+24 °С
Ямғыр
Бөгөн Учалы районы Сәфәр ауылында талантлы шағирә Рәмзилә Хисаметдинованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе булды. Сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, шағирә Зөлфиә Ханнанова, ғалимә Зәйтүнә Шәрипова һәм яҙыусы Венер Исхаҡов ҡатнашты. Яҙыусы Әҡлимә Сафина ярҙамында яҡташтары ойошторған кисәлә Учалы, Әбйәлил, Белорет райондары әҙиптәре лә сығыш яһап, Рәмзилә апай тураһында матур хәтирәләр менән уртаҡлашты, шиғырҙар һөйләне. Шағирә Дилара Мәхмүтдинова-Мутиковаға Учалы районы хакимиәтенең Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премияһы тапшырылды.