Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Яратмай 37 йыл йәшәнем

Ҡарт тинеләр, икенселәре, аҡыллы, тәртипле үҙе уҡытыусы, сыҡ уйлама ла, тип өгөтләнеләр... Ә һеҙ минең кеүек йәшәргә риза булыр инегеҙме?

Яратмай 37 йыл йәшәнем
Яратмай 37 йыл йәшәнем

– Яҙға баҫтыҡ,әй матурлыҡ. Кеше ҡаңғор-ҡоңғор йорт-ҡураһын таҙалай башланы. Кисә генә тырмалап үткән ерҙә күңелемә өмөт осҡоно яндырып йәм-йәшел үлән үҫеп тә сыҡҡан. Тормоштоң матурлығына туйып булмайҙыр. Яҙ килгән һайын мин яңынан яҙға ғашиҡ булам. Яратам ошо миҙгелде. Иләҫ-миләҫ саҡ,ғашиҡ булыу ҙа тап ошо мәл.
      Бер апайҙың әйткән һүҙен  яҙып китергә булдым.

   – Ирем менән яңы саҡ өйләнешкән саҡ, тип һөйләп алып китте ул. -  Юлға сыҡҡан инек, ҡулда йәш бала. Поезд менән барабыҙ юл алыҫ, балабыҙ илай туҡтамай, ирем бала ла тымыҙа белмәйһең тип һуҡрана, мин үсегәм иремә. Ирешер инеем, кеше алдында оят. Ултырам тумпайып уҫал ҡарап. Апай беҙҙең баланы ҡулына алып, бала илаһа, түшегеҙгә һалып бәүелтегеҙ, тыныс йөрәк тибеүенә бала ла тыма тине. Үҙе беҙгә һынсыл ҡараны ла: “Яратышып өйләндегеҙме?” -  тип һораны. Мин эйе тип әйткем килмәһә лә, иргә ҡараш ташланым, уныһы йылмайып, эйе тип башын ҡаҡты, яратмаһам, сыҡмаҫ инем,  тинем мин бутыр-бутыр бутҡа бешкәндәй.
– Күрәгеҙме, һеҙ ҡалай бәхетле? Ә мин, йырҙа йырланғанса,  һөймәгәнгә һөйкәлдем. Бәхетле бала саҡ тип ауыл, урман, тау тәбиғәт ҡосағында уйнап үҫкәнгә әйтәм. Ә былай беҙгә ашарына булһа,к ейеренә булманы, беребеҙгә алһалар – икенсебеҙ бәләкәсәйгәнен көттө. Атайым, бахыр,  колхоз тип янып тракторында йөрәге туҡтаған. Таң менән сығып китәр ине лә беҙ  йоҡлағас ҡайтыр ине, ул тере саҡта беҙ насар йәшәмәнек, тип һөйләй ағайҙар, мин иҫләмәйем. Биш бала әсәй ҡарамағында ҡалғанмбыҙ. Өс ағайым, мин, һеңлем. Миңә дүрт йәш, бәләкәс һеңлемә ике генә йәш булған. Ағайҙар үҫеп үҙ аллы тормош ҡороп йәшәй башлаған саҡ. Әсәйем ҡаты ауырып китте.Мин уҡырға ингән ерҙән ҡайтып әсәйемде ҡарарға булдым. Һеңлем туғыҙҙа уҡый. Ул бәләкәс булғас, иркә лә ине. Уны ла ташлап китә алманым. Әсәй теүәл бер йыл ятты. Ул үлгәс, һеңлемде туғыҙҙан һуң уҡыуға индереп үҙем дә уның янына эшкә урынлаштым. Иҙән йыуырға.
Матур булдың, тиҙәр. Егеттәр күп йөрөнө артымдан. Үтә уҫал инем.Тик бер  оло ғына уҡытыусы ағай яйлап, мәрәкә һүҙ әйтеп миңә яҡынлай башланы. Уй, йәнем көйә, ҡартишәккә әбейҙәр бөткәнме тип уйлайым. Ул тол тинеләр. Юҡ ҡуймай, һүҙ ҡуша.Ҡайҙалыр саҡыра. Ашарға төшкө ашты ашаханаға  ҡуша инәбеҙ. Оялдыра бабай менән ултырыу. Ә бер көнө кискә урам буйлап йөрөргә саҡырҙы. Мин, ҡорт саҡҡандай, юҡ тип һикереп тороп киттем.
Шунан оҙаҡ яныма килмәне. Шулай ҙа фатирға  түләргә аҡса еткерә алмай мәлемдә  ул миңә килде. “Сыҡ миңә кейәүгә”, - тине. Иртәгәгә хәтлем уйлап тип ҡайтып китте. Ҡыҙҙар, бисәләр икегә бүленде.Ҡарт тинеләр, икенселәре, аҡыллы, тәртипле үҙе уҡытыусы, сыҡ уйлама ла, тип өгөтләнеләр. Һеңлем бер көндө, мин иң алама кейемдә йөрөйөм, тип һығылып илағас риза булдым. Яратмай 37 йыл йәшәнем рәхәттә.Ә шулай ҙа яратҡым килә һаман да,яҙ килгән һайын көтәм мөхәббәтте, тине.

 

 

 

Автор:Фагим Ахмеров
Читайте нас: