Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында әсәйемдең ике балаһы (беҙ бөтәбеҙ етәү) йәшәй – мин һәм Әҡсән ағайым. Бер көн ағайым миңә шылтыратты ла, беҙҙә сумочкаң ятып ҡалған, тип әйтте.
– Ә ни эшләп минеке тип уйлаһың? – тим, һуңғы арала уларға барғанымды хәтерләмәгәнгә.
– Бер остоҡ ҡына кешенең сумочкаһы инде. Эсендә косметичкаһы бар. Көҙгө, кершәне, хушбуйы, помада ята. Тырнаҡ таҙалағысы, ҡаш йолҡҡосо ла күренә, – ти.
Сумочкам үҙемдә, етмәһә, ысынлап та, ағайҙарыма ингәнем дә юҡ. Ошо арала кемдәр килгәнен һорашһам, ағайым: «Әсәйҙе ҡалала алып йөрөгәйнем», – тине.
Ә-һә, тинем дә әсәйемә шылтырата башланым.
– Әсәй, сумочкаң өйҙәме, ҡара әле, – тим.
– Шуны һиңә әйтергә тора инем, үткәндә ағайыңдың машинаһында әйберҙәрем тороп ҡалған, килһәгеҙ уларға барып алырға онотма әле, – ти ул.
Мин көлә башланым. Нимә шарҡылдайһың, ҡыҙыҡ нәмә һөйләмәнем дә инде, тип әсәйем аптырай.
– Сумочкаңда нимәләрең бар ине? – тиһәм:
–Ҡатын-ҡыҙға кәрәкле бөтә нәмәм дә бар. Мин һиңә улай-былай ғына кешеме! – тимәһенме? Остоҡайҙың сумкаһын ала барғанда ағайым менән рәхәтләнеп көлдөк.