ЯҢЫ ТАНЫШ
Яңы ерҙәр асырға, яңы кешеләр менән танышырға, яңы кисерештәр алырға ярата Ҡылысбай. Әле лә самолет иллюминаторынан ҡайҙан-ҡайҙа күренеп ятҡан киңлектәрҙе, йылға-күлдәрҙе, тау һырттарын байҡап, танау аҫтынан ғына Пушкиндың “Кавказ подо мною, один в вышине” тигән юлдарын бышылдап ҡуйҙы. Кавказ уҡ түгел-түгелен – алды ғына, яңғыҙы ла түгел – салон тулы пассажир, тик күңеле елкенеп, Ҡафтау ҡаяларында, Пушкин, Лермонтов үткән һуҡмаҡтарҙа гиҙеп йөрөй ине инде егет. Романтик... Һөнәрен дә булмышына ярашлы һайлаған бит – журналист.
Минераль Һыуҙар аэропортына килеп төшөп трапҡа сығып баҫыу менән үк йофарҙай тәмле һауаһы тын юлдарын асып ебәргәндәй булды егеттең. Аяҙ зәңгәр күк, йәшеллек, алыҫта күренгән тау һыҙатланыштары. Ҡәләм тибрәткән кеше бит, юлға сығыр алдынан уҡ Ставрополь өлкәһенә ингән шифалы һыуҙар төбәге тураһында бер аҙ мәғлүмәт тапҡайны инде.
Баҡһаң, был тарафтарҙа төрки телдәрҙән ингән атамалар күп икән. Ҡала урыҫса Кума тип аталған йылға буйында урынлашҡан, уныһы ла “ҡом” тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан, ти. Борон ошонда йәшәгән ҡыпсаҡтар үҙҙәрен “ҡомандар” тип атауы ла йылға исеменән булған икән, йәғни Ҡом йылғаһы буйыныҡылар. Башҡорт халҡында ла булған бит яңы таныштан иң башта “ниндәй йылға һыуын һыулайһың?” тип һорау.
Тау менән тау бер түгел шул, башлыса иңкеү, һөҙәк һыҙатланышлы, урмандар менән ҡапланған Көньяҡ Уралдан был яҡтыҡылар ныҡ ҡына айырыла; ярайһы йыш йылдар, елдәр, яуым-төшөм ашағандан һуң сәйер рәүештәргә инеп ҡалған, урыҫса “останцы” тип аталған тау булғанлыҡ ишараттары осрай. Бештау тигәне тәржемәһеҙ ҙә аңлашылып тора, биш айырым тауҙан тора. Улар янында урыҫсалап Пятигорск тип аталған ҡала ла төҙөгәндәр. Лермонтов эҙҙәрен һаҡлаған ҡала...
Уның ниәтләп килгәне – Кисловодск. Ҡалаға автобуста барырға ҡарар итте егет. Былай поезд менән дә сығырға ла булыр ине – алыҫ 1936 йылда уҡ унда электропоездар йөрөй башлаған икән.
Ҡаланың атамаһы “кислая вода”, йәғни “әсе һыу” тигәндән килеп сыҡҡан, нарзан сығанағын шулай атағандар. Лермонтов һүрәтләгән һыу менән дауаланыу ошо төбәктә булған да инде. Башҡортостанда ла бар бит, әйткәндәй, шифалы тоҙло һыуы арҡаһында “Асы” тип аталған шифахана.
Автобуста егеттең эргәһенә аҡ кепкалы, аҡ киндер костюмлы оло ғына йәштәге ағай килеп ултырҙы. Ул юл буйына ниндәйҙер ауыр уйҙарға батып, күршеһенә бер ауыҙ һүҙ ҡатмай барыуын белде. Ҡалаға килеп төшкәс, улар икеһе лә бер үк бинаны – курсовкалар регистратураһын эҙләй булып сыҡты.
Курсовка тигәнде хәҙерге йәштәр белмәйҙер ҙә. Шифаханаларға юлламанан айырмалы, уның буйынса фатирҙа йәшәп дауаланыу мөмкинлеге бирелә ине. Көн эҫе, автобуста ла бышлығып килгәйнеләр, юлаусыларҙы теркәй торған бүлмәлә халыҡ хәтһеҙ йыйылып киткән, балалылар бар, улары эҫергәнеп мыжый, сайылдаша. Теге аҡ кепкалы ағай менән тағы йәнәшә урынлаштылар. Уларҙан һуң килгәндәр, ни ғәжәп, фатир адрестары алып китеп торалар, ә был икәүгә һаман сират етмәй. Төштән һуң ғына уларға автобус юлы буйынса өс туҡталыш алыҫлыҡтағы фатир адресы тотторҙолар.
– Әйҙә, танышайыҡ инде, – тине, бинанан адресты алып сыҡҡас, аҡ кепкалы. – Мине дядя Юра тиерһең, Юрий Николаевич мин.
– Ә мин – Ҡылысбай, – тине егет, исеменән уңайһыҙланып.
Тапҡандар бит ата-әсәһе космос быуатында исемде! Тик нисек кенә ризаһыҙ булһа ла, барыбер исемен бер ваҡытта ла урыҫсалатманы үҙе.
Ә яңы танышы ғәжәпләнергә лә уйламаны, тик тауышы бер аҙ ҡалтыранғандай:
– Шулаймы? Бик һирәк исем. Бик матур ҙа үҙе, – тип уның ҡулын ҡыҫты.
Егет иғтибарлыраҡ булһа яңы танышының тулҡынланыуҙан йөҙө үҙгәреп китеүен дә һиҙер ине, тик ул яңы ҡала күренештәренә албырғап, әле бер, әле икенсе яҡҡа алаҡанлай башлағайны инде.
Туҡталыш артыҡ йыраҡ түгел икән. Яҙҙың иң төмән урындарҙағы ҡыу ботаҡты ла япраҡ ярҙыртып, дыуамал юрғалай шашынып сабып йөрөгән мәленән гөрләп сәскә атып ҡалған Кисловодск өҫтөндә хуш еҫтәр аңҡый. Ҡылысбайҙың йырҙарҙа ғына ишеткән, фотолар аша ғына таныш каштандарҙы тәүгә күреүе, бер аҙ онотолоп ҡарап торҙо әле. Йыр юлдарын иҫенә төшөрөп: ”Снова цветут каштаны...” – тип ауыҙ эсенән генә мөңгөрләп тә алды. Ярай юлдашы сабыр, транспортҡа ашыҡтырманы, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып, буйсан, фильмдағы Салауат Юлаевҡа ла оҡшап торған егетте күҙәтте – яҡташымы, ырыуҙашымы икән тип уйлап ҡуйҙы. Ижад кешеләренә хас хисле икәне лә күренеп тора.
Ниһайәт, улар фатирҙы барып тапты. Иркен генә бер ҡатлы ағас йорт, ихатаһында сатыры ярты майҙанды тиерлек биләп торған йыуан ағас, баҡһаң, әстерхан сәтләүеге шулай бәһлеүән булып үҫә.
– Быныһы душ, – тип аңлатты оло ғына йәштәге хужабикә, клеенка шаршаулы, дүрт бейек тимер бағанаға ултыртылған, аҫтына селтәрле кран беркетелгән дәү тимер мискәгә күрһәтеп. –Көн оҙоно ҡояшта йылынып, хатта ҡайнарланып китә ул эсендәге һыуы.
Һм. “Йомошҡа” йөрөй торған урыны ла тышта икән. Ҡыҫҡаһы, ябай ауыл йорто инде, бары курорт ҡалаһында тигән исеме бар. Ярай, хан һарайында түгел, бындайҙы күреп үҫелгән дә, тип күңелдәрен төшөрмәй генә көлөшөп алдылар.
Ихатаны күрһәтеп, нимә эшләргә мөмкин, ә нимә ҡәтғи ярамай икәнен аңлатҡас ҡына хужабикә квартиранттарын уларға тәғәйен бүлмәгә алып инде.
Икәү генә йәшәрһегеҙ, тип ебәрһәләр ҙә, өс койка ҡуйылған бәләкәй генә был өлөштә Таһир тигән бер әзери егет тә йәшәп ятыуы асыҡланды. Уныһы сытырайып ҡына сәләмләне лә, яңағын тотоп, үҙенең түшәгенә ауҙы.
Әҙерәк ял итеп алғас, кискелеккә мосафирҙар йәйәүләп кенә регистратуранан алыҫ түгел урынлашҡан ашханаға туйынырға барып ҡайтты.
Курсовка менән дауаланыусылар өсөн ашхана айырым бинала. Инеп теркәлгәс, һөйөнөсөнә күрә, урынын да Юра ағай менән бер өҫтәлгә тәғәйенләнеләр. Унда оло ғына йәштәге бер кеше рәхәтләнеп “цыбуля” ла “цыбуля” тип һуған көйшәп ултыра ине инде. Яңы таныш Павел Петрович исемле булып сыҡты, ул Ҡылысбайға һарымһаҡ һуҙҙы ла файҙаһын һөйләп ташланы. Ауыҙҙан еҫе сығыр тип ундай йәшелсәләрҙе ашамаған егетте тәләкәләп:
– Ешь-ешь, пока еще девку не нашел, чать, целоваться не с кем, – тип көлөп тә алды.
Был ағай ҙа, Юрий Николаевич кеүек үк, яңыраҡ ҡына авария булған Чернобыль яғынан икән, шуға күрә оло йәштәге ике ирҙең һөйләшеүҙәре лә артыҡ йәйрәп китмәй генә ошо хаҡтараҡ барҙы. Ул Кисловодскиға элек тә килгәне булған, әле таныштарында йәшәй, ҡаланың иҫтәлекле урындарын күрһәтергә вәғәҙә итте.
Төнөн Ҡылысбай ыңғырашҡан тауышҡа уянды. Таһирҙың теше һыҙлай икән. Юра ағай ҙа тороп ултырҙы. Ҡафтаулының озлауына түҙмәй, ҡапҡа тышына ла сығып йөрөп килделәр. Тик таңғы йоҡо – иң тәмлеһе бит, Юрий Николаевич түҙмәне, әзеригә ултырырға бойорҙо ла эстән генә нимәлер уҡынырға тотондо, шунан егеттең йөҙөнә ҡарап тынын өрҙө. Тиҙҙән теге һикереп тороп, уны ҡосаҡлап уҡ алды:
– Ағай, һин – тылсымсы! Туҡтаны бит тешемдең һыҙлауы!
Тик хәҙер инде Юрий Николаевич яңағына тотондо – үҙенең мәрйен кеүек тап-таҙа теше һыҙлай башланы. Түҙә алмай, яңағын баҫып, ҡапҡа тышына сығып киткәс, Ҡылысбай ҙа уның артынан эйәрҙе – изгелекле был кешене яңғыҙ ҡалдырғыһы килмәне. Унан, һөйләшеп китһәләр, теш һыҙлауын да онотор кеүек тойолдо.
– Шайтан алғыры, доғаның һыҙлау үҙеңә күсмәһен өсөн уҡый торған өлөшөн онотҡанмын да ҡуйғанмын, хәтергә төшкәнсә яфаландыра инде, – тине ағай, һыҙлаған яғын усы менән сабыр ғына ҡаплап.
Шуғаса Ҡылысбай ундай им-томға ышанмай ҡарай ине, әле лә осраҡлылыҡтыр тип кенә уйлап ҡуйҙы. Ҡапҡа тышындағы эскәмйәгә сығып ултырҙылар.
– Йәшһең бит әле, ял итергә генә килдеңме, әллә дауаланырғамы? – тип һораны Юрий Николаевич егеттән.
– Дауаланырға кәрәк тинеләр шул, үпкәм шешеп, ҡыш буйы ауырып яттым.
– Нисек ул хәлгә тиклем еткерҙең һуң?
– Әй, иҫәрлек инде. Район гәзитендә эшләйем мин, ҡышын тауҙарҙа машина боҙолоп ултырып, һыуыҡ тейҙерҙем. Ҡупшы өшөмәй ҡалтырай, тип әйтәләр бит, – тип, йәнен ала яҙған эш сәфәрен иҫенә төшөрөп, егет күңелһеҙ генә иренен кәүшәйтте.
Редакцияның йәйгеһен тынсыу, ҡышҡыһын урындығына ҡуша туңырлыҡ һыуыҡ уазигында район буйлап йөрөп сыҡмаған ауылы ҡалмағандыр егеттең, мәгәр ҡалтырашҡа әйләнеп бөтһә лә, машина ватылып ултырғаны булманы. Шуға ышанып, ҡышын ботинка ғына кейеп юлға сыҡҡайны ла (имеш, егет башы менән ҡарттарға оҡшап быйма кейеп йөрөмәҫ инде), әмәлгә таянғандай, райондың иң төпкөл ҡасабаһына етәрәк уазик бер-ике сөскөрҙө лә шып туҡтаны ла ҡуйҙы. Водитель Зиновий бабай машинала ҡаҙына бирҙе лә, ҡул һелтәп, кабинаға инеп ултырҙы. Өмөтһөҙ, күрәһең. Ул сәфәрҙең төрлөһөн күргән, һаҡлыҡҡа толоп менән быймаһыҙ сыҡмай, шунда уҡ йылы кейемдәренә уранып та алды. Ә Ҡылысбайҙың аяғы һыуыҡтан ҡатты, модалы ҡупшы япон курткаһы ла йылы бирмәй, күлдәксән генә торған кеүек, ҡалтырата башланы. Водитель, уны йәлләп, аҙға ғына толобон биреп торҙо ла, егеттең ағарынған йөҙөнә алһыулыҡ инә башлау менән, кире алды – уға ла үҙ һаулығы ҡәҙерле. Был төпкөлдә юлайҡан машина ла һирәк йөрөй бит әле, тик ни хәл итһендәр, көтөргә тура килә инде. Бәхеттәренә, алыҫтан, тау артынан, геүләү тауышы килеп яғылды – ҡышын тауҙарҙа тауыш әллә ҡайҙан ишетелә.
– Берәй ярты сәғәттән килеп етер, – тип ҡуйҙы бабай.
Ярты сәғәәәәт... Был минуттар Ҡылысбай өсөн мәңге үтмәҫ кеүек тойолдо. Түҙмәй, ул машинаға ҡаршы йүгерҙе. Ҡыҫҡаһы, егеткә ҡыш буйы бальнис карауаттарында аунап, үпкәһен дауаларға тура килде, ярай әле аяғы, туңыуҙан шешеп сыҡһа ла, төҙәлеп китте. Бына шунан һуң ата-әсәһе уға “илле алла, алтмыш мулла” менән тигәндәй курсовка ҡағыҙын юллап алды ла инде.
– Гәзиттә эшләйһеңме ни? Улай булғас, егет, мин һиңә әлегәсә бер кемгә лә һөйләмәгән серемде сисермен әле, ихтимал, берәй заман яҙып сығырһың. Исемең дә Ҡылысбай булғас, – тип көлөмһөрәне. – Бая танышҡанда уңайһыҙланғаныңды тойҙом. Юҡҡа тартынаһың, бик матур башҡорт исеме ул – Ҡылысбай. Етмәһә, минең атайыма ла ҡушылған булған.
Егет был һүҙҙәрҙе ишеткәс, “г” өнө урынына йомшаҡ ҡына “һ” тип украинсараҡ акцент менән һөйләшкән ағайҙың һүҙҙәренән ғәжәпләнеүе хаттин ашты, бер талай үҙ ҡолағына ышана алмай ултырҙы.
Нисек инде, ошо зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө, украин акценты менән һөйләшкән ағай – милләттәше?
– Аптырама, балаҡай, мин – башҡорт, Силәбе башҡорто. Беҙҙең яҡтарҙа зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлөләр әҙ түгел ине. Исемемде лә саф башҡортса Йортомбай тип ҡушҡан булғандар.
Шулай башланып китте Кисловодскиға дауаланырға килеп, бер фатирға урынлашҡан оло ғына йәштәге ағай менән район гәзитендә яңыраҡ хеҙмәт юлын башлаған йәш журналист Ҡылысбай исемле егеттең тәүге әңгәмәһе.
– Һин миңә башҡортса ла һөйләп күрһәт инде, йәме. Радио аша мөмкинлек булған һайын тыңларға тырышам ул. Башҡортса йырҙар, ҡурай моңон тыңларға яратам. Әйткәндәй, армияла хеҙмәт иткәндә Белорет ҡалаһынан Сергей тигән урыҫ егете булды. Башҡортса һөйләшә белмәһә лә, ҡурай тауышын ишетһә, радионы ҡосаҡлап алып, күҙҙәренә йәш тулып тыңлай торғайны. Беҙ бит – ике башҡорт, тип көлөшә инек. Бигерәк тә “Шахта” тигән йыр оҡшай, Донбасс тураһында бит ул, яҙмыш елдәре мине шунда алып барып ташлаған төйәк, икенсе тыуған ерем. Уны тыңлай башлағас, егет өсөн ваҡыт сиктәре юйылды, ғәжәйеп яҙмыш тулҡындарына инеп китте лә, йотлоғоп тыңлай-тыңлай, инде ҡояш һөңгө оҙонлоҡ күтәрелеп, врачҡа барырға кәрәклеген дә онота яҙҙы.
Осраҡлы осрашыуҙар булмай тигәндәре дөрөҫтөр, Ҡылысбайҙың да курсовка буйынса дауаланыуға килгән еренән тормош юлы үҙе бер ҡиссалыҡ ғибрәтле яҙмышлы юлдашҡа тап булыры башына инеп тә сыҡмағайны.
Ағайға Чернобыль реакторындағы быйылғы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашырға тура килгән дә, оҙаҡҡа һуҙмай дауаланырға ебәргәндәр. Ҡояш нурҙарынан һаҡланырға ҡушҡандар, шуға кепка кейеп йөрөргә мәжбүр. Һыу әле йылынып өлгөрмәгән булһа ла, теге душ аҫтында сайына һалып та алды – нурланыш тәьҫиренән шулай арынырға тырыша икән. Керпек ҡаҡмай төн үткәргәндән һуң йоҡо баҫа башламаҫҡа ла ярҙам итер.
КИТӘМ, ЙӘНЕЙЕМ, ДОНБАССҠА
Йортомбайға һуғыш башланыр йылы 7 йәш тула, мәктәпкә барырға әҙерләнә лә башлаған инде – матур “Әлифба” китабы, дәфтәрҙәр алғандар, ә портфеле һуң портфеле: ялтырап торған йоҙаҡлы, ҡыршылмаһын өсөн мөйөштәренә лә ялтыр тимер ҡағылған, буяу ҡәләмдәре һалынған пеналы ла бар. Төрлө төҫкә буялған ағас таяҡсалар менән малай һанау ғына түгел, хатта ҡушып-алыу ғәмәлдәрен дә үҙләштерә башлаған инде. Башҡорт-татар мәктәбендә уҡыясаҡ икән. Бер мәл уларға Украинала Донбасс яғындағы бер ҡаласыҡта йәшәгән олатаһынан хат килеп төштө. Ул яратҡан ейәнен үҙҙәренә килтереп, мәктәпкә барғанға тиклем сыныҡтырып алып ҡайтырға саҡырып яҙғайны. Украинала Туғайкүлгә ҡарағанда йылыраҡ, ул алма, ул ҡарбуз, ул һары сейә һәм башҡа әле тәмен дә белмәгән тәмлекәстәр үҫә, ти. Днепрҙа рәхәтләнеп һыу төшөп нығыныр, ауырыуҙың да ни икәнен белмәҫ, тигән икән олатаһы.
Малай әле олатаһының ни өсөн сит яҡтарҙа булып сыҡҡанын бик аңлап та етмәй. Ололар Туғайкүл тип атаған ҡасабаларында күмер сығарыусылар йәшәй, шуға ла башта ҡаҙыныу һүҙенән алып Копи тип йөрөтөлгән ҡалаға бер нисә йыл элек Копейск тигән исем бирһәләр ҙә, башҡорттарҙа боронғо исеме һаман телдән төшмәй.
– Атай, ә нишләп ул шулай йыраҡта йәшәй? – тип аптырап һорағаны ла булды малайҙың.
– Олатайың емертеп эшләй ине, передовик тип йөрөттөләр, йәғни алдынғы, эш буйынса уйлап табыуҙарғы ла күп булды – шуның өсөн уны күмер сығарыла торған Донбассҡа эшкә ебәрҙеләр, – тип яуапланы атаһы.
– Ә нишләп мин уны күргәнем булманы?
– Ул саҡта һин юҡ инең әле, – тип бик сәйер һүҙ әйтеп ҡуйҙы атаһы.
Быныһын инде малай күҙ алдына килтерә алмай: нисек инде булмаған, ә ҡайҙа йөрөгән ул? Ә емертеп эшләү нисек була? Ишек алдындағы иҫке һарайҙы емергәнде күргәйне малай, шуға күрә олатаһының нимә емергәнен аңлай ҙа алмай.
Шул көндән Йортомбай түҙемһеҙләнеп тиҙерәк тәмлекәстәр тулы маҡтаулы төбәккә барыр мәлде көтә башланы, олатаһын да күргеһе килде. Иптәштәре, олатайым менән шунда барҙыҡ, бында барҙыҡ, олатай миңә шуны бүләк итте, быны алып бирҙе, тип маҡтанышҡандарында, уның да бик шул бәхетлеләр урынында булғыһы килә ине.
Ата-әсәһе эштән һорап киткәнсе байтаҡ ваҡыт үтте әле. Рөхсәт алғас, поезд менән юлға сыҡтылар. Бик оҙаҡ барҙылар, малай көндәр һанын да юғалтты. Ниндәйҙер вокзалда юғала ла яҙҙы: ата-әсәһе ашарға алып килергә булып, уға урынынан ҡуҙғалмай ғына ултырырға ҡушһа ла, бер ҡыҙыҡ нәмәне күреп, нисек тороп киткәнен дә һиҙмәй ҡалды. Алыҫта, рельстар араһында, ваҡ ҡына уйынсыҡ вагондар күҙенә салынды ла, аяҡтары үҙенән-үҙе шул яҡҡа тартып алып китте. Шпалдар, рельстарҙы күҙенә лә элмәй – тик шул вагондар үҙенә саҡырып ята! Башҡа бер ниҙе ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә. Тик барып еткәс кенә улары бары тик арҡырылай аҡлы-ҡаралы һыҙаттар һалып буялған дүрткел бер бүрәнә булыуын аңланы – йыраҡтан күҙенә состав булып күренгән дә баһа. Шул мәл генә ҡолағы асылып китте: әсәһе уны эҙләп, һөрәнләй-һөрәнләй йүгереп килә икән. “Урыныңда ғына тор, ҡуҙғалма?” – тип ҡысҡыра. Килеп етте лә башта малайҙың осаһына сәпәп алды, шунан ҡосаҡлап күтәреп һулҡылдап илай башланы. Ә эргәләренән хатта аяҡтан йығырлыҡ ипкене һуғылып, ажғырып бер тауар поезы үтеп китте. Башҡаса уның яңғыҙын ҡалдырыу ҡайҙа!
...Олаталары ике ғаилә йәшәгән бер ҡатлы йортта көн итә булып сыҡты. Ҡатыны Мәликә менән икәүһенә, малайҙың күҙаллауынса, ҙууур өс бүлмәле фатир биргәндәр: киң бер бүлмәһендә йоҡлайҙар, радио тыңлайҙар, китап кәштәһе, Сталиндың рамкалы портреты, трюмо тигән ҙур көҙгө тора; икенсеһендә титан тигән мейес ҡуйылған, унда һыу эҫетеп йыуыналар, өсөнсөһөндә күрше фатирҙы дауам итеп һалынған ағартылған ҙур кирбес мейес урынлашҡан, олатаһы уға күмер яғып бешеренә. Өләсәһе түшәктә ята, эштәрендә ниндәйҙер авария булып, арҡа һөйәге һынған, ти. Уны теге оста йәшәгән Дуня тигән апай килеп тәрбиәләшеп тора.
Ихатала – “уңайлыҡтар”, күмер һаҡланған келәт, Казбек тигән ат торған һарай. Малай көткәнсә, ишек алдындағы баҡсала алма ла, ҡарбуз да әле күренмәй. Бары көҙҙән сәсеп ҡалдырылған һуғандар ғына йәшәреп ултыра, йәнә ниндәйҙер ашай торған үләндәр баш ҡалҡытып килә. Март ҡояшы ялтырап торһа ла, һыу инергә лә иртә, йылға һыуыҡ, ти. Яҡшыбай олатаһын бында бар белгән-күргәне Яша тип кенә йөрөтә икән. Ул ейәнен бик яратып ҡосаҡлап-ҡосаҡлап ҡаршы алһа ла, бер нисә көндән ҡыҙының, йәғни Йортомбайҙың әсәһенең, тетмәһен тетеп ташлауына шаһит булды: “Егеткә инде ете йәш тулған, “мужик”, ә ул һаман һеҙгә һалышып, бер ни эшләй белмәй! Ай-һай, балаңа бәхет теләмәйһеңдер, бығаса һис юғы үҙен ҡарарға өйрәтер инең – башайын да урынына һалмай, теләһә ҡайҙа ташлап ҡуя бит”.
Килгән көнө генә үҙе, уның ҡуңыр сәстәрен һыйпап, тас үҙем, тип һөйөп, иркәләп торһа ла, ана ҡайһылай уҫал икән! Малай олатаһының ҡырыҫ һүҙҙәренә бик ҡаты үпкәләне. Етмәһә, ата-әсәһе уны ҡалдырып ҡайтып китергә самалай бит әле. Ҡалмайым, бергә ҡайтам, тип аяҡ тызып илағас, ярай-ярай, тип әүрәткән булһалар ҙа, бер иртәлә уяныуына уларҙың урыны буш булып сыҡты. Көнө буйы ашарға ла ултырмай буҙлап ятһа ла, нишләһен, күнергә тура килде инде. Олатаһы шул көндән ейәнен “бәхетле итеү” эшенә тотондо: һыу ташыу, утын бысып ярыу, иҙән, кер йыуыу, йәнә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек әллә күпме йорт эштәре инә икән был ҡаҙанышҡа. Хатта бергәләп борщ бешерергә лә өйрәтте. Борщ – ошонда йәшәгән украиндарҙың иң яратҡан ашы, нескәлектәре лә бик күп икән. Ошо яҡта ғына үҫтерелә торған сөгөлдөр арҡаһында шулай тәмле булып килеп сыға, ти, баҡһаң. Ана шуға күрә йәшелсә баҡсаһында иң күп урын алып ята ла ул. Олатаһы аштың исеме төркисә “борыч”, йәғни борос тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип һанай. Өләсәһен тәрбиәләшеү ҙә малай елкәһенә төшә: уны ашатыша, йыуындырыша, аҫтына ҡуйыла торған “утка” тигән ауыр еҫле һауытты ла сығарып түгеп тора. Әбей ейәнен йәлләй, унан тартына ла, тик ни хәл итһен – үҙе кеше көнлө. Аяҡ-ҡулы эшләмәһә лә, һөйләшә ала – шуныһы ла бәхет әле. Һыҙланыуын еңеп, кистәрен малайға әкиәттәр, тылсымлы риүәйәттәр һөйләй, башҡортса көйләп тә ебәрә. Оҙаҡ йылдар үткәс, радионан ишетеп, был йырҙың “Шахта” тип аталғанын белә, яңы ғына сыҡҡан сағы булған икән хәҙер киң билдәле йырҙың. Бигерәк тә өләсәһенең йомаҡ ҡойғанын ярата малай.
– Йомаҡ ҡоям, ҡас-ҡас, йомолдоғон ас-ас, – тип башлап ебәрһә, шунда уҡ ятағы янындағы ултырғысҡа барып та ҡунаҡлай. – Йә әле, ҡолонсағым, зиһенеңде эшкә ек, нимә ас булһа – ята, туҡ булһа – тороп ултыра?
Малай табышмаҡтарҙы тәүге ишеткәнендә оҙаҡ ҡына сисә алмай яфаланғайны, хәҙер инде күбеһен иҫендә ҡалдырып, ятҡа бикләгән, хатта үҙе өләсәһенә һорау биреп, аптыратып ҡуя. Ә бөгөнгө һорауға яуапты әле белмәй.
– Өләсәй, миндер ул, – тип көлөп ебәрҙе йор телле малай, – ас булһам бер ҙә торғо килмәй, туҡ булһам, йүгереп кенә йөрөйөм.
Әбей ҙә кеткелдәне, ейәненең тапҡырлығына һөйөндө. Дөрөҫ яуап “тоҡ” та, тик уның әйткәне лә хата тип булмай.
– Улай тиергә лә була. Тик нығыраҡ уйлап ҡара әле.
Малайҙың иһә башҡаса баш ватып ултырғыһы килмәй, һарайға Казбек янына сығып йүгерҙе. Олатаһы унда аттың утлыҡсаһына һоло өҫтәп йөрөй ине. Бушаған тоҡто бөхтә итеп бөкләп, тулылары өҫтөнә һалғанда ғына малайҙың башына барып етте: бына бит ул “ас” ҡапсыҡ “туҡ”тары өҫтөндә ята! Йүгереп инеп, өләсәһенә тоҫмаллауын әйтә һалды ла:
– Үәт отҡорҡайым минең, эшкингәнем, – тип маҡталып, кире олатаһы менән ат янына йомолдо.
Өләсәһенән ул тәүге һүҙҙәрҙе уҡырға, яҙырға өйрәнде, арифметикаға ла һуҡмаҡ башлап ҡуйҙы.
Бер нисә айҙан Йортомбай инде Юркаға әйләнде, олатаһы әйтмешләй, бына тигән “мужик” булып китте. Киләбеҙ тип өйҙән телеграмма һуғылғанда ғына радионан һуғыш башланыуы иғлан ителде, атаһын тәүге көндән үк ғәскәр хеҙмәтенә алалар, врач әсәһенә иһә тиҙ арала ойошторола башлаған хәрби госпиталдәге эшен ташлап китеү мөмкинлеге ҡалмай. Олатаһы ла ауырыу ҡатынын кеше ҡулына тапшырып, нисек юлға сыҡһын. Унан, совет ғәскәре еңелмәҫ, тиҙ үк дошманды ҡыуып сығарыр тип тә өмөт итәләр ине. Гәзиттәр, радио ла туҡтауһыҙ: «Кәүгәгә бирелмәгеҙ, һуғыш ике-өс айҙан бөтәсәк; ҡаһарман Ҡыҙыл Армия фашистарҙы илебеҙ сиктәренән ҡыуып сығарасаҡ!» – тип тылҡып ҡына тора. Митингыларҙа, радио аша, йырҙарҙа, дәүләтебеҙҙең ҡеүәте ҡаҡшамаҫ, Сталин менән Ворошилов һуғышта еңеп сығасаҡ, тип инандыралар. “Сталин бөйөк даһи, Ленин эшен дауам итеүсе, тышҡы һәм эске дошмандар менән көрәштә социализмды яҡлай, ул хаталана белмәй; еңеү өсөн барыһын да эшләй. Совет халҡына борсолорға бер ниндәй ҙә урын юҡ. Гитлерсылар тар-мар ителәсәк...” Һуғыш башланыуы тураһында ишеткәс, шулай тип уйланы халыҡ...
...Хәтирәләре ошо урынға еткәс, Юра-Йортомбай ағайҙың йөҙөн ҡапыл урынһыҙ кеүек тойолған йылмайыу балҡытты: онотолған доғаһы иҫенә төшкән булып сыҡты, теш һыҙлауы бермә-бер баҫылды.
– Әйҙә, ҡустым, приёмға, сират ҙур булып, оҙаҡ ултырырға тура килмәһен, – тип уны ашыҡтыра башланы. – Ашханаға ла инеп сығаһы бар бит әле.
”Ҡустым” тигән һүҙҙе саф башҡортса ғына әйтте үҙе. Ағай душ аҫтында ҡойона һалғас, ҡабалан ғына йыйынып, туҡталышҡа сыҡтылар. Автобуста Ҡылысбай һаман әле ишеткәндәре тәьҫиренән сыға алмай, төшөргә ваҡыт еткәнен дә һиҙмәй ҡалған. Көн тәғәйенләнгән процедуралар алырға бер кабинеттан икенсеһенә йүгерекләү менән, күҙ асып йомғансылай тойолоп, үтеп тә китте.
Төштән һуң йәнә ҡайһы бер процедураларҙы үткәс, ашханаға инеп сығып, журналист егет фатирға ҡайтырға ашыҡты, Йортомбай ағаһының хәтирәләрен тиҙерәк дауам иттергеһе килде. Тик күршеһе һуңлабыраҡ ҡайтты, баяғы танышы менән тағы яҡташтарын осратып, һөйләшеп йөрөгәндәр икән.
Ә теге әзери егете, Юра ағайҙың тешен һыҙлатып төн сығарып, икенсе көнөнә ҡайтып китте. Ысынлап та, фатирға башҡа кеше индерелмәне.
ҺУҒЫШ, АСЛЫҠ
Мәктәпкә барам тип ашҡынып көткән 1 сентябрҙә Йортомбайҙа уҡыу ҡайғыһы булмай, фашистар яҡынлашып килгәнен ишетеп, ҡаласыҡтан илдең үҙәгерәк яғына, хатта Урал тарафтарына дәүләт мөлкәтен күсереү башлана. Өлгөргән тиклемен күсереп алып китәләр, мөмкин булмағанын дошманға ҡалмаһын өсөн емерәләр, шахтаны яндыралар, эсенә һыу ебәрәләр. Ҡала ташкүмер еҫе менән ыҫлана, өй эсенә әҙерәк инһен өсөн тәҙрә рамдарын ҡағыҙ менән йәбештерергә тура килә, тик был әллә ни ярҙам да итмәй.
Олатаһы мәктәптә шешә йыялар тип ишетеп ҡайтҡан – Молотов коктейле тигән ҡоралды эшләргә бик күп кәрәк, ти. Беҙҙең һалдаттар шуның эсенә ҡабына торған шыйыҡса ҡойоп, дошман танкыларын яндыра икән. Йылғыр малай телеңде һындырмай ғына әйтеп булмаҫ коктейль тигәндең нимә икәнен аңламаһа ла, шешә сүпләргә шатланып риза булды. Олатаһы ҡушҡан эштәр араһында биҫтә малайҙары менән дуҫлашып алырға өлгөргәйне инде, бергәләп яр буйҙарын, магазин тирәһен ҡыҙырып сығып, байтаҡ һауыт таптылар. Шуларҙы шалтыратып күтәреп барып ингәс, йыйып ултырған һалдат: “Бындай егеттәребеҙ барҙа, еңелмәбеҙ”, – тип үк күңелдәрен үҫтереп ебәрҙе. Дәртләнеп китеп, кешеләрҙең һарай баштарына менеп тә тетеп сыҡтылар, йәнә күпмелер алып барып тапшырҙылар. Кемдәрҙер хатта өйҙәрендәге шешәләрҙең эсендәге шыйыҡсаны түгеп килтергән, аҙаҡ бының өсөн эләккән дә үҙҙәренә.
Олатаһы ондо һыуға болғатып, клейстер тигән нәмә эшләне лә ейәненә гәзитте таҫмалап ҡырҡып, тәҙрә быялаларына арҡыс-торҡос йәбештерергә ҡушты – фашистар бомба ташлай башлаһа, ҡойолоп төшмәһен өсөн шулай итергә кәрәк икән. Үҙе иһә ҡайҙалыр китеп юғалды. Кәнсә, партком тирәһендәгеләр эшелон менән илдең төпкөлөнә комсомол-коммунистарҙы, активистарҙы оҙатырға йыйына икән, олатаһы ла бергә алыуҙарын һораған, тик урын юҡ тип кире борғандар. Үҙе әйтеүенсә, стахановсы булыуы ла ярҙам итмәгән.
Ҡаласыҡ урамы буйлап ҡайғылы йөҙлө, арыған һалдаттар, уларҙан да былай ауыр йөктәренән талсыҡҡан аттар үтә башланы. Сигенеүселәр ағымы төндә лә туҡтамай, абына-һөрөнә булһа ла юлдарын дауам итәләр. Мисәүләп егелгән аттарҙың арбаһында яралылар, хәрби амуниция ята. Колоннаның алдынан һыбайлы командирҙар, ә арттан алты ат лафетта ятҡан пушканы һөйрәп үтте.
Яҡшыбай ҡарт кәртә башына ҡулдарын һалып, уларҙы өнһөҙ генә күҙәтеп оҙата, тешләнеп, ирендәре генә ҡыҫылғандан-ҡыҫыла бара. Бер нисә көндән урамдар бушап ҡалды, ҡасабаны дауыл алдынан була торған һиллек аймап алды. Ауылда ике көнгә тынлыҡ урынлашты. Шахта, участка начальниктары, тау мастерҙары, коммунистар һәм партияһыҙҙар эшелонға тейәлеп Кемеровоға юлланды. Унда ла күмер сығаралар бит.
Шул баш та, түш тә юҡ арауыҡта кешеләр күҙҙәре аларып, ҡайҙан нимә сәлдерә ала, өйҙәренә ташырға тотондо. Олатаһы иһә үҙ уйҙарына батып, тыштан тыныс ҡына йөрөүен дауам итте, һыр бирмәне, ҡатыны менән ейәне алдында күңел төшөрөрлөк бер һүҙ ҙә ысҡындырманы. Һарайҙа торған атын ғына Казбек та Казбек, тип һолонан мәхрүм итмәҫкә тырышты, аҙаҡ табыуы ауыр булыр тип, ашлыҡты тоҡлап алып йәшереп тә ҡуйғайны ат йәнле, йүнсел башҡорт бабайы. Үҙе асыҡһа- асыҡһын, аты ғына бирешмәһен.
* * *
Совет ғәскәрҙәре Донбассты октябрь аҙағында – ноябрь башында ҡалдыра. Иҫәбе юҡ матди зыян, ҡот осҡос һанда кеше ҡорбандары. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, Донецк өлкәһендә 220 мең ябай халыҡ, 150 меңләп хәрби әсир, 252239 ошо төбәк кешеһе Германияға ҡыуып алып кителеп, остарбайтер булып эшләргә мәжбүр ителгән. Артемовскиҙағы аҡбур штольняһындағы Илау диуары, Донецкиҙағы Аҡ карьер һәм 4-4 бис шахтаһы шурфы Донбасс фажиғәһе символына әүерелгән. Фашистар төбәктә 700 көн самаһы хакимлыҡ иткән.
* * *
Ҡайҙа ҡарама, яндырып кителгән биналарҙың быялаһыҙ тәҙрәләре ҡурҡыныс аждаһа күҙҙәрендәй өңрәйеп баға, ел иҫкән һайын ыҫлы һауа танауҙарға бәрелеп үтә.
Юркаға әйләнгән Йортомбай йәй көнө дуҫтары менән олатаһының аты янынан китешмәй ине – уны йылғаға төшөрөп йөҙҙөрөп, ҡаты щетка менән арҡаһын, ҡабырғаларын йылҡылдағансы таҙартып алып ҡайта, шунан матур итеп тарап, ялдарын да үреп ҡуялар. Ә хәҙер олатаһы көндөҙ һарайҙан да сығармай, төндә генә етәкләп йөрөтөп килә – алып китеүҙәренән ҡурҡа. Ул ғына ла түгел, фашистар яҡынайғанын ишеткәс, кетәктәге тауыҡтарын да салып, тоҙлап сарлаҡҡа киптерергә элеп ҡуйҙы, ҡытаҡлай башлағандарын ишетеп, “яйки, куры” тип теләнеп килеп инеп, Казбегын да күреп ҡалырҙар тип хафаланды. Уларҙың шулай ҡыланыуҙары тураһындағы хәбәрҙәр килеп еткәйне инде.
Бер мәл ҡаласыҡтағы ҡәберҙәге кеүек тынлыҡты төн буйы барған канонада, ә иртә менән машиналар геүләүе, шатырҙауы боҙҙо. Урамдан башта танкылар үтеп китте, артынса көймәле мотоциклдарға ултырған немец һалдаттары килеп инде. Баштарында бәләкәй генә мөгөҙлө тимер каска, сиңерткә күҙендәй итеп күрһәткән күҙлектәр менән кәпләнеп алғандар. Һөйләштәре нәҡ эт өргәнгә оҡшағандай тойолдо ҡапҡа ярығынан ҡарап торған малайҙарға. Шунан яңаҡтарын туптай ҡабартып, бөгәрле-бөгәрле торбаларына өрә-өрә килгән музыканттар, көй ыңғайына аяҡтарын сөйөп атлаған һорғолт йәшел бөркәнсекле йәйәүле һалдаттар күренде. Дөпөлдәк марш көйө улар уҙып киткәс тә оҙаҡ ҡына ишетелеп торҙо әле.
Фашистар башта мәктәп янына йыйылышып, башлыҡтарынан бойороҡтар алғас, өйҙәр буйлап яйлы фатирҙар эҙләп йөрөй башланы. Барлыҡ иркен, таҙа фатирҙарға хужаларын ҡыуып сығарып урынлаштылар. Юркаларға өйҙәштәр тығылманы, сөнки бүлмәгә килеп инеү менән түшәктә ятҡан ауырыу әбейҙе күрәләр ҙә, йоғошло сирҙер тип ҡурҡып, сығып китеү яғын ҡарайҙар. Етмәһә, уларға һаҫыҡ “утка” тотоп сығып барған Юрка осрай.
Бер өйҙә йәшәгән сирле кешенән шикләнеп, күршеләренә лә инеп торманылар.
Немецтар коммунистарҙың килеп теркәлеүен талап итеп, фарман тарата, йәнәһе лә, үҙҙәрен ирекле рәүештә танытҡандарға теймәйәсәктәр, эҙәрлекләмәйәсәктәр. Һуңынан күренеүенсә, башта теймәһәләр ҙә, күпмелер ваҡыт үткәс, уларҙы дөйөм бер соҡор ситенә килтереп аталар. Шунан нәүбәт йәһүдтәргә етә. Юрка менән йәйгеһен бергә уйнап йөрөгән ике малай шул милләттән булған икән.
– Йәһүдтәр немецтарға цивилизациялы, юғары мәҙәниәтле халыҡ тип ышанды, – тип әйтеп ҡуйҙы үҙен иғтибар менән тыңлап, ҡуйын дәфтәренә лә ишеткәндәрен теркәп ултырған Ҡылысбайға ағай. – Иң кәрәк әйберҙәрен генә алып майҙанда йыйылырға бойорғастар, Дуня апай үҙе аҙаҡ әйтеүенсә, бер таныштарына документтарын юҡ итеп, кавказлылар тип, әйтергә кәңәш итеп ҡараған, тик улар тыңламаған. Беҙҙе күсендерәләр генә, тип саҡырылған ергә киткәндәренә үҙем шаһит булдым. Минең менән уйнаған малайын да ҡалдырманылар. Арттарынан эйәрә биреп, ҡарап тороп ҡалдым. Йәшел төҫтәге фургонлы ябай йөк машинаһына ултырттылар. Газ камераһы тигәне шул булған икән. Аҙаҡ белеүемсә, төтөн сығарыу торбаһына тоташтырылған шлангыны эсендә ҡалдырып, кешеләрҙе шунда индергәндәр ҙә алдан әҙерләнгән соҡор яғына алып киткәндәр. Барып еткәнсә эстәгеләр ағыуланып үлеп бөткән булған.
Олатаһы коммунист түгел-түгеллеккә, мәгәр почет таҡталарында һүрәте торған стахановсы, йөҙө таныулы. Һүрәттәрҙе фашистар килгәнсе таратып алғайнылар инде; бәхеткә күрә, уға хаслыҡ эшләүсе булманы. Сталин портретын да ҡарт ҡайҙалыр йәшерҙе. Ейәне менән икәүләп бәләкәй генә баҡсанан бәрәңгене, кишер менән сөгөлдөрҙө ҡаҙып алып, мөгәрәпкә төшөрөп ҡуйҙы, уңыш шәптән булмаһа ла, бер нексегә осто-осҡа ялғап ебәрергә ярап торор, һәр хәлдә, һаҡлап ҡына тотонғанда ҡыш уртаһына тиклем етергә тейеш. Емештәрҙе ҡырҡҡылап, ҡайһыһын киптереп, ҡайһыһын тоҙлап әҙерләп ҡуйҙылар. Ҡар ятҡас ҡына ҡаласыҡ ситендәге барактарҙы сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратып алып, концлагерь астылар, унда төрлө яҡтан килтерелгән әсирҙәр көндән-көн арта барҙы. Олатаһы был хаҡта белгәс, уйланып йөрөй башланы, бер көн малай уның ни хаҡындалыр өләсәһе менән кәңәшләшкәнен яҙа-йоҙа ғына ишетеп ҡалды. “Һаҡ бул, Яҡшыбай, мин оҙаҡҡа бармам инде, тик ҡулда малай бар бит”, – тине әбей хафалы тауыш менән. Һүҙ үҙе тураһында барғанын аңланы Йортомбай, тик айышына ғына төшөнмәне. Концлагерь урынлашып бөткәс, олатаһы яйлап ҡына ҡупшы атын екте, йөк ташырға ғына тотонған санаһын тағып алды ла немецтарҙың кәнсәләренә юл тотто. Унан утын ташырға ялланып ҡайтты. Ай самаһы ваҡыт үткәс, тегендә әсирҙәр менән бәйләнеш тапҡан, меҫкендәр һаҡлап ҡала алған кейемдәрен, икмәккә алыштырыуҙы һорап, уға бирә башлаған. Өйҙә ейәне менән икәүләп уларҙы һүтәләр, йыуып тәңкләп һалып, “толкучка” тигән баҙарға алып сығалар. Ә унда әйберҙе “башҡа – баш” алмаштырып була. Хатта немец маркаһы менән совет аҡсаһы ла күренеп ҡалғылай, тик улары бик һирәк.
– Баҙарҙың исеме генә инде, – тип һөйләнә олатаһы өйгә ҡайтҡас. – Кеше әҙ, ҡаҡ һөйәккә ҡалғандар, өйҙәренән һатырлыҡ бөтә нәмәһен алып сығып, ниҙер булһа ла алып ҡайтырҙарына өмөт итеп, хәлдәре еткәнсә, һуңғаса баҫып торған булалар бахырҙар.
– Ризыҡ һаталармы һуң, исмаһам, – тип һорай борсолоп өләсәһе. – Йотлоҡ ҡына була күрмәһен, астың асыуы яман, Аллам һаҡлаһын, кеше йыртҡыслана башлар.
– Ауылдарҙан килгәндәр бойҙайҙы, ондо – стаканлап, кипшенеп кәкрәйеп-ҡурышып бөткән кишер йәки сөгөлдөрҙө, бәрәңгене берәмләп кенә һаталар. Гимнастерка туҡымаһы киҫәктәре үтемле былай, алмаштырып икмәк алып була.
Өләсәһенең ризыҡ булмауҙан ҡурҡыуы бәләкәй сағынан килә. Атаһы тимер юлында околоточник булып эшләп, ғаиләһе менән урыҫ ауылында йәшәгән, әммә бер йылы иген уңмай, аслыҡ башланғас, туғандары янына алып ҡайтырға мәжбүр булған. Арҡан ишеп, сабата үреп, ҡала баҙарына һатырға юлланғанда 6-7 йәше менән барған ҡыҙын да үҙе менән ала. Һатынып бөткәс, баҙарҙа танышып киткән үтә илгәҙәк берәүҙәргә ҡуна төшөргә килешеп, ваҡ-төйәк алырға лафкаға барып килгәнсе Мәликәне уларҙа ҡалдыра. Ятһынып мөйөшкә ҡарап ҡуҙғалмай ҙа ултырған 4-5 йәштәр самаһы күренгән бала урыҫса беләлер, танауы еҫ һиҙәлер тип уйламағандарҙыр инде, уға иғтибар ҙа итмәй һөйләшеүҙәренән ҡыҙыҡай үҙҙәренең ғүмеренә хәүеф янауын төшөнә. Әммә ҡурҡыуын да, аңлауын да һиҙҙермәҫкә көсө етә зирәк ҡыҙҙың. Атаһы ҡайтып ингәс үк:
– Әйҙә, атай, ҡайтайыҡ, йоҡларға ҡалмайыҡ, һауыттарынан ашама, – тип инәлә башлай.
– Нимә булды, балам?
– Сыҡҡас әйтермен, – тип тегеләр алдында хатта башҡортса ла ни ишеткәнен әйтергә шигәйә.
– Ауырып киттеңме әллә?
– Эйе. Эсем ауырта.
Атаһы ла ниҙер һиҙенә башлап, ҡыҙым сирләй тип һылтанып, юлға сығалар. Мәликәнән ишеткән хәбәргә ышана алмай, урыҫса һүҙмә-һүҙ ҡабатлатҡас, шаҡ ҡата. Атын ҡыуа-ҡыуа өйгә елдерә. Баҡһаң, көр генәләр, быларҙың ите байтаҡ сығыр, тип һөйләнгәндәр икән.
Олатаһы шундай хәлдәр был рәхимһеҙ заманда ла ҡабатланыуы ихтималлығына әҙер булһын типтер инде, ейәненә һөйләп ҡуйыуҙы кәрәк тип тапты. ...Баҙарҙан ҡайтҡас, алыш-биреш итеп алған икмәктәрҙе олатаһы утын аҫтына һалып, концлагерға индерә. Күмер сабырға эшкә йөрөтөлгән әсирҙәр ҡышҡыһын себен урынына ҡырыла, урындарын яңылар биләй, малайға эш табылып ҡына тора. Йышыраҡ бер үк кеше улар килә торған көндө алдан уҡ төйөнсөк әҙерләп көтә, был икәүҙең әңгәмәһе лә сәйер: балыҡтар һөйләшәме ни – ирендәре ҡыймылдағанын күрә, тауыштарын ишетмәй малай.
Шахталар яндырылғанға күрә, ҡышҡылыҡҡа мейес яғырға һаҡлантылары ҡалмай, кешеләр күмер ташылған тимер юлы буйынан ҡойолоп ҡалған коксты йыйырға тотона, тик уны көндөҙҙәрен ҡораллы фашистар һаҡлай. Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, өлкәндәр төндәрен яғыулыҡ эҙләргә сыға.
Йортомбай бер көн яҡтыла тимер юлдан бара торғас, күмер киҫәктәренә тап булды. Өләсәһе ятҡан килеш кенә уға ҡалын киндерҙән баулап тоҡсай тегеп биргәйне, өйҙән сыҡҡан саҡта уны яурын аша элә һалып ала, әле етеҙ генә эйелеп, табышын шунда оҙатты. Олатаһы алдан уҡ хәстәрлек күреп, баҙҙа күмер туплап ҡуйғайны инде, тик табышы эсте тишмәҫ, кәрәге тейер. Малай ҡыҫҡа ғына ваҡытта шулай бик бөтмөр хужаға әйләнеп алғайны.
Ҡалҡына ғына башлағанда алдында һалдат ботинкалары пәйҙә булды. Башын күтәргәс, аптырауына күрә, күҙҙәре немецтың асыуһыҙ ҡарашы менән осрашты.
Малайға уның менән тотош ғүмер оҙонлоғо текләшеп торған кеүек тойолдо. Оло ғына йәштәге кеше ине ул. Автоматын төбәгән, тик тауышын күтәрмәй генә:
– Малшик, цурюк, назат. Болш здес нэ кади, умирайт, – тине.
Малайҙың ҡото осоп ҡатып ҡалғанын күреп, инде ҡатыраҡ итеп:
– Цурюк, дамой, цурюк-цурюк, шнеллер, – тип бойорҙо ла автоматын болғап ҡуйҙы. Тиҙерәк кит, тине, ә күмерҙе ташлаттырманы.
Йортомбай шунда ғына иҫенә килеп, артына ҡарай-ҡарай йән-фарман тороп йүгерҙе. Немец кире яҡҡа шпалдар буйлап атлай ине инде. Ни өсөн малайға мәрхәмәт күрһәткәндер, уныһы сер булып ҡалды.
Ә өләсәһе яйлап һүнә барҙы һәм тәүге ҡар төшөүгә уларҙы ҡалдырып та китте. Сабыр ғына, өнһөҙ генә, телдән яҙғас, ҡарашы менән генә бәхилләшеп, баҡый донъяға күсте. Ейәне әле үлемдең мәңгелек юғалтыу икәнен аңлап та етмәй, олатаһының мәрхүмә янында нимәлер көйләп ултырғанын ғына хәтерләй. Өләсәһен алып китеп торорҙар ҙа, ҡайтып килер кеүек тойола. Йылдар үткәс кенә, олатаһының йыназа уҡығанын аңлай, хатта “ясин” тигән һүҙ ҙә иҫенә төшә.
Һаҡлантылары кәмегәндән-кәмей, ихтимал, олатаһы мөгәрәптән дә әсирҙәргә өлөш сығарғандыр. Юрка иһә хәллерәктәргә ялланып, тамаҡ ялына ҡулынан килгән бар эштәрҙе лә башҡара. Бына шунда аңлай ул олатаһының ни тиклем хаҡлы булғанын – балаң харап булмаһын тиһәң, бәләкәй тип ҡарап тормай, эшкә өйрәтергә кәрәк уны, егергә кәрәк!
Өйҙә күптән инде ит еҫе сыҡмай, тоҙланған тауыҡтар ҙа, әҙләп кенә һалынһа ла, тотонолоп бөттө, ә ашағы килә. Тиҫтерҙәренән саталы ботаҡтан сиртмәк эшләргә өйрәнеп, улар менән мәргәнлектә уҙышыу юҡҡа китмәй – турғай атып алырға була лабаһа. Ҡошсоҡтарҙың эсен генә сығарып таҙарта ла, мамығы-ҡаурыйын да йолҡоп тормай, утта өтөп ашай Олатаһы уның был шөғөлөн бер күреп ҡалып, хуплап ебәрә: – Ит ашап йөрөгәс, астан үлмәҫһең, балаҡай.
Тик турғайҙар бит йылғыр ҡош, сәпкә эләгеп бармай. Ашыҡҡанда төҙәп торорға мөмкинлек бармы әле, шулай ҙа ныҡышмал малай өлөшһөҙ ҡалмай. Ит кенәһе – ике ҡабып, бер йоторлоҡ ҡына ла инде, мәгәр асыҡҡанда тамаҡ ялғап ебәрергә ярап ҡуя. Яҙҙы саҡ көтөп алалар, тик баҡсаға сәсерлек бәрәңге орлоғо бөткән. Әлеге лә баяғы, яңғыҙ йәшәгән Дуня апай сыпсыҡ йомортҡаһындай ваҡ ҡына бүлбеләр биреп, баҡса буш ятып ҡалмай. Әҙ булһа ла йәшелсә лә сәсәләр.
Юрка менән иптәштәре брезент менән ҡапланған немец машиналары юл ситенә килеп туҡтап, водителе йомошо менән ҡыуаҡ араһына инеүе була, ҡулдарын йылдам ғына тығып ебәреп берәй нәмә алып ҡасырға тырыша. Әммә был ярайһы йыш бар көсөңә йүгереп ҡасыу йәки тотолоп, башына тимер ҡағылған ботинканан тибелеү менән тамамлана.
– Ҡурҡыу – иң ҙур стимул, – тип көлөмһөрәне Юрий Николаевич. – Беләһеңме, ниндәй “кросс” тапшыра инек! Аҙаҡ, балалар йортона эләккәс, ГТО нормаларын бер ҡыйынлыҡһыҙ ғына үтәп сыға инем мин. Ярай әле балалар концлагерына эләкмәгәнмен. Макеевка тигән ҡаласыҡтағыһына беҙҙән дә үкһеҙ етемдәрҙе алып китә торған булғандар.
– Хатта ул яҡта ла булғанмы ни? – Ҡылысбай әсирҙәргә лагерҙар Германияла ғына ойошторолған тип уйлай ине.
– Эйе, туғанҡай, ундағы балалар яҙмышы менән сағыштырғанда минеке ожмах булған әле, ирекле ҡош инем, нисек кенә ауыр булғанда ла... Шунан ҡотолоп ҡалған апалы-ҡустылы менән балалар йортонда бергә тәрбиәләнгәйнек. Уларҙың хәтирәләренән хатта ни генә күрмәгән минең сәстәрем үрә торғайны. Фашистар приют тигән булып, ғәмәлдә концлагерь асҡан. Икеһе лә аҙ ҡанлылыҡтан яфаланды – балаларҙың ҡанын күпләп ала торған булғандар. Ҡот осҡос шарттарҙа тотолған балалар ҡырылған ғына унда.
...Ас кешенең ризыҡҡа һиҙгерлеге һунар этенең эҙтабарлығынан кәм булмайҙыр, ахыры. Бер мәл аяҡтары үҙенән-үҙе тартып, хуш еҫтәре әллә ҡайҙарға таралып эскәмйәлә ятҡан бер буханка ап-аҡ икмәк янына килтереп сығара. Яңы бешкән икмәк нисек кенә аңҡый, эйе бит! Әммә уның янында фашист ҡайҡайып баҫҡан, тик, бәхеткә, арты менән тора! Күрәһең, хәүеф ал яҡтан, күренеп торған ерҙән генә килә тип уйлағандыр. Малай ҡыуаҡтар араһынан йәшенеп кенә барып икмәкте ҡармап алмаһынмы! Фашист һиҙеп ҡалып артына боролоп ҡарауға, ул әллә ҡайҙа йүгереп бара ине инде. Әлбиттә, теге дошман “һальт”, “һальт”* тип ҡысҡыра-ҡысҡыра баҫтыра башлай. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй сабып барып, малай ниндәйҙер баҡса ҡоймаһы аша һикереп төшә лә бер өйгә йомола. Юлайҡан икмәкте ҡуйы ҡарағат ҡыуағы аҫтына ташлап өлгөрә, йәшенһә лә, икмәк еҫе үҙен һатырын аңлай. Тарһылдан йүгереп килеп ингән малайҙы күреп, хужабикәнең ҡобараһы оса.
Юрка иһә:
– Инәкәй, йәшер мейесеңә, мине фашист баҫтыра, – тип әйтеп кенә өлгөрә лә үҙе үк ялп итеп мейес эсенә инеп тә ултыра.
Ҡатын ярай әле тиҙ генә ҡаушауын еңеп, мейес ҡапҡасын яба ла, утындарын һалып бөтөүгә, фашист та килеп инә. Күҙгә элерлек бер нәмәһе лә ҡалмаған яланғас бүлмәне һөҙөп ҡарап, өҫтәл, карауат аҫтарын тентеп, малай күҙенә салынмағас, сығып китә.
Украиналағы икмәк мейесе ябай мейес кенә түгел, унда ҡамыр ризыҡтарын бешереп алғас, алмашлап эсенә инеп ятып, ялғашта ғына йыуынып йөрөгәндәр, мунса һирәк кешелә булған. Шул арҡала малай ҡотолоп ҡала ла инде.
Мейестән сығып, юлайҡан ғына мәрхәмәтле ҡатынға рәхмәт әйтеп бөтөр-бөтмәҫтән табышын ырғытып киткән теге ҡыуаҡ янына елдерә. Ярай ҙа ҡош-ҡорт, бесәй килеп сыҡмаған, йә берәй үҙе кеүек асы темеҫкенеп һиҙеп ҡалып, алып таймаған. Ул урынынан да тормай, ярты икмәкте бөгөп тә ҡуя, әммә үҙен көслөк менән тыйып, өйгә йүнәлә – олатаһына байрам ойошторғоһо килә. Бындай хан һыйын ҡайҙан алғанын әйтмәһә лә аңлашыла инде, әммә мейестә боҫоп ятып ҡалғанын йәшерә, ҡарт кешене борсоуҙан ҡурсый. Олатаһының:
– Ҡайҙа ҡоромға буялып бөттөң былай? – тип аптырап һорауына ни тип яуап бирергә белмәй “әллә” тигән булып, ғәҙәтенсә, яурынын һикертә.
Бабай шикләнеберәк ҡарап ҡуя ла өндәшмәй, бер телем генә киҫеп алып, ҡалғанын сысҡан теймәһен өсөн ауыр ҡапҡаслы көршәк эсенә йәшерә, хатта таш менән баҫырып ҡуя: ул мәлғүндәр нисектер инеп китер яйын таба бит. – Булғанда – бүреләй, булмағанда сүреләй тигәндәй ҡыланмайыҡ инде, – тип ейәненең башынан һыйпай. – Рәхмәт, балаҡай, мине лә онотмағанһың, тыйыла алғанһың. Был үҙе ирлек!
Малайға олатаһының һүҙҙәренән рәхәт булып китә, ул бит маҡтай һалып бармай. Тимәк, ысын “ир-егет” инде ул.
Бабай уның мутлыҡтарын һиҙеп йөрөй, тик тыймай. Үҙебеҙҙең фәҡирҙәрҙең әйберенә генә теймә, ти. Тимәк, фашистыҡын урлаһаң да ярай! Хатта кәрәк, әйҙә, остоҡ ҡына булһа ла зыян күрһендәр! Ҡайҙа нимә сәлдерә алһа, бөрмәле киң балаҡлы ыштанының эс яҡтан махсус тегелгән кеҫәһенә һала ла тая.
Бер мәл фашистарҙың йөк машинаһынан малайҙар менән консерва урлап тотола яҙа. Унда ла ҡыуа төшәләр. Был юлы инде Юрка яҡындағы һарайға тоҫмаллап елдерә, тик килеп еткәс, унда бик тиҙ табасаҡтарын төшөнә һәм тыштағы бәҙрәф эсенә томорола. Уртаһында уйым ғына ҡалдырып таҡта һалынған, өҫтө сыйырсыҡ ояһы кеүек кенә итеп ҡаплап ҡуйылған соҡорҙо күҙ алдына килтерәһегеҙ инде. Инеп тә китә, уйымдан аҫҡа, теге һаҫы “бутҡа” эсенә төшөп тә ултыра – белә, фашистар бындай әбрәкәйҙәргә инеү түгел, яҡын да килмәй, танауҙарын баҫып үтеп китә. Немец йүгереп килеп етеп, һарайҙы тентеп сыға ла, тапмағас, күҙҙәре әлеге бәҙрәфкә төшә. Автоматтан атып, бәҙрәф ҡабырғаларын тетеп ташлай ҙа хахылдап көлә-көлә китеп бара.
Сығырға шөрләп, байтаҡ ваҡыт һалҡын соҡорҙа ултыра әле малай, ҡурҡышынан бер ыңғайҙан үҙе лә унда өҫтәп ҡуя, әйтәгүр. Бәҙрәф хужаһы Валя түтәй килеп ингәс кенә, аҫтан тауыш бирә. Көтөлмәгән хәлдән түтәй иҫтән яҙып йығылып китә, хәжәтемде үтәйем тип кенә кергәндә соҡорҙан тауыш килһен әле! Малай иһә ярыҡтан сыға ла, кеше күҙенә салынмаҫҡа тырышып, йылға буйына йүгерә. Тик услап мәте менән күпме йыуынһа ла, еҫ бөтмәй, һабынһыҙ йыуылған күлдәк-ыштаны кибеп сыҡһа ла, һаман әбрәкәй еҫе аңҡытыуын дауам итә. Былай ҡайтып булмай бит инде, немецтар осраһа, теге бур малайҙың ул икәнен төшөнәсәк. Шуға күрә ҡояш байығас ҡына, “хуш” еҫтәр таратып өйөнә ҡайтып инә лә олатаһына консерваны һона – үәт, тимергә һеңмәгән бит насар еҫ! Бабай аптырап башын сайҡай, һаман ҡайтмағас, хәүефләнә башлаған, иптәш малайҙарынан да һорашып сыҡҡан, тик бер кем дә күрмәгән була.
ТЕРЕ ХӘТЕР
Кисловодск ҡәләм эйәһе егеткә дауаланыуҙан тыш әллә күпме тәьҫораттар, хәтирәләр бүләк итте – үҙе бер хазина! Кис һайын ҡаланың тарих һаҡлаған ҡомартҡыларын тамашалап йөрөп, һис ялҡмай Йортомбай ағаһын тыңлай – ул әллә күпме тарих белә, көләмәстәр ҙә һөйләп ебәрә.
Каскадлы баҫҡыстар тигәне генә ни тора! Өҫкә менеп еткән ерҙә антик замандыҡына оҡшатып ярымтүңәрәк колонналар менән тамамланған, бер-бер артлы теҙелеп киткән фонтандар, сәскәлектәр менән биҙәлгән. Ҡылысбай йыбанмай ғына һанағайны – тупһалары 120 икән, дөйөм бейеклеге 20 метр самаһы, ти.
– Ике бай ошонда менеп еткәс, ялсыларына йүгертеп кенә аҫтан кофе килтерергә ҡушҡан, ти. Уларҙың береһе менеп еткәнсе яртыһын түгеп-сәсеп бөткән, икенсеһенеке туп-тулы булған. Аҙаҡ тәүгеһе икенсеһенән нисек шулай итә алғанын һорағас, нимә тип яуап биргән тип уйлайһың? – ошо урында ағай көлөмһөрәп, уға һорау бирҙе.
– Һауытын усы менән ҡаплап килгәндер, – тигән булды Ҡылысбай.
– Юҡ шул... Ғүмерҙә лә башыңа килмәҫ...
– Сайпылтмай ғына атлай белгән инде. Беҙҙә лә бит йәш килендәрҙе кейәүгә биргәндә һыу башлатып, сайпылтмай ғына йөрөй белгәнен һынайҙар.
– Юҡ та, “Ә мин аҫта ауыҙыма алдым да, менеп еткәс, шәшкегә кире ҡойҙом”, – тип әйткән, имеш, “башлы” хеҙмәтсе.
Көлөшөп алдылар ҙа, Юра ағаһы туй йолалары менән ҡыҙыҡһынып китеп, егетте ошо хаҡтағы һорауҙар менән күмеп ташланы – уға туған милләте тураһындағы һәр мәғлүмәт танһыҡ ине.
Ниһайәт, бер көндө Павел Петрович та, вәғәҙәһен үтәргә булып, ҡала буйлап йөрөргә ваҡыт тапты. Тик ямғыр үткәс йыйылырға һүҙ ҡуйыштылар.
Һауа торошо бик ҡыҙыҡ икән бында – төш ауа башлағансы салт аяҙ булып тора ла, шул арала әллә ҡайҙан башта ҡулъяулыҡтай ғына болот сығып, өйөлә барып, кинәт кенә гөрләтеп яуып ебәрә. Ә бер сәғәттән йәнә бер ни булмаған тиерһең – көләс ҡояш йылы нурҙарын һибә, дымға туйынған ағастар, сәскәләр яуым-төшөмдән һуң була торған тәмле еҫтәр тарата, һуҡмаҡтарҙа йылы күләүектәр боҫрап ята.
Ғөмүмән, беҙҙең яҡта ла осраған ағастар бында бейек, йыуан булып үҫә икән, тип һығымта яһап ҡуйҙы Ҡылысбай. Йылыһы ла, дымы ла етеп торғас, анау йүкәләр нисек ҡолас еткеһеҙ йыуан булып үҫмәһен инде! Сәскәлек сатырҙарының тирткән бөрөләре борсаҡтай бит! Ә шулай ҙа бер нисә көндән таждары асылғас, беҙҙең яҡтыҡына ҡарағанда көсһөҙөрәк аңҡый икәнлеген асыҡланы егет. Бына ни өсөн башҡорт балы шул тиклем хуш еҫле икән!
Һөйләшелгәнсә, аяҙытҡанды көтөп алып, өс ир-егет ҡала буйлап сәйәхәткә сығып китте.
Юра ағаһы Ҡылысбайҙың парктағы күләүектәр аша малайҙарса ырғып барғанын йылмайып күҙәтә бирҙе лә:
– Йә әле, ҡустым, туфлийыңды сис тә, яланаяҡ ҡына ысыҡлы үләндән анауында тиклем атлап бар, – тип һуҡмаҡтың ҡырҡа уңға боролған сатындағы урындыҡҡа күрһәтте, – сынығырға кәрәк һиңә. Ҡурҡма, әле йылы, һыуыҡ теймәҫ.
Ҡайҙан белгән тиһең уның ысынлап та һыуыҡ тейҙермәҫкә тырышып, һаҡланып ҡына йөрөгәнен. Егет ул әйткәнсә эшләгәс, үҙе сумкаһынан таҫтамал сығарып биреп, аяғын ҡоротҡансы ышҡып-ышҡып һөртөргә ҡушты. Уны ысыҡ кистерергә алдан уҡ ниәтләп, һалып алған булған бит әле. Ғәжәп, Ҡылысбайҙың аяҡтары ҡыҙышып китте, тәне буйлап йылы йүгерҙе.
– Тәбиғәт – иң шәп врач, йәй көнө мотлаҡ күберәк яланаяҡ йөрөп ҡал, үҙемдән беләм, балалар йортона эләккәнсе иртә яҙҙан ҡар яуғанса аяҡ кейеме күрмәнем, ә һыуыҡ тейҙереп ятҡаным булманы.
Павел Петрович та уның һүҙҙәрен “знамо дело” тип йөпләп ҡуйҙы, үҙҙәренең станицаһындағы малайҙарҙың да шулай үҫеүен һөйләп ташланы.
– Хәҙер балаларҙы бигерәк әпәүләп-сүпәүләп үҫтерәләр ҙә, улары сир-сорға бирешеп кенә бара, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
– Уның сәбәбе башҡа, – тип егетте яҡлап һүҙ ҡатты Юра ағаһы, – эш сәфәрендә һыуыҡ тейҙергән, әммә ауырыу ботлап керә, грамлап сыға тигәнде иҫтә тоторға кәрәк. Сирҙән һуң сынығыуҙы яңынан башларға тура килә. Процедуралар, һыуы ғына түгел, курорт тәбиғәте лә – дауа, уны ла файҙаланыу зарур, балаҡай.
Ул арала алдында Мәңгелек ут ҡабыҙылған, әйтерһең дә, Рәсүл Ғамзатов һүҙҙәренә яҙылған аһәңле “Торналар” йырының матди кәүҙәләнешенә әйләнгән мемориаль комплекс янына барып сыҡтылар. Өс торна һынландырылған бағананың түбәнге өлөшөндә яҡындарын яуға оҙатып, көтөп ала алмаған, ялбарып ҡоштарға табан һонолған ҡатын-ҡыҙ һыны, арыраҡ көрән мәрмәр ҡоймаларға Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 5,5 мең шәһит фамилиялары ырылған “Иҫтәлек диуары”. 5,5 мең! Аҫҡуймала “Тереләр мәңге һеҙҙең алда бурыслы” тигән яҙыу... Йортомбай ағаһының күҙҙәре дымланды...
Павел Петрович ҡаланың һуғыш ваҡытындағы тарихын яҡшы белә булып сыҡты.
– Был төбәктең һыуҙары шифалы, сәләмәтлек бүләк итер өсөн генә яралтылған, ошондай ожмахтай ерҙә лә фашистар тамуҡ эшләп өлгөргән, – тип әсенеп ҡуйҙы ул. – Улар ҡалаға ингәнсә шифаханаларҙа, госпиталдәрҙә һуғышта яраланғандар дауаланған була. Дошман килеп етә башлағанын белгәс, ауырыуҙарҙы тиҙ арала оҙатырға уйлайҙар ҙа, транспорт еткерә алмай, йәйәү алып китәләр. Бик ауыр хәллеләрен “Йоғошло сирҙәр бүлеге” тип яҙып алып ҡалалар. Беҙҙекеләр ҡаланы ҡалдырып киткәс, 1942 йылдың авгусында немецтар ике бомба ташлай – береһе тауар станцияһына, икенсеһе икмәк заводына төшә. Улар ҡалаға килеп ингәнсә власһыҙлыҡ хөкөм һөргән арала, дауыллы көндә эт ҡоторор, тигән ише, ҡайһы берәүҙәр аҡылдан яҙған кеүек ҡайҙан нимә урлай ала, өйҙәренә ташый.
– Беҙҙә лә шулай иткәйнеләр, – тип иҫенә төшөрҙө Юра ағай. – Ашханаларҙан, магазиндарҙан, түрәләр ултырған биналарҙан кем нимә эләктерә ала, болашып, хатта һуғышып китеп таратып алдылар.
– Ҡайһы берәүҙәрҙә өҙгөслөк уяна шул ауырлыҡ килгәндә, – тип көрһөнөп ҡуйҙы Павел Петрович. – Хәйер, ауыҙ асып ҡалыу ҙа кәрәкмәй инде. Ризыҡ туплап ҡалырға тырышыуҙы аңлайым мин. Йылы кейемһеҙ ҙә булмай. Тик кешелек сифаттарын онотоп китеүҙәре яҡшы түгел.
10 августа фашистар ҡалаға килеп инә. Уларҙың бөтә урамдар буйлап ҙур тиҙлек менән елдереп йөрөй башлауҙарын күреп, ҡурҡып ҡасҡан йәки йәшенергә тырышҡандарҙы бер ниндәй ҙә тикшереүһеҙ атып үлтерәләр. Әгәр ҡаса икән, тимәк, ғәйепле йә «яңы власты» өнәмәй.
– Йәйәү киткән яралылар ҡотола алғанмы икән? – тип һорау бирҙе Ҡылысбай, ҡуйын дәфтәренә ишеткәндәрен сыймаҡлай-сыймаҡлай; ҡасандыр бер кәрәге тейә ул бының.
– Ҡайҙан инде. Киткән юлдан ҡыуып етеп, уларҙы ҡырып бөтөргәндәр. Йоғошло ауырыуҙар тип ҡалдырылғандарын да, кемдер фашистарға еткереп, медицина хеҙмәткәрҙәре менән бергә атҡандар. Килеп инеү менән үк ҡала башҡарма комитеты бинаһында үҙ идаралығын асып, фашистар иң башта 130 табип менән өлкән шәфҡәт туташын ҡулға алып, атып үлтергәндәр.
– Улар коммунист булғандармы икән ни? Ни ғәйептәре булған? – Ҡылысбай фашистарҙың тәү сиратта партиялыларҙы юҡ иткәндәрен уҡығаны бар ине.
– Партияла торғандары ла булғандыр, тик уларҙан совет власына хеҙмәт иткән, яралыларҙы дауалаған өсөн үс алғандар. Артабан коммунистарҙы, активистарҙы, йәһүдтәр менән сиғандарҙы эҙәрлекләй башлайҙар. Уларға ирекле ярҙамсылар ҙа табыла, шуғаса хатта совет хеҙмәткәрҙәре булып йөрөгән бәндәләр революция ваҡытында ата-әсәләрен, олатай-өләсәйҙәрен коммунистарҙың йәберләүен иҫенә төшөрә. Ҡыҫҡаһы, оккупация кемдең кем икәнен дә аса, совет власы урынлашыуға егерме йыллап ҡына үткән була бит әле. Шулай инде, көслө ҡурҡыныс түгел – үсле ҡурҡыныс.
– Был яҡтарҙа электән етеш йәшәгәндәр, борондан башлыса байҙар дауаланырға килгән, урындағыларға мул табыш биргән бит, – тип ҡуйҙы Юра ағай. – Үслеләр әҙ булмағандыр.
– Эйе, олатайым йә атайым йорто тип совет власы фатир биргән биналарға дәғүәләшеп йөрөүселәр, кешеләрҙе урамға ҡыуып сығарыусылар булған. Кисловодск ул саҡта, үҙәге менән шифаханаларын иҫәпкә алмағанда, казак станицаһы кеүек йәшәп ятҡан була бит, шуға йорт хужалығы тотоп, артыҡ асыҡмай ғына йәшәйҙәр. Ҡалала немец һалдаттары ғына түгел, итальян, румын, серб һалдаттары ла тора. Бына шулар ашарға ултырған ваҡытты аңдып, төртөнөп йөрөргә әүәҫләнә, табындан әҙер ризыҡты һыпырып алып сығып китәләр ине, тип һөйләй танышым.
– Беҙҙең ҡаласыҡ ситендә йәшәүселәр ҙә оккупация ваҡытында көсө еткәнсә әҙ-мәҙ ҡош-ҡорт, кәзә-һарыҡ тотоп, баҡса үҫтереп, өҙөлгәнде ялғап тере ҡалдылар инде. Ҡайҙа ваҡ-төйәк йомоштарын үтәп, ҡайҙа һорап алаһың. Ауыр йәшәгәндәрен белә-күрә һорарға ла тартынаһың әле. Бурға әйләнгәйнем инде, тик үҙебеҙҙекеләргә теймәнем, – тип көрһөнөп ҡуйҙы Юрий Николаевич.
Совет ғәскәрҙәре яҡыная башлағас, фашистар Кисловодскиҙы сигенер алдынан хараба итеп ҡалдырырға бар көсөн һала: тимер юлды, күперҙәрҙе, телефон һәм телеграф элемтәһе бүлексәләрен, Кавминрозлив заводын, «Наркомзем» шифаханаһын һәм башҡа бик күп биналарҙы шартлаталар. Ҡайһы бер биналар аҫтына мина һалып ҡалдыралар. Нарзан каптажы янында хаслыҡ менән эсесовсылар зыяраты асалар, был шифалы сығанаҡтың мәйет һарҡындылары менән бысраныуына килтереүе лә ихтимал була.
1943 йылдың ғинуар иртәһендә фашист ҡоллоғо тамамлана, Кисловодскиға капитан Антонкин етәкселегендәге Икенсе гвардия дивизияһы батальоны килеп инә.
...Ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа автобуста бара торғас, ирҙәр Яугирҙар зыяраты тип аталған ҡәберлек янына барып сыҡтылар.
– Уйлап ҡына ҡарағыҙ, ҡала азат ителеп, өс ай үтеүгә үк бер нигә ҡарамай шифаханалар, госпиталдәр эш башлап, яралыларҙы ҡабул итергә тотонған, – тип бәйәнен дауам итте Павел Петрович. – Был зыярат Беренсе донъя һуғышы ваҡытында уҡ асылған була. Һуғыш башланыу менән бында СССР-ҙың иң ҙур госпиталь үҙәге ойошторолоп, яралыларҙы килтерә башлайҙар, вафат булғандарын ошонда ерләйҙәр. Фашистарҙы ҡыуғас та яңы ҡәберҙәр өҫтәлә бара.
Ҡылысбай таштарға яҙылған исемдәр араһында төрки халыҡтарҙыҡы ла булғанына иғтибар итте – совет һалдаттарын милләтенә, диненә ҡарамай бер урынға ерләгәндәр. Араларында башҡорттар ҙа булғандыр, булмауы мөмкин түгел, сөнки яугир халҡыбыҙ Рәсәй өсөн быуаттар буйы баш һалған, һаҡлаған, яҡлаған. Исемһеҙ ҡәбер таштары ла осрай – фашистар совет һалдаттарыныҡын ҡыйратып бөткән була.
Артабан Павел Петрович 1943 йылда облава үткәреп, дошман һәләк иткән 322 кеше ерләнгән туғандар ҡәберлегенә алып килде. Фашистар Кубандән, Дондан кәүгәләнеп ҡаса башлағас, еңелеүҙәренең үсен шулай алалар. Тотолған кешеләрҙе ошонда аталар, улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, ҡарттар була. 1949 йылда уҡ бында ҡорбандарға тәүге һәйкәл ҡуйылған.
Ҡалала Еңеүҙең 25 йыллығына асылған “Хәрби Дан” тип аталған мемориаль комплекс та бар икән. Бында ла Мәңгелек ут ҡабыҙылған. Ҡыҙыл Армияны символлаштырған һалдат йөҙө һынландырылған унда – Бөйөк Ватан һуғышында иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡорбандар кисергән Европаны азат иткән яугир бит ул совет һалдаты!
Павел Петровичты фатирына оҙатып ҡуйып, рәхмәт әйтеп хушлашҡас та Ҡылысбай менән Юра ағаһы тәьҫораттары менән бүлешеп, ҡала буйлап оҙаҡ ҡына йөрөнә әле.
– Йәш быуын, үҙ күҙе менән күрмәгәс, үҙе кисермәгәс, хәҙер еңелсә ҡарай башлауы мөмкин. Тик был “цивилизациялы халыҡ” ҡулдары беҙҙең халыҡтың бер ҡасан да юйылмаҫ ҡанына батҡан, улар бер нимәне лә, бер кемде лә аяманы. Йорттарыбыҙҙы, заводтарыбыҙҙы, музейҙарыбыҙҙы, китапханаларыбыҙҙы, баҡсаларыбыҙҙы, ир-егеттәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы юҡ итте. Быны оноторға ярамай, ярамай, ҡустым! – тип, туҡтап, бик етди итеп егеттең күҙҙәренә ҡараны Юра ағаһы.
Эйе, бала саҡтың күңел йәрәхәттәре ағайға уңалмаҫлыҡ булып һеңеп ҡалған инде, шуға күрә был хаҡта тыныс ҡына һөйләй алмай, уға ла үткәрә әйтеп ҡалғыһы киләлер.
Оло кешене тынысландырырға теләп, Ҡылысбай уны “Раузалар үҙәне” яғына ҡултыҡлап алып китте. Уның майҙаны ике гектарлап тигәйнеләр. Раузаларҙың ниндәй генә төрө үҫмәй унда! Кискә табан тағы ла көслөрәк аңҡый башлаған иҫертерлек үҙән һауаһы һулап туйғыһыҙ. Сәскәләрҙе ҡаймалап үҫкән, матур итеп ҡырҡып ҡупшылатылған ҡыуаҡтар, ағастар үҙҙәре бер сәнғәт әҫәре!
– Бына был, исмаһам, цивилизация, йәннәт баҡсаһы бит, – тине тау битләүендәге күренешкә һоҡланып Юра ағаһы. Ул бер аҙ тынысланғайны инде.
БЕЙЕКЛЕК ЭҘЛӘП
Башҡаса һуғыш темаһына ҡағылмаҫҡа, уның сей яраларын ҡуҙғатмаҫҡа булды Ҡылысбай. Үҙенең яратҡан шағиры Михаил Лермонтов әҫәрҙәренә ингән урындарҙы бик күргеһе килә ине, шуға күрә бер көн Пятигорскиға экскурсияға йүнәлделәр.
1912 йылда уҡ ошо ҡалала егеттең ғүмеренең һуңғы ике айын үткәргән һәм "Морская царевна", "Листок", "Выхожу один я на дорогу" тигән һәм башҡа бер нисә әҫәрен яҙған йортта музейға нигеҙ һалынған булған.
“Беҙҙең заман геройы” әҫәрендәге персонаждарҙың прототиптары ла ошондағы шифалы сығанаҡтар янында йөрөгән, ошо һуҡмаҡтарҙан үткән инде. Казбич, Азамат кеүек егеттәр ҙә булғандыр. Ошо хис Ҡылысбайҙың күкрәген яндырып сығып килгән кеүек. Их Бела, Бела... Һиндәй ҡыҙҙар әҙ булғанмылыр баш һалған Ҡафтауҙа!
Йорт шул килеш һаҡланған һәм интерьеры шағирҙың замандаштары һүрәтләүҙәре буйынса тергеҙелгән. Мәгәр әйбер-ҡаранан бигерәк Ҡылысбайҙың иғтибарын үҫмер Мишаның төҫлө ҡәләмдәр менән төшөргән һүрәте нығыраҡ тартты – күп ҡырлы талант эйәһе булған ул. Яндырай ҙа, әсе телле лә шул үҙе, күрәсәге елкетеп торғандыр, ололар әйтмешләй. Дуэлдән һуң ошо йортҡа шағирҙың кәүҙәһе килтерелә, ерләргә шунан алып сығалар. Ул йығылып йән биргәс, күк түңкәрелгәндәй булып ғәрәсәтле ҡойон үткән, тиҙәр...
Кавказда беренсе тапҡыр шағир бала сағында уҡ була. Сирләшкә генә ейәнен өләсәһе Елизавета Алексеевна Арсеньева 10 йәшендә ошонда «һыуға» алып килә.
Икенсе тапҡыр Кавказға инде дауаланырға түгел, 1837 йылда Александр Сергеевич Пушкиндың дуэлдә фажиғәле һәләк булыуына арналған «Шағирҙың үлеме» шиғыры арҡаһында һөргөнгә ебәрелә.
Был сәфәре бер нисә ай ғына дауам итә, шағир алғы һыҙыҡҡа ла эләгә алмай, юлда һалҡын тейҙереп ауырып китә. Табиптар уға Пятигорскиҙа минераль һыуҙар менән дауаланырға ҡуша. Был ҡыҫҡа ғына һөргөндә шағир шулай уҡ Кисловодскиҙа ла була, ошо төбәктә таралған төрки телдәрҙең береһен үҙләштерә башлай, Кавказ мәҙәниәте һәм традицияларын өйрәнә. Шуға ла уның ижады Кавказға һөйөү менән һуғарылған да.
Өләсәһенең юллауҙары ярҙамында һөргөндән ҡайтыуын-ҡайта ла, тик оҙаҡҡа түгел шул.
– Бында килеп, дуэлдә һәләк булғанда малай ғына булған бит әле, уйлай китһәң – 27 генә йәше менән барған, – тип ҡуйҙы Юрий Николаевич.
Ҡылысбай ҙа әле шул йәштә, әммә үҙен малай тип иҫәпләмәй, эстән генә ағайға үпкәләй биреп ҡуйҙы. Малай ғына тип ни... 14 йәшендә үк шиғырҙары менән таныла башлап, бөтә Рәсәйҙе тетрәндерерлек итеп, «Шағирҙың үлеме» тигән шиғыры менән әҙәбиәт көмбәҙендә сағыу йондоҙ булып ҡабынып, бының өсөн хатта императорҙың эҙәрлекләүенә дусар булырға өлгөргән шәхес, Ҡафтау һуғыштарында ла дары еҫе татып ҡайтҡан һалдат. Диңгеҙҙә дауыл көҫәгән ярһыулығын тын ятыуға әйләндерергә маташып һуғыш ҡырына ебәргәндәр уны, сөнки 1840 йылдың февралендә француз илсеһе Эрнест де Баранттың улы менән атышҡан була.
