Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
30 Май 2024, 08:54

ТӨҘӨҮСЕ

— Бик йәл! Һинең кеүек шәп эшсене бер ҙә ебәрге килмәй, — ти етәксеһе. — Әйҙә, ошолай итәйек: һиңә һуңғы тапҡыр бер өй төҙөргә кәрәк. Шунан яҡшы премия түләп, пенсияға оҙатырбыҙ.

ТӨҘӨҮСЕТӨҘӨҮСЕ
ТӨҘӨҮСЕ

Оҙаҡ йылдар төҙөүсе булып эшләгән иргә, ниһайәт, хаҡлы ялға сығырға ваҡыт етә. Ул был хаҡта етәксеһенә хәбәр итә.
— Бик йәл! Һинең кеүек шәп эшсене бер ҙә ебәрге килмәй, — ти етәксеһе. — Әйҙә, ошолай итәйек: һиңә һуңғы тапҡыр бер өй төҙөргә кәрәк. Шунан яҡшы премия түләп, пенсияға оҙатырбыҙ.
Бик үк теләмәһә лә, төҙөүсе ризалаша. Төҙөлөш башлана. Ир был эште йәһәтерәк тапшырам тип, иң арзанлы материалдар һатып ала, алда һәр бер ҡаҙауға иғтибар итһә, был юлы ҡул ғына һелтәп ҡуя. “Ярай, минән дә насар төҙөгәндәр бар. Ә был һуңғы эшем, миңә күптән ял кәрәк”, — тип үҙен йыуата.
Өй әҙер булғас, ул етәксеһен саҡыра.
— Беләһеңме? — ти хужа, йортто ҡарап сыҡҡас. — Был өй намыҫлы хеҙмәтең өсөн фирманан һиңә бүләк!
Төҙөүсенең ни тиклем ҡыҙарып, оялыуын күҙ алдына килтерергә була...

ҠАЙҺЫ БЕР КЕШЕЛӘР ҘӘ ШУЛ ТӨҘӨҮСЕ КЕҮЕК: МӨҺИМ ТҮГЕЛ ТИП ТЫРЫШМАЙҘАР. Ә БИТ БӨГӨН ЭШЛӘГӘН ЙОРТТА ИРТӘГӘ ҮҘЕБЕҘ ЙӘШӘЙӘСӘКБЕҘ. ШУҒА ЛА КИЛӘСӘКТӘ КИРЕ КИЛЕП СЫҠМАҺЫН ТИҺӘК, ТОРМОШТА ҺӘР ЭШТЕ УРЫНЫНА ЕТКЕРЕП БАШҠАРЫРҒА КӘРӘК.

Автор:
Читайте нас