Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Еңгәйемә ғашиҡ инем..."

Ағайҙы эт итеп эстән генә әрләйем. Нимә тип шул ҡәҙәре һылыу кәләш алды икән? Ябайырағын, үҙебеҙсә ауылсарағын тапһа ни була?!

"Еңгәйемә ғашиҡ инем..."
"Еңгәйемә ғашиҡ инем..."

"Элегерәк, йәшерәк саҡтарҙа, ишеткәйнем ошондай лаҡапты: их, егеттәр, белмәйһегеҙ, ҡыҙ урлауҙың ҡыҙығын... Күрәһең, кемдер берәү үҙ башынан үткәреп әйткәндер был һүҙҙе. Ә бына минең хәл ошолайыраҡ булды. Эйе-эйе, егеттәр, белмәйһегеҙҙер ҙә әле, еңгәйгә ғашиҡ булыуҙың нимә икәнен. Ә мин яндым ундай ҡыҙыу утта. Үлә генә яҙҙым.

Ағайҙы эт итеп эстән генә әрләйем. Нимә тип шул ҡәҙәре һылыу кәләш алды икән? Ябайырағын, үҙебеҙсә ауылсарағын тапһа ни була?! Еңгәкәйҙең алһыу битен, муйылдай ҡарашын, яңы бешкән бөрлөгәндәй ирендәрен, йылмайғанда уйылып киткән уймаҡтай соҡорҙарын, мәрмәрҙән ҡойоп теҙгән кеүек ынйы тештәрен бер күреүем булды, әйтерһең, миңә, ошоғаса берәүгә лә баш бирмәҫ тайға, ҡороҡ кейҙерҙеләр. Зиһен китте тарҡалып, йөрәктә пожар ғәләмәте ҡупты. Хет урлап алып ҡас ағайҙың яратҡан кәләшен!

Шул еңгәне күрер өсөн көн дә ағайымдарға йүгерәм. Ауыҙымды асып, иҫем китеп йәш кәләшкә ҡарап ҡатып торам бер талай. Ә ул эй йылмая, көлә, шаяра минең менән. Ҡәйнеше бит, шаяра инде!

Шулай йәшерен ғишыҡ утында янып йөрөй торғас, еңгәсәй өс тапҡыр әсәй булып өлгөрҙө. Тағы ла матурлана, саялана бара бит теге! Йәй етһә, бергә йыйылып бесән эшләйбеҙ. Минең иң бәхетле көндәрем ул осор. Сибәр еңгә йә өйөрөлөп кәбән башында тора, йә йырлай-йырлай күбә ебәрә. Ә мин, әлбиттә, атты һыбай менеп, елдереп йөрөп күбә тарттырам. Бәхет хаттин аша, рәхәтләнәм. Мин ат өҫтөндә, еңгә эргәлә, тирә-яҡта ағас япраҡтары шыбырлаша, ҡоштар һайраша...

Тик бер көн ошо бәхет юҡҡа сыҡҡандай булды. Еңгәйҙең бер ҙә кәйефе юҡ ине, көлөү генә түгел, йылмаймай ҙа, күтәрелеп һүҙ ҙә ҡушмай. Теше һыҙлаған кешеләй, һытылып өндәшмәй генә тик йөрөй. Күңелһеҙ. Донъяның бөтә йәме китте, малай. Ни эшләргә? Нисек итеп һылыуҡайҙың күңелен күтәрергә? Әһә, уйлап таптым. Үҙемдән бәләкәс ҡустыға “эш” ҡуштым. Мәйтәм, дауай, еңгәйҙе шаяртып алайыҡ. Айыу булып ҡурҡытайыҡ, ни эшләр икән?

“Әйҙә!” тип ҡусты шунда уҡ ризалашты. Арбаға түшәп йөрөгән кейеҙҙе өҫтөнә ябынды ла йәшеренеп кенә таллыҡҡа инеп китте. Мин Күксәйҙе йән-фарман юрттырып еңгәй янына ашыҡтым. Шул саҡ тал араһынан “айыу” үкереп ебәрмәһенме?!

“Айыу! Айыу!” тип аҡырам. Еңгәм миңә аптырап күҙҙәрен түңәрәкләндереп ҡараны ла үҙебеҙ туҡталып сәй эсеп йөрөгән стан яғына елдерә башланы. Үҙе бер аҙ сатанлай. Мин дә боролоп шул яҡҡа сапҡан кеше булдым. Китте уҙыш! Берсә Күксәй менән мин алға сығам, берсә еңгәй үтеп китә. Аяғының сатанлауын да онотто, шәйт. Шулайтып ах та ух итеп станға килеп еттек. Ә унда... күбә көтөп тын алырға туҡтаған бесәнселәребеҙ йығылып ятып көләләр. Хәлдәр бөткәнсе һаһылдашып көлөштөк шулай.

Күп йылдар үтте инде ул ваҡиғаларға. Еңгәкәй һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаһа ла, һаман да матур, көләс, ихлас. Мин үҙем дә күптән инде ҡартатай булдым. Еңгәмде күргән һайын шул кәбән ҡойған, күбә тарттырған бәхетле мәлдәр иҫкә төшә.

Ул да онотмай. “Ну, ҡәйнеш, уҡыттың бит шунда! Айыуҙан ашалһам, өс балам етем ҡала, тип ҡурҡыштан һыпырттым ғына бит. Аяҡҡа сыҡҡан сиҡандың һытылғанын да һиҙмәгәнмен”, – тип рәхәтләнеп көлә. Еңгәйемде көлдөрә алғаныма мин дә бик шат. Белгегеҙ килһә, ана шундай хәлдәр ҙә була икән донъяла. Их, егеттәр, ә һеҙ кисергәнеҙ бармы ошондай яратыуҙың ләззәтен?!"

Ҡәйнештең һөйләгәндәрен яҙып алыусы – Лилиә Ғәниева.

Автор:
Читайте нас: