – тәҡдиремә яҙылған. Теге яҡта Искәндәрҙең тауышын ишетәм. Ә телем аңҡауға йәбештереп ҡуйылғанмы ни, бер ни ҙә яуап бирә алмайым. Ул бер нисә тапҡыр “Кем был?” тине лә, тымды. Тағы күпмелер ваҡыт үтте. Ныҡ итеп Искәндәрҙең трубканы һалыуынан ҡурҡам, ә үҙем уны туҡтатырға һүҙ әйтә алмай шаңҡып тик торам.
– Һин ҡайҙа? – уның шулай тип һорағаны саҡ башыма барып етеп, тирә-яғыма ҡарайым. Уйланып байтаҡ ер киткәнмен икән. Яҡындағы бер бинанан ижекләп тигәндәй урамдың атамаһын, йорт һанын уҡып сығам.
- Шунда ғына тор, ун минуттан барып етәм.
Ун минуттан? Ун минуттан Искәндәр бында буласаҡмы? Ҡасырға! Хет ҡайҙа булһа ла! Миңниә инәйгә кире йүгерергә! Күккә ашырға! Ер тишегенә кереп ятырға! Ҡайҙа булһа ла ҡасырға! Бөтә тәнем дер-дер ҡалтырай башланы. Ҡышҡы төн бит, тәбиғи. Тик беләм – ҡалтырауым өшөүҙән түгел, ҡурҡыштан. Нисек кисерергә был осрашыуҙы? Нисек һөйләшергә? Күрешеүҙе кисерә алһам, айырылышыуҙы кисерергә көсөм булырмы?
Яҡында ғына ҡара “БМВ” килеп туҡтаны. Унан төшкән кеше шәп-шәп атлап миңә ҡаршы йүнәлде. Ҡасандан бирле ҡоторған кеүек дөпөлдәгән йөрәгем ниһәйәт ситлегенән сығып ҡасырға булды, ахрыһы - өҙөлөп төштө лә Искәндәрҙең аяҡ аҫтына тәгәрәне. Ана, хәҙер иҙгәнсе тапап китәсәк бит, иҙәсәк! Мин иҫтән яҙҙым...
*****
Уяныр-уянмаҫ ятҡан мейе әле нимәнең килеп ҡағылыуын аңламай тора.Битемә иҫ киткес шыма ,нәфис,йылы ғына тән килеп һыйына.Танауыма,күҙ ҡабаҡтарыма нескә генә бөҙрәләр тейеп аяуһыҙ ҡытыҡлата.Бына инде ҡосағыма нәҙекәй генә тығыҙ тән йөрәгемә йөрәген тейҙерерҙәй булып йылыша.Йылы ғына саф һулышты әллә ниндәй хушбуйҙарҙан артыҡ күреп еҫкәй-еҫкәй уяна башлайым.Ҡосағымдағыны ҡыҫып алып, ҡайһы ере тура килә шунан, үбә-үбә иркәләйем,ә ул ирәйеп китеп сырҡылдай.Минең ҡолаҡҡа мең-мең ваҡ ҡына ҡыңғыраусалар сыңғырлаған һымаҡ ишетелә.Иң матур көй,иң матур ауаз-сабый көлөүө...Беләм-бөтә тәне менән килеп һыйынған йән эйәһе өсөн әлегә мин иң ҡәҙерле,иң кәрәкле кешемен.Бәхетемде аңлауҙан күңелемә ташҡын булып мөлдөрәмә наҙ тула...
-Әсәй!
-Әү бәпкәйем.
-Һин мине нисек итеп яратаһың?
-Артыҡбикәм итеп!
-Бөтәһенән дә артыҡ итепме?
Эйе,бөтәһенән артыҡ!Бөтә байлыҡтарҙан артыҡ итеп!Бөтә алтын-хазиналарҙан артыҡ итеп!Үҙ бәхетемдән артыҡ күреп яратам.
-Әсәй!
-Әү?
-Һин дә миңә Артыҡбикә ул...Тик атайыма әйтмә йәме?
-Ниңә?
-Ул уны ғына шулай яратабыҙ икән, тип белһен.
-Белә инде ул, белә...Уны ғына яратабыҙ...
Ишек асылған ыңғайы түҙемһеҙ тауыш яңғырай
-Эй Әйшә-Ғәйшә ғали йәнәптәре!. Искәндәр Зөлҡәрнәйен яңы яулауҙарға ҡабалана.Иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалырға иҫәбегеҙ юҡмы?
-Атай! Тиҙерәк ҡайт!-ҡосағымдағы йомроҡас инде инеүсенең ҡулында бәүелә.
-Имен-аман йөрөп ҡайт, һөйөклөм...
Мин үҙемде ғүмер буйы Артыҡбикә итеп тойҙом.Яңылышмағанмын икән...Һүҙҙең дөрөҫ мәғәнәһенә генә төшөнөргә кәрәк булған...Шөкөр,төшөндөрөүселәре яҡшы булды-һабаҡ алынды...ртынма. Ҡояш ҡалҡҡанда яңы тормош башларлыҡ булһын!

Автор:
Читайте нас