Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге көндә күп мосолмандар күрше хаҡын аңлап етмәй һәм иң яҡын күршеләре менән дошманлашып йәшәй. Был донъя ваҡытлыса ғына, дин ҡәрҙәштәр. Ниндәйҙер тауыҡтар, ҡаҙҙар, бал ҡорттары, һауыт-һаба арҡаһында күршегеҙ менән арағыҙҙы боҙмағыҙ. Күршегеҙ нимәләлер ғәйепле булһа ла түҙегеҙ. Аллаһ Тәғәлә хаҡына хатта үҙегеҙҙең хаҡығыҙҙан да баш тартырға әҙер булығыҙ. Күршегеҙ һеҙҙең кәртәгеҙгә сөй ҡағырға теләһә, рөхсәт итегеҙ. Һеҙҙең яҡтан килгән төтөнгә, еҫкә, тауышҡа зарланһа, үсекмәгеҙ – киреһенсә, күршегеҙгә ҡамасаулаған нәмәне бөтөрөргә тырышығыҙ. «Мин һинең өсөн фәлән-фәлән эшләнем, ә һин миңә эшләмәйһең!» йә «Мин һиңә ярҙам иттем, ә һин миңә итмәйһең» тип бәхәсләшмәгеҙ. Күршегеҙ һеҙгә ҡарата хаҡын тулыһынса үтәмәһә лә, һеҙ уның яуызлығына изгелек менән яуап ҡайтарығыҙ. Күршегеҙгә ҡарата булған мөғәмәлә уға түгел – һеҙҙең үҙегеҙгә кәрәк. Бының турала Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай тип өйрәткән: «Дуҫ булған кешеләрҙең Аллаһ ҡаршыһында иң яҡшыһы – дуҫына ҡарата иң яҡшы булғаны. Күршеләрҙең Аллаһ ҡаршыһында иң яҡшыһы – күршеһенә ҡарата иң яҡшы булғаны».