Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 7 йыл тигәндә донъяға килгәнмен. Хатта яулыҡтарҙың ямаулы сағын күргән быуынданмын мин. Аяҡһыҙ, ҡулһыҙҙар, һуғышта юғалтҡан күҙенә ҡара таҫма тағып йөрөгән ағайҙар тере ине әле. Етемдәр күп ине. Оло быуындан атай яғынан өләсәйем генә бар ине, уны ла һирәк кенә күрә инем. Әсәйемдең атаһы йыраҡ йәшәгәс, уны ике тапҡыр ғына күреп өлгөрҙөм.Ил яраларын имләргә тырышҡан ҡатмарлы осор быуынанмын.
Ауырлыҡтары әҙ булманы. Ләкин ҡояшлы, нурлы итеп хәтерләйем бала сағымды, сөнки күҙҙәре һүнгән, өмөтһөҙлөккә бирелгән кешеләрҙе күрмәнем. Зарланып, бахырланып, йөҙҙәрен һытып ултырманылар. Хәҙер махсус тишек-йыртыҡ ыштан кейәләр, ул саҡта шул мода булһа, бөтәһе лә "стиляга" иҫәбендә йөрөр ине. Мәгәр беҙҙе йөйҙәре лә һиҙелмәҫлек итеп яманырға өйрәттеләр, әйбер эсенән тубыҡ-бот ялтыратып йөрөүсе булманы. Итәктәре туҙғанын күрһәтмәҫ өсөн өҫтөнән матур яңы алъяпҡыс тағып алырҙар ине. Барына ҡәнәғәт ит, юғына сабыр ит - шул ине ололарҙың яратҡан мәҡәле.
Атайым Белореттан гофрлы ҡағыҙҙан эшләнгән ҡурсаҡтар, төҫлө таҡталар ҡағылған тимер сана алып ҡайтып һөйөндөргәне иҫемдә. Алтынсы йәшем менән барғанмындыр. Мәгәр иң шатланған көнөм - Йөйәккә күсенгәндә беҙҙе Уҫманғәлелә өләсәйҙә ҡалдырып, аҙна буйы күҙ йәш түккәндән һуң атай-әсәйемдең ҡайтып төшкән көнөлөр. 6 ғына йәш ине миңә, һуғыш башланыр ҙа, ҡайҙалыр юғалып ҡалырҙар тип ҡурҡып, тәҙрә тупһаһынан төшмәй илап ултырып, өләсәйемдең хәлен алғанмындыр инде.
Әлифбанан тәүге ижекте, һүҙҙе уҡыуым, атайымдың китапхананан тәүге китап - Зәйнәб Биишеваның "Йәнле хәрефтәр" китабын алып ҡайтып, үҙем уҡыуым - бик бәхетле мәл булып иҫемдә ҡалған.
Атай-әсәйле үҫеү - бәхет. Туғандарың булыу - бәхет.
Халыҡ яҙыусыһының битләүенән.