Шул дуэлдән һуң Лермонтовты Тенгин пехота полкына, Кавказ һуғышының алғы һыҙығына ебәргән булалар. Яуҙаштары шағирҙың һуғыш яландарында сиктән тыш ҡыйыулығы, хатта дыуамаллығы менән айырылып тороуын хәтерләй. 1840 йылдың июлендә Грозный ҡәлғәһенән (хәҙерге Грозный ҡалаһы) яҡынса 39 километр алыҫлыҡта Валерик йылғаһы буйындағы алышта айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Шағирҙың Оло Чечня ауылы янындағы хәтәр алыштағы батырлығы хәрби хәрәкәттәр журналында ла теркәп ҡалдырылған.
Отряд башлығы итеп тәғәйенләнгәс, Лермонтов махсус партизан операциялары ойоштора, таулыларға улар көтмәгән урындарҙа һөжүм итә, Кесе һәм Оло Чечняға походтар ваҡытында, уларҙың хәрәкәтен күҙәтеп, разведка яһай.
Ҡырым һуғышында һәм Кавказды буйһондороуҙа ҡатнашҡан генерал-лейтенант Константин Мамацевтың был отряд тураһында иҫтәлектәре һаҡланған: «Хатта шул походта ла ул (Лермонтов) бер ҡасан да бер ниндәй режимға буйһонмай, ә уның командаһы, аҙашҡан комета кеүек, етмәгән ере юҡ, ҡайҙа теләй, шунда күренә, һуғышта иң хәүефле урындар эҙләй».
– “Фаталист” тигән повесы үҙе тураһында булғандыр ул. Кешене тәҡдире йөрөтә, маңлайҙа яҙылғандан уҙып булмай тип инанғандыр, – тип шым ғына фекерен белдерҙе егет Юрий Николаевичҡа, бер экспонат янында башҡаларҙан артта ҡалыбыраҡ. – Шуға таулыларҙың пулялары аҫтына ҡурҡыуһыҙ барып ингәндер. Сәғәте етмәгән икән – тимәк, үлмәй.
– Ихтимал, – тип яуапланы уйсан ғына ағаһы. – Мин дә нисә тапҡыр үлем сигендә ҡалдым, мәгәр ошо йәшемә еткәнмен икән, тимәк, шулай тейеш булған...
Гидтың киҫәтеүле тауышы уларҙың диалогын өҙҙө. Улар тағы шағирҙың күп өлөшө таныш биографияһын тыңлауҙы дауам итте.
Һуғыш яландарында күрһәткән батырлығы өсөн Лермонтовҡа отпуск бирәләр. 1840–1841 йылдарҙың ҡышында шағир Петербургка юллана. Унда ул үҙен әҙәбиәткә бағышлау өсөн отставкаға китергә лә уйлап ҡуя, әммә батырсылыҡ итмәй.
1841 йылдың яҙында Михаил Юрьевич Кавказға үҙенең полкына ҡайта, әммә хәрби хәрәкәттәр барған урындарға барып етмәй.
Башта ул Ставрополгә, шунан Пятигорскиға килә. Замандаштары һөйләүенсә, яуҙарҙа йөрөүе, ауыр шәхси кисерештәре шағирҙың характерына көслө кире йоғонто яһай. Ул хатта дуҫтары менән дә тупаҫ һәм әсе телле булып китә. Шул арҡала элекке дуҫы Николай Мартынов менән эләгешә лә инде. Тегеһе кисәгә саҡырылған ҡыҙҙар алдындағы мыҫҡыллы һүҙҙәре өсөн шағирҙы дуэлгә саҡыра. Үҙе лә шиғыр яҙып маташып, Лермонтовҡа көнләшкән дә була. Шағир атыш юрый ғына булыр тип уйлап, бының ни тиклем етди икәненә үҙе лә ышанып бөтмәй, һауаға ата, ә ғәрлегенә сыҙай алмаған көнәркәше уның күкрәгенә төбәй. Яраланып йығылып үлгәс, Николай: “Миша, ғәфү ит мине”, – тип бик өҙгөләнгән, тиҙәр. Ә Николай I батшаның быны ишеткәс әйткәне теркәлеп ҡалған: ”Эткә эт үлеме”... Күрә алмауы шул дәрәжәлә көслө булған икән. Юғары даирәләр бөйөк шағирҙы яратмаған шул.
Лермонтовты башта Пятигорскиҙа ерләйҙәр, әммә өләсәһе юллап йөрөп, яратҡан ейәненең кәүҙәһен Тарханыға күсереп алып ҡайттыра.
...Музейҙан сыҡҡас, Юрий ағай шағирҙың “Казачья колыбельная” шиғырын яттан һөйләп ебәрҙе:
По камням струится Терек,
Плещет мутный вал;
Злой чечен ползет на берег,
Точит свой кинжал;
Но отец твой старый воин,
Закален в бою:
Спи, малютка, будь спокоен,
Баюшки-баю.
Башҡорт инде башҡорт, булмышы менән шағир бит ул беҙҙең халыҡ, тип уйлап ҡуйҙы уның тураһында егет.
– Ағай, технарь булһағыҙ ҙа, хатта яттан шиғыр һөйләйһегеҙ...
– Әҙәбиәт мине ҡотҡарҙы тиһәң дә була, балаҡай. Ул минең йыуатыусым да, серҙәшем дә, тәрбиәсем дә булды. Шиғыр яҙып та маташҡайным әле, танауға еҫ керә башлағас, - ул көлөп ебәрҙе. – Тик ул ҡыҙыҡай шундай ҙур лирикты баһалап еткермәне. Мин уның иҫен китәрер өсөн хатта Лермонтовтың “Мцыри” поэмаһын ятлап алғайным.
– Ә бөгөн нишләптер “Сәңгелдәк йыры” телегеҙгә килде...
– Кавказда шундай әҫәрҙәр иҫкә төшә шул. Чечендар менән алышып йөрөгән дәһә, унда яңы дуҫлашып өлгөргән яуҙашы ятып ҡалған. Йәш кеше өсөн дуҫының үлеме нәфрәт уятырлыҡ тетрәндергес ваҡиға булғандыр. Өләсәһенең иркә генә ейәне лә, етмәһә. Ғөмүмән, һуғыш, үлтереш кешенең психикаһын да боҙмай, имгәтмәй ҡалмай. Ә ул бәләкәйҙән хисле, бөтә кисерештәрҙе йөрәге аша тәрәндән үткәрә торған шағир. Холҡо шул арҡала ла үҙгәргәндер инде. Хәҙер “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә булғандарға, тәбиғәт ғәрәсәттәре үҙәгендә ҡалып тетрәнеү кисергәндәргә, ниндәйҙер бәхетһеҙлеккә осрағандарға психологик ярҙам күрһәтеүҙәре юҡҡа ғына түгел бит.
Йә инде, һуғыш тураһында уйҙарынан арындырайым тип килтергәйнем, бында ла шул ыҙанға инде лә китте, тип уйлап ҡуйҙы Ҡылысбай. Йәненә уңалмаҫлыҡ, ҡанһырауҙан туҡтамаған яра һалынып ҡалған шул. Уның үҙенә психологик ярҙам кәрәккән булған...
– Кинжал үткерләүҙе бишек йыры итеп биреүе аптырата мине. Нисектер, йоғошмаған һымаҡ. Беҙҙең халыҡта бишек йырҙары бик наҙлы, һүҙҙәре гел яҡшыға өндәй. – Егет ысынлап та сабый ғына балала бындай һүҙҙәр рәхимһеҙлек тыуҙыралыр тип уйлай ине.
– Казактарҙың бурысы ил сиген һаҡлау булған бит, шуға бишектән үк яугир тәрбиәләй башлағандар, әсә һөтө менән үк һеңдергәндәр. Лермонтов тәүге тапҡыр Кавказға яуға барғанында бер казачканың бишек бәүетеп йырлағанын ишеткән дә шиғырына нигеҙ итеп алған, тип тә яҙалар. Йыр шунда уҡ халыҡтың бөтә ҡатламдары араһында таралып китә. Казак станицаларында әсәләр уны хәҙерге ваҡытта ла сабыйҙарына йырлай, әйткәндәй.
– Ул саҡта атаҡлы Шамил осоро булған бит, Кавказды буйһондороу барған. Хәҙер кәрәге бармы икән уның?!
– Халыҡ хәтере һаҡлай икән, бойороҡ менән генә туҡтата торған түгел, ҡанына һеңгән инде.
– Лермонтов шиғыры, тимәк, әсә һөтө менән үк яугир тәрбиәләй? Авторын хәтерләмәйем, бер шиғыр иҫкә төштө әле. Унда шундай юлдар бар:
Машуҡ...
Юҡҡа ғына һине шағир
Данламаған, һиңә тартылған –
Һиндә ҡибла эҙләп, дауыл эҙләп
Бейек һырттарыңа артылған.
Ул бейеклек эҙләп һиңә килгән,
Һуңғы һулыш алған тауыңда...
Ә шулай ҙа... ярай һиндә ауған,
Баш һалмаған чечен яуында...
Шағир булып киткән...
Икеһе лә тын ҡалдылар. Эйе, ярай әле шағир булып киткән... Шағир...
ИСЕМЕҢДЕ ОНОТМА
Бер кистә Ҡылысбай баҡсаға инеп ҡояшта һыуы тәнгә рәхәт бирерлек булып йылынып өлгөргән мискә-душ аҫтында ҡойоноп алырға булды. Уларҙың да баҡсаһы бар, тик ошолай эшләү нишләптер баштарына килмәгән; ҡайһылай анһат – һыу йылытып мәшәҡәтләнәһе лә юҡ. Ҡайтыу менән атаһына тәҡдим итер әле. Тик йыуына ғына башлағайны, ҡапҡанан Юра ағаһы ашығып килеп инде лә:
– Әйҙә киттек кинотеатрға, һуңламайыҡ, “Помни имя свое” тигән фильм күрһәтәләр, күптән ҡарарға йыйына инем, – тип уны ҡабаландырып, тиҙ-тиҙ генә өйгә инеп китте.
Егеткә буйһонорға тура килде. Ағай фырт кейенергә яраталыр, ҡупшы кейемдәрен килтереп сығарҙы, костюмы ла, галстугы ла, күлдәге лә бик уйлап һайланылған, төҫтәре бер-береһенә ярашып тора. Ә уның, окладҡа ғына эшләгән йәш журналистың, театрға-фәлән тигән махсус кейеме лә юҡ. Мәгәр, күптәрҙең күҙҙәрен ҡыҙҙырған зәңгәр импорт джинсаһы бар. Шуны кейә лә йөрөй көндәлеккә лә, кешелеккә лә.
– Бәлки, берәй һылыуҡайҙы ла осратып ҡуйырһың, – тип шаяртты ағай.
– Һы, бында ниндәй һылыуҡайҙар булһын, йыйын әбей-һәбей ҙә. Унан, минең өйҙә һөйгән ҡыҙым да бар. Атайым да, күҙеңде алартып йөрөмә унда, берәй йүнһеҙенә осланып ҡуйырһың, тип ҡат-ҡат тылҡып ебәрҙе.
Егеттең бер ҡатлы яуабынан ағай рәхәтләнеп көлөп алды:
– Ярай-ярай, шаяртам ғына, бик тәүфиҡлы икәнеңде аңланым инде.
Улар барған “Россия” тигән кинотеатр партияның, биналарҙы артыҡ семәрле биҙәүҙең кәрәге юҡ, тигән фарманынан һуң төҙөлһә лә, 70-се йылдарҙан һуң архитектураға рәсем сәнғәте килеп ингәс һалынған. Шуғаса ул йылдарҙың йорттары шырпы ҡабы кеүек артыҡ ябай, бер-береһенән айырылмаған әҙерләмәләр кеүегерәк тойола башлаған була. Был тиҙ үк ялҡытҡас, бер мәл төҙөлөшкә модернизм тигән бик үҙенсәлекле стиль килеп инә. “Россия” кинотеатрының фасады ла сатрашлап, ике ҡатлап һалынған дүңгәләктәр менән биҙәлгән, ҡабырғаларындағы авангард рухындағы һүрәттәр ҙә заманы өсөн яңылыҡ – быныһына журналист егет шунда уҡ иғтибар итте.
Кино һуғыш, дөрөҫөрәге, һуғыш өйөрмәһендә ҡалып, бер-береһен юғалтҡан улы менән әсәһе фажиғәһе тураһында. Концлагерь, вәхшәт... Күп йылдар үткәс, әсә улын таба, йән киҫәге тере ҡалып, Польшала буй еткергән, урыҫса күп һүҙҙәрҙе аңламай ҙа. Осрашалар, әммә икеһенең ике яҙмыш, Ҡылысбай фекеренсә, бик ялғанып булмай торған яҙмыш. Юра ағаһы күҙен һөрткөләй, ҡулъяулығын йөҙөнә ҡаплап, һулҡылдап та ала инде әллә. Кинотеатрҙан ауыр уйҙарға батып сыҡтылар ҙа оҙаҡ ҡына бер һүҙ өндәшмәй тау үренә атлап барҙылар. Трамвайға ултырып торманылар. Фатирҙарына етәрәк кенә Юра ағаһы телгә килде:
– Өйгә инмәй генә, бынау эскәмйәлә ултырып торайыҡ әле.
Уларҙың хәтирәләр менән бүлешер урынына әйләнгән ябай эскәмйә бығаса ла әллә күпме яҙмыштарҙы күргән, әллә кемдәр серләшеп, наҙлашып та ултырғандыр әле. Был юлы, әгәр йәне булһа, хатта эскәмйә лә сәрпәкләнеп китер ине буғай.
– Мин дә шул бала хәлендә ҡалып үҫкән бер үкһеҙ бит, – тип һөйләп алып китте Юра ағай. – Юҡ, исемемде онотманым, мәгәр сараһыҙҙан алмаштырырға тура килде. Сит-ят тарафтарҙа, бер кемһеҙ ҡалған башҡорт балаһы шунһыҙ нисек үҙен яҡлай, һаҡлай алһын. Олатайымды атҡастар, беҙҙекеләр ҡалабыҙҙы яулап алғансы берәҙәк тормош алып барырға мәжбүр булдым. Телде лә онотмаҫҡа тырыштым да, уны ҡулланыр урын да булманы. Сәсем бөҙрә ине минең, ярай ҡара сәсле булмағанмын, йәһүд тип күптәрҙе йыйып алып киттеләр. Бына шулай, олатайымдың Яша тигән ҡушаматын алып, Ҡылысбайҙы Коля-Николай итеп, Юрий Николаевич Яшин булып киттем. – Ул йәнә ҡулъяулығын күҙенә тейҙереп алды. – Һинең исемеңде ишеткәс, ниҙәр кисереүемде аңлатырлыҡ та түгел. Бәлки, осраҡлы ғына бирелгән исем түгелдер, кем хаҡыналыр ҡушылғандыр ҙа, ихтимал, минең атайыма ла барып тоташалыр тип тә өмөтләнеп ҡуйғайным. Ул саҡта сабыйлығым менән атайымдың фамилияһын да иҫтә ҡалдырмағынмын. Олатайҙың документтары һуғыш ваҡытында юғалды, архивтар юҡҡа сыҡты.
– Бергә эшләгән кешеләр ҡалмағайнымы ни?
– Бер йыл ҡайтып, әҙ генә ҡалған хеҙмәттәштәренән һораштырғыланым да, ул документтарын тотош урыҫсаға әйләндереп алған булғанын асыҡланым. Башҡортса исем-шәрифтәрен белеүсе табылманы. Үҙемдең дә исемем документтарҙа нисек яҙылған булғандыр әле.
Юра һуғыштан һуң балалар йортона эләккән, үҙе әйтеүенсә, ундағы күргәндәре үҙе бер китаплыҡ фажиғәләр йылъяҙмаһы. Ярай әле юлдан яҙып китмәгән, техник белем алған. Өйләнгән, улы бар. Тик ул да нурланышҡа эләккән, артабанғы яҙмышы нисек булыр инде.
ҮКЕНЕС
Йәй – йәй инде, туя ашамаһаң да, астан үлерлек түгел. Әлеге лә баяғы, баҡса өлөш сығарып тора. Олатаһы менән йәнә, мулдан булмаһа ла, мөгәрәпте лә ҡаҡ яланғас ҡалдырмай, бер аҙ йәшелсә-емеш һалып ҡуйҙылар. Бары менән байрам инде. Олатаһы әйтмешләй, мал табыу менән түгел, тота белеү кәрәк. Шуға күрә булғанын ҡыҫып ҡына сығарҙылар.
Юра һәр йәкшәмбене баҙар ҡыҙырып башлап ебәрә, кемгә булһа ла ярҙам кәрәк булып ҡуя: йә әйбер ҡарауыллап торорға, йә нимәлер килтерергә һорайҙар, кемгәлер төйөнсөктәрен күтәрешеп бара. Шунан ҡапҡылап алырлыҡ берәй нәмә тотторалар.
Олатаһының хәрби кейем киҫәктәрен ризыҡҡа алмаштырғанын кемдер немецтарға еткергәнмелер, утын аҫтына икмәк һалып инеп барғанында тентеп тоталар. Улай ҙа әле йыл ярымға яҡын бәлә-ҡазаһыҙ ғына әсирҙәргә ярҙам итеп йөрөгәйне, бер ошаҡсы килеп сыҡҡан инде. Подпольщиктар менән бәйләнеше барҙыр тип, бик оҙаҡ туҡмайҙар ҙа, бер ниндәй ҙә мәғлүмәт ала алмағас, аталар. Ярай әле күрше Дуня апай малайҙы күреп, иҫкәртеп өлгөрә, олатаһы тураһында мәғлүмәт таптырып, уны ла эләктереп алып китеүҙәре мөмкин булған даһа.
– Юра, өйөңә ҡайтма, – тип ҡаршыһына сыға ул бер көндө. – Теге вәхшиҙәр олатайыңды ҡулға алған.
Малай бындай хәлдәрҙең нисек тамамланғанын ишетә йөрөгәнгә күрә ҡойолоп төшә. Ҡайҙан ишетә һалып өлгөргәндер, Дуня апай фатирға тентеү килгәнсе үк баланың кейемдәрен алып сығып йәшерә һалып ҡуя, шуға күрә аҡтарынып йөрөүселәрҙә бында тағы кемдер йәшәгәненә шик уянмай. Юрка ай самаһы ҡатындың фатирынан сығыу түгел, тәҙрәһенән дә кеше күҙенә салынмай ғына йөрөргә тырыша. Кемдер улар яғына йүнәлгәнен күреү менән баҙға төшөп китә. Атылған кешенең ейәнен үҙ ҡанаты аҫтына алып, шәфҡәтле ҡатын үҙ ғүмерен дә аямай; дошмандарға еткерһәләр, уларҙың икеһен дә Яҡшыбай-Яша яҙмышы көтөр ине.
Сабый һаман әле ғүмерлек юғалтыуҙың ни икәнен аңламай, бәлки, аңлайҙыр ҙа, тик ышанғыһы килмәй. Олатаһының мәйетен күрмәгәс, бәлки, атын менеп, ҡасып сығып киткәндер, тип үҙен үҙе йыуата... Һирәкләп кенә урамға сыҡҡылай башлағас, баҙарҙа төйөнсөк әҙерләп ҡуя торған теге таныш ағайҙы ла ҡулға алып, олатаһы менән бергә атҡандарын, мәйеттәрен шахтаға ташлағандарын ишетә, шунда ғына ниндәй ҙур ҡайғы килгәненә ышанырға мәжбүр була. Бәләкәй генә йөрәгенә фашистарҙан ҡурҡыу ғына түгел, нәфрәт, күрә алмау оялай, ҙурҙан ҡаза килтерә алмаһа ла, мөмкин булған ерҙә үс алырға тырышып тора башлай.
– Фил ниндәй йәнлектән ҡурҡҡанын беләһеңме? – тип һорап ҡуйҙы шул урында ул Ҡылысбайҙан.
Егет белмәүен аңлатып, ғәҙәтенсә, яурынын ғына һикертеп ҡуйҙы.
– Сысҡандан ҡурҡа тигән инаныс бар. Имеш, томшоғона инһә, тын ала алмай һәләк булыуы мөмкин. Был уйҙырма ғына, әлбиттә. Әммә кинәйәле уйҙырма. Бәләкәй генә булһаҡ та, беҙ ҙә, һуғыш осоро балалары, дошманға ҡаршы көрәштә көсөбөҙҙән килгәнсә ҡатнаштыҡ, үс алдыҡ.
...Бер көн олатаһын юҡһынып, Казбекты ла һағыныуҙан инде фашист ояһына әйләнгән йорт яғына барып сыҡҡанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Ул ситтән генә күҙәтә бирҙе лә, ишектәрҙә йоҙаҡ икәнен күреп, Казбек торған һарайға барып инде. Ярым ҡараңғыға күҙе өйрәнгәс, олатаһы ҡамыт йүнәткәндә тотонған, мөйөшкә ҡаҙап ҡуйылған беҙҙе шәйләне. Эргәһендәге ырмауҙа ҡалпағы яталыр тип ҡапшап сыҡһа ла, табылмағас, иҙәнгә төшкәндер тип, һәрмәнә башланы һәм һалам вағы араһында ҡулы бер дүңгәләккә тейҙе. Кеҫәһенә һалып алмаҡсы булып тартыуына артынан ҡапҡас асылып китте һәм... хазина боҫҡоно пәйҙә булды: буй етмәле генә соҡорға олатаһы йәшниккә һалып эш ҡоралдарын төшөрөп ҡуйған икән. Теге рамлы Сталин портреты ла шунда. Бабай ҡоралдарын бик бөхтә тотона ине: малай беҙ осона кейҙерелә торған ҡалпаҡты, ейәненә тип махсус эшләгән ҡын кейҙереп ҡуйылған бәләкәй генә балтаны, сүкеште, һалып алғанда ла шалтырамаҫлыҡ итеп, бер һауытҡа тыңҡыслап тултырылған төрлө ҙурлыҡтағы сөйҙәрҙе күрҙе. Уларҙың ҡайһыһын ашамлыҡҡа алмаштырырға, ҡайһыһы менән кемгәлер хужалыҡта ярҙам итергә бик ярап ҡаласаҡ бит. Теге киндер муҡсайға ҡоралдарҙы тултыра ғына башлағанда урамда мотоцикл тырылдағаны, уның ихатаға килеп ингәне ишетелде.
Хәҙер сығып ҡасырға һуң инде. Әгәр фашист һарайға килеп инһә... Ысынлап та был яҡҡа йүнәлә, ахыры. Аяҡ тауыштары яҡыная бара. Малай ялт итеп тығыҙ соҡорға инеп ултырҙы ла тиҙ генә ҡапҡасты ябып ҡуйҙы. Ниндәйҙер тауыш ҡолағына салынып ҡалғандыр дошмандың, Йортомбай һарай эсендә уның тапылдап йөрөгәнен тойҙо, теге бер аҙ ҡуҙғалмай тора бирә лә, күрәһең, аңдыйҙыр, йәнә йөрөй башлай. Соҡорҙағы туҙандан уның үлеп сөскөргөһө килеп китте, танауын ҡыҫып тотоп, саҡ тыйылды. Күҙенә бер ни ҙә салынмағас, фашист сығып китте, табыр-тобор һарай башына менеп төшкәне ишетелде.
Кешеләрҙең һарайынан бер мәл ваҡ-төйәк юғала башлағайны, олатаһының, эш ҡоралдарын йәшерҙем, тип әйткәнен иҫләне малай. Бына ошонда йыйып ҡуйған инде. Ул яңынан мотоцикл тырылдауын көтөп ята торғас, йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Уянып киткәс, бер аҙ ҡайҙа икәнен аңлай алмай ятты. Ҡапыл баяғы хәл иҫенә төшөп, өҫтөнә һалҡын һыу ҡойолғандай булды – әле көнмө, әллә төнмө? Ихатала берәйһе йөрөмәйме икән? Ҡыҫылып ятып, ойоп киткән аяҡ-ҡулын саҡ яҙып алып, яйлап ҡына теге ҡапҡасты күтәрҙе – ҡараңғы. Тимәк, төн. Һәрмәнеп, йәшниктән һала башлаған байлыҡты муҡсайына тултырып бөттө лә шауламаҫҡа тырышып, соҡорҙан сыҡты. Аяҡтарын һаҡ ҡына шыуҙыра-шыуҙыра ишек яғына килде, яйлап ҡына башын тығып тышҡа ҡараны. Уффф, әлдә генә бер кем дә тойолмай. Ул бер аҙ ҡолаҡ һалып тыңлап тора бирҙе лә, тимерҙәрен шалтыратмаҫҡа тырышып мүкәйләй-мүкәйләй һарай артына, баҡсаға сыҡты, инде артыҡ һаҡланмайынса, тиҙерәк кәртә артына барып етергә уҡталды.
Шул мәл йорттан лабыр-лобор һөйләшеп кемдәрҙер сыҡҡаны, һарай артына ыңғайлағандары ҡолағына сағылды. Ул йәһәт кенә бейек итеп күмелгән бәрәңге бураҙнаһы араһына ауҙы. Һарайҙың ҡабырға яғынан фонарь яҡтыһы күренде, ул баҡса өҫтөнән дә ҡапшап йөрөп сыҡты. Шунан теге хайуандар мындыр-мындыр гәпләшеп, кесе йомоштарын үтәнеләр ҙә килгән яҡтарына юлландылар. Йортомбай немец телен икмәк-тоҙлоҡ аңлай башлағайны инде, былар урыҫ теленә яҡын ниндәйҙер телдә лапылдай, йә серб, йә чех булғандарҙыр. Йөҙө ҡаралар, баҫҡынсылар, нимә ҡалған уларға совет илендә! Улар күҙҙән юғалыу менән малай бәрәңге рәттәре аша, ауыр тимер-томор һалынған муҡсайҙы ҡыҫып тотоп, бар көсөнә ырғый-һикерә, тиҙерәк ҡойма яғына елдерҙе. Йөрәге алҡымына тығыла яҙып, атлығып Дуня апай йортона килеп еткәс, уны борсомаҫ өсөн сарлаҡҡа менеп китеп, шунда таңды ҡаршыланы.
Беҙ малайҙың кеҫәһендә бушҡа ғына ятманы инде, тырышлығынан ялтырап китте хатта. Береһе лә күрмәгәндә фашистарҙың мотоцикл, хатта машина тәгәрмәсенә әҙ ҡаҙалманы ул... Бәләкәй генә булһа ла, эшсән малай беләкле шул инде. Йортомбайҙың теге саҡ бергә шешә йыйып тапшырған иптәштәренең күбеһе йә күсеп киткәйне, йә Германияға оҙатылғайны, икәүһе газ камераһында һәләк ителгәйне. Әҙ генә ҡалһалар ҙа, осраштырып торалар, балалар бит әле, һуғыш булһа ла, уйнағылары ла килә. Тик хәҙер улар сыр-сыу килеп сапмай, быға йыш ҡына хәлдәре лә, теләктәре лә юҡ. Сарлаҡта ултырып, иҫке таҡталарҙан пистолет йә автомат юнып алалар. Һыйыр малының баҡтаһынан туп эшләп, бер-береһенә тәгәрәтеп, таҫыллыҡта уҙышалар. Сәрүәр (акация) ҡыуаҡтары сәскә атып бөткәс, ҡуҙаҡтарынан бына тигән һыҙғыртҡыс әтмәләп алып, фашистарҙың ауыҙ гармошкаһынан кәм сутылдашмайҙар. Таҡта киҫәктәрен иретелгән ыҫмалаға манып йәбештереп, кесе туғандары өсөн ул уйынсыҡ йорт, ул мебель, ул арба-сананы ҡылып эшләп ҡуялар. Яр буйында балсыҡтан төрлө һындар әүәләп тә йыуана улар.
Йышыраҡ “һунар”ға, йәғни фашистарҙың йөк машинаһынан берәй нәмә сәлдерергә бергәләп йөрөйҙәр. Кеме булһа ла ҡасып ҡотола ла аҙаҡ табышы менән бүлешә.
Бер мәл Германияға ебәрер өсөн бәшмәк тапшырырға саҡырғандары ишетелде. Бына шунда сөйҙәр ҙә бер шәп нәмәгә ярап ҡуйҙы. Йортомбайҙы дуҫтары бәшмәк танырға бергәләп өйрәтте, шунан муҡсайына ла, Дуня апаһынан һорап алған кәпрәнгә лә тултырып табышын алып ҡайтҡас, өйҙә бешерергә тигән өлөштән ҡалғандарының һабаҡтарына сөй тығып сыҡты. Әйҙә, тештәрен һындырһындар... Аҡсаһын да күберәк түләрҙәр. Шуны күҙ алдына килтереп, малай шатланып хатта устарын ышҡып ҡуйҙы. Тапшырырға барғас, ҡабул итеүсе:
– Нишләп бәшмәгең ауыр? – тип шикләнеп һорау бирҙе.
– Еүеш бит улар, шуға ауыр тарта, – тип яуабын тапты зирәккәй.
Олатаһын юғалтып, үҙ көнөн үҙе күреүгә ҡалғас, бик ауырға тура килде уға. Мөгәрәптәге һаҡлантылары баҫҡынсыларға ҡалды. Ризыҡ хаҡына эш биреүселәр ҙә әҙәйә барҙы, ҡаласыҡ халҡын фәҡирлек баҫты. Түҙә алмаҫлыҡ асығып киткәндәрендә әлдә шул Дуня апаһы ҡабул итә, уны нисә тапҡыр үлемдән ҡотҡарғандыр, һуңғы телеме менән бүлешкәндер! Ҡатынды әле бер, әле икенсе кешеләр өйҙәрендәге ауырыуҙарҙы ҡарарға яллай. Ҡайһы саҡ, хужалар рөхсәт иткәндә, ул малайҙы ла ярҙамға саҡыра. Шулай билбау аҫтын нығытыр яйы сығып ҡуя. Тамаҡ яуы булып йөрөмәҫкә тырышып, Йортомбай шәхси йорттарҙа йәшәүселәр тирәһендә уралғыланы. Бәләкәй генә балтаһы менән сытыр-сатыр турап бирә, ҡайҙа таҫыллы ғына итеп ҡойма йүнәтешә, сүкеше лә муҡсайҙа кәрәкһеҙ булып ятманы.
Ҡулының да, һүҙенең дә ғәжәйеп тылсымы бар ине апайҙың. Бер мәл теше ныҡ итеп һыҙлай башлағас, уны доға менән дауаланы:
– Башҡаса һинең тешең бер ваҡытта ла ауыртмаясаҡ, – ти ул өшкөрөп бөткәс. – Доғаны ятҡа биклә, тормошта кәрәк булыр ул. Тик бик һирәк ҡуллан, тылсымы бөтә барыр.
Ысынлап та шунан бирле Йортомбай теше менән яфаланманы, доғаны иһә, һирәк ҡулланғанлыҡтан, онота биргәйне. Теге әзери иҫенә төшөрөргә мәжбүр итте инде.
Мәрхәмәтле апай бер мәл яңы һуйылған сусҡа тиреһе алып ҡайтты, ул тәрбиәләгән ауырыуҙың ғаиләһе эш хаҡы итеп биргән, баҡһаң.
– Йә әле, балаҡай, баҫ ошонда, – тип малайҙың табан ситтәрен, киңерәк алып, күмер менән һыҙып сыҡты ла шулар буйлап киҫәкләп ҡырҡып алды, – хәҙер мин һиңә постол эшләйем, көҙ етте бит, һыуыта, аяҡ кейеме кәрәк.
Постол тигән нәмә ябай ғына ҡата булып сыҡты – ҡатын уның йөнлө яғын эстә ҡалдырып, сит-ситтәренән тишектәр уйып сыҡты ла, тирене таҫмалап телеп, шулар аша үткәреп, бәйләп ҡуйҙы. Кипкәс, малай уны рәхәтләнеп кейеп йөрөнө, ауыртына-ауыртына, яралана-яралана яланаяҡ йөрөгән ише түгел инде. Йылы ла. Апай тиренең эс яғында һуйып бөтөлмәй ҡалған майҙы ҡырып алып, бер һауытҡа иретеп һалды. Ҡатанан ҡалған киҫәктәренең йөнөн өтөп, бәрәңге турап аш бешерҙе. Бик тәмле кеүек күренде ул малайға. Күпме ваҡыттан бирле тәүге тапҡыр шундай һый тейгән бала алҡынғансы йыфырҙы ғына, хатта эсе шурҡылдай башланы.
– Бер юлы артығын ашама, сирләрһең, – тип ҡатын көршәкте алып ҡуйырға мәжбүр булды.
Тиренең ҡалғанын мейес артына кеше күҙенә салынмаҫлыҡ итеп киптерергә элде. Был тире уларға бер нексегә үҙәк ялғап йөрөргә етеп ҡуйҙы.
...1943 йылдың көҙөндә, Донбассҡа совет ғәскәрҙәре яҡынлаша башлағанда, ҡаласыҡҡа ниндәйҙер бик ҙур түрә килергә йыйыныуы мәғлүм була.
– Ихтимал, Украинаның рейхскомиссары Эрих Кох тигән яуызды көткәндәрҙер, – тип фараз итә хәҙер Юра ағай. – Гитлер бер ниндәй шарттарҙа ла Донбасстан сигенмәҫкә тигән бойороҡ биргән булған бит. Бала ғына булһам да, ул бәндәнең ҡот осҡос мәрхәмәтһеҙлеген, ҡанһыҙлығын ишеткәнем бар ине. Һуғыштан һуңғы гәзиттәрҙә, 4 миллиондан артыҡ совет гражданын үлтергән һәм тағы 2,5 миллион кешенең башына етеүҙә ҡатнашҡан, тип яҙылып сыҡҡайны.
Түрә килеүенә ҡаласыҡ үҙәгендәге майҙанда сәхнә һымаҡ бер нәмә төҙөйҙәр, Гитлерҙың ҙур портретын тирәсләп лампочка менән биҙәп, иллюминация ҡоралар. Малай уларҙың өтәләнеп әҙерләнеүҙәрен күреп, башына бер уй төшә.
Юра ағай кисә генә булған хәл кеүек, хәтирәләргә күсеп китте:
– Фашистарҙың ҡалалағы ҡанһыҙлығы, олатайым менән танышын һәләк итеүҙәре, етемлеккә дусар булып, ҡот осҡос шарттарҙа йәшәүем, мәктәпкә барыуҙан да мәхрүм булыуым, ғөмүмән, барлыҡ әйтеп аңлатып бөтмәҫлек вәхшәт өсөн үс алғым килде. Күрһәтәм мин һеҙгә байрамды, тип эстән генә ярһыйым. Шул тирәлә ҡыҙырам, ҡайҙа нимә ҡуйылғанын хәтергә бикләй барам: һиҙҙермәй генә лампочкаларҙы бороп алырға булдым. Бер нисә ҡылы янған лампочка әҙерләнем. Ә урланғандарын икмәккә алыштырырмын тип уйлаған булдым. Немецтар теүәллек яратҡан халыҡ – лампочкаларҙы ҡуйып сыҡҡас, бер нисә тапҡыр тикшереп ҡаранылар әле.
Тантана башланырҙан саҡ ҡына алда, дошман һалдаттары һиҙгерлекте юғалтып, башҡа мәшәҡәттәр менән мәж килеп ҡайнашыуҙары менән файҙаланып, малай лампочкаларҙы теге бөрмәле балаҡлы ыштан кеҫәһенә олаҡтыра, ә урындарына эштән сыҡҡандарын бороп ҡуя.
Бына эскорт күренә, иллюминацияны ҡабыҙырға бойороҡ бирелә. Тик унда-һанда ғына бер нисә лампочка ҡабына. Немецтар шаҡ ҡата, “партизанен” тип ҡысҡыра-ҡысҡыра яҡын-тирәне тентей башлай, байрам урынына мәхшәр ҡуба. Ә Юра майҙандан табан ялтыратҡан була инде. Ошо хәлдән һуң ҡаласыҡта фашистар, ҡотороп, байрам урынына хурлыҡлы мәсхәрәгә ҡалдырған партизандарҙы эҙләй, облавалар үткәрә, шикле тойолған һәр берәүҙе лагерға тыға башлай. Урман юлдарына һаҡ ҡуйып сығалар.
Бәхетһеҙлегенә ҡаршы, өләсәһе менән генә йәшәгән ун йәштәрҙәге бер етем ҡыҙ баланы урмандан сытыр-сатыр йөкмәп ҡайтып килгәндә тотоп алалар. Партизандар менән элемтә тотоусы шулдыр тигән ҡарарға килеп, уны бик ҡаты туҡмайҙар, меҫкен баланан үҙе белмәгән мәғлүмәттәрҙе алырға тырышалар. Юра иһә боҫа, һис берәүгә сер сисмәй, лампочкаларға ҡайҙа икмәк алыу – бөтәһе лә теге һаҫы бәҙрәф соҡорона оса.
Көткән яуапты ала алмағас, ҡыҙыҡайҙы үҙәк майҙанда, әлеге сәхнәгә ҡорған дарға аҫалар. Быныһын Юра, ул көндә таңдан йылға буйынан ҡайтып инмәй ҡыҫала тотоп маташып, ишетмәгән була. Ҡаласыҡ үҙәгенән үтеп барғанда үҙе лампочка урлап үс алған сәхнә өҫтөндәге дарҙа ҡапыл бер кескәй кәүҙә бәүелгәнен күрә. Теге етем ҡыҙ! Күрше урамда йәшәй ине, яңыраҡ ҡына аҡһай-туҡһай атлаған өләсәһен етәкләп, баҙарҙан ҡайтып килгәнен күргәйне. Өҫтөндә әле йыртылып бөткән шул күлдәге ине. Ҡулға алғандарын ишеткәйне, бына хәҙер аҫып ҡуйғандар! Уның ҡылғаны арҡаһында! Артабан ғүмере буйына йөрәк төбөндә йөрөтөр үкенес, ғәйеп тойғоһо уның бөтә тәне буйлап табанына тиклем көйҙөрөп үтә, мейеһе ҡайнай башлай. Ҡото осоп бер аҙ ҡарап торғас, әйберҙәрен һаҡлап тотҡан күрше Дуня апай янына йән-фарман йүгереп сығып китә. Илағыһы килһә лә илай алмай, ҡысҡырып-аҡырып ятып ерҙе туҡмайһы ине лә, күрәсәктәр, шикләнәсәктәр. Был юлы инде уның күҙе аларған фашистан түгел, кеше үлеменә сәбәпсе булған үҙ-үҙенән ҡасырға тырышып йүгереүе булғандыр.
Дуня апайҙың бүлмәһенә атылып барып ингәс кенә малай иҫен юғалтып йығыла. Аңына килгәндә түшәктә ята, ни булғанын иҫенә төшөрә алмай әле бер талай. Шунан ҡапыл дар күренеше, шунда бәүелгән, йөҙө танымаҫлыҡ булып онталған ҡыҙ һыны мейеһен ялағай уты кеүек телеп үтә, яңынан һаташып йығыла. Күпме ятҡандыр, оҙаҡ ауырый, тик тоғролоҡло Дуня апай ғына үҙ ауыҙынан өҙөп уны дауалай, аяҡҡа баҫтырырға бар көсөн һала. Малай тәүге тапҡыр урынынан тороп йыуыныу бүлмәһенә ингәс, йәнә бер тапҡыр тетрәнеү кисерә – көҙгөнән уға сап-сал сәсле, күҙҙәре батҡан, яңаҡтары үңкәшкән ят малай ҡарай. Шунда ул тәүге тапҡыр ҡысҡырып илап ебәрә...
Ул ауырып ятҡан арала совет һалдаттары ҡалаға яҡынайған була, азат ителер көндәргә күп ҡалмай. Күтәргеһеҙ ауыр был серен ул ғүмере буйы бер кемгә лә һөйләмәй, таштай йөк итеп күңелендә йөрөтә. Әле бына атаһы исемле егет юлында осрағас, инде оло ғына йәштәге ир тәүге тапҡыр алдын-артын уйламай, эсен бушата. Әйтерһең, ошо исем, исем үҙе генә уның атаһына әүерелгән дә уны, бәләкәй генә улын, ҡосағына ҡыҫып һөйә, балалыҡ ғәйебен ярлыҡап йыуата.
Ике йылға яҡын ғазаплы фашист ҡоллоғо осоронда әллә күпме яфалар кисерергә тура килә малайға: ҡаласыҡҡа совет һалдаттары инеп, инде ҡотолдоҡ тип уйлағанда, улар яңынан сигенә, әйләнеп ҡайтҡан фашистар халыҡҡа оторо ҡаныға, себендәй ҡыра. Юра шул саҡтан уҡ ғүмер буйы әллә күпме яҡлауһыҙ, ярҙамһыҙ ҡалған кешеләргә ҡулынан килгәнсә булыша, игелек ҡылырға тырыша, тик һаман выждан ғазабынан өҙгөләнә. Яу уртаһында ҡалып, атыш-шартлауҙар, бомбаларҙан ҡасып баҙҙарҙа ятыуҙар, аслыҡ-яланғаслыҡ, күпме үлемдәр шаһиты булыу түгел, һуғыш уның өсөн үҙенең аңһыҙ ғәйебе арҡаһында ҡала уртаһында дарға аҫылған 10 йәшлек етем ҡыҙ һынында ғүмере буйы оҙатып бара.
Совет ғәскәрҙәре Донбассты тулыһынса азат итеүгә өлгәшкәс, үкһеҙ етем сабыйҙарҙы балалар йорттарына йыя башлайҙар. Юра ла шулар араһына эләгә. Балалар йортонда уҡып сыҡҡас, ҡаласыҡҡа килеп киткәндә теге ҡыҙ иҫтәлегенә обелиск ҡуйылғанын, уны партизандар менән бәйләнеш булдырған ҡаһарман итеп тасуирлағандарын күрә. Дөрөҫлөккә тап килмәһә лә, ул күпмелер еңеллек кисерә – бәхетһеҙ баланың һис юғы исеме юғалмаған, иҫкә алалар, тирә-яғы сәскәләргә күмелгән. Әйҙә, шулай булһын. Ғәмәлдә был обелиск һуғыштың кескәй ҡорбандарына һәйкәл бит. Ә улар ысынлап та һәйкәлгә лайыҡ. Олатаһы тотолғас, Дуня апай уны иҫкәртеп, йәшереп өлгөрмәгән булһа, Йортомбайҙы ла шундай яҙмыш көтөр ине, моғайын. Һуғыш башланыр алдынан ғына килеп төшкән малайҙың барлығын да белгән кеше әҙ ине бит.
Ихтимал, ҡарт ысынлап та подпольщиктар менән бәйле булғандыр, тик ейәне балалығы менән ҡайҙалыр ысҡындырып ҡуйыр тип, сер итеп тотҡандыр. Өләсәһе тиктәҫтән генә бары эшкә ялланырға барған иренә “һаҡ бул” тип әйтмәгәндер бит, олатаһына баҙарҙа икмәк әҙерләп торған кешене бергә атыуҙары ла шулай уйларға урын ҡалдыра. Фашистар ҡалаға инер алдынан эшелонға һорайым тип китеп, алманылар тип ҡайтыуы ла подпольела берәй бурыс һалып ҡалдырыу менән бәйле булмағанмы икән...
– Аҙаҡтан ҡаласығыбыҙ янында партизандар булған тигән һүҙҙәр ҙә ишетелде, – тип дауам итте ағай. – Моғайын, фашистарға ҡаршы эш алып барыусылар беҙҙә лә булғандыр, булмауы мөмкин түгел. Мин уларҙы белмәнем, бары олатайыма әсирҙәрҙең кейемдәрен аҙыҡ-түлеккә алмаштырышырға ярҙам иттем. Белгән булһам, һис шикһеҙ, ҡаршылыҡ хәрәкәтендәгеләргә лә ҡулымдан килгәнсә булышыр инем. Ә былай балаларса ғына, булдыра алған тиклем генә зыян итергә тырыштым. Ҡалабыҙҙан сигенгәндә фашистар мөмкин тиклем емереп, ҡыйратып ҡалдырырға бар көсөн һалды, юлдарға мина ҡуйып сыҡтылар. Беҙҙекеләр киткәндәге кеүек үк һауаны төтөн баҫты, ҡулға алыуҙар көсәйҙе, әсирҙәрҙе атып, шахтаға ырғытып бөткәндәр. Беҙҙә күберәк кешеләре тереләй яндырылған Хатынь тураһында ғына һөйләйҙәр, ә бит улар ундай тамуҡты башҡа урындарҙа ла ойошторған. Сталино ҡалаһында бер подвалға йыйып яндырылғандар араһында фән кешеләре лә булған.
– Шул тиклем йыртҡыслыҡтары башҡа һыймай. – Ҡылысбай вәхшәттең тере шаһиты хәтирәләрен тыңлауҙан ғына ла тетрәнеү кисерҙе.
– Улар өсөн беҙ кеше түгел инек бит, “унтерменшен”, йәғни кеше булып етмәгән, етлекмәгәндәр. Улар өсөн кеше үлтерҙе ни, себен үлтерҙе ни – айырмаһы юҡ ине.
Фашистар ҡаласыҡтан киткәс, атыштар бер аҙ тынып тора. Иртәнге яҡта ҡаланың икенсе осона совет һалдаттары килеп инә. Юра был ваҡытта баҙҙа йәшенеп ултырған була. Кемдер: “Беҙҙекеләр!” – тип ҡысҡырып сығып йүгергәс, бер-береһен тапай яҙып бөтәһе лә ишеккә ырғыла. Малай ҙа урамға атылып сығып, ҡыҙыл йондоҙло фуражкалар күҙенә салыныу менән уларҙың ҡаршыһына йүгерә. Арығандары тойолһа ла, шат йылмайып килгән һалдаттарҙың араһында ҡәҙерле кешеһен күрә, “Ата-а-ай!” – тип ҡысҡырып уға табан йомола. Моғайын, ул ҡаласыҡты тиҙерәк азат итеп, улын күрергә тип бөтәһенән алда килеп ингәндер. Ана бит, күреп, ҡул да болғай. Тик шул саҡ һалдаттарҙың береһе күкрәген тотоп ауып китә, уны-быны аңлап өлгөргәнсе йыш-йыш тыҡылдаған автомат тауышы яңғыраған ыңғайы иптәштәре бер-бер артлы ергә йығылып бөтә. Малай атаһы янына ташланырға торғанда ғына кемдер елкәһенән эләктереп алып, тиҙ генә эргәләге йорт мөйөшө артына тартып индерә.
Бер йорттоң сарлағында немец снайперы боҫоп ҡалған булған, баҡһаң.
– Мине ҡыуаҡтар араһына һөйрәп индергән кешенең ҡулынан ысҡынырға тырышып, тыпырсынам, ә ул ауыҙымды ҙур усы менән ҡапланы ла, “шаулама, хәҙер үҙеңде лә атырҙар”, тип саҡ тыя алды. Ярай ул осраған, боҫҡан ерҙән сыҡҡас, һалдаттарға ҡаршы йүгергәндәрҙең дә ҡырып һалынғанын күрҙем. – Юра ағай башын эйеп, бер аҙ өндәшә алмай ултырҙы. – Шәһит һалдаттарҙың йөҙҙәре фотолағы кеүек һаман хәтеремдә. Снайперҙы тапҡандарын көтөп алғансы йәнем сыға яҙҙы, уны юҡ иткәндәрен ишетеү менән юлда ятҡан мәйеттәргә абына-һөрөнә яндарына йүгереп барҙым, атайым кеүек күренгәнен эҙләп таптым. Яраланған ғына булһа ярай ине, мин уны барыбер һауыҡтырам, тип уйлаған булам. Атайыма ныҡ оҡшаған, тик ят кеше икәнен күргәс кенә, эсемә йылы йүгерҙе – минеке терелер тигән өмөт уянды. Йылдар буйы шул өмөт күңелемде йылытып торҙо. Мәгәр атай-әсәйемдең эҙҙәре табылманы. Улар һуғышта һәләк булғандыр тип уйлайым, икеһенең береһе барыбер эҙләп килеп сығыр ине.
Юра ағай тағы шымып ҡалды, Ҡылысбай ҙа уның кисерештәрен аңлап, һүҙ ҡатмай ғына, ишеткәндәре тәьҫиренән сыға алмай ултырҙы. Ни тиклем фажиғәләр кисерергә тура килгән кескәй генә малайға! Нисек тере ҡалған да, нисек тормошта юғалмай, айыҡ аҡыл һаҡлап ҡала алған! – Бына шулай, туғанҡай, – тип йәнә телгә килде ағай. – Фашист ҡалабыҙ азат ителгән көндә лә еңеүсе булып килеп ингән һалдаттарыбыҙҙы һәләк итте. Йылан үҙе үлһә лә, теше үлмәй шул. Ағыуы йылдар буйы үҙен һиҙҙерә тора, утлы һуғыш туҡтаһа ла, һалҡын һуғыш туҡтағаны юҡ. Көйрәп кенә ятып бер заман гөлтләп яңынан ҡабынып китеүе лә мөмкин. Йәшерен яуҙы юҡҡа һанамаҫҡа кәрәк, йәш быуын шуны онотмаһын ине.
ЭПИЛОГ
Курсовка көндәре күҙгә һалған тамсылай ғына булып тамамланып та ҡуйҙы. Йортомбай менән ҡосаҡлашып, яҡын туғандарҙай хушлаштылар, ул иртә менән юлға сыҡты. Ағай ғүмер буйына иңендә йөрөткән таштан да ауыр йөгөнән бушанып, хатта йәшәреп киткәндәй тойолдо егеткә.
Кистән һуңғы тапҡыр хәтирәләргә сумып һөйләшеп ултырғанда ул көтмәгәндә, һүҙҙәрен аңлап бөтмәһә лә, ятлап алған “Шахта” йырын ярайһы төҙөк итеп көйләне лә ебәрҙе, тауышы ла моңло икән. Йөрәктән сыҡҡан башҡорт моңо!
Китә йәнейем, китә йәнейем,
Китә йәнейем Донбассҡа,
Ул китә инде Донбассҡа,
Һүҙ бирҙек ташлашмаҫҡа.
Алыҫ яҡтан был яҡтарға
Кемдәр күпер һалғандар (шул).
Беҙ айырылдыҡ та һарғайҙыҡ,
Һарғаймаһын ҡалғандар.
Икеһенең дә күҙҙәрендә йәш ине. Ҡылысбай был сәфәренән ҡуйын дәфтәрен ваҡ ҡына хәрефтәр менән лыпа тултырып ҡайтырға әҙерләнә башланы. Ҡайтҡас яҙырға әллә күпме тема тупланы, Михаил Лермонтов йөрөгән һуҡмаҡтарҙан йөрөп сығыу үҙе генә ни тора; Кисловодскиҙың күҙ яуын алған, хуш еҫтәре менән тау үңерен ожмахҡа әйләндергән “Раузалар үҙәне”; тәү тапҡыр тәмләп ҡараған һары сейә, каштан-платандарҙың, урам тулы сәскәләрҙең хозур күренеше; әллә күпме тарихи ҡомартҡылар, архитектура әҫәрҙәре...
Әммә Ҡылысбай тигән берәүҙең бала ғына көйө сәстәре салланған улы менән осрашыу хәтирәһе айырым бер йәдкәр булып, ил яҙмышы, ир яҙмышы тураһында уйландырыр, Бөйөк Еңеүҙең ниндәй ҡорбандар, фажиғәләр аша яуланыуын, уның ҡәҙерен белергә кәрәклеген иҫенә төшөрөп торор.
Ниндәй шәп исем ҡушҡан икән бит уға атаһы менән әсәһе